Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

“АҒИҘЕЛ”ГӘ ХАТТАР КИЛӘ

АҢДАН ҠЫЙЫЛҒАН ЮЛ

Урал Мостафиндың “Айҙан ҡыйылған юл”
исемле яҙмышнамәһен уҡығас
(“Ағиҙел”, 4 – 6-сы һандар)

Бындай тойғо-кисерештәр, һығымта-баһалар, ғәйепләү һ.б. менән тулы яҙманың “Ағиҙел” биттәрендә күренгәне юҡ ине, тиһәм хаталанмам кеүек. Улар иң элек йәмғиәтебеҙҙең күрер күҙгә ташланып бармаған, әммә оло етешһеҙлектәренә күрһәтеп торған табыш. Көтөлмәгән ауыр бәлә бәғзе берәүҙәрҙең тормошоноң аҫтын өҫкә әйләндереп кенә ҡалмай, уйланырға, көнкүрешебеҙгә бөтөнләй яңы күҙлектән бағырға мәжбүр итә. Шуныһы ҡыҙғаныс, “тырма тешенә баҫҡан”дан һуң була торған ул хәл. Мостафин хаҡлы, беҙ кем: хужалармы, хеҙмәтселәрме, йыртҡыстармы, ҡорбандармы?
Дөрөҫ, хәҙер марксизм-ленинизм тәғлимәте, уның классиктары тураһында һүҙ йөрөтөү модала түгел, ләкин улар әйтеп ҡалдырған фекерҙәрҙең хәҡиҡәттән тайпылмауы йыш ҡына бәхәс тыуҙырмай. Мәҫәлән, капиталистик етештереү закондары буйынса бөйөк хеҙмәт ижад иткән Карл Маркстың, аңды көнкүреш билдәләй, тигән асышы “Айҙан ҡыйылған юл” фәлсәфи яҙмаларының авторы Урал Мостафинды ҡәләмгә тотоноуға этәргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяуһыҙ бәхетһеҙлеккә юлыҡҡас, сөнки имен-аман, бар ағзалары ла теүәл килеш дөбөрҙәтеп донъя көтһә, уның бындай фәлсәфәгә килергә бер ниндәй мохтажлығы ла тыумаҫ ине.
Сиселештәр, баһалар, һығымталар менән тулы был хәл-кисерештәрҙә автор менән һис һүҙһеҙ килешкән урындар күберәк, әммә шәхси баһа ерлегендә хәҡиҡәттән ситкәрәк киткән йәки етер-етмәҫ дәлилдәр нигеҙендә ашығыс һығымта яһалған ерҙәре лә бар. Быны, моғайын, Мостафиндың тормош тәжрибәһе аҙыраҡ булыуҙан бигерәк, юғары техник белемгә генә эйә булыуынан эҙләргә кәрәктер. Техник вуздарҙа педагогика, психология, логика, философия (айырыуса диалектик һәм тарихи материализм), тарих һ.б. кеүек шәхес, ғаилә, йәмғиәт һәм дәүләт үҫеше һымаҡ төшөнсәләрҙе тейешенсә аңлау һәм ҡабул итеүгә булышлыҡ ҡылған предметтар уҡытылмай. Бер һүҙ менән әйткәндә, техника донъяһы менән автор фәлсәфә ҡорған йәмғиәт, уның йәшәү ҡанундары араһына тигеҙлек билдәһе ҡуйып булмай.
“Йыш ҡына берҙәм барған төркөм араһында ла йәтеш түшәк, татлы ризыҡ, уңайлы урындар өсөн ығы-зығы ҡубып тора, – тип яҙа Мостафин “Хафа” бүлегенең 55-се битендә. – Асыҡ рәүештә лә, аҫтыртын да өҫтөнлөк өсөн көрәш туҡтауһыҙ дауам итә, көслөрәктәр мөсһөҙөрәктәрҙе тигеҙ ерҙә лә ситкә типкеләп сығара, үҙенекеләргә “йылыраҡ” урын даулай”. Һәр кем аңына барып етерлек образлы телдә әйтелгән был юлдар, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, 90-сы йылдарҙа Ватан йәмәғәтселеге төшкән (ихтыярһыҙлығы арҡаһындамы, әллә “юғарылағылар” ихтыяры буйынсамы – бәхәсле – М. Х.) баҙар иҡтисады ҡоролошоноң яп-ябай ҡағиҙәһе. Ул фәнни телдә “конкуренция” тип исемләнгән. Дөрөҫ, беҙҙең йәмғиәткә хас “көслөнөкө – замана” психологияһы нигеҙендә түгел, ә “конкуренция – юғары сифат”, “конкуренция – арзан хаҡ”, “конкуренция – өҫтөнлөклө технология” һ.б. формулаһы сағылышы. Бөйөк Британияның мәрхүм премьер-министры Уинстон Черчилль, демократия – иң камил институт түгел, әммә кешелек донъяһы шунан да арыуын уйлап сығара алмаған тигән кеүек, барлыҡ технологик ҡаҙаныштарҙың нигеҙен конкуренция тәшкил итә.
Эйе, “технологик ҡаҙаныштарҙың” әхлаҡи, кешелек ҡиммәттәренең үҫеүенә бер ниндәй ҡыҫылышы ла юҡ, алдараҡ ул турала һүҙ булыр. Ә “типкеләп сығара”, “үҙенекеләргә “йылыраҡ” урын эҙләй” тигән фекерҙәр – ул саф Рәсәй сағылышы. Фекеребеҙҙе дәлилләп, күренекле урыҫ философы төрки сығышлы Николай Бердяевтың уҙған быуаттың 30-сы йылдарында уҡ ижад ителгән “Истоки и смысл русского коммунизма” тип аталған хеҙмәтенән түбәндәге юлдарҙы килтерге килә. Шкурничество (башҡортсаһын таба алманым – М.Х.) коммунизмдан һуң да сәскә атасаҡ, тигән ғалим, хәҙерге йәмғиәттең ниндәй сифаттарын һаҡлап ҡаласағын ғына түгел, ә коммунизмдың да ғүмере ҡыҫҡа буласағын теүәл фа­разлап. Әлбиттә, 90-сы йылдарҙа ғалимдар араһынан сыҡҡан, Рәсәй йәмғиәте баҙар иҡтисады өсөн өлгөрөп етмәгән, тигән фекергә ҡолаҡ һалмауҙың касафаты булып, ул сирек быуат үтеү менән дә күҙгә бәрелеп тора. Сөнки, инглиз философы Артур Тойнби әйтмешләй, үткәнебеҙ беҙҙән һис ҡасан да айырылмай, йыш ҡына төрлө һүрәттәргә кереп, әйләнеп ҡайтыусан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир китһә лә, ғәҙәт китмәй икән шул. Ә инде ул һаҡланһын өсөн шарттар булғанда – бигерәк тә.
“Йәштәр күберәк ҡыйырһытыла. Ул бахырҙар ҡайҙа барып һуғылырға, ҡайҙа ҡыҫылырға, ҡайҙа үҙ урынын табырға, ҡайҙа тормош һуҡмағын башларға белмәй, аңҡы-тиңке килеп йөрөй, тип дауам итә автор артабан. Байлыҡ туплау, аҡса табыу менән мәшғүл өлкәндәрҙең уларҙа эше лә юҡ. Киләсәктәре бөгөнгө тормошта үҙ урынын таба алмай ыҙалап йөрөгән йәштәрҙә икәнен йәмғиәт онотамы икән әллә? Улай булыуы ла ихтимал. Үкенесле”. Фекер дөйөмләштерелгән. Йәштәрҙең дә төрлөһө бар, үҙ урынын табып, сит ил машиналарында йөрөгәндәре, еврофатирҙа йәки коттеджда көн итеп, йылы диңгеҙ ярҙарында ғына ял иткәндәре лә аҙ түгелдер, моғайын. Рәсәй – Европа түгел, беҙҙә “либо грудь в крестах, либо – голова в кустах”. Ысынлап та, күп кенә пенсия йәшендәгеләрҙең урын биләп ултырыуы йәштәрҙең үҫеүенә ҡамасаулай. Тик был хәл-күренештең дә социаль сәбәптәре бар: пенсия аҡсаһына йән аҫрарға мөмкин, әммә йәшәп булмай. Был – бер.
Икенсенән, йәштәрҙең урын таба алмауының иң ҡырҡыу сәбәбе – ул Ватан иҡтисадының сикһеҙ дәрәжәлә ҡыҫылыуында. Рәсәй Коммунистар фирҡәһенең мәғлүмәттәренә ярашлы, сирек быуат эсендә илдә 80 меңдән ашыу предприятие ябылған. Тағы ла бер һәм уныһы ла йәмғиәтебеҙгә генә хас ерлектә – патернализм (һалышып йәшәү) ерлегендә яралған: күп кенә ата-әсәләр балалары тураһында самаһыҙ хәстәрлек күрә: эше буласаҡмы-юҡмы, ул хаҡта баш ватмай ғына уҡыта, эш таба алмаһа, үҙ тәрбиәһенә ала һ.б. Бына ул патернализмдың иң сағыу өлгөһө!
Киләсәк – ҡотолғоһоҙ күренеш, әлбиттә, йәштәрҙә, ләкин баҙар иҡтисады конкуренцияһына сыҙамлы, ә патерналистик тойғо менән ағыуланған йәштәрҙә түгел. Фекер аңлайышлыраҡ булһын өсөн, “Тормош сәхнәһе – яҙмыш баҡсаһы” тип аталған бүлектәге (83-сө бит) юлдарға мөрәжәғәт итәйек. “Ер йөҙөндә иң аңлы, иң камил, шул уҡ ваҡытта иң кәмһетелгән, иң хоҡуҡһыҙ йән һиндер, Әҙәм балаһы, тип уйлап ҡуям. Үҙеңә яһалма ҡағиҙәләр уйлап табып, сиктәр ҡуйып, ялған талаптар аҫтында интегеп йәшәргә мәжбүрһең”. Фекер ышандырмай, киреһенсә, бәхәскә этәрә. Ул ғына ла түгел, был юлдарҙың хоҡуҡ темаһы менән өҫтән-мөҫтән таныш кешенең ауыҙынан сығыуы хаҡында фаразларға нигеҙ тыуҙыра. Фекерҙең тәүге өлөшө (иң аңлы, иң камил) икенсеһе (яһалма ҡағиҙәләр, ялған талаптар) менән ҡырҡа ярашмай һәм йәмғиәтебеҙгә хас аң даирәһенең ҡаршылыҡлы тәбиғәтен асып һала.
Һүҙҙе Рәсәй Федерацияһы Конституцияһынан башлайыҡ. Уның 1-се статьяһына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһы – республика формаһында идара ителеүсе демократик хоҡуҡи дәүләт”. Хоҡуҡи дәүләт – ул кешелек цивилизацияһының иң юғары ҡаҙанышы һәм унан да өҫтөнлөклө йәшәү рәүеше әлегә уйлап табылмаған. Автор илдең Төп законы менән танышмы-юҡмы, уныһы беҙгә билдәһеҙ, әммә РФ Конституцияһында бер генә камил булмаған статья ла юҡ. Юҡ, сөнки ул тап шул республика формаһында идара ителеүсе демократик хоҡуҡи дәүләттекеләрҙән күсереп алынған.
