Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

“АҒИҘЕЛ”ГӘ ХАТТАР КИЛӘ.

Оло башланғысты башлаусы

Ҡаҙмаш ауылындағы тәүге осрашыуға — ярты быуат…

Теүәл ярты быуат элек танылған шәхес, күренекле яҡташыбыҙ Ғәли Ишбулатовтың башланғысы менән уның тыуған төйәге – Ҡаҙмаш ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәрелә. Бөгөн туғандар-ҡәрҙәштәр, бер ауылда тыуып-үҫкәндәрҙең осрашыуы районда ғына түгел, республикала киң танылыу яуланы һәм йәй һайын төрлө тарафтарҙа ауылдаштар байрамдары гөрләй. Матур традицияға нигеҙ һалған Ғәли Ирғәли улы туғандар бер-береһен танып үҫһен, ауыл тарихы юғалмаһын, йәш быуын йәнтөйәген ҡәҙерләһен тигән маҡсатты күҙ уңында тотҡан. Ата-бабалар нигеҙен онотмау арҡылы тыуған ергә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү, ауылдарҙың йөҙөн матурлау ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. 50 йыл элек тәүге байрамды нисек ойошторғандар – ошо хаҡта бәйән итмәксемен. Тәү эш – кәүеш, тиһәләр ҙә, бәлки, был матур башланғысты күтәреп алыусы күптәр өсөн тәүге аҙым яһаусылар тәжрибәһе лә ҡулай булыр.

Тыуған ауылында ҙур байрам үткәреү уйын күңелендә күптән йөрөткән Ғәли Ишбулатов ниәтен ауылдаштарына еткерә. Ҡаҙмаштар ҡуш ҡуллап риза була, һәр кем хәленән килгәнсе ярҙам итергә һүҙ бирә. Иң тәүҙә күмәкләп ултырып, байрамға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелә. Бер йыл алдан уҡ нимәләр эшләргә кәрәклеге билдәләнеп ҡуйыла. Ауылдың йыйылышында төҙөкләндереү, йәшелләндереү мәсьәләләре иғтибар үҙәгендә була. Мәктәп ихатаһын кәртәләп, ағас ултыртыу, спорт майҙансығы булдырыу, ауыл зыяратының ҡоймаһын яңыртыу тәҡдимдәрен әйтәләр. Һәр кем йорт-ихатаһын ипкә килтереүҙән тыш, өй алдарына баҡса эшләп, ағас ултыртыу йөкләмәһен ала. Ауылды йәшелләндереү, үҫенте һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү эшенә ауыл советы депутаты, лесничий Х. Ахунов етәкселек итә. Ҙур эштәргә килгәндә, Ҡаҙмашта Дуҫлыҡ баҡсаһы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарға обелиск һалыу, тыуған яҡты өйрәнеү музейы булдырыу, 1919 йылда ауыл эргәһендә аҡтар менән һуғышта ил өсөн ғүмере өҙөлгән билдәһеҙ ҡыҙылармеецҡа зыярат ҡуйыу, Дутов башкиҫәрҙәре тарафынан язалап үлтерелгән ауылдаштары, ҡыҙылармеец-разведчик Мөхәмәтвәли Мөхитдиновҡа мемориаль таҡтаташ асыу планлаштырыла.
Байрамға әҙерлек осоронда ауылдаштар кәңәшләшеп эшләй, башҡарылған эштәрҙе теүәлләй, кемдең ҡулы теймәй, йәһәтләйҙәр. Йыйылыш алдынан ауыл советы рәйесе, депутаттар, ауыл активы менән бергәләп өй беренсә йөрөп, йәшелләндереү, төҙөкләндереү эше нисек барғанын тикшереп сығалар. Ауылдың йөҙөн матурайтыу өсөн күп көс һалына: урамдарҙың йәмен ебәреп ултырған иҫке, бәләкәй өйҙәр һүтеп алына, ситән-ҡоймалар алыштырыла. Өйҙәргә электр уты үткәрелә, урамда ла «Ильич уттары» балҡый.
Ҡаҙмаш халҡы байрамға ихлас әҙерләнеп, ҙур эштәр атҡарып сығырға өлгөрә. Етәкселәрҙән Ф. Хисмәтуллин, С. Ишбирҙин, колхоз рәйесе И. Пеннер, уның урынбаҫары Х. Фәхрисламов, партия комитеты секретары урынбаҫары М. Сафин, ҡатын-ҡыҙҙар советынан Ғ. Ниғмәтова, Х. Сәғәҙәтова һәм оло уҡытыусыларҙың ойоштороу һәм әҙерлек эштәрендә ярҙамы ҙур була.
