Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Бер минутлыҡ әңгәмә

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы беҙ һалдат итеге кейгән яҙыусыларға мөрәжәғәт итеп, әрме хеҙмәтен нисек үтеүҙәрен һораштыҡ.

Мирас Иҙелбаев,
профессор, филология фәндәре докторы, запастағы өлкән лейтенант

Ике тапҡыр хеҙмәт иттем
Мин армияла Кавказ аръяғы сик буйы ғәскәрҙәрендә 1964 – 1967 йылдарҙа хеҙмәт иттем. Сержанттар мәктәбендә ете ай уҡығандан һуң заставала отделение командиры, аҙаҡ Баку ҡалаһында айырым сик буйы часында взвод командиры урынбаҫары (часть старшинаһы) вазифаһын башҡарҙым. Беҙҙә, учениеларҙан бигерәк, хәрби тревогалар йыш була торғайны. Сик буйында ҡайһы бер төндә генә айырым участкаларҙы бер нисә тапҡыр ҡаплауҙы әйтеп тә тормайым. Был – көндәлек хеҙмәт. Әгәр сик буйы йәки сик зонаһы режимын боҙоусылар булһа, уларҙы тотҡанға тиклем сик буйы отряды территорияһының тотош бер өлөшө ҡаплана. Был – учение ғына түгел, хәрби поход.
Бөгөн мин – отставкалағы өлкән лейтенант. Запаста саҡта совет заманында офицерҙарҙы регуляр рәүештә сборҙарға йыя торғайнылар. Шуларҙың иң оҙайлыһы – вуздағы хәрби кафедранан һуң офицер званиеһы алыр өсөн ике айлыҡ Тоцкий лагеры.
Хеҙмәттә иң иҫтә ҡалғаны – тәүге көндән алып аҙаҡҡыһына тиклемге хәрби хеҙмәт, һалдаттар һәм сержанттар араһындағы хәрби дуҫлыҡ, хәрби дисциплина. Сик буйы ғәскәрҙәрендә ул ваҡытта «дедовщина» тигән һүҙ бөтөнләй булманы, беҙҙең төшкә лә инмәне.
Беҙ хеҙмәт иткән йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең егерме йыллығы билдәләнде. Шул айҡанлы СССР ҡораллы көстәренең бөтә яугирҙары юбилей миҙалы менән бүләкләнде. Миңә шул байрам айҡанлы Баку ҡалаһында үткәрелгән хәрби парадта ҡатнашыу бәхете тейҙе. Ә юбилей миҙалы пенсияға сыҡҡанда Рәсәй кимәлендәге хеҙмәт ветераны исемен алырға ярҙам итте. Армиялағы башҡа наградалар – «Отличный пограничник», «Отличник Советской Армии».
Һуғыш һәм хәрби хеҙмәт темаһына арналған әҫәрҙәрҙем: «Ҡайтыу», «Осрашыу», «Вазифа ҡайыны», «Ноктюрн» хикәйәләре.

Сөләймән Латипов,
“Тамаша” журналының баш мөхәррире, драматург, элекке өлкән матрос

Кап раз* һәм... мин

Флоттағы хеҙмәтем Ленинградта башланды.
Ҡаланың Васильев утрауында урынлашҡан учебкала 8 ай уҡытҡастар, илебеҙҙең иң төньяғында урынлашҡан Мурманск өлкәһе Полярный ҡалаһына ебәрҙеләр. Унда 2 йыл хеҙмәт иткәс, беҙҙең экипаж Египет иленә – Сәйет-Портына барып сыҡты. 1975 йыл бөтә ерҙә, Башҡортостанда ла ныҡ эҫе булды. Ошо эҫелекте эҫе Африка континентына күсерһәгеҙ, ҡалғанын үҙегеҙ аңларһығыҙ. Шуға йыш ҡына эт кеүек тел һәлберәтеп Урта диңгеҙ ситендә ятырға тура килде.
Һыу аҫты кәмәһенә килеү менән экипаж алдында “геройға” әйләндем. Мин трапҡа баҫҡан көнө үк күнекмәгә сығып киттек. Баҡһаң, беҙҙең караптың атыу күнекмәһен хәрби күнекмәләге штабта хеҙмәт иткән Воробьев фамилиялы 1-се ранг капитаны тикшерә икән. Ул шундай мыжыҡ, ваҡсыл штабист булыуы менән эскадрала дан алған. Ҡыҫҡаһы, экипажды ыҙалатыуы етмәгән, офицерҙарҙың, карап командирҙарының теңкәһен ҡоротҡан, нервыларын ашаған бер бәндә. Уның әмере буйынса беҙҙең һыу аҫты кәмәһе һыу өҫтөнән китеп бара.
Тағы бер нәмәне әйтергә онотҡанмын: тәүге хеҙмәт йылы бар моряктарға “салага” исеме тағыла. Ике йыл хеҙмәт иткәс – подгодок, өсөнсө йыл – годок.
Шулай, камбузға дежурный итеп ебәрҙеләр. Картуф әрсейем, һауыт-һаба йыуам, консервалар асам, йәшелсә турайым. Һәм винолар ташып бөкөләрен асам. Төшкө ашҡа һәр отсекка бер шешә шарап бирәләр икән. Бер мәл ҡарайым, бысраҡ йыуынты һыу, ҡалған ризыҡтар, консерва һәм башҡа ҡалдыҡтар менән кондейка (биҙрә) тулды. Кок уны ике яғынан тишеп сүс бау үткәргән. Тотҡа урынына шул. Кок миңә ул биҙрәне тышҡа сығарып түгергә ҡушты. Үҙәк отсек аша үтеп рубкаға күтәреләһең дә, шунда диңгеҙгә түгәһең, тип өйрәтте. Мөлдөрәмә тулы кондейканы (биҙрәне) бауынан тотоп, киттем өсөнсө отсекка. Макарон, вермишель йөҙөп йөрөгән майлы йыуынты һыу түгелмәһен тип ипләп кенә барам. Мин тырышам да ул, ләкин тау кеүек тулҡындарҙа бәүелгән карап бер өҫкә менеп китә, йә ҡапыл аҫҡа килеп төшә. Шулай ҙа түкмәнем, имен-аман үҙәк постағы баҫҡысҡа килеп еттем. Унда бер нисә офицер, командир һәм матростар тора. Минең килгәнде күргәс, юл бирҙеләр. Хәҙер рубкаға – өҫкә күтәрелергә кәрәк. 4 метрҙай бейеклек. Уң ҡулымда кондейка. Һул ҡулым менән баҫҡысҡа йәбешеп менәм дә, ҡапыл һул ҡул менән киләһе баҫҡысҡа тотонғайным, кондейкам сите бер мөйөштәге тимергә эләкте. Мин көс менән үҙемә тарттым, сүс бау өҙөлдө. Һәм бар бысраҡ һыу, ҡалдыҡ ризыҡтар, консервалар аҫҡа осто. Мин бауҙы сытырҙатып тоттом – ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышам. Шул саҡ түбәндә – отсек эсендә кемдеңдер ҡысҡырғаны, әсе һүгенгәне ишетелде. Ләкин өҫкә ҡараған көйө яртылаш ҡалған кондейка менән күтәрелеүемде дауам итәм.
Рубкаға менер саҡта вахтенный офицерҙан рөхсәт һораным да кингстон (тишек) аша кондейканы түккәс, кире карап эсенә төшөп киттем. Үҙәк отсекта барыһы ла миңә ҡарап көлә, маҡтайҙар.
Бер аҙҙан карап һыу аҫтына сумды. Унан төшкө аш иғлан иттеләр. Бер заман ҡарайым: караптағы бар годоктар отсекка килә, мине үҙ күҙҙәре менән күреп таныша башланы. Ҡайһыһылыр, тағы “молодец” тип ҡулымды ҡыҫты. Ә иң ҡыуанғаны отсек старшинаһы булды. Костя исемле Беларусь егете рәхәтләнеп көлдө лә миңә “һин – герой” тине. Шул саҡ Костя минең бер нәмә лә аңламағанымды аңғарҙы ла һорап ҡуйҙы: “Сөләймән, һин әллә үҙеңдең ниндәй ҡаһарманлыҡ ҡылғаныңды белмәйһеңме?” “Юҡ”, тием. “Һин бит штабист “кап раз”ды бысраҡ һыуға ҡойондорғанһың. Һин рубкаға кондейка менән менеп барғанда артыңдан шул штабист менеп килгән. Ха-ха-ха!.. Бөтәбеҙҙең үсен унан һин алғанһың. Молодец!.. Хатта беҙҙең кэп ҡыуана икән был хәлгә”.
Кискә табан карап күнекмә үткәреү урынынан базаға ҡарай юл тотто.
Экипаж базаға ҡайтҡас, штабисты йыуынты һыуға ҡойондороу тураһындағы яңылыҡ эскадра буйлап караптан-карапҡа йәшен тиҙлегендәй таралды. Әлбиттә, был яңылыҡтың “геройы” Башҡортостан егете Латипов, Салауат Юлаев тоҡомонан икән, тигән хәбәрҙән башланған. Мин был турала белмәҫ тә инем, ләкин бергә учебкала уҡыған икенсе карапта хеҙмәт иткән моряк осраны һәм ул, ысын шулай булдымы, тип һораны. Уны ҡайҙан беләһең, тием. Бөтә эскадрала шул яңылыҡты һөйләйҙәр. Ишетеүем буйынса, ул штабист бөтәһен ялҡытҡан, барыһының нервыһын ашаған, тип өҫтәп ҡуйҙы...
Иҫкә алһаң, баштан күп мажаралар үтте инде. Мәҫәлән, бер молдаванды нисек аҡылға ултыртыуым, украин егетен нисек ҡотҡарыуым, Урта диңгеҙҙә ғәрәптәр менән уҫмаҡлашыу, “Гермес” һәм “Кеннеди” исемле авианосецтар артынан һунар итеү, Франция һыу өҫтө караптары менән алыш... Хәҙер, бәлки, һөйләргә лә мөмкиндер. Сөнки, һөйләмәҫкә, тип, документҡа ҡул ҡуйыуыма 30 йыл уҙҙы...