Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Миңниса Баһуманова

Гүзәлдең әйткәне күңелдә ҡалды

Шағирәнең «Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым» китабын уҡығанда тыуған уйҙар

Белорет – Өфө юлынан үткәнегеҙ барҙыр. Шул араны уҙған һайын көн яҡтыһы төшмәҫ ҡара урманлы тауҙар уйымында күренеп ҡалған «Йөйәк» тигән яҙмаға иғтибар итәм. 1952 йылдың 10 июнендә Белорет районының Инйәр ҡасабаһында тыуған шағирә Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова, атаһы төрлө ауылдарҙа мәктәп директоры булып эшләп, 1958 йылда Йөйәк ауылында төпләнгәс, ошо ҡырыҫ, әммә иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында бала сағын уҙғарған икән. Яҙыусы үҙенең «Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым» тигән йыйынтығында:

Ҡатай ғына ере йомшаҡ түгел –

Ҡая ташлы, ыжғыр буранлы.

Әсе йәштәр түгеп аҙашырлыҡ

Мең йәшәгән ҡара урманлы, –

тип һүрәтләй ҡуш ҡалҡаны, үҙ Ҡояшы һәм үҙ Айы булған ғәзиз тыуған ерен. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ Ҡояшығыҙ менән Айығыҙ тотолоп, донъяғыҙ ҡараңғылыҡта ҡалыуын! Бер нисә минутҡа ғына тотолған осраҡта ла халыҡтың ҡобараһы осоуын шағирә өләсәһе һөйләүе һәм үҙенең 1999 йылдың йәйендә Ҡояш тотолоуын күргәне буйынса бик аныҡ аңлата. Ҡояшты халҡыбыҙ Тәңре тип һанаған, Айҙың кеше психикаһына, физик торошона йоғонто яһауын, шул уҡ ваҡытта бөгөнгө динебеҙ символына әүерелгәнен иҫкә алһаң, «һәр милләттең – үҙ теле, үҙ тарихы һәм үҙ иле» тигән төп идеяны аңлатыу өсөн был образдарҙың бик урынлы икәнен күрербеҙ.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте идараһы ағзаларын йыйып, Учалы районының Рафиҡ ауылы мәсете үткәргән сараға барғанда, йәмғиәтебеҙ рәйесе Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы, «ГАЗель» салоны уртаһына сығып, ҡулына микрофон алды ла, юл буйы тыуған яҡтарының тарихы, мәҙәниәте, көнкүреше менән таныштырып барҙы. Уның: «Яу сыҡҡанда мәмерйәләргә бала-сағаһын йәшереп, йән аҫрап ҡалған ата-бабаларыбыҙ. Беҙҙең яҡ көнкүреш өсөн ҡыйын, йәшәү өсөн ауыр, уңайһыҙ. Һауа торошо бик тиҙ үҙгәреүсән, йәй Өфөнөкөнә ҡарағанда бер айға ҡыҫҡараҡ. Бында халыҡ хәләл көсө менән мал аҫрап көн итә. Урман араһында бесән эшләүе – ыҙа, ә уны ташып алыуы – үҙе бер этлек. Беҙҙә тоҡомло һыйырҙар йәшәй алмай, тиҙ генә уларҙы айыу йыға», – тип һөйләгәнен тыңлап, үҙҙәре генә белгән һуҡмаҡ буйлап көтөүсеһеҙ йөрөп ятҡан ваҡ ҡына һыйырҙарҙы, юл ситендә юшаған аттарҙы тәҙрә аша күҙәтеп барғайныҡ.

Шуныһы ҡыҙыҡ: тауҙар ҡосағына һыйынып ултырған төпкөл ауылдарҙа электән «урыҫ ҡапҡалы», алты мөйөшлө ҙур йорттар өҫтөнлөк иткән. Был төбәк өйҙәре Ҡасим Дәүләткилдеев һүрәттәрендә лә мәңгеләштерелеп ҡалған. «Башҡорт йорто болдоро» тигән картинаны Гүзәл хатта атаһының тыуған йорто түгелме икән тип тә уйлап ҡуя – шул тиклем оҡшаған! Өйҙәре саҡ ҡына ҡарая башлаһа, инйәр-ҡатайҙар түбән яҡҡа һал итеп төшөрөп, һатҡан да, яңыны һалған икән. Һунарсылыҡ, урман кәсептәре менән йәшәгән был төбәк халҡы.

Иҙел башында Көмөш сығанаҡ тип тә, Изге шишмә тип тә аталған инештә туҡталып һыу эстек. Сарсағандан түгел, ә тыуған яғы һыуын тәмләтеп, йән-тән сихәте бүләк иткеһе килеп, хәл алдырған рәйесебеҙ, күрәһең. Унда йөк машинаһы менән сират тороп, һатырға һыу алыуҙарын да күрҙек, әйткәндәй.

Хозур тауҙар үҙәненә һоҡланып, ҡыйғыр ҡоштай талпынып, уны юғарынан күҙәтеп, бер осоп үтке килә. Баҡтиһәң, был матурлыҡта Гүзәлдең дә өлөшө бар икән: ҡасандыр, мәктәптә уҡығанда, тырышып-тырмашып, тауҙан тауға йөрөп, һабаҡташтары менән бергә ҡарағай ултыртҡандар. Шуға ла цивилизация бәреп инеү менән кеше аяғы баҫмаған урындарҙың юҡҡа сығыуы йөрәген әрнетә.

Швейцариянан йөрөп ҡайтҡас, унан тәьҫораттарын һорайҙар. «Тәбиғәтебеҙ ундағынан ҡалышмай. Тик беҙҙеке – совет заманындағы фуфайка, кирза итек кейгән, йөҙөнә кершән-маҙар теймәгән, сәстәре матурлап төҙәтелмәгән, эштән йонсоған колхозсы ҡатынға, ә уларҙыҡы һылап-һыйпанған көйәҙ королеваға оҡшаған», – тип әсенеп яуап бирә Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы.

Үҙҙәренең инйәр-ҡатай тоҡомдаштары тураһында шағирәнең бер аҙ тәләкәләп тә, уйынлы-ысынлы ла әйткән һүҙҙәре байтаҡ. «Ҡаты телле, йомшаҡ күңелле» кеүек үҙ-ара һыйышмағаныраҡ сифаттарҙы уның «Ҡатай ере» тигән шиғырында табабыҙ. Төрлө халыҡтарҙа борондан үҙеңде төрлө йәнлек, ҡош, үҫемлек менән бәйләп, хатта сығышыңды шуларҙан тип күрһәтеү осрай. Башҡорт ырыуҙарының ағасы, ҡошона ҡарап, характер үҙенсәлектәрен айырып өйрәнәһе бар беҙгә, тигәйне Гүзәл Ситдиҡова.

Заманында депутат, Дәүләт телдәре буйынса совет ағзаһы булараҡ та Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы республика мәктәптәрендә башҡорт телен мотлаҡ өйрәнеү мәсьәләләренә ҡарата матбуғат баҫмаларында байтаҡ мәҡәлә баҫтырғайны. БР Хөкүмәте ҡармағындағы Терминология һәм Топонимия хеҙмәттәренең берлектәге ултырыштарында ла сығыш яһаны. Нефтекама ҡалаһында, «Ҡала башҡорттары: тел һәм демография мәсьәләләре» темаһына арналған төбәк-ара конференцияның өс секцияһында ла ҡатнашып, ҡала шарттарында ғаиләне һаҡлау буйынса милли традицияларҙы тергеҙергә, башҡорт телен өйрәнеүҙә фольклорҙы һәм балалар әҙәбиәтен өйрәнергә саҡырғайны.

Өс ҙур бүлектән торған «Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым» йыйынтығының «Кәзә малайы Текетек» тип нарыҡланған беренсе бүлегендә башҡорт телен өйрәнер өсөн кескәйҙәргә тел асҡысы бирә автор: сабыйҙарҙың, уйнап йөрөп, отоп алырлыҡ татлы телендә яҙылған мажаралы йөкмәткеле, үҙенсәлекле шиғырҙары, әкиәттәре бар бында. Белорет педагогия училищеһында – уҡытыусы, Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтында балалар әҙәбиәте библиографы-китапханасы һөнәрҙәрен алған Гүзәл баланы әхлаҡи тәртиптәргә күндереү, белемгә ынтылдырыу, уҡырға төшөргә әҙерләү, йоҡо менән ял режимдары һәм этикет ҡағиҙәләрен белдереү, математика, рәсем, йыр, тәбиғәт фәндәре менән таныштырыу, телмәр үҫтереү, төҫтәр айырыу, файҙалы ашамлыҡ үләндәрҙе, бәшмәктәрҙе танып-белеү, йорт хайуандарын, диңгеҙ тереклектәрен өйрәнеү кеүек шиғри «дәрестәр» биреү маҡсаттарын ҡуя. Баланы аҡыллы-тәүфиҡлы итеп тәрбиәләү менән бергә уны үҙенең тышҡы ҡиәфәтенә, хис-тойғо, рухи хеҙмәтенә иғтибар иттереү өсөн яҙылған шиғырҙары – үҙе бер тормош мәктәбе. Әйткәндәй, Гүзәл Ситдиҡова тап ошо шиғри әкиәттәре, энциклопедиялары менән балалар әҙәбиәтенә новатор булып килеп инде һәм ҙур йоғонто яһаны.

Балалар баҡсаһында эшләүселәргә, башланғыс класс балаларына белем биреүсе уҡытыусыларға эҙләнеп тораһы юҡ, бына тигән дәреслек.

2005 йылдың 2 февралендә хажға барып ҡайтҡас, Гүзәл Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаларын йыйып, үҙенең кисерештәре менән ихлас бүлеште. Хажиә изге урындарҙа нисегерәк ғибәҙәт ҡылып, пәйғәмбәребеҙҙең юлынан Ҡәғбә ташына нисек үткәнен бәйнә-бәйнә һөйләп кенә ҡалмай, зәңгәр экран аша кинәйәле сәйәхәтнамә ойошторҙо. Ер аяғы, ер башынан алып ҡайтҡан изге, шифалы зәмзәм һыуынан ауыҙ иттереп, үҙенең «Күсле ил – көслө ил» тигән китабын һәр беребеҙгә бүләк итеп сыҡты. Тәрән мәғәнәле исемле, үтемле эстәлекле әҫәрен «Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым» йыйынтығына индереүе лә буштан түгел. Китаптың төп идеяһына яуап бирә ул. Яҙыусы бында, күберәк мәҡәл-әйтемдәргә таянып, ғаилә, илебеҙ һәм кешелек алдындағы бурыстарыбыҙҙы, ғөмүмән, башҡорт халҡының махсус яҙма ҡануннамәләрҙә теркәлмәгән ғаилә кодексын бәйән итә. Юридик ҡанундар әхлаҡ, ғәҙәт-йола ҡағиҙәләре менән бер бөтөн итеп һүрәтләнә. Үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫырға йыйыныусы йәштәргә ғаиләһен алдан планлаштырыу, буласаҡ туғандар менән мөнәсәбәттәрҙе нисек яйлау һәм үҙеңде ир йә ҡатын булараҡ нисек тотоу өсөн бына тигән файҙалы әсбап.

2005 йылдың 25 февралендә ирем, яҙыусы Аҫылғужа Баһуманов ҡапыл гүр эйәһе булды. Туғандарым алыҫ юлдан килеп еткәнсе, Гүзәл әхирәтем  Яҙыусылар союзы идараһында мине ҡосаҡлап ултырып, ауыр ҡайғымды бүлеште, мәрхүмгә доғалар бағышланы, хәтер кисәләрендә ҡатнашып, Аҫылғужа тураһындағы йылы иҫтәлектәре менән ихлас бүлеште. Рәхмәт уға!

Тиҫтә ярым йыл самаһы инде уның менән йәйен баҡсала күрше йәшәйбеҙ. Мин уны көтөп алам, ҡосаҡлашып күрешәбеҙ. Гүзәл шәхсән донъяһын яратып, кешегә үрнәк итеп тота. Ҡунаҡҡа саҡырһа, уның аш оҫтаһы икәнлегенә аптырашта ҡалаһың. Ирем рухына ясин сығып, доға ҡылғанда ла ул үҙенсәлекле хажиә икәнлеген күрһәтте. «Мин хәлле кеше, миңә саҙаҡа алырға ярамай», – тип, хәйер аҡсаһынан баш тартты.

Балаларының һәр береһенә исемләп баҡса алыуҙарын, уны тәрбиәләп тотоуҙарын күрәһең дә: «Нисек был ҡатын барыһына ла өлгөрә икән?» – тип уйлап ҡуяһың.

Беҙ былтыр уның сәсәнлек сифаттарын астыҡ. «Киске Өфө» гәзите үткәргән сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, шағирә хаҡлы рәүештә гран-при алды.

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙының «Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым» йыйынтығынан шул исемдәге өсөнсө бүлекте ҡайта-ҡайта уҡып ҡарайым да, донъя иңләрлек уй диңгеҙенә сумып китәм. Баштан уҙған ваҡиғалар күҙ алдына баҫа ла ҡуя, бөтәһе лә таныш. Мин дә шулай уйлайым бит, тигән фекер тыуа. Яҙыусының халыҡсанлығы ла шундалыр инде: бөтәбеҙгә ҡағылышлы уй-хистәрҙе үҙенеке һәм барса халыҡтыҡы итеп бергә бирә белеүендә. Заманыбыҙҙың гигант ҡаршылыҡтарын дөрөҫ яҡтыртыуы, зирәк сәйәсмән әхирәтебеҙҙең милләт исеменән үҙ һүҙен йәшермәйенсә ҡыйыу әйтеп биреүе һәм нимә эшләргә кәрәклеген шиғри һәм сәсмә тел менән аңлатыуы – үҙе бер яңылыҡ.

«Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым» бүлеге тәүгеләренең йөкмәткеһен  тағы ла нығыраҡ аса, тәрәнәйтә. Борон-борондан тырышып донъя көтөп, төрлө ауырлыҡтарға бирешмәй, уба-туба балалар үҫтереп, уларҙы кеше итеп йәшәп килгән ата-олатайҙарының йорт нигеҙенең ныҡлығына тиктәҫтән иғтибар ителмәй китапта. Ныҡлы нәҫел нигеҙендә генә әҙәм булырҙай бала үҫә. Утыҙынсы йылдарҙа Ситдыҡ олатаһы, кулак тип һөрөлөүҙән ҡасып, Әшәлә урман ҡырҡып йөрөй, балта оҫталары етешмәгәнлектән уны ауылына саҡыртып ҡайтарталар. Ҡайтыуына – бер нәмәһеҙ шалтырап ҡалған мәҡамы. Ҡулынан балта төшөрмәй ең һыҙғанып эшләп, олатаһы тормошон яңынан яйға һала. Бер генә тимер сөй ҙә ҡаҡмай ҡороп ҡуйған уның йортон Гүзәлгә лә күрергә насип итә. Атаһы яғынан олатаһына сыбыҡ осо нәҫеле – күҙ бәйләү кирәмәтенә эйә, ғилемле, тауыш-тынһыҙ ғына ерле халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусы Хәмзә мулла – Зәки Вәлидиҙең арҡаҙашы булған. Бына ҡайҙа булыр Гүзәлдең тоҡом заты, нәҫеленән килгән яҡшы сифаттары.

Ғаиләлә милләт һөйәрлек рухы хөкөм һөргәндә Гүзәлдең башҡорт яҙмышы өсөн борсолмай йәшәүе мөмкин түгел. Ана ла: «Ирек бирһәң, әле лә башты ашарға тороусылар әҙме?» – тип, беҙҙе һаҡ булырға өйрәтә.

Йыйынтыҡта әхлаҡҡа ҡағылған миҫалдар күп. Кесене кесе итеү, олоно ололау кеүек ҡанундарыбыҙ шағирәнең үҙенең тормошо үрнәктәрендә оҫта раҫлана. «Апай тимәй, беҙҙе бит хатта йыллап түгел, айлап-көнләп кенә донъяға алданыраҡ килгәндәргә лә шулай өндәшергә өйрәттеләр», – тип иҫкә ала. Тиҫтерҙәренең әсәһе йәшендәге апайҙарға «Машка» ла «Файка» тиеүен тәнҡитләп, тәрбиә нигеҙҙәрен барлай һәм был традицияның юҡҡа сығыуын ябай ғына итеп дәлилләп ҡуя: «Ҡыҙыҡ, өс һеңлем дә, ҡустым да мине бәләкәй саҡтан «апый» тип үҫте, әле лә шулай өндәшәләр. Йәш араларыбыҙ ҙа әллә ни түгел, Әлиә генә 14 йәшкә кесе. Ә Зилә менән Динәгә «апый» тиеүсе юҡ».

Халҡыбыҙҙың тәрбиәүи традицияларының емерелеүе әхлаҡи боҙоҡлоҡҡа килтереүе көн кеүек асыҡ. Кем арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың, тигән шикелле, йәштәр йәмғиәт йоғонтоһона тиҙ бирелә. Аборттар һаны буйынса бөтә донъяны уҙып китеп, Рәсәй халҡының аҙсылыҡҡа дусар булыуын, шуның менән ситтәрҙе илебеҙгә ымһындырыуыбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Шағирә илебеҙҙәге әхлаҡ сафлығына юғары талап ҡуйылғанын тарихи миҫал менән дәлилләп ҡуя: «Гитлер армияһында юғары дәрәжә биләгән бер етәксе:

– Рәсәйҙең беҙ яулап алған өлөшөндәге көсләнгән ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә тиерлек ғиффәтле булған. Бындай халыҡты еңеп сыға алыуыбыҙ икеле, – тигән».

Хәҙер әхлаҡи боҙоҡлоҡтоң халыҡты ғына түгел, илде емергес көс икәне һүҙһеҙ ҙә аңлашылырға тейеш. Илдә демография мәсьәләһе ҡуйырыу сәбәпле перинаталь үҙәктәр асыла, әсә һәм бала һаулығы өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш башланды. Әммә был ғына әҙ. Әсәгә һәм балаға ҡарашыбыҙҙы үҙгәртеп, ғаиләне социаль яҡтан нығытып, иң мөһиме, эшһеҙлек, ҡиммәтселек хөкөм һөргән заманда, күберәк йән аҫрау менән мәшғүл булған йәштәргә уҡырға, ғаилә ҡороп донъя көтөргә ярҙам иткәндә генә уңышҡа өлгәшеп була.

Йыйынтыҡтағы тағы ике ҙур мәсьәләгә туҡталам. Ул да булһа – милләтебеҙ һәм телебеҙ. Исемдәрен башҡортса әйтергә оялғандар беҙҙең арала әле лә бар. «Башҡортостан» тип әйтә алмай күпме йонсонолар!

Әле килеп, дәүләт теле булып законлаштырылған башҡорт телен өйрәтеү өсөн ата-әсәләрҙән яҙма ризалығын һорайбыҙ, тимәк, баланы шунда уҡ башҡорт теленән ситләштерәбеҙ, кемдеңдер теләгенә өңшәйеп, телебеҙгә хөрмәтте законға ярашлы талап итмәйбеҙ.

Гүзәл Ситдиҡова милләт мәсьәләһен көнкүрештә осраған етешһеҙлектәр аша паспорт кеүек мөһим сәйәси ваҡиғаға тиклем кинәйәле үҫтерә. «...Сит яҡтың һыуы кеүек икән ул сит һөйләш, хатта туған телең булып та», – тигән фекере беҙҙе айырып торған бер фактор икәне телгә алына, тимәк, беҙҙе халыҡ итеп берләштергән әҙәби телебеҙҙе өйрәнеү фарыз, уны һаҡларға, үҫтерергә кәрәк.

Башҡортостан үҙаллылығы өсөн көрәш осоронда сәйәсәткә килеп инде Гүзәл – Белорет районының «Урал» гәзите редакцияһында баш мөхәррир булған сағында республиканың Юғары Советына депутат итеп һайланды. Шунан инде 3 саҡырылыш рәттән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа профессиональ нигеҙҙә депутат булып эшләне. Шул ваҡытта «Паспортта урыҫ тигән милләт күрһәтелмәгәс, ниндәй Рәсәй була ул?» тигән һығымтаһы һәр кемде һиҫкәндерергә, «Тотош Рәсәй тигән илде юҡҡа сығарыуға баш борманыҡмы икән?» тигән уй барыбыҙҙы борсорға тейеш ине. Башҡорт һәм башҡорт теле төшөнсәләре юҡҡа сыҡһа, республикабыҙҙың исеме лә төшөп ҡаласаҡ, тигән һығымта яһарға мөмкин. Хаҡлыҡ бар бит был һығымтала. «Паспортта милләтте күрһәтмәүҙең, ғөмүмән, милләт тигән төшөнсәне юҡҡа сығарырға маташыуҙың нигеҙендә глобаль маҡсат ята – һәр кешене бер ҡалыпҡа һалырға, оҡшаш итергә тырышыу. Был ваҡытта кешеләр дөйөмлөгөнә идара итеү еңелерәк… Хоҙай беҙҙе юҡҡа ғына төрлө милләт итеп яралтмаған. Ошо төрлөлөк, нисек кенә парадоксаль тойолмаһын, кешелек цивилизацияһын үҫтерә, юғалырға бирмәй», – тигән фекерҙә депутат.

Йыйынтыҡтың өсөнсө бүлеген художестволы автобиографик көндәлек йәки яҙмышнамә, тәрән эстәлекле хәтирә тип атау ҙа әҙ, сөнки унда айырым, шәхсән Ситдиҡованың ғына түгел, тотош кешелектең, дәүләтебеҙҙең үҫеш этаптары ысынбарлыҡта һүрәтләнгән. Инша яҙыу, стена гәзите сығарыу, гәзит-журнал уҡып барыу, ниһайәт, «Помни имя свое» исемле тетрәндергес фильмды ҡарағандан һуң шиғыр яҙа башлап, «Урал йәшмәләре» әҙәби түңәрәге ағзаһы булып китеү, аҙаҡ журналистикаға аяҡ баҫыу – был шағирә Гүзәлдең үҫеш баҫҡыстары. Улар шул уҡ ваҡытта алдағы бүлектәрҙе лә раҫлаусы дәлил булып күренә. «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була» бит. Яҙыусының хәтирәләре үткән, хәҙерге замандар менән үрелеп килә һәм киләсәккә лә барып тоташа. Уның китабын уҡып сыҡҡас, «Үҙеңдең башҡорт булыуыңды онотма!» тигән фекер нығына.