Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Таңсулпан Ғарипова

«Тормошом устағы быяла кеүек»

– Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы, «Ағиҙел»дә «Әҙип тормошо» тигән рубрика асып, бик һәйбәт башланғысҡа нигеҙ һалдылар, шулай бит. Мин һәр ваҡыт журналда «Ижад лабораторияһы» тигән баш аҫтында күренекле яҙыусыларҙың үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашыуҙарын теләй торғайным. Бәлки, ошондай оҫталыҡ дәрестәре лә урын алыр әле «Ағиҙел» биттәрендә киләсәктә. Ә хәҙергә беҙгә «Әҙип тормошо» тигән рубриканы башлап ебәреү мөмкинселеге бирелде. Был һөйләшеүгә тап һеҙҙе тәҡдим итеүҙәре юҡҡа түгел. Таңсулпан Ғарипованы республикабыҙҙа ғына түгел, сит тарафтарҙа ла белмәгән кеше юҡтыр. Һеҙ – башҡорт әҙәбиәтенең алтын бағаналарының береһе. Шуның менән бергә ябай ҡатын да, әсә лә, өләсәй ҙә, хужабикә лә... Әйҙәгеҙ, был әңгәмәлә ижадығыҙ тураһында ғына түгел, ә Таңсулпан Ғарипованың тормошо, нисек йәшәүе, күңел донъяһы хаҡында ла һөйләшәйек.

Мин «Ағиҙел»гә сит бауыр түгел: ижад ғүмеремдә был журналдың өс тапҡыр лауреаты булдым. Беренсе тапҡыр – «Айлы төн» хикәйәһе өсөн; икенсегә – «Ай менән Ҡояш бер генә» повесы өсөн; өсөнсөгә – «Бөйрәкәй» пенталогияһының тәүге өлөшө өсөн. Шуға күрә һөйләшеүгә саҡырыуығыҙҙы кире ҡаға алмайым. Ә бына уҡыусы өсөн әңгәмәне файҙалы итеп ҡора алырбыҙмы?

– Тырышып ҡарайыҡ. Таңсулпан апай, мин һеҙҙең А. Стрельникова ысулы буйынса тын алыу күнекмәләрен башҡарыуығыҙҙы беләм. Шулай уҡ дингә ыңғай ҡарашта булыуығыҙ ҙа билдәле. Һеҙҙең иртә нимәнән башлана: намаҙҙанмы, күнекмәләрҙәнме?

– Намаҙҙан. Сөнки ҡояш ғәли йәнәптәре көтөп тормай.

– Һеҙҙә бер нисә тапҡыр ҡунаҡта булырға тура килде. Ауыл йолаһын тотоп, әҙибәләрҙе йә йома сәйенә саҡырып алаһығыҙ, йә Ҡөрьән уҡытаһығыҙ. Шундай саҡта ысын башҡорт аштарын әҙерләйһегеҙ. Ә көндәлек иртәнге сәйегеҙ ваҡытында нимәләр менән туҡланаһығыҙ?

– Башта – һеркә һалынған бер сынаяҡ һалҡын һыу. Унан, гимнастиканан һуң, төрлө үләндәрҙән сәй. Шунан ғына ҡабаҡ ҡушылған бутҡа, сей йәшелсәләрҙән торған салат. Ғәҙәттә, салатҡа сөгөлдөр, кишер, алма, ҡыяр кеүек йәшелсәне ҡырғыс аша үткәреп, үҫемлек майы ҡушам һәм бер лимондың һутын һығам. Көҙҙән салат, икра кеүек нәмәне күпләп яһағас, бутҡаға уларҙы ла ҡушам. Бына шул ғына!

– Көн башланды. Ул һәр ваҡыт ижадҡа бағышланамы? Нисәлә яҙышырға ултыраһығыҙ? Күпме ваҡытығыҙҙы эшкә бүләһегеҙ?

– Төрлөсә. Миҙгелдәргә ҡарап. Яҙ, мәҫәлән, иртәнге сәйгә тиклем баҡсала әллә күпме эш бөтөрөп инәм. Ҡыш көндәре, әлбиттә, ял һәм эш режимы теүәлерәк үтәлә. Әммә шуныһы: мин бик күп уҡыйым һәм уҡыу – минең өсөн шул уҡ ижади процесс. Икенсенән, мин – ҡатын-ҡыҙ. Миңә яҙырға кәрәк булған өсөн ғаилә ағзалары ауыҙҙарын сөйгә элеп ултырһынмы? Юҡ. Ҡамырың әсеп ташып барғанда һин ижад менән булыша алмайһың. Минең һөнәрем бер ҡасан да ғаиләмдең кәйефен ебәреүгә иҫәп тотманы. Өс ир бала (ир ҙә шул уҡ бала бит инде ул) минең ҡулға ҡарап торҙо! Шуға күрә уларҙың тамағын, өҫтөн ҡайғыртыу – мөҡәддәс бурысым булды һәм шулай дауам итә әле лә.

– Һеҙ алдағы көнгә, айға, йылға план ҡуйып йәшәйһегеҙме? Мәҫәлән, план-максимум, план-минимум. Сер булмаһа, шулар менән уртаҡлаша алмаҫһығыҙмы?

– Ул тиклем ҡәтғи пландар менән йәшәй алмай торғандыр ҡатын-ҡыҙ. Бәндә теләй – Хоҙай бойора, тигәндәй. Балаларҙы уҡытыу осоро бер ҙә еңел булманы. Өлкәне, Айтуған, Питерҙа уҡыны. Үткән быуаттың 90-сы йылдары. Илдә – көрсөк. Аҡса юҡ. Бөтә нәмә – талон менән. Ике-өс урында эшләп, баҡсала йәшелсә үҫтереп, уны эшкәртеп – бөтәһенә өлгөрөп йәшәү өсөн ҡырҡҡа ярылырҙай булына ине. Етмәһә, ирем, Хәйҙәр Ғарипов, ижад кешеһе. Уға ла булышмай сараң юҡ. Шуға күрә, туғанҡайым, план-максимум минең өсөн балаларҙы уҡытып әҙәм итеү ине. Әгәр ҙә ки мин ир-ат яҙыусы булһам, ҡатыным булыр, ул яҙғанымды баҫыр, ашарыма бешерер, өҫтөмдө ҡарар ине һәм мин, башлыса, план һәм йөкләмәләр менән әүҙем ижад итер инем!

– Барыбер ҙә көн буйына ижад итеп кенә ултырмайһығыҙҙыр. Тағы ниндәй хәстәрҙәр ята иңегеҙҙә?

– Көн буйы ижад итеп ултырыу түгел, йылдар буйы ҡулыма ҡәләм (әлбиттә, мәҡәлә, очерк яҙыу йәки уҡытыусы булараҡ, дәфтәр тикшереүҙе иҫәпкә алмағанда) тотмаған саҡтар булды. Минең ижадтан тыш әүҙем йәмәғәт эштәрен алып барғанымды Өфөлә бик белеп бөтмәйҙәр. Ә бит суверенитет, демократик саралар, плюрализм өсөн көрәш бер баш ҡалала ғына барманы! Ул йылдарҙа мин Учалы ҡалаһында йәшәнем. «Йәшәнем» тип әйтеү бигүк дөрөҫлөккә тура ла килмәй: шағир әйтмешләй, «йәшнәнем дә, күкрәнем дә»! Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәтеүҙе индереү, үҙебеҙҙең милләт кешеләрен депутат итеп үткәреү, ҡала һәм районда беренсе тапҡыр саф башҡорт телендә гәзит сығарыу, яҙыусыларға алмаш әҙерләү, музыка училищеһында башҡорт фольклоры бүлеген асыу өсөн көрәш һәм унда эшләү өҫтөнә район гәзитендә мөхәррир урынбаҫары булыу, кистәрен ял көнө мәктәбен асып, ғәрәп графикаһын өйрәтеү, дин буйынса ҡулланма-әсбап сығарыу... Һәм ошо юҫыҡтағы мәғрифәтселек эше Сибайға күскәс тә дауам итте. Муниципаль телевидениела башҡорт редакцияһы астым. Мәктәптәрҙә ижади түңәрәктәргә етәкселек иттем. Телевидение аша халыҡҡа ғәрәп яҙмаһынан дәрестәр алып барҙым, башҡорттоң билдәле шәхестәренә арналған ижад һәм хәтер кисәләре үткәрҙем; үҙебеҙҙең 10 шәхескә бер ҡайҙан бер тин ярҙам алмайынса, таҡтаташ ҡуйҙырттым; уҡыусылар араһында ижади бәйгеләр ойошторҙом, ә бит мин Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын 1996 йылдың көҙөндә ҡабул итеп алғанда уның офисы ла юҡ ине!

– Үҙегеҙҙең әҫәрҙәрегеҙҙе ижад итеүҙән тыш, күп шәхестәр тураһында шундай шәп мәҡәләләр, очерктар яҙаһығыҙ. Әҙиптәр араһында бер генә кеше хаҡында ла матбуғатта һүҙ әйтмәгәндәр бар. Был нилектән шулай тип уйлайһығыҙ: күңел тарлығынанмы, һәләт юҡлыҡтанмы, битарафлыҡтанмы, әллә ундай яҙмаларға ваҡыт бүлеп, ваҡланып, тарҡалырға теләмәүҙәнме?

– Үҙ эшен ижад бейеклегенә күтәргән, иманына әүерелдергән шәхестәр иҫ китмәле күп. Улар эргәһенән тик һуҡыр ғына битараф үтер. Мин үтә алмайым. Улар хаҡында һөйләгем, уларҙы донъяға танытҡым килә! Тик шуныһы: публицистикала әүҙемлегем художестволы ижадыма ваҡыт ҡалдырмай. Ә, икенсе яҡтан, очерктар, уларҙың геройҙары, үҙемдең эске донъямды байыта, әҫәр геройҙары өсөн бер аккумулятор кеүек тә...

– Әҙиптәр араһында яҡын дуҫтарығыҙ бармы? Булһа, кемдәр? Улар менән һеҙҙе ижади уртаҡлыҡ, фекерҙәр берлеге бәйләйме?

– Әлбиттә, бар! Тик мин, әйҙә әле, уларҙы исемләп атамай торайым. Юҡһа, кемделер атарға онотормон, ә ул миңә үпкәләр, ҡырын ҡарап йөрөр. Иншаллаһ, улар күп. Кеме менәндер фекер берҙәмлеге бәйләһә, кеменеңдер күркәм холоҡ эйәһе булыуы оҡшай. Бына, мәҫәлән, Мостай Кәрим. Мин уның менән яҡын дуҫ булдым тип маҡтана алмайым, ләкин уны уйламаған, уның афоризмға әйләнгән тәрән мәғәнәле һүҙҙәрен иҫкә алмаған көнөм юҡ тип әйтерлек. Шуғамылыр, ул минең төшөмә лә инә. Рәйес Түләкте бик һағынам. Ул миңә бер туған ҡустым кеүек тә булды бит. Һыныҡ икмәкте лә бүлешеп ашап, сәй артында әҙме хәбәр һөйләштек, ижад кешеләренең генә зиһене етер, аңы аңлар бейеклектәр һәм тәрәнлектәр тулҡынында әңгәмәләштек. Мостай ҙа, Рәйес тә минең өсөн тере заттар. Мин китермен, ә улар мәңге тере килеш ҡалыр кеүек...

– Дуҫтарығыҙҙан төңөлгәнегеҙ булдымы? Хыянатты ғәфү итәһегеҙме?

– Мин, Зөһрә, конфликтҡа инә һалып бара торғандарҙан түгел. Тормошомдоң ниндәйҙер арауығында кем менәндер бергә барырға, ризыҡ-аш бүлешергә яҙған икән – уныһы Хоҙай эше. Һәр хәлдә дуҫтарымдың, әхирәттәремдең күңелен һаҡларға тырышам. Улар яғынан ниндәйҙер дорфалыҡ күрһәтелһә, үткәреп ебәрәм: бәндә хатаһыҙ булмай. Әммә әлеге лә баяғы Мостайҙың әйткәне бар бит: йылдар үткән һайын табындарҙа һирәгәйә дуҫтар. Ни өсөн? Дуҫтарҙың бәғзеһенә һинең уңыштарыңды күреү ауырая башлай. Кем уңышыңа ихлас һөйөнә – яныңда шул ҡала. Ә үрҙәге юлдар авторының, мәғлүм ки, уңыштары аҙ булманы. «Ҡайғыңды уртаҡлашам», – тиергә күптәрҙең йөрәге етә, ә бына: «О! Ҡотлайым! Һинең өсөн ҡыуаныуымдың сиге юҡ!» – тиергә, бик аҙҙарҙың. Уның өсөн саф, балаларҙыҡы шикелле эскерһеҙ күңел кәрәк. Рәйес, бына, шундай ине. Рәйес үтә лә бер ҡатлы илаһи зат булды.

– Тормошта һеҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеһе нимә?

– Был турала уйлап ҡарағаным юҡ инесе... Ә, ғөмүмән, «иң ҡәҙерле» тигән төшөнсә мәленә ҡарап, үҙгәреп тора ахыры ул... Бына, мәҫәлән, миңә, атайҙан бик иртә ҡалғанғалыр инде, әсәйемде юғалтыуҙан бик ныҡ ҡурҡып йәшәгәнем иҫемдә. Ысынлап та, ул да үлһә, мин бит үкһеҙ етем ҡалыр инем? Эйе, әсәйем ауырыһа, йәнем уға күскәндәй була ине... Аҙаҡ мөхәббәт килде. Бөтә ғашиҡ йәндәр кеүек, мин дә тормошомдо унһыҙ күҙ алдына килтерә алманым. Эйе, уның өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер инем. Университет. Филология факультеты. Кемдәрҙер 2-се курста уҡ тормошҡа сығыуҙы хуп күрҙе. Минең өсөн иһә уҡыу – яҙмышыма, өлөшөмә төшкән иң ҙур бүләк, иң ҡәҙерле һәҙиә булды. Аҙаҡ тормошҡа сыҡтым, бер-бер артлы ике улым тыуҙы. Ауырыған-сырхаған саҡтарында йәнем балаларыма күсте: улар терелһен, яңынан күҙҙәрен асып, шат йылмайһын өсөн йәнемде лә фиҙа ҡылырға әҙер инем. Йәнә ерем, ғәзиз илкәйемдер: шулай булмаһа, ил хәстәрен һаулығымдан һәм башҡа күп нәмәнән өҫтөн ҡуйып, ҡайһы саҡ йәнемде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, республика суверенлығы өсөн көрәшмәҫ һәм... «Бөйрәкәй»ҙе лә, «Илекәй»ҙе лә яҙмаҫ инем...

– Ҡыйын ваҡыттарығыҙҙы нисек үткәреп ебәрәһегеҙ? Ҡайҙан, нимәнән көс табаһығыҙ?

– Ҡыйын ваҡыттар... Улар минең тормошомда аҙ булманы. Хатта әйтер инем: бик күп, самаһыҙ күп булды. Нисек үткәрҙем һәм... үткәрәм: китап уҡыйым. Йәшәйештең серен асҡан китаптарҙы ҡулымдан төшөрмәйем. Унан ҡала бөйөк аҡыл эйәләренең ҡанатлы һүҙҙәре артына ышыҡланам: «Бөтәһе лә үтә. Быныһы ла үтер» (Сөләймән); «Бәндәнән ҡурҡҡан – Хоҙайҙан ҡурҡмай, Хоҙайҙан ҡурҡҡан – бәндәнән ҡурҡмай» (Мөхәммәт пәйғәмбәр); «Кеше йәненә беҙ көсө еткәндәйҙе генә йөкмәтәбеҙ» (Әл-Мөьмин сүрәһе) һәм, ниһайәт, Есенин әйткән бит: «Счастлив тем, что я однажды жил».

– Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы, һеҙ бер интервьюла «Егерме биш йыл буйы әҙәбиәтебеҙҙең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡланым», – тигәйнегеҙ...

– Уныһы шулай инде: егерме йылға яҡын Учалыла, биш йыл – Сибайҙа. Учалыла «Урал йәшмәләре» әҙәби берекмәһенән алып, профессиональ яҙыусылар ойошмаһы барлыҡҡа килеү осоро – тотош бер дәүер! Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы эшен юлға һалыуға ла күпме көс түгелде. Төбәктәге эш – һәр йәһәттән әүҙемлек, ойошҡанлыҡ, ҡыйыулыҡ талап итә.

– Икенсе яҡтан, унда һеҙ – берәмек, ә Өфөлә күмәкбеҙ. Унан һуң, Өфө һынсыл баҡшы кеүек. Образлы әйткәндә, һыу эргәһендә һыуға һыуһап, сарсап ғүмер иткән яҙыусылар ҙа юҡ түгел. Ҡурҡытманымы?

– Ҡурҡманым. Ул яҡтан тыныс инем. Әммә «Ватандаш»ҡа Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов йыл буйы саҡырһа ла, бая әйткәнемсә, урын һаҡлап тотһа ла, сығып китергә йөрәк етмәй торҙо. Бер Өфөгә килгәндә ул саҡтағы мәҙәниәт министры Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитовҡа индем (Элек министрға шулай инеп була ине!). Хәлде һөйләнем. Бүлдермәй, тыныс ҡына тыңланы.

«Минең бына ошолай итеп үтенесемде һөйләр кешем юҡ Өфөлә, – тинем. – Торлаҡ булмаһа, ошо йәштә нисек сығып китәйем? Ә бит йүнле-башлы яҙыусылар барыһы ла Өфөлә йәшәй...»

«Тимәк, Таңсулпан Ғарипова атлы яҙыусыға Өфөгә юл асылмаһа, мин ғәйепле булам? – тине министр».

«Юҡ, мин һеҙҙе ғәйепләй алмайым – хаҡым юҡ. Ләкин... һеҙҙән башҡа кемдер хәлемде аңлар, ярҙам ҡулы һуҙыр, тип тә уйламайым».

«Ҡыйын хәлгә ҡуйҙығыҙ мине, Таңсулпан, – тине Тәлғәт Ниғмәтуллович. – Ҡыйын».

...Хушлашып, сығып киттем. Сибайҙамын. Әлеге һөйләшеүгә үтһә, ике аҙна ваҡыт үткәндер, телефон шылтырай. Трубкала – ҡатын-ҡыҙ тауышы: «Тиҙ генә килеп, «Йәшлек бульвары» ятағынан бүлмә асҡысы алығыҙ!» «Ниндәй бүлмә?!» «317-се бүлмә. Һеҙгә шул бүлмә бирелгән».

Бына шулай. Ә бит мин Тәлғәт Ниғмәтулла улын шул һөйләшеүгә тиклем бары бер тапҡыр, ул «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире булған саҡта күргәйнем. Унда ла бик ашығыс ҡына инеп сыҡҡаным хәтеремдә. Әлбиттә, ул мәлдә пьесаларым Сибай дәүләт башҡорт драма театрында гөрләп бара ине, Талҡаҫтағы драматургтар семинарында ла үҙәктә минең пьесалар торҙо – инергә баҙнат итеүем шунандыр. Министр Сәғитов ысын мәғәнәһендә зыялы, әҙәбиәтте тәрәндән аңлаған, Башҡортостандағы мәҙәниәт торошо һәм үҫеше өсөн оло хәстәрлек күргән һәм уны үҙенең намыҫ эше тип ҡараған шәхес. Минең яҙмышымда етди боролош яһаны ул. Ышанды. Икеләнмәне. Бөтә булған еңеүҙәрем, уңыштарым менән мин уға бурыслы. Килгән йылды көҙ, Республика суверенитетының 10 йыллығында уҡ, Мәҙәниәт министрлығы иң яҡшы пьесаға иғлан иткән аноним конкурста минең «Бәхеткә ҡасҡандар» фантасмагория 24 пьеса араһында Гран-при яуланы! Ә бит мин ул конкурс хаҡында бик һуңлап белдем, Сибайҙа ятһам, бөтөнләй ҡатнашмаған да булыр инем... «Ғилмияза», «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға», «Урал менән Шүлгән» – барыһы ла Мәҙәниәт министрлығының заказы менән яҙылды. «Салауат йыйыны», Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестиваленә сценарийҙар яҙыу – улар ҙа бит профессиональ өлгөргәнлек талап иткән эш. Етмәһә, «Бөйрәкәй» пенталогияһының 2-се, 3-сө, 4-се, 5-се киҫәктәре ана шул «Йәшлек бульвары» ятағының 317-се бүлмәһендә ижад ителде. Ул ғына ла түгел, килгәндең икенсе йылына уҡ мин үҙем өсөн яңы өлкә – кино сәнғәтен үҙләштерә башланым – режиссер Булат Йосопов менән киң форматлы нәфис фильм «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» проекты өҫтөндә эш башланым. Халыҡ-ара фестивалдә ул фильмдың «Алтын Фил» призын яулауы Башҡортостан кино сәнғәтенең үҫеш күрһәткесе лә булды бит! Эйе, Тәлғәт Ниғмәтулла улы ул саҡта үтенесемде кире ҡаҡманы, үҙ сиратында, мин дә уның ышанысын аҡларға тырыштым. Бирәйем тигән ҡолона, сығарып ҡуя юлына, тигәндәй, бәлки Хаҡ Тәғәлә миңә бирер бәрәкәтен уның аша еткергәндер? Һәр хәлдә мин Тәлғәт Ниғмәтулла улына сикһеҙ рәхмәтлемен. Хоҙай уны артабан да фатихаһынан ташламаһын, тигән теләктәмен...

– Әле яҙылып ятҡан йәки киләсәктә планда торған әҫәрҙәрегеҙ хаҡында ла уҡыусыларҙың белгеһе киләлер, моғайын...

– Бәндә теләй, Хоҙай бойора тигәндәй, мин бит инде йәш түгелмен: бер йылдан, Алла бирһә, 70. Был рәүешле һорауҙы миңә осрашыуҙар ваҡытында ла күп ишетергә тура килә. Шул саҡ Зәйнәб Биишеваның яуабы (күрәһең, уны ла ошондай һорауҙар менән йонсотҡандарҙыр) иҫкә төшә: «Яҙғанмын инде мин. Ана, яҙғанымды уҡығыҙ».

– Уныһы шулай инде, хикәйәләр, повестар, роман (пенталогия), тиҫтәләгән сәхнә әҫәре, сценарийҙар, публицистика, балалар әҙәбиәте – һеҙ, ахыры, тик шиғыр ғына яҙмайһығыҙ?

– Эйе, ниндәй жанрға тотонһам да, яратып эшләнем. Балалар өсөн яҙған «Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ мажаралары» хатта ваҡытында 40 мең тираж йыйҙы! Ә шиғыр яҙыу өсөн шағир булып тыуыр кәрәк. Пьесаларыма, башлыса, йыр тексын үҙем яҙам. Шуға күрә байтаҡ йырҙарым радио аша яңғырай. Әммә йыр тексы – йыр тексы инде ул. Ә ысын шиғриәт – күк ҡабағын телеп үткән йәшен. Алма ботағына һандуғас ҡунып һайраһа ла, йәшен сатағына улар оялай алмай торғандыр...

– Уҡыусылар менән осрашыуҙарҙа йыш булаһығыҙ. Ғәҙәттә, иң күбе ниндәй һорауҙы бирәләр?

– Һорауҙар, ғәҙәттә, төрлө була. Аудиторияға ҡарап. Студенттар, башлыса, етди һорауҙар бирә. Бик етди! Оло быуын күберәген әҫәрҙәрҙең яҙылыу тарихы, прототиптары менән ҡыҙыҡһына. «Өйөрөлә күктә яңғыҙ бөркөт», «Ҡыҙыл башмаҡтар» кеүек хикәйәләр буйынса ауыл, район китапханаларында саралар күп үтте. «Бөйрәкәй» буйынса урыҫ һәм башҡорт телдәрендә докладтар яһалған конференциялар үтә. Туймазы, Ишембай, Мәләүез, Краснокама райондарында, Ағиҙел ҡалаһында уҙған уҡыусылар конференциялары ныҡ иҫтә ҡалды. Әйткәндәй, Өфөләге китапханалар ҙа, мәктәптәр ҙә әҙерлекле конференциялар ойошторҙо. Ә бына Шишмә районы китапханаһында «Илекәй» повесы буйынса уҙған йылдың йәйендә ҙур конференция булды. Халыҡ әҙип һүҙенә мохтаж. Бөгөнгө уҡыусының рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек әҫәр ижад итеү – яҙыусының мөҡәддәс бурысы, ләкин был еңел эш түгел: ижадсының ғүмере ғаиләһен ҡарау өсөн айына 11–15 мең һум табыш биргән эш өҫтөндә үтә.

– Ижадығыҙға, шәхсән үҙегеҙгә ҡағылған ғәҙелһеҙлектәргә мөнәсәбәтегеҙ нисек: яуап ҡайтараһығыҙмы, әллә өндәшмәй ҙә ҡуяһығыҙмы?

– Нисә төрлө кеше – шунса ҡараш. Әйтәләр ки: Ҡояшта ла таптар бар. Үҙем ижадсы булғас, коллегаларым ижадына ҡаты бәрелмәҫкә тырышам. Ни генә тимә: һәр кем үҙ һәләтенә, үҙ көсөнә күрә яҙа, фекер йөрөтә. Бына Айгиз Баймөхәмәтов ижады. «Ҡалдырма, әсәй!» – тәүге һәм күләмле әҫәре. Тәүге әҫәрҙәр, башлыса, үҙеңде бала сағыңда ныҡ тетрәнергә мәжбүр иткән ваҡиғалар ерлегендә ярала. Хәтеремдә, минең дә «Ялан сейәһе»н йәш ижадсылар конференцияһында Ғәлимов Сәләм премияһына тәҡдим итәйек тигән фекерҙәр әйтелгәйне. Аҙаҡ ишеттем: йәш әле тип, бирмәгәндәр, бары ВЛКСМ Өлкә комитетының грамотаһы менән билдәләнеләр. Ә биргән булһалар? Ниндәй ҡанат үҫер ине миңә! Айгиз Бабич премияһын алды һәм бик ваҡытлы! Һүҙҙең ваҡытында әйтелгәне мөһим булған кеүек, танылыуҙың да адресатын һуңламай килеп тапҡаны яҡшы. Һорауға килгәндә, үҙемә ҡағылған ғәҙелһеҙлектәрҙе өндәшмәй үткәрәм. Кенә лә ҡыумайым, үс тә тотмайым. Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай, ти ҙә ҡуям. Унан һуң бит: кеше һүҙе күп була, тора-бара юҡ була. Йәнә: һыу аға ла, таш ҡала. Әгәр мин «Бөйрәкәй» донъя күргәндән һуң өҫтөмә ҡара болоттай түңкәрелгән тәнҡиткә яуап бирә башлаһам, тәғәйен, ҡояшты ҡабат күреү бәхетенә ирешмәгән дә булыр инем. «Ҡара юрға» сәхнәгә сыҡҡас ни ҡыландылар! Ырымбурҙа үткән Волга буйы театрҙары фестивалендә 1-се урын алды, Мәскәү, Ҡаҙан гасролдәрендә күпме тамашасының алҡышын яуланы. Ахыры уның уңыштарынан һуң ғына бер аҙ тынсынылар... Унан һуң, бахыр булып йәлләтеп йәшәгәнсе, көнләшкәндәрен кисереү арыуыраҡ түгелме?