Ниһайәт, тәғәйен көн килеп етә. 1966 йылдың 5 июнь иртәһен Ҡаҙмаш ауылы айырыуса ҙур йәнлелек менән ҡаршылай. Ауылдаштарының саҡырыу сәләмдәрен алғандар, ишетеп-белгәндәр, яҡын-тирәләге ауылдар халҡы һабантуйға барғандай геү килеп, йыйын буласаҡ майҙанға, Сусаҡтау итәгендәге матур аҡланға йыйыла. Ҡунаҡтар араһында кемдәр генә юҡ, бәләкәй генә Ҡаҙмаш ауылы заманында уҡымышлылығы менән тирә-яҡта дан тотҡан. Беренсе башлап донъяуи фәндәр уҡытыусыһы булған Усман Нияҙғоловты тәрән ихтирам менән телгә алалар. 1907 йылда уның тырышлығы менән ауылда йәҙит мәктәбе асыла. Ысынлап та, был ауыл илгә күпме инженер, педагог, агроном, табип, ғалим, журналист, офицер биргән. Йәш быуынды тәрбиәләүгә ғүмерҙәрен арнаған РСФСР, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусылары Әҙип Нияҙғолов, Орҡоя Юлдыбаева, Мәфтуха Дауытова ауылдың иң мәғрифәтле, күренекле кешеләре була. Рәхмәтулла Дауытов менән Нәғим Ишбулатов геология һәм филология фәндәре кандидаттары исеменә эйә. Ламиғ Ниязғолов Мәскәүҙә Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһын тамамлап, Өфө ҡалаһында етәксе вазифаларҙа эшләй…
Осрашыуҙы ойоштороусыларҙың береһе, мәктәптең партия ойошмаһы секретары Сафа Фәйзуллин оло халыҡ ҡорон асып, байрамға йыйылыусыларҙы тәбрикләй. Байрамдың тантаналы өлөшөндә трибуна артынан ошондай осрашыу ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен белдереүселәр, ауылдаштарына һағынышлы сәләмдәрен еткереүселәр күп була. Ошо йыйынға нигеҙ һалған Ғәли Ишбулатов үҙенең сығышында иң тәүҙә осрашыуҙы үткәреүҙә берҙәмлек күрһәткән ауылдаштарына ҙур рәхмәт белдерә, бындай байрамды традицияға әйләндереп, йәнә осрашырға кәрәк тигән фекерен еткерә. Телмәр тотоусыларҙан һуң байрам концерты башлана. Йыр-бейеү, йор һүҙ кискә тиклем дауам итә, ауыл халҡы ла, ҡунаҡтар ҙа берҙәй булып һәләттәрен күрһәтә.
Иртәгәһенә ауылдаштар клуб эргәһенә йыйылып, Дуҫлыҡ баҡсаһына нигеҙ һала. Бер нисә йылдан ауылды йәмләп ултырасаҡ баҡсаға ағас ултыртыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Бында Ғәли Ирғәли улының ауылдаштар байрамына бүләк итеп алып ҡайтҡан Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары һәйкәленә беркетеләсәк мәрмәр таҡтаташты ҡуйыу өсөн обелискыға тантаналы рәүештә нигеҙ һалына. Колхоз, ауыл советы етәкселәре И. Пеннер, Ә. Хөшшәмов, Х. Фәхрисламов, С. Ғиниәтов һәйкәл төҙөүҙә цемент, кирбес, таш, ҡом менән ярҙам итә. Комсомол ойошмаһы секретары, тракторсы Фәиз Моталов, Ғәрифулла Бүләков, Фәнгиз Фәйзуллин, Хәлфетдин һәм Нәжметдин Фәттәховтар Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына һәйкәл һалыуҙа тырышып эшләһә, Әхмәҙи Рәхмәтов менән Зиннур Хамматов В. И. Ленин бюсына постамент һала. Күмәк көс менән атҡарылған ҙур эш ун көн эсендә тамамлана. Һәм 17 июлдә Ҡаҙмаш ауылы халҡы Дуҫлыҡ баҡсаһында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары иҫтәлегенә һәйкәл, В. И. Лениндың бюсы өсөн постамент һалып бөтөүгә, тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторолоуға арналған митингыға йыйыла. КПСС-тың Әбйәлил райкомының беренсе секретары Фәйзрахман Хисмәтуллин ялҡынлы телмәр менән сығыш яһап, ҡаҙмаштарҙың оло эшен юғары баһалай. Һәйкәлдә Ҡаҙмаш ауылынан һуғышта һәләк булған 64 һәм Рыҫҡужанан 40 яугирҙың исеме яҙыла.
Уҡытыусы Хәдит Фәттәхов етәкселегендә мәктәп коллективы, ауыл халҡы ярҙамы менән айырым йортта ойошторолған музей ҙа бик шәп килеп сыға. Шул рәүешле, Ҡаҙмаштың әүҙем уҙамандары Ғәли Ишбулатов, Сафа Фәйзуллин һәм Байым Рәжәповтың осрашып та, хат аша кәңәшләшеп тә планлаштырылған изге ниәттәре тормошҡа ашып, тәүге «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамының мәңгелек иҫтәлегенә әйләнә.
Республикала тәүгә уҙғарылған Ҡаҙмаш ауылы халҡының осрашыуы хаҡында «Совет Башҡортостаны», «Комсомольская правда» гәзиттәрендә ҙур мәҡәләләр баҫылып сыға, уларҙа байрамдың илһөйәрлек рухында үтеүе бәйән ителә. Советтар Союзы Геройы М. Шкарлетова бәләкәй ауылдың ҙур эштәре хаҡында уҡып, Ғ. Ишбулатовҡа яҙған хатында шундай юлдар бар:
«Хөрмәтле Ишбулатов иптәш!
«Комсомольская правда» гәзитендәге «Большая родня» мәҡәләһен ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым, һәм ул миндә ҙур тәьҫораттар уятты.
Башҡорт ауылы — Ҡаҙмаштың эшһөйәр халҡы башҡарған изге, оло эштәр тик хуплауға лайыҡ. Улар үҙҙәренең торған ерен матурлап ҡалмаған, Дуҫлыҡ баҡсаһына нигеҙ һалып, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар — ҡаһарман ауылдаштары иҫтәлеген мәңгеләштергән. В. И. Ленин бюсын асыу ҙа ауыл өсөн ҙур ваҡиға, ябай һәм тырыш кешеләрҙең үҙ ерен, илен данлап йәшәүен күрһәтә.
Мин һәр ваҡыт тыуған иле азатлығы өсөн көрәшеп ғүмерҙәрен һалған ҡаһармандарҙы онотмаған, уларҙың зыяраттарын ҡәҙерләп һаҡлаған, тәрбиәләгән, улар хаҡына сквер-парктар асҡан һәм йәш быуынға шундай яҡты өлгө күрһәткән кешеләргә ҡарата тәрән ихтирам менән ҡарайым.
Ҡаҙмаш ауылы халҡының изге үрнәгенә Башҡортостан, РСФСР-ҙың ауылдары ғына түгел, хатта Украина, башҡа туғандаш республикалар ҙа эйәрһә, ниндәй яҡшы булыр ине.
Һеҙҙең аша ауыл халҡына, йәштәргә, бөтә хеҙмәтсәндәргә үҙемдең ҡайнар сәләмемде еткерәм, тыуған ил мәнфәғәтенә арналған оло эштәрегеҙҙә уңыштар теләп ҡалам.
Ихтирам менән Советтар Союзы Геройы М. Шкарлетова».

Былтыр «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын ойоштороусы Шаһиғәле Ишбулатовҡа Ҡаҙмашта осрашыуҙың 50 йыллығы айҡанлы үткәрелгән байрамда оло шәхес тыуып үҫкән йортта таҡтаташ асылды.
Арҙаҡлы шәхес, күренекле журналист Шаһиғәле Ишбулатов 1906 йылда Ҡаҙмаш ауылында донъяға килә. Бәләкәй сағынан уҡ урмансының ауыр хеҙмәтен үҙ елкәһендә татый: атаһы менән шыршы урманында мискә-мискә дегет ҡайната, күмер яндыра, транса яра. Урман кешеһенең ниндәй һөнәре булһа, Шаһиғәле Ирғәле улы шуларҙың барыһын да оҫталыҡ менән башҡара. Егет ҡорона инмәҫ борон тимерлектә эшләй, ҡыҙған тимер ярсығынан күҙе, балта эшендә ҡулы зәғиф булып ҡала.
1921 йылғы йотта үҙенән өс йәшкә кесе ҡустыһы менән атайһыҙ тороп ҡала. Өфөлә приютҡа эләгә, ә ҡустыһы хәбәрһеҙ юғала. Баш ҡалала асылған ҡыҫҡа мөҙҙәтле курстарҙа уҡый, Тамъян-Түңгәүер волосында эш башҡарыусы, Буранғол ауыл шураһында сәркәтип булып эшләп ала. Егерме йәшлек егетте волостың комсомол комитеты үҙенең тыуған ауылы Ҡаҙмашҡа ауыл шураһы рәйесе итеп ебәрә.
