Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Миләүшә Ҡолмөхәмәтова

«Мин – ҡатын-ҡыҙ. Ҡырҡ сүрәттә янамын бына балҡып!»

Гөлназ Ҡотоева – башҡорт шиғриәтендә тапалмаған юлдан килгән, үҙ һуҡмағы, үҙ тауышы һәм шиғри донъяһы булған шағирәләрҙең береһе. Ижады яҙын шарлап аҡҡан гөрләүек кеүек йырылған да, тәғәйен әйтер һүҙе изгелектән, мәрхәмәттән яралып, таңғы  ысыҡтан эйелгән наҙлы сәскәләй, йөрәктәргә үтерлек илерткес моң булып туҡылған. Шағирәнең ижади принциптары Тыуған илеңде яратыу һәм уға бирелгәнлек, мөхәббәт һәм нәфрәт, иман һәм әҙәп, намыҫ һәм өмөт, дуҫлыҡҡа тоғролоҡ кеүек иң мөҡәддәс хис-тойғоларҙан ғибәрәт. Әҫәрҙәре сағыу поэтик үҙенсәлеге, эске ағымы, ижади биҙәктәре, рифма-ритм үҙенсәлектәре, теле, уңышлы деталдәр һәм иҫтә ҡалырлыҡ образдары, фәлсәфәүи фекерләүе менән арбай. Уларҙың йөкмәткеһе бай, теле яғымлы. Уҡыусы менән Гөлназ ябай халыҡ телендә һөйләшә: онотолған һүҙҙәргә һулыш өрөп, уларҙың ҡулланылыш даирәһен киңәйтә, мәҫәлән: ”зөмрәт үлән”, ”тәсәй” (ҡурсаҡ мәғәнәһендә), “ҡойолдороҡ” һәм башҡа ҡулланылыштан төшөп барған һүҙҙәр шиғырҙарында бөтөнләй икенсе яңғыраш ала. Шиғыр-поэмаларында башҡорт халыҡ классик йырҙары өсөн генә хас булған “ғына”, ”генә” кеүек образлылыҡты көсәйткән, әҫәрҙең яңғырашын, моңон матурлаған күплек ялғауҙары һәм бәйләүестәр ҙә йәнле ҡулланылыш тапҡан.Телмәр поэтикаһында иһә лирик геройҙың күңел кисерештәре, ихлас, эскерһеҙ хис-тойғоларын һүрәтләгәндә сағыу эпитеттар, сағыштырыуҙарҙы ла уңышлы ҡуллана автор. Йыйып әйткәндә, ул тормош ығы-зығыһына әһәмиәт бирмәй, үҙе күргән-кисергәндәрен, күңелен әрнеткәндәрен  күңелгә үтерлек итеп, тик үҙенә генә хас тыйнаҡлыҡ менән, ләкин үҙ йөрәге аша үткәреп яҙа, бер нәмәне лә бармаҡтан һурып сығармай. Бына шуға ла әҫәрҙәре яратып уҡыла һәм уҡыусыны  битараф ҡалдырмай.

Әле авторҙың “Ҡырҡ сырағым” йыйынтығы хаҡында һөйләгем килә. Бында “Йәшәү ҡәҙере”, “Төркиә дәфтәре”, “Тоташыу” шиғри шәлкемдәре, кескәйҙәр өсөн күңеллле шиғырҙар, “Ҡырҡ сырағым”, “Сыраҡ”, ”Берҙәмлектә – көсөбөҙ” исемле поэмалары  тупланған. Башҡорт әҙәбиәтендә яңы, үҙенсәлекле күренеш булараҡ ҡабул ителгән был йыйынтығы менән шағирә башҡорт шиғриәте һәм поэма жанрының ижади, интеллектуаль мөмкиңлектәрен киңәйтешә, ҡатын-ҡыҙ шағирәләр ижадының мәртәбәһен күтәрешә, уларҙың рухи ынтылыштарын билдәләй. Йыйынтыҡта заман һулышы, бөгөнгө тормош һәм ундағы төрлө хәл-ваҡиғалар һәм күренештәр үҙенсәлекле системаға һалып һүрәтләнә.

Г. Ҡотоеваның шиғриәте хаҡында һөйләгәндә уның ижадҡа етди ҡарауы,  әҙәбиәт ғилеме һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәмәғәт эштәре менән бергә үрелдереп алып бара белеүен дә билдәләргә кәрәк: бөгөн ул – йәмһүриәтебеҙҙең абруйлы баҫмаларының береһе иҫәпләнгән “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире. Республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларында, башҡорттар йәшәгән күрше өлкәләрҙә төрлө конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, матбуғатҡа яҙылыу мәсьәләләрен  хәстәрләп, халыҡ менән әүҙем аралашып йөрөй. Минеңсә, баш мөхәррир дәрәжәһенә лә ул ижадҡа тоғролоғо, намыҫлылығы, яуаплылығы, тырышлығы һәм иң мөһиме – әсә һөтө менән ингән сабырлығы һәм эшһөйәрлеге арҡаһында килде. Ижадта үрҙәр яулау өсөн иң тәүҙә шәхес булып өлгөрөүең мотлаҡ, ә был тәңгәлдә Гөлназ Ҡотоева – күптән өлгөрөп еткән әҙибә.

Ғәҙәттә, шағирәләр ижады хаҡында һөйләгәндә һүҙҙе уның мөхәббәт тураһындағы әҫәрҙәренән башлайҙар, ә мин иһә киреһенсә эшләргә булдым. Һүҙемде шағирәнең йөрәккә май булып яғылған поэмаларынан башлайым. “Сыраҡ”, “Ҡырҡ сырағым”, ”Берҙәмлектә – көсөбөҙ” әҫәрҙәренең барыһы ла тормош хаҡында уйланыуҙарға ҡоролған поэмалар. “Сыраҡ”, “Ҡырҡ сырағым” поэмалары иһә эске моңо, фекере менән бер-береһенә яҡын – уларҙың икеһендә лә, мәҫәлән, “сыраҡ” һүҙенә ҙур мәғәнә һалынған. Халыҡта “ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы бар: береһе һүнһә, икенсеһе яна”, тигән әйтем бар. “Ҡырҡ сырағым” поэмаһында ошо бер һүҙҙе генә лә шағирә әллә күпме мәғәнәлә уйната: ”ҡырҡҡа етеү”,  “ҡырҡҡа ярылыу”, “ҡырҡ сүрәткә инеү” һ. б. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, аҡты ҡаранан иртә айырырға өйрәнгән лирик героиня – ҡатын-ҡыҙ һәм әсә исеменә тап төшөрмәгән заттан, ауыҙы тулы ҡан булһа ла төкөрмәй ул, яҙмышына, булмышына әйләнгән шиғриәттән айырылмай:

Ҡырҡҡа етеп ҡырҡылырһың.

Түгелһең һин ҡыҙ-ҡырҡын.

Ҡырҡ сырағым дөрләп яна

Етеп килгәндә ҡырҡым.

Шулай тип башлана “Ҡырҡ сырағым” поэмаһы. Әҫәрҙә “иш янына ҡуш”, “бәхет үҙ ҡулыңда”, “ҡырҡ сүрәттә”, “ҡырҡын уҡытыу”, ”ҡәһәр төшөү”, ”яман туҙамы ни, яҡшы туҙа” кеүек һәм башҡа әллә күпме халыҡ һүҙҙәре һәм һүҙбәйләнештәр, афоризмдар  ҡулланыла. Сабыр  халәттә уҡыла торған был әҫәрҙең интонацияһы, фәлсәфәүи асылы, ритмик һулышы  боронғо сәсәндәрҙең ҡобайыр стилен хәтерләтә, ике әҫәрҙә лә үткән быуаттың Көнсығыш шиғриәте үҙенсәлектәренә хас  ауыҙ-тел ижады мотивтары ҡулланыла:

Мин – ҡатын-ҡыҙ.

Ҡырҡ сүрәттә

Янамын бына балҡып!!!

Поэма шулай тамамлана. Ысынлап та, икеһе лә  ыҡсым, оҙонға һуҙылмай, ә  эсенә тотош бер быуын яҙмышы һыйған кеүек! Унда  замана ҡатын-ҡыҙының бәхете-бәхетһеҙлеге лә, яҙмышы, яңғыҙлығы ла, шулай уҡ мәңгелек, йәшәү һәм үлем кеүек төшөнсәләр хаҡында ла әйтелә. Ошо уҡ төшөнсәләр һәм улар хаҡында уйланыуҙар  ҡыҙыл еп булып һуҙылып “Сыраҡ” поэмаһында ла дауам итә, тик унда әҙибә, тәүгеһенән айырмалы рәүештә, әҙәм балаһының Ерҙәге урыны, бурыстары, киләсәге һәм йәшәү асылы, Мәңгелек һәм Йыһан, изгелек һәм яуызлыҡ, ғүмер һәм һөйөү кеүек ҡиммәттәр хаҡында уйлана. Поэмаларҙың форма йәһәтенән оҡшашлығы, икеһенең дә ыҡсымлығы фәлсәфәгә ҡоролған тормош күренештәрендә айырыуса асыҡ сағыла: бәләкәй бүлемдәргә бүленгән “Сыраҡ” һәм исемле бүлектәрҙән торған “Ҡырҡ сырағым” поэмаларында әҙәм балаһының Ерҙәге көнитмеше һәм тотҡан урыны хаҡындағы уйланыуҙар ике әҫәрҙе лә үҫтереп, тулыландырып килә. Ләкин төп оҡшашлыҡ авторҙың үҙе күргән-кисергәндәрен ғәжәп сабыр, кешелекле тонда тасуирлап бирә белеүелер, моғайын. Был үҙенсәлек, минеңсә, шағирәнең тормош тәжрибәһенә лә, яҙыу оҫталығына ла бәйле.

Ҡатын-ҡыҙҙы милләт әсәһе, тиҙәр. Кемебеҙҙе генә әсәйҙәребеҙ: “Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, кеше алдында төкөрмә, сабыр бул!”– тип өйрәтмәне икән? Эш, ғаилә һәм бала араһында өҙөлөп-бүленеп, өйөнә арып-талып ҡайтҡан  ҡатын-ҡыҙға күпме көс, сыҙамлыҡ кәрәклеген аңлатыуҙың кәрәге бармы икән? Лирик героиня тормош  һынауҙарын  үткәндә  ҙур тетрәнеүҙәр  кисерә, ләкин “Түҙгәнгә  – түш” тип сабыр итә белгәнгә күрә, үҙ өлөшөн дә ала. Иң ауыр саҡтарында уға донъянан иртә киткән сабыр холоҡло әсәһенең аҡыллы кәңәштәре ярҙам итә. Бала – бауыр ите, ти халыҡ, ҡырҡын уҡытҡанда лирик героиняның әсәһе “Ҡустығыҙҙы һаҡлағыҙ!” тип төшөнә инә. Шул саҡта ла ғәжәп ҙур сабырлыҡ һаҡлай ул. ...Ә тормош үҙенең һынауҙарын бер-бер артлы ебәреп кенә тора. Аһ, шул һынауҙарҙың иң ауыры – һөйгәнеңдең  хыянаты икән дә! Шағирәнең был уйҙары уның “ҡотаймай һөйөүһеҙ донъя, хыянат – утлы йәшен”, “Бер ҡыйыҡта ике яңғыҙ”, “Һалҡын ҡараш, тимер тауыш, бейегәймәй тик күгебеҙ, ҡорған донъябыҙ ҙа ауыш” (“Ҡырҡ сырағым”) һ.б. тигән һыҙланыулы юлдарҙа сағыла. Поэмала мөхәббәткә тоғролоҡ, саф күңеллелек, ғаилә, ир-ҡатын мөнәсәбәттәре, һөйгәнеңде көтә белеү һәм һағыныу кеүек ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән мораль-этик һәм әхлаҡи проблемалар күтәрелә. Яҙмыштар, ғаилә мөнәсәбәттәре кеүек әйберҙәр хаҡында һөйләгәндә автор ситтән күҙәтеүсе булып сығыш яһамай, ә барыһын да үҙ йөрәге аша үткәреп яҙа – яҡшылыҡты, ғәҙеллекте яҡлай, яманлыҡты фашлай. Былар иһә поэмалағы публицистика элементтарын көсәйтә төшә, иң мөһиме – битараф ҡалдырмай, тетрәндерә, тулҡынландыра, уйландыра.

Һәр береһе айырым йөкмәткеле һәм исемле ыҡсым бүлектәрҙән торған “Сыраҡ” поэмаһы “Тетрәнеү”шиғырынан башлана:

Донъяларҙы ихлас һөйгән өсөн,

Тетрәнәлер әҙәм, һабаҡ алып.

Иртән тағы берәү тетрәнерме,

Минең кеүек, сыраҡҡа ут алып?.

”Саҡырыу” бүлегендә уҡыусыны уйландырыу, уятыу маҡсатында: “Нимә ул  Мәңгелек?”, ”Беҙ  был Ергә ни өсөн килгәнбеҙ?”, ”Кем беҙ?”, “Бөтәһе лә үтә, онотола, һөйөүҙән дә ҡала көл-күмер”, “Ни тип йәшәлә һуң был ғүмер?” ,“Рух мәңгелек микән? Ни мәңгелек?”, “Кешене Ерҙә ҡунаҡ ҡына, тиҙәр, әллә ҡайғы-шатлыҡ көсөн күтәреүгә һынамаҡҡа ебәрелгәнбеҙме беҙ?” – тигән һорауҙар ҡуйыла. “Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә әҙәм балаһы үҙенән ҙур ҡайғы-шатлыҡтар үткәрә, ләкин араларында сабырлыҡ һаҡлап  күтәргәндәре лә... күтәрә алмағандары ла бар, – тип уйлана артабан героиня, – күтәрә алғандар матур йәшәй, баҙап ҡалғандар асырғана, кемгәлер үс һаҡлай: “Яман туҙамы ни, яҡшы туҙа! Тик яҡшыһы ла, яманы ла бер Ерҙә тыуа бит, шул уҡ Ергә  ҡайта”. Ер һүҙен дә автор ҙур хәрефтән яҙа, сөнки Ерҙе ул тере йән, Ер-әсә сифатында күрә.

Шағирәнең яҙмыш хаҡында уйланыуҙары ла әҫәрҙә үҙенсәлекле бирелә: яҙмыш – кешенең үҙ ҡулында, тиһәләр ҙә, маңлайыңа  яҙылғандан уҙып булмай, шуға беҙгә, кешеләргә, күберәк Изгелек эшләргә кәрәк – әҫәр нигеҙенә ошо фекер һалынған. Халҡыбыҙҙың “Урал батыр” эпосында ла бит: “Һыуҙа ла батмаҫ яҡшылыҡ, утта ла янмаҫ яҡшылыҡ” тигән мәшһүр һүҙҙәр бынан әллә нисәмә мең йылдар элек үк әйтелгән, тимәк, “Яҡшының шаҡшыһы бул да, шаҡшының яҡшыһы булма!” – халҡыбыҙҙын меңәр йыллыҡ тормош тәжрибәһе һыйған был фекер “Саҡырыу” бүлегендә сағылыш таба: Донъяның әллә күпме төҫ-балҡыштары, әллә күпме халәттәге янып-көйөүҙәре, өмөттәре, тетрәнеү-кисерештәре һыйған юлдарҙа кешенең Йыһанда  билдәләнгән урыны һәм яңғыҙлығының сәбәптәре эҙләнә. Ҙур тетрәнеүҙәр, ҙур кисерештәр талап иткән был һорауҙарға яуап табыуы ла еңелдән түгел: донъяла берәү өсөн “ҡояш байыһа”, икенсеһе өсөн “яңы ҡалҡа башлай”, ”Берәү үлмәй, берәү көн күрмәй”... Эйе, барыбыҙ ҙа, мәле еткәс, донъя ҡуябыҙ, халыҡ әйткәнсә, “маңлайҙарға яҙған хаҡ яҙмышты һыпырып ташлап булмай ҡул менән”. Ата-бабаларыбыҙ ҡылған игелектәр мең йылдан һуң да “фәрештәләр булып Ергә ҡайтыр“, “әруахтар рухына аяттар уҡытырға онотмайыҡ”; “Инә торор, ҡыҙы һөйләр, ата торор, улы һөйләр”, “кеше хаҡы һуҡыр бер тин“ торған буталсыҡ заманда йәшәйбеҙ”,– тип зарланмағыҙ, ”ҡәһәрҙәре төшһә, нәҫелеңдең тамыры ҡорор”, изгелектәр ҡылайыҡ, “изгелектәр ҡала артып, балҡып, нурлы кеше үтһә донъянан“, “шул йәндәргә аят бағышлайыҡ”, ”Талпынма ла күккә, тамырыбыҙ бары Ерҙә”, “Кеше ғүмеренә мәңгелек дауламайыҡ”, “Күңел күҙҙәребеҙ яҡты булһын” һ.б. – былар лирик героиняның ҙур тетрәнеүҙәр аша тапҡан яуаптары.

”Туҡталыш” бүлегендә лә халыҡ һүҙҙәре, мәҡәлдәр уңышлы ҡулланыла, мәҫәлән, әгәр  бәхетле булам тиһәң, “Табылғанды һаҡлау кәрәк, абынғанды яҡлау кәрәк”; “Асылыу” бүлегендә – “Һоҡланырға, яратырға өйрән”, “Ике ҡулың күккә һонолһон – донъяң ожмах булып тойолор” тигән йәшәү девизы булырҙай тәрән фекерле позитив фекерҙәр бирелә.

Гөлназ Ҡотоеваның “Берҙәмлектә – көсөбөҙ” поэмаһы тотош ҡобайыр стилендә яҙылған. Ул ”Әйт тиһәгеҙ, әйтәйем”, ”Майҙан тотоу сәсәндәргә Изге йола һанала; Егет – яуҙа, сәсән – дауҙа, ә халыҡтар, халайыҡтар дуҫлыҡ менән һынала”, тигән сәсәндәр әйтешенән башлана ла, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев һәм уның кәләше Әминә, батырҙың атаһы Юлай, әсәһе Көнбикә, Сәсән, Салауаттың көрәштәше Ҡәнзәфәр образдарын ваҡытлыса “терелткән” ваҡиғаларға барып тоташа. Артабан шартлы рәүештә “терелтелгән геройҙар” детале аша уҡыусы шул замандағы ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтыра: һәр батырҙың исеме әйтелеү менән ул “терелә” лә, күк күкрәтеп, йәшен йәшнәтеп, ел-дауыл күтәреп алдыңа килеп баҫа. Шуларҙың тәүгеһе – Салауат:

Ҡайҙа һеҙ, дуҫтарым,

Көрәштәштәр?

Атам ғына тиһәм, уғым юҡ;

Эйәрләп тә генә сабам, тиһәм,

Йүгән сылтыратыр буҙым юҡ.

Ҡайҙаһығыҙ?

Ошо тәрән мәғәнә һалынған “Ҡайҙаһығыҙ?” һорауы  менән башланған  монологта ирек өсөн алып барылған көрәштең эҙемтәләре асыҡланғандай була: халыҡ алдында “яуап тотҡан” батырҙарҙың әңгәмәһе аша ҡанлы көрәш күҙ алдына баҫтырыла. Сәбәптәре, хаталары асыҡлана һәм бөгөнгө көнгә килтереп бәйләнә: “Шундай ҡан ҡойош бөгөн кәрәкме беҙгә тағы ла?”

Эйе, ил хәтере үлемһеҙ, Салауатыбыҙҙы халыҡ онотмай. Башҡорт ихтилалдары, уларҙы ойоштороусы ғәййәр ир-егеттәребеҙҙең береһе лә халыҡ хәтеренән сыҡмай бөгөн – ҡан хәтере юйылмай ул!

Поэмала күктәрҙе гөрһөлдәтеп килеп баҫҡан  Ҡәнзәфәр, улын ҡурсаларға ынтылған Юлай, улы менән, бәлки, һуңғы тапҡыр  хушлашыусы Салауаттың әсәһе Көнбикә, кәләше Әминә, халыҡҡа оран ташлашыусы Сәсән образдары – улар барыһы ла оло яуҙың юҡҡа сабылмауы, көрәш юлының дөрөҫ һайланғанлығын иҫбатлаусы шәхестәр. Поэмала Сәсән менән Салауаттың диалогы ла ҡобайыр стилендә бирелгән:

Аңығыҙға килегеҙ, кешелек!

Бер-берегеҙҙең ҡанын ҡойоуҙан тыйылығыҙ

Иң элек!

Еребеҙҙен һәр ташы,

Һәр һуҡмағы –

Ерен һаҡлап ҡорбан булған батырҙар ҡаны!

Салауат ихтилалынан һуң йәлләдтәр  йөҙ йыл батырҙың исемен телгә алмаҫҡа, сабыйҙарҙы уның исеме менән атамаҫҡа ҡуша, ләкин оноттора алмайҙар. Башҡорт халҡы  өсөн Салауат Юлаев бөгөн дә мәңге тере яҡты нур, азатлыҡ символы булып ҡала. Салауат – ул Тыуған иленә, халҡына тоғролоҡ, берҙәмлек, һүҙеңде эш менән раҫлау, йәшәү асылын халыҡҡа хеҙмәт итеүҙә һәм көрәштә күреүҙе кәүҙәләндергән ҡиммәттәрҙән. Йыйнаҡ, тос фекерле, эсенә күп мәғәнә һыйҙырған, йәшәйешебеҙҙең күҙгә бәрелеп тормаған яҡтарына мөрәжәғәт иткән был поэма башҡорт поэмаһының алтын фондына инерҙәй оригиналь әҫәрҙәренең береһе ул. Классик поэмаларҙан айырмалы рәүештә, унда ҡобайыр, халыҡ ижады һәм Көнсығыш поэзияһына хас ун ике ижекле строфика уңышлы ҡулланыла, образлылыҡҡа бәйле һүрәтләү сараларынан һүҙҙең күп мәғәнәлелеге, сағыштырыу, метафора, ҡабатлау, йәнләндереү, эпитет; ә мәғәнә оҡшашлығы һәм айырымлығына нигеҙләнгән лексик сараларҙан омоним, синоним, антонимдар, һүҙ уйнатыу; халыҡ ижадынан ингән аҫыл һүҙҙәр, мәҡәл-әйтемдәр, ырым-ҡарһүҙҙәр, шулай уҡ шиғырҙы шиғыр яһаған рифма-ритм, строфа һәм башҡа шиғыр төҙөлөшө формалары урын ала. Әҫәрҙең эмоциональ тәьҫирен көсәйткән был лирик саралар һәм уларҙың уңышлы формалары киләсәктә әҙәбиәт һәм тел ғалимдарының төплө тикшеренеүен көтә.