Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Таңһылыу Ғүмәрова

Йәмиләкәй

Һалҡын алдырып дауаханаға яттым. Ике көндән хәлем еңеләйҙе, палатала бергә ятҡан кешеләрҙе күҙәтә башланым: береһенән-береһе йәшерәк ҡатындар бәләкәстәрен ҡосаҡлап ултыра... Балаҡайҙары йүткерә, температуралары юғары, күрәһең, ыңғырашалар. Бойоҡ әсәләрҙе бәпкәләрен ҡанат аҫтына алып ултырған инә ҡаҙҙарға оҡшатып ҡуйҙым.

Бер-беребеҙгә өйрәнгәс, йәш  әсәйҙәр менән танышырға булдым. Сибәр ҡатындар, исемдәре лә есемдәренә тура килеп тора: Мәҙинә, Гөлсирә, Йәмилә. Һәр береһенең икешәр балаһы бар. Бергәләп сәй эстек, ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә һөйләшеп алдыҡ. Балаҡайҙары ла төҙәлеүгә бара, уларҙың шат йөҙҙәрен күреп, әсәләренең дә йөҙҙәре яҡтырҙы. Ләкин бер төн Йәмиләнең ире өйҙә ҡалған һигеҙ айлыҡ ҡына улын дауаханаға килтерҙе. Бала ҡоҫоп, эсе китеп, температураһы күтәрелеп, ныҡ ауырып киткән. Эй-й, Йәмиләнең борсолоуҙары! Әле дауаханала ауырыған улына ла ни бары ике йәш тә өс ай... Йәш бала илай, төн буйы беребеҙ ҙә йоҡламаныҡ. Малайҙарҙы Йәмилә алмашлап уколға йөрөттө, ә беҙ хәлебеҙҙән килгәнсе ярҙам итеп, бәләкәсте ҡараштыҡ. Аллаға шөкөр, табиптар көслө, бала теремекләнде.

Иртә менән Йәмиләнең ире, ҡәйнәһе килеп етте. Аш килтергән ҡәйнәһе. Малайҙарҙы алмаш-тилмәш күтәреп йөрөтөп, иркәләп-наҙлап яраттылар, шул саҡта күңелдәргә рәхәт булып китте. Ниндәй бәхетле ҡатын Йәмилә, тип уйлайым. Ләкин ун көнгә яҡын ятһаҡ та, Йәмиләнең әсәһе лә, атаһы ла килмәне. Мин Йәмиләнән был турала һораным, ата-әсәйең ауырып киткәндәр, ахыры, тим. Тәүҙә Йәмилә өндәшмәне, унан:

– Атайым Себер тарафтарында, эштә, ә әсәй мине ун бер йәшемдә генә атайыма килтереп ҡалдырҙы, – тине.

*  *  *

Нилә унынсы класты тамамлағас та вузға инеп, яҡшы уҡыған, спортты яратҡан тырыш ҡыҙ була. Университетты ҡыҙыл дипломға тамамлай ҙа матур ауылға – Таулыға уҡытырға килә. Мәктәпкә йәш, сибәр уҡытыусы ҡыҙҙың килгәнен ишетеп егеттәрҙең ҡолаҡтары ҡарпая, йөрәктәре елкенә.

Тик ул баш-аяғы менән эшкә сума, клубҡа һирәк сыға.

8 Март етә. Клубта ауыл халҡы өсөн йәштәр концерт әҙерләй. Нилә концертта оҫта итеп «Заһиҙә»не бейегәс, уны ҡабат-ҡабат һорап сығара халыҡ. Бына сәхнәгә оҙон буйлы, ҡара ҡашлы, зәңгәр күҙҙәренән нур бөркөлөп торған егет – Илһам сыға һәм скрипкала уйнап ебәрә. Шул саҡ Ниләнең йөрәк ҡылдары өҙөлөрҙәй булып тартылып китә лә үҙенән-үҙе күҙҙәренән йәштәр тәгәрәй. Әйтерһең дә Илһам Ниләнең йөрәк ҡылдарында уйнай. Егет уйнап бөтә һәм... ҡул сабыуҙарҙан клуб осоп китә яҙа. Егет тағы, тағы уйнай.

Сәхнә артына сыҡҡан егеттең ҡаршыһына күбәләктәй елпенеп, нисек барып баҫҡанын да белмәй ҡала Нилә һәм: «Рәхмәт!» – тип кенә егеттең күлдәй тәрән, күк йөҙөләй зәңгәр күҙҙәренә баға ла клубтан йәһәт кенә сығып китә. Ниләнең йөрәге тыпырсына, күңеле ярһый. Ул – ғашиҡ!

Шәп-шәп атлап өйгә яҡынлағанда: «Нилә! Көтөп тороғоҙ әле, ҡайҙа шулай ашығаһығыҙ?» – тигән һүҙҙе ишетеп, туҡтап ҡала. Әйләнеп ҡараһа – скрипкасы Илһам даһа.

Ике йәш йөрәк ошо осрашыуҙан һуң бер ай үткәс өйләнешә. Үтә лә ҡыҙыу, үтә лә ялҡынлы була шул мөхәббәттәре.

Илһам – ошо ауыл егете, ауыл хужалығы институтын бөтөп, совхозда эшләп йөрөй. Йәштәр үҙаллы йәшәй башлайҙар, эштән бер-береһен һағынып ҡайталар. Бер йылдан уларҙың һөйкөмлө, ата-әсәһенең бар матурлығын үҙенә йыйып алған ҡыҙҙары – Йәмилә донъяға ауаз һала. Ҡыҙ бала – донъяның сәскәһе бит ул! Көндән-көн ата-әсәһен шатландырып төрлө ауаздар сығара, йылмая. Бына ул тәпәй баҫа, әттә-әннә, тип теле лә иртә сыға. Ҡыҙҙарына ҡарап һоҡланып туя алмай йәштәр. Йәмиләгә ике йәш тулыуға улдары Йәмил тыуа. Эй-й, Илһамдың ҡыуаныуы! Ат менеп сапҡан кеүек, тиҙәр ундай ваҡытта. Ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, малай дауаханала уҡ үлә, баланың муйынына кендеге уралған була. Әйтерһең дә Илһамдың ҡанаты һына, ҡайғыһын араҡы менән баҫырға теләй, көн дә эсеп ҡайта. Эскән баштан ҡатынана ауыр һүҙҙәр яуҙыра, иртәгәһен ғәфү үтенә. Нилә түҙә, ғәфү итә. Үҙе лә ҡайғыра Нилә, улының үлемендә эстән генә үҙен ғәйепләй. Сөнки төндәр буйы бәйләм бәйләп ултырҙы бит. Бер ултырһа, сәғәттәр буйы бәйләр ине. «Әҙ хәрәкәт иттем, улым һау-сәләмәт тыуыр ине», – тип әхирәтенә лә илап һөйләне шул.

Күпме генә дауахана юлында йөрөһә лә, Нилә ҡабат йөккә уҙа алманы. Илһам менән яйлап аралары һыуынды. Ә Нилә... ҡыҙын ҡәйнәләренә ҡалдыра ла мәктәпкә йүгерә. Дәрестән һуң балаларҙы алып ҡала, олимпиадаларға әҙерләй, асыҡ дәрестәр үткәрә. Арманһыҙ булып кискә генә ҡайтып йығыла, ашарға ла һирәк бешерә. Ә Илһам һалҡын өйгә ҡайтмай, күберәк «дуҫтары» менән йөрөй, унан ата йортона барып йығыла. Ата-әсәһенең эстәре боша, көйәләр.

– Улым, нишләүең был? Сәскәләй ҡыҙығыҙ үҫеп килә. Уҡыуың, эшең бар, эскеңде ташла. Килен яҡшы, һәйбәт уҡытыусы, эшкә лә маһир. Ярашығыҙ, бергә йәшәгеҙ! Алла бирһә, балаларығыҙ булыр әле, йәшһегеҙ бит, – тип өгөтләп ҡараны әсәһе улын.

Илһам әсәһенә һүҙ бирә, ярай, әсәй, эсмәм, тигән була ла кис тағы лаяҡыл булып килеп тәгәрәй. Күпмелер ваҡыттан колхоз-совхоздар ҙа бөттө, юғары белемле агрономға ла эш юҡ хәҙер.

