Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Иң ҙур бәхет

Яңы рубрикабыҙҙы күренекле шағирә, дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының IV – V саҡырылыш депутаты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова менән әңгәмәнән башлап ебәрәбеҙ.

– Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы, һеҙҙең тыуған төйәгегеҙ – Хәйбулла районының Аҡъюл ауылы – янында Һаҡмар менән Йылайыр йылғалары ҡушыла ла Ырымбур тарафтарына бергәләшеп юллана. Был йылғалар янында йөрөгән кеше шуға ла шаһит: далалар аша ҡояшта ирәйеп аҡҡан Һаҡмарҙың һыуы йылы, йомшаҡ, буръяғыраҡ, ә башлыса урман-тауҙар, көнтөшмәҫ шырлыҡтар аша юрғалаған Йылайырҙың һыуы теште ҡамаштырырлыҡ һалҡын, үтә күренмәле таҙа, ҡатыраҡ. Һаҡмарҙа һыу инеп, уның йомшаҡлығына, йылылығына кинәнгәндә, күңелгә яҡты тойғолар, үтә лә нескә хистәр яғылғандай, шунан сығып, Йылайырға сумһаң, уның һалҡынлығы шундуҡ тәнде ҡурып ала, тойғолар әллә ҡайҙа осоп китә лә, Һаҡмарҙағы хыял донъяһынан йәһәт кенә ергә төшә һалаһың. Образлы итеп әйткәндә, Һаҡмар – хистәр, тойғолар, хыялдар йылғаһы, Йылайыр иһә уның нәҡ киреһе – аныҡ аҡыл, ҡәтғи фекер, логика тулҡыны.

Һеҙ бына ошо ике йөкмәткеле йылға ҡушылған ерҙә тыуып үҫкәнһегеҙ. Шиғриәттә, ижад донъяһында танылыуығыҙ Һаҡмар инешегеҙҙең бойомға ашыуын күрһәтһә, дәүләт эшмәкәре булып китеүегеҙ күберәк Йылайыр һыуына тура килә кеүек. Яҙмышығыҙ тыуған ауылығыҙ янындағы тәбиғәт менән дә билдәләнеп ҡуйған һымаҡ. “Мин үҙеммен һаман” тигән китабығыҙға исем биргән шиғырҙа һеҙ был ике сифат хаҡында бик тапҡыр итеп әйтәһегеҙ. Бына ул юлдар:

Күҙ йәшенән генә тороуымды

Күрмәһендәр өсөн

Боҙға әйләнәм, йыйып бөтә

Түҙемлегем көсөн.

Боҙға әйләнеп, асылымды

Юғалтмайса ҡалам.

Елдә кипмәй, ерҙә йотолмайса,

Мин үҙеммен һаман...

Нимә генә тиһәк тә, һеҙ ошо ике йылға арауығында үҫкәнһегеҙ. Шулай түгелме? 

– Матур сағыштырыу. Рәхмәт. Әҙәбиәт һәм дәүләт эше тигәндә, ниндәйҙер баһа биреү ҙә, аңлатыу ҙа ябай ғына түгел. Мин быға әҙер ҙә түгелмен. Шул билдәле: хатта әҙәби шөғөл өсөн байтаҡ уңайлыҡтар тыуҙырылған совет заманында ла бик һирәк әҙиптәр үҙен тик ижадҡа бағышлай алды. Кәмендә ике-өс китабың донъя күреп, танылыу яулап, ҡулыңа ингән һәм аласаҡ гонорарыңа иҫәп тотҡансы ла йәшәргә кәрәк бит әле. Өҫтәүенә мәсьәләнең уңыш йылмаямы-юҡмы, уҡыусыла ҡыҙыҡһыныу уятаһыңмы тигән яғы ла бар ине.

Айырма шунда ғына: әле мин – парламентта, ә быға тиклем журналистикала инем. Ваҡытлы матбуғат шул уҡ яҙыу маһирлығын талап итһә лә, унда яҙыусы өсөн уғата мөһим үҙенсәлекле ҡараш, тәрәнлек, нескәлек кәрәкмәй. Көн дә бихисап мәғлүмәт таратҡан гәзиттең үҙ йөҙө юҡ һәм һин, журналист, күп нәмәгә шул уҡ дөйөм күҙлектән ҡарай башлайһың.

Мин әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлектәрендә эшләнем. Шиғыр-хикәйәләрҙе лә күңел талабыңа тура килгәнгә түгел, ә хеҙмәттәге вазифаңа ҡағылышлы уҡыйһың. Баш мөхәррир ҡушыуы йә авторҙар үтенесе буйынса йыйынтыҡтарға рецензиялар менән сығыш яһайһың. Былар бөтәһе лә яҙышыуға булған тәбиғи ихтыяжды кәметә, талантҡа хас сифаттарҙы үҫтермәй.

Минеңсә, шиғриәт һәм, ғөмүмән, яҙыусы һөнәре уға тулыһынса бирелгәндә генә  уңыш, хатта дан килтерә ала. Башкөллө ижадҡа сумып, йәшәү мәғәнәһен һәм бәхетте тик унда тапҡанда ғына үҙеңде ихлас йөрәктән әҙип тип танырға мөмкиндер. Шул уҡ ваҡытта хатта шағирә өсөн дә гүзәллеккә генә табыныу аҙ. Әҫәрҙе тормош, донъяны танып-белеү тыуҙыра.

Кеше мәңгелектә түгел, үҙ заманында көн күрә. Дәүеренең әсе һыҙланыуҙары, ҡаршылыҡтары һәм камиллығы кешелек үҫешенең сағылышы кимәлендә аҡ ҡағыҙға теркәлһә, классик әҫәр барлыҡҡа килә, тип уйлайым. Тик яҙыусы күңеле аша үткән ваҡиғалар ғына киләсәкте лә тулҡынландырыу ҡөҙрәтенә эйә: «Һуғыш һәм солох», «Ҡарт һәм диңгеҙ» кеүек...

Яҙыусы ижтимағи-сәйәси тормоштан тулыһынса азат ҡала алмай. Берәү уның уртаһында ҡайнай, кемдер ижадында урап үтмәй. Уға йәмәғәтселектең аңы ла тәьҫир итә. Әгәр ижтимағи-сәйәси тормош бөгөн минең һөнәрем икән, бәлки, бында ниндәйҙер тәбиғилек тә барҙыр. Тырыша торғас, бына бит, һорауға яуап та табылды.

 

– Ил ғәме бөгөн кемдәр иңендә: етәкселәрҙәме, әҙиптәрҙәме, халыҡтамы?

– Ил ғәме барса заманда ла һәр кемдең хәстәрендә булған. Быйыл беҙ 71-се оло Еңеү яҙын билдәләнек. Бөйөк Ватан һуғышы ҡағылмаған берәй ғаилә йәки кеше ҡалғанмы ул афәттә?!

Бөгөн ошо бөтөнлөктөң юғалыуы үҙен һиҙҙерә. Ил ғәме етәкселәрҙә генә ҡалһа, дөйөм күтәрелешкә өмөтләнеү файҙаһыҙ. Рәсәй Президенты тарафынан гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә ынтылыш, ил Конституцияһы буйынса урындағы үҙидаралыҡтың үҙаллы власть тип танылыуы – элекке ҡиммәттәрҙе яңыса тергеҙеү юлдары ул.