Шаһиғәле Ишбулатов 1928 –1929 йылдарҙа, өлкә партия-совет мәктәбендә уҡып йөрөгән сағында беренсе тапҡыр ҡәләм һынап ҡарай. «Яңы ауыл» гәзитендә бүлек мөдире була, һуңынан «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитендә эшләй. Журналист булараҡ, ул саҡта танылған яҙыусылар Мәжит Ғафури, Төхфәт Йәнәби, Дауыт Юлтый һәм башҡалар менән яҡындан аралашыу уға ҙур йоғонто яһай. 1930 йылда Мәжит Ғафури менән Новосибирскиға оҙайлы ижади командировкаға барып ҡайта.
1930 йылдың июль айында Шаһиғәле Ирғәле улын Өлкә Комитеттың матбуғат бүлеге мөдире Булат Ишемғол менән бергә Арғаяш районына гәзит ойоштороу өсөн ебәрәләр. Уларҙың тырышлығы менән «Алға» гәзите баҫыла башлай. 1936 йылда Ш. Ишбулатов Силәбелә башҡорт телендә сыҡҡан «Урал» гәзитенә бүлек мөдире итеп күсерелә һәм бер үк ваҡытта ТАСС хәбәрсеһе булып раҫлана.
Шаһиғәле Ишбулатов 1938 йылдан алып оҙаҡ ваҡыт Башҡортостан китап нәшриәтендә өлкән мөхәррир булып эшләгән. Оҫта тәржемәсе лә була. Уның тәржемәһендә Л. Толстой, М. Горький әҫәрҙәре башҡорт ерлегендә үҙ уҡыусыларын таба.
СССР Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы, профессор Н. К. Дмитриев мөхәррирлегендә 1948 йылда донъя күргән «Урыҫса-башҡортса һүҙлек»те төҙөүгә Ш. Ишбулатов тос өлөш индергән. Уның филология фәндәре кандидаты Таһир Байышев менән икенсе класс уҡыусылары өсөн төҙөгән уҡыу әсбабы 22 (!) тапҡыр баҫылып сыҡҡан. Бынан тыш Ҡадир Даян менән берлектә бишенсе класс өсөн уҡыу китабы сығара.
1960 – 1970 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты сығарған башҡорт әҙәби һүҙлеген төҙөүҙә ярҙамы баһалап бөткөһөҙ була. Ғәрәп алфавиты менән сыҡҡан 35 китаптан һайлап 3700 һүҙгә карточка эшләй, әҙәбиәттә һәм һөйләштә ҡулланылған ғәрәп, фарсы телдәренән күскән 2400 һүҙгә аңлатма бирә.
Ғүмеренең һуңғы йылында ул Башҡортостанда оялаған бөтә ҡоштар тураһында, һәр береһен ентекле тасуирлап китап баҫтыра. Шаһиғәле Ишбулатов фотограф, киноға төшөрөүсе лә була. Был шөғөлө «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын ойошторғанда ярап ҡала. Музейҙың стендына ул төшөргән фотолар ҡуйыла.
Матур башланғысҡа нигеҙ һалған яҡташыбыҙҙың эше онотолмай дауам итеүе, тотош республикаға таралыуы оло мәртәбә.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Әбйәлил районы.

Тоғролоҡҡа тоғролоҡ

(Мөнир Ҡунафиндың “Кешелеккә тоғролоҡ” хикәйәһен
уҡып сыҡҡас тыуған уйҙар)
Мөнир Ҡунафиндың “Кешелеккә тоғролоҡ” хикәйәһен мин дә ҡыҙыҡһынып, бер тынала уҡып сыҡтым. Башҡалар бик маҡтағас, бигерәк тә. Ысынлап та, бик фәһемле, кинәйәле әҫәр ижад иткән автор. Һәр кеше өсөн мөһим темаларҙы күтәргән ул: мөхәббәт һәм хыянат, бала теләү һәм атай-әсәй булыу, бәхет һәм бәхетһеҙлек... Сөнки тап ошо төшөнсәләр беҙҙең йәшәйеште ғәмле итә бит. Шуға ла хикәйәнең һәр күңелдә ауаздашлыҡ табыуы тәбиғи.
Әйҙәгеҙ әҫәрҙең геройҙары менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.
Бына Нәфисә. Ул уҡытыусы, ғүмере балалар менән бәйләнгән. Еләктәй бешкән мәле, һөйөлөп-һөйөп туймаҫ сағы. Бәхетенә ни етмәй? Сабый ғына етмәй. Тик ул юҡ. Һәм ошо юҡлыҡтан уның аҡылдан яҙған сағы.
Бына Иҙрис. Ул агроном. Баҫыуҙарға орлоҡ сәсә. Тик үҙе генә орлоҡһоҙ, шуға ҡатынын бәхетле итә алмай.
Бына Сара әбей. Бөйөк Ватан һуғышын кисергән ҡарсыҡ. Ҡарап торһаң, аҡыллы ғына бер әбей. Әммә ябай яҙмышлы түгел.
Быныһы – Рәсүл. Сабый күңелле сибәр егет. “Немуй”, йәғни телһеҙ. Олатаһының үгеҙенән ҡурҡып телһеҙ ҡалған. Гонаһ емеше. Әҫәрҙә иң йәл герой. Төп ҡорбан.
Әҫәр төп героинябыҙ Нәфисәнең тормош иптәше Иҙристән хыянатҡа рөхсәт һорауҙан башлана. Көслө, шулай бит? Күңел шунда уҡ “Елп!” итеп ҡала. Нисек инде был, нисек унде улай?! Уҡыусы шунда уҡ иғтибарын көсәйтә, уға шунда уҡ ҡыҙыҡ булып китә. Автор хикәйәһен бик оҫта башлаған. Хәҙер тик яйлап ҡына тарихты һүтәһе ҡала. Ләкин ҙур булмаған хикәйәнең бер генә өлөшөндә лә ялҡырға ирек бирелмәй, ваҡиғалар динамикаһы әүҙем, тасуирлау геройҙарҙың уйҙары менән аралашып бирелә. Хатта хикәйә аҙағына еткәс, “Эх, бөттө ләме?” – тигән үкенес тә кисереп ҡуяһың. Яҡшы яҙылған әҫәрҙең тәьҫире тап шундай булырға тейештер ҙә ул. Миндә ундай тойғоно Гөлсирә Ғиззәтуллина ғына тыуҙыра. Ә бит ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе “Уф, ҡасан бөтә инде” тип уҡыйһың. Уҡымаҫ инең, бер башлағас, бөтөрәһе килә. Уҡып бөтмәһәң, үҙеңде ғәйепле һымаҡ тояһың.
Ярай, әҫәргә ҡайтайыҡ. Шулай итеп Нәфисәбеҙ ирен маҙаһыҙлай, бала кәрәк миңә, ти. Яныңда шәмдәй иреп һүнермен, ярай, шулай. Һин дә һулыясаҡһың”, ти. Бына шунда тәүге ҡаршылыҡ тыуа ла: ҡатын ире менән булған мөхәббәтен бөйөк бер хис, Тәңре бүләк иткән илһамлы көс тип һүрәтләй ҙә... әгәр минеңсә эшләмәһәң, минең ниәтемә ҡаршы килһәң... шунда уҡ мөхәббәтенән баш тартырға риза. Эстән, барыбер үҙемсә эшләйәсәкмен, тигән ҡарар тыуа. Уйлап ҡуяһың: ә был ҡатын ысынлап яратамы һуң? Мин ни өсөндөр шикләнәм. Ул уны яратҡанды ярата, ахыры. Һине яраталар икән, тимәк, һин кемгәлер кәрәк. Быны яҡшы аңлай ул. Шуға уны юғалтҡыһы ла килмәй. Беҙ барыбыҙ ҙа беҙҙе яратҡанды яратабыҙ. Ләкин ғәҙеллек өсөн һин дә һине яратҡанды яратырға тейешһең. Яратмайһың икән, һин йыһандағы ҡара упҡын һымаҡ, бер нәмә лә тыуҙыра алмай, йотоп ҡына торасаҡһың.
Эйе, әсә булыу – ҡатын-ҡыҙға Хоҙай биргән иң ҙур ҡөҙрәт, хатта үҙеңде шул Хоҙайға тиңләрлек ҡөҙрәт. Мин дүрт тапҡыр шул мөмкинлекте кисерҙем һәм бының ни тиклем илаһи, тылсымлы хис икәнен беләм. Һәм миңә ошо хисте тойорға теләгән Нәфисәнең өҙгөләнеүҙәре яҡын да төҫлө, тик шуныһы ғына аңлашылмай, ни өсөн ул үҙенең әсә була алмауында кемделер ғәйепле һанай: тыуҙырғас та, ҡыҙ енесенән итеп яратҡас та, нәҫелеңдең, ҡәүемеңдең, халҡыңдың дауамы һинең буйыңда ята, тип изге бурыс ҡуйған түгелме?! Шул йөк миңә тамырым, ҡаным аша Кешелек барлыҡҡа килгәндән бирле килә. Ниңә ул миндә туҡтарға тейеш, ти. Минең бит бында ғәйебем юҡ. Икенсенең ғәйебе мине Әсә булыуҙан мәхрүм итә алмай. Тимәк, Иҙрис ғәйепле? Ул бит махсус рәүештә түлһеҙгә әйләнмәгән. Уның өсөн был шулай уҡ трагедия. Уның бала һөйгөһө килмәйме ни? Етмәһә, яратҡан кешеңдән! Балаһын һөйгән атай миңә балаһын һөйгән ҡатындан да һөйкөмлөрәк! Булдыра алмағас, ни эшләһен. Ул хатта китергә лә риза. Тик Нәфисәһе генә бәхетле булһын. Ләкин ҡатын уны ныҡ итеп яратҡан ирҙән баш тартаһы килмәй, ундай ирҙәр бит аяҡ аҫтында ятмай. Яҡшы ирҙәргә һәр ваҡыт ҡытлыҡ. Ә бына мин хәҙер кемдән булһа ла ауырға ҡалам да, беҙҙең ғаилә бер бөтөн була, тип хыяллана. Иренең ни өсөн ҡаршы булыуын аңламай.
