Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рәмил Ҡол-Дәүләт

Килен

Башҡортостаным, илем,
Яҙалмай бер ҙә билен,
Гүйә, мыжыҡ ҡәйнәһенә
Хеҙмәт итеүсе килен.

Баш күтәрмәй хеҙмәт итеү –
Киленгә яҙған яҙмыш.
Инәйемдең үткәненән
Ул яҙмыш миңә таныш.

Беләм, әүәл был йоланың
Ҡануны булған ҡаты:
Ауыҙ асып һүҙ әйтергә
Булмаған уның хаҡы.

Ауыҙ асып һүҙ әйталмай
Аҙмы йәшәнең, илем.
Шып-шым ғына йөрөй торғас,
Юғала яҙҙы телең.

Үҙ йортоңда берәй ҡасан
Булырһың микән хужа?
Эстән генә һыҙа-һыҙа
Бөтә ғүмерең уҙа.

Үткәнеңде байҡаным да,
Башҡортостаным, илем,
Һинең дә бит бар булмышың
Бер килен кеүек, тинем.

Туҡай урамында тыуған шиғыр
Өфө йүкәләре беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр.
Н. Нәжми.

Туҡай урамында илаһи мәл
Алтын миҙгел итә тантана.
Йырлап торған Нәжми йүкәһенән
Япраҡ түгел, гүйә, моң тама.

Өйөрөлөп-өйөрөлөп япраҡ бейей,
Бар әйләнәм тынмаҫ йыр ҙа моң.
Был урамға баҙнатлығым етеп,
Ҡайҙан, ҡасан килеп индем һуң?

Кем мин бында?
Үҙ-үҙҙәрен алдап йөрөгәндәр
Минән башҡа бында аҙҙыр шул.
Хыялдарым юлдан яҙғанда ла,
Аҙаштыра күрмә, яҙмышым.

Бында бер нәмә лә артыҡ түгел,
Барыһы ла бында бер бөтөн.
Аң етмәҫлек бөйөклөккә бәрелеп,
Селпәрәмә килә өмөтөм.

Алтын миҙгел... Урам… Йырсы йүкә...
Ә мин кем һуң? Бер сүп түгелме?!
Көҙгө елдәр хөкөмөнә ҡалып,
Өҙгөләнгән япраҡ шикелле
Баҫып торам... Япраҡ тинем дә ул,
Шулай була ҡалһа, ҡана һуң!

Торған һайын шик-шөбһәле уйҙар
Нығыраҡ сапсый намыҫ яраһын.
Үкенмәҫ тә инем, (тағы хыял!)
Был урамда үткән ғүмергә,
Йүкәләрҙең бер япрағы булып,
Йырлай-йырлай төшһәм мин ергә.

Туҡай урамында илаһи мәл...

Һигеҙенсе мөғжизә
Был донъяның мөғжизәһе бөтмәҫ
Матурлыҡты тоя белгәнгә.
Кемдең ҡулы тәү ҡағылды икән
Таҡыя башлы ябай үләнгә?!

Яһалмалыҡ баҫа был тормошто,
Ялған матурлыҡтан йән биҙгән.
Был заманда шундай ябайлыҡтың
Һаҡланыуы үҙе мөғжизә...

Юҡтан бер нәмә лә бар булмай бит,
Буштан ғына тыумай мөғжизә.
Мөғжизәләр тыуа — бай күңелле,
Алтын ҡуллы халыҡ бар ерҙә.

Алтын ҡуллы халҡым, үткәнендә
Ҡалдырмаған, имеш, бер ни ҙә...
Бар донъяны таң ҡалдырып ҡурай
Күпме быуат инде ил гиҙә!

Кәрәк түгел затлы дәү һарайҙар,
Ҡурай ғына бары уйнаһын.
Ул уйнаһа онотола кеүек
Ете мөғжизәһе донъяның.

Ғүмеремдең бар асылы һиндә,
Ҡыҙыҡтырмаҫ бүтән бер ни ҙә,
Күңелемде матурлыҡҡа әйҙәп,
Йәшә әйҙә, йәшә, һигеҙенсе мөғжизә!