Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

“БАШҠОРТОСТАН БЫНДА БАШЛАНА...”

Дан Хәйбуллам – сал дәүләтем,

Ҡурғандарым, ҡылғаным,

Ҡурай иле, руда иле,

Таналығым, Һаҡмарым!

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Хәйбулланың данлыҡлы улы Ҡәҙим Аралбайҙың “Хәйбулла” тигән шиғырынан алынды был юлдар. Унда шағир тыуған ерен “Сал дәүләт”, “Ҡурай иле”, “Руда иле” тип атай. Өс кенә хәрефтән торған “сал” һүҙенә бик тәрән һәм киң мәғәнә һалынған. Сал – ул боронғолоҡ билгеһе, тарихтың иң тәрән сөңгөлдәрен аңлатҡан төҫ, сал – ул меңәр йылдар һуҙымында ат тояғы тауышы яңғырап торған ҡарт даланың аҡ сәсле ҡылғаны, әскелтем әрем еҫе, сал – ул атай-олатайҙарыбыҙ һөйәктәре күмелгән ҡурғандар серлелеге, сал – ул аҡһаҡал һүҙе, аҡылдың үҙе. “Дәүләт” һүҙенең дә мәғәнәһе тәрән: ул бер үк ваҡытта илдең, милләттең сәйәси ҡоролошон да, байлыҡты ла аңлата.

Шуға күрәлерме, “Хәйбулла” һүҙе ишетелеү менән  икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙары, әрем еҫе һеңгән сал ҡылғанлы дала, офоҡтарға инеп юғалған сикһеҙлек, тонйороп байыған ҡояш иҫкә төшә. Әммә, шағирҙың юғарыла килтерелгән юлдарында әйтелгәнсә, Хәйбулла ул дала ғына түгел, уның Таналығы ла, Һаҡмары ла, рудаһы ла, урман-тауҙары ла, күккә олғашҡан мәғрур ҡаялары ла бар. Әгәр ҙә инде был төйәкте тап шундай төрлө-төрлө асылында байҡаһаң, киңерәк ҡараш ташлаһаң, бөтөнләй икенсе күренеш күҙ алдына баҫа.

Ҡасандыр совет осоронда “саман өйлө, ер иҙәнле, соҡор-саҡырлы юллы” тип иҫәпләнгән Хәйбулла һуңғы 15 – 20 йыл эсендә танығыһыҙ рәүешкә инеп үҙгәрҙе. Тау сәнәғәте һәм ауыл хужалығы  ныҡлы үҫешкән, социаль-иҡтисади-мәҙәни йөҙө шаҡтай яҡшырған, газлы-юллы-телефонлы районға әүерелде ул. Йәнең теләгән һәр нәмә бар Хәйбуллала. Шулай ҙа уның иң ҙур байлығы – даланың үҙе кеүек асыҡ, киң күңелле, тынғыһыҙ йәнле, эш һөйөүсән, фиҙаҡәр халҡы. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Хазморат улы ИБРАҺИМОВ менән әңгәмәбеҙ төбәктең тап шундай асылы хаҡында барыр.

– Раил Хазморат улы, һеҙ етәкләгән Хәйбулла районы үҙендә йәшәгән халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыр өсөн күп төрлө мөмкинлектәргә, ҡулайлы шарттарға эйә. Хәҙерге ваҡытта уның тәбиғи, иҡтисади, интеллектуаль ҡеүәте ниндәй кимәлдә файҙаланыла? Районда  далаһы ла, урманы ла, һыуҙары ла, ер аҫты байлыҡтары ла – барыһы ла бар.

– Беҙҙең Хәйбулла республика райондары араһында иң ҙурҙарҙан һанала. Районда игенлек, көтөүлек, сабынлыҡ ерҙәре киң майҙандарҙы биләй. 90-сы йылдарға тиклем Хәйбулланың һөрөнтө ерҙәре 165 мең гектарҙы тәшкил итһә, бөгөн ул 111 мең гектарға тиң. Сәсеүлек майҙандарын, әлбиттә, йыл һайын, әкренләп булһа ла, арттыра барабыҙ. Барлыҡ ауыл хужалығы ерҙәре 301 мең гектар, шуның 46 мең гектарында урман үҫә. Уртаса алғанда, айырым сәсеү майҙандары – 400 – 600 гектарға, ҡайһы берәүҙәре 1 мең гектарға тиклем барып етә.

Элек-электән Хәйбулла районы игенселек менән дан тотҡан. Беҙҙә, башҡа күп райондарҙа булмағанса, бойҙайҙың аҡһым (елемсә) күрһәткесе 32-нән артып китә. Бынан тыш районда 15 мең гектарҙан ашыу майҙанда ҡаты сортлы бойҙай үҫә. Уның бер тоннаһының хаҡы йомшаҡ бойҙайҙыҡына ҡарағанда 3 – 4 мең һумға күберәк. Шуға күрә лә беҙгә ҡаты бойҙай етештереп һатыу отошлораҡ.

– Хәйбулла, ер өҫтөндә үҫкән байлығынан тыш, файҙалы ҡаҙылмалары   менән дә дан тота. Был йәһәттән ул республиканың игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән бүтән райондарынан ҡырҡа айырылып тора. Тау сәнәғәте үҫеше хаҡында нимәләр әйтерһегеҙ?

– 15 йыл элек Башҡортостан шахта проходкалау идаралығы төҙөлдө. Унан тыш, беҙҙә “Башҡортостан баҡыры” компанияһы, район барлыҡҡа килгән саҡтан бирле Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты эшләп килә. Элек-электән ул комбинаттың районға ярҙамы ҙур булды. Тау сәнәғәтенең район бюджетына индергән өлөшө лә тос. Элек тау сәнәғәте буйынса бер генә предприятие эшләһә, инде өсәү булып киттеләр. Бөгөн Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында 800 кеше мәшғүл, ә ҡалған икәүһендә барлығы 1300 кеше хеҙмәт итә. “Башмедь” етәкселәренең әйтеүенсә, тау сәнәғәтендә эшләүселәрҙең 70 проценты – Хәйбулла кешеләре, Бүребай тау- байыҡтырыу комбинатында иһә беҙҙекеләрҙең нисбәте 96 процент тәшкил итә. Дөйөм алғанда, ошо өс ҙур комбинатта 2 мең ярымдан ашыу хеҙмәткәр – беҙҙең райондыҡылар. Тимәк,  халыҡты эш урындары менән тәьмин итеүҙә лә тау сәнәғәтенең өлөшө бик ҙур. Колхоз-совхоздар юҡҡа сыҡҡандан һуң тау сәнәғәтенең йылдам үҫеше бығаса ауыл хужалығында мәшғүл булғандарҙы ғаиләләренән, райондан ситкә ебәрмәйенсә, үҙебеҙҙә ҡалдырыу мөмкинлеген бирҙе. Дөрөҫ, беҙҙең райондан да Себергә һәм башҡа тарафтарға китеп эшләүселәр бар, әммә улар башҡа төбәктәрҙәге һымаҡ әллә ни күп түгел.

Элек-электән, тау комбинаттары тыумаҫ борон, беҙҙең Хәйбулла ауыл хужалығы районы һаналған. Шуны иҫәпкә алып, беҙ бөгөн элекке данды ҡайтарыу, игенселекте үҫтереү өҫтөндә эшләйбеҙ һәм йыл һайын сәсеүлек майҙандарын 2 – 3 мең гектарға арттыра киләбеҙ. Әле иген культуралары уңышы буйынса беҙҙең район республикала Баймаҡтан ҡала икенсе урынды биләй, ә сәсеүлек майҙандарының киңлеге йәһәтенән Стәрлетамаҡ, Баймаҡ райондарынан ҡала 3-сө урында киләбеҙ.

– Даланың иң ҙур проблемаһы булып борон-борондан ҡоролоҡ һаналған. Тарихтан белеүебеҙсә, ырыу-ҡәбиләләр Евразия далаларында йөҙәр йылға һуҙылған  ҡоролоҡтан ҡасып, Себергә, Кавказ яҡтарына күсенгән һәм аҙаҡ, далаға йәшәү ҡото ҡунғандан һуң, тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтҡан. Тарих ҡабатлана, тиҙәр. Хәҙерге ваҡытта ла беҙ был афәттән азат түгелбеҙ һәм, нисек кенә ҡыйын булмаһын, бер ҡайҙа ла күсенеп китмәйенсә, үҙ төйәгебеҙҙә көн итәбеҙ. Ә бына һеҙҙең Хәйбулла районы бындай ауыр һынауҙарҙы нисек үткәрә?

– Эйе, һуңғы 4-5 йылда бигерәк ҡаты ҡоролоҡ күҙәтелә беҙҙә. Былтыр ҙа, унан алдағы йылда ла беҙҙең баҫыуҙар йәй буйына тилмереп ямғыр көттө. Шулай ҙа былтыр, нисек кенә ҡыйын булмаһын, элиталы, супер элиталы орлоҡтарҙы  ваҡытында сәсеү, технологияларҙы һаҡлау арҡаһында гектарынан 10-ар центнер уңыш йыйып алдыҡ. Ҡыҫҡаһы, игенһеҙ ултырғаныбыҙ юҡ. Элекке йыл гектар ҡеүәте 5 центнерҙан да үтмәне. Әлбиттә, ундай ҡоролоҡтар совет йылдарында ла, һеҙ әйткәнсә, тарихта ла булған. Уларға анализ яһап ҡараһаҡ, шул күренә: ниндәй генә ҡеүәтле техника, сифатлы орлоҡ булмаһын, технологияның теүәл үтәлеше нисек кенә тәьмин ителмәһен, Хәйбулла районында уртаса уңыш гектарынан 3 – 5 центнерҙан артмаған. Шуға күрә ҡоролоҡ Хәйбулланың бер бөгөнгө проблемаһы түгел. Һеҙ әйткәнсә, тарих ҡабатлана.

– Ә бына һеҙгә сиктәш Ырымбур, Силәбе өлкәләре,  артабаныраҡ китһәк, Ҡаҙағстан игенселәре нимә менән алдыра икән? Технология менәнме, әллә уларҙың башҡа төрлө өҫтөнлөктәре бармы? Ни генә тимә, улар ҙа һеҙҙең кеүек үк ҡырыҫ һауа шарттарына, ҡоролоҡҡа дусар ителгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан,  Урал аръяғы баҙарҙарында шул яҡтарҙа етештерелгән он, башҡа төрлө ауыл хужалығы продукцияһы күпләп һатыла. Силәбенең “СИТНО” компанияһы бигерәк әүҙем эшләй, уларҙың хатта был төбәктә махсус магазиндары ла бар.

– Беҙгә Ырымбур текәлеп ята, шунан 100 саҡрым үтһәң, Ҡаҙағстан башлана. Беҙ улар менән бер үк төрлө тәбиғәт шарттарында йәшәйбеҙ. Ырымбурҙарҙың агротехникаһы көслө. Совет осоронда улар беҙҙән артыҡ уңыш йыя алманы. 90-сы йылдарҙан һуң иһә хәлдәр уларҙың файҙаһына үҙгәрҙе: колхоз-совхоздар бөткәс, Ырымбур фермерҙары яйлап күтәрелә башланы.

– Йәғни улар беҙҙәге һымаҡ колхоз-совхоздарҙы һаҡлайбыҙ тип маташманы һәм техникалары ҡыйралмаҫ, кешеләре донъя буйлап таралмаҫ борон фермерҙары күтәрелеп ҡалды. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, улар совет осоронда алған инерцияны  кәметмәне, киреһенсә, уны камиллаштырҙы, шулаймы?

– Нәҡ шулай. Техникалары көслө һәм күп булғас, улар көҙгөһөн бар ерҙәрен совет осорондағы һымаҡ һәйбәт итеп һөрөп сыға. Электән ерҙе 27 сантиметр тәрәнлектә һөрөү һәр игенсе өсөн мотлаҡ үтәлергә тейешле талап һаналды, ырымбурҙар һаман да шулай эшләй. Икенсенән, улар һаман да совет осорондағы Ипатов ысулынан баш тартмай. Өсөнсөнән, улар һәр ваҡыт яҡшы сифатлы, элиталы, супер элиталы орлоҡ сәсә. Ырымбур фермерҙары әллә ни ашлама ҡулланып  та бармай, әммә баҫыуҙарын яҡшы итеп химик ысул менән утай. Әгәр ҙә игендәре таҙа булһа, уныһын да үткәреп тормайҙар. Ҡыҫҡаһы, күршеләр совет осоронда ныҡлы нигеҙ һалынған хужалыҡ итеү ысулын яңы шарттарға ҡулайлаштырыуға өлгәште. Беҙ техникабыҙҙың ҙур өлөшө ватылып, һатылып, фермалар емерелеп, эшләрлек кеше таралып бөткәс кенә уяндыҡ һәм, әйтергә кәрәк, 10  – 15 йылға уларҙан артта тороп ҡалдыҡ.

– Килешәм, сөнки күптәр лизингҡа алған техника өсөн иҫәпләшә алмайынса, тракторҙарын кире ҡайтарып биреп, ғүмерлек бурысҡа батты. Әйтәйек, фермер миллиондарса һум торған бер комбайн өсөн генә лә тиҫтә йыл буйына кредит түләргә мәжбүр. Бындай шарттарҙа ауыл хужалығын, фермерлыҡты үҫтереү хаҡында һүҙ алып барыу ҙа урынһыҙ. Шулай ҙа һеҙгә Ырымбур фермерҙары өлгөһөнә эйәрергә нимә ҡамасаулай тип уйлайһығыҙ?

– Дөрөҫ фекер, һеҙ биргән һорауығыҙға үҙегеҙ яуап бирҙегеҙ. Сөнки ерҙе үгеҙ, ат егеп һөргән, һуҡа менән эшкәрткән заман күптән инде тарихта тороп ҡалды. Әгәр ҙә төҙөк һәм ҡеүәтле техникаң юҡ икән, һин ер эшендә ҡулһыҙһың. Әйткәнебеҙсә, улар совет осоро техникаһы ҡыйралып, таралып бөтмәҫ элек күтәрелеп ҡалды. Һуңғы ваҡытта беҙҙә лә ундай ынтылыш барлыҡҡа килде һәм фермер егеттәр ерҙәрен көҙ һайын һөрә башланы. Әлбиттә, бының өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителә, әммә көҙ һөрөп ҡалдырылған ерҙән йыйып алынған  уңыш әлеге эштең хаҡын бер нисә тапҡырға арттырып ҡаплаясаҡ. Ерҙе һөрөп сәсеү – совет осоро тәжрибәһенең иң яҡшы һыналған ысулы. Тап шул ысул буйынса эшләп, ул йылдарҙа беҙ ҡоролоҡ шарттарында ла етерлек уңыш йыйып алғанбыҙ икән, башҡа төрлө тәжрибәгә таяна алмайбыҙ.

– Тәрән итеп һөргәс, киреһенсә, дым осоп бөтмәйме? Ел эрозияһы ла тупраҡтың уңдырышлы ҡатламын ашай, тиҙәр. Һөрмәй сәсеү менән һөрөп сәсеү араһында йәнә ниндәй айырма бар һуң?