Күҙ алдына килтерәйек. Ир менән ҡатын. Яратышып йәшәйҙәр, бер нисә йыл, тик балалары юҡ. Ҡатын түлһеҙ, сәбәбе мөһим түгел. Һәм ҡатын әйтә: миңә хыянат итергә рөхсәт ит, мин балам булыуын теләйем, ти. Ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙ нимә тиер инегеҙ? Күптәр ризалашыр ине. Хатта балаһын да ҡарашыр. Хатта үҙен бәхетле тойор ине. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, үҙебеҙҙе бөйөк эш өсөн ҡорбан итергә әҙербеҙ! Беҙ үҙебеҙгә шул рәүештә Бөйөк күренәбеҙ. Шуға ла беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәренең хыянаттарын да ғәфү итә, ғүмер буйы эскән ир менән йәшәй, туҡмалһа ла, китмәй, хатта тағы ла яҡшыраҡ булырға тырыша... Парадоксмы? Юҡ, был ысынбарлыҡ.
...Ә бында ҡатын хыянатҡа рөхсәт һорай. Ир риза түгел, ҡаршы. Был уның ирлегенә, сәменә тейә. Ул китергә риза, мөхәббәттән баш тартырға риза – үҙ-үҙен ихтирам итеүҙе юғалтмаҫ өсөн. Тағы ла ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки Ир өсөн һөйөклөһөн икенсе Ир менән бүлешеү – ул Үлемгә торош. Ҡатын-ҡыҙ ауыҙынан был һорау – мин һине үлтерәйем әле, тигән ҡарарға тиң.
“Кешелеккә тоғролоҡ”. Бында тоғролоҡ хаҡында бер ни юҡ. Ниндәй тоғролоҡ хаҡында һүҙ бара һуң улай булғас? Әсә булыу асылына тоғролоҡмо? Әммә хыянатты бала табырға теләү маҡсаты менән аҡлап буламы? Юҡ, минеңсә. “Хыянат бер ваҡытта ла ғәфү ителмәй, быны аңлайһыңдыр. Хыянат янында мөхәббәткә урын юҡ!”– ти Иҙрис тә. Әҫәрҙең төп героиняһы бер юлы ике ултырғыста ултырыу, бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғон тотоу теләге менән яна түгелме? Мин уның ирен яратыуында ла шикләнәм. Сөнки ирен ысын яратҡан ҡатын бала хаҡы өсөн дә икенсе ир ҡуйынына кереү хаҡында уйламаясаҡ. Тәҡдир тип ҡабул итәсәк. Бәлки, бик бала табырға теләгәс, Иҙристән айырылып, икенсе менән бәхетен һынап ҡарарға булғандыр? Тормоштан миҫал. Иптәшем һөйләне. Хеҙмәттәше ҡатыны менән шулай уҡ бала таба алмай бер нисә йыл этләнгәндәр. Ахырҙа аҡса йыйып ЭКО-ға ла барып ҡарағандар. Ләкин был ниәт тә уңышһыҙ тамамланған. Бынан һуң улар айырылышҡандар. Әлбиттә, был күңелһеҙ, әммә бер-береңә ҡарата кешелеклерәк түгелме?
Кешенән рәнйеш алма, тип өйрәтә халыҡ аҡылы. Ә Нәфисә өс кешенең рәнйешен алырға риза, хатта өс кешенең генә түгел, балаһының рәнйешен алырға риза. Был тәкәбберлек билдәһе. Иң оло гонаһтарҙың береһе. Иблис тә ана “Мин дә Аллаһтан кәм түгел!” тип тәкәбберләнгәне өсөн тамуҡҡа оҙатылған. Үҙ теләгеңде һәр нәмәнән өҫтөн ҡуйыу – ул эгоислыҡ.
Әммә үҙ алдына бөйөк маҡсат ҡуйған ҡатын инде ҡорбан тапҡан. Ул – йәш егет Рәсүл. “Сафлыҡтың үҙе ине Сара ҡарсыҡтың ейәне. Пәйғәмбәрлек еле ҡағылыуын ҡағылмағандыр, шулай ҙа бөтәһенән айырып торған бер сәйерлеге бар ине. Һәр кемгә көлөп-йылмайып ҡарауымы, һарыҡ бәрәсенекеләй ялт-йолт килеп һикергеләп атлауымы, эсендә яуызлыҡ юҡ икәнен белдергән йырыҡ ауыҙымы, донъяны үҙенсә ҡабул итергә әҙер антенна кеүек төрлө яҡҡа тырпайышҡан сәстәреме… – барыһы ла уға килешә ине.” Автор юҡҡа ғынамы уны киң билдәле ҡиссалағы Йософ пәйғәмбәр менән сағыштыра. Ә Нәфисә – хас Зөләйха. Автор был ҡиссаны бик урынлы ҡулланған, был хикәйәнең тәьҫирен тағы ла көсәйтә, геройҙарҙың асылына төшөнөргә ярҙам итә.
Матурлыҡты кем үҙ итмәҫ? Сафлыҡтан кем ауыҙ итергә теләмәҫ? Нәфисәнең дә “сарсаған күңел гөлө ошо саф шишмәнән тамсы ғына булһа ла шифалы һыу һорай ине.” Ә хаҡы бар инеме уның? Егеттең сафлығы менән файҙаланырға хоҡуғы бар инеме? Юҡ, әлбиттә. Ҡатын Рәсүлдең хистәре хаҡында уйламай ҙа, егеттең уға арбалырын һиҙмәйме ни ул? Телһеҙ булғас, зинаһының сер булып ҡалырына кинәнә. Әммә шулай ҙа “ҡурҡты, кемдер килер ҙә уның йөҙөн йыртыр, ысын гонаһлы асылын асып, бар ғәм алдында оятҡа ҡалдырыр кеүек ине.”
Нәфисә менән Рәсүлдең урмандағы “уйынынан” һуң бишенсе көнөнә Сара әбей ишек шаҡый. Күпте күргән ҡарсыҡ, әлбиттә, һиҙә был икәү араһында ниҙер булғанын. Нәфисәгә үҙенең йәшлек тарихын да бәйән итә. Был иҫкәртеү – кеше бәхетенең өлөшөнә кереүҙең бер кемде лә бәхетле итә алмауы хаҡында. Әммә Нәфисә иҫкәртеүҙәрҙе аңлар йә аңғарыр сиктән уҙған инде. Сара әбей әйтмешләй: “Уттар шартлап, күктәр ишелмәйме икән, инанған тәүбәләрең көл кеүек елгә оса ла, көҫәгән теләгең үҙ артынан эйәртеп ала ла китә. Хоҙай ҡушҡан эшме, шайтан сығарған тешме – уны бер кем дә белмәй.” Нәфисәгә Иҙристең генә белмәүе мөһим.
Шундай һорау тыуа: һиҙҙеме икән Иҙрис? Бер ай буйы ҡатынына яҡынлыҡ итмәүен нисек аңлатырға? Ҡатынға был оҡшамай, әлбиттә, ире алдында аҡланып маташа ул. Тап ошо мәлдә уның ике йөҙлө асылын күрәбеҙ:
“– Иҙрис, һыуындыңмы, башҡа ир бисәһе тип күрәһеңме? Мин һиңә хыянат итмәнем, – тине.
– Әле өлгөрмәнеңме ни? – тешен ҡыҫып ҡына яуап бирҙе ире.
– Мин һиңә мәңге хыянат итмәйәсәкмен”.
Ә Иҙрис иһә кинәт уға хыянат итергә рөхсәт итеүе хаҡында әйтә. Эх, белһә икән ул һөйгәненең инде бер рөхсәтһеҙ Рәсүл менән зина ҡылғанын...
Ошо урында Нәфисәнең уйҙары бик ҡыҙыҡлы: “Ул ирек бирә, ул уға хыянат итергә рөхсәт итә. Кешелеклелек сифатымы был, әллә ир-егеттең көсһөҙлөгөмө? Бахыр. Әҙерәк көнләшмәйме икән ни һуң? Яратмай башланымы, әллә ҡыҙғаныуы шулмы? Миңә ярарға тырышып, ғаиләне һаҡлап ҡалыу өсөн, киреһенсә, яратыу билгеһе тип ҡабул итергәме ирҙең был аҙымын, был “үҙен мәңгелек ситлеккә бикләп ҡуйған” иреген, азатлығын? Минең уға хыянат итеп өлгөргәнде лә белмәй. Бәлки, алдан уҡ аңлатып тормай, ошо яҙыҡ аҙымға барырға кәрәк булғандыр. Бер кем белмәҫ ине. Хәҙер ғүмере буйы күңелен ҡорт кимерәсәк. Уйлаһаң, бер-берен яратҡандарҙың йәшерен сере булырға тейеш тә түгелдер. Юҡ, әлегә Рәсүл менән булғанды әйтмәй торайым. Ирем бит ул, күңеленә хәүеф һалмайым”. Ирен уйлаймы ул? Юҡ. Ул тик үҙенең хәүефһеҙлеген ҡайғырта. Тик быны үҙе лә тоймай.
Артабанғы ваҡиғалар тиҙерәк сиселә. Нәфисә бала таба. Ир ҙә, ҡатын да сикһеҙ шат төҫлө. Тик донъяла Рәсүл барлығын онота Нәфисә. Ә Рәсүл оноттормай. Бер тапҡыр Иҙрис өйҙә саҡта килә, икенсе килгәнендә Нәфисә генә өйҙә, балаһы менән. Әлбиттә, ҡатынға был оҡшамай, “шаҡшынан” һалдырып һүгә, ҡыуа егетте. Тик Рәсүл уны файҙаланғандарын күптән аңлаған инде, алданыуын кисерә алмай, асыуы килеп йорт алдындағы алмағасты балта менән сабып ташлай... Ә бит был ябай алмағас түгел. Ул ҡотто символлаштыра. Эшкә килгәс, ике йылдан улар йорт төҙөп керәләр: “Ҡотло урын, тинеләр. Баҡсаһындағы алмағас ҡына ни тора, йыл да тоҡлап-тоҡлап алма алалар”. Тик бала ғына етмәй. Бына, бала ла бар. Тик йортта инде ҡот юҡ. Тимәк, бала ғына йортто ҡотло итмәй. Йортто Һөйөү ҡотло итә. Һөйөүгә тоғролоҡ һаҡламаған ҡатын, шулай итеп, йортон ҡотһоҙ итә. Сабыйҙарының “телһеҙ, күҙһеҙ” ҙә булыуы асыҡланыуы шул ҡотһоҙлоҡҡа ишара түгелме?
Хикәйә аҙағында Заһитовтарҙың икенсе ергә күсенеп китеүе хаҡында әйтелә. Әммә үҙеңдән ҡасып булһа икән? Шуны аңлармы икән Нәфисә? Быныһы инде беҙгә билдәһеҙ, фаразларға ғына ҡала.
Шуны әйтергә кәрәк, был сюжет тормошта ла бик йыш осраған күренеш. Интернеттағы ҡатын-ҡыҙ форумдары Нәфисә ише ҡатындарҙың тарихтары менән тулы. Түлһеҙ ирҙәр беҙҙең осорҙа һәләк күп икән. Һәм бына ҡатындар шул форумдарҙа башҡа ирҙән балаға уҙып әсәй булырға теләүҙәре хаҡында яҙа. Кемдер хуплай, кемдер хупламай. Тимәк, автор заманабыҙ өсөн типик сюжетты әҫәрендә сағылдырған. Бындай сюжетҡа ҡоролған Дина Рубина тигән яҙыусының “Двойная фамилия” исемле повесы бар. 2006 йылда был әҫәр буйынса шул уҡ исемле нәфис кинофильм төшөрөлгән. Унда ла һигеҙ йыл буйы бала бәхете тәтемәгән ғаилә хаҡында һүҙ бара. Иҙрис кеүек, ундағы ир ҙә түлһеҙ. Ә ҡатыны Нәфисә ише икенсе ирҙән ауырға ҡалып бала таба. Әммә серҙе ҡатын тәүге көндө үк аса, әммә ир, балаһы үҙенеке булмаһа ла, ул балаға ныҡ эҫенә. Ә ҡатын баланың атаһына кейәүгә сыға. Әммә бала биологик атаһын үҙ итмәй, әсәһенең элекке ирен атаһы итеп таный. Ҡыҫҡаса фильмдың эстәлеге шул. Бында ҡатын Нәфисәгә ҡарағанда кешелеклерәк, минеңсә. Һәр хәлдә, ирен алдамай. Кеше рәнйештәрен йыймай.
Бына шундай тетрәндергес сюжетлы хикәйә менән ҡыуандырҙы Мөнир Ҡунафин. Теле, стиле яғынан да камил ғына әҫәр килеп сыҡҡан. Тик исемен генә дөрөҫөрәк һайламаған, тип уйлайым. Хәйер, ул әҫәрҙәренә пафослы атамалар бирергә ярата. Бәлки, мин уларҙың асылдарына төшөнөп етмәйемдер, авторҙың ниндәй мәғәнә һалғанын тойоп етеңкерәмәйемдер?
Гөлшат Хажиева.