Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рамаҙан ӨМӨТБАЕВ

Туй

Уйынлы-ысынлы

Ялан ауылы уҙаманы Әбделкәрим ҡарт үҙенең өлкән улына сит ауылдан кәләш әйттерҙе. Сыбыҡ осо тигәндәй туған тейеш Сәмиғулла ҡартты ла туйға саҡырҙы. Уныһы, бик етеҙ, ихлас кеше булараҡ, баш тартып маташманы. «Ярар, мәжлестә Сәмиғулла ише һүҙгә йор, тәләкәгә маһир кешенең дә кәрәге тейә торған әле», – тип фекер йөрөттө Әбделкәрим.

Килен төшә торған ҡыҙҙың ауылына етәрәк ҡыуаҡлы текә генә биләндә быларҙы дуғаларына ҡыҙыл сепрәк бәйләгән ҡоҙалар ҡаршы алды. Аттарын ҡыҙыулап ҡыуып бер-бер артлы килгән алты дуғалы Ялан ауылының ҡоҙаларын юл уртаһында туҡтаттылар. Арба артына бөкөһө сығып торған ағас мискәнән хужалар семәрле батмусҡа теҙелгән бәләкәйерәк сеүәтәләргә бал ҡойорға кереште. «Күстәнәстән ауыҙ итмәйенсә ауылға ебәрмәйбеҙ, ҡоҙалар!» – тип улар туй ҡунаҡтарына сат йәбеште.

Башҡорт ғәҙәте буйынса, туй алдынан ауыҙына бер тәғәм дә ҡапмаған Сәмиғулла ҡартҡа һажлап торған бер сеүәтә бал етә ҡалды. Ҡорт балынан әсетелгән шәрбәт ҡарттың ас ҡорһағында оҙаҡҡа туҡталып тормай, тура башына йүгерҙе, мейеһен ҡайнатырға тотондо. Ҡарттың ҡапыл кәйефе күтәрелеп, теле асылды, уларҙы ҡаршы алырға килгән, һә тигәнсә төҫ-баштары берҙәй күркәмләнеп киткән яңы ҡоҙаларына матур һүҙҙәр әйткеһе килде уның. Әбейен йәнәш ултыртып, егеп килгән, әле баҡтаһын да ҡоймаған ҙур башлы, оҙон ҡолаҡлы яшыҡ ҡола бейәһе әкиәттәрҙәге дөлдөл арғымаҡ, уның өҫтөнә һалған йүкә ышлыяһы һары алтын, аҫтынан кейеҙе һәлберәп сыҡҡан, ҡылҡылдап, бушап бөткән ыңғырсағының тутыҡҡан тимере көмөш булып күренде. Ләкин күңеле тулып, үтә мөһим, бик тә шатлыҡлы хәбәр әйтергә уҡталған Сәмиғулла ҡартты көтөп торманылар. Ҡаршы алыусылар ҙа, атлы ҡоҙалар ҙа ауылға, буласаҡ туйға ашыҡты.

Хужалар йортона килеп етеп, шар асыҡ ҡыйыҡлы таҡта ҡапҡа төбөндә ҡоҙалар хөрмәтенә эселгән икенсе сеүәтә Сәмиғулла ҡарттың бөтөнләй быуынына төштө. Үҙен ҡаршы алыусы хужалар уға бихисап булып, тәпәш кенә болдорло ҡәҙимге ауыл өйө батша һарайындай бейек һәм мөһабәт күренде. Туйға бешерелгән әлүән-әлүән аш-һыуҙың танау тишектәрен ҡымырйытып башты әйләндерерлек тәмле еҫтәре аңҡып торған өйҙөң ишек төбөндә ҡоҙасаларҙың шау-гөр килеп, ҡунаҡтарҙы мәрәкәләп сисендереүе ҡарттың аныҡ иҫендә. Оҙон өҫтәл тирәләй теҙелеп киткән эскәмйәләрҙең береһенә килеп ултырыуы ла аҙ-маҙ хәтерендә. Туй башлаған, йыуан муйынына ҡыҙыл галстугының төйөнөн йоҙроҡтай ебәргән ҡорһаҡлы, олпат кешенең электр лампаһы яҡтыһында ҡояш кеүек балҡыған ялтыр башын усы менән һыйпай-һыйпай: «Хөрмәтле ҡоҙалар, беҙҙең мөхтәрәм яңы туғандарыбыҙ! Бөгөн беҙ бигерәк тә тулҡынландырғыс оло ваҡиға кисерәбеҙ. Беҙҙең ике йәш йөрәк, ҡарындашыбыҙ Клара һәм булаһы кейәүебеҙ Рәсих үҙҙәренең сәсен ғүмерлеккә бергә бәйләп, яңы ғаилә ойоштороп ебәрергә вәғәҙә бирҙеләр...» – тигән һымағыраҡ бөткөһөҙ һүҙе Сәмиғуллаға иҙән аҫтынан килгән тауыштай ғына ишетелде лә, аҙаҡтан бөтөнләй һүнеп ҡалды. Яҫтыҡҡа һөйәлеп ултырған килеш ҡарт йонсоу күҙҙәрен йомдо ла, әүен баҙарына китте, билғау аҫтын нығытып алыу теләге менән туйға талпынған яҡты хыялы табындан күтәрелеп, ҡайҙалыр сикһеҙ күктә юғалды. Ә галстуклы ҡоҙа кеҫәһенән ҡыҙыл тышлы блокнот сығарып тороп, тамағын ҡыра-ҡыра телмәрен дауам итте:

– Кеше ғүмерендә өс ҙур ваҡиға кисерә: беренсеһе – фаразан, уның донъяға хасил булыуы, икенсеһе – өйләнешеү, ә инде өсөнсөһө – бының нәтижәһендә сабый тыуыуы. Бәғзеләр ғалим, герой, ҙур етәксе булып китә, уларға орден-миҙал бирәләр, ләкин уларҙың көллөһө лә мин әйтеп киткән ваҡиғаларҙың береһенә лә тиң түгел...

Ошо урында ҡунаҡтар килер алдынан ғына ярайһы төшөрөп өлгөргән колхоз шоферы түҙмәне:

– Әгәр кеше латарыйға «Волга» отһа, ул саҡта нисек? – тип һөйләгәндең һүҙен бүлде.

«Докладсы» галстугын төҙәтеп, алдында ултырған стакандан бер йотом һыу эсеп алды ла:

– Автомобиль түгел, яраплан отһаң да, барыбер тиң түгел, – тип яуап ҡайтарҙы. Ул итләс һуҡ бармағын түшәмгә сөйҙө лә, май бөрә башлаған ҡыҫыҡ күҙҙәрен бер нөктәгә төбәп, һүҙ йомғағын тағата бирҙе.

– Тормош ул, ней, уйнап-көлөп, күңел асыуҙан ғына тора, тип уйламағыҙ. – Ул баштарын баҫып, бер-береһенә һыйынып ултырған йәштәргә ҡарап алды. – Уның юлы кәкерсәк тә бөкөрсәк. Бына мин Хөрмә апағыҙ менән утыҙ туғыҙ йыл ғүмер итәм, өйләнешкән саҡта ата-әсәһе алдында мин дә, пар күгәрсендәй гөрләшеп, һандуғас кеүек сутылдашып йәшәрмен, өрмәгән урынға ултыртмам, тип вәғәҙә иткәйнем. Ләкин ул антты үтәп булманы, сөнки тормоштоң үтә ҡатмарлы сытырыҡтары сығып ҡына тора. Әйткән вәғәҙәләр бер-ике йылға етте етеүен... Донъя булғас, ҡашыҡ-ҡалаҡ шылтырамайынса ла булмай инде ул. Әле бында килерҙән алда ғына ҡоҙасағыҙ менән әҙерәк тауыш сығарып алдыҡ...

Эргәһендә өҫтөнә ҡыҙыл кофта, башына аҡ ҡаласҡа оҡшаған түңәрәк йөн кәләпүш кейгән оло ғына йәштәге еңгәй, иренә ҡурҡытырҙай итеп аҫтан өҫкә уҫал ғына ҡараш атҡас, аҫлы-өҫлө алтын тештәрен күрһәтеп бышылданы:

– Китсе, китсе, әҙәм көлкөһө! Өйөңдә бисәң менән талашҡанды оло мәжлестә ләпелдәп тормасы!

Ләкин галстуклы ҡоҙа хәбәрен ярты юлда туҡтатыр хәлдән үткәйне инде. Бисәһенең яурынына һимеҙ ҡулы менән баҫты ла, һүҙенә иркенләберәк кереште.

– Һөйләмәй ни? Барыһын да теҙеп-теҙеп әйтәм. Йәштәргә фәһем булырлыҡ һөйләп бирәм.

Был кинәйәле хәбәр баҙнатһыҙ ғына ашамлыҡ көйшәп ултырған ҡунаҡтарҙы һағайта төштө, уларҙың ҡолаҡтары ҡарпайҙы. Асыуынан тулы бите алһыулана башлаған Хөрмә туташ сикәһенә шылып төшкән кәләпүшен төҙәтеп кейҙе лә, иренең төймәләре ысҡындырылған пинжәк салғыйына йәбеште.

– Ғәлим, тим! Һин шул әкиәтеңде бөтөрәһеңме, юҡмы? – тип уҫал ғына иренә ҡарап алды. Шунан уны туҡтатырға өмөтөн юғалтып, ут булып янған битен ситкә бороп ауыҙ эсенән генә ниндәйҙер ҡаты яза вәғәҙә итте. Ә тегенеһе һүҙен өҙмәне.

– Бына, ағайне, тормоштоң ысынбарлығы шулай ул, үҙегеҙ күрәһегеҙ. Ҡатыным миңә булған ҡайнар мөхәббәтен хатта ошо мәжлескә лә алып килгән, ана бит, сабырһыҙланып ултыра. Ә һуң эш нимәнән генә килеп сыҡты һуң? – Ул үҙ-үҙенә һорау бирҙе лә, блокнот тотҡан ҡулын кинәт кенә һелтәп, һүҙен дауам итте. – Юҡтан ғына! Матур ғына, бер-беребеҙгә ҡарашып сәй эсеп ултырғанда урамға ҡараған тәҙрә төбөнән, әмәлгә ярағандай, ыҫпай ғына кейенгән ике йәш ханым үтеп китте. Мин ни, ҡулыма сынаяҡ тотҡан килеш, уларға оҙағыраҡ ҡарап ултырғанмындыр, күрәһең. Бисә минең сынаяҡ аҫтын ҡулымдан бәреп төшөрҙө, мин дә уның сынаяғына йәбештем... Йәштәргә әйтә торған һүҙем шул: һәр бер ниҙәғ һайын һауыт-һаба вата башлаһаң, уны еткерә алмаҫһың. Һеҙ, йәштәр, был абзый аҡыл һата, тип уйламағыҙ. Һеҙгә беҙҙән башҡа уны кем әйтһен? Әйтеп китеү – беҙҙең вазифа, ә һүҙебеҙгә ҡолаҡ һалыу, илтифат итеү – һеҙҙең эш.

Һөйләп торған кеше бешкән алма шикелле ҡыҙарған битен йәшереп, күҙҙәрен аяҡ аҫтына төбәгән йәштәргә ҡараны. Туғанының бындай ғәҙәтен электән белгән төп ҡоҙа – йорт хужаһы ултырған урынында нишләргә белмәй борғаланып алды ла, оялыуынанмы, суңҡаһына йәбештерелгән үзбәк теүәтәйен баҫырараҡ кейҙе. Шунан ауыҙындағы бушап бөткән теш протезын теле менән шалтыратып, уңға-һулға йөрөтөп алды.

– Ғәлимйән мырҙа, бынау нотоғоңдо сомтарайтһаң ни була, ҡоҙаларҙың ҡорһаҡтары асты, шикелле, – тип ҡаҡса битенә көслөк менән генә йылмайған төҫ йүгертте.

Ә һүҙенең кәлебенә яңы ғына төшөп барған мырҙа быға иғтибар ҙа бирмәне.

– Тормош көтөү – донъя йөгөн ғүмерең буйы һөйрәү ул. Һеҙ, йәштәр, ул йөктө берең тарта, икенсең йөк башында ҡулына сыбыртҡы тотоп, һөйрәүсене ҡыуып ҡына ултыра, тип уйламағыҙ. Донъяны берең уртаға, икенсең мисәүгә егелеп тартҡанда ғына матур көтөп була. Ир – баш, ҡатын – муйын, тип атай-олатайҙар юҡҡа ғына әйтмәгән. Ләкин, мин муйынмын, тип башыңды кәрәккән-кәрәкмәгәнгә борғослай башлаһаң, ул елдәге өйрөлмәккә әйләнә. Шунан муйындың майы бөткәс, уның шығырҙауын көт тә тор. – «Доклад»сы йыуан муйынын бер яҡҡа бороп, шартлатып алды. Уның был һүҙенә йәшерәк ҡунаҡтар бер-береһенең артына йәшеренеп «пырх» итеп көлөп ебәрҙе. Теүәтәйле төп ҡоҙа һәм кәләпүшле ҡоҙаса ҡәнәғәтһеҙлектәрен белдереп танауҙары аҫтынан мыңғырҙаны. – Күп нәмәне йәшлек менән белеп тә бөтөрмәйһең. Әлбиттә, йәш саҡта тормошта мөхәббәттән башҡа бер ниндәй хәсрәт юҡ һымаҡ. Бына минең ошо ҡоҙасағыҙға өйләнгән саҡта өҫтөмдәге шинелдән башҡа бер мөлкәтем дә юҡ ине. Икебеҙ шул шинелде ябынып йоҡланыҡ. Үҙебеҙ сикһеҙ бәхетле, ҡаҡ һикеләге йоҡобоҙ үтә татлы ине, ә хәҙер йомшаҡ карауатта ла төн буйы түшәмгә ҡарап ятаһың...

Шул саҡ эргәһендә иренең сығырынан сыға башлауын күҙенең ағын еңдерә ҡарап ултырған Хөрмәтуташ ҡоҙасаның түҙемлеге шартланы. Ул сакауай табанлы туфлиҙең беҙ һымаҡ осло үксәһе менән аяҡ үрә баҫып, борсаҡ һымаҡ тарҡау һүҙҙәрен бер һөйләмгә төйнәп маташҡан иренең аяҡ йөҙлөгөнә баҫты. Бындай аҫтыртын һөжүмде көтмәгән «доклад»сы ҡалын ирендәрен бер яҡҡа ҡыйшайтты ла, тулы ҡыҙыл битен сирып, стенаға табан ауҙы. Бер ни ҙә булмаған шикелле, ҡатын ҡунаҡтарға табан йөҙөн борҙо.

– Тел биҫтәһе! Тумыртҡа һымаҡ таҡылдарға еткән! Йәштәргә әйтәһе нәмәңде әйт тә, ултыр урыныңа! Әйтерһең дә, һинән, һаҫыған бурһыҡтан башҡа бында кеше бөткән, тоҙһоҙ, – тип иренең оҙон-оҙаҡ һөйләргә әҙерләнгән һүҙен тамамлап та ҡуйҙы.

– Ир менән ҡатын араһы ана шулайға ла әйләнеп китә ҡайһы мәлдә. Түҙә алмай сыра һымаҡ янып китһәң – бөттө ғаиләң... Барыһына ла түҙергә, ир иңендә күтәрергә тура килә, йәштәр, – тип ул ярҙамға мохтаж кеше һымаҡ тилмереп түрҙә ултырған йәш парға ҡараны. – Һеҙҙең нигеҙ ташығыҙҙы башлап ебәреү өсөн беҙ, ҡоҙасағыҙ менән икәүләп, бер урта бармаҡ һымаҡ бәрәнле һарыҡ әйтәбеҙ, һарыҡ алсын ҡуй тоҡомонан, шул тиклем түле яҡшы, йыл һайын игеҙҙе бәрәнләп тик тора. Шуны өйөңә алып ҡайт та, ҡоҙа, һарыҡ һарайын төҙөй башла.

Ғәлимйән һүҙен шулай итеп тамамланы. Тәүге һарыҡты ҡотлап, бөтә табын зыу килеп ҡул сапты, шунан барыһы ла аяҡ үрә баҫып рюмкаларын күтәрҙе.

...Күктең ете ҡатында төшәнеп ятҡан Сәмиғулла ҡарт, үҙен колхоз йыйылышында итеп тойоп, бындағы шау-шыуға тертләп күҙен асты ла ҡул сабырға тотондо. Ләкин уның тоноҡ күҙҙәре аңғанса ҡайтанан йомолдо. Шуны ғына көткән шикелле, иҙән уртаһында аяҡ үрә баҫып торған ике шуҡ ҡоҙаса Сәмиғулланы ике ҡулынан һөйрәкләп үрә баҫтырып сығарҙылар ҙа, ауыҙ эсенән нимәлер мығырҙаған ҡартты стена ҡырындағы яҫтыҡҡа һөйәп ултырттылар. Шунан ҡоҙасалар бер ауыҙҙан: «Ҡоҙа торҙо, һерәйҙе, эсерегеҙ берәйҙе...» – тип һамаҡлап алдылар ҙа, камил тамағы кибеп, асығыуҙан ҡорһағында бүреләр олоған уҙамандың уй-байына ҡарамай ауыҙына тағы бер рюмка араҡы ҡойҙолар. Өмөтлө хыялдар менән туйға килгән Сәмиғулла ҡоҙа ултырған ерендә муйынын кәксәйтеп, еүеш ирендәрен салшайтты ла яңынан йоҡо томанына инеп юғалды.

Нағышлы үзбәк теүәтәйен кейгән төп ҡоҙа ян-яғына ҡаранды. Бер кем дә һөйләргә теләмәгәнен күргәс, үҙе башланы:

– Мин инде, бына Ғәлимйән ҡусты шикелле, вәзененә килтереп һүҙемде әйтәлмам, бәлки, – тип ул яңы ғына һүҙҙән мәжбүри туҡтаған ҡусты тейеш кешегә ҡараны. Ә уныһы хәтере бүҫерелеп, сатраш ойоҡбашын сисеп, күгәреп шешә башлаған аяҡ йөҙлөгөн ҡаҙ майы менән һөртөп маташа ине. Ярайһы тынысланған ҡатыны, бер ни ҙә булмаған шикелле, янында ултырған дебет яулыҡлы ҡоҙасаның еңенән тарта-тарта, ниндәйҙер үтә ҡыҙыҡ мәҙәк һөйләй. Ҡарт, ҡолға төбөндә хәбәр ҡуйыртҡан шикелле, һүҙгә мауыҡҡан килененә уҫал ҡараны ла һүҙен ялғаны:

– Боронғолар бик тап әйткән: «Әҙәм иткән дә ир, әрәм иткән дә ир». Үҙебеҙҙең тал сыбығылай һөлөк һымаҡ балабыҙҙы һинең ҡарамаҡҡа, кейәү, тапшырабыҙ. Беҙҙең кинйә балабыҙ Клара ҡайғы-хәсрәтһеҙ, иркә генә һыу һөлөгөләй, ҡолон шикелле уйнаҡлап ҡына үҫкән бала. – Төп ҡоҙа төҫөнә йәлләү тойғолары йүгертеп, ҡуйы ҡара ҡаштарын ҡыйғасландырып, керпек тә ҡаҡмай үҙенә уҡталған кейәүенә ҡарап алды. – Инде хәҙер, кейәү, уға һин хужа. Ебәктәй ишелеп ғүмер итегеҙ, Хоҙай күлдәй бәхетегеҙҙе, илдәй ырыҫығыҙҙы бирһен, һеҙгә атаң-әсәңдән изге теләк шул.

Ҡарт үҙенең эргәһендә яҙып ябынған кешмир яулығының осон ҡайтарып күҙ йәштәрен һөртөп ултырған әбейенә ҡараны. Тамағына әллә ниндәй төйөн тығылыуҙан тауышы ҡалтыранып китһә лә, һуңғы һүҙҙәренә яһалма көрлөк билдәләрен өҫтәп, әбейенә киҫәтеү рәүешендәрәк өндәште:

– Бәй, бында күҙеңдән балауыҙ һығып шәмәреп ултырмаға? Өйөбөҙҙән үлек оҙатмайбыҙ ҙа баһа, бөгөн бит туй көнө, барыбыҙ өсөн байрам, – тип уны йыуатырға уйланы.

Ләкин әбейенең сырыш битенән тамған бөрсөк-бөрсөк йәштәрен күргәйне, ҡапыл үҙенең дә күңеле йомшаны. Күпме генә тамағын ҡат-ҡат ҡырып ҡараһа ла, барыбер кеҫәһенән карманайын сығарып күҙҙәрен һөртөргә мәжбүр булды. Ата-инәһенең йомшаҡлығы кейәүгә китәсәк ҡыҙҙарына ла күсте. Ул да ҡыҙарған, төймә һымаҡ тоҡос танауын бер нисә тапҡыр мырш-мырш тартып алды. Был күренеш тик бер кемде лә көтмәй, эсеүҙе йәһәтләп, ҡыҙмаса булып өлгөргән бер нисә ҡоҙаға ғына бер нисек тә тәьҫир итмәне. Уларҙың ғәме бөтөнләй башҡа нәмәлә ине.

Ҡарт һүҙен бөтөрә алмай, урынына ултырҙы. Шунда уның янында ултырған хужабикә үҙен бик тиҙ ҡулына алды.

– Бынағайыш! Лапашып ултырҙы ла ҡуйҙысы! Туйға һалаһы бүләгеңде әйтһәңсе һуң!

Ҡартҡа яңынан тороп һүҙен дауам итергә тура килде.

– Боронғоларҙан ҡалған бер туй йолаһы бар инде. Беҙҙән, – ул кейәүенә ҡарап алды. – Йәғни, ҡәйнәң менән минән, тормош башлап алып китмәгә урта бармаҡ шикелле бер тыуса һыйыр.

Уның һуңғы һүҙен туйҙағы бөтә кеше шау-гөр ҡеүәтләне. Тауыш бер аҙ һүрелә төшкәс, кемдер бик тә эшлекле тәҡдим индерҙе:

– Ағайне, ҡоҙалар! Туй булғас, уны рәүешенә килтерәйек инде. Туйҙа кемдең нәмә һалғанын яҙып барыу өсөн кәмиссиә һайламай булмаҫ. Минеңсә, был эшкә бына Рәмисте ҡушырға кәрәк, – тип ул ишек төбөндәге ултырғыста ҡулындағы тальян гармунын уйнарға әҙерләнгән Клараның ҡустыһына төрттө. – Нисауа, гармуның ҡасмаҫ, апайыңа төшкән мөлкәтте яҙып бар.

Рәмис тальянын иҙәнгә ултыртты ла, бүкән өҫтөнә аҡ ҡағыҙ һалып, яҙа башланы: «Ғәлимйән һәм Хөрмәтуташ – бер бәрәнле һарыҡ, атай һәм әсәй – быуаҙ бер тыуса».

Инде сират Ялан ауылынан алты дуғалыҡ ҡунаҡтарға баш булып килгән Әбделкәрим ҡартҡа етте. Ул ашап өлгөрмәгән дүрткел майикмәген алдындағы тәрилкәһенә һалды ла ауыҙын мөйшәнләтеп, торған килеш бөтә кешегә күҙ йүгертеп сыҡты.

– Тормоштоң бөтә хикмәте татыулыҡта. Хоҙай үҙ-ара мөхәббәтен биреп, татыулыҡ насип итһә, йәштәр хәҙерге етеш мәлдә кәштер-ҡоштор ғүмер итерҙәр ҙә китерҙәр. Хәҙер элгәрге һымаҡ ҡойто, фәҡир ҡолағыңды – яҫтыҡ, ҡабырғаңды түшәк итеп ятҡан замандар түгел. Ҡайҙа ҡарама – байлыҡ, кәсеп, тик йыбанма ғына, ике ҡулың һау булһын. Тик беҙгә, – Әбделкәрим сынаяҡ аҫтын усына ултыртып, һурпылдатып сәй эскән ҡоҙаһына ҡараны, – тиң-тош булып, теләһә ниндәй ошаҡсылар һүҙен ҡолаҡҡа элмәй, үҙ-ара татыу булып йәшәү кәрәк. Ағастың тамыры ныҡ булһа, уның ботаҡтары тармаҡланып үҫә, япраҡтары ла ус аяһындай һутлы була. Әгәр һалып ятҡан өйөңдөң нигеҙе ныҡ булһа, уның эстинәһе лә, ниндәй ағастан булыуына ҡарамаҫтан, ҡыл тартҡан шикелле тигеҙ була, ныҡлыға килә. Нигеҙең бер яҡҡа ҡыйшая башлаһа, өйөң барыбер ауыша башлай. Бына, ҡоҙағый, ҡоҙа, беҙҙең татыулыҡ, беҙҙең бер табандан берҙәй булыу кәнде ошоға миҫал.

Әбделкәрим маһайып: «Күрҙегеҙме ҡоҙағыҙҙы? Нисегерәк әйтеп ташланым!» – тигән һымаҡ, башын саңҡайтып, төймәләре ысҡынған пинжәге эсендә беленә башлаған ҡорһағын ҡоршау һымаҡ тотоп торған һоро жилетының түш кеҫәһенә ике бармағын тығып, башҡа бармаҡтарын ҡош ҡанаты кеүек йәйеп ебәрҙе. Уның кинәйә менәнерәк әйткән тәбриген аңлабыраҡ еткермәгән Ялан ҡоҙағыйы, йорт хужабикәһенән күрмәксе, иренең теҙгенен тартҡылап алыуҙы үҙенең бурысы һанап:

– Ошоноң ауыҙына бер йотом иблис һыуы тейһә, теленә баш булалмай, теләһә ни быҫҡыта ла тора, бисталкауай, – тип бумпылданы.

Ләкин төп ҡоҙа бигүк тиҙ бирешеп барыусы түгел, имеш.

– Мин нишләп бисталкауай булайым, ти? Ҡойошҡанға ҡыҫтырылған нәмә һымаҡ бушты лығырҙап ултыраһыңсы! Ҡоҙалар, мин ниндәй туҙға яҙмаған һүҙ һөйләнем? – Ул бөтә ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итеп, һорауына яуап көттө.

– Юҡ, юҡ, ул ниндәй хәбәр ти ул? Һүҙең бик тә ятышлы! Һүҙең аңлы кешегә мәғәнәле, бик урынлы! – тигән йөпләү ишетелде. Шулай итеп, урынһыҙ һүҙгә ҡыҫылған килгән яҡтың төп ҡоҙағыйын күмәкләп аң-хисабына керетеп ҡуйҙылар. Ул башын баҫып тынып ҡалды. Төп ҡоҙа артабанғы һүҙендә йәштәрҙе донъяның ығы-зығыһын сабырлыҡ менән үткәреп ебәрергә саҡырҙы, хәҙерге тынысһыҙ тормошта үтә сабыр булырға өндәне.

– Төп ҡоҙағыйығыҙ менән беҙ йәштәрҙе дүрт аяҡлы малһыҙ, кәрәк-яраҡһыҙ сығармабыҙ, Алла бойорһа! Улым менән килен уң аяҡтары менән атлап инерлек йорт һалып, башҡа сығарыуҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ, – ошолай тамаланы ҡотлау һүҙен Әбделкәрим.