Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әҙип тормошо

Нияз Мәһәҙиев, Зөһрә Ҡотлогилдина

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы

Ноғман Сөләймән улы МУСИНҒА – 85 йәш

 

Ноғман Мусин – иллегә яҡын проза китабы авторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй тәбиғәтен һаҡлау отличнигы. Халыҡ яҙыусыһының проза һәм публицистика өлкәһендәге эшмәкәрлеген һис икеләнеүһеҙ әҙәби ҡаһарманлыҡ тип нарыҡларға мөмкин! Ысынлап та, мәшһүр әҙиптең бай тел менән яҙылған талантлы әҫәрҙәрен нисәмә быуын йотлоғоп уҡый, уҡыясаҡ. Романдары, повестары һәм хикәйәләре хаҡында ҡәләмдәштәре, йәнә тәнҡитселәр Хәким Ғиләжев, Баязит Бикбай, Ғилемдар Рамазанов, Яҡуп Ҡолмой, Фәрит Иҫәнғолов, Зиннур Нурғәлин, Әнүр Вахитов, Салауат Галин, Әнғәм Хәбиров, Роберт Байымов, Рәшит Шәкүр, Зәйтүнә Шәрипова, Гөлфирә Гәрәева һәм башҡалар тос фекерҙәрен әйтһә, бихисап диплом һәм курс эштәре яҙыла, яҙыласаҡ.

Арҙаҡлы яҙыусыға шағирҙар тарафынан байтаҡ бағышлауҙар ижад ителгән. Мәҫәлән, Барый Ноғоманов үҙенең “Күңел ынйылары“ тигән арнауында былай ти:

Өлкән дуҫым!

Тормош – һинең диңгеҙ,

Тулҡындарын көн дә ҡағаһың.

Аҫыл ынйыларын табаһың да

Кеше күңеленә тағаһың.

 

Халҡы өсөн хеҙмәт һалғандарға

Тик бер яуап – халыҡ хөрмәте!

Иң ҙур ынйы – күңел күлдәрендә,

Мәңге буҙармаҫы, ҡиммәте.

Олуғ юбилейың менән, хөрмәтле ил ағаһы,

данлы халыҡ яҙыусыһы!

Ноғман МУСИН:

     “Ҡолғонама ҡайтҡан кеүек булам...”

 

– Ноғман ағай, күркәм юбилейығыҙға әҙерлектәр барамы? Тыуған яғығыҙ Ишембайҙа, Өфөлә матур саралар ойошторолалыр, моғайын...

– Өфөлә лә, Ишембайҙа ла быға тиклемге юбилейҙарымды ҙурлап, хөрмәтләп үткәрҙеләр, Аллаға шөкөр. 60 һәм 80 йәштәремде улай билдәләмәнем. Был юлы ла Өфөлә лә, Ишембайҙа ла юбилей сараларын ойоштороуҙан тыйылам. Олоғая килә һәр төрлө тантаналы йыйылыштар үткәреп, түрҙә ултырыу кешегә мәртәбә өҫтәмәйҙер ул. Ваҡытында барыһы ла булды, бүләктәр ҙә бирелде. Ҡалған ғүмерҙә рәхмәт тойғоһо менән йәшәргә ҡала. Яҡташтарыма рәхмәтем сикһеҙ. Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Хөсәйен улы Ғайсин быйыл да һабантуйға саҡырыу ебәрҙе, тик ҡайтып ҡына булманы.

Һеҙҙең һымаҡ халыҡ яҙыусыһына юбилейығыҙҙы билдәләмәү килешмәҫтер ул, быны уҡыусыларығыҙ аңламаҫ...

– Һорауҙарға урауыраҡ яуап биреп ҡарайым, улайһа... Минең тыуған ауылым Ҡолғона үҙәктән йыраҡ, төпкөлдә, тау араларында урынлашҡан. Борон эргәһенән Ырымбурҙан, Стәрле, Белорет аша Верхнеуральскийға тиклем таш юл үткән. Әбей батша юлы тигәндәр уны. Күперҙәре өй кәрниздәре кеүек семәрләп ҡуйылған. “Селтәрле күпер“ тигән исеме әле лә ҡалған.

Ләкин беҙҙең заманда Магнитогорск яғына газ үткәргес һуҙғанда ул юл ташландыҡҡа әйләнде, иғтибар бөттө. Аҙаҡ Инйәр аша юл һалынды. Тик был юлдан йөрөүсе Күмертау, Мәләүез яҡтарының халҡы, әйтәйек, Бөрйәнгә барыр өсөн йөҙ саҡрым урап үтергә мәжбүр. Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында, әлеге юл яңынан төҙөлә башлағайны, минең ауылға ун биш саҡрым тирәһе етәрәк, туҡтап ҡалды. Ул бик ҡатмарлы юл, Башҡортостанда башҡа ундай юл юҡ. Барыһына ла мәғлүм: юл – ул тормош, юлһыҙ донъя алға бармай. Уйлап йөрөнөм дә, яҡташтарға ярҙам итеү теләгенән республиканың хәҙерге Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа яҙҙым. 2013 йылда телевидение аша халыҡтың һорауҙарына яуап ойошторолдо бит, шунда мөрәжәғәт иттем. Ләкин өндәшеүсе булманы. “Электрон телеграмма ебәрһәң, ул мотлаҡ Башлыҡтың үҙенә барып эләгәсәк”, – тине Фәрзәнә ҡыҙым. Шулай иттем дә. Августа баҡсала инек, бер мәл хакимиәттән бер кеше килеп, Башлыҡтың өс көндән беҙҙең ауылда буласағын һәм шунда осрашырға теләүен белдерҙе, тине. Ҡыҙым менән йыйынып, тиҙ генә юлға сыҡтыҡ. Иртәгәһенә сәғәт ун берҙә республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров, шул саҡтағы урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин, район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин һәм башҡа яуаплы кешеләр менән бергә килеп төштөләр. Республика етәксеһе менән осрашҡанда уға ауылыбыҙҙың бик боронғо тарихлы булыуы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙем. Ауыл советы, мәктәп янында бик күп халыҡ йыйылғайны, тик уларҙы Башлыҡ янына бик яҡын ебәрмәйҙәр. “Ауылдаштарымдың да һеҙгә әйтер һүҙҙәре бар”, – тигәс, Рөстәм Зәки улы: “Улай булғас, килһендәр һуң”, – тине. Шулай итеп, яҡташтарымдың республика етәксеһе менән рәсми булмаған һөйләшеүе килде лә сыҡты. Бер ҡатын хатта Башлыҡты ҡосаҡлап алды. Ул фото республика матбуғатында донъя күрҙе. “Бал да бар, май ҙа бар, ит тә бар – ҡайҙа алып барып һатырға белмәйбеҙ”, – тип, юлһыҙлыҡҡа зарланды ауылдаштар. Артабан ике ҡатлы мәктәп яғына атланыҡ. Юл ыңғай элекке, емерек түбәле интернат бинаһы күҙгә ташланды. “Клуб янғайны, хәҙер йәштәр ошонда күңел аса”, – тип әйттеләр. Хәмитов менән Мөниров ниҙер һөйләшеп алдылар ҙа Межгорьеға кәңәшмәгә ашығып юлландылар.

...Күпмелер ваҡыттан һуң мәктәпкә машина бирелде. Осрашыу мәлендә директор йыраҡ ауылдарҙан балаларҙы йөрөтөп уҡытырға транспорт юҡлыҡҡа зарланғайны. Шул уҡ йылды юлды эшләй башланылар. 2015 йылдың ноябрендә юл әҙер булды. Ике ҡатлы 400 урынға иҫәпләнгән мәҙәниәт йорто тиҙҙән асылыуға әҙерләнә. Бына шул тантанаға халыҡ йыйылғанда 85 йәшем уңайынан ҡотлап үтһәләр, яҡташтарым менән ҡыуанысыбыҙ уртаҡ буласаҡ.

Улай булғас, һеҙ үҙегеҙ ауылдаштарығыҙға иҫ киткес ҙур бүләк әҙерләгәнһегеҙ икән...

– Һәр яҙыусы, ғөмүмән, республика кимәлендә күренекле шәхес үҙ районы, ауылы өсөн ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә алалыр, тим. Әлбиттә, матди ярҙам күрһәтеү беҙҙең ҡулдан килерлек эш түгел, ә һүҙ ярҙамы, тел ярҙамы ҡайһы саҡ ана шулай матди рәүештә лә сағылыш табып ҡуя. Белһәң, әҙип һүҙенең абруйы ҙур ул.

– Тормошоғоҙҙа иң мөһим ваҡиға тип нимәне иҫәпләйһегеҙ?

– Күп булғандыр инде ундай ваҡиғалар. Ә шулай ҙа киләсәктә ҙурыраҡ тормош юлына сығырға уйлаған мәл иң мөһимелер.

Әсәйем Ҡөрьәнде ятҡа белгән. Туғыҙ бала менән йәтим ҡалғандар. Әгәр уның фатихаһы булмаһа, ҙур тормошҡа сыға алмаҫ инем.

Һуғышҡа тиклем беҙҙең ауылда ете йыллыҡ мәктәп асылды. 1945 йылда ете класты тамамланым. Артабан уҡырға бөтә райондың башҡорттары Маҡарға бара. Уҡыу өсөн йөҙ илле һум түләргә кәрәк. Минең дә белем алғым килә. “Кешенән ҡалма, балам, уҡырға бар”, – тип, әсәйем дәртләндереп ебәрҙе. Һигеҙенсе класта 64 бала инек, әкренләп һирәгәйә башланыҡ. 1945 – 1946 йылдарҙа туғыҙынсыла “А”, “Б” кластарына бүленеп уҡыныҡ. Унынсы класта 28 кеше генә ҡалдыҡ. Шуларҙың 14-е генә өлгөргәнлек аттестаты алырға имтихан тапшырырға килде. Сығарылыш имтихандарын Петровское ауылында ҡабул иттеләр. Ул һынауҙар менән хәҙерге Берҙәм дәүләт имтихандарын сағыштырырлыҡ та түгел. Район мәғариф бүлеге мөдире үҙе ултыра. Райкомдан да килгәндәр. Шулай уҡ ике юғары белемле уҡытыусы һынау ҡабул итә. Беҙҙең мәктәптән химия һәм математика уҡытыусылары ла бар ине.

Беренсе имтихан рус теленән ине. Ун дүртебеҙҙең яртыһы “икеле” алды ла ҡуйҙы. Ҡайһы бер ҡыҙҙар үҙҙәре теләп имтиханға килмәне. Шулай итеп, ете кеше аттестат алып сыҡтыҡ. Әсәйемдең фатихаһы миңә урта мәктәпкә юл асты.

Аҙаҡ үҙебеҙҙең мәктәптә уҡыттым. Йәш кешегә өҫ-башты ла ҡарарға кәрәк. Тик бер аҙҙан үҙебеҙҙең директор һуғыштан ҡайтты, һәйбәт уҡытыусылар килде. Шунан уйланым да әсәйгә: “Ун класс белем менән эшләп йөрөп булмаҫ, артабан уҡырға барырға ине”, – тинем. Өфөлә пединститут барлығын әйттем. “Уға ауыҙыңды ла асма!” – тине әсәй. Стәрлелә уҡытыусылар институты барлығын беләм, шуға: “Яҡынданыраҡта ла бар ул, Стәрлелә, ике йыллыҡ ҡына”, – тим. Әсәй: “Әллә инде, улайтып уҡып йөрөгән кеше юҡ бит”, – тине лә башҡа бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Бер-ике көн йөрөгәс, былай тине: “Атайың ауырығанда, Вәсилә, һин улымды уҡыт, тигәйне. Уның һүҙен тотоп, ебәрәм”, – тине. Шулай итеп, әсәйем миңә тағы ҙур донъяға юл асты. Яңы бер мөхиткә килеп индем. Ун кеше бер бүлмәлә торһаҡ та, “отлично”ға тамамланым уҡыуҙы. Институтта профком рәйесе итеп һайлағайнылар. Шунан республика конференцияһына ебәрҙеләр. Артабан Мәскәүҙәге съезға ла делегат булып барҙым. Бына шулай: һәр нәмә киләсәккә юл аса, көс өҫтәй, донъяға ышаныслыраҡ ҡарай башлайһың. Уҡып бөткәс: “Ауылға директор булып ҡайт”, – тинеләр. “Бармайым”, – тинем. Сөнки мин ҡайтһам, еҙнәне эштән сығаралар ине. Район мәғариф бүлеге мөдире: “Беҙҙә инспектор юҡ, әйҙә, ҡайт”, – тигәс, ризалаштым. Дүрт-биш ай эсендә райондағы бөтә мәктәптәрҙе йөрөп сыҡтым. Тик хәрби комиссариаттан саҡырыу килде лә, армияға алып китте лә барҙылар.

Стәрлелә Хәким ағай Ғиләжев уҡытҡайны. Ул әҙәби ойошманың эшен яйға һалып, ижади мөхит булдырҙы. Стена гәзиттәре сығара торғайныҡ. Күңелгә һалынған ошо орлоҡтар һалдат тормошонда шиғырҙар, хикәйәләр булып донъяға тыуҙы. Уларҙы “Октябрь уттары”на, “Ленинсы”ға ебәрә инем. Тәүге ижад емештәрем матбуғатта баҫылып сыҡҡас, дәртләнеп киттем. Һалдаттан ҡайтып килгәндә Хәким Ғиләжев ағай: “Мин һине ауылға ҡайтармайым, Өфөлә ҡал, киләсәгеңде уйла”, – тип, яҙмышымды хәл итте. Шулай итеп, 20 октябрҙә армиянан ҡайтып килгән һалдатты 21-ендә “Совет Башҡортостаны” гәзитенә эшкә алдылар. Ул саҡта Ғаффан Ғафаров мөхәррир ине. Уға: “Әсәй яңғыҙ, апайҙар кейәүгә сығып киттеләр, ярҙам итергә кәрәк, ҡайтып килергә ине бит әле”, – тип мөрәжәғәт иткәйнем. “Һин башта берәй аҙна эшләп ал, шунан һиңә ун көнгә командировка бирермен”, – тине.

Әсәй нимә әйтер икән, тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына ҡайттым. Өфөлә эшкә ҡалыуымды шунда уҡ белгермәнем. Төш ҡайтҡайным, кис кенә әйттем. Әсәй хәбәрен уйлап һөйләй торғайны. “Күңелең тартҡан эш булһа, йәй бесән, утын эшләшһәң, йәшәрмен”, – тине. Шулай, әсәйҙән фатиха алып, Өфөлә эшләп алып киттем.

– Яҙмышығыҙға ҙур йоғонто яһаған кеше булдымы? Булһа, кем? Уның һеҙгә ниндәй ярҙамы тейҙе? Нимә өсөн һеҙ уға рәхмәтлеһегеҙ?

– Әйтеп үттем инде. Әлбиттә, ундай кеше иң беренсе – әсәйем. Әгәр ҙә ваҡытында ул миңә урта мәктәп бөтөрөргә, аҙаҡ институт тамамларға фатихаһын бирмәһә, бөгөн бөтөнләй икенсе кеше булыр инем. Заманаларҙың ауырлығына ҡарамаҫтан, донъя йөгөн үҙ иңдәренә күтәреп, миңә уҡырға мөмкинлек бирҙе. Шуның өсөн әсәйемә ғүмер буйы рәхмәтле булдым.

Ижад буйынса дәртләндереп тороусы, ярҙам итеүсе – Хәким Ғиләжев ағай. Арабыҙҙа ете-һигеҙ йәш кенә айырма булһа ла, ул мине улы кеүек күрҙе.

Өфөлә бер йыл эшләгәс, ауылға ҡайттым. Хикәйәләрем сыҡҡылап торҙо. “Зөһрә” исемле тәүге повесымды яҙғас, ҡышҡы каникул ваҡытында киттем Хәким ағай янына. Өс көн эсендә уҡып сыҡтыҡ. “Әҫәр бар, алып ҡайтып, яңынан эшләп килтер”, – тине. Яҙғы каникулда тағы килдем. Был юлы ҡарап сыҡты ла: “Әҙәби Башҡортостан”ға, Ғәйнан Әмиригә алып бар”, – тине. Шулай итеп, тәүге күләмле әҫәрем 1956 йылда журналдың июнь, июль айҙарында сыҡты.

Үҙем дә күп кешегә ярҙам иттем. Мәҫәлән, күптән түгел Раят Вәлиевтың “Цех” тигән романын уҡыным. Минең йәштә 500 битлек күләмле әйберҙе ҡарап сығыу еңел түгел. Йыш ҡына лупа ла ҡулланып уҡыным, сөнки ҡыҙыҡ. Белореттағы металлургия комбинатына арналған. Авторҙың “Күләгәле утрау” тигән китабы ла сыҡҡайны. Милиция органдарында эшләгән. Теле иҫ киткес бай. Сабир Шәриповтың яҡташы икән. Әҫәр менән танышыуҙан күңелем булды. Саҡырып алдым. Һөйләшеп ултырҙыҡ. Апрель аҙағында кире биргәйнем ҡулъяҙмаһын, әле шуның өҫтөндә эшләйҙер, тип уйлайым.