Эскенән айнымаған ата, мәктәптән бушамаған әсә... Йәмиләгә әсә наҙы ла, атай иркәләүе лә һирәк эләгә. Әл дә өләсәһе, олатаһы бар. Өләсәһе һөйә-һөйә, әкиәттәр һөйләй. Шулайтып таң ата ла кис була тигәндәй, көн артынан көн үтә. Йәмиләгә инде өс йәш тула, бөтә нәмәне лә аңлай, ипле һөйләшә, өләсәһенә һорауҙар бирә:

– Өләсәй, ниңә атайым тик иҫерек йөрөй? Мине ҡосаҡлап илаған була үҙе. Мин атайымды эсмәгән сағында ғына яратам, эсһә – ауыҙы һаҫы-ыҡ, – ти.

– Бәләкәс булһаң да ҙурҙар кеүек һөйләйһең. Бәхетең генә булһын инде, балаҡайым, тәүфиҡлы бул, – тип күҙ йәштәрен һөртә өләсәһе. Бер көн ул:

– Нишләптер хәлем бөттө, ятып торайым әле, – тип диванға ятты ла ҡабат торманы. Йәмилә өләсәһенә хәбәр һөйләй, йырлап-бейеп тә ала, ә ул күҙҙәрен асмай тик ятасы?!

Ғәлиә өләсәһенең мәңгелек донъяға китеп барғанын белмәне шул бәләкәй Йәмилә.

Бер айҙан бабай ҙа әбейенең артынан гүргә китеп бара. Илһам өсөн тормоштоң йәме бөтә, «йәшел йылан» менән ул нығыраҡ дуҫлаша. Ниләгә эскән ирҙең мыжыуҙары, ҡайһы саҡта ҡул күтәреүҙәре, ҡыҙын ҡараусы кеше – өләсәһе булмауы, бигерәк тә ир менән йәшәп тә ирһеҙ, яңғыҙ булыуы ялҡыта. Ул район мәғариф бүлегенә барып, үҙен ҡалаға йәки балалар баҡсаһы булған ҙур ауылға эшкә тәғәйенләүҙәрен һорай. Алдынғы уҡытыусының теләген үтәйҙәр. Нилә күрше ҡала мәктәптәренең береһенә эшкә күсә.

* * *

Йәмиләне аҙналыҡ балалар баҡсаһына урынлаштыра ла башкөлләй эшкә сума Нилә.

Йәмилә тәүҙә көндәр буйы илай, өйрәнә алмай ҡаңғыра, әсәһен, өләсәһен, хатта эсһә лә атаһын да һағына. Бында тиңдәштәре ниндәйҙер ят телдә һөйләшәләр, Йәмилә һис ни аңламай, үҙенсә сутырлаған була. Әсәһе ял көндәре генә алып ҡайта уны, унда ла ҡыҙы менән һөйләшеп ултырмай. Уйынсыҡтар бирә лә үҙе бер матур ғына ағай менән кухняла ҡыҙыл йәки аҡ эсемлек эсәләр, лыбыр-лыбыр гәпләшәләр, унан шарҡылдап көлөшөп, йоҡо бүлмәһенә инеп бикләнәләр. Йәмилә шым ғына аш бүлмәһенә инеп, теге эсемлектәргә бармағын төртөп ялап ҡарағаны бар: ҡыҙылы – шәрбәтерәк, ә ағы-ы – телде яндыра! Ух-х, еҫе лә зәһәр, хас та атаһының ауыҙынан аңҡыған еҫ. Йәмилә өҫтәлдән берәй тәмлекәс ала ла йәһәт кенә уйнаған еренә барып ултыра һәм ҡурсағы менән «һөйләшә-һөйләшә» йоҡлап китә.

Икенсе йылы әсәһе Йәмиләне айлыҡ балалар баҡсаһына илтә, сөнки ире Ғәзиз шулай теләй. Нилә лә килешә уның менән, сөнки эштән һуң бала менән ултырыуға ҡарағанда Ғәзизе менән ваҡыт үткәреүе күңелле – һөйөп-һөйөшөп туя алмайҙар. Бер-береһен күреү менән икеһенең дә күҙҙәренән осҡондар сәсрәй, йөҙҙәре ҡояштай балҡый. Ни саҡлы мөхәббәттәре көслө булһа ла, Нилә башҡаса бала таба алмай, ауырға ҡалһа ла ике айға ла етмәйенсә, яралғыһы төшөп тик торҙо.

Йәмиләгә мәктәпкә барырға ла ваҡыт етә, ғүмер елдәй елә!

...Нилә Йәмиләне беренсе көн генә үҙе менән мәктәпкә алып барҙы ла башҡа көндәрҙә ҡыҙыҡай яңғыҙы йөрөнө, улай ҙа мәктәп яҡын ине. Дәрестәрҙе үҙаллы әҙерләне, өйҙө лә йыйыштырҙы, ҡашығаяҡты ла йыуҙы, кейемдәрен бөхтә кейҙе. Йәнәшәһендә әсәһе булып та хәбәрен һөйләп, әсәһенә һыйынып, иркәләп үҫмәгәнгәме, Йәмилә ҙурайған һайын ҡырыҫланды, үҙһүҙләнде. Ҡайһы саҡта әсәһенә әйтмәй, әхирәте менән урамда оҙаҡ итеп уйнап йөрөнө, аҙаҡ ҡайҙа, кем менән йөрөүен дә һөйләмәне. Ә үгәй атаһы Ғәзизде күрә алманы, уға күҙенең ағы менән ҡараны. Ғәзиз дә ҡыҙҙы үҙһенмәне, уға йылы һүҙ әйтеп, бәләкәс кенә туң йөрәген иретмәне.

Илһам бер нисә тапҡыр төштәрендә ҡыҙы Йәмиләне күреп уянды. Йәмилә һәр саҡ ҡулдарын һуҙып: «Ата-а-ай, мине үҙеңә ал, һағынды-ым», – тип йәшле күҙҙәре менән уға төбәлде. Илһам иһә ике ҡулы менән башын тотоп: «Башҡаса эсмәйем, үҙем ғәйепле, баланы етем иттем, Ниләне рәнйеттем, их-х, кире ҡайтарып булһа ине бәхетле мәлдәрҙе, ҡәҙерен белер инем, терһәк яҡын да бит, тешләп булмай», – тип һыңҡылданы. Нилә ташлап киткәндән һуң нисә тапҡыр шулай ант итте икән? Баш сатнап ярылып, күҙҙәр атылып сығып килә бит. Шешәләше һаҫыҡ сәмәй килтереп һонһа, юҡ, тимәй, тамағына ҡоя ла ҡуя. «Юҡ! Былай ярамай! Бөгөндән ауыҙыма ла алмайым, үлһәм – үлермен! Эх-х, Нилә, ярата инең мине! Һөйөклөм, эсмә инде, тип күпме күҙ йәштәрен түкте. Ә мин… Ниләнең һөйөүен дә, талантлы уҡытыусы булыуын да танырға теләмәнем, етмәһә, көнләштем… Эх-х, «йәшел йылан» имәндәй ирҙәрҙе лә бөгөп һала, тип әсәйем дөрөҫ әйткән икән. Ҡәһәр һуҡҡан йыланды еңергә әле миндә көс бар, бар! Етте!!! Мин кемдән кәм?» – тип үҙен-үҙе сәмләндерҙе. Уйҙарының осона сыҡты, ахыры. Ырғып тороп бер көрөшкә һыуҙы ғолҡолдатып йотоп, шешәләштәре килмәҫ элек кейенеп, йылға буйына атланы. Битен, ҡулын йыуҙы ла тауға менде. Көнө буйы ялан-ҡырҙарҙы ҡыҙырҙы Илһам. Уны эҙләп тапмаған шешәләштәре үҙҙәре генә «төҙәлделәр» бөгөн.

Шул көндө үк, кискә табан йәйәүләп ҡалаға китте. Ике туған ағаһына ап-айыҡ килеп кергәс, уныһы аптыраны хатта. Һаулыҡ һорашҡас ул: «Ағай, бөгөн һеҙҙә ҡунып сығайым. Иртә менән тороп эш эҙләйем, ниндәй эш булһа ла сикәнмәйем», – тине ныҡлы итеп.

– Бирһен, Хоҙай, бик яҡшы, – тине ағаһы ҡыуанып. Ошо көндән үҙен ҡулға алды Илһам. Юғары белемле белгесмен, тип эреләнмәне, урам һепереүсе эшенә урынлашты. Тырышып, баш баҫып, үҙ участкаһын ялт иттереп таҙартты. Араҡыны ауыҙына ла алманы, эскән егеттәрҙән ары йөрөнө. Бер йылдан уны бригадир иттеләр. Егәрле, тырыш, һөймәлекле ирҙе ҡаратырға тырышҡан ҡатындар байтаҡ булды, ләкин Илһам береһенә лә иғтибар итмәне. Уның уйында ла, күҙ алдында ла тик ҡыҙы – Йәмиләһе торҙо. «Эҙләп табырға, күрергә, ярҙам итергә, әгәр Нилә риза булһа, алып ҡайтырға. Йән биргәнгә – йүн биргән...» – тип уйланды. Аҡсаһын әрәм-шәрәм итмәй йыя барҙы.

– Ғүмер буйы яңғыҙ кәкүк һымаҡ йәшәргә итәһеңме, өйлән, – тине ағаһы бер барғанында.

– Нилә кейәүгә сыҡҡандыр инде, сыҡмаған хәлдә лә мине ғәфү итмәйәсәк. Ҡыҙым, Йәмиләм... – тип тынып ҡалды Илһам.

– Ир кеше өс нәмә эшләү фарыз: өй һалырға, улан үҫтерергә, ағас ултыртырға! Шул турала һин беләһеңдер, тип уйлайым, – тине ағаһы ҡаты ғына итеп.

– Бер кемгә лә күңел ятмай, ә һин, улан үҫтерергә, тиһең, ағай. Ә кемгә өйләнергә?

Һүҙгә ҡыҫылмай, шым ғына өҫтәл әҙерләп йөрөгән еңгәһе, Илһамға ҡарап:

– Ҡәйнеш, ғүмерең заяға үтә, эшең бар, уҡыуың бар, ауылда өйөң бар. Балтаң һыуға төшкән кеүек йөрөмә. Әле һинең самый донъя көтөр, теттереп йәшәр сағың. Һине бер ҡатын менән таныштырам, бер-берегеҙҙе оҡшатырһығыҙ, тим. Һинән ун йәшкә йәшерәк, өйләнһәң – еңгәңде онотмаҫһың, бик модный күлдәк алып бирерһең, ризамы? – тине лә, уратып-суратып тормай, иртәгә кискә кил, ҡәйнеш, – тип өҫтәне еңгәһе.

Осраштылар. Һөйләштеләр. Ипле, тотанаҡлы ҡатын. Төҫө барҙан төңөлмә, тигәндәй, төҫкә-башҡа ла сибәр Гөлшат. Ярты йыл осрашып йөрөнөләр ҙә өйләнештеләр. Туғыҙ айҙан ҡыҙҙары Гөлмира, тағы ике йылдан улдары Илнур тыуҙы. Улар ауылға, атай йортона ҡайтып, йәшәй башланылар.

Еңгәһенә рәхмәттәрен әйтеп, «модный күлдәк» бүләк итте Илһам.

* * *

Йәмиләнең тыуған көнө етте. Нилә ҡыҙына бик килешле зәңгәр ерлеккә аҡ борсаҡтар төшкән күлдәк һатып алды. Эй-й, ҡыҙыҡай шатланды, күлдәкте кейеп көҙгө алдында өйөрөлөп-сөйөрөлдө генә.

– Әсәй, рәхмәт, – тип Ниләне ҡосаҡланы аҙаҡ. Әсәй кеше әллә ни сөсәләнмәй генә:

– Әйҙәгеҙ, торт менән тәмләп сәй эсәйек, – тине.

Ғәзиз ирен ситтәрен ҡымтып, беренсе тапҡыр ҡыҙыҡайға бәләкәй генә ҡатырға ҡумта һуҙҙы, Йәмилә ҡулдарын артҡа йәшерҙе. Ғәзиз ағайҙың ҡулынан бүләк алырға теләмәһә лә, әсәһе:

– Йәмилә, ал! – тип ҡаты ғына итеп әйткәс, ауыҙын турһайтып, ҡәнәғәтһеҙ генә ҡумтаны алды. Рәхмәт тә әйтмәне, асып та ҡараманы, ултыртып ҡуйҙы ла сәй эскәс үҙ бүлмәһенә юлланды. Әсәһе тағы: «Бүләгеңде ал,» – тине. Йәмилә бүлмәһендә оҙаҡ ҡына көҙгө ҡаршыһында торҙо. Көҙгөнән уға моңһоу ҡарашлы ҡыҙыҡай ҡарай. «Бөгөн миңә ун йәш, тыуған көнөмдә сәсемдән дә һыйпаманы әсәйем. Ғәзиз ағайҙан күҙен дә алмай, тик уға ғына йылмайып ҡарай. Ниңә мин яңғыҙ? Их-х, өләсәйем мине ярата торғайны! Ике битемдән супылдатып үбеп ала ла ҡосаҡлап көйләй ине. Атайым да ярата ине, тик ул иҫерек булғас, уға яҡын бармай инем. – «Кил, ҡыҙым – зәңгәр күҙем, кил әле, үҙеңде үпәс итәйем», – тигән була торғайны. Атайым ҡайҙа икән?»

Йәмилә урамға сығырға әҙерләнеп кейенә башланы. Сығыр алдынан Ғәзиз ағайҙың биргән бүләген асып ҡарарға булды.

Ҡумтаны асһа-а.. ауыҙын ҙу-ур итеп асып тәлмәрйен ултыра. Ҡыҙыҡай уны тәүҙә уйынсыҡ тип уйланы, бармағы менән уның башына төртөүе булды, был ҡотһоҙ, йәмһеҙ тауыш сығарып баҡылданы. Йәмилә ғәрлегенән дә, ҡурҡышынан да бар көсөнә «әсә-ә-ә-әй!» тип ҡысҡырып ебәрҙе һәм ҡумтаны тотоп залға йүгереп сыҡты. Унан һаман да аш бүлмәһендә кәйеф-сафа ҡороп ултырғандар алдына, осоп тигәндәй килеп баҫты ла ҡумтаны шаҡ иттереп өҫтәлгә бәрҙе. Ҡумта эсенән тәлмәрйен «туп» итеп килеп сыҡты ла баҡылдап өҫтәлдәге ҡайнатма эсенә сумды. Ғәзиз һыны ҡатып көлә башланы, әсәһе әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе:

– Был нимә? Ни эшләүең, Йәмилә-ә?

– Был – тәлмәрйен, әсәй! Ғәзиз ағайҙың миңә биргән бүләге!

Һәм Йәмилә һаман тыйыла алмай көлөп ултырған Ғәзизгә ҡарап:

– Бүләгең үҙеңә булһын! Үҙ атайым булһа, ундай нәмә бүләк итмәҫ ине! – тине. Унан әсәһенә боролоп:

– Эх-х, әсәй, әсә-әй... Ниңә мине яратмағас тыуҙырҙың? Ете йәшем тулғансы балалар баҡсаһында үҫтем, ә хәҙер балалар йортона алып бар, – тине лә илай-илай йүгереп сығып китте.

Бер иренә, бер ҡайнатма эсендәге тәлмәрйенгә ҡарап Нилә ҡатып ҡалды. Унан:

– Ниңә шул тиклем яратмайһың Йәмиләне? Тыуған көнгә шундай бүләк алалармы ни? – тип үпкәләне.

– Ниләкәйем, мин түгел, ҡыҙың яратмай мине. Минең менән һөйләшмәй, турһайып тик йөрөгәс, шаяртайым әле был ҡыҙыҡайҙы тигәйнем, килеп сыҡманы. Ярай, үпкәләмә инде, йәнем. Һине нисек өҙөлөп яратҡанымды беләһең бит! – тип Ниләне ҡосаҡлап алды Ғәзиз.