Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

«Ағиҙел»гә хаттар килә

«Ағиҙел» менән бергә булайыҡ!

Тормошобоҙ, йәшәйешебеҙ, донъялағы үҙгәрештәр һәм төрлө хәлдәр, кисәгебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм иртәгәбеҙҙе күҙаллағанда башҡорт телендә нәшер ителгән матбуғатты иҫкә алмай булмай. ”Йәншишмә”, “Аманат”, “Йәшлек”, “Башҡортостан”, “Ватандаш”, “Шоңҡар”, ”Аҡбуҙат”кеүек халыҡҡа нур сәсеүсе гәзит һәм журналдарыбыҙ башҡорт донъяһын яҡтыртҡан, халыҡ тураһында хәстәрлек күргән, өмөт уятҡан баҫмалар ул. Ләкин шулар араһында олпат “Ағиҙел”ебеҙ айырым урын тота: был баҫма хәҙер бер быуатҡа яҡын милли анды уятҡан, халыҡтың йыуанысы, иреккә ынтылышы, рухын үҫтереүсеһе, үҙе артынан башҡаларҙы эйәртеүсеһе, уятыусыһы һәм таянысы булып ҡала.

“Ағиҙел” – рухи тормошобоҙҙоң айырып алғыһыҙ бер өлөшө, өмөтө, таянысы, халҡыбыҙҙың кем икәнен иҫкә төшөрөп тороусы һәм халыҡҡа хеҙмәт итеүсе журнал булараҡ та ҡәҙерле. Ул әллә ниндәй ауыр замандарҙа ла тотҡарлыҡһыҙ сығып килде һәм бында редакция коллективының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, тип уйлайым. Уларға оло рәхмәтемде белдереп яуаплы, ауыр эштәрендә ҙур ижади уңыштар, сәләмәтлек, рухи ныҡлыҡ теләп ҡалам!

“Ағиҙел” үҙенең ижади биографияһы һәм уңыштары менән ысын мәғәнәһендә халыҡҡа бурыслы, сөнки уны һәр ваҡыт халыҡ яҡланы. Әгәр баҫма тарихына күҙ һалһаң, уның туҡһанынсы йылдарҙа ла йәшәү өсөн нисек ҡырталашҡанын үҙем дә күреп беләм. Хатта тиражы төшкән мәлдәрҙә лә “Ағиҙел” юғалып ҡалманы – халыҡ менән бергә булды, сөнки сәбәп редакция  коллективының насар эшләүендә түгел, ә йәшәү кимәленең түбән төшөүе, хаҡтарҙың артыуы, халыҡтың күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүе, эшһеҙлек кеүек нәмәләрҙән тора ине.

Башҡортса уҡыусылар йылдан-йыл кәмегән бөгөнгө мәлдә лә ”Ағиҙел”гә еңел түгел. Ләкин шуға ҡарамаҫтан ул үҙ юлынан бара: һәр һаны халыҡҡа үҙ ваҡытында етеп тора. Баҫма уҡыусыларҙы әҙәбиәттең өр-яңы ҡаҙаныштары менән даими таныштырып, уларҙа нәфис һүҙ ярҙамында ғәҙеллек, ватансыллыҡ тойғоларын тәрбиәләүгә ҙур көс һала – был уның төп тәғәйенләнеше. Журналдың ижади даирәһе киң, маҡсаты асыҡ, теле үткер, йөкмәткеһе бай, ижтимағи йүнәлеше әүҙем. Ул киң йәмәғәтселеккә ижтимағи тормошобоҙҙағы хәлдәрҙе аңлатыу һәм еткереү, әхлаки сәләмәтлек өсөн көрәш, Башҡортостан Республикаһында ижтимағи һәм фәнни фекерҙе үҫтереү һәм халыҡҡа еткереүҙә һәр ваҡыт алдан йөрөй, милләт-ара татыулыҡҡа өндәй, йәш һәләттәргә юл аса, әҙәби тәнҡит, әҙәбиәт ғилеме, ижтимағи-фәнни фекер, эстетик ҡараштар үҫешен сағылдыра, республика яҙыусыларының ижад мәктәбе ролен дә үтәй. Башҡорт әҙәбиәтенең иң матур үрнәктәрен, башлап яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен нәшер итеү һәм халыҡҡа еткереү, йәш таланттарҙы табыу һәм үҫтереү, уларға ярҙам ҡулын һуҙыу, Башҡортостандан ситтә ятҡан милләттәштәребеҙҙең рухи донъяһын ҡайғыртып уларға баҫманы алып барып еткереү, халыҡты туғандаш әҙәбиәттәрҙең иң матур өлгөләре менән таныштырыуҙа ла “Ағиҙел” ҙур эш башҡара. Йыйып әйткәндә, “Ағиҙел” – әҙәбиәтебеҙҙең, милләтебеҙҙең йылъяҙмаһы ролен үтәй. Минеңсә, үҙен киң әҙәбиәт юлына сығарыусы баҫмаға барлыҡ республика яҙыусылары, журналистары ла тап минең кеүек ҙур хөрмәт менән ҡарайҙыр, тип уйлайым.

Ә бөгөнгө “Ағиҙел”ебеҙ ниндәй һуң? Башҡорт телендә ҡалын булып сыҡҡан берҙән-бер әҙәби һәм ижтимағи-сәйәси журналыбыҙ әле лә халыҡҡа хеҙмәт итә. Ундағы “Тере хәтер”, “Дуҫлыҡ күперҙәре”, “Беҙҙең календарь”, “Шиғриәт”, ”Публицистика”, ”Проза”, “Әҙәби тәнҡит”, ”Китап кәштәһе”, ”Тәржемә мәктәбе”, ”Сатира һәм юмор”, ”Әҙәби тәнҡит”, ”Сәсмә әҫәрҙәр” кеүек рубрикаларҙа танылған яҙыусылар менән бергә башлап яҙыусылар ҙа сығыш яһай. Журналдың йөкмәткеле ҡалын журнал булып сығыуында үҙендә ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләүсе абруйлы редакция коллективының роле ҙур, тип уйлайым, баҫма авторҙарының уҡымлы әҫәрҙәре баҫылыу ҙа быға булышлыҡ итәлер. Хәҙер “Ағиҙел”де күп өлкәләр һәм милли республикаларҙа ла алдырып уҡыйҙар, Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ил-йорт ваҡиғалары һәм әҙәби процесс менән даими танышып бара.

Былар барыһы ла яҡшы, әлбиттә, әммә журналдың тиражы кәмеү барыбер йөрәкте өйкәп тора. Баҫма йәшәһен, тиражы артһын өсөн тағы ла нимә эшләргә кәрәк һуң? Минеңсә, йәмғиәттә ҙур урын биләүсе иң белемле ҡатлам – уҡытыусыларға мөрәжәғәт итергә кәрәк! Теләк булғанда улар башҡорт баҫмаларына ла, “Ағиҙел”гә лә ҙур ярҙам күрһәтә алыр ине. Һәм мин быны үҙем ике тиҫтә йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытҡан кеше булараҡ, ҡулымды йөрәгемә ҡуйып ышандыра алам. Әгәр республика ауылдары һәм ҡалаларындағы бөтә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарында берәр дана ғына “Ағиҙел” ятҡанда ғына ла, баҫманың яҙмышы ыңғай яҡҡа үҙгәрер ине бит! Туған тел уҡытыусыларының район һәм ҡала конкурстары үткәрелә, шунда уҡытыусыларҙың кабинетында башҡортса баҫмалар ятыуына иғтибар итергә кәрәк. Үҙемә ҡалһа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, туған телдәр кабинеттарында һис шикһеҙ ”Йәншишмә”, “Аманат”, “Йәшлек”, “Башҡортостан”, “Ватандаш”, “Шоңҡар”, ”Аҡбуҙат” кеүек баҫмалар ятырға тейеш. Уҡыусыларым иртән класҡа килеп инеү менән уларҙы ҡарай, уҡый башлай торғайны, һәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен матбуғатта сыҡҡан ҡыҙыҡлы көнүҙәк мәҡәләләрҙе уҡыу, уҡығандарҙан һөйләтеү һәм үҙ фекеренде белдереү кеүек тормош дәрестәренән башлап ебәрә торғайныҡ. Бынан һуң хатта тәнәфес ваҡытында ла уҡыусыларҙы гәзит-журналдарҙан айырып алып булмай ине.

Башҡорт баҫмаларында эшләүсе журналистар, яҙыусылар, шағирҙар менән дә осрашыуҙар ойоштора торғайным: төрлө йылдарҙа уҡыусылар алдында Рәшит Солтангәрәев, Яҡуп Ҡолмой, Тайфур Сәғитов, Рауил Ниғмәтуллин, Таңһылыу Кусимова, Нәжибә Мәҡсүтова, Фәнил Фәйзуллин, Әмир Әминев, Нияз Сәлимов, Аҫылғужа Баһуманов, Наил Ғәйетбаев, Рәсимә Ураҡсина, Йомабикә Ильясова, Гөлсирә Ғайсарова, Рәмил Йәнбәков, Гөлшат Әхмәтҡужина кеүек яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар булды. Быларҙың һөҙөмтәһе булып уларҙың тыуған яҡты өйрәнеү, ирекле һәм ижади инша яҙыу дәрестәрендә үҙ фекерҙәре һәм күҙәтеүҙәре менән матур итеп бүлешә белеүе булғандыр. Һуңынан балалар “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”биттәрендә үҙҙәре лә теләп баҫыла, ижади һәләттәрен үҫтерә, республика иншалар конкурстары, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай торғайны, күптәре университеттың журналистика бүлеген тамамлап хәҙер үҙҙәре билдәле журналистар булып китте.

Бына бит ул нисек матбуғаттың балаға тәьҫир итеү көсө! Ҡыҫҡаһы, матбуғат ул – милләттең киләсәге, өмөтө, уның аңын үҫтереүсеһе, халыҡтың рухи терәге һәм тормошон алға этәреүсеһе. Матбуғаттың айырыуса йәш быуынға тәьҫир итеү көсө ҙур, шулай булғас, ҡәҙерле уҡытыусылар, “Ағиҙел” менән бергә булайыҡ, бергә ҡалайыҡ!

 

Миләүшә Годбодь (Ҡолмөхәмәтова),

Чехия.

 

Юғалмаҫтыр аттар диңгеҙҙә

М өнир Ҡунафиндың “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә…” повесының      (“Ағиҙел“, 2016 йыл, 1-се һан) нигеҙендә бөгөнгө заманда бер ауыл эсендә барған ваҡиғалар ята. Хәлдәр таныш: ҡасандыр халыҡты эш менән тәьмин итеп торған леспромхоз юҡҡа сыҡҡан, шуға күрә типһә тимер өҙөрҙәй ир-егет ҡайҙа барып төртөлөргә, ҡайҙан аҡса табырға белмәйенсә ҡаңғыра ла өмөтөн өҙөп, эскелеккә һабыша. Халыҡ үҙ ерендә үҙе ҡарап үҫтергән ағасҡа ла хужа түгел. Тәртипте күҙәтергә тейешле хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре үҙҙәре үк баш-баштаҡлыҡ ҡыла. Күренеүенсә, хәлдәр шәптән түгел. Шулай тип кенә һығымта яһарға булыр ине. Әммә повесть быға юл ҡуймай, сөнки авторҙың маҡсаты тормошобоҙҙо тик ҡара буяуҙарға ғына манып күрһәтеү түгел. Яҙыусы донъяға, әйләнә-тирәгә, киләсәккә оптимистик күҙлектән ҡарай, уҡыусының иғтибарын да нәҡ шуға йүнәлтә. Ә уйлап ҡараһаң, ысынлап та, ниңә әле туҡтауһыҙ зарланырға? Ә унан ғына ни фәтүә? Ҡасан тормош гел генә ал да гөл булған һуң? Ҡасан кеше ығы-зығыһыҙ, һис ҡайғыһыҙ ғына йәшәгән? Булмаған ундай ваҡыт. Ниндәй генә заман булмаһын, кеше үҙ башынан төрлө һынауҙар үткәрә, ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар аша үрләй ғүмер тауҙарын. Бына-бына тиҙҙән тормош яҡшырыр, беҙгә лә бәхет бер йылмайыр, тигән өмөттәр йәшәтә, алға әйҙәй Хоҙай бәндәһен. Повесть геройҙары ла шундай оптимистик рухлы кешеләр. Эскерһеҙҙәр, ябайҙар, бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар, бер-береһенә терәктәр. Береһе иңенә төшкән ҡайғы-хәсрәтте тотош ауыл менән күтәреп, йырып сығырға әҙер Ташлыйылға халҡы. Ана шундай ихлас кешеләр өлгөһөндә уҡыусыға уйланырға ла, һығымта яһарға ла урын бар.

Повеста тормоштан зарланып ҡына ятыуҙан файҙа юҡ, үҙ йүнеңде үҙең күрмәһәң, бер кем дә ҡулыңа килтереп тоттормаҫ, тигән фекер ярылып ята. Ошоға өҫтәп, меҫкен хәлгә төшөүгә эскелек менән ялҡаулыҡ, битарафлыҡ менән баҙнатһыҙлыҡ кеүек сифаттар килтерә, тигән хәҡиҡәт иҫкә төшә. Бер ҡорға тупланып, бер-береңә ярҙамсыл, теләктәш булып йәшәгәндә теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңергә, ҡаршылыҡтарҙы йырып сығырға була, тигән һығымтаға килтерә повестағы хәл-ваҡиғалар, шулар фонындағы геройҙар.

