Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сәғиҙулла ХАФИЗОВ

ХЫЯНАТҠА ЯРЛЫҠАУ ЮҠ

Бөгөн Әҙһәм, ентекле ҡырынғандан һуң, көҙгөләге шәүләһен ентекләп бар­ланы. Ҡаршы яҡтан баҡҡан шаҙра түңәрәк битле, йәшкелт күҙле, ҡупшы мы­йыҡлы әҙәм уға күҙ ҡыҫып ҡуйған булды. Сәстәр бөҙрә булмаһа ла, Хоҙайға шө­көр, ҡурпы һымаҡ күпереп тора. Сикәләрҙә ара-тирә көмөштәре лә ялтырай. Күп­те күргән баш биҙәк-суҡһыҙ ҙа булмаҫ шул. Әйҙә, ҡалҡһын, ялтыраһын! Тик ҡа­рашы ғына күңеленә ятып бөтмәне. Дәрт, сатҡы әҫәре күренмәй, һағыш һар­ҡый… Көсәнеп йылмайыуы ғына бар. Күҙ тирәһен әллә ниндәй ят йыйырсыҡтар баҫ­ҡан. Йәшәүҙән дүнгән ҡарт тиерһең… Аңланыңмы, йәғни ферштейн?
Йыуынып маташҡан ирҙе уйҙарынан зал яғынан килгән сыр-сыу бүлде. Фә­ри­ҙә уянған, ғәҙәтенсә нәмәнелер килештермәйсә, өләсәһе менән тартҡылаша, бу­ғай. Ул да булмай, сәсе-башы туҙған бала ванна бүлмәһенә йүгереп керҙе:
– Атай, әйт, садҡа бармаҫҡа!..
– Барырһың, – тип ҡысҡырҙы, ейәнсәре артынан туйтанлап килгән Факиһа ҡар­сыҡ. – Һаман көйләтергә теләйһеңме? Көйләрмен мин һине... Сыбыҡ менән.
Шаҡтай уҡ ярһыған әсәһен Әҙһәм ихлас ҡыҙғанып ҡуйҙы. Ысынлап та, кес­ке­нә Фәриҙә өләсәһенең нервыһын аяп тормай шул, көйһөҙләнеп көйләтергә яра­та. Ни хәл итәһең, бала кеше…
– Әсәй, һуң садикка нишләп барһын ул? Бөгөн ял бит! Мин дә эшкә йы­йын­ма­йым...
Фәриҙә ҡулдарын сәбәкәйләп, һикергеләп ҡуйҙы, йәш аралаш көлөп үк ебәр­ҙе.
– Ура, ял, ял!... Атай, мине велик менән урамға алып сығырһыңмы?
– Сығам, бәләкәсем, уйнап керербеҙ. – Әҙһәм ҡыҙының башынан һыйпап ҡуй­ҙы. – Йә, сәй эс тә, рәсем яһай тор!
Был күренешкә башын эйеп, уңайһыҙланып торған Факиһа әбей, ниһайәт, әйтеп ҡуйҙы:
– Бөгөн буш көн булдымы ни?.. Был таш зинданда зиһенеңдән дә яҙырһың шул. Улым, иҫән-имен саҡта өйөмә ҡайтарып ҡуй мине һин! Өйләнмәһәң, нән­ка-маҙар ал… Ҡайтайым!
Әсәһенең инәлесле ҡарашын тойоп, Әҙһәмдең йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Уның өйө ҡәҙерле кешеһе өсөн ситлеккә әйләнгәнме? Ярты йыллап ейәнсәрен ҡа­рай… Оҙаҡҡараҡ киткән шул. Тыуған тупраҡ, үҙ нигеҙе тарта, күрәһең… Булды, оҡ­шатһам, иртәгә үк Фәриҙәгә «әсәй» алып ҡайтам. Һайланыр саҡмы?
Шулай йәнә «кәләш» тураһында уйланды. Уның менән күрешеү иртәнге мәлгә бил­дәләнгән, инде ҡуҙғала башларға ла була. Шкаф янына килеп, күптән ҡул яҡ­маған зәңгәрһыу күлдәген, үҙенә бик килешле аҡһыл пинжәген һайланы. Быға зат­лы ҡара йөн салбарының ятышып тороуы асыҡ. Октябрь башы бит, иртәнсәк һалҡынса. Ҡара күн плащын елкәһенә һалһа ла зыян итмәҫ...
