Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ислам Төхвәтуллин

Башҡорт һүҙ сәнғәтенең сағыу нуры

(Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллинға – 85 йәш)

Башҡорт әҙәбиәтенең һәр бер осоронда үҙенсәлекле ижади шәхестәр байтаҡ. Улар башҡорт һүҙ сәнғәтен башҡа халыҡтарға, икенсе илдәргә еткерер көскә эйә. Тап уларҙың әҫәрҙәре аша халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ донъяға ҡарашын, менталитетын башҡалар күрә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Хаммат улы Абдуллинды мин шундайҙар рәтенә индерер инем. Азат Абдуллин 1931 йылдың 26 июнендә Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Урта мәктәпте тыуған ауылында тамамлай.

1953 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлаған һәм Мәскәү ҡалаһында М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте институтының аспирантураһында белем ала. 1957-1958 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында уҡыта ла, артабан яҙмышын Мәскәү менән бәйләй. Унда професиональ яҙыусы һәм драматург булып таныла.

Уның әҫәрҙәренә, ғөмүмән, бар ижадына тарихи дөрөҫлөк, художестволы дөйөмләштереү тәрәнлеге, тормошсанлыҡ хас.

Азат Хаммат улы әҙәбиәткә йәш шағир Сергей Чекмаревтың үкенесле тормошона бағышланған “Ҡалдырма мине, ҡояш!” тигән драмаһы һәм повесы менән килеп инә. Был пьеса илебеҙҙең байтаҡ театрҙарында сәхнәләштерелә, бер нисә тапҡыр башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күрә.

Драмала ул ХХ быуаттың 30-сы йылдарындағы йәмғиәттәге күп һорауҙар, бәрелештәр араһында оло йөрәкле, гражданлыҡ позицияһында торған, юлында ауыр һанауҙар үткән Сергей Чекмаревтың әҙәби образын тыуҙырған.

1979 йылда донъяны шаулатыр драмаһы донъя күрә – “Ун өсөнсө председатель”. Драмала автор уҙған быуаттың 70-се йылдарындағы йәмғиәттең социаль-әхлаҡи мөхитен, рухи конфликтын һүрәтләүсе, заманынан алда барыусы кеше трагедияһын күрһәтә. Төп герой Сәғәҙиев торғонлоҡ осороноң күп төрлө ҡаршылыҡтарына ҡаршы сыға. Үҙ-үҙен аямай йәмғиәттәге иҫкергән ысулдарҙы инҡар итеп, үҙ колхозында "ерҙәге ожмах" ты төҙөй. Әлбитә, был башҡаларға оҡшамай, бигерәк тә етәкселәргә. Сөнки драмала күрһәтелгән конфликт уларҙың сей яраһына тоҙ һалыуға тиң. Бының өсөн уның башынан һыйпамайҙар. Тап шул эшмәкәрлеге уны төрмәгә илтә лә. Ләкин Сәғәҙиев бирешмәй, рухи яҡтан көслө булып, еңеп сыға. Тап ошо образ аша беҙ йәмғиәтебеҙҙең киләсәген күҙалланыҡ. Ул осоронан алда атлаған шәхес ине. «Ун өсөнсө председатель» драмаһы хаҡында әҙәбиәт белгестәре, ғалимдар байтаҡ ҡына ыңғай фекер әйтте. Профессор Р. Н. Байымов: «Драманың төп геройы Сәғәҙиев әҙәбиәт өсөн генә түгел, ә заман өсөн дә табыш булды. Тап уның кеүек шәхестәр йәмғиәттә ҡатып ҡалған торғонлоҡто урынынан ҡуҙғатты, хәрәкәт барлыҡҡа килтерҙе. Рухи яңырыш башланды. Әҙәби герой кешеләрҙең ҡарашын үҙгәртергә дусар итте. Был иһә, башҡорт әҙәбиәтенең оло еңеүе ине», – тип билдәләне.

Әҫәр яҙыусыны донъя кимәленә күтәрә. Шул йылда бер үк ваҡытта Варшавала һәм Мәскәү ҡалаһындағы Е. Вахтангов исемендәге театрҙа А. Абдуллиндың пьесаһы сәхнәләштерелә. Артабан да СССР-ҙың йөҙәрләгән театрында ҡуйҙылар, сит ил сәхнәләрендә лә күрергә мөмкин ине. Был пьесаһының дауамы булып “Һуңғы уҙаман” сәхнәләштерелә, аҙаҡ ул “Һағыш йылғаһы” тип үҙгәртелеп сығарыла.

Халыҡ араһында ҙур баһа алған тағы бер драмаһы – “Раббым баҡсаһы”. Ул 2004 йылда баҫыла  һәм беренсе булып уны Роман Виктюк театрында ҡуялар. Аҙаҡ башҡа күп сәхнәләрҙә лә уйнала. Әҫәр бөйөк яҡташыбыҙ Рудольф Нуриев ижадын, эшмәкәрлеген күҙ алдына баҫтыра.

Әҙиптең әҫәрҙәре илдең байтаҡ театрҙары репертуарына ингән. Ул “Аҡтан-аҡ һөт” (1976), “Ҡыҙыл ысыҡ” (1979) документаль повестары, публицистик очерктар һәм мәҡәләләр авторы.

Быйыл 85 йәшлек юбилейын ҡаршылаған аҡһаҡал яҙыусыбыҙ үҙенең ғүмер байрамын өр-яңы ижади эҙләнеүҙәр менән ҡаршы ала. Бай тарихлы башҡорт әҙәбиәтенең сағыу нуры булып танылған әҙиптең меңәрләгән уҡыусылары рәхмәтле һәм унан яңы әҫәрҙәр көтөп ҡала.