Ябайлаштырып әйткәндә, юлдарҙың, урам-ихаталарҙың төҙөклөгөн, балалар баҡсаһы, мәктәп, мәҙәниәт усаҡтарының эшмәкәрлеген тәьмин итеү генә түгел, уны халыҡты ҡәнәғәтләндерерлек кимәлдә ойоштороу – муниципалитет иңендә. Ошоға өҫтәп, демография, социаль хәле ауыр ғаиләләр, ата-әсәһе иҫән көйө етемлеккә дусар сабыйҙар, эскелек, наркомания, эш мәсьәләһен яйға һалыу талап ителә. Был бурыстар ауыл һәм район Советтары депутаттарына ла ҡағыла. Үҙидаралыҡ дәүләт етәкселеге менән халыҡ араһында ышаныслы күпер булараҡ нығынып килә.

Бәғзе мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн, Рәсәй ҡануниәтенә ҡаршы килмәгән осраҡта, урындағы үҙидаралыҡ органдарына ҡайһы бер дәүләт вәкәләттәре тапшырыла. Был өлкәләге закондар ярҙамында һәм уларға өҫтәмәләр индереп, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҙа даими рәүештә бындай рөхсәттәрҙең хоҡуҡи нигеҙен киңәйтә килә. Урындағы үҙидаралыҡ аша халыҡ та үҙ төбәгенең үҫешенә өлөш индерә ала. Әммә әлегә бик әҙҙәр тыуған еренә хужаларса мөнәсәбәттә.

Беҙҙең бишенсе саҡырылыш республика парламенты депутаттары Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына халыҡҡа закондарҙы камиллаштырыуҙа ҡатнашырға хоҡуҡ биргән өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индерҙе. Уның тәртибен билдәләгән «Граждандарҙың закон башланғысы тураһында» Башҡортостан Законы ҡабул ителде. Файҙаланырға теләүселәр әлегә күренмәй. Район депутаттары ла үҙ закон проекттары менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәт итеү мөмкинлегенә эйә. Урындарҙағы коллегаларыбыҙ әлегә был юҫыҡта битарафлыҡ күрһәтә. Ошо күренеш беҙҙә гражданлыҡ йәмғиәтенең һүлпәнерәк икәнен дәлилләй.

Шул уҡ ваҡытта халыҡ үҙенең рух сәләмәтлеген ныҡлы һаҡлай. Йоғошло ауырыуҙар кешенең тәнен тиҙ генә ялмап алған кеүек, уның аңын зарарлаусы афәттәр ҙә бөгөн етерлек. Милләтебеҙ, дөйөм алғанда, уларға бирешмәй. Һайлаусыларым менән һәр осрашыу ошо фекеремде нығыта ғына.

Әҙип сәйәси маҡсаттар ҡуймаһа ла, барыбер, үҙ һыуында йәшәргә мәжбүр балыҡ һымаҡ уҡ, дәүер ағымдарынан ҡотола алмай. Һүҙҙең ҡеүәте сикһеҙ, ул йәшәүҙең бар асылын үҙ эсенә ала. Һүҙ аша мәҙәниәт тыуған. Бөгөн һүҙҙең бәҫе, мәртәбәһе киткән заманда, әҙәбиәт уны яңынан Ил ғәменә әйләндерергә бурыслы. Быны эшләй алмаһа, ул үҙен юҡ итәсәк.

 

– Былтыр йәй башында ҡалабыҙҙа халыҡ-ара ҙур сара – ШОС һәм БРИКС саммитары үтте. Бөтә донъяға таралған эфир тулҡындары Салауат батырыбыҙҙың һынын да барса ҡитғаларға оҙатты, гүйә, бөйөк шәхесебеҙ дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә теләктәшлек символына әүерелде.

– ШОС илдәре Евразияның 61 процентын тәшкил итә, халҡы – әле Ер шарында йәшәүселәрҙең дүрттән бер өлөшө. БРИКС дәүләттәре иһә Ер йөҙөнөң 30 процентына тиң, халҡы – планетаның 45 проценты. Был глобаль хеҙмәттәшлектең донъя именлеген һаҡлауҙағы әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Уның нигеҙендә – үҙ-ара ихтирам, һәр дәүләттең сәйәси, иҡтисади үҙаллылыҡҡа хоҡуғын, үҙенсәлекле мәҙәниәтен таныу һәм дөйөм үҫешкә булышлыҡ күрһәтеү. Ер йөҙөндә хәүефһеҙлек тәьмин итеү, кешелектең көнитмеше өсөн ифрат мөһим хужалыҡ тармаҡтары, банк эшмәкәрлеге генә түгел, һаулыҡ һаҡлау, экология, фән, коррупция һәм наркотиктар әйләнешенә ҡаршы көрәш һымаҡ күп йүнәлешле маҡсаттар Башҡортостандың баш ҡалаһында башланғыс алды, Саммиттың төп документы булған Өфө декларацияһы – Хәрәкәт планы һәм Иҡтисади партнерлыҡ стратегияһы – ҡабул ителде.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. З. Хәмитов билдәләүенсә: «Уҙған йыл Башҡортостан өсөн әһәмиәтле булды. БРИКС һәм ШОС саммиттары, һуңғараҡ был берләшмәләргә ингән илдәр төбәктәренең Беренсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумын үткәреү республиканы бар донъяға танытты».

2023 йылға тиклем Башҡортостанда халыҡ-ара кимәлдә үтәсәк саралар исемлеге әле үк билдәле. Шуларҙың береһе – 2020 йылға тәғәйенләнгән Бөтә Донъя Фольклориадаһы, был сағыу сараға 70 – 80 илдән ҡунаҡтар килеүе көтөлә.

Бындай мәртәбәле йыйындар Өфөбөҙҙөң, республиканың йөҙөн күркәмерәк кенә түгел, замансараҡ итә, беҙ һәр йәһәттән тәжрибә туплайбыҙ.

ШОС, БРИКС осрашыуҙары ҡитғаларҙы ҡосҡан килешеү, ҡарарҙар ғына түгел, ябай кешеләр араһында тыуған ихлас дуҫлыҡ, үҙ-ара фәһемле әңгәмәләр менән дә хәтерҙә ҡалды. Миңә, мәҫәлән, Ҡытай йәштәренең Бөйөк Ватан һуғышы ветераны И. Ф. Волик менән күрешеүе мәғлүм. «Батырлыҡ өсөн», II Дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Октябрь революцияһы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Иван Фомич, Ҡытайҙа хеҙмәт иткәндә, был дәүләттең дә миҙалына лайыҡ була. Беҙҙең яугирыбыҙға хөрмәт күрһәтеүҙе мин ҡытайҙарҙың үҙ наградаларына, үҙ тарихына ихтирамы, тип тә баһалайым.

Ветераныбыҙ миҙал менән уның таныҡлығын күрһәткәс, ҡунаҡтар миҙалды, документтағы Мао Цзэдундың ҡултамғаһын үбеп сыҡҡан. Беҙ бөгөн үҙ илеңдең патриоты булыу, был сифатты йәш быуында тәрбиәләү тураһында йыш һөйләйбеҙ, ошо маҡсатҡа өлгәшергә ынтылабыҙ. Ә бит был хистең нигеҙе ереңә, уның дәүләтселегенә ҡытайҙар кеүек илаһи тантана тойоуҙан да ҡорола. Ул халыҡ та бит байтаҡ фажиғәләр, хатта гөл үҫтереүҙә ғәйеп күргән культура революцияһы аша үткән. Әммә киләсәккә юлдаш итеп ҡаҙаныштарҙы, шул иҫәптән Мао Цзэдундың да яҡшы эштәрен алған.

Республикабыҙ ШОС илдәре һәм БРИКС дәүләт-ағзалары етәкселәрен ҡабул итеп, Рәсәй данын да күтәрҙе, үҙенең Ватаныбыҙҙың ҡеүәтле, ышаныслы төбәге икәнен дә раҫланы. Бөгөн Башҡортостан киң донъяға асыҡ, ул асыҡлыҡты тәьмин итеүсе иҡтисади ҡеүәткә, аҡыл һәм тәжрибәгә эйә.