Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Беҙҙең календарь

“Биҙәй алһаң тыуған ерең, торған ерең – Табырһың һин бәхетеңдең кәрәк серен!”

(Шағир Рауил Ниғмәтуллиндың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы)

Билдәле шағир, яратҡан остазыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рауил Хөрмәт улы Ниғмәтуллин хаҡында уның тыуған көнө айҡанлы тик изге, яҡшы һүҙҙәр генә килә күңелгә. Рауил Хөрмәт улының ижадын тәрәнерәктән өйрәнеү, уға яңыса ҡараш ташлау ихтыяжы булыуын иҫәпкә алып, үҙемдең студентыма “Рауил Хөрмәт улы Ниғмәтуллиндың ижади портреты” тигән темаға курс эше темаһы тәҡдим иттем. Лилиә Ташбулатова бик яуаплы булып сыҡты: шағирҙың ижадын, уға ҡағылышлы ғилми-тәнҡит мәҡәләләрҙе тәрәндән өйрәнеп, бик матур эш яҙҙы. Журнал уҡыусылар иғтибарына шул эштән бәләкәй генә өҙөк тәҡдим итмәксемен.

 

“Рауил Ниғмәтуллинды ил яҙмышына, тыуған еренең, халҡының бөгөнгөһө һәм киләсәгенә битараф булмаған ысын шағирҙар рәтендә күрәбеҙ. Уның ижадында ижтимағи ынтылыш күҙгә ташлана: йәмғиәттәге бөгөнгө хәлдәр өсөн йәне әсей шағирҙың, шулай ҙа ошо ҡара буяуҙарҙан арынып, ул уҡыусыларын изгелеккә, сафлыҡҡа саҡырырға үҙендә көс таба. Уларҙы уҡығандар автор менән килешеп кенә ҡалмай, шағирҙың уй-хистәре менән йәшәй башлай: уның менән бергә көйөнә, бошона, тетрәнеүҙәр кисерә.

Рауил Хөрмәт улының тормош юлы – халыҡ яҙмышының бер сатҡыһы, ауыл тормошоноң бер ярсығы ул. “Ҡыңғырауҙар” йыйынтығы быға асыҡ миҫал. Заман һулышын күреп, тойоп, ишетеп, шуларға үҙенсәлекле баһа бирә, халыҡ ере яҙмышының бөгөнгөһө өсөн һыҙлана. Үрҙә телгә алынған китаптың өсөнсө бүлеген автор “Хужаларҙан күргән нужалар” тип атаған һәм тотошлайы менән башҡорт әҙәбиәтендә онотола барған мәҫәл жанрының матур үрнәктәрен биргән. Йәмғиәтебеҙҙәге етешһеҙлектәр, шуларҙың сәбәптәре һәм сәбәпселәре тураһында әсе һәм үткер итеп әйтелә был әҫәрҙәрҙә.

Рауил Ниғмәтуллин хайуандар һәм ҡоштар тормошо ярҙамында кешелек донъяһы алдында торған проблемаларҙы, етешһеҙлектәрҙе сатира һәм юмор ярҙамында образлы итеп күрһәтеп, әсе көлөп кенә ҡалмай, уларға үҙенең йөрәк һыҙланыуҙарын да ҡуша, шунлыҡтан Һайыҫҡан кеүек түрәләр (“Һайыҫҡан”), Кәзә (“Кәзәселек”) кеүек уҡытыусылар, ҡырмыҫҡа иләүендәге Күгәүендәр, тауыҡтарға ҡарата “Ҡаҙса хөкөм” ҡылыныуы, баҡсаға Кәзәнең хужа булыуы уҡыусыны уйланырға, әсе күҙ йәше аша көлөргә мәжбүр итә”.

Үҙемдең хәтерләүҙәремә килгәндә иһә, Рауил Хөрмәт улы менән танышыуыбыҙ бик ҡыҙыҡлы, ғәҙәти булмағанса килеп сыҡты. 

1993 йылда М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетының (ул ваҡытта педагогия институты ине) башҡорт филологияһы факультетында уҡып йөрөйбөҙ. Йәйге каникулдан һуң институттың өсөнсө корпусында өсөнсө ҡатта Фирҙәүес Ғилметдиновна Хисаметдинова IV курс студенттарына лекция уҡый. Шул саҡ кинәт күрше аудиториянан ғәҙәти булмаған яңғырауыҡлы тауыш менән шиғыр уҡығандары ишетелде, күп тә тормай икенсе яҡтан берәү үҙенең көслө тауышы менән йырлап ебәрмәһенме:

“Ҡайтам тыуған яҡҡа,

Ҡайтам бала саҡҡа,

Әсәкәйем яҡҡан йылы усаҡҡа”.

Беҙҙең аптырап ултырғанды күреп профессорыбыҙ көлөп ебәрҙе: “Факультетҡа ике шағирҙы эшкә алғайныҡ, хәҙер корпус гөрләп тора”, – ти. Былар – шағирҙар Әсхәл-Әхмәт Хужа менән Рауил Ниғмәтуллин ине. Шулай итеп, Рауил Хөрмәт улы беҙҙең – һикһәнгә яҡын буласаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының тормошона үҙенең стена аша яңғыраған йыры менән мәңгелеккә килеп инде. Аҙаҡтан шағирҙан һабаҡ алған барлыҡ студенттар өсөн был йырҙың үҙенсәлекле бер гимн төҫөн алыуы ошо хаҡта һөйләй.

Тәүҙә уҡытыусыбыҙ күңелдәрҙе йыры, аҙаҡтан үҙенең эскерһеҙ тәбиғәте, балаларса матур күңеле, шиғри йөрәге, бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергияһы, эшлеклелеге менән арбаны. Быға саҡлы беҙҙең күпселегебеҙ шағир Рауил Ниғмәтуллинды бары тик “Тауҙарҙа таң” (1981), “Япраҡ еле” (1984), “Мөхәббәткә юҡ ул өҙәрем” (1989), “Аҡ нур” (1991), балалар өсөн яҙылған “Еңмеш” (1982) исемле китаптары аша ғына белә инек. Уның менән танышҡандан һуң беҙ – уның студенттары остазыбыҙҙың ижадына бик иғтибарлы булдыҡ: уның яңы сыҡҡан шиғырҙарын, мәҫәлдәрен, китаптарын бик ентекләп уҡып барҙыҡ, биографияһындағы әһәмиәтле ваҡиғаларҙы яҡшы белдек.

Рауил Хөрмәт улы Ниғмәтуллин 1941 йылдың 12 майында Башҡортостандың гүзәл төбәктәренең береһендә – Ишембай районы Ғүмәр ауылында тыуа, тәүҙә тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте, унан һуң Маҡар урта мәктәбенең 8-се класын тамамлағас, 1957 йылда, артабан уҡыу мөмкинлеге булмағанлыҡтан, 15 йәштән генә тыуған ауылында колхозда эшләй. Һәр эштән йәм табып, ауыр һуғыш йылдары ҡалдырған эҙемтәләрҙе сабырлыҡ менән үткәреп, ер яратыуы, мал йәнле булыуы арҡаһында ул тәүҙә йәшелсә, картуф үҫтереү звенолары етәксеһе, ферма мөдире булһа, аҙаҡтан колхоз комсомол комитеты секретары вазифаларын башҡара.

Стәрлетамаҡ зооветтехникумында уҡый, һуңғы курста уҡығанда уны тыуған районының «Коммунизм» колхозына зоотехник итеп тәғәйенләйҙәр. Өлгәшелгәндәр менән генә ҡәнәғәтләнеп ятыу Рауил Хөрмәт улының булмышында тура килмәй, тынғыһыҙ шиғри күңеле Рауил Ниғмәтуллинды Башҡорт дәүләт университетына уҡырға әйҙәй. Университеттың һуңғы курсында, 1969 йылда ул Ишембай районы «Коммунизм» колхозының партком секретары итеп һайлана, киләһе йылына, вузды тамамлағас, Әхмәр урта мәктәбе директоры вазифаһын йөкмәтәләр. 1973 йылда РСФСР Милли мәктәптәр институтының Башҡортостан филиалында ғилми сотрудник итеп алына, 1977 йылда «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире урынбаҫары итеп күсерелә. Рауил Хөрмәт улы 1979 – 1984 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең художестволы әҙәбиәт редакцияһында мөхәррир була. Ә инде 1984 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары итеп һайлана. 1993 – 2004 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты.

Тыуған еренә, теленә, иленә мөхәббәте Рауил Ниғмәтуллиндың барлыҡ ижадын биләгән. Ул күпселек башҡорт шағирҙары кеүек ауылда тыуып, тәбиғәт балаһы булып үҫә, шунлыҡтан үҙ төйәген “саф бәхет тыуған ер” тип баһалай. Тыуған ер шағирҙың лирик геройы өсөн “аҡ томанлы Егән буйҙары”, “Береш шаршылары”, “Өлкөн артылышы”, “алтын ҡояш”, “һомғол ҡарағайҙар”, “аҡ бурандар”, “япраҡ еле”, “аҡ ҡайынлы донъя”, “алһыу умырзаялар” менән бер рәттән “Әхмәтзәки рухы яралған ер” ҙә.

Был урын башҡа төбәктәрҙән үҙенең “офоҡтары яҡты”, “шишмәләре алҡын”, “һыу, һауа ла бында тиңһеҙ татлы”, “бында йондоҙҙар яп-яҡын, йондоҙҙар шундай яҡты” булыуы менән айырылып тора. Шағир кешегә тыуған төйәк кәрәк булған кеүек, тыуған төйәккә лә мәртәбәле улдарының ҡото йоғоусан:

“Тупраҡ кәрәк үләнгә

Үҙ булмышын асырға,

Үҙ булмышын асырға

Күккә оса ҡарсыға.

 

Үҙ булмышын асырға

Тәрән һыу эҙләй балыҡ,

Ҡомһоҙға үҙ булмышын

Асырға кәрәк байлыҡ.

 

Аса йәмен еренең

Ерен һөйөүсе йөрәк...

Булмышын асыр терәк –

Кешегә тыуған төйәк”.

                                               (“Терәк”)

Тыуған ил мотивы Рауил Ниғмәтуллин ижадында тормоштоң тәрән һулышы булып урын алған. Шиғырҙарында ул тыуған төбәк тәбиғәтенең милли һыҙаттарын асыу менән бер рәттән, ысын сәнғәт әҫәре талап иткәнсә, кешеләрҙә тәрән хис-тойғолар уята, изгелек ҡылырға, “һәр кемдең күңеленә һөйөү уты һалырға” саҡыра. Быларға ул тыуған ер тәбиғәтен кеше яҙмышы менән йәнәшә һүрәтләү аша өлгәшә. “Ҡыңғырауҙар” йыйынтығындағы “Һин йыр булып индең йөрәгемә” исемле бүлеккә ингән шиғыр һәм йырҙар шул хаҡта һөйләй. Рауил Ниғмәтуллин кешене тәбиғәт балаһы булараҡ күҙаллай, уның лирик шиғырҙарында ҡоштар образы йыш осрай: яңғыҙ ҡыр ҡаҙы, аҡҡош, бөркөт, шулай ҙа ҡоштарҙың күпселеген һандуғас образы тәшкил итә. Мәҫәлән, “Ҡайтарып”, “Һин моңло йырлағанда”, “Саф моңдо көтәм”, “Һайрашалар һандуғастар”, “Ҡуштау”, “Һайрасы, һандуғас!”, “Һандуғас та һағынған”, “Онота алмаҫ өсөн” исемле әҫәрҙәренең барыһында ла һайрар ҡош образы сағылыш тапҡан, шулай уҡ шағирҙың поэмаһы ла “Һандуғастар” тип атала. Был да тиккә генә түгел, ул үҙенең күңелендә һандуғас һайрап торған, үҙе һәр саҡ кеше күңелендә һандуғас һайратырлыҡ ижадсы ине.

Шағирҙың мөхәббәттең тәрән асылын билдәләгән күпселек шиғырҙарына көй яҙылған, ә инде шуларҙың байтағына ул үҙе көй яҙған һәм үҙе үк башҡара ине. Бигерәк тә Рауил Хөрмәт улының “Елбәгәйҙәр”, “Аҡ ләлә” исемле йырҙарын яратып башҡарғаны хәтерҙә ҡалған.

Яратҡан уҡытыусыбыҙҙың 60 йәше тулыу айҡанлы курсташым Ғәлимә Ғәлина менән “Йәшлек” гәзитенә “Ашыға ул йыр, моң ҡалдырырға” исемле мәҡәләлә: “Рауил Хөрмәт улы ялҡынлы шағир, күренекле йәмәғәт эшмәкәре генә түгел, ә ысын мәғәнәһендә уҡытыусы. Уның студенттары Башҡортостаныбыҙҙа, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, унан алған белемдәрен ҡулланып, балаларҙа башҡорт теленә, мәҙәниәтенә хөрмәт, һөйөү тәрбиәләй” (“Йәшлек”, 2001, 12 май)”, – тип илһамланып яҙғайныҡ. Был мәҡәлә донъя күргәнгә 15 йыл ваҡыт үтһә лә, уҡытыусыбыҙ Рауил Хөрмәт улы Ниғмәтуллин беҙҙең арабыҙҙа булмаһа ла, уның ижади донъяһы, яҙып ҡалдырған әҫәрҙәре бөгөнгө көндә лә йәш быуынды тәрбиәләүҙә туранан-тура ҡатнаша, беҙҙең күңелдәрҙә уның образы ялҡынлы шағир булараҡ һаҡлана.

Остазыбыҙ үҙгәртеп ҡороу осоронда яңыса фекерләүсе, заманса уҡытыу һәм тәрбиә биреү методикаһы тәҡдим итеүселәрҙең береһе булды. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы дәрестәрен яҡшыртыу йәһәтенән ул тәҡдим иткән алымдар бөгөнгө уҡыу стандарттарында әлегә тиклем булмаған яңылыҡ кеүегерәк тәҡдим ителә, уның ни тиклем алдынғы ҡарашлы булыуын хәҙер килеп аңлайбыҙ. Ул 90-сы йылдар башында уҡ балаларҙы ижади фекерләргә өйрәтеүҙе беренсе планға ҡуйып, ул ваҡыттарҙа беҙ ишетмәгән яңы сараларҙы тәҡдим итә торғайны. Шулай ҙа уның яратҡан сараларының береһе ул – “Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы” (ШТК) ине.

Рауил Ниғмәтуллиндың лирик шиғырҙарында геройҙың хис-тойғолары уның тормош менән булған эске бәйләнештәрен, мәҫәлдәрендә – кеше һәм йәмғиәт мөнәсәбәттәрен сағылдыра. Шағирҙың ысынбарлыҡты дөйөмләштерергә ынтылыуы уҡыусыны тормош, йәшәйеш, халыҡ яҙмышы хаҡында фәлсәфәүи уйҙарға алып килә. Шағирҙың “Тауҙарыма ҡарап” исемле йыйынтығындағы “Тауҙарыма бағам” бүлегенә ҡараған “Халҡым юлы” шәлкеменә ингән шиғырҙарында Рауил Ниғмәтуллин Алдар-Күсем, Ҡараһаҡал, Батырша, Емельян Пугачев етәкләгән Крәҫтиәндәр яуын, Октябрь революцияһын, репрессия йылдарын яңы осорға килтереп бәйләп, башҡорт халҡы алдында торған оло бурыс хаҡында иҫкәртә:

“Башҡорт илен һаҡлар, ҙурлар ырыҫ һиндә –

Башҡорт илен һаҡлар бурыс һинең иңдә!”

Рауил Хөрмәт улының “Халҡымдың тамырҙары” исемле шәлкемендә башҡорт халҡы яҙмышында Әхмәтзәки Вәлиди, Әмир Ҡарамышев, Муса Мортазин, Рәми Ғарипов, Ғайса Хөсәйенов, Хәким Ғиләжев, Булат Рафиҡов, Йыһат Солтанов, Динис Бүләков, Роберт Байымов кеүек танылыу тапҡан шәхестәр эшмәкәрлеген яҡтыртҡан шиғырҙары урын алған.

Әҫәрҙәрендә милли характеры асыҡ һыҙатланған үҙенсәлекле шағир ул – Рауил Ниғмәтуллин. Ижадсының лирик шиғыры йә иһә мәҫәле, ҡобайыры ни тиклем генә уй-хистәргә бай, композицион йәһәттән төҙөк, рифмалары камил булмаһын, барыһы ла заманса тос фекер һалыныуы, уйланғанлығы, тәрәнлеге, менән генә түгел, улар, тәү сиратта, уҡыусының аң ҡеүәһенә тәьҫир итеүҙәре менән дә әһәмиәтле.

 

Гөлнур Нәбиуллина, Лилиә Ташбулатова.

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ.