Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ш. Сабиров

ҠОЯШТАЙ НУР ҺИРПЕП...

(Хәбир Дауытовҡа – 80 йәш)

Ҡәләмдәшем Хәбир Дауытовтың Күгәрсен районындағы Аралбай ауылынан икәнен белгәс, башымдан ҡапыл үҙемдең ете быуын тарихтағы Аралбай олатайымдың уға, уның нәҫелдәштәренә туған булманымы икән тигән уй ҡояштай нур һирпеп йүгереп үтте. Кем белә, XIX быуат башында Аралбайҙың атаһы Мәмбәт бай Эйек буйҙарында ла йәйләп йөрөгән бит... Әлеге ауыл атамаһының миңә фамилия биргән ҡанбаба олатайымдың исеменә тап килеүе мине замандашым Хәбир Дауытовҡа яҡынайтты, уның ырыуҙаштарын, туғандарын, хозур тәбиғәтен күргем килде. Ошо танышыу теләге миңә уның хикәйәләрен, повестарын уҡып сығыу, тарихи ерлегенә үтеп инеү теләген уятты.

Хәбир Дауытовтың әҫәрҙәрендә ауыл тормошо, ябай хеҙмәт кешеләре, ҡатмарлы яҙмыштар һүрәтләнә. Бәлки тап ана шул ябайлыҡ, беҙ көн дә аралашып йәшәгән һәнәр эйәләренең художестволы әҫәрҙәренең геройҙары булыуы үҙенә тарта, ылыҡтыра торғандыр. Был – яҙыусы Хәбир Дауытов ижадының төп үҙенсәлеге, күркәм сифаттарының береһе.

Ҡәҙим АРАЛБАЙ,

Башҡортостандың халыҡ шағиры.

 

ҺӨНӘРГӘ ҺӘМ ҠӘЛӘМГӘ ТОҒРОЛОҠ

Хәбир Кәрим улы Дауытов оҙаҡ йылдар Башпотребсоюз системаһында етәксе вазифаларҙа  эшләне. (Был ҡулланыусылар ойошмаһы ауыл халҡын көн дә кәрәкле тауарҙар менән туҡһан йылдан ашыу тәьмин итеп килде). Башҡортостан кооператорҙары илебеҙ күләмендә һәр ваҡыт алдынғылар сафында атланы һәм ошо уңыштарҙа Хәбир Дауытовтың да өлөшө юҡ түгел.

Буласаҡ яҙыусы 1936 йылдың 2 июнендә Йомағужа (хәҙерге Күгәрсен) районының Аралбай ауылында тыуған. Башланғыс белемде туған мәктәбендә ала.

Ватан һуғышының ҡыҙған сағы, атаһы фронтҡа ебәрелә... Хужаһыҙ ҡалған ғаиләгә йәшәүе бик ауыр була, аслыҡ яфалай. Ошондай ҡыйын саҡта өләсәһе Хәйерлебанат Түбәнге Сорғояҙҙан, һыйырын етәкләп, Аралбай ауылына – ҡыҙы Фатималарға күсенеп килгәс, фронтовик ғаиләһе әҙ-мәҙ һөт, май, ҡатыҡҡа туйына. Хәбир иһә фатирҙа йәшәп Йомағужа урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Һигеҙенсе класҡа еткәс, интернат асыла, уҡыуы апаруҡ еңелләшә. Тырыша торғас, унынсы класны уңышлы тамамлап сыға ныҡыш егет. Шул йылдарҙа, кешегә күрһәтмәй генә, тәүге шиғырҙарын яҙа.

Уҡытыусы булырға бик теләй. Шул ниәт менән документтарын Башҡорт дәүләт педагогия институтына тапшыра, сөнки мәктәптә математика, физика фәндәренән гел «дүртле», «бишле» билдәләренә өлгәшә. Имтиханда физика, математиканы «бишле»гә бирә, әммә урыҫ теленән диктант буйынса конкурстан үтмәй.

Тағы бер йылын бушҡа үткәрмәҫ өсөн документтарын кооператив техникумына илтә һәм уны бында имтиханһыҙ ҡабул итәләр. 1971 йылда, ситтән тороп уҡып, Мәскәү сауҙа институты дипломын ала. Ә уға тиклем әрме хеҙмәтен үтәргә тура килә.

Әҙиптең хеҙмәт кенәгәһендә нигеҙҙә бер генә яҙыу: Башҡортостан ҡулланыусылар кооперацияһы берлеге... Тимәк, сауҙа эше, ҡала-ауылдарҙы кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мәшәҡәттәре. Ошо системала Х. Дауытов ҡырҡ йылдан ашыу эшләп, ҙурлап хаҡлы ялға оҙатылды. «СССР ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы», «Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре» исемдәренә лайыҡ булды, башҡа наградалар ҙа алды.

Шулай итеп, яҙыусы әҙәбиәткә үҙ һүҙе, үҙ йөҙө, үҙ темаһы менән сумды һәм утыҙ йылдан ашыу инде ҡәләмен егәрле генә тирбәтә. Уға тәүге танылыуҙы «Болотһоҙ күкрәү» китабы (1993 йыл) алып килһә, 2005 йылда «Намыҫ һәм нәфсе» романы өсөн Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияһы тапшырылды. Шул осорҙа «Йәшлегем ҡойоһо» (1994 йыл) исемле хикәйәләр йыйынтығы донъя күрҙе. Үрҙә һаналған өс китабы ла урыҫсаға тәржемә ителде.

Республика газеталары, журналдары биттәрендә Х. Дауытовтың егермеләп хикәйәһе баҫылды. Быларҙан тыш, Башпотребсоюз заказы буйынса «Потребительская кооперация Башкортостана» тигән китабы 2006 йылда «Башҡортостан» нәшриәтендә сыҡты. Авторҙары – Х. К. Дауытов һәм В. И. Мазин. «Путь Акбабая» тигән китабы (Р. К. Карамов авторҙашлығында) «Мир печати» нәшриәтендә 2009 йылда донъя күрҙе.

Х. Дауытов 1999 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Тәнҡитселәр һәм уҡыусылар билдәләүенсә, авторға үҙенсәлекле ижад ҡеүәһе хас. Ул әҫәрҙәрендә халыҡ һөйләшен һәм йолаларын оҫта файҙалана. Һуңғы йылдарҙа «Ҡушҡайын» исемле күләмле әҫәр өҫтөндә эшләүен дауам итә.

Ҡотло булһын 80 йәшең, хөрмәтле әҙип! Һайлаған һөнәреңә һәм әҙәби ҡәләмеңә тоғро уҙаман һин.