Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Йәдкәр БӘШИРОВ

БӨЙӨК БАШҠОРТ ИЛЕ

Балыҡсы

Ғәли Соҡорой үҙенең «Тәзкирәт лиль-ихвәнсә-әл-әхбәб» тигән хеҙмәтендә: «Риүәйәттәргә ярашлы, бабабыҙ Майҡы Ярашлы бей Сыңғыҙхандың вәзире булып хеҙмәт иткән, әйтеүҙәренсә, уның Ҡаратабын, Байҡы, Балыҡсы атлы улдары булған. Бей һәр улына белем биргән, сәйәхәттәргә һәм походтарға  эйәртеп алып йөрөгән», – тип яҙа. “Башҡорттарҙың тарихы”нда Майҡы бейҙең Ирәкте, Балыҡсы һәм Байҡы ырыуҙарының бабаһы булыуы хаҡында әйтелә (204, 16-17-се биттәр).

Балыҡсы башҡорт ырыуы тарихы Ҡытайҙы яулап, дәүләткә үҙенең атамаһын биргән ҡатайҙар (ҡидандар), Майҡы бей уйшындары һәм Урал алды “сирмештәре” тамырҙары менән дә тоташа. Балыҡсыларҙың ата-бабалары Батый ғәскәре сафында көнбайышҡа, Себер һәм Ҡаҙан ханлыҡтарына яу менән барған (204, 26-сы бит).

XIII – XIV быуаттарҙа улар Башҡортостандың төньяғына күсенеп, (Кузеев Р. Ғ., 352-се бит) урындағы төрки халыҡтар сирмеш тип атап йөрөткән мариҙарҙы йота. 1622-1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында балыҡсылар Күсем хандың бүләре Көсөк ханды яҡлап сығыш яһай (204, 23-сө бит). Себер ханы Күсем Батыйҙың ағаһы, Сыңғыҙхандың ейәне булған Шибандың вариҫы һанала. Уның бүләре Көсөк урыҫ йылъяҙмаларында “Башҡорт ханы Көсөк” (“«Кучук-хан Башкирский») тип теркәлеп ҡалған (204, 23-сө бит).

Балыҡсыларҙың ҙур өлөшө ирәкте ырыуы менән ҡандаш. Ирәктеләр ҡасандыр буласаҡ Балыҡсы волосы территорияһында, Төй йылғаһы буйында көн иткән. Балыҡсыларҙың да, ирәктеләрҙең дә тамырҙары ҡара табындарға барып ялғана. Ә инде ҡайпан, таҙлар, унлар, танып, ыуаныш, елдәк, ҡаҙансы ырыуҙары төньяҡ башҡорттарҙы бергә туплау маҡсатында ирәкте шәжәрәһенә индерелгән.

Балыҡсы – башҡорт этносының ырыуы. Революцияға тиклем Балыҡсы волосы Өфө губернаһының Бөрө өйәҙенә ҡараған. Хәҙерге ваҡытта балыҡсылар Асҡын районында, Ҡариҙел районының Асҡын ауылында йәшәй.

Танып

Таныптар ике ырыуҙан тора: һыу танып (һул танып) һәм ҡара танып (ҡыр танып). Ҡаҙансылар менән ҡайпандар уларға ҡыпсаҡтар дәүерендә үҙаллы ҡәбилә булып ингән. Таныптарҙың ата-бабалары ХII-ХIII быуаттарҙа Минзәлә өйәҙе башҡорттары менән бергә Йүрүҙән, Ҡариҙел, Танып йылғалары буйына күсенгән. Минзәлә ғәйнәләре таныптарҙы үҙҙәренең туғаны тип һанай. Этнографик тикшеренеүҙәр таныптарҙың урындағы халыҡ менән ныҡ ҡатнашыуы хаҡында һөйләй. Тышҡы ҡиәфәте буйынса улар Волга буйының мари, удмурт, мордва халыҡтары менән ныҡ оҡшаш (230, 22-23-сө бит). Ғәли Соҡоройҙоң “Ҡара Танып ер бирҙе” шиғри шәжәрәһендә шундай һығымта яһала: “...таныптар Башҡортостандың төньяғында XVI быуаттың икенсе яртыһында, ирәктеләр килерҙән күпкә алда йәшәгән...”

XV быуатта Батыйҙың ағаһы Шибан олоҫында барған киҫкен сәйәси көрәш ҡара табындарҙың бер төркөмөн ватанын ташлап китергә мәжбүр итә. Уралдың көнбайышына улар бөтөнләй башҡа юлдан китә. Ғәли Соҡорой үҙенең «Тәзкирәт лиль-ихвәнвә-әл-әхбәб» хеҙмәтендә бабаһы Әхмәт шәйехтең үҙенең Миәс йылғаһы буйындағы йәйләүенән Чусовая йылғаһы буйлап китеп, Камаға барып сығыуы хаҡында яҙа. Шуға күрә лә ул шунда барып еткәс тыуған ейәненә Сулман тип исем ҡуштыра. Ғәйнәләр Сулманға үҙҙәренең биләмәһендәге Барҙы йылғаһы буйында төйәкләнергә рөхсәт итә (206, 17-се бит).

Таныптар тарихи яҡтан Себер даруғаһы башҡорттарына ҡарай, ә башҡорттарҙың Танып ырыуҙар берекмәһенең бер нисә быуатлыҡ тарихы бар. XVII быуат башының урыҫ документтарына ҡарағанда, ул саҡта үҙаллы Танып, Балыҡсы, Ирәкте волостары барлыҡҡа килә (206, 13-сө бит). Волостарҙа йәшәүселәрҙең һаны артыу һөҙөмтәһендә Ҡыр Танып, Һыу Танып, Ҡайпан һәм Ҡаҙансы түбәләре ойоша.

ХVI быуат урталарына башҡорттар Камаға терәләп ятҡан ерҙәрҙән, бигерәк тә уның уң яҡ ярынан китергә мәжбүр була. Мәҫәлән, төньяҡтағы ғәйнәләр ХVIII быуатта Тулваның бер генә ҡултығында түгел, шулай уҡ Сылва йылғаһының һул ярында үҙенең аҫаба ерҙәрен һаҡлап ҡала (101, 317-се бит). Йәнәй, гәрәй, уран һәм ғәйнә аҫабалары Каманың һул яғын һәм уның ҡушылдығы булған Иж йылғаһының көньяғын биләй. Был территорияла урыҫ ауылдары һаман да башҡорт атамалары менән йөрөй. Шуларҙың икеһе: Бисура, Үҙәк. Был ерҙәрҙә йәшәүселәрҙең телендә һәм мәҙәниәтендә башҡорт билдәләре әле булһа осрай.

Танып башҡорттарының этно-тарихи риүәйәттәрендә уларҙың урындағы халыҡтар менән ҡатнашыуы сағылыш таба. Мәҫәлән, таныптар биләмәһенең көнсығышында йәшәүселәре риүәйәтендә: “Беҙ – мариҙарҙың вариҫтары. Беҙ – мари йолаларын ташлап, мосолман динен ҡабул иткән халыҡ... ҡарттарыбыҙ Истанбулға барҙы һәм беҙ мосолман булып киттек...” – тигән юлдар бар (229, 327-се бит).

Урындағы халыҡ башҡа халыҡтың теле һәм мәҙәниәте йоғонтоһон да кисерә. Хәҙерге заманда удмурттар йәшәгән ерҙәрҙе ХV-ХVI быуаттарҙа башҡа этник берәмектәр биләгән. Мәҫәлән, Иж йылғаһы буйында бәйләр, йәнәй, ғәйнәләр (Исхаков, 1985), ә Чепцы йылғаһы буйында удмурттарҙыҡы түгел, ә бисермәндәрҙеке тип һаналған бигер-шай ҡәбиләһе йәшәй. Тик ХVIII быуатта ғына удмурттарҙың хәҙерге йәшәгән территорияһы билдәләнә (198, 82-се бит).

Башҡорттарҙың танып ырыуы вариҫтары хәҙерге көндә Асҡын, Тәтешле, Балтас, Ҡариҙел райондарында йәшәй.

Ғәйнә

Ғәйнә ҡәбиләһе иң боронғоһо һәм һан буйынса иң күбе һанала. Улар төньяҡ-көнбайыш Уралда юрмый, йәнәй, бүләр, кеселәр менән тығыҙ аралашып көн күргән. Ғәйнә ҡәбиләһе этнонимдары – байлар, истәк һ.б. Ғәйнәләр, берҙәм халыҡ булараҡ, йәнәйҙәр, таныптар, унлар кеүек боронғо уғыр-башҡорттарына ҡарай.

Болғар осоронан башлап болғарҙар менән башҡорттарҙың ҡушылыуы һөҙөмтәһендә көнбайыш Урал башҡорттарының яңы төркөмө – башҡорт-болғарҙар барлыҡҡа килә. Башҡорттар Болғарҙа, Хазар ҡағанатында, Иртыш һәм Иҙел йылғалары араһында күпселекте тәшкил итеп, халыҡ-ара сауҙа мөнәсәбәтендә мөһим урынды биләгән.

Ҡаҙан ханлығы осоронда Ибраһим хан 1468 йылдағы хәрби походында еңеүгә өлгәшә һәм Урта Кама буйынан алып Чусовая йылғаһына тиклем, Каманың уң яҡ ярындағы ғәйнәләр биләмәһен ҡул аҫтына ала. Ғәйнәләрҙең төп ерҙәре Уса юлында тороп ҡала. Шул уҡ ваҡытта 1468 йылда Ибраһим хан ғәскәренең төп өлөшөн башҡорттар тәшкил итә (25, 118-се бит).

Ғәйнәләр үҙҙәренең боронғо биләмәһен ҡалдырып китергә мәжбүр була. Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостандағы иң эре башҡорт ҡәбиләләренең береһе һаналған ғәйнәләр “үҙҙәренең ата-бабаларының сығышын Минзәлә яғынан күсеп килеүсе болғарҙарҙан тип иҫәпләй” (П. Небольсин, 1852, 18-се бит). Ғәйнә башҡорттарының төп өлөшө Танып йылғаһының урта ағымында көн итеп, ХIII-ХIV быуаттарҙа йылға үренә табан йүнәлеп, Сылваның Камаға ҡойған еренә тиклем барып етә.

Ғәйнә волосы башҡорттары боронғо уғыр ҡәбиләләренә туранан-тура барып ялғана, тип иҫәпләй ғәйнә башҡорто Ә. Н. Кирәев үҙенең “Башҡорт халҡының этногенетик легендалары һәм риүәйәттәре” тигән хеҙмәтендә. Р. Ғ. Кузеев та уның фекерен хуплай.

Ғәйнә башҡорттары Х быуатта Сылва һәм Кама йылғалары ҡушылған Шырҙан ханлығының көньяғында йәшәй. Уларҙың Танып йылғаһы буйлап төшөүе билдәле. Һуңынан унда ҡатайҙар һәм ҡыпсаҡтар күсеп килә башлағас, ғәйнәләр төньяҡҡа китә (230, 17-18-се биттәр).

Хәҙерге заманда ғәйнә ырыуы башҡорттары Башҡортостандың Асҡын, Тәтешле райондарында, Пермь крайының Барҙы, Көйәҙе, Пермь райондарында йәшәй. Мәҫәлән, 1989 йылғы халыҡтың иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Барҙы районының Тулва йылғаһы буйында 49 мең башҡорт йәшәгән.

Башҡорт ихтилалдарын, крәҫтиәндәр һуғышын аяуһыҙ баҫтырыу, феодаль дәүләттең дүрт быуатлыҡ иҙеүе ғәйнә башҡорттарының рухын һындыра алманы, улар башҡорт теленең үҙенсәлекле төньяҡ-көнбайыш диалектын, мәҙәниәтен, йола-традицияларын һаҡлап ҡала алды (104, 23-сө бит). Әммә башҡорт ҡәбиләләренең тарихи ерҙәре ситтән килеүселәр менән тулыу сәбәпле, улар элекке замандарҙағы һымаҡ, ирекле үҫешә алмай. ХХ быуатта ғәйнәләр, ҡасандыр болғарҙар Ҡаҙан татарҙары булып киткән һымаҡ, башҡа эре башҡорт ҡәбиләләре һәм татарҙар араһында ҡалды. Ғәйнәләр йәнәй, юрматы, юрмый ырыуҙары һымаҡ көньяҡ Урал башҡорттарының төп өлөшө һанала, тип иҫәпләй ғалим С. Хәмиҙуллин (206, 74-78-се биттәр).

 

Иштәктәр

Урал (б.э.т. 4 мең йыл) Балкандың ике яғындағы халыҡтарҙы берләштерә һәм был тауҙар уның хөрмәтенә Уралтау тип атала башлай. Ҡубарҙың улы Ишем Иҙелдә тороп ҡала, икенсе улы Иштәк үҙенең кешеләрен Етейылға (Алтай) яғына алып китә. Уларҙы иштәктәр (уғырҙар) тип атай башлайҙар. Иштәктең улдары Уралтауҙың ике яғын биләй, уларҙан күп кенә башҡорт ҡәбиләләре барлыҡҡа килә. Иштәктең дүртенсе улы Бикәтундан бикәтин ырыуы тарала. Бикәтундың Байлар һәм Юрмый тигән улдарынан да шул атамалағы ырыуҙар барлыҡҡа килә. Беҙҙең эраның 1-се меңйыллығы аҙағында бикәтиндәрҙе истәктәр йәки иштәктәр тип атағандар.

Истәк (иштәк) этнонимы башҡа ҡәбиләләр менән мөнәсәбәт һәм йәшәгән еренә ҡарап төрлөсә үҙгәрештәр кисергән (Ашмарин, 1902, 41-се бит). Г. Ю. Клапрот фекеренсә, иштәк (остяк) Обь йылғаһының уғырса әйтелешендә “Обь халҡы” тигәнде белдерә (101, 312-се бит). Г. Вамбери иштәк “өҫкө өлөш” тигәнде аңлата, тип иҫәпләй. Башҡа авторҙар иштәктәрҙе хан исеме менән бәйләй. Рона-Таш уларҙы башҡорт еренең аборигендары тип һанаһа, М. З. Зәкиев иһә көнбайыш Себер, Пермь татарҙары һәм башҡорттары тип белдерә. Истәк, иштәк атамаларын Көньяҡ Уралға әйлеләр тарата. Ҡырғыҙҙар менән ҡаҙаҡтар бөгөн дә башҡорттарҙы истәк тип атай.

Ҡол Ғәлиҙең шәжәрәһенә иғтибар иткәндә лә беҙ иштәк, шибәк, әйле, болғарлыҡ-иштәк тигән атамаларҙы осратабыҙ. Һәр хәлдә, истәктәр (иштәктәр) башҡорт ырыуҙарының барлыҡҡа килеүендә ҙур роль уйнағаны бәхәсһеҙ, шуның өсөн дә күп кенә халыҡтар башҡорттарҙы истәк, иштәк, остяк, уштяк тип белә.

Унлар

Унлар ырыуының боронғо тарихы һундарға барып ялғана. Был унлар ырыуы атамаһында һәм топонимикаһында сағыла. Һундарҙы өйрәнеүсе ғалимдар “унлар” башҡорт этнонимының “онгут” монгол ҡәбиләһенең калькаһы тигән фекерҙә. Ун ҡәбиләһе башҡорттары үҙҙәренең ҡәбиләһен “һунарсы” тип атай.

Ун ҡәбиләһе төньяҡҡа күсенгәнгә тиклем Ағиҙел йылғаһы буйында таныптар менән күрше йәшәгән. ХI быуатта Өфө ҡалаһы төҙөлөү сәбәпле уларҙың йәшәгән ере үҙгәрә. Таныптарҙың бер өлөшө Ағиҙел йылғаһы буйында тороп ҡала. “Биш-уңғарҙарҙы урындағы башҡорттар һун башҡорттары тип атаған. Һундарға төрки телле ҡәбиләләр ингән, уларҙы он-уйғыр тип атағандар. Унлар башҡорттар составына бик иртә инеп, боронғо башҡорттар Уралға күскәндә уларҙан айырылған”, – тип яҙа М. Өмөтбаев (230, 24-се бит).

VI. Башҡорттар тарихына бер нисә концепция

Башҡортостан, Татарстан һәм Рәсәй ғалимдары араһында башҡорт халҡының тарихын башҡа халыҡтар менән бәйләп өйрәнеүселәр бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре башҡорттарҙы башҡа халыҡтарҙан сыҡҡан тип нигеҙһеҙ рәүештә яҙа, был хәл башҡорт халҡының дөйөм мәҙәниәтен тарҡатыуға алып килә. Бындай нигеҙһеҙ раҫлауҙар С. Ғәлләмовтың, Р. Вахитовтың, М. Зәкиевтең һ.б. хеҙмәттәрендә күҙәтелә. Мәҫәлән, башҡорт халҡының тарихы буйынса документтарҙа һәм материалдарҙа (боронғо дәүерҙәрҙән ХVI быуаттың уртаһына тиклем, авторҙар Ф. Ғ. Хисамитдинова, А. В. Псәнчин, В. В. Овсянников) Көньяҡ Урал халыҡтары хаҡында һүҙ барғанда “һинд-иран проблемаһы” менән осрашабыҙ. Күрәһең, башҡорттарҙың тарихына ҡарата бындай мөнәсәбәткә был халыҡтың үткәнендәге тарихи процестарҙың тәрән һәм күп яҡлы булыуы этәрәлер. Башҡорт ҡәбиләләре яҙмыштарының үҙ-ара сеймәлеүе уларҙың араһындағы сикте билдәләүҙә ауырлыҡ тыуҙыралыр, күрәһең. Бында доктор Никольскийҙың фекерен килтереү урынлы булыр, унда ысынбарлыҡ асыҡ сағыла: “...Миңә күп тапҡырҙар зыялы башҡорт ирҙәрен һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын урыҫ күлдәгендә күрергә тура килде: бындай саҡтарҙа уларҙың башҡорт милләтенән булыуҙарын айырыуы еңел түгел ине. Уларҙы күҙ-ҡолаҡтарына ҡарап ҡына башҡорт икәнлеген танып була, башҡа билдәләре буйынса башҡортто урыҫ ҡәбиләһенең ҡатнаш тибынан айырыу еңел түгел. Башҡорттарҙың күбеһе урта буйлы, һын-һыпаттары әллә ни мыҡты булып тойолмаһа ла, самаһыҙ көслөләр һәм ҙур ауырлыҡтарҙы һәм еңел булмаған шарттарҙы күтәрергә һәләтле. Сәйәхәтем барышында мин уларҙың тәбиғәт һәм иҡтисад афәттәренә ҡаршы ниндәй кимәлдә сынығыу тәрбиәһе алыуҙарына бер нисә тапҡыр шаһит булып инандым (38, 118-се бит). Йөҙ төҙөлөшө буйынса башҡорттар төрки телле халыҡтарҙан айырылмай тиерлек. Уларҙы Ҡаҙан, Әстрхан татарҙары, венгрҙар менән йәнәш ҡуйһаң, бер төрлө баш һәм йөҙ төҙөлөшө буйынса башҡорттарҙы айырырмын, тимә. Шулай уҡ түңәрәк, ярайһы ҙур баш, һоро йә ҡуңыр, күбеһендә яҫы һәм ҡыҫыҡ күҙҙәр, тура һәм ҙур булмаған маңлай, ҡарпыш ҙур ҡолаҡтар, һирәк, ҙур булмаған һаҡал. Башҡорттар йәмһеҙ түгел, уларҙың араһында матур йөҙлөләр ҙә күп. Башҡорттарҙың матурлығына ҡарата дөйөм ҡараштың ниндәй сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килгәнен белмәйем. Күптәр уларҙы (күрәһең, үҙҙәрен күрмәйенсә генә, күҙ алдына килтереп) монгол тибындағы йыртҡыс йөҙлө, ҡылый күҙле итеп һүрәткә төшөрә. Бәлки быға уларҙың башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре сафында милли кейемдәге һынланышы буталышҡа алып килгәндер. Бәлки күптәр уларҙы ҡырғыҙҙарҙан айырмайҙыр, бәлки тағы ла бындай һүрәттәрҙе төшөрөүселәр бала саҡтарынан монгол урҙаларын иҫендә ҡалдырып, башҡорттарҙы шулар өлгөһөндә күҙ алдына килтергәндер. Дөрөҫ, кейем кешене ныҡ үҙгәртә. Зуав кейгән француз шундуҡ икенсе милләт кешеһе булып һынлана. Тап шуның кеүек үҙенең милли кейемендәге һәм дала атында үҙенсәлекле ултырышындағы башҡорт тәү ҡарашҡа ҡырғыҙ булып ҡабул ителергә лә мөмкин. Уны бер нисек тә ултыраҡ тормош менән йәшәүсе дала татары итеп күреп булмай. Шул уҡ ваҡытта башҡортто Европа йәки урыҫ кейемендә көнкүрештә күҙ алдына килтерегеҙ: тәьҫорат бөтөнләй башҡаса буласаҡ...“

Юғарыла килтерелгән дәлилдәр башҡорттарҙың күп яҡлы һәм тәрән тарихын өйрәнеп киң йәмәғәтселеккә еткергәндә объектив ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ тороу талабын ҡуя. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә башҡорт халҡының тарихын һәм ҡаҙаныштарын башҡа халыҡтарҙыҡы итеп күрһәтергә ынтылыш күҙәтелә. Мәҫәлән, Көньяҡ Уралда табылған предметтар буйынса донъяла иң байы һаналған Филиппов ҡәберлеген сарматтарға бәйләйҙәр. Әммә алтын боландарҙың сарматтарҙыҡы түгеллеге, иртә быуатта йәшәгән күсмә халыҡтарҙа алтын эшкәртеү бөтөнләй булмауы М. Ю. Трейетер, И. И. Руденко кеүек ғалимдар тарафынан күптән иҫбат ителгән инде. Был хаҡта журналдың алдағы һандарында яҙып үткәйнек.

Башҡорттарҙың башҡа халыҡтар менән бәйләнеше уларҙың асылының үҙгәреүен аңлатмай. Башҡорттар һәм уларҙың ырыу-ҡәбиләләре үҙенең этносына тоғро булып ҡала, улар, ҡайһы бер ғалимдар иҫәпләүенсә, мадьяр ҙа, курдтар ҙа, йәғни “башкурдтар” ҙа түгел. Мәшһүр башҡорт ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди курдтарҙың тарихын төплө өйрәнә, әммә үҙенең хеҙмәттәрендә уларҙың башҡорттар менән тамырҙаш булыуы хаҡында бер дәлил дә килтермәй.