Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

БАЙМАҠТЫҢ ТЫНҒЫҺЫҘ ЭШҺӨЙӘРҘӘРЕ

Эшҡыуарлыҡҡа, кәсепселеккә бәйле яңы рубрикабыҙҙы Баймаҡ районынан башлап ебәреүебеҙ һис тә осраҡлы түгел. 1969 – 1982 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ райкомында 1-се секретарь вазифаһын башҡарған Имамов Рәйес Имам улының Баймаҡ хаҡында әйткән һүҙҙәрен төбәк халҡы һаман да онотмаған, йылмайыу ҡатыш ғорурланып иҫкә ала: «Баймаҡ Башҡортостанһыҙ йәшәй ала, ә республика Баймаҡһыҙ йәшәй аламы икән?» Оло быуын вәкилдәре һөйләүенсә, Дүртөйлө районының Ҡуяҙыбаш ауылында тыуып үҫкән Рәйес Имам улы 1982 йылда икенсе эшкә тәғәйенләнеү сәбәпле күсеп киткәндән алып ғүмеренең аҙағынаса (1995 й.) Баймаҡ ерен, уның ихлас һәм эшһөйәр халҡын һағынып, юҡһынып йәшәгән, күңелендә район хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлаған.

Рәйес Имамовтың Баймаҡ хаҡындағы был һүҙҙәренең асылын күптәр райондың үҙенсәлекле тәбиғәтенә, кешеләренең сәнғәткә, мәҙәниәткә маһирлығына, халыҡ ижады ынйыларының, йола-традицияларҙың нәҡ ошонда нығыраҡ һаҡланып ҡалыуына бәйле рәүештә аңлар һәм яңылышмаҫ та. Әммә бындай аңлау барыбер ҙә хәҡиҡәттең тик яртыһын ғына тәшкил итер.

Уралҡайҙың аҫты алтын,

Өҫтө шиғыр, үҙе нур;

Киләсәктә был ергә

Хоҙай үҙе ҡыҙығыр...

Юғарылағы шиғыр юлдарын мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич тап ошо төбәктә йөрөгәндә ижад иткән. Бер яҡтан Ирәндек тауҙары менән тамғаланған, икенсе яҡтан Һаҡмар, Таналыҡ йылғалары менән таҫмаланған, ҡалын урмандар менән ҡаймаланған, сикһеҙ далалар менән тамамланған был район биләмәһе, ысынлап та, Хоҙай үҙе ҡыҙығырлыҡ шул. Төбәктең урманға ла, тауҙарға ла, йылға-күлдәргә лә, далаларға ла, ер өҫтө һәм ер аҫты байлыҡтарына ла үтә бай булыуы элек-электән ошо яҡты төйәк иткән халыҡтың көнитмешендә, кәсеп-шөғөлөндә, рухиәтендә, мәҙәниәтендә, донъяға ҡарашында, фәлсәфәһендә сағылыш тапҡан. Ер аҫты байлыҡтарына килгәндә, Баймаҡ районында табылған файҙалы ҡаҙылмалар араһында башлыса баҡыр колчеданы, полиметалл мәғдәндәр, шул иҫәптән пирофиллит, марганец мәғдәндәре, бөртөклө һәм мәғдәнле алтын, һоро күмер, төҙөлөш материалдары, торф, биҙәү таштары, йәшмә һ.б. күп осрай.

Төбәк элек-электән мәғдәнселәре менән дан тотҡан. Әммә батшалыҡтың сәйәсәте төбәктең сәнәғәт йәһәтенән үҫеүен сикләүгә йүнәлтелгән була. Башҡорттарға алтын сығарыу, уны һатыу менән шөғөлләнеүҙе тыйған закон ҡабул ителгәндән һуң Верхнеуральск өйәҙендә керҙәшлек (припуск) шарттарында тәүге алтын приискылары барлыҡҡа килә: мәҫәлән, Күсей ауылы эргәһендә А.С. Жемчужников приискыһы.

1861 йылда илдә крепостной хоҡуҡ юҡҡа сығарылғас ҡына төбәккә Үҙәк Рәсәйҙән күсеп килеүселәр арта. Мигранттарға мәғдәнселек менән шөғөлләнеү мөмкин булғас, тап ошо мәлдә төбәктә тау һәм алтын сығарыу сәнәғәте нығына. Төбәк үҫешенә алтын приискылары хужалары Андреевтар, Горяевтар, Жуковскийҙар, Рәмиевтар ҙур өлөш индерә. Күп һанлы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, алтын һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығын билдәләү, сығарыу һәм эшкәртеү боронғо башҡорт мәғдәнселәре өлгөһөндә, уларҙың күп быуаттарға һуҙылған тәжрибәһе нигеҙендә башҡарыла. Бөгөн килеп баймаҡтар тау эшенә, таш сығарыуға ныҡлап тотонған икән, был атай-олатайҙарҙың шөғөлөн яңыртыу, уны заманға ярашлы дауам итеү булып аңлашыла. Ә инде ағас эшкәртеүгә, йылҡысылыҡҡа, умартасылыҡҡа килгәндә, был шөғөлдәр борон-борондан халҡыбыҙҙың көнитмешен билдәләгән, милли йолалары булып нығынған.

Төбәктә үткән быуатта тау сәнәғәтенең, башҡа тармаҡтарҙың ниндәй кимәлдә үҫешкәнлеген билдәләү өсөн түбәндәге миҫалдарға күҙ һалыу ҙа етә. Уларҙың барыһында ла ерле халыҡтың борон-борондан килгән шөғөл-кәсептәренең заманға ярашлы яңыса ойошторолоуын күрәбеҙ:

– урындағы халыҡтың көсө менән 1922 йылда – Түбә бегун фабрикаһы, 1924 йылда Баймаҡ алтын-баҡыр заводы эш башлай. 1925 – 1935 йылдарҙа Баймаҡ төбәге республиканың алдынғы сәнәғәт районы була: илдә сығарылған алтындың – 10, баҡырҙың 12 процентын тәьмин итә. 1985 йылда 1414 тонна ҡарайтылған баҡыр етештерелһә, 1935 йылда был күрһәткес 4287,4 тоннаға барып етә. 1928 йылда «Башгортрест» составында Баймаҡ алтын-баҡыр заводы, 2 бегун фабрикаһы һәм 13 рудник була;

– 1933 йылда Баймаҡта барлыҡҡа килгән «Башзолото» алтын-баҡыр тресында 1941 йылда – 1935 килограмм, 1942 йылда – 1308, 1943 йылда 800 килограмм алтын йыуыла;

– 1933 йылда 3 совхоз («Йылайыр» игенселек совхозы, «Һәүәнәк» мал үрсетеү совхозы, 46-сы йылҡысылыҡ заводы), 31 колхоз, машина-бесән сабыу станцияһы эшләй. Сәсеүлек майҙандары 28,8 мең гектар тәшкил итә, һыйыр малы һаны – 16 мең, йылҡы – 10,9 мең баш. Баймаҡ заводы идаралығы (Баймаҡ баҡыр иретеү заводы, кирбес заводы, Юлалы һәм Баҡырүҙәк рудниктары), Түбә, Байҡара прииск идаралыҡтары, Баймаҡ ит комбинаты урындағы сәнәғәтте билдәләй;

– 1970 – 1980 йылдарҙа Ленин орденлы «Йылайыр» совхоз-техникумының дөйөм сәсеү майҙаны 35 мең гектар тәшкил итә. Уңыш мул булған йылдарҙа халыҡ телендә «Иген заводы» тип йөрөтөлгән был совхоз-гигант республиканың 3 – 5 районы үҫтергән саҡлы иген йыйып ала;

– 1917 – 1922 йылдарҙа эшләгән Таналыҡ-Баймаҡ алтын-баҡыр заводы 1924 йылда Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Баймаҡ алтын-баҡыр заводы итеп үҙгәртелә, 1931 йылдан ул Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге баҡыр иретеү заводы булып китә. 1925 – 1928 йылдарҙа заводта 6,442 мең тонна ҡара баҡыр, 18 бот алтын, 155 бот баҡыр иретелә. 1931 йылғы күрһәткестәр буйынса Баймаҡ баҡыр иретеү заводында табылған ҡара баҡыр СССР-ҙа етештерелгәндең – 12 процентын, РСФСР-ҙағының 40 процентын тәшкил итә;

– 1930 йылда СССР Халыҡ комиссариаты тарафынан Рәсәйҙең Ҡыҙыл атлылар армияһын башҡорт тоҡомло аттар менән тәьмин итеү маҡсатында Баймаҡта 46-сы йылҡысылыҡ заводы ойошторола. 1932 йылда унда йылҡы малының һаны 2830 башҡа барып етә. 1942 йылда хужалыҡ Украинанан эвакуацияланған 117-се (1800 баш йылҡы малы менән), 80-се (1000 баш йылҡы) йылҡысылыҡ заводтарын үҙенә ҡабул итә. Бөйөк Ватан һуғышына Баймаҡтағы 46-сы йылҡысылыҡ заводы 800 баш яу аты оҙата.

Баймаҡтың Рәйес Имамов әйтергә теләгән икенсе сифаттағы күркәм яҡтарының бик аҙ ғына өлөшө былар. Яңы рубрикалағы мәҡәләләрҙең бисмиллаһын тап ошо төбәктән башлап, һеҙҙе райондың тынғыһыҙ эшмәкәрҙәре менән таныштырабыҙ.

Халыҡ бер ҡуҙғалһа, тау аҡтарырға әҙер...

(Хакимиәт башлығына өс һорау)

Эшләп булмаҫтай эш булмай,

эшләй алмаған кешеләр генә була...

Аҡыл эйәһенең әйткәне.

Баймаҡ районында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программалары уңышлы эшләп килә. 2011 – 2013 йылдарҙа башланғыс этапта 148 кеше дөйөм күләмдә 35,5 миллион һум ярҙам алған. Үткән йылда 10 миллион 897 һум аҡса лизинг килешеүҙәре буйынса бурыстарҙы ҡаплауға йүнәлтелгән. Был субсидия өсөн кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың 20 субъекты һайлап алынған. 2016 йылда Баймаҡ районы бюджетынан ошо маҡсат өсөн 1 миллион һум аҡса бүленгән.

2011 йылдан башлап 3 крәҫтиән (фермер) хужалығы «Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» программаһында ҡатнашып, дөйөм күләме 9 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булды. 2011 – 2015 йылдарҙа «Яңы эш башлаусы фермер» программаһына Баймаҡ районынан 25 фермер ингән. Был ярҙамдан файҙаланыусыларҙың һаны буйынса район республикала беренсе урынды биләй. Ошо уҡ йылдарҙа төбәктән яңы эш башлаусы тағы ла 9 фермер грант алыу өсөн конкурстан үтте. 2011 – 2016 йылдарҙа эштәрен ойошторған Баймаҡ фермерҙарына бирелгән гранттарҙың дөйөм суммаһы 42 миллион һум тәшкил итә. «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһының 2015 – 2017 йылдарҙа үҫеше» маҡсатлы тармаҡ программаһында ла ҡатнашты баймаҡтар. «Буранбай» ауыл хужалығы кооперативы, мәҫәлән, ошо программа буйынса 2 миллион 812 мең һум грант алды. Был проект райондың төньяҡ өлөшөндәге крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар етештергән һөттө йыйыуға, уларҙың матди-техник базаһын нығытыуға булышлыҡ итәсәк.

Икенсе Этҡол ауылында «Дәүләкән аяҡ кейемдәре фабрикаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең филиалы нигеҙендә – 60, «Колибри» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең цехтары асылыу һөҙөмтәһендә Ҡолсора ауылында – 80, Йомашта 200 эш урыны булдырылған.

2011 – 2016 йылдарҙа районда урта һәм кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн 97 миллион 844 мең һум дәүләт ярҙамы күрһәтелеп, унда 205 субъект ҡатнашҡан.

Барлыҡ яңы башланғыстар, әлбиттә, район етәкселегенең тырышлығына бәйле. Шуға күрә Баймаҡтың тынғыһыҙ эшһөйәрҙәре хаҡындағы һүҙҙе район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдыҡовҡа өс һорау биреүҙән башлауҙы урынлы тип таптыҡ.

– Илшат Хәмит улы, илебеҙ халҡы, бик һуңлаңҡырап булһа ла, хәҙер социализмдың кире ҡайтмаҫын тулыһынса аңланы булһа кәрәк. Күптәр совет осорондағы һымаҡ юғарынан кемдеңдер нимәлер килеп эшләп биргәнен, ярҙам иткәнен көтөп ултырыуҙан төңөлдө, әлбиттә, һаман шул дәүер эйфорияһы менән йәшәүселәр ҙә юҡ түгел. Әммә ундайҙар күпселекте тәшкил итмәй хәҙер. Шуныһы үкенесле: үҙгәртеп ҡороуҙар ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт элек башланһа ла, аңлауҙар бик һуңлап килә. Хәҙер ҡайһы бер мөмкинлектәр бөтөнләйгә ҡулдан ысҡынғандыр инде. Ә инде яңыса уйлағандар үҙ ҡулың менән эшләмәйенсә бер нәмә лә килеп сыҡмаҫын төшөнөп, яҙмышын үҙ ҡулына ала башланы. Был хәрәкәтте Баймаҡ районы миҫалында ла күрергә була. Һеҙ был хәлгә ниндәй баһа бирәһегеҙ? Халыҡ аңындағы үҙгәреште нисек тояһығыҙ?

– Әлбиттә, кешенең аңын ҡапыл ғына һындырыу ҙа мөмкин түгелдер. Социализм осоронда барыһы ла насар булды, тип тә әйтә алмайбыҙ, киреһенсә, ауыл хужалығы тап шул осорҙа илебеҙ күрмәгән бейеклектәргә күтәрелде. Был – бер. Икенсенән, беҙҙең халыҡ һәр мәсьәләне үҙе кисереп, бар ыҙалығын күреп, тойоп, төбөнә төшөп аңламайынса тороп, фекерен үҙгәртмәй. Кешене һүҙ менән генә ышандырыу, фекерен үҙгәртеү бик еңелдән түгел. Әммә мәсьәләнең икенсе яғы бар: беҙҙең халыҡ, бер ҡуҙғалһа, тау аҡтарырға әҙер.

Мин йәшәйеш, донъяға ҡараш үҙгәреүен хәҙер ныҡ тоям. Районыбыҙҙың «Йылайыр» совхозы һымаҡ дала өлөшөндә лә, урманлы-таулы урта биләмәлә лә, Һаҡмар зонаһында ла ҡуҙғалыш барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, тыуған ауылым Темәсте алғанда ла, бөгөн унда кеше әллә күпме төрлө эш менән шөғөлләнә. Совет осорона ҡарағанда ла күберәк төрлө шөғөл, эш урындары барлыҡҡа килде. Бөгөн был ауылда утыҙ бер таҡта ярыу цехы эшләп килә. Карьер асып, таш эшкәртеү оҫталары үҙ эшен киң йәйелдерҙе. Тәүге осорҙа сығарылған ташты йөк машиналарына тейәп, һатып ҡына аҡса эшләйҙәр ине. Хәҙер унда егеттәр заказ буйынса кәрәкле дәүмәлдә ташты түңәрәкләп йә дүрткелләп ҡырҡа, шымарта, кемгә ниндәй рәүештә, нисек кәрәк, шулай итеп әҙерләй. Темәстә яйлап фермерҙар ҙа барлыҡҡа килә, унда күҙәтелгән үҙгәрештәр районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарына ла хас.