Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

ЖУРНАЛ УҠЫУСЫЛАР ИЖАДЫ

***
Донъяны аҡ ҡар ҡаплаған,
Ер ҡараһын баҫмаға.
Һалҡын ҡарҙы усҡа ҡыҫтым,
Йөрәк утын баҫмаға.
Урмандарға сығып киттем,
Күңелемде асмаға.
Хыялымда осоп киттем
Аҡ күлдәктән асманға.
Күккә менәм, ергә төшәм,
Үҙ-үҙемде тапмаға.
Ер тыныс йоҡлаған кеүек...
Бар өмөт – аҡ япмаға.
...Донъяны аҡ ҡар ҡаплаған
Ҡараңғыны япмаға.
Йөрәгемде усҡа ҡыҫтым,
Йәнгә һиллек тапмаға.

Ҡайғың булһа...
Ҡайғың булһа, һөйлә ялҡынға
Һағыштарыңды түк йылғаға –
Уттарҙа яныр,
Һыуҙарҙа ағыр,
Йөрәгеңдә ҡалыр йыр ғына.
Ҡайғың булһа, тарат елдәргә
Һағышыңды бүләк ит айға,
Елдәргә осор,
Йондоҙҙар ҡосор,
Күңелеңдә ҡалыр нур ғына.

***
Әллә ниңә һуңлап килде яҙҙар:
Ала-ҡола булып ята ерҙәр,
Иремәй ҙә ҡуя һуңғы ҡарҙар,
Теңкәләргә тейә әсе елдәр.

Әллә етмәй ҡояш йылылары,
Болоттар ҙа бер саҡ таралырмы?
Күк үләнгә аяҡ баҫыуҙары
Уңалтыр ҙа йөрәк яраларын...

Ала-ҡола ғына яҙмыштарым
Иремәгән һуңғы ҡарҙар һымаҡ,
Һуңлап килһен ине көҙ, ҡыштарым,
Бәхетем дә инде барҙыр һымаҡ...

Серләшәм
Йәйен ямғыр менән серләшәм
Шыбыр-шыбыр,
Ҡышын ҡарҙар менән һөйләшәм
Шығыр-шығыр,
Яҙын һыуҙар менән көлөшәм
Сылтыр-сылтыр,
Көҙөн япраҡ менән гәпләшәм
Ҡыштыр-ҡыштыр –
Серҙәштәрем күп икән дә,
Яңғыҙ түгелмен икән!
Әллә үҙем бар донъяға
Түгелеп-түгелдем микән?

Йөрәгемдә
һөйөү яралды
Ер шарына бөгөн мин баҫтым да,
Ныҡлы терәп аяҡтарымды,
Тирә-яҡҡа йәйеп ҡулдарымды,
Яңғыраттым барлыҡ йыһанды:

– Мин яратам һине, сикһеҙ Ғаләм,
Төшһә лә күк хатта ишелеп.
Мин яратам һине, түңәрәк Ер,
Мин яратам һине, кешелек!
Осто асмандарға был ауазым,
Һанһыҙ йондоҙ булып таралды,
Нурҙар булып Ерҙе ҡойондорҙо –
Йөрәгемдә Һөйөү яралды!

Яуын
Ҡарлуғасҡай ҡыйып тәпәш осһа,
Була торғайны ул яуынға.
Яҡшылыҡҡа ғына юрайыҡсы,
Ауыр уйҙар баҫһа яурынға.
Ҡыялатып ҡына яуын яуа,
Ел өргәнгә шулай ҡыялыр.
Бер башыма төшкән моң-һағыштар
Күкрәгемә нисек һыялыр?

Күкте ярып дөбөрләгән күкрәү
Күңелдәргә шомдар һалалыр.
Ялағайҙай ялтлап үткән ғүмер
Хәтерҙәрҙә уйылып ҡалалыр.

Хәлиҙә Алтынбаева

Уралымдың кесе ташы

Сит яҡтарҙы үҙ итә алмай,
Хәйбуллама урап ҡайттым.
Уралымдың кесе ташы –
Турат тауы үҙенә тартты.

Туратҡынам, йәшәйештең
Ҡояш-көнө һиндә яҡты.
Йөрәгемдең ярһыуына
Арбалыуын шунда таптым.

Һиндә ул – оло ҡапҡалар,
Далалар йәйләүенә
Мин урайым да ҡайтамын
Уралым әйҙәүенә!

Һиндә – ҡылғандар сыңлауы,
Яңғыҙ ҡайындар йыры,
Ит-һөт, икмәктең ҡәҙере,
Тынғыһыҙ йөрәк моңо.

Мөғжизәләр
Ҡояш ҡалҡа, монар нурҙарында
Ҡойона ла барса ер йөҙө!
Йәшәйештә бөйөк бер мөғжизә –
Ҡояш биргән яҡты көн үҙе!

Үлән, сәскә генә – мең мөғжизә,
Төҫтәренән күҙҙәр ҡамаша!
Йондоҙҙарҙың балҡып баҙырауы,
Күҙ ҙә алмай баҡһаң – тамаша!

Күл, йылғалар, тауҙар, һулар һауам,
Мөғжизәләр иле – ергенәм,
Кешеләрем үҙе – тик мөғжизә,
Ҡулдарынан тылсым һибелгән.

Зилиә Ҡужабәкова