Күҙ күрмәгән, мәгәр ҡолаҡ ишеткән дөйөм ятаҡ коменданты Вәзирә ту­ра­һын­да кәйефле уйланып кейенде. Контора сәркәтибе Ләйсән, компьютер кла­ви­ша­һын­да бөртөк сүпләгән тауыҡ һымаҡ соҡона-соҡона, комендант хаҡында нин­дәй генә татлы һүҙҙәр һипмәне бит: «Әй, Әҙһәм ағай, ул апаҡайҙың итә­ғәт­ле­ле­ге! Әллә ниндәй йомшаҡ, күңелгә ятышлы һүҙҙәр белә. Ауыҙына ғына ҡарап то­рор­лоҡ. Тәртипле, кәйеф-сафа ҡорорға яратҡан ҡыҙҙар унан йәшендән ҡурҡҡан ке­үек ҡурҡа. Ир-ат менән ҡаш-күҙ уйнатҡанын да һис күргәнем булманы. Һеҙ­ҙең Фәриҙәгә бына тигән әсәй булыр әле ул...»
Буйҙаҡ ир йәнә көҙгө ҡаршыһына килеп баҫҡас, килеш-килбәтенән бик ҡә­нә­ғәт ҡалды. Утыҙ дүртенсе йәшенә сыҡҡан, хеҙмәте буйынса инженер-прораб Әҙ­һәм Сәхәпов элек күренмәгәнсә, хәҙер мәртәбәле, зыялы ҡиәфәткә кергән... Ин­де Фәриҙәне көйләп юлға сығаһы ғына ҡалды.
– Ҡыҙым, – тине ул, зал яғына сығып. – Мин баҙарға йөрөп инәм, һиңә ниндәй тәм­лекәстәр кәрәк?
– Уйнарға сыҡмайбыҙмы ни, әйттең бит! – Фәриҙә, буяу ҡәләмдәрен ташлап бә­реп, атаһы ҡаршыһына килде. – Велик менән сығабыҙ, тинең.
– Сығабыҙ, ҡыҙым, сығабыҙ, ҡайтҡанды ғына көт!
– Алдаҡсы!
Әҙһәм ҡаршыһына турһайып баҫҡан ҡыҙының башынан һыйпаны ла ишекте ас­ты. «Эйе, ҡыҙым, алдаҡсы! Ялғанламаҫ инем дә, һиңә – әсәй, миңә хужабикә кәрәк шул. Йә, турһайма, атайыңа хәйерле юл телә!»
Фатирынан сыҡҡас, Әҙһәм үҙен йәтмәнән арынған балыҡ һымаҡ хис итте, кү­ңе­лендә елкенеү тойҙо. Ана көн нисек матур! Ҡояш томандан асыла, көҙҙөң һал­ҡын­са дымлы тыны тәнгә көс, дәрт бөркә. Изге ниәткә бынан да ҡулайыраҡ саҡ тура килә аламы һуң?
Әле үткән аҙна аҙағында әҙерләнгән документтарға тамға һалдырырға ингәс, кан­тур хужаһы Вәсил Сарбаев бик дуҫ күреп һөйләшеп торҙо.
– Матәм ҡайғыһы тигән нәмәнән ҡотолоп бараһыңдыр бит, энекәш? Үлгән ар­тынан үлеп булмай. Йәшһең әле... – Етәксенең йөҙөнән көтөлмәгән мутлыҡ йү­гереп уҙҙы. – Бындай ваҡытта онотолайым тиһәң, ужымға сығыу файҙалы, ти­ҙәр. Һинең ҡолаҡҡа йәтешһеҙерәк һүҙҙер, кәнишне. Әммә хәлде дөрөҫ аңлата. Егет сағыңдағы һымаҡ йөрөй башлаһаң, мәрхүм йәнкиҫәк ҡайғыһы аҡрынлап юйы­ла, тиҙәр. Баштан үтмәне, шөкөр, әммә күп кешенән ишеттем, энекәш.
Һырлап ҡуйған имзаһы һәм тормош күргән ир булараҡ биргән кәңәше өсөн рәх­мәт һүҙҙәре әйтеүҙән башҡа сара ҡалманы. Әллә ни уйланманы ла... Әммә хә­ҙер ул етәксеһе әйткәндең яҙғы орлоҡ булып күңеленә төшөүен аңланы. Егет саҡ, ужымға сығыу... Ысынлап та, бикләнеп, тонсоп торған тормоштан ирекле һауаға күсеү, атап әйтһәң, йән, йөрәк хистәре урғыған донъяға аяҡ баҫыу түгелме һуң? Дөрөҫ, Әҙһәмдә Дон Жуанлыҡ ғәләмәте булманы. Уның өсөн донъя ғә­ме һәр саҡ ҡыҙҙар хәсрәтенән өҫтөнөрәк торҙо. Сәсбикәләр мөхитенә һағайып ҡа­рау, ситләшеү ҙә бар ине. Әҙәм ҡабырғаһынан яратылғандармы, баш­ҡа­нан­мы, ҡарап тороуға әҙәм инде улар. Тик нәфислек кенә самаһыҙ. Аяҡ-ҡулдар ҙа нә­фис, тауыш та. Ҡәләмдәй ҡаш, уймаҡ ауыҙ тураһында әйтәһе лә түгел. Малай саҡ­та һыу ингән ҡыҙҙарҙың кәүҙәһен күрергә ҡамышлыҡ эсендә боҫоп то­роу­ҙарын яҡшы хәтерләй Әҙһәм. Һоҡланыр нәмә булмаһа, гонаһ йыймаҫтар ине. Күҙ ҡыҙыҡтыра торған сифат бар инде нәфис затта! Тик ҡыҙҙар менән йышыраҡ ара­лашҡан, уларҙы нығыраҡ таныған һайын буй тартҡан үҫмер үҙенең бер ҡат­лылығына таң ҡала барҙы. Гулливер янында торған лилипут тиерһең. Һөй­ләш­кән, уйлаған нәмәләре ят. Ни теләгәндәрен дә аңламаҫһың... Еҫле майҙар, хуш­буй­ҙар, крем еҫтәре аңҡыған, йәшен уты кеүек йылмайыу атҡан ҡыҙҙар төр­көмөнә тап булһаң, иҫ-аҡылың юйылғанды һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Телең нәмә һөй­лә­гәнде ҡолағың ишетмәй. Ҡайҙа атлауына аяҡ хисап бирмәй... Алмаштырып ҡуя­лармы ни? Әйтәһе юҡ, электән үк уны шикләндерҙе, шөрләтте гүзәл заттар. Улар менән йылғыр егет-елән кеүек ҡаш-күҙ уйнатманы, йөрөшөү уйынан ти­рә­лә­рендә уралманы. Тик яратыу, ғашиҡ булыу кисерештәренән мәхрүм «туң йө­рәк» тип тә әйтеү мөмкин түгел үҙен.
Себерҙә, Төмән ерендә «кукурузник» самолеты артынан ҡул болғап оҙатып ҡал­ған Әҙилә – көлтә сәс йөрәген әле лә һыҡрата... Бар инде, бар Әҙһәмдә лә ға­шиҡ­лыҡ хисе, шатлыҡ, әрнештәр. Ҡатынын ерләгәс, буйҙаҡ һанап, әлеге сыбар, аҙ­ғын хистәр донъяһы уны үҙенә тартып алыр микән? Олоғайып барған, инде атай булған кешегә кәрәкме һуң был? Баш бәләһе алһаң, нишләрһең? Аяҡтары ав­тобустан төшөп, өйгә табан ҡайырырға торһа ла, аҡыл тигәне уны урын­дыҡ­ҡа ҡаҙаҡланы: «Күрешеүгә бараһың. Ҡыҙыңа әсәй кәрәк. Һинән ниндәй тәр­биә­се?» Тәгәрмәстәр, ай-вайына ҡарамаҫтан, елтерәтеп ҡала үҙәгенә алып кит­теләр.
II
Димсе Ләйсән ҡушыуы буйынса Әҙһәм нәҡ сәғәт ун берҙә Ильич һәйкәле эр­гә­һендә торорға тейеш ине. Әле әйтелгән ваҡытҡа 6-7 минут самаһы ҡалһа ла, юл­башсы һыны ҡаршыһына барып баҫты. Уның уңын, һулын күҙәтте: «Вла­ди­мир Ильич, Вәзирә исемле ҡатынды күрмәнегеҙме?» – тип һорайыммы әллә? Өн­дәшмәҫ». «Ҡиәфәте ниндәй һуң?» – тиһә, «Белмәйем», – тип телеңде теш­ләр­һең­ме?
Ләйсән-һайыҫҡан әйтте лә ул, тик аҡһыл плащ, ҡыҙыл шарфлы үткән-һүткән ҡа­тын-ҡыҙ менән майҙан тулған. Ҡайһыһы Вәзирә? Кәбәндән энә эҙләү кеүек бул­маһа ла, Әҙһәмдең хәле шаҡтай мөшкөл. Бына ҡарт йүләр. Урамға баҫып кә­ләш күҙләй, имеш!
Үҙ-үҙен битәрләп, шаҡтай ғына тапанып торғас, ниһайәт, автобус туҡталышы яғы­нан килгән аҡ плащлы һылыу ханым күҙенә салынды. Ҡулына елле генә ху­жа­лыҡ сумкаһы күтәргән. Шул, шул, тип йөрәге һулҡылдап ҡуйҙы ирҙең.
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ Вәзирә бит!
Ау бүреһе кеүек юлын киҫеп, ҡаршыһына сығып баҫҡан ирҙән шөрләп, ҡатын ҡа­пыл туҡтап ҡалды. Аптырауҙан шарҙай булған зәңгәр күҙҙәрен уға текәне. Шу­нан ғына телен әйләндерҙе:
– О, боже, что вам нужно, мужчина?
– Извините, обознался…
Ҡатын ҡурҡытылған көсөк һымаҡ үсегеп, һуҡрана-һуҡрана китеп барҙы. Был та­машаға юлыҡҡан кешеләр ҙә Әҙһәмгә шикле ҡараш һала-һала уҙҙы – үҙе лә һиҙ­мәҫтән, һәйкәлдән ситкә тайпылды.
Көҙгө һыуыҡтар бәрһә лә, әле һаман сағыу йәшеллеген юймаған гөлйемеш ҡыуаҡтары рәтенән өс-дүрт тапҡыр урап үтте ул. Мәгәр күрешеү өмөтө ҡуҙ­ға­тыр­лыҡ зат күҙенә салынманы. Ир эстән генә аты-юлы менән һүгенде лә туҡ­та­лыш яғына йүнәлде. Скверҙы сығып барғанда ихтыярһыҙҙан күҙе шаҡтай ситтә, ялан­ғас йүкәләр йәнәшәһендә баҫып торған ҡатынға төштө. Аҡһыл плащ кей­гән, муйынында – ҡыҙыл шарф һәм тағы ла йәлеп иткәне шул: ул да Әҙһәмгә те­кәл­гән. Моғайын, байтаҡтан күҙәтеп торалыр. Шул, Вәзирә үҙе!
Ир, ҡырт боролоп, ҡатынға табан йүнәлде.
– Вәзирә, был ни хәл, беҙ күрешергә тейеш кешеләр түгелме һуң?
Яғымлы көмөш тауыш ҡайтауаз һымаҡ булды:
– Мин һеҙҙең янға килергә ҡурҡтым…
– Йә, Хоҙай! Мин шулай ҡурҡытырлыҡ кешеме ни?
– Юҡ, Ләйсән һөйләгәндән сығып, һеҙҙе башҡасараҡ күҙаллағанмын... Ғәфү итегеҙ, юҡҡа мәшәҡәтләгәнмен һеҙҙе...
Ниһайәт, Әҙһәм ғәйепле кеше һымаҡ башын эйеп һөйләнеп торған ҡатын ҡар­шыһына килеп баҫты. Әммә ни әйтергә теләй – Вәзирә төшөнмәне. Ирҙе аҙ­һы­намы, күпһенәме?
– Ярар, күрешәйек!
Буйға ҡаҡса ғына ҡатын ҡулын һуҙғанда күтәрелеп иргә ҡараны. Килешле аҡ йө­ҙөндәге иләмһеҙ ҙур, оҙон танау ирҙе, ток бәргәндәй, һиҫкәндереп ҡуйҙы. Ә-ә, бына ниңә тайшана икән... Буратиноға ғына йәтешле шул бындай танау. Ир-ат йөҙөндә, бәлки, шаран-яра ҡысҡырып тормаҫ ине ул. Ихтыяр көсө, зиһен са­ғы­лышы итеп, уны биҙәргә лә мөмкин әле. Һис юғы ҡупшы мыйыҡ үҫтереп кү­лә­гәләргә лә булалыр әрһеҙ танауҙы... Ә ҡатын-ҡыҙ ялан уртаһындағы яңғыҙ ти­рәк һымаҡ сәкерәйеп торған шыҡһыҙ танау менән нишләй? Ихтыяр ҙа, көс тә, зи­һен дә кәрәкмәй гүзәл затҡа. Уға тик нәфислек, матурлыҡ ҡына мөһим! Ай-һай, бындай ҡатын менән нисек кеше күҙенә күренерһең, Әҙһәм?
Ир уйлағандарҙы Вәзирә уның йөҙөнән уҡыны, буғай:
– Әйттем бит, һеҙгә пар түгелмен, Әҙһәм... танышып булашмайыҡ та!
Йәшле, бимазалы сатҡылар бейешкән зәңгәр күҙҙәр ҡамыштар араһынан ял­ты­раған күлде хәтерләтте. Ниндәйҙер тартыу көсө бар, эскерһеҙ хистәр ята уларҙа... Теле һөйләгәне йөрәктән сыға микән һуң?
– Туҡтағыҙ әле, Вәзирә, бер кем дә Таһир вә Зөһрә булырға йыйынмай. Пар ти­гән­дән әйтәм. Инде икебеҙ ҙә олпат йәштә... Һөйләшәйек, танышайыҡ. Ана, парк­ты барып күрәйек. Көҙгө урманға сыҡҡанығыҙ бармы?
– Ҡайҙа инде урман? – Вәзирә тыйнаҡ ҡына йылмайып ҡуйҙы. Йөҙө кинәт яҡ­тыр­ҙы, нурҙар ҡунды… Их, танауы ла килешле булһа?!
Әҙһәмдең өндәүенә күнеп, Вәзирә ир менән йәнәш атланы. Һүҙ артынан һүҙ сыҡты, гәп ҡуйырҙы. Донъя күргән, өлгәшкәндәре әллә ни ҙур булмаһа ла, тор­мош­ҡа төҫлө быяла аша ҡарауы һиҙелә. Үҙендә шаҡтай ғына төртмәле һүҙ оҫ­талығы ла бар. Һәр хәлдә, яҡты күңелле кеше. Шул сифаты Әҙһәм менән кү­ре­шеү­гә килтергәндер, кем белә.
– Ул Ләйсән... әллә ғашиҡ булған, әллә миңә яҡшылыҡ эшләргә теләй: һаман һеҙ­ҙе һөйләне бит. Шундай сибәр ҡатынынан яҙҙы, нисек ҡаты ҡайғыра тип ҡыҙ­ғанды, кескенә ҡыҙын тәрбиәләү бик ауыр уға, тип күргән нужаларығыҙҙы һөй­ләне. Хәҙер инде, ҡартайғансы өйләнеп ҡалһа ине, ти. Ул һөйләй, ә мин йәл­лә­йем. Инде бына һеҙҙең менән осрашыуға күндергәс, ел ҡыуған болот һымаҡ кү­тәрелеп килдем шул, йүләр. Әйтәһе түгел, күркәм кешеһегеҙ... Эсмәйһегеҙ, тарт­майһығыҙ, буғай. Ҡатын-ҡыҙ тағы нимә теләһен? Бына мин үҙем генә Хоҙай ма­турлыҡ өләшкәндә йоҡлап ҡалғанмын шул. Былай, шөкөр, ялҡау хөрәсән түгелмен дә бит... Ир-ат халҡын беләбеҙ инде: алдын-артын тикшермәй, иң баш­та йөҙгә ҡаҙалалар. Уларға кәртинкә кеүек сибәр булһын...
Вәзирә көйләп ҡуйылған патефон кеүек һөйләне лә һөйләне. Ирҙән дә әйт­кән­дәренә ҡарата һүҙ көткәндер ҙә бит, тик уныһының күҙенә һаман шөкәтһеҙ та­нау салынып, йәнен айҡаны. Матурлыҡ туйҙа ғына түгел, көн итер өсөн дә бик кәрәк шул. Йөҙ, һүҙ, ғәмәл күркәмлеге! Гүзәллек шул саҡта ғына донъяны ҡот­ҡа­ра ала ул, иптәштәр-әфәнделәр!.. Инде үбәм тип ымһынғанда, кәләшеңдең та­на­уын ҡаплап ҡуйырһыңмы? Кит, туҙға яҙмағанды... Мөхәббәт ҡанунын боҙма, та­рихын бысратма, Әҙһәм!
Аҡылы күрешеүгә килгән ҡатын менән нисек кенә яҡынайырға ты­рыш­ма­һын, үжәт хистәрен еңә алманы Әҙһәм. Һалҡын, битараф кеше булып ҡалды. Те­ге­һе лә шунан башҡаны көтмәне, буғай. Туҡталышҡа килгәс: «Әй, минең ав­то­бус!» – тип ҡысҡырҙы ла, һикереп менеп, салон эсенә атылды. Етеҙ икән үҙе...
Уның ҡарауы, ир өйөнә ашыҡманы. Ҡыҙының сыр-сыуы, әсәһенең һыҡрауы биҙ­ҙергән икән. Өйө күптән шыҡһыҙ. Уны йән тартҡан гүзәл зат менән биҙәй ал­май шул... Баҙар бөткән, таралған, һиңә үтмәҫ тауар ғына ҡалған... Бер һыуға ҡа­бат сумып булмаған кеүек, йәр һайлар сағың да үткән шул, Әҙһәм буйҙаҡ!