Ниндәй образдар, ниндәй хәл-ваҡиғалар аша бойомға ашыра икән яҙыусы үҙенең изге маҡсаттарын? Бер аҙ байҡау яһап алайыҡ әле.

Повеста өс айырылмаҫ дуҫ , өс таған Фәнил, Шамил, Рәүеф исемле егеттәр үҙәк урынды биләй. Фәнил – үҙ-үҙен яҡлай алырлыҡ көсө ташып торған егет (изоляторҙа үҙен йәберләтергә юл ҡуймауы үҙе ни тора). Шамил – шиғри күңелле (байтаҡ авторҙарҙың шиғырҙарын яттан белә), хыялға бай. Ә инде Рәүеф дуҫлыҡтың ҡәҙерен белә торған, иптәштәре өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер булыуы менән хәтерҙә ҡала. Иң мөһиме, улар юлдан яҙған, тормош упҡынына батҡан кешеләр түгел. Эскегә бирелеп, бер аҙ хаталанып алалар-алыуын, әммә ваҡытында аҡылдары етеп, тура юлға баҫалар. Киләсәктә үҙ юлын табып, берәй шөғөлгә ылығып, матур донъя көтөрҙәр, нәҫел тамырҙарын дауам итерҙәр тигән ышаныс ҡала күңелдә. Бына ошондай идея кәрәк түгелме ни бөгөнгө китап уҡыусыға?

Яҙыусы үҙ геройҙарын төрлө хәл-ваҡиғалар ағышында етди генә һынауҙарға ҡуя. Был – тәбиғи ҙә. Юғиһә, әҫәрҙең ҡыҙығы ла булмаҫ ине. Ә былай һәр бер образ даими үҫештә. Уларҙың яҙмышы уҡыусыны ҡыҙыҡһындырғандан-ҡыҙыҡһындыра. Йәшерен-батырын түгел, башта был егеттәр уйҙарында бары тик эскелек кенә булып, эшлекһеҙ, бер нигә һәләтһеҙ байғоштар һымаҡ тойола (теләнселәп  эсергә эҙләү, түбәнселеккә төшөү, Шамилдың ерле юҡтан бәләгә тарыуы). Был насар ғәҙәттән ҡотола алмаҫтар кеүек. Яҙмыштары фажиғәле тамамланыр һымаҡ. Әммә һис тә улай түгел икән. Артабан был егеттәрҙең күңел матурлығына, ихласлығына, бер-береһенә ныҡлы терәк булыуына инана барабыҙ. Уларҙың баш эймәҫлеге, ғорурлығы, изге күңеллелеге һоҡландыра. Бигерәк тә Фәнилдең бәләгә ҡалған мәлендә дуҫтарҙың бер-береһенә ҡалҡандай булыуы, утҡа-һыуға ла инергә әҙер тороуҙары һәр кемебеҙгә фәһем алырлыҡ. Бына ысын дуҫлыҡ ниндәй була ул, тигән уй килә күңелгә. Повесть һуңында ошо өс дуҫтың араҡы шешәһен селпәрәмә килтереү күренеше лә автор тарафынан бик йәтеш уйланылған. Барлыҡ бәлә-ҡазаларҙың башы, тормош нигеҙенең емерелеүе – эскелектән. Шул ағыуҙан ҡотолоп  ҡына яҡты, матур киләсәккә өмөтләнергә мөмкин, тигән фекер ята әлеге күренештә. Ә инде егеттәрҙең киләсәгенең матур булаһына шик юҡ.

Повеста ауыл кешеләренең дә бер-береһе өсөн  янып-көйөп тороуына һәр бер ваҡиғала шаһит булына. Бәләгә тарыған Фәнилде (ҡырҡылған ҡарағас өсөн көс еткеһеҙ штраф түләргә кәрәк) ҡотҡарыу өсөн һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышып, аҡса йыйнаҡлай. Хамматтан башҡалар кеше иңенә төшкән бәләне ауыр кисерә. “Утыҙ етенсе йылғы репрессия афәтендә Ташлыйылғанан бер генә кеше лә атылмаған да, үлтерелмәгән дә. Сөнки бер-береһен һатыусылар булмаған. Замана ҡорто күңелдәргә, йәндәргә лә эйәләгән икән,” – тип уