Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әнғәм ХӘБИРОВ

АВТОГРАФТАР ХӘТЕРҘЕ ЯҢЫРТА

Донъя күләменә гректарҙан таралған был һүҙ беҙҙеңсә «үҙем яҙам» тигәнде аңлата. Рус телендә нәшер ителгән белешмәләрҙә, энциклопедик һүҙлектәрҙә уның лексик мәғәнәһе һәм ҡулланыу даирәһе бер аҙ асыҡлабыраҡ, киңәйтеберәк бирелә: үҙ ҡулы менән ҡуйылған ҡултамға, иҫтәлекле яҙма; авторҙың үҙ ҡулы менән яҙылған текст...
Ошо белешмәләргә һәм энциклопедик сығанаҡтарға таянып фекер йөрөтһәк, «автограф» һүҙенең ифрат бай йөкмәткеле төшөнсә икәнлегенә ышанырбыҙ. Әйтәйек, ҡалын-ҡалын романдарҙың, поэмаларҙың, шиғырҙарҙың, сәхнә әҫәрҙәренең, тәнҡит мәҡәләләренең, ғилми тикшеренеүҙәрҙең автор ҡулы менән яҙылған ҡараламаһы йә иһә шул ҡараламаның аҡламаға төшөрөлгән күсермәһе... Композиторҙарҙың үҙ ҡулдары менән нотаға һалған музыкаль әҫәрҙәре... Архитекторҙарҙың, төҙөлөш эштәре башланырҙан байтаҡ элек уйланылып, миллиметрлы ҡағыҙ биттәренә һыҙып ҡалдырған чертеждары...
Төрлө рәсми документтарҙың ҡулдан яҙылған нөсхәһе йә иһә шул уҡ рәсми документтарҙың ташҡа баҫылған өлгөһөнөң тәүге битенә ҡулдан яҙылған бихисап фармандар, ҡәтғи күрһәтмәләр һәм уларҙы раҫлаусы ҡултамғалар... Быуаттарҙан быуаттарға күсеп, беҙҙең көндәргә ҡәҙәр һаҡланған таштарҙағы береһенән-береһе серле яҙмалар...
Ҡайһы берҙә рәссамдар ҙа үҙҙәре төшөргән һүрәттең берәй мөйөшөнә шәхсән ҡултамғаһын яҙып ҡуйыусан. Был ҡултамғалар ҙа автограф тип аталырға хаҡ­лылыр. Ниһайәт, ташҡа баҫылған китаптарҙағы автографтар. Ғәҙәттә, улар тәғәйен берәй кешегә төбәп, уға изге теләктәр теләп, китап авторының үҙ ҡулы менән яҙылған була. Автографтарҙың тап бына ошо төрө хаҡында барасаҡ та инде һүҙ был яҙмаларҙа.
Әйтергә кәрәк, автографлы китаптарға мөнәсәбәт бер төрлө генә түгел. Кемдер өсөн ул – рухи аҙыҡ, баһа биреп бөткөһөҙ хазина, илһам сығанағы. (Мостай Кәрим үҙе иҫән саҡта әле уға арналған телевидение тапшырыуында халыҡ шағирының бер шкафын гел ошондай китаптар ғына биләп торғанлығын күрһәткәйнеләр). Бәғзе берәүҙәр өсөн автографлы китаптар – мода артынан ҡыуыу, яйы сыҡҡанда, теге йәки был шағир йә иһә яҙыусы менән хәбәрҙар булғанлығы хаҡында ирәйеп, ҡуҡырайып алырға бер сәбәп. (Хәйер, автографһыҙ китаптарҙы йыйыусы мода ҡолдары ла булманы түгел заманында. Бынан байтаҡ йылдар элек, район күләмендәге бер түрәнең шыңғырҙап торған ҡарағай ағасынан һалынған йортонда булғанымда, ат утарылай ҙур залдың түшәменә үк терәп, кәрниз һымаҡ итеп һуҙылған кәштәләге уҡа төплө китаптарҙы күреп, шаҡ ҡатҡаным бөгөнгөләй хәтеремдә. Шаҡ ҡатыуымдың сәбәбе иһә шунда: был китаптар – фәҡәт йорт хужаһының төшөп ҡалғандарҙан түгел икәнлеген күрһәтергә иҫәп тотҡан реклама ғына; уларҙы ҡулға алып ҡарау йә иһә уҡыу теләге тыуһа, мотлаҡ өй-ҡура буйлап таған баҫҡыс эҙләп йөрөргә ҡалыр ине).
Автографлы китаптар бер ниндәй маҡсатһыҙ, үҙенән-үҙе генә лә йыйылырға мөмкин. Ләкин бындай китаптарҙың ҡәҙере артыҡ ҙур булмай. Уларҙың Назар Нәжмиҙең «Күңел дәфтәренән» тигән яҙмаларында («Ағиҙел» журналы, 1999 йыл, 5-се һан) бәйән ителгән «томдар» хәлендә ҡалыуы ла бик ихтимал. Ленин тиклем Лениндың томдарын сүплеккә сығарып ташлаған мещандар өсөн, осраҡлы рәүештә генә ҡулына килеп эләккән автографлы әҙәби китаптарҙы теләһә ҡайҙа аунатып йөрөтөү йә иһә ырғытып бәреү ни торһон инде? Назар Нәжми уйланыуҙарында һүҙ барған «томдар»ға әйләнеп ҡайтып, шуны әйтке килә: уларҙы мин, һоро ҡорт шәйендәге бихисап ярҙамсылары яҙып биргән әҙер әйберҙе лә этенә-төртөнә уҡыған «аҡыл эйәләре»нән айырмалы булараҡ, Ленин үҙ башына таянып, үҙ ҡулы менән яҙған өсөн генә лә ихтирам итеп һаҡлар инем.
Әҙәбиәт һәм әҙәбиәтселәр менән ҡыҙыҡһынып, йыш ҡына уларҙы хатта аллалаштырып йәшәгәнгә күрә микән, үҙебеҙҙең башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары автографтарын һалып бүләк иткән китаптар миндә лә байтаҡ ҡына булып киткән икән. Быныһы инде «китап зәхмәте» ҡағылғандан һуң артта байтаҡ йылдар ҡалғанлығына бер ишаралыр. Башта уҡ иҫкәртеп ҡуяйым: автографлы китаптар араһында ҡулыма көтмәгәндә-нитмәгәндә килеп кергәндәре булһа ла, мин уларҙы бер ҡасан да мода өсөн ҡыҙыҡ итеп йыйманым. Уларҙы үҙемдең ҙур рухи байлығым тип иҫәпләйем, шуға ла уларҙың һәммәһе лә минең өсөн бик ҡәҙерле.
Шәхси китапханамдың төрлө кәштәләренә «ҡунаҡлаған» автографлы баҫмаларҙы барлап, уларға еңелсә генә ҡараш ташлай башлағас, үҙем өсөн көтөлмәгән асыштар ҙа яһағандай иттем. Беренсенән, һәр автографтың бәләкәй генә булһа ла үҙ тарихы бар, шунлыҡтан автографлы китап үҙе лә, уға автор ҡулы менән яҙылған һүҙҙәр ҙә йылдар үткән һайын ғәжәйеп бер ҡомартҡыға әйләнә икән. Икенсенән, автографлы китапты кәштәнән тартып сығарырға ла өлгөрмәйһең, күҙ алдына бөтә ҡиәфәтендә китаптың авторы килеп баҫа, ошо тылсымлы ҡәләм эйәһе менән осрашҡан һәм бергә үткәргән ҡәҙерле минуттар-сәғәттәр аҙға ғына булһа ла ҡайтанан ҡабатланғандай тойола. Өсөнсөнән, ҡулыңа алған автографлы китапты битләй башлағас, ул мотлаҡ авторҙың бөтә ижады хаҡында уйланырға мәжбүр итә, теләйһеңме-теләмәйһеңме, уның тураһында киңерәк һәм тулыраҡ мәғлүмәт эҙләргә тотонаһың.
Телгә килгән автографтарҙың нимә һөйләрен ҡолаҡ һалып тыңлай башларҙан элек, тағы бер иҫкәрмә яһарға кәрәктер. Алда әйткәнемсә, байтаҡ ҡына булып киткән ҡултамғалы китаптарҙы барлап ултырғанда, ҡапыл ғына Назар Нәжмиҙең «Бер туғандар» поэмаһындағы «киткәндәр» – «һүнгәндәр», «ҡалғандар» – «әле һаман янғандар» тигән образлы сағыштырыуы иҫкә килеп төштө. Миндәге автографтарҙы ла ана шулай ике төркөмгә бүлергә мөмкин дәбаһа. Был яҙмаларҙа «киткәндәр»ҙең генә автографтарына күҙ ташлау хәйерлерәк булырҙыр. Сөнки улар инде бер ҡасан да кире әйләнеп ҡайтмаясаҡтар. Әгәр телгә килгән автографтар уларҙың яҡты иҫтәлегенә аҙ ғына булһа ла нур өҫтәй икән йә иһә уларҙың ижадына хас бәләкәй генә булһа ла берәй һыҙатты асыҡларға ярҙам итә икән – был аҙмы ни?
Ә «ҡалғандар» – «әле һаман янғандар»? Улар артабан да яныуҙарын дауам итһендәр. Янһындар, көйһөндәр, шәп әҫәрҙәр яҙһындар. Әгәр ул сәсмә әҫәр икән, унда күңелгә уйылып ҡалырлыҡ геройҙар хәрәкәт итһен, ә әҫәрҙең сюжеты, туҡлыҡлығы ике саҡрымға ла сыҙамаған кәбеҫтә ашы шикелле, кистән уҡып, иртән оноторлоҡ булмаһын. Әгәр шиғри әҫәр икән, хатта йоҡоға талған йөрәктәрҙе лә елкендереп ҡуйһын. Драма әҫәрҙәре хаҡында һөйләп тә тораһы юҡ – улар ғүмер буйы сәхнәнән төшмәһен. Ошондай шәп әҫәрҙәрҙе донъяға килтереүселәр менән һирәк-һаяҡ ҡына булһа ла осрашып торорға һәм уларҙан автографтар алырға яҙһын. Ундай китаптарҙың шкафымды биҙәп кенә түгел, уға һәр саҡ үҙенсә бер йәнлелек өҫтәп торорона һис кенә лә шигем юҡ.
«Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып торған әҫәрҙәре, мәҡәләләре, айырыуса «Аҡселән ташҡанда» тигән романы аша Баязит Бикбайҙың исеме миңә илленсе йылдарҙың урталарынан бирле таныш ине. Район гәзитендә эшләп йөрөгән сағымда, уның тәү башлап әҙәбиәт юлына баҫыусы йәштәргә бик иғтибарлы, мәрхәмәтле булыуы хаҡында ла ишеткәнем булды. Әммә яҙыусыны үҙ күҙҙәрем менән яҡындан күреү бәхетенә һуңыраҡ ирештем.
Бөрө дәүләт педагогия институтында уҡығанда, меңдән ашыу ағзаны берләштергән комсомол ойошмаһын етәкләй башлауыма аҙна-ун көн үткәндерме-юҡмы, ректор үҙенең кабинетына саҡырып алды ла, беҙгә Баязит Бикбай килә, ҡаршы алырға әҙерлән, тип сығарҙы. Комсомол «вожагына» әйләнгәс, был минең өсөн тәүге ҙур поручение ине. Әйтергә кәрәк, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килмәне – сара һәйбәт кенә үтте. Зал студенттар һәм уҡытыусылар менән шығырым тулы булды. Китап һатыу ҙа ойошторолдо.
Өфө ҡунағы башта башҡорт яҙыусыларының ғинуар айында булып үткән IV съезынан алынған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, әҙәбиәтебеҙҙең торошона байҡау яһаны, алда торған бурыстарға туҡталды. Бер аҙ ғына үҙенең ижады хаҡында ла һүҙ сығып ҡуйҙы. Иң һуңынан шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, һорауҙарға яуап бирҙе. Осрашыуҙың рәсми өлөшө тамамланғас, автографтар таратты. Шағирҙың илле йәше айҡанлы сығарылған бер томлыҡ һайланма әҫәрҙәр китабына ул, миңә арнап, бындай һүҙҙәр яҙып ҡалдырҙы: «Әнғәм Хәбиров туған, Һеҙгә уҡыуҙа һәм киләсәктә әҙәбиәттә уңыштар теләйем. Б. Бикбай. 26.10.63. Бөрө».
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо иҫтәлекле осрашыуҙан һуң Баязит Бикбай ни бары биш йыл йәшәне. Әммә ул ҡалдырған әҙәби мираҫ бөгөн дә баһалап бөткөһөҙ. Быны шағир, либреттист, драматург, прозаик, тәнҡитсе Баязит Бикбайҙың биш томлыҡ һайланма әҫәрҙәре (1969 – 1973), филология фәндәре кандидаты М. Ғ. Хәмиҙуллина төҙөп донъяға сығарған «Баязит Бикбай тураһында иҫтәлектәр» (1978) һәм шул уҡ авторҙың «Баязит Бикбай ижады» (1987) тигән монографияһы дәлилләп тора. Был китаптарҙы күңел биреп уҡыһаң, уларҙың «геройы» – Баязит Бикбай – беҙҙең алға талантлы ижадсы ғына түгел, иҫ киткес юғары мәҙәниәтле, үҙенә лә, башҡаларға ла ифрат талапсан кеше булып килеп баҫа.
М. Хәмиҙуллинаның китаптары хаҡында фекеремде бынан байтаҡ йылдар элек белдергәйнем инде. («Воспоминания о поэте». Газ. «Советская Башкирия», 1976, 3 декабря; «Оло әҙип тураһында етди тикшеренеү». «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, 1990 йыл, 12-се һан). Шуға күрә, әле әйткәндәрем буш һүҙ булып яңғырамаһын өсөн, «Баязит Бикбай тураһында иҫтәлектәр»ҙән бер нисә миҫал килтереү менән генә сикләнмәксемен. «Нәшриәттән» тигән инеш һүҙҙәге «Бөтә тәне-йәне менән тормошто, кешеләрҙе яратҡан яҙыусының уҡыусылары ла, дуҫтары ла һәм уны хөрмәт итеүселәр ҙә күп булды», тигән юлдар уҡ, минеңсә, күп нәмә тураһында һөйләй.
Назар Нәжмиҙең иҫтәлектәрҙе асып ебәргән «Бөтәһе лә беҙгә ҡалды...» тигән сығышындағы: «Яһалмалылыҡ, ниндәйҙер ярты-йорто тойғолар менән йәшәү – шағир кешегә үлем менән бер ул. Ниндәй ауыр хәлдәргә ҡалмаһын, иле менән бергә ниндәй генә ҡыйынлыҡтар кисермәһен, Б. Бикбай төшөнкөлөккә бирелмәне, шул уҡ ваҡытта шиғырҙарында «Мин илемде һөйәм!» тип күкрәк һуҡманы»; «...Баязит Бикбай үҙенең ғүмерендә лә, ижадында ла бик ихлас, үҙ-үҙенә һәр ваҡыт тоғро, ел иҫкән яҡҡа боролмаусан булып йәшәне, һәр нәмәгә үҙенең ҡарашы, үҙенең мөнәсәбәте булды. Тура һүҙлелек, хәҡиҡәт уның өсөн иң ҙур иман да, йәшәү йәме булып та күтәрелде», – тигән юлдар кемде генә битараф ҡалдырыр икән?
Китапҡа тупланған егерме ике иҫтәлектән минең иғтибарымды бөтәһенән дә бигерәк композитор Заһир Исмәғилевтың «Йыр ҡанатым» тигән сығышы йәлеп итте тиһәм, һис бер арттырыу булмаҫ. Күләме яғынан бәләкәй генә был очеркта ике талант эйәһенең кешелек сифаттары, уларҙың ижадтағы берҙәмлеге һәм күндәмлеге ярылып ята. «Салауат Юлаев» операһының донъяға килеүен һүрәтләгән юлдар – үҙе бер тарих. Ошо юлдарҙы ҡат-ҡат уҡығанда, хәтеремдә һәр саҡ бынан күп йылдар элек булған хәл яңырып китә.
...Көндәрҙән бер көндө, йөк машинаһына декорациялар тейәп, автобусҡа артистарҙы ултыртып, Бөрө ҡалаһына Заһир ағай Исмәғилев килеп төшмәһенме! Беҙгә «опера килгән» тигән хәбәр йәшен тиҙлеге менән таралды. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған ҡала мәҙәниәт һарайында баҫыр-торор урын юҡ ине. Сәхнәгә күтәрелеп, Заһир ағай, Баязит Бикбай менән бергә ижад иткән опера тураһында бер нисә һүҙ әйтеүе булды, залды тетрәтеп увертюра яңғырай башланы. Увертюра ла, Мәғәфүр Хисмәтуллин һәм башҡа солистар башҡарған ариялар ҙа әле һаман – ҡырҡ йылға яҡын ваҡыт үтеп киткәндән һуң да – Баязит Бикбай менән Заһир Исмәғилевте хәтергә төшөрөп, беҙҙең ҡала өҫтөндә яңғырап торғандай.
Бөрө пединститутында уҙғарылған иҫтәлекле осрашыуҙарҙың икенсеһе Мостай Кәрим менән Назар Нәжми исемдәренә бәйле. 1967 йылдың май урталарында, ҡалабыҙ сирень һәм муйыл сәскәләренә күмелеп ултырған осорҙа, килеп төштө улар беҙгә. Мин ул сағында, институтты тамамлап, рус һәм сит илдәр әҙәбиәте кафедраһында ассистент булып эшләй инем инде. Ләкин арҙаҡлы әҙиптәр менән осрашыуҙы ойоштороу мәшәҡәттәре, әүәлгесә, комсомол ойошмаһын етәкләгәндәгесә, миңә йөкмәтелде. Хоҙайға шөкөр, был юлы ла сара насар үтмәне. Мостай Кәрим дә, Назар Нәжми ҙә башта шиғырҙарын уҡынылар, ижади пландары менән уртаҡлаштылар, һорауҙарға яуап ҡайтарҙылар, аҙаҡтан автографтар тараттылар. «Күтәрелгән ҡояшҡа ҡарап» тигән китабына Мостай Кәрим былай тип яҙҙы: «Әнғәмгә! Иң яҡшы теләктәр менән. М. Кәрим. Май, 67». Назар Нәжми иһә «Яҙғы йыр», «Хуш, Хәйруш!», «Саҡырылмаған ҡунаҡ» пьесалары тупланған йыйынтығына «Әнғәм ҡустыма шиғыр кисәһендә осрашыу иҫтәлеге итеп» тигән һүҙҙәрҙе яҙып ҡалдырҙы.
Артабанғы йылдарҙа, башҡорт әҙәбиәте менән ныҡлабыраҡ шөғөлләнә башлағас, был китаптарҙың икеһе лә миңә арыу ғына ярҙам итте. «Күтәрелгән ҡояшҡа ҡарап»тағы мәҡәләләр, әйтәйек, әҙәбиәткә һәм әҙәби әҫәрҙәргә талапсан ҡараш үрнәге булып торһалар, Назар Нәжмиҙең пьесалар йыйынтығына автор үҙе яҙған инеш һүҙҙә иһә күпмелер кимәлдә уның ижад принциптары төҫмөрләнә. (Бер аҙ алғараҡ китеп, әйтәйем: теүәл утыҙ йылдан һуң, Назар ағай миңә «Аҡ шишмә» тип аталған шиғырҙар китабын бүләк итте. Унда түбәндәге автографты уҡырға мөмкин: «Әнғәм Хәбировҡа ҙур ихтирам менән иҫтәлек итеп, Назар Нәжми. 29. Х. 97». Ошо автографтан һуң ул ни бары ике йыл йәшәп ҡалды.)
Мостай Кәрим менән Назар Нәжми ижадынан мин бер ҡасан да ситләшмәнем, яңы әҫәрҙәрен һәр ваҡыт күҙәтә барҙым, тип әйтә алам. Уларға арналған тәүге мәҡәләләрем дә бер үк йылды, бер үк гәзиттә баҫылып сыҡты: «Поэтический голос Наджми» («Советская Башкирия», 1969, 26 март); «Нет, ты не странник на земле!» («Советская Башкирия»,1969, 4 ноябрь). Айырма тик шунда: М. Кәримгә ҡарағанда, Н. Нәжмигә күберәк иғтибар ителде. Уның тураһында рус телендә лә, башҡорт телендә лә бихисап мәҡәләләр яҙылды. Ахыр сиктә был мәҡәләләр халыҡ шағирының тормош юлын һәм ижадын күҙаллаған ике китапҡа йән өрҙөләр. Уларҙың береһе – «Путь к зрелости и признанию. (Этюды о Назаре Наджми») тигәне – 2005 йылда Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы нәшриәтендә, икенсеһе – «Назар Наджми. Семинарий» тигәне – 2006 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Ғилем» нәшриәтендә донъя күрҙе.
Алтмыш етенсе йылғы осрашыуҙан һуң, Мостай Кәрим Бөрө ҡалаһында тағы бер нисә тапҡыр булды. Уның һәр килеүе беҙҙең студенттар өсөн генә түгел, бөтә ҡала халҡы өсөн дә ҙур тантана төҫө алыр ине. 1982 йылда Еңеү көнөн байрам итер алдынан үткәрелгән осрашыу айырыуса иҫтәлекле һәм йөкмәткеле булды.
Осрашыуҙарҙың береһендә, уның рәсми өлөшө тамамланғас, мин Мостай ағайҙың ҡорҙашы, алтмышынсы йылдарҙа йәштәр араһында исеме киң таралған литва шағиры Эдуардас Межелайтис ижадына ниндәйерәк ҡарашта булыуы менән ҡыҙыҡһынғаным хәтерҙә ҡалған. Ул саҡта беҙҙең лексиконда «толерантлыҡ» тигән латин һүҙе юҡ ине әле. Шуға күрә Мостай ағай литва шағирына үҙенең мөнәсәбәтен бик ябай, үтә аңлайышлы итеп асып бирҙе. Юл ыңғайында уның «Притча о трех братьях» тигән китабы хаҡында ла һүҙ сығып ҡуйҙы. (Был китап тураһында үҙемдең ҡайһы бер уй-фекерҙәрем менән мин «Советская Башкирия» гәзитенең 1979 йылғы 2 август һанында уртаҡлашҡайным).
Мостай ағайҙың күңелһеҙерәк сағын да күргәнем булды. Аспирантурала уҡып йөрөгәндә, Мәскәүҙең Тверь бульварында урынлашҡан Пушкин исемендәге театрҙа уның «Айгөл иле» тигән романтик драмаһы буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарарға барғайным. Фойела Мостай ағай ҙа күренеп ҡалды. Ул бошонҡораҡ булып тойолдо. Шуға күрә уның күҙенә салынмаҫҡа тырыштым. Бошонҡолоҡтоң сәбәбен спектакль башланғас аңлағандай иттем: залда буш урындар байтаҡ ҡына ине шул. Хәйер, бошонорға урын бар ине микән? Өс йыл дәүерендә был театрҙа мин байтаҡ ҡына спектаклдәр ҡараным. Ләкин залдың тулы булған сағын һис тә хәтерләмәйем.
Назар Нәжми һәм Мостай Кәрим... Мостай Кәрим һәм Назар Нәжми... Был икәүҙең йәш аралары – йыл ярым. Әммә ижадта улар төрлө тиҙлек менән хәрәкәт иттеләр. «Отряд ҡуҙғалды» тип аталған тәүге китабын М. Кәрим һуғышҡа тиклем үк баҫтырып сығарһа, Н. Нәжмиҙең «Тамсылар» тип аталған тәүге китабы һуғыштан һуң байтаҡ йылдар үткәс кенә донъяға килде. Ләкин был һис кенә лә улар араһында ниндәйҙер барьер тыуҙырманы. Киреһенсә, Н. Нәжмиҙең ижады әүҙемләшкән һайын, аралар ҙа яҡыная, нығый ғына барҙы: бер-береһенә бағышлап шиғырҙар ижад иттеләр; бер-береһенең китабына баш һүҙҙәр яҙыштылар; аллы-артлы Башҡортостандың Яҙыусылар берлеген етәкләнеләр; яҙыусыларҙың Мәскәүҙә үткәрелгән съездарына ла бергәләп йөрөнөләр.
Мостай Кәрим менән Назар Нәжми тураһында уйланғанда, рустарҙың ифрат тос йөкмәткеле «тяжеловес» тигән һүҙе тел осона килә. Әҙәбиәттә лә, ижтимағи-сәйәси тормошта ла янып йәшәгән М. Кәримде мин шул тяжеловесҡа тиңләр инем. Әгәр М. Кәрим үҙенең күп ҡырлы ижады менән әҙәбиәтебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙе яңы бейеклеккә күтәргән булһа, Н. Нәжми үҙенең бай йөкмәткеле, хистәргә бай, нәзәкәтле поэзияһы менән юл ярыусыға көс-ҡеүәт, нур өҫтәп торҙо, тиер инем. Улар һәр ҡайһыһы үҙ урынында солтан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һикһәненсе йылдар аҙағында, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, был ике таланттың араһынан һалҡын ел иҫеп уҙҙы. Назар Нәжмиҙең алтмышынсы йылдар башында яҙылған бер шиғырындағыса, төйөн барлыҡҡа килде. Шул төйөндө улар үҙҙәре менән теге донъяға алып киттеләр. Бының сәбәбен мин үҙемсә «Юл сатында» тигән китабымда аңлатырға тырыштым. Өфөлә йәшәмәгәс, яңылышып китеүем дә ихтимал. Ләкин ҡарашымды һаман үҙгәртмәнем.
Ә шулай ҙа минең шәхси китапханамда урын алып торған автографлы китаптарҙың тәүгеһе – Ғәйнан Әмириҙең «Радость» тип аталған шиғырҙар йыйынтығы. Шиғырҙарҙы башҡортсанан руссаға, автор менән бергәләп, Николай Милованов тәржемә иткән. 1953 йылда өс мең тираж менән Өфөлә баҫылып сыҡҡан ҡатырға тышлы был китаптың эске яғына түбәндәге һүҙҙәр яҙылған: «За успешную учебу, отличное поведение и активное участие в жизни школы – выпускнику Чекмагушевской средней школы Чекмагушевского района БАССР Хабирову А.