Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

КИТАПЛЫ МИЛЛӘТ – ҠУРСАУЛЫ МИЛЛӘТ

Кеше аңының иң бөйөк ҡаҙанышы булған китап хаҡында бик күпте һөйләргә мөмкин. Әгәр уны иң ябай һүҙҙәр менән аңлатыу талап ителһә, моғайын, аҡыл һәм тәжрибә тупланған йыйынтыҡ, тип тә атарға булыр ине. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте директоры Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов менән ҡорған әңгәмәбеҙ китап, әҙәбиәт, ижад, матбуғат баҫмалары һәм улар тирәһендәге мәшәҡәттәр, проблемаларға бәйле барҙы.

 

– Шундай риүәйәт бар. Бер илдең батшаһы өлкән йәштәге кешеләрҙе үлтерергә бойороп фарман сығарғас, ғәскәрҙең йөҙбашы үҙенең атаһын һандыҡта йәшереп алып ҡалған. Бөтә өлкәндәр юҡ ителгән, ә йөҙбаш атаһы ятҡан һандығын хәрби походтарға алып йөрөй башлаған.

Бер саҡ батша баҡсаһына инеп, ундағы күл янында ял итеп ултырһа, һыу төбөндә алмас ялтырап ятҡанын күреп ҡалған. Аҫылташты ҡулына тотоп ҡарағыһы килеп, батша күл төбөнә хеҙмәтселәрен сумдырырға тотонған. Әммә уларҙың береһе лә эҙләгәнен таба алмаған. Уның ҡарауы, алмас һаман да батшаның күҙен ҡыҙҙырып, ялтырап ята биргән. Батша тағы ла бер фарман иғлан иткән. Уның буйынса батшалыҡ ғәскәрендәге һалдаттар сиратлап күл төбөнә сумып, алмасты эҙләргә тейеш булған. Буш ҡул менән сығыусыларҙың башы киҫелә торған. Бик күп һалдат батшаның фарманына ярашлы ғүмере менән хушлашҡан. Бына бер көн сират йөҙбашына килеп еткән. Ул, төн еткәс, атаһын һандыҡтан сығарған да бәхилләшергә булған. Атаһы унан:

– Ә батшаның баҡсаһындағы күл янында ағас бармы? – тип һораған.

– Бар, – тип яуаплаған улы.

– Улайһа, күлгә тәрәнерәк сумыр өсөн батшанан шул ағас башына менеп һикерергә рөхсәт һора, – тигән атаһы.

Улы атаһы менән бәхилләшеп, күл янына килгән дә, тәрәнерәк сумыу һылтауы менән ағас башына менеп һикерергә рөхсәт һораған. Батша рөхсәт иткән. Егет ағас башына менгәс, унда ҡош ояһы күргән. Оя төбөндә алмас ята, ти. Аҫылташты кеҫәһенә тығып, күлгә сумған егет. Бик оҙаҡ йөрөгән ул күл төбөндә һәм ҡулына алмас тотоп килеп сыҡҡан.

Батшаның шатлығының сиге булмаған. Шулай ҙа ул йөҙбашынан алмасты нисек табыуын аңлатыуҙы талап иткән, әгәр ҙә серҙе асмаһа, уны ла үлем язаһы көтөүе хаҡында белдергән. Егет барыһын да һөйләп биргән. Ошонан һуң батша өлкән йәштәге кешеләрҙе үлтереү хаҡындағы фарманын ғәмәлдән сығарған. Шуны аңлаған хаким: оло кешеләрҙең аҡылы, тәжрибәһе йәш быуынды тәрбиәләргә кәрәк буласаҡ.

Был риүәйәт ни өсөн кәрәк булды һуң? Әйтәйек, гәзиттә башлыса көндәлек, аҙналыҡ, айлыҡ фекер тупланһа, журналда йыллыҡ, бер нисә йыллыҡ фекер урын ала, ә китапта быуатлыҡ, тотош дәүерлек фекер, тәжрибә сағылыш таба. Китап, ошо риүәйәттәгесә, ил мәнфәғәте, йәш быуынды тәрбиәләр өсөн мотлаҡ кәрәкле булған оло быуындың тәжрибәһе, аҡылы кеүек. Ошо күҙлектән ҡарағанда, илгә, дәүләткә, милләткә һәр ваҡыт оло быуын вәкилдәре, уларҙың тәжрибәһе кәрәк булған кеүек, китапҡа ла ихтыяж мәңге буласаҡ. Әммә хәҙерге йәмғиәтебеҙҙә китап яйлап икенсе, өсөнсө планға тороп ҡала, уның урынын башҡа ҡиммәттәр ала бара һымаҡ. Шулай түгелме?

– Заман ҙур тиҙлектә үҙгәреш кисерә. Элек меңәр-меңәр йылдарға һуҙылған үҫеш хәҙер күҙ асып йомған арала күҙәтелә. Былтырғы менән быйылғыны, хатта кисәге менән бөгөнгөнө сағыштырырлыҡ түгел. Шуның кеүек китаптың йәмғиәттә тотҡан ролендә лә ниндәйҙер айырмалыҡ барҙыр. Әммә уның ил, дәүләт, милләт тормошондағы әһәмиәте һәр заман өсөн дә берҙәй үк. Эйе, китапты риүәйәттә йөҙбашының һуғыштарҙа һандығында һаҡлап йөрөткән атаһына тиңләргә мөмкин. Сөнки китапта халыҡтың тарихы, тәжрибәһе, аҡылы сағылыш таба. Тимәк, образлы итеп әйткәндә, атайлы кеше – китаплы кеше, китаплы кеше – атайлы кеше. Китап һәр заманда ла атайҙар ролен үтәгән, үтәй һәм үтәйәсәк. Ул элек тә шулай булған, быуаттарҙан-быуаттарға күсә килә, киләсәктә лә шулай ҡаласаҡ. Фекерҙе ошо йүнәлештә ҡорғанда, атайһыҙ кеше булмаған кеүек, китапһыҙ милләт тә, дәүләт тә, уларҙың киләсәге лә юҡтыр.

Шүлгәнташ мәмерйәһе стенаһында табылған һүрәттәрҙе лә халҡыбыҙҙың тәүге китаптарына тиңләргә була. Ғалимдар иҫбатланы: был һүрәттәр халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы «Урал батыр» эпосының сюжетына тура килә.

Китаптарҙа дәүерлек кенә түгел, мәңгелеккә торош иткән фекерҙәр ҙә, тәжрибә лә туплана. Гәзиттәрҙә, журналдарҙа, ысынлап та, башлыса көндәлек, айлыҡ, йыллыҡ фекерҙәр сағылыш таба. Әммә был хәл матбуғат баҫмаларының, унда хеҙмәт итеүселәрҙең тәжрибәһе ҡойто булыуын аңлатмай, уларҙа ла быуатлыҡ, мәңгелек фекерҙәр сағылыш табыуы бар. Әммә уларҙың тәғәйенләнеше, әйткәнемсә, башлыса кешелек йәшәгән заманға бәйле.

Совет осоро менән сағыштырғанда ла китапҡа иғтибар хәҙергеһенән ныҡ айырыла. 60 – 70-се йылдарҙа илебеҙ халҡы китапты, матбуғатты күп уҡыны. Сөнки электрон мәғлүмәт саралары, телевидение үҫешмәгән саҡта нәҡ улар иң төп мәғлүмәт сығанағы булып торҙо. Ул саҡта интеллигенция вәкилдәре генә түгел, колхоз-совхоздарҙа хеҙмәт итеүсе байтаҡ тракторсылар, һауынсылар, мал көтөүселәр ҙә ауыл, район китапханаларындағы күпселек китаптарҙы уҡып сыға ине. Өҫтәүенә, һәр ҡалала, район үҙәктәрендә, күп кенә ҙур ауылдарҙа китап магазиндары эшләне, йәғни ихтыяж тәҡдимде тыуҙырҙы. Ҡыҫҡаһы, ул заман китап уҡыу, аң-белемгә һыуһау шауҡымы булды. Хәҙер иһә китапты, матбуғат баҫмаларын уҡыусылар кәмене. Элегерәк туған телебеҙҙә сыҡҡан гәзит-журналдарҙың тиражы 60 – 100 мең тирәһе булған. Китаптарҙың тиражы ла ул саҡта бер нисә тиҫтә мең дана тәшкил итһә, хәҙер бер-ике меңдән артмай.

Был хәлде, бер яҡтан, ҡағыҙ китаптан электрон вариантҡа күсеү процесы барыуы менән аңлатырға була. Кеше хәҙер күп мәғлүмәтте Интернет, телевидение, радио аша ала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, киләсәктә китаптың әһәмиәте барыбер ҙә кәмемәҫ, киреһенсә, артыр, тип уйлайым.

– Совет осоронда Мәскәүҙә нәшер ителгән әҙәби баҫмаларҙың тиражы бер нисә миллионға еткән, беҙҙең «Ағиҙел» журналының да 60 мең данала сыҡҡан йылдары булды. Мәскәүҙә баҫылған ҡайһы бер китаптарҙың тиражы миллион дана ине, Өфөлә лә бер нисә тиҫтә меңлектәр сыҡҡыланы. Бөгөн килеп әҙәби китаптарҙың, әҙәби гәзит-журналдарҙың тиражы аҙ булыуына ҡарап ҡына «әҙәбиәт тормошобоҙҙа икенсе-өсөнсө планға ҡала бара, ул айырым бер төркөмдөң генә хоббиһы булып ҡала килә, кешеләр прагматикҡа әүерелде» тигән фекерҙе яҡлайҙар.

Әммә бының менән һис тә килешке килмәй. Әлбиттә, ҡиммәттәр, ҡиблалар үҙгәрмәй ҡалманы, шул уҡ ваҡытта кеше күңеленең әҙәби-мәҙәни ихтыяжы элекке менән сағыштырғыһыҙ кимәлдә артты ғына. Бер нисә генә миҫал. Әйтәйек, бөгөн кабель телевидениеһы аша йөҙәрләгән канал ҡарайбыҙ, уларҙың яртыһында тиерлек нәфис фильмдар, мультфильмдар, концерт программалары, шоуҙар бар. Ә нимә һуң ул кино? Фильмдар әҙәби әҫәрҙәр, сценарийҙар нигеҙендә ижад ителә. Концерт программаларында яңғыраған йырҙарҙың нигеҙендә иһә шиғриәт ята. Илебеҙҙең меңәрләгән театрҙарында барған спектаклдәр ҙә – драматургтарҙың ижад емеше. Тимәк, әҙәбиәттең китаптар даирәһенән киңерәк майҙанға сығыуы, йәшәйешебеҙҙең башҡа өлкәләрен яулауы хаҡында һүҙ алып барырға була! Бөгөн әҙәбиәт китаптан экранға, сәхнәгә күсте. Был хаҡта нимә уйлайһығыҙ?

– Эйе, әҙәбиәт шул рәүешле тормоштоң башҡа өлкәләренә таралды. Икенсенән, элек хәҙерге һымаҡ альтернатива булманы тип әйтерлек. Хәҙерге ваҡытта һәр өйҙә телевизор бар. Элек, улай булмағас, кеше китап ҡына уҡыны. Өсөнсөнән, гәзит-журналдар ҙа күбәйҙе. Совет дәүеренән һуң башҡорт телендә донъя күргән матбуғат артты. Мәҫәлән, беҙ элегерәк «Йәшлек», «Киске Өфө» гәзиттәре, «Шоңҡар», «Аҡбуҙат», «Ватандаш», «Тамаша» журналдары, үҙаллы сыҡҡан район гәзиттәре хаҡында хыяллана ғына инек. Урыҫ телендәге «Бельские просторы», «Рампа», «Сельские узоры», «Истоки», татар телендәге «Өмет», «Тулпар», «Әллүки» шулай уҡ яңы заманда барлыҡҡа килде. Айырым баҫмаларҙың тиражы кәмеүен уҡыусыларҙың ошо гәзит-журналдарға бүленеүе менән дә аңлатырға була.

Ҡыҫҡаһы, хәҙер кеше алдында һайлау мөмкинлеге бар. Китабын таба алмаған әҫәрҙең электрон вариантын табып уҡырға була, йәнең теләгән фильмды Интернетҡа инеп ҡарарға мөмкин.

– Матбуғат баҫмалары төрлөсә биҙәлеп, төҫлө фотолар менән баҫыла башлағас, атайым ҡыҙыҡлы ғына фекер әйткәйне: «Гәзит-журналдар хәҙер шул тиклем матур, уларҙың һүрәттәрен, фотоларын ҡарағандан һуң мәҡәләләрен уҡығы килмәй...» Ул үҙенең был фекерен беҙҙең яҡта элек булған ҡыҙыҡлы бер күренеш менән дәлилләне. Әүәл беҙҙең атай-олатайҙар ҡаҙаҡтар менән тығыҙ аралашып йәшәгән, берлектә йыйындар үткәргән, ҡыҙ биреп, ҡыҙ алышҡан. Шул саҡта ике яҡтың ашамдары (күп итеп ашай алған кешеләрҙе шулай атағандар, ҡайһы бер ырыуҙарҙа «ашам» аралары һаҡланған) ит табынында ярышҡан. Шундай сараларҙың береһендә Ирәндек буйының бер ашамы ҡаҙаҡ ашамын еңер өсөн алдына ҡуйылған бер туҫтаҡ итте артына ултыртып, ҡарамайынса ҡулы менән ынтылып алған. Был осраҡта ул үҙен күҙе туйыуынан һаҡлаған, имеш. Ысынлап та, бындай аңлауҙа ерлек бар: матур, ялтыр әйбер кешене тиҙ ялҡыта, бүктерә. Ошо күренеште төрлө төҫтә сыҡҡан гәзиттәр менән дә сағыштырып була бит: күҙ туйыу йөкмәткене икенсе планға күсермәйме? «Иң яҡшы китап – иң күңелһеҙ китап»,– тигән бер аҡыл эйәһе...

– Бында ике төрлө фекер йөрөтөргә мөмкиндер. Беренсенән, ысынлап та, төрлө төҫтәр менән мауығыуҙың йөкмәткене онотоуға, икенсе планға күсереүгә килтереүе лә мөмкин, икенсенән, матур тышлыҡ, биҙәлеш йөкмәткегә реклама ролен үтәй ала. Мәҫәлән, бөгөн беҙҙә иң күп һатылған һәм таралған баҫмалар балалар өсөн сыға. Республикабыҙҙа, унан ситтәге район-ҡалаларҙа күргәҙмәләр ойошторабыҙ, төрлө сараларҙа, һабантуйҙарҙа ҡатнашабыҙ. Шунда балалар өсөн китаптарҙы күпләп һатып алалар. Уларҙың тышы уйынсыҡ һымаҡ йәлеп итергә, ялтырауыҡлы булырға тейештер. Сөнки бала иң тәүҙә шуға иғтибар итә. Әгәр ҙә оҡшатһа, ул ата-әсәһенән мотлаҡ шул китапты алдырта. Шул уҡ ваҡытта бала алданып ҡалмаһын өсөн баҫманың йөкмәткеһе хаҡында ла уйларға тейешбеҙ. Китап баҙарҙағы тауар һымаҡ. Кәнфитте матур ҡағыҙға төрһәң, ул тиҙерәк үтә бит. Элек, мәҫәлән, магазиндарҙа печенье, кәнфит тоҡтар, йәшниктәр менән ултыра торғайны. Хәҙер уларҙы ниндәй генә ҡаптарға һалмайҙар, нисек кенә төрмәйҙәр. Был кешегә психологик яҡтан тәьҫир итә.

Әлбиттә, башҡа китаптарҙың биҙәлешенә лә иғтибар кәрәк. Әммә беренсе урында барыбер ҙә йөкмәтке торорға тейеш. «Кейемгә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылға ҡарап оҙаталар», – ти урыҫтар. Шуға ла дизайн менән артыҡ мауығып, тексты оноторға ярамай. Иң отошлоһо – китаптың биҙәлеше лә матур, йөкмәткеһе лә бай булғаны.

Гәзит-журналдарға килгәндә, «Российская газета», мәҫәлән, төрлө төҫлө булып та сыға ала ине. Әммә ул аҡлы-ҡаралы стиленә тоғро булып ҡалды. Редакция коллективы уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итер өсөн беренсе битте оҫта файҙалана. Унда гәзиттең эске биттәрендәге мәҡәләләрҙең башы бик ҡыҙыҡлы итеп, реклама рәүешендә биҙәп бирелә. Уларҙы ҡарағандан һуң шундуҡ эстәгеһен асып уҡығы килә.

– Шул уҡ ваҡытта уҡый торған һәм ҡарап ҡына сыға торған баҫмалар була. Беҙ, ғәҙәттә, шулай әйтәбеҙ: «Ул диванда гәзит уҡып йә журнал ҡарап ултыра...»

– Минеңсә, хәҙерге заманда иң отошлоһо – аналитикаға ҡоролған мәҡәләләр. Әгәр ҙә яҙма беренсе һөйләменән үк  уҡыусыны йәлеп итә икән, тимәк, уның авторы маҡсатына өлгәшкән. Телевизорҙа барған фильм һымаҡ: әгәр ҙә фильм тәүге биш минутта һине ҡыҙыҡһындырмай, эләктереп алмай икән, йәһәт кенә икенсе каналға күсә һалаһың. Бында ла – шул уҡ һайлау мөмкинлеге.

– Һуңғы ваҡытта балаларҙың компьютерға күпләп ылығыуы оло проблемаға әүерелде. Был осраҡта китап нисектер ситтәрәк, төҫһөҙләнеп ҡалған кеүек. Күпселек ата-әсәләр балаларын заман машинаһына бөтөнләй яҡын ебәрмәү яғында, икенселәре уларҙың компьютер менән аралашыу ваҡытын сикләүҙе хуплай. Әммә ике осраҡта ла «Тыйылған нәмә татлы була» тигән принцип үҙенекен эшләй һәм балалар гаджеттар менән йәшерен рәүештә мауыға, ата-әсәләре өйҙә юҡта йә төндәрен аралашыу юлдарын эҙләй башлай. Шул уҡ ваҡытта баланың алдындағы компьютерын тартып алып, ҡулына китап тоттороу ҙа дөрөҫ булмаясаҡ, сөнки уның күңелендә китапҡа ҡарата ытырғаныу тойғоһо барлыҡҡа киләсәк. Бында иң отошлоһо – китаптың йөкмәткеһен компьютер эсенә индереүҙер, тип уйланыла. «Мөхәммәт тауға бармаһа, тау Мөхәммәткә үҙе киләсәк» тигән принципҡа ярашлы үҙенән-үҙе электрон китаптар хаҡында һүҙ алып барыу ихтыяжы тыуа. Ғөмүмән, Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә был мәсьәлә нисек хәл ителә?

– Бик дөрөҫ фекер. Әгәр ҙә балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр компьютер,  Интернет менән мауыға икән, беҙ ошонан файҙаланып уларҙы китапҡа, әҙәбиәткә йәлеп итә алабыҙ. Компьютер беҙгә был осраҡта ярҙамсы, уға сик ҡуйып, урынына балаға китапты туранан-тура тәҡдим итеү «Көслөк менән асылған күҙҙең нуры булмай» тигәнде раҫлау ғына буласаҡ. Хәҙер беҙҙең тормош Интернет, компьютер менән айырылғыһыҙ бәйле, был технологияларҙың мөмкинлектәре бихисап. Хәҙер текст аша ғына түгел, төрлө һүрәттәр, йәнһүрәттәр, сюжетҡа ҡоролған инсценировкалар һ.б. ярҙамында ла баланың иғтибарын китапҡа йәлеп итеп була, йәғни төрлө формаларын уйларға кәрәк. Был тәңгәлдә “Китап“ нәшриәтенең “Тамыр“ телестудияһы менән берлектә сығарған “Янур“ исемле мультимедиа проектын миҫал итеп килтерә алабыҙ.

Электрон китаптарға килгәндә, улар беҙҙә сығарыла, сайтыбыҙҙа ла бар. Әммә беҙҙең уҡыусылар электрон версия ҡулланыуға әлегә әҙер түгел. Беҙ уларҙы сайтыбыҙ аша арзан ғына хаҡҡа тәҡдим итәбеҙ, бик аҙы ғына һатып алына. Йылына ун бишләгән китапты электрон вариантта ғына сығарабыҙ. Бынан тыш, үҙебеҙҙә нәшерләнгән ҡайһы бер баҫмаларҙың электрон версияларын сайтыбыҙға ҡуябыҙ. Әммә күпселектең әлеге көндә ҡулына ҡағыҙ китап тотоп уҡығыһы килә.

– Ҡағыҙ – документ, уға ышанырға була, тигән хәҡиҡәт бында, бәлки, үҙен һиҙҙерәлер?

– Икенсенән, «Ташҡа уйылған, аҡҡа төшкән юйылмай» тигән һүҙ ҙә бар халыҡта. Күп уҡыусыларыбыҙҙың ауылда йәшәүе лә бында үҙенекен итәлер. Әммә яйлап, яңы быуындар менән бергә электрон китап уҡыусылар ҙа мотлаҡ ишәйәсәк. Йәштәр үҫеп килә, бында күпмелер ваҡыт үтеүе шарт.