Үкенескә ҡаршы, “үҙеңә үҙең” тигән фекере менән Мостафин буш ерлектә ... проблема тыуҙыра. Хикмәт закондарҙа түгел, ә уларҙың эшләмәүендә һәм барыһына ла күнеп, өнһөҙ-тынһыҙ йәшәп ятҡан йәмғиәттең был хосустағы ғәйебе хәл иткес дәрәжәлә ҙур. Кеше хоҡуҡтарына ҙур урын биргән Көнбайыш цивилизацияһына ят булған был күренеште автор ҙа күҙәтмәй түгел. “Әүҙем тормош юлынан төшөп ҡалғандар ҙа күп донъяла, ти ул шул уҡ “Хафа” бүлегендә. Улар аяуһыҙ шарттарға яраҡлашып, әҙәмсә йәшәргә тырыша. Кемдер үҙенә етешлек, уңайлыҡ даулап көрәшәлер, бәғзеһе иле, теле өсөн зар илайҙыр, кемдәрҙер, минең эшем юҡ тип, бер нимәгә ҡыҫылмай, барыһына ла риза булып, тик ултыралыр. Берәүгә лә бәлә һалып, бер кемде лә ғәйепләп булмай, һәр кем үҙенсә йәшәй, үҙ йүнен үҙе күрә”.
Ошо уҡ фекерҙе Мостафин “Икеләнеүҙәр” бүлегендә лә (57-се бит) ҡабатлай. “Һәр кем үҙ башына төшкәнде үҙе кисерә, үҙенең уға тиклемге тормош тәжрибәһенә таянып, үҙ хәленән килгәнсә йәшәргә тырыша. Кемдер нимәгәлер өлгәшә, кемдер әлеге хәленә ҡулайлаша, кемдер барына күнеп йәшәй. Бының өсөн бер кемде лә ғәйепләп булмай, кеше үҙ мөмкинлектәренән сығып йәшәргә тырыша икән, афарин!” Тупаҫыраҡ яңғыраһа ла, урыҫтарҙың “я маленький человек”, “мне больше всех что ли надо?”, “моя хата – с краю” тигән әйтемдәренә тап килгән бындай фәлсәфә менән ысынлап та яҡшы тормошҡа өмөт итеп булмай.
Ошо йәһәттән күптән түгел Рәсәйҙә бер ай самаһы йәшәп киткән Бразилия яҙыусыһының (исем-фамилияһы хәтерҙә ҡалмаған – М.Х.) йәмғиәтебеҙҙә хөкөм һөргән психологияға ғәжәпләнеүен иҫкә алмай булмай. Рәсәйҙә, тигән ул, һәр кем үҙе өсөн генә тырыша, ауырлыҡтарҙы күмәкләп кенә бөтөрөргә мөмкинлеге хаҡында башына ла килтермәй. Сит ил кешеһенең был асышы “кәңәшле ил тарҡалмай”, “күмәкләгән – яу ҡайтарған”, “берлектә – тереклек” тигән ата-бабаларыбыҙҙың боронғо аҡылын иҫкә төшөрә.
Яҙмалар авторының баҙар иҡтисады өсөн ғәҙәти, ә бына беҙҙең оло быуын кешеләренең психологияһын формалаштырған патерналистик кәйефе, кеше хоҡуҡтары һәм капиталистик йәмғиәттең үҫеш закондарын һанға һуҡмауы уның нигеҙһеҙ һығымталарында, шәхси ҡараштың өҫтөнлөк алыуында ла сағыла. “Элегерәк бөтә балалар яҡынса берҙәй шарттарҙа тыуып, тәрбиәләнде. Мәктәптә дөйөм урта белем алды, уртаҡ талаптарҙа юғары уҡыу йорттарына инде, – тигән үкенес белдерелә “Тормош сәхнәһе – яҙмыш баҡсаһы” тип аталған бүлектә (83-сө бит). – Шунан һуң ғына һәр кем үҙләштергән белеме, һәләте, әрһеҙлеге, етеҙлеге нигеҙендә юғары вазифа, дәрәжә, хөрмәт, дан яуланы”.
Эйе, булды ундай замандар. КПСС-тың һәм совет власының “атайҙарса хәстәрлеге” арҡаһында. Яҡшы күренеш инеме ул, әллә насармы – баһаның төрлөсә булыуы ихтимал. Әлбиттә, яҡшы яҡтары ла аҙ түгел. Тик был йәшәү рәүеше ваҡыт һынауын үтә алманы. Советтар Союзы, уның тормош өлгөһөн яҡлап, бер ниндәй сәйәси көс тә баҙар иҡтисадын алға һөрөүселәр ихтыярына ҡаршылыҡ күрһәтмәне бит. Был һығымтаны ишетеү еңел түгел, әммә ул әсе хәҡиҡәт һәм әлеге лә баяғы совет халҡында тиҫтәләрсә йылдар тәрбиәләнгән һалышыу кәйефенең һуңғы емеше.
