Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Бер минутлыҡ әңгәмә

12 июнь календарҙа “Рәсәй көнө” тип билдәләнгән. Ошо ҡыҙыл датаның күңелдәрендә ниндәй тойғолар уятыуы хаҡында һорап, бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Мансур Һиҙиәтов, йәмәғәт эшмәкәре,

Белореттағы “Иҙел башы” әҙәби ойошмаһы рәйесе:

Ҡыйылған миллиондарса ғүмерҙәр иҫәбенә, иҫәпһеҙ ҡан ҡойоу һөҙөмтәһендә халыҡтың күңеленә, ҡанына һеңеп ҡалған Тыуған илде һөйөү, уның бөйөклөгөн танып ғорурланыу тойғолары бар ине... Халыҡ хәтерен юйҙырыу иҫәбенә "День России", "День примирения" кеүек  яһалма даталар барлыҡҡа килтерҙеләр. Улайға китһә, ни өсөн "Рәсәй көнө" бер көн генә? Аңламайым, әллә белмәй ҡалдым. Беҙ кем менән йыл һайын татыулыҡты яңыртып торорға тейешбеҙ?

Айгөл Иҙелбаева, журналист,

Баймаҡ ҡалаһы:

Илебеҙҙә бындай дата билдәләнеүенә тыныс ҡарайым. Советтар Союзынан айырылып, тарихтың яңы бите асылғанға байтаҡ йылдар үтеп киткән. Рәсәй көнө иғлан ителгән ваҡытта мин мәктәп уҡыусыһы ғына инем. Хәҙер байрамдың абруйы йылдар үткән һайын арта барғандай. Милләттәрҙе берҙәмләштергән бер сара тип һанайым уны.

Кристина Андрианова-Книга, әҙибә:

– Белеүебеҙсә, Рәсәй көнө – сағыштырмаса йәш байрам. Федерация халыҡтарының ижтимағи аңына ул әкренләп һеңә һәм ҡоласын нығыраҡ йәйә бара. Күптәр өсөн был байрам аяҙ, төрлө мәҙәни сараларға бай көн. Минең өсөн иһә иң тәүҙә 12 июнь, нисек кенә сәйер булмаһын, ул – Ҡала көнө. Шулай итеп икеләтә байрам килеп сыға: ғәзиз Өфөбөҙ өсөн дә, уртаҡ йортобоҙ Рәсәй өсөн дә. Һәр хәлдә, бая әйткәнемсә, ижтимағи–сәйәси йәһәттән был көндөң әһәмиәте бар.

Сулпан Мостафина,

Өфөлә йәшәй, китапхана хеҙмәткәре:

– Яҙмыш ҡушыуы буйынса миңә Рәсәйҙең байтаҡ гарнизондарын, шуларға яҡын ҡалаларҙы, ҡасабаларҙы, ауылдарҙы, станицаларҙы күрергә насип итте. Сөнки тормош иптәшем 20 йылдан ашыу авиацияла хеҙмәт итте, хәрби конфликттарҙа ҡатнашты. Рәсәй һалдаттарының һәм офицерҙарының патриотик халәтенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ошо йәһәттән мин Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың илебеҙ абруйын бөтөн донъяла күтәрергә тырышыуын бик тә хуплайым. Һуңғы йылдарҙа оборонаны нығытыуға, хәрбиҙәрҙең матди хәлен, торлағын яҡшыртыуға иғтибар арта. Халыҡ-ара хәлдәрҙең киҫкенләшә барған осоронда был инде ифрат оло сәйәсәт. Рәсәй көнө менән  хәрби осоусы булырға ныҡышмал уҡып йөрөгән улыбыҙҙы йыл да махсус ҡотлайбыҙ, ә студентка ҡыҙым менән байрам сараларына тамаша ҡылабыҙ.