Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Журнал уҡыусылар ижады

Рухымдың аҡ ҡошо

Әҙәбиәт йылы уңайынан районыбыҙҙа ҡәләм тирбәтеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижади әүҙемлеген арттырыу маҡсатында Баймаҡ үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре тарафынан конкурс иғлан ителгәйне. Күренекле шағирә Йомабикә Ильясова исемендәге “Рухымдың аҡ ҡошо” тип аталған призға 36 ижадсы гүзәл зат үҙҙәренең яҙмаларын тәҡдим итте. Ауылда йәшәп тә, тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, күңелдәрендәге ижад осҡонон һүрелтмәгән был һөйкөмлө ханымдарҙы тәбрикләү тантанаһының Әсә көнөнә тура килеүе бер ҙә юҡтан булманы. Сөнки ирен, балаларын баҡҡан, мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡараған, эшен дә уңышлы алып барған, шул арала ҡайҙандыр илһам алып ижад итергә лә өлгөргән күркәм әсәйҙәрҙе ҡотлау, уларҙың ижадтарын баһалау өсөн йылдың шул көнөнән дә әһәмиәтлерәк көн булыр инеме икән?

Халыҡ ижады үҙәгендә “Йөрәк йылым һеҙгә, әсәйҙәр!” исемле гүзәл тамаша абруйлы ҡунаҡтар – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, шағирә Йомабикә Ильясова һәм БР Ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе Рәшиҙә Солтанова – ҡатнашыуы менән әһәмиәтле булды. Шағирә үҙенең илһөйәрлек рухы, әсәлек хистәре менән һуғарылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

 

Матурлыҡ

Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙары араһында әҙәби бәйге тамамланды.

Көрәш майҙандары беҙгә ниңә

Бөйөктәрҙән бөйөк һүҙ барҙа?

Әсәй-өләсәйҙәр шиғыр менән

Бәйге тота бөгөн үҙ-ара.

Таңдан тороп улар икмәк һала,

Өйөн йәмләй, бала үҫтерә.

Еребеҙҙе Алпамыша түгел,

Ҡатындарҙың ҡулы күтәрә.

Моңдай йөрәктәргә бәреп инә

Шиғырҙарға һалған хистәре,

Тәҙрә төптәрендә үҫкән гөлдәй

Уларҙың бар донъя хәстәре.

Сәскәләргә сумған туғай булды,

Күмәкләшеп сыҡҡас, ҙур сәхнә.

Ялған, яһалмалыҡ, ғәмһеҙлек юҡ,

Һәр күңел тик бында нур сәсә.

Ғүмеремдең һуңғы сигенәсә

Йәшәр миндә ошо матурлыҡ:

Әсәйҙәрҙең изге гүзәллеге –

Һис бер тиңдәше юҡ батырлыҡ!

Йомабикә Ильясова БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы, Баймаҡ ҡалаһында ейәндәрен яңғыҙы ғына тәрбиәләгән мәрхәмәтле өләсәй Рәйфә Хәлит ҡыҙы Ғәликәеваға һәм уның ейәндәренә үҙенең махсус бүләген дә бирҙе. Шағирәнең һүҙҙәренә Вилүр Мәүлитов ижад иткән үҙәккә үтерлек “Һағыныу” йыры Фәниә Мәжитова тарафынан үтә лә моңло яңғыраны.

Ә шулай ҙа кисәнең иң сағыу өлөшө Әҙәбиәт йылы уңайынан районыбыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында Йомабикә Ильясова исемендәге премияға тәҡдим ителгән ижади эштәргә йомғаҡ яһау булғандыр. Үҙ көстәрен һынап ҡараған 36 автор ҙа сәхнәгә күтәрелде.

Шиғриәт жанрында беренсе урынды Таңһылыу Вәлиева (Байым ауылы) яуланы. Икенсе урынды – Әлфиә Бикташева (Баймаҡ ҡалаһы) менән Тәнзилә Йәнтилина (Кәрешкә ауылы), ә өсөнсөнө Рәйсә Иҫәнбаева (Ниғәмәт), Зәкиә Юнысбаева (Ҡаратал ауылы) һәм Айгөл Аҡҡужина (Йомаш ауылы) бүлеште.

Проза жанрында Баймаҡтан Зөһрә Юнысова – беренсе, Гүзәл Иҫәнгилдина – икенсе һәм Татлыбай ауылынан Әнисә Юлыева өсөнсө урынға эйә булды.

 Драматургия жанрында Баймаҡ ҡалаһынан Лилиә Ғәниева беренсе урынға сыҡты. Ҡалған ижадсылар бәйгелә әүҙем ҡатнашҡан өсөн дипломға лайыҡ булды. Йомабикә Ильясова барлыҡ ҡатнашыусыларға һәм сараны ойоштороусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Эшлекле, уңған әсәйҙәребеҙ ижад менән шөғөлләнергә ваҡыт таба икән, тимәк, уларҙың йортонда йылылыҡ, наҙ һәм мөхәббәт хакимлыҡ итәлер. Ижадсыларыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, илһамлы оҙон ғүмер теләйбеҙ.

 

Айгөл Ишемғужина,

“Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе.

 

Таңһылыу Вәлиева.

Байым ауылы.

Cабырлыҡ

Сабырлыҡ ул ҡатын затынандыр,

Һыны нәфис, буйы һомғолдор.

Йөҙө тыныс, изге һәм яғымлы,

Ҡараштары уйсан, һынсылдыр.

Иңенә аҡ селтәр шәл һалғандыр,

Нәзәкәтле кейгән күлдәге.

Йөҙөк-беләҙектәр саф көмөштән,

Нур бөркөп балҡыйҙыр күҙҙәре.

Ҡара тулҡын кеүектер сәстәре,

Тәсбих тотҡан ҡулын ҡаушырған.

Бар хәстәрҙе, барса донъя ғәмен

Беҙгә, ҡатын-ҡыҙға, тапшырған.

Түҙемлектең сигенә сығып, ҡайсаҡ

Түңкәргәндәй булһам донъяһын,

Ошо һын янымда пәйҙә булып,

Әсәләрсә һона ҡулдарын.

Һуңғы тамсы шул саҡ таммай ҡала,

Әмәл табыла йәшәй алырлыҡ.

Яндарымдан ғына китә күрмә,

Йәндәремде етем итә күрмә,

Башҡорт Мадоннаһы – Сабырлыҡ!

 

Баш, муйын

Ир – баш, ир – хужа, ти мәҡәл,

Ҡатын ни – бары муйын.

Ҡабырғанан әүәләнгәс,

Муйын булыуы ҡыйын.

Ҡайҙа теләй – шунда бора,

Йәнәһе, башты муйын.

Ә һуң күҙҙәр ҡайҙа ҡарай –

Шуны белмәүе ҡыйын.

Ярай, башта аҡыл булһа,

Буш баштар, гүйә, суйын.

Шундай баштар алып йөрөп

Сейләнә елкә, муйын.

Донъя йөгөн тартҡан саҡта

Ҡамыт та кейә муйын.

Ә дан тажын баш кейә бит,

Ғәҙеллек ҡайҙа? Ҡыйын...

Көс еткеһеҙ ҡамыттарҙы

Баштар үҙҙәре кейһен.

Ә “муйындар” муйынына

Тик затлы сылбыр элһен!

 

Әлфиә Бикташева.

Баймаҡ ҡалаһы.

Аҡ елкән

Үкенесле була икән яҙмыш,

Күңел менән ғүмер итмәһәң.

Ауыр икән әгәр ғүмерҙәрең

Һин теләгән кеүек үтмәһә.

 

Яҙмыштан беҙ бик күп һорайбыҙ ҙа,

Тик бик аҙы килә алдыңа.

Килер әле, булыр әле, тиеп

Күптәребеҙ йәшәй алданып.

 

Шаулап яуған ташҡын ямғырылай

Үтеп  киткән наҙлы яҙҙарым.

Төрлө төҫлө япраҡ тарата ла,

Моңһоу көҙөм ҡышҡа ялғаныр.

Ниңә генә аҡыл менән йөрәк

 

Йәшәмәйҙәр икән аңлашып?

Йөрәк көтә, һаман ниҙер көтә,

Аҡ елкәндән күҙҙәр ҡамаша...

 

Тәнзилә Йәнтилина.

Кәрешкә ауылы.

Әсәйем йәне

Тәҙрә аша көн дә турғай ҡарай,

Эй талпына өйгә инергә!