“Ә хәҙер?... Әле генә иҫәпләнгән өҫтөнлөктәрҙең барыһын да көсөргәнешһеҙ иң алдан һатып алып була... Урын, вазифа, дәрәжә һатып алыу оят түгел”, тип дауам итә Мостафин, миллиондарса граждандарҙың аң дәрәжәһен һәм әсе Рәсәй ысынбарлығын фашлап. Ә кем һатып ала һуң? Шул уҡ ватандаштарыбыҙ түгелме ни? “Түҙгәнгә – түш” тип исемләнгән бүлектәге (73-сө бит) “Бөгөнгө йәшәйештә Әҙәм балаһына бигерәк тә сабыр, көслө булыу зарур. Сөнки кешегә “көн бөттө”, йәғни тормошҡа ҡыуанып, алдағы көнгә пландар ҡороп, тыныс йәшәгән мәлдәр үтте. Ҡасып-боҫоп, ҡурҡып-өркөп йәшәр заманалар килде... Һәр ваҡыт ҡайҙандыр ниндәйҙер ҡурҡыныс янаған, кемдәрҙер эҙәрлекләгән, ҡайҙандыр һөжүм итерҙәр кеүек” һәм “Һорауҙар, һорауҙар” бүлегендәге (77-се бит) “Ниңә кешене аҡылы түгел, ә аҡсаһы өсөн ихтирам итәләр? Ниңә йыш ҡына закон һағында тороусылар законды һаҡламай, енәйәтсене яҡлай? Ниңә ғүмерен атеист булып йәшәгән бәғзе берәүҙәр олоғайғас, диндарға әүерелә?” тигән риторик һорауҙар, ахырыһы, сараһыҙлыҡтың көнөнән. Хәтерҙе яңыртып, шуны иҫкә төшөрәйек: кешелек тарихында ғүмер баҡый байҙың баһаһы фәҡирҙекенән юғары булған, сөнки ғәҙеллек принциптары һанланған йәмғиәттә егәрле кеше бер ҡасан да фәҡир көн итмәгән. Фәҡирлек иһә ялҡаулыҡ билдәһе һаналған.
Дөрөҫ, был һығымталар бер нисек тә Рәсәй ысынбарлығына ауаздаш түгел, сөнки беҙҙеке ише йәмғиәт, беҙҙә эш иткән яҙылмаған ҡағиҙәләр, бер-береңде һанламау һ.б. бик һирәк мәмләкәттә осрай торғандыр. Миллиондарса ҡорбан биреп, социалистик ҡоролош урынлаштырыу һәм 70 йылдан һуң унан баш тартыу кеүек хәл хатта республика ҡоролошо урынлаштырыу буйынса ихтилалдарға бай тарихлы Францияла ла күҙәтелмәй. Бөйөк Британия һәм уның протектораттарына хатта “ихтилал” төшөнсәһе таныш та түгел. Ни өсөн? Ошо тирәлә фекер йөрөтөп, Ватан ысынбарлығы менән сағыштырып ҡараһа, автор, моғайын, күп һорауҙарына яуапты үҙ аллы ла таба алған булыр ине, сөнки үҙеңдә теге йәки был сифаттың аҙмы-күпмелеген тик башҡаларға ҡарап ҡына асыҡларға мөмкин.
“Беҙ кем? Хужалармы, хеҙмәтселәрме? Йыртҡыстармы, ҡорбандармы? Кешенең Ер йөҙөнә яратылыуының тәғәйене ниҙән ғибәрәт? Кешелектең йәшәү мәғәнәһе нимәлә? Кеше, кешелек ошо һорауҙарға яуаптарын беләме? Ғөмүмән, кешелек, ғүмер, быуын, дәүер һабаҡтарынан һығымталар яһай, фәһем аламы? ... Кешелек үҙ яҙмышы, донъяһы менән үҙаллы идара итәме?” – тип асырғалана фәлсәфи яҙмалары авторы. Һәр һорау өҫтөндә ентекле уйланғанда, әлбиттә, үҙ аң бейеклегенән яуаптарҙы табырға булыр ине. Ә бына дүртенсе һәм һуңғы һорауҙар Әҙәм балаһының аң даирәһенә инмәй кеүек. Уларға яуапты Хоҙай Тәғәлә генә белә торғандыр. Ә ҡалғандарын бер епкә теҙеберәк, яҡынса булһа ла түбәндәге яуапҡа һыйҙырырға мөмкин. Үҙенең аҡыл ҡеүәһен тик анһат, уңайлы тормош (техник прогресс) ҡороуға йүнәлтеп, кеше үҙен эске үҫештән мәхрүм иткән. Бер яҡлы үҫеш торған һайын йышыраҡ күҙәтелгән һәм ҡатмарлаша барған әхлаҡһыҙлыҡ (бер енес әһелдәренең ғаилә ҡороуына тиклем), йәмғиәттең сәләмәтлегенә хәл иткес дәрәжәлә йоғонто яһаусы ғаилә институтының кризисы, законһыҙлыҡ (авторса әйтһәк, закон һаҡланмай, енәйәтсе яҡлана) һ.б. күренештәрҙән башлап, климат алмашыныуы (техник прогрестың һуңғы сағылышы булған углекислый газ самаһыҙ күп бүленеү) кеүек хәлгә килтереп еткерҙе.
Закондар бер яҡлы үҫешкән кешелек цивилизацияһының инстинкттарын тыйып тотоу өсөн ижад ителә лә инде. Ләкин бәлә шунда: әүҙем һәм берҙәм граждандар йәмғиәте формалашмаған Рәсәйҙә улар эшләмәй. Анһат яуап, тип ғәжәпләнер уҡыусы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ысынлап та шулай, Урал Мостафин яҙмаларында ҡуйылған һорауҙар, һығымта-баһалар камил йәмғиәткә ынтылыш ерлегендә генә тыуырға мөмкин.
Ирек ЮЛМАТИН.
Өфө ҡалаһы.

КҮКТӘР ЯУАП БИРҘЕ
БАШҠОРТ МОҢОНА

Хәйбулла далаһы быйыл һөтләнеп торған бәрәкәтле йәшеллек менән ҡапланды. Нур бөркөп тулҡынланған бындай йәшеллек тураһында әкиәттәрҙә генә уҡырға мөмкиндер. Ләкин улар ҙа бит ысынбарлыҡты сағылдыра. Йәшеллек тип кенә атау ҙа, бәлки, дөрөҫ булмаҫ. Күҙ иңләй алмаҫ киңлектәр ҡыҙыл, һары, зәңгәр, башҡа күп төрлө сәскәләр менән биҙәлгән. Биш йыл буйы “ҡурылған” дала быйыл ямғырға кинәнде. Ә ел уның айырылмаҫ юлдашы: ҡылғандар талғын ғына бәүелә, йә әләм төҫлө алға әйҙәй, урғылып талпына. Улар, гүйә, кешеләрҙе лә туҡталып ҡалмаҫҡа, яңы үрҙәр яуларға саҡыра.
Арҙаҡлы Йомабай Иҫәнбаевтың 125 йыллығын билдәләр өсөн республиканың төрлө төбәгенән йыйылған ҡунаҡтар ҙа ошондайыраҡ хис-тойғо кисергәндер. Халҡыбыҙҙың мәшһүр улы Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсы биш йылға бер тапҡыр ғына уҙғарыла. Уны оҫталар көтөп ала, камиллығын йәнә һынар өсөн Хәйбулла еренә ҙур теләк менән килә. Ҡурайсылар һәм тәбиғәт байрамының бер бөтөн күренеш булып ҡабул ителеүе һис тә ғәжәп түгел.
Тарихтың данлы биттәрен халҡым ҡурай менән дә яҙған. Уның ярҙамында тыныслыҡ һүҙен донъяға таратҡан. Халҡымдың рух бөйөклөгөн тылсымлы моң аша ҡурай аңлатҡан, һөйләгән. Шуға ла уның тураһындағы йылъяҙмаларҙы бүтән милләт шәхестәренең дә тулыландырыуы тәбиғи. Рәсәйҙең генә түгел, сит илдәрҙең арҙаҡлы улдары һоҡланып яҙған юлдар бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала. Европа, артабан Америка ҡитғаһы башҡорттоң моңо менән танышты. Ҡурай – башҡорт өсөн бөйөк хәтер ҙә, киләсәккә әйҙәүсе оран да. Йомабай Иҫәнбаев – үткән һәм бөгөнгөнө тоташтырып торған, ҡурайы менән милләтенең данын башҡа халыҡтарға еткергән, башҡорт моңон донъяға таратыуҙа фиҙаҡәрлек күрһәткән арҙаҡлы ир-уҙамандарыбыҙҙың береһе. Республикабыҙҙа ун ике йыйын үтте, тимәк, гран-при яулаған шунса оҫта мәҙәниәтебеҙ тарихына үҙенең исемен яҙҙы.
Быйыл да Хәйбулла районына ҡурайсыларҙың күпселеге “мин ун өсөнсөһө булырға тейеш” тигән ҙур маҡсат менән аяҡ баҫты. Ә килеүселәр Ырымбур өлкәһенән дә, Мари иленән дә бар ине. “Ҡурай – беҙҙең ҡанда, ул башҡорттоң байрағы ла, паспорты ла. Сит ерҙә унһыҙ үҙеңдең башҡортлоғоңдо танытыу ҡыйынлаша. Ҡурай – ғорурлығыбыҙ, сөнки уны бөтөн халыҡ белә. Милли уйын ҡоралыбыҙ аша һәр бер ерҙә беҙҙе таныйҙар” , – тине алыҫ юлды яҡын итеп, талпынып, дәртләнеп Йошкар-Оланан килеп төшкән ҡурайсы Муса ағай Нурдәүләтов. Хәйбулла районында үткән бәйгене ул ҡалдырмаҫҡа тырыша. “Уйнарға берәү ҙә өйрәтмәне. Бер күрҙем нисек ауыҙға ҡуйғанды, икенсе көндө инде уйнай ҙа башланым, – ти ул, бала сағын хәтерләп, – Бәйгелә кисергән ҡыуанысым бик ҙур – ете-һигеҙ йәшлек малайҙарыбыҙҙың “Урал”ды нисек итеп уйнағанын күрҙем. Бына тигән йәштәр үҫә. Фондта һаҡланған, ғорурланған көйҙәребеҙҙең күбеһен уйнанылар. Уҡытыусылары ла шулай оҫта тигәнде аңлата бит был. Нигеҙ, орлоҡ һалғандар! Конкурсанттарҙың береһен дә айырып әйтеп булмай. Баһалама ағзаларына еңеүсене һайлауы ауыр буласаҡ”.
Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика конкурсының даими тамашасыһы, көйәрмәндәре барлығын да иҫтән сығарырға ярамай. Улар менән һөйләшеп, иҫләп, мәртәбәле бәйгенең йылъяҙмаһын шаҡтай тулыландырырға мөмкин. Ана шундай тоғро уҙамандарҙың береһе – 84 йәшлек Әхмәт Бикбов. “Бөгөнгө сығыштар элеккеләрҙән айырыла, сөнки хәҙер профессионалдар уйнай. Улар оҫталар, ҡурайҙа күптән уйнайҙар. Тәүге көн балалар сығыш яһаны. Бер нисә йылдан араларынан шәп ҡурайсылар үҫеп сығыр. Конкурс яҡшы ойошторолған, һәйбәт бара. Районда Й. Иҫәнбаев көндәре үтһә, бер ҙә ҡалдырғаным юҡ. Бындай сараларҙан ситтә ҡалыу ярамай. Ул бит бер нисә йылдан ғына ҡабатлана. Икенсе ерҙә үтһә, унда барып булмаҫ ине. Һәр кемдең буш ваҡыты бар, нишләп ошонда килеп ҡарап ултырмаҫҡа, ҡурай моңон тыңламаҫҡа? Ҙур ауыл бит. Бына мин өлкән йәштә булһам да киләм, ҡалдырмайым”.
Өс көн буйы барған оло сара бай йөкмәткеһе, сағыулығы менән айырылып торҙо. Ойоштороусылар йыйында ҡатнашыусылар яңы тәьҫораттар алһын, һөҙөмтә булһын өсөн күп тырышлыҡ һалған. Байрам сценарийының авторы, шағирә Зөһрә апай Фәйзуллина ла мораҙына өлгәшкәндер, күңелендәген халыҡҡа еткерә алғандыр. Ул райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Юлиә Ғәлиеваға, режиссер Рәйес Низаметдиновҡа ҙур рәхмәтле. Әйткәндәй, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, ҡурайсы Рәйес Низаметдинов режиссер ғына түгел ине был бәйгелә, ул үҙе лә конкурста көс һынашты. Маһир, маҡсатлы, фиҙаҡәр ир-уҙаман өсөн милли уйын ҡоралыбыҙ изге төшөнсә: “Йомабай уйнап ебәрһә, ҡурайы шартлап һынып китер булған, тиҙәр. Был яҡта оҫталар күплегенә аптырарға ярамай. Хәйбулла ерендә иң матур, иң моңло, иң сыңлы ҡурай үҫә. Бер нисә көн элек Әбеш ауылына Камил Илембәтов янына барып килгәйнек. Бер ҡосаҡ ҡурай сығарып уйнап ишеттерҙе ул. Ысынлап та, тауыштары сыңлы.
Ҡурай шундай инструмент: ул үпкәләй белә, ултыра торғас, матур итеп тауыш бирә, ҡайһы саҡ тоноҡлана, икенсе тапҡыр һәйбәт итеп уйнап ебәрә. Йәне бар. Ҡурайсыларға шуны тойоу, аңлау һәләте бирелгәндер”.
Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан Рәмил хәҙрәт Хәсәнов – ҡурайыбыҙҙың фанаты. Балаларҙы уйнарға өйрәтә, ҡурайға арнап шиғырҙар, йырҙар сығара:
“Беҙ сәңгелдәктән ҡурай моңон тыңлап үҫтек. Ҡартатайҙар, атайым уйнаны. Ағайым Рауил Хәсәнов – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре – Баймаҡта ҡурайсылар әҙерләгән тәүге уҡытыусы. Алты-ете йәштә көпшә ҡырҡып уйнаһаҡ, 10 йәштә ҡурай эшләнек. Ул – беҙҙең күңелебеҙҙә, йөрәгебеҙҙә, ҡаныбыҙҙа, еребеҙҙә – Уралыбыҙҙа. Рухи ҡомартҡыбыҙҙы һаҡлап, киләһе быуындарға аманат итеп тапшырырға Аллаһы Тәғәлә насип итһен. Мәшһүр ҡурайсыбыҙ, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын һаҡлаусы, ошо көндәргә килтереп еткереүсе тәүге профессиональ ҡурайсы Й. Иҫәнбаев исемендәге конкурста ҡатнашыуыма сикһеҙ шатмын. Ынтылып-ынтылып, өсөнсө тапҡырҙа ғына килә алдым, ҙур ҡыуаныс кисерәм. Шул тиклем рухи күтәрелеш! Көслө-көслө йәштәр йыйылған. Әлбиттә, өлкәндәр ҙә бар. Минең уҡытыусым, остазым Кәрим Дияров: “Үҫәргән, түңгәүер һәм бөрйән ҡурайсылары бер-береһе менән электән аралашып йәшәгән”, – тип һөйләй торғайны. Башҡорттоң башҡортлоғон һаҡлап ҡалған тылсымлы ҡурай. Йәнем-тәнем менән уға бирелгән кешемен. Ҡурай – татыулыҡ билдәһе. Башҡа халыҡтарҙың иғтибарын уның аша йәлеп итергә кәрәк, башҡортто таныһындар, күрһендәр. Үҙебеҙҙең ҡурайҙы сит-яттарға бирмәй һаҡлап ҡалыу – ул беҙҙең бурыс”.
Рух һәм күңел тантанаһы байрамында 300-ҙән ашыу үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсы, йәнә лә төркөмдәр ҡатнашты. Шуны ла әйтергә кәрәк: ойоштороусылар һан артынан ҡыумай, күп кеше туплауҙы маҡсат итеп ҡуймай. Бөйөк шәхестең 125 йыллығы тураһында хәбәрҙе алдан көтөп, әҙерләнеп-йыйынып килеп еткән оҫталар былар. Һәр ҡурайсы Хәйбулла тарафына ынтылһа, бәйгегә, ай-һай, аҙнанан да ашыу ваҡыт кәрәк булмаҫ инеме икән? Баймаҡ, Йылайыр, Бөрйән, Учалы, Ғафури, Әбйәлил, Благовещен, Күгәрсен, Миәкә, Белорет, Дәүләкән, Ейәнсура райондарында, Өфө, Учалы, Сибай, Стәрлетамаҡ, Благовещен ҡалаларында йәшәгән ҡурайсыларҙы бер маҡсат әйҙәне был яҡҡа. Һәм беҙ ысын оҫталарҙың сиреүен күреп һоҡландыҡ, таң ҡалдыҡ, халҡыбыҙҙың мәшһүр көй-моңон тыңлап көс, кинәнес алдыҡ. Талант эйәләренең еңел булмаған көрәшендә Белорет районының Шығай ауылынан 72 йәшлек Мөхәммәт Түләбаев гран-при яуланы. Ҡурайҙы пропагандалауҙа уның хеҙмәте ҙур, шәкерттәре лә етерлек. Мәктәптә 46 йыл уҡытыусы булып эшләй, ә ҡурайға тоғролоғо бала сағынан. Үҙенең еңеүе менән ҡурайсылар мәктәбенең быуындан быуынға тапшырыла барырға тейешлеген дә раҫланы ағай.
Ә Шығай ауылы ана шундай оҫталар менән дан тотҡан. “Әбүбәкер, Ғибәҙәт тигән атаҡлы ҡурайсылар булды. Вәхит Абшәрипов, Әбделмән Мөхтәров, Ханнан Үҙәнбаев, Ғабит Ғәлиуллин, Ғабит Ғибатов … Мин белгәндән 18-гә яҡын ҡурайсы. Элек бит тыуған көнмө, йыйынмы, туйҙар булһынмы, ҡурай ғына уйнайҙар ине, – тип хәтергә алды Мөхәммәт ағай. – Бала саҡтан йөрәгем менән ҡурайға, мәҙәниәтебеҙгә бирелдем. Әлхәмдүлилләһи, 300-ҙән ашыу ҡурайсы ҡатнашҡан сара асыҡ һауала шундай шәп үтә, кинәнеп ҡараныҡ, илһам-көс алдыҡ. Ҡасандыр Мөхәмәт Рәхмәтуллин, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров, Әҙһәм Исҡужин һымаҡ оло быуын ҡурайсылары менән уйнағаным булды, Әһләй һәм Аҫылбаев тигән ағайҙар булды, һуғыш ветерандары, шулар менән бергә сығыш яһарға тура килде йәш сағымда. “Беҙ үлһәк, ҡурай уйнаусылар булырмы икән?” – тип әйтә торғайнылар. Әлхәмдүлилләһи, күп! Октябрьский ҡалаһында үткән ҡурайсылар бәйгеһендә жюри рәйесе булдым. Шул тиклем юғары кимәлдә үтте. Бында ла шулай. Баһалама ағзаларына еңеүсене һайлауы еңел булмаҫ тип уйлайым. Еңеүсе булыр, ағайыбыҙҙың, остазыбыҙҙың ҡомартҡыһы, яҡты рухы һаҡланыр! Беҙ быны дауам иттерәсәкбеҙ. Ҡурай бар, ҡурай йәшәйәсәк. Ҡурай беҙҙеке! Беҙҙең милләтебеҙҙеке”.
Бәйгеләрҙең яҙмышы ла әҙәмдекенә оҡшаш икән: күтәрелгән, инҡар ителгән, кем тарафынандыр ҡыҫырыҡланған, ҡурсалауға алынған һәм еңеүгә өлгәшкән саҡтары була. Бөйөк шәхес Й. Иҫәнбаевтың исемен йөрөткән был сара ла шундайыраҡ һынауҙарға дусар ителә. Былар тураһында арҙаҡлы ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов иҫкә алды:
“1973 йылдан алып Й. Иҫәнбаев исемендәге бөтә бәйгеләрҙә лә булдым. Был конкурстың бөтөн булған үҫеше, ғүмере – минең күҙ алдымда. Уны ике тапҡыр һүндерә яҙҙылар. М. Түләбаев гран-приҙы 32 йыл элек алырға тейеш ине. 1984 йылда бәйгенең положениеһына йәш сикләүе индергәндәр. Беҙ, ҡурайсылар, быны белмәй килдек, “30 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша” тигән сикләү һәммәбеҙҙе лә аптыратты. Еңеүсе Мөхәммәт ағайҙың положение буйынса йәше үткән килеп сыға бит. Баһалама рәйесе И. Дилмөхәмәтов ни эшләргә белмәне: “Ҡустым, һиңә бирергә тейеш инек”, – тине. Шулай ҙа сәхнәгә сығарып арҡаһынан һөйҙө, ҡулын ҡыҫты, бүтәнсә эшләргә намыҫы ҡушманы. Хоҙай бар бит ул. Мөхәммәт ағай 32 йыл буйы һаулығын һаҡлау ғына түгел, оҫталығын да арттыра барҙы…”
1994 йылда Й. Иҫәнбаев исемендәге бәйгене мәктәп уҡыусылары конкурсына әйләндерергә маташалар. Белорет районында үтәсәк йәш ҡурайсылар ярышына балалар алып килгән уҡытыусылар – ә улар барыһы ла көслө ҡурайсылар – быға ризаһыҙлыҡ белдерә һәм үҙҙәре бәйге үткәрә. Илһам Байбулдин унан гран-при алып ҡайта. 2001 йылдан хәйбуллалар бәйгене үткәреүҙе яңынан үҙ ҡулына ала. Юлай Ғәйнетдиновтың әйткәндәре күптәрҙең хәтерендә уйылып ҡалғандыр: “Егеттәр был конкурсты иң мәртәбәлеһе, иң көслөһө тип һанай. Был конкурстың еңеүсеһе булыу – ҙур өҫтөнлөк. Шуның өсөн унда һайланып килгән егеттәр ҡатнаша. Бөгөн М. Түләбаевҡа гран-приҙы тапшырғанда иң ныҡ ҡыуанғаны шул көслө егеттәребеҙ булды. “Беҙ ошо кеше менән ярыштыҡ бит”, – тинеләр. Быны ғүмер буйы иҫләйәсәктәр һәм һөйләйәсәктәр. Был – тарихи ваҡиға. Конкурсты һаҡлаусы, статусын үҙгәртергә бирмәүсе һәм уны юғары кимәлдә тотоусы хәйбуллаларға рәхмәт. Йомабайҙың ҡәҙерен белгән, тимәк, ҡурайҙың, башҡорттоң ҡәҙерен белгән, илһөйәр хәйбуллаларға уңыштар теләйек”.
Аҙаҡҡы тур – һөнәрселәрҙең көсөргәнешле ярышы – берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Оҫтанан кәмендә 100 көй белеү талап ителә. Билет алыу, унда талап ителгән көйҙө уйнап ишеттереү – ауыр бурыс. Һәр оҫта ла булдыра алмаҫ шарт. Ярыш ярыш инде: көйҙө еренә еткереп уйнаусылар ҙа, сәхнәнән сығып китергә мәжбүрҙәр ҙә булды. Ауыр имтиханды лайыҡлы үтеп, беренсе урынды алған Рәмил Ҡотдосовты, икенсе урынды яулаған Рәйес Низаметдинов менән Юнир Һағынбаевты республикала былай ҙа белмәгән кеше юҡтыр. Өсөнсө урынға сыҡҡан Айтуған Усманов, Айнур Әминев, Айрат Ҡарасов та киләһе биш йыллыҡҡа ҡараш ташлағандарҙыр.
Өс көн буйы барған сәмле, ғәмле ярыш бына шулай еңеүселәрҙе билдәләү һәм уларҙың сығыштары менән тамамланды. Республикалағы иң мәртәбәле ҡурайсыларҙың бәйгеһен йомғаҡлап, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов шулай тине:
“Ҡурай халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәтен, күңел тәрәнлеген, аҡылын быуаттар аша беҙҙең йөрәктәргә еткерә. Ошо данлыҡлы музыка ҡоралын пропагандалау йәһәтенән ойошторолған байрам юғары кимәлдә үтте. Яҡташыбыҙ, бөйөк ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуған төйәгендә үткән бәйгелә ҡатнашыусыларға оло рәхмәт һүҙен еткерәм. Конкурс уларға яңы көс-дарман, ижади һулыш өҫтәр. Бындай саралар халҡыбыҙҙың рухын күтәрә, илһам шишмәләрен тулыландыра. Боронғо музыка ҡоралында уйнау серҙәрен беҙ йәш быуынға еткерергә, ҡурай сәнғәтен артабан үҫтерергә тейешбеҙ. Рух шишмәләре бер ҡасан да кипмәһен, данлыҡлы Хәйбулла ерендә тағы осрашырға яҙһын”.
Халҡын, тарихын, мәҙәниәтен данлаған бөйөк шәхестең исеме онотолмай, 125 йыллығын билдәләгәндә лә уның рухы бер ғәм менән йәшәргә саҡырып, ете йәшлек баланы ла, һикһәнен тултырған аҡһаҡалды ла бер ҡорға тупланы. Махсус призға лайыҡ булған иң өлкән ҡурайсы, 83 йәшлек Ильяс Дәүләтбаев, был конкурста беренсе тапҡыр ҡатнаша. “Был тиклем ҡурайсы йыйылыр, тип уйламағайным. Шәп уйнай малайҙар!” – тине ул, ҡәнәғәт булып.
Йомабай Иҫәнбаевтың изге эшен, бөйөк маҡсатын дауам итеүселәр, милли музыка ҡоралының тарихын яҙыуға үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр кәмемәй. Ун өсөнсө республика ҡурайсылар бәйгеһендә яңы тулҡынды күрҙек. Ун ике йәшкә тиклемгеләр араһында ете йәшлек Динислам Утарбаевтың беренсе урынды яулауы ғына ни тора! Йәш быуын сәнғәттә үҙ юлын һалыр.
Өфө ауылында арҙаҡлы ҡурайсыбыҙҙың музейы асылды. Ул ҡомартҡылар менән артабан тулыланасаҡ. Был эштә элек Йомабай Иҫәнбаевтың ҡыҙҙары тырышлыҡ күрһәтһә, хәҙер ейәндәре өлөш индерә. Ҡурай – музейҙа иң түрҙә, уны һәр яҡлап ҡурсалағандай Йомабай Иҫәнбаевтың ҙур портреты тора. Хәтер йәшәй. Уның аша киләсәккә лә ҡыйыуыраҡ күҙ һалайыҡ. Илебеҙ генә түгел, донъя киңлегендә һәм күгендә ҡурайҙың илаһи моңон таратыусыларыбыҙ, уның данын күтәреүселәребеҙ артһын.
Йәшенләп, ялтлап-гөрләп ямғыр яуҙы. Ул хатта гала-концертты икегә бүлде. Өлкәндәр иҫләүенсә, сатлап-ялтлап торған йәшенле ямғыр Хәйбулла далаһында бынан егерме – егерме биш йыл элек кенә булған. Шифалы тамсылар ергә бәрәкәт булып яуҙы... Үлемһеҙ башҡорт моңо күктәргә олғашты. Ғәжәйеп бер матур күренеш ине. Тәбиғәттең һәм халҡымдың рухын, күңел сафлығын сағылдырған онотолмаҫ бер күренеш.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
Хәйбулла районы.