– Һөрөү һөҙөмтәһендә күршеләребеҙ беҙҙекенә ҡарағанда юғарыраҡ уңыш алыуға өлгәшә икән, был – беҙгә һабаҡ. Ерҙе һөрмәйенсә тороп, ҡый үләндәренән бер ваҡытта ла ҡотолоп булмаясаҡ. Икеһенең береһен һайлайһың инде: йә тәрән итеп һөрөп ҡый үләндәренән ҡотолаһың, йә иһә булған  ғына ерҙә сүп үҫтерәһең. Бында өсөнсө юл юҡ. Берҙе генә ереңде һөрмәнеңме, икенсе йылына уҡ ҡый баҫып ала һәм беҙ шуның менән отолабыҙ ҙа инде. Ерҙе һөрмәйенсә сәскәндә ундағы дымды һаҡлауҙы күҙ уңында тотабыҙ, әммә ҡый үләндәренән килгән зыян менән һөрөү өсөн киткән сығымдарҙы сағыштырып ҡараһаң, элекке ысулдың тағы бер файҙалы яғы күренә. Ер яҡшы итеп һөрөлгән осраҡта ҡый үләндәренең тамырҙары өҫкә әйләндереп һалына һәм яҙ һөрөп йомшартылған тупраҡта һаҡланған дым орлоҡҡа тиҙ генә шытып сығырға, ҡый үләндәре баш күтәргәнсе буй еткерергә мөмкинлек бирә.

– Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы янында Һаҡмар һыуһаҡлағысы төҙөү арҡаһында ҡоролоҡ башланды, тиҙәр ҡайһы бер Хәйбулла кешеләре. Уларҙың бындай һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бармы, булһа, уны нисегерәк итеп аңлатырға мөмкин?

– Ундай һүҙҙәрҙе минең дә ишеткәнем бар. Хәҙер ҡоролоҡтоң сәбәбен ниҙән генә күрмәйҙәр, кемдәрҙе генә әрләмәйҙәр: быуа төҙөүселәрҙе лә, таусыларҙы ла. Йәнәһе, таусылар ерҙе соҡоп бөтөргәс, һауа торошона радиация тәьҫир итә. Элек, мәҫәлән, 1995 йылға тиклем, йәшен йәшнәп тороп, районды баҫып алып, 3-4 көн буйына ямғыр ҡоя торғайны. Хәҙер улай түгел. Ямғыр яуһа ла, айырым майҙанға ғына һибәләй ҙә, болот китеп тә бара. Быйыл район үҙәге Аҡъярҙа Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсының гала- концерты барғанда оҙаҡ ҡына ямғыр яуып торҙо. Шул саҡ 500 метр самаһы ситкәрәк сығып ҡарағайным, ер ҡоп-ҡоро, саң борлап ята. Ҡыҫҡаһы, элекке кеүек аҡ яуынға әйләнгән ямғырҙар хәҙер беҙҙә юҡ.

– Дөрөҫтөрмө-юҡмылыр, Һаҡмар һыуһаҡлағысын төҙөгән саҡта ҙур һыу майҙаны барлыҡҡа килтереп, унан быуға әйләнгән һыуҙы Урал аръяғы райондары баҫыуҙарына ямғыр итеп яуҙырыу маҡсаты күҙ уңында тотолған тиҙәр. Һәр хәлдә, һыуһаҡлағыстарҙы дымлы микрофлора зонаһы барлыҡҡа килтереү  өсөн дә эшләйҙәр бит инде. Ҙур йылғалар буйында ямғырҙың күпләп яуыуы – шуға ишара. Һәр хәлдә, ундай урындарҙа ҡоролоҡ күҙәтелмәй. Был иң беренсе нәүбәттә Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары буйында урынлашҡан райондарға ҡағыла. Хәҙер килеп, кемдәрҙер шуны ла иҫәпләп сығарған тиҙәр: имеш, Һаҡмар һыуһаҡлағысы зонаһында быуға әйләнгән һыу Ырымбурға барып яуа икән, шуға күрә беҙ Ырымбур икмәге ашап ятабыҙ. Бындай аңлатманың нигеҙендә дөрөҫлөк тә бар һымаҡ.

– Беҙҙең Аҡъяр ауылы янындағы һыуһаҡлағысҡа ла шундайыраҡ ғәйеп ташлайҙар. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, ҡоролоҡҡа һылтанмайынса, һуңғы 4-5 йылда игенселекте әкренләп булһа ла күтәрә киләбеҙ. Иң мөһиме – йыл һайын гектарынан 3-4 центнер ғына уңыш йыйып алһа ла, бер фермер ҙа ерҙе ташламай, киреһенсә, оторо тырышып эшләүен дауам итә. Уңыш күләме аҙ булыуға ҡарамаҫтан, киләһе йылына тағы сәсә, өсөнсө йылына тағы ла баҫыуға сыға. Ер эше байырға мөмкинлек бирмәһә лә, халҡыбыҙҙың ергә йәбешеп ятыуы – яҡшы күренеш. Хәҙер беҙҙең алдағы маҡсат: һуңғы 10 – 15 йылда ташланған, әрем, билсән, ваҡ ағаслыҡ баҫҡан ерҙәрҙе таҙартып, киренән сәсеү. Ағас үҫер урында – ағас, иген үҫер ерҙә – иген, бесән үҫер урында бесән булырға, көтөүлектәрҙә мал көтөлөргә тейеш. Совет осоронда мәсьәлә нәҡ шулай ҡуйылды.

– Халҡыбыҙҙа борон-борондан төп кәсеп булып һаналған малсылыҡта  эштәр нисек? Күреүебеҙсә, һеҙҙең районда көтөүлек, сабынлыҡ өсөн ерҙәрҙең күп, иркен булыуы был тармаҡты ла йылдам үҫтерергә мөмкинлек бирә бит.

– Был мәсьәләгә килгәндә, илебеҙҙә сәйәси ҡоролош үҙгәреп киткәндән һуң районда мал ныҡ кәмегәйне. Хәҙер беҙҙең алға уларҙың һанын арттырыу бурысы килеп баҫты. Йылҡы үрсетеү, ҡымыҙ бешеү менән шөғөлләнеүселәр күп Хәйбуллала. Әммә Урал аръяғының башҡа райондары кеүек күпләп йылҡы малы ла үрсетә алмайбыҙ. Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булыуыбыҙ, Ҡаҙағстандың яҡынлығы мал хужалары өсөн оло хәүеф тыуҙыра. Беҙҙең аттарҙы күп урлайҙар, хатта йөҙәр баштан торған өйөрҙәрҙе ҡыуып алып киткән осраҡтар ҙа булды. Даланың сиге, юлдың осо юҡ, уларҙың артынан төшөү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Халыҡ, шунан ҡурҡып, йылҡы малын күпләп көтөргә тырышмай.

– Ырымбур өлкәһе, Ҡаҙағстан менән күрше булыуҙың ыңғай яҡтары ла барҙыр, тип уйланыла. Әйтәйек, иҡтисад, баҙар уртаҡлығы, алыш-биреш йәһәтенән...

– Уныһына һүҙ ҙә юҡ. Ни өсөн тигәндә, Ырымбур өлкәһенең ҙур сәнәғәт үҙәге булған ҡалалары беҙҙән 70 – 90 саҡрымда урынлашҡан: Орск, Новотроицк, Ҡыуандыҡ, Медногорск, Гай. Элек-электән беҙҙекеләр шул ҡалаларҙағы баҙарҙарға үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлекте, тауарҙы алып барып һатып, төҙөлөш материалдары, кейем-һалым, туҡыма, башҡа кәрәк-яраҡ ташыны. Ни өсөн тигәндә, республикабыҙ ҡалалары беҙҙән бик алыҫ урынлашҡан. Аҡъярҙан Сибай – 100, Силәбенең Магнитогорскы 200 саҡрымда ята. Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Өфө ҡалалары тураһында әйтеп торорға ла түгел. Беҙ, асылда, Ырымбур өлкәһе ҡалаларына ҡарап торабыҙ.