Миңә ҡалһа, был – әсәйем йәне

Килгән кеүек хәлем белергә...

Бөтә эштәремде ҡуйып тороп

Көн дә турғай менән серләшәм.

Ошо кескәй ҡошсоҡ балаһына:

«Әсәкәйем!» – тиеп өндәшәм.

Вафатыңдан өс кенә көн элек:

«Бесән саптыңмы?» – тип һораның.

«Күңел төшмәй, бесән ҡайғыһымы?» –

Тинем һиңә, ҡымтып юрғаның.

«Улай тимә, саптырт бесәнеңде,

Махы бирмә бер үк дошманға!» –

Шулай тиеп кәңәш бирҙе миңә

Ил инәһе йәше туҡһанда.

Хайран ҡалдым рухың ныҡлығына,

Ҡая ғорурлығы – ул ҡайҙан?

Еңел үлем түгел, һаман иман

Ялбараһың беҙгә Хоҙайҙан!

…Төрлө саҡтар була. Мин бит, әсәй,

Кәңәшеңде тотоп йәшәйем.

«Махы бирмә!» – тип тәҙрәнән һаман

Ҡарап торған кеүек әсәйем...

 

Рәйсә Иҫәнбаева.

Ниғәмәт ауылы.

Үҙем булып ҡалайым

Был ғүмерҙә теләгем бар:

Үҙем булып ҡалайым.

Һис берәүҙе ҡабатламай,

Үҙ һуҡмағым һалайым.

Ул һуҡмаҡтан башҡалар ҙа

Үтә алһындар ине.

Минең менән, кәрәк булһа,

Бергә барһындар ине.

Терәк кәрәк урындарҙа

Терәк булалһам ине.

“Һин кәрәк!“ – тип саҡырғанға

Ярҙам бирә алһам ине.

Был ғүмерҙә бар теләгем:

Бары үҙем булырға.

Башҡанан бер ҙә күсермәй

Яҙмышымды яҙырға.

Үҙ юлымды үҙем яҙып

Көс бирһәм балаларға,

Гел кәрәклегемде тойоп

Бары дөрөҫ барырға.

Үҙем генә булғым килә,

Кеше-күсермә түгел.

Йөрәгемдең мең ҡылы ла

Ҡабатламай бер-берен.

 

Айгөл Аҡҡужина.

Йомаш ауылы.

Ҡабаланып киттең...

Р. Түләккә

Яңғыҙ ғына ат һылтыҡлап килә

Юғалтҡандыр инде яугирын.

Күҙҙәр йәшкәҙәгән, керпектәрҙә

Әллә ысыҡ, әллә таң нуры?

Хоҙай һине беҙҙән ҡыҙғандымы,

Әллә кәрәк булды үҙенә –

Ҡабаланып киттең йәшләй генә

Менеп еткәс тауҙың үренә.

Ағастарҙа былбыл һайрағанда

Һинең моңоңдор был, тиәмен.

Йондоҙҙарым ҡабынғанда күктә

Береһе, моғайын, һиндер, Түләгем!

 

Зәкиә Юнысбаева.

Ҡаратал ауылы.

Ҡайындарым

Аҡ ҡайынҡайым илайҙыр,

Бысҡы тейгәс биленә.

Эй, яуыз зат, һинең уға

Нисек ҡулың үрелә?

Ҡош һайрауҙан туҡтап ҡалыр,

Булмаһа ҡуныр ағас.

Ауылымдың ҡото китер,

Аҡ ҡайындар булмағас.

Һаҡлап, яҡлап ҡалайыҡ

Ошо гүзәл байлыҡты!

Ситтәр килеп бөтөрмәһен,

Уятайыҡ халыҡты!

 

Әнисә Юлыева-Ишмуллина.

Татлыбай ауылы.

 

ҠАЙТЫУ

(Хикәйә)

– Бөгөн үк, хәҙер үк өйҙән сығып китәм, ҡайтмайым! Эйе, эйе, бер ҡасан да әйләнеп ҡайтмаясаҡмын! – тип һөйләнеп, ҡабаланып килеп ингән иренә аптырап күҙ һирпте лә, иғтибар ҙа итмәй, күршеһе Зилә, уның кескәй ҡыҙы Гүзәл менән сәй эсеүен дауам итте Нәсимә.

– Тағы нимә уйлап тапты икән? – тигән булды ул. – Көн һайын тигәндәй эсеүе етмәгән...

– Ҡана, ҡайҙа минең таҙа кейемдәрем? Тиҙ бул, әҙерләй һал... – Ирек еткән һаҡал-мыйыҡтарын электр ҡырынғысы менән ҡырып бөтөп, ҡулйыуғыста шаптыр-шоптор йыуына башланы.

– Күрше, хан ҡыҙына юлланаһыңмы әллә, шул тиклем кейенеп-яһанмаһаң? – Зилә лә сәй эскән арала һүҙ ҡыҫтырҙы.

– Ҡайҙа барыуымды үҙем беләм. Мине һағынып көтөп торған кешеләр бөтмәгән! – Ирек эре сирттерҙе. Сығыр алдынан бәләкәй Гүзәлгә лә һүҙ ҡушты:

– Гүзәлик! Пока! Олатайың алыҫҡа китә, хушлаш!

Күрше олатаһының осоп-төшөп, биҙәнеп-төҙәнеп йөрөүен күҙәтеп ултырған ҡыҙсыҡ, селтерәтеп, көлөп кенә ҡуйҙы.

– Атай, көноҙоно урам буйлап һәптәнләп йөрөмәһәң, – тине баянан бирле асыуы килеп ултырған Илшат.

– Әйҙә, үҙегеҙ йәшәгеҙ, донъя иркен ҡала. – Ирек йәһәтләп сығыу яғын ҡараны.

– Сәйәхәтең ҡыҫҡа булып ҡуймаһын, хәйерле юл! – тип көлөп ултырып ҡалды Нәсимә.

– Еңгәй, Ирек ағайҙың ни ҡыланыуы был, ғүмерҙә булмағанды? – Зилә сынаяғын түңкәрҙе лә ҡайтырға йыйынды.

– Эй, ҡайҙа бара тиһең, хәҙер әйләнеп ҡайта ул, күреп тор! Урам буйлап хәйерселәп туймағандыр, кискә тиклем йөрөр ҙә, арып-талып, асығып ҡайтып инер әле. Мал да ашаған еренә ҡайта бит. – Нәсимә лә урынынан тороп, сәй табынын йыйыштыра башланы.

Кискә түгел, иртәгәһенә лә ҡайтманы Ирек. Нәсимә ни уйлап, ни ҡылырға белмәне. Илшат та аптыраны атаһының был ҡыланышына, урам буйында йөрөмәйме икән, тип бер нисә тапҡыр сығып та әйләнде. Тик бушҡа ғына. Иректе күреүсе лә, белеүсе лә булманы. Ҡарағайлы ауылына йәйәүләп китеп барғанын күргәндәр. Кемдән ишеткәндер, был сәләмде Зилә еткерҙе.

Ошо хәбәрҙән һуң Нәсимә күңел тыныслығын юғалтты, үҙенә урын тапманы. Эшкә лә ҡулы барманы, бөтөнләй кәйефе төштө. “Нисек инде, бер ниндәй сәбәпһеҙ-ниһеҙ кит тә барсы әле! Ашайым тиһә – ашы бар, өҫтәле ризыҡ менән тулы, өйө лә ялт итеп тора, балалары ла уның өсөн өҙөлә. Нимә етмәй уға?..” Ошондай уйҙар бырауланы ҡатындың мейеһен. “Тегенеһенә – Лилиәһенә – киткәндер инде... Уныһы, әрһеҙ ҡатын, саҡырып сәләмен дә ебәргәндер әле. Тик ошоға тиклем уға муйынын да бормаған Иреккә ни булған?”

Киске ашты ла улы менән күңелһеҙ генә ашанылар. Илшаттың да кәйефе юҡ, моғайын, атаһы тураһындағы хәбәрҙе уға ла еткергәндәрҙер. Ун алты йәше менән бара инде улы, барыһын да аңлай.

Бер аҙ өндәшмәй ултырғас, Нәсимә:

– Улым, исмаһам, һин әйтмәнең атайыңа, китмә, тип. Бөтөнләй өйгә ҡайтмай ҡуйһа, ҡалайтырбыҙ? – тине, моңайып.

– Эй, әсәй, һин дә инде, атайымдың һүҙен ысынға алмай, көлөп ултырҙың да... – Илшат өҫтәл артынан тороп китте лә бүлмәһенә инеп юғалды. Улының да күҙе йәшкәҙәгәнен күреп, күңеле әрнене ҡатындың.

Төнө буйы керпек тә ҡаҡмай уфтанып сыҡты Нәсимә. Уйламаған уйы ҡалманы, үҙен битәрләне, юҡ ғәйептәрен “барланы”. “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын, тиҙәр. Был йәһәттән уға бәйләнерлек сәбәп юҡ шикелле. Эшләп йөрөһә лә, өйөн ялт иттереп тота, балалары ла тәрбиәле, аш-һыуға ла маһир. Ире эсеп ҡайтһа, ныҡ ҡына әйтә инде. Әммә уныһы, ғәйебен белеп, һин дөрөҫ әйтәһең, ти торғайны... Наҙ биреп еткермәйемдер, ахырыһы, бөтөнләй юхалай, һырпалана белмәйем шул. Ғөмүмән, иренең күҙенә инеп барған, бер туҡтауһыҙ сүселдәүсе бисәләрҙе ене һөймәй. Әйтһә, тура ярып әйтә лә, һүҙемде һүҙ итәйем, тип ялынып-ялбарып тороу ғәҙәте юҡ. Йәш саҡта төҙөлөштә практика үткәндә берәү: “Ты, девушка, слишком гордая, из-за своей гордости многое потеряла и будешь терять”, – тип күрәҙәлек иткәйне. Бик дөрөҫ әйткән, күп тапҡырҙар һынағаны бар, әммә үҙгәрә лә алмай. Ошо ғорурлығы арҡаһында ирен дә юғалтып ҡуйһа?.. Юҡ-юҡ, иртәгә үк ирен – балаларының атаһын – алып ҡайтасаҡ. “Ир бирмәк – йән бирмәк”, тип боронғолар бушҡа әйтмәгән... Ныҡлы ҡарарға килеп, тынысланғас ҡына йоҡлап китте Нәсимә.

Әммә иртән тороуға уйланылған ҡарары юҡҡа сыҡты, әлеге лә баяғы ғорурлыҡ тағы өҫкә ҡалҡып сыҡты. “Юҡ, инәлеп йөрөмәйем, йәшәһен Лилиәһе менән! Был донъяла һәр кем бәхеткә лайыҡ, минең менән бәхетһеҙҙер Ирек...”

Күркәләнеп сығып киткән Иреккә Ҡарағайлыға йәйәү тәпәйләргә тура килде. Урам буйлап улай-былай сапҡан матайлыларға әйтеп ҡарағайны ла бит, улары:

– Унда нимә юғалттың, Ирек ағай? – тип, яуапты ла көтмәй, алып барыуҙан баш тартып, үҙ юлдарынан китеүҙе ҡараны. Барып еткәнсе ҡара тиргә батып әлһерәне, хатта эскән араҡыһының градусы ла осоп бөттө. “Бында нимәгә килдем инде, әллә кире боролорғамы? Йә инде, мыйығы сыҡмаған малай-шалай шикелле елкенеп сыҡ та кит! Нимә юғалттым бында?” – тигән уйҙар менән бер талай тапанып торҙо. Әммә кирегә атларлыҡ хәле лә юҡ, ҡыҙыҡһыныуы ла еңде. “Ирек, Ҡарағайлыға барғайным, унда Лилиәне күрҙем, һине һораша, бер килеп сыҡһын әле, тип сәләм әйтте”, – тип күңеленә ойотҡо һалғайны Фәриға сәмәй ала барғанда. “Унда нимә бар миңә? Тегеләй-былай йөрөй торған холҡом юҡ”, – тип яуаплағайны Ирек. Әммә шул көндән һуң Лилиә иҫенә төшкөләне. Һигеҙенсе синыфты тамамлағас танышҡайнылар, бер йылдай дуҫлашып йөрөнөләр ҙә, бер ниндәй сәбәпһеҙ-ниһеҙ ташлашып ҡуйҙылар. Ирек әрме хеҙмәтенән ҡайтҡанда ул кейәүҙә булып айырылырға ла өлгөргәйне, шикелле. Ҡыҙыҡһынып торманы – бөтөнләй онотҡайны. Әле килеп...

Ишек ҡағып килеп инеүгә Иректең күҙе дүрт булды: өҫтәл артында сәсе-башы туҙған, күп эсеүҙән күҙҙәре шешмәкләнгән Лилиә бер ир менән табын ҡороп ултыра ине. Эреле-ваҡлы өс бала саҡырыуһыҙ ингән ҡунаҡҡа күҙҙәрен таҫырайтып ҡарап торҙо ла, уның ҡулында күстәнәс-фәлән күренмәгәс, кемуҙарҙан йүгерә, шаяра башланы.

– Әйҙә, әйҙә, ингәс, үт, ултыр, – тип әйҙүкләне ир кеше. Бындай осрашыуҙы көтмәгән Лилиә ҡаушай, уңайһыҙлана төштө. Өҫтәлдә теҙелешеп ултырған бысраҡ һауыт-һабаны бер яҡҡа шылдырып, ашъяулыҡты һөртөштөргән булды. Бөхтәлеккә, таҙалыҡҡа өйрәнгән Ирек ытырғанып ҡуйҙы. Лилиәнең йыуылмаған сынаяҡҡа сәй ҡойоп биреүен күргәс, ни тиклем сарсағанһа ла, ҡағылманы. Өнһөҙ ултыра бирҙеләр. Тынлыҡты ир боҙҙо:

– Әллә тартып алайыҡмы? – тип урынынан торҙо. Тышҡа сыҡҡас та һүҙҙәр берекмәне.

– Тәмәкең бармы? – тип һораны ла, яуап та көтөп тормай, кеҫәләрен ҡапшаны. Тәмәке эҙләгән кеше булып бер ус аҡса сығарҙы ла, шаптырлатып кире тығып ҡуйҙы. “Ә-ә, аңлашылды, Лилиәгә килгәнһең, аҡсаң бармы, бына минең бер ус, тип ишараланы түгелме? – тигән уй үтте Иректең башынан. – Тиҙерәк китергә, ҡасырға был йорттан!”

– Йә, ярай, дуҫ кеше, һау бул! – Ирек йүгерә-атлай урамға атлыҡты...

– Эй, Ирек, һин түгелме, күҙең сыҡҡанмы әллә, күрмәйһең дә! – тигән тауышҡа саҡ иҫенә килде. Ҡаршыһында ауыҙы ҡолағына еткән хеҙмәттәше Хәмит тора ине.

Бер аҙҙан улар осрашыу хөрмәтенә мәжлес ҡора ине инде. Ирек хеҙмәттәшенә Ҡарағайлыға килеүен тракторға запчасть эҙләү сәбәбе менән аңлатты, дөрөҫөн әйтергә оялды. Һалдат бутҡаһын бергә ашаған иптәшенә һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, Нәсимәһе, балалары, һәр саҡ йыйыштырыулы йылы өйө иҫенән сыҡманы, ара-тирә уфтанып та алды.

“Йә инде, бер ҙә генә юҡтан елкенеп, ҡыҙмаса баштан әллә нимәгә өмөтләнеп сыҡ та кит, имеш! Ошо ваҡыт Нәсимәһе нимә уйлап йөрөйҙөр инде?” Әммә бер аҙҙан барыһы ла онотолдо. Икенсе көндө Хәмит, Иректең ай-вайына ҡуймай, совхоз үҙәгенә алып китте. Төшөрөргә яратҡан хеҙмәттәше менән тағы бер ауыл гиҙҙеләр, таныштарын барланылар, һыйландылар.

Өйҙән сығып китеүенең өсөнсө көнөнә кис кенә арып, асығып, йонсоп ҡайтып инде Ирек. Иренең инде бер ваҡытта ла ҡайтмаҫын уйлап, яҙмышына күнә башлаған ҡатын аптырап китте.

– Нәсимәм, һин – минең берҙән-берем, йәрем, бауыр ярам. Мин бит һинән ҡабат китмәҫ өсөн ҡайттым. Һинһеҙ йәшәй алмағанымды аңлар өсөн йөрөп килдем...

Аҡыллы, ғорур ҡатын бахыр ҡиәфәтендәге иренә бер тултырып ҡараны ла өндәшмәне – барыһын да аңлағайны инде.