Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

«Ағиҙел»гә хаттар килә

“Иҙел башы“ башланғысы

Хөрмәтле редакция! Ошо хатыбыҙҙа Белорет ҡалаһы һәм районындағы әҙәби тормошобоҙ хаҡында һөйләргә булдым. Мәғлүм ки, төбәктә былтырғы Әҙәбиәт марафонынан һуң “Иҙел башы“ ойошмаһы үҙ эшен һиҙелерлек йәнләндерҙе. Хәҙер әҙәби-мәҙәни саралар аныҡ план нигеҙендә уҙғарыла, ай һайын тиерлек алыҫ ауылдарға сығырға, унда әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуҙар ойошторорға тырышабыҙ. “Иҙел башы – юл башы“ исемле әҙәби альманахтың инде 4-се һаны әҙерләнә, тәүгеләре, уҡыусылар әйтеүенсә, ярайһы уҡ матур һәм уҡымлы (2 телдә) сыҡты. Район-ҡала гәзиттәрендә,  шул иҫәптән “Урал“да, әҙәби конкурстар иғлан ителә,  яңы авторҙарҙың, йәш ҡәләмгирҙәрҙең, хатта мәктәп балаларының ижад емештәре донъя күрә.

Эшмәкәрлегебеҙҙең икенсе бер мөһим йүнәлеше – ойошма ағзаларын һәм дә үҙебеҙгә таныш металлургтарҙы, төҙөүселәрҙе, журналистарҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, шулай уҡ башҡа һөнәр кешеләрен милли баҫмаларҙы күберәк алдырырға өгөтләү. Әлбиттә, “Ағиҙел“де быйыл беренсе планға ҡуйҙыҡ. Сөнки журнал беҙгә айырыуса кәрәк, ул һабаҡ та бирә, илһам да өҫтәй, әҙәбиәт донъяһының яҡшы әҫәрҙәре менән дә таныштыра.

Һандарға күсәйек. Беҙҙең әҙәби ойошма ярҙамында журналға икенсе ярты йыллыҡҡа почта аша һәм альтернатив юл менән 46 кеше яҙылды. Маҡсатыбыҙ – 50-гә еткереү.

Әммә хатты яҙыуымдың сәбәбе икенсерәк. Матбуғатта хәбәр ителеүенсә, Әҙәбиәт йылында республикабыҙҙың бөтә ҡала һәм райондарында әҙәби берекмәләрҙең етәкселәре алмашынды, унан бигерәк, яңы берекмәләр барлыҡҡа килде. Ошо факт бер яҡтан ҡыуандырһа, икенсе яҡтан уйландыра ла. Ысынлап та, һәр берекмә, беҙҙең башланғысты хуплап һәм яҡлап, журнал таратыуға иғтибарын көсәйтһә, әҙәби тормошобоҙ йәмлерәк, йәнлерәк, һөҙөмтәлерәк буласаҡ! Ана бит, “Ағиҙел“ ваҡыт-ваҡыт теге йәки был райондың, ҡаланың йә уҡыу йортоның, йәиһә күрше өлкәләге ҡәләмдәштәрҙең ижадын “ҡунаҡ“ рәүешендә үҙ битендә баҫһа, оло бер шатлыҡ табаһа!

Әлегә беҙ яҡынлата Бөрйән районының “Баҙал“, Әбйәлил районының “Йәйғор“ ойошмалары ағзаларын ошо инициативаны хупларға саҡырабыҙ. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, ти халыҡ. “Ағиҙел“де таратыуға күмәкләп тотонайыҡ! Ә Ағиҙелкәйебеҙ бейек Урал тауҙарынан сығанаҡ ала һәм бик алыҫтарға барып етә...

Хат-өндәмәгә ҡул ҡуйҙыҡ:

Мансур Һиҙиәтов, берекмә етәксеһе, ағзалар: Зөлфиә Сөләймәнова, Фәриха Вәлиуллина, Әнисә Зарипова, Рәсимә Сәлихова, Рәмилә Мусина, Зәйнәп Собханғолова, Рәсимә Сәйетғәлина, Раят Вәлиев, Ғата Мохтаров, Сәйфулла Ғайсин һәм башҡалар.

 

Редакциянан. Белореттарҙың башланғысын башҡа төбәктәрҙең дә хуплауын  һәм ҡушылыуын теләйбеҙ. “Ағиҙел“де күпләп алдырған әҙәби берекмәләр мотлаҡ журнал “ҡунағы“ буласаҡ.

Баймаҡта йәштәр йыйыны

Июнь айының матур көндәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баймаҡ районындағы Граф күле буйында йәштәр форумы үткәрҙе. Ике көн барған йыйын һәр яҡлап уйланылған, уртаҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын күҙалланы.

Республиканың күпселек райондарынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстандан килгән башҡорт йәштәре төрлө спорт уйындарында ярышып ҡына ҡалманы, зирәклектә һәм заманса фекерләү буйынса ла ал бирмәне. Йыйында төрки халыҡтар араһында борон бик таралған, бөгөн бер аҙ онотолоп барған «Ылаҡ» бәйгеһе һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Уйындың шарты буйынса, һыбайлы йәштәр ике командаға бүленеп, һарыҡ түшкәһен бер-береһенән тартып алыу өсөн тырыша, уны ҡаршы команданың ҡаҙанына һалырға тейештәр. Был бәйгелә «Ҡыпсаҡ» командаһы, үтә етеҙлек, отҡорлоҡ күрһәтеп, «Бөрйән»дәрҙе еңеп сыҡты. Баймаҡтар әҙерләгән һыбай биатлон да – өр-яңы спорт төрө. Бер түңәрәк сабып килеп еткәс, уҡтар менән мәргәнлектә ярышалар. Тап ошо спорт төрөндә башҡорт егеттәренең булмышы тулыһынса асылды ла.

Йәштәр форумында бер нисә эшлекле әңгәмә, диспут ойошторолдо. «Башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге», «Заман эшҡыуары» кеүек майҙансыҡтарҙа йәштәр үҙ ҡараштарын ғына сағылдырманы, ә тулыһынса иркенләп фекер алышты. Ҙур “түңәрәк өҫтәл“де асып, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов махсус саҡырылған ҡунаҡтарҙы сәләмләне. БДУ-ның Сибай институты доценты Фуат Сөләймәнов, БР Китап палатаһы директоры Азат Ярмуллин, Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин, ҡурайсы һәм думбырасы Дамир Әбүбәкиров йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе, кәңәштәрен еткерҙе. Халҡыбыҙҙың тарихындағы сетерекле ваҡиғалар, шәхес яҙмыштары, тел һәм ер мәсьәләләре хаҡында һөйләшелде. Татарстандан Маузир Ғиниәтуллин, Ғәли Хәсәнов, Ырымбурҙан Луиза Райманова, Силәбенән Владислав Габов үҙ төбәктәрендәге хәлдәр менән таныштырҙы. Хәҙерге заманда диндең йоғонтоһо, башҡа йүнәлештәр тураһында БР мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арыҫланов сығыш яһаны. Сибайҙа төҙөлөп бөтөп барған мәҙрәсә өсөн шатлығы менән бүлеште ул.

«Йәштәр» гәзите хәбәрсеһе Баныу Ҡаһарманова ла көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡланы. Йәштәр форумының “түңәрәк өҫтәле“ йәнле, ҡыҙыу барҙы. Һәр  һорауға тәжрибәле белгестәр яуап бирҙе. «Башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге» тип аталған сараны М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты Зәки Әлибаев оҫта итеп алып барҙы.

Йәштәр форумының һәр сәғәте файҙалы үтте. Баймаҡтағы йыйын һәр кем күңеленә йәшлек ялҡыны, йәшлек дәрте өҫтәне.

А. Ҡартаев.

Өфө ҡалаһы.

 

Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем

Мин, яҙыу-һыҙыу эшенән йыраҡ торған кеше, күберәк башҡаларҙыҡын уҡыуға өҫтөнлөк бирәм. Шулай ҙа ҡайсаҡ ҡул ҡысытып китә, мәктәп йылдарындағы иншаларҙан башҡа яҙған нәмәм булмаһа ла. Гәзит-журналдарҙа төрлө һөнәр кешеләренең төрлө темаға яҙған фекерҙәре лә ҡотҡо өҫтәй. Халыҡта ундайҙарға “ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған” тиҙәрме әле? Бына мин дә шул “баҡа“ халәтендә үҙемде һынап ҡарарға булдым – нисек ҡабул итерһегеҙ.

Уҙған быуаттың 70 – 80-се йылдарында мәктәптә уҡыһам да, үҙемде ул тиклем замандан артта ҡалған тип иҫәпләмәйем. Хәҙерге матбуғатҡа ла шул заман грамматикаһы күҙлегенән ҡарайым. Ана шунда замандың ныҡ алға китеүе, башҡорт теленә бик күп яңы һүҙҙәр килеп инеүе менән бергә иҫкеләре – беҙ белгәндәре – әйләнештән сыға барыуы ла күренә. Үҙем интернет менән дуҫ булғас, башҡорт телен “интернетлаштырыу” фәҡәт һәүәҫкәрҙәр көсө менән алып барылыуын беләм, шуға ла унда әҙәби ҡанундарҙы әллә ни тотоп та булмайҙыр. Дәреслектәрҙе беҙҙең быуын күптән киптереп элгән, хәҙер беҙҙең балалар ҙа уҡыуҙы ослаған инде. Шуға ла әҙәби әҫәр йә берәй мәҡәлә уҡып ултырғанда аңлашылмаған һүҙ килеп сыҡһа, аптырайһың да ҡалаһың: мин белмәгән берәй диалект һүҙеме был, әллә  неологизммы? Ундай аңлашылмаған һүҙҙәрҙе йә бит аҫтында йондоҙсоҡ менән биреп, йә шунда уҡ йәйә эсендә аңлатып китеү тәртибе була торғайны ла. Шул тәртипте хәҙер ҙә индереп, йә бөтөнләй мотлаҡ ғәмәлгә әйләндереп ебәреп булмаймы? Бигерәк тә боронғо матур һүҙҙәрҙең, төшөнсәләрҙең әйләнештән төшөп ҡала барыуы борсой. Мәҫәлән, яңыраҡ бер һабантуй репортажында “вертикаль бағана” тигәнде күреп аптырағайным – бала саҡта үҙебеҙ үрмәләп үҫкән һырғауыл һүҙен оноттоҡмо ни беҙ? Шуны уҡ беҙҙең телебеҙгә әллә ҡайҙан килеп ингән “билбау көрәше” тигән төшөнсәгә лә әйтеп була. Беҙ белгәндән һәм уға тиклем дә борон-борондан был ярыш ябай ғына итеп көрәш тип аталды лаһа. Ҡалғандары өсөн алыш, ярыш тигән һүҙҙәр бар.

Бер ыңғай шуны ла әйтеп үтәйем. Илебеҙҙә почта хеҙмәте шыпа үҙгәрҙе. Быны мин үҙем дә күрәм: аҙнаға өс сыҡҡан гәзитте бер юлы өйөп килтерәләр. Улай булғас, яҙылыуҙың кәрәге лә юҡ, аҙналыҡты ғына алдырыу отошло. Почтальонға зарланғайным, ул: ”Бик кәрәкһә, үҙегеҙ почтаға кереп алып йөрөгөҙ”, – тип кенә ҡотолдо. Шундай ҡараш булғанда, кем матбуғатты алдырып уҡыһын инде? Өйҙәге кабель телевидениеһы менән ниҙер булһа, бер шылтыратыуың етә бит, хәҙер килеп етәләр. Ә почта, минеңсә, совет заманында аҙашып тороп ҡалған. Ғәмәлдә улар шул уҡ “Ағиҙел”де алыу менән үк миңә килтереп бирергә тейеш, өҫтәүенә, ағай, киләһе айға яҙылырға онотманығыҙмы, тип иҫкәртергә лә бурыслы түгелме? Мин интернетҡа түләргә онотһам, шунда уҡ телефонға СМС-иҫкәртеү килә бит.

Кеше китап, гәзит-журналдар уҡымай хәҙер, тип зарланыуҙар хатта экрандар аша ҙур-ҙур түрәләр ауыҙынан да ишетелеп ҡуя. Быға шәхси фекерем бар. Миңә килгән әллә нисә гәзит-журналдың бер ҡасан да өйҙә өйөлөп ятҡаны юҡ, уларҙы күршеләр алып китеп тора. Таба ултыртырға йә әйбер төрөргә түгел инде – уҡыу өсөн. Ә бит уларҙа ла шул уҡ кабель телевидениеһы ла, интернет та бар. Тимәк, был хеҙмәттәр операторҙары һымаҡ, почтальон да журналды өйгә килтереп бирһә, уны алдырыусы ла, тимәк, уҡыусы ла булыр ине. Мин, мәҫәлән, бәләкәйҙән китаптар уҡырға яраттым, тик хәҙер ҡайҙа нимә сыҡҡанын да, уны ҡайҙан табып булыуын да белерлек түгел. Гәзит-журнал уҡымай халыҡ, тип зарланыусылар үҙҙәре үк уларҙы уҡымауҙарын теләгән һымаҡ. Һатыусы тауар алып ҡайта ла, кешегә күрһәтмәй прилавка аҫтына йәшереп ҡуя торғайны бит элек, ана шуның шикелле.

Бына ошолар мин әйтергә теләгәндәр, ғәйеп итмәгеҙ.

 

М. Ғатин.

Белорет районы.

 

Редакциянан. Электрон почта аша килгән был хатта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, автор үҙе тураһында мәғлүмәт бирергә онотҡан. Шулай ҙа уның яҙғандарында етди мәсьәләләр күтәрелә. Ошондай һәм башҡа темаларға үҙ фекерҙәре булған кешеләрҙән тағы ла хаттар көтәбеҙ. “Ағиҙел”гә хаттар килә” рубрикаһы бүҫкәрмәһен, почта аша өҙлөкһөҙ бәйләнештә торайыҡ, хөрмәтле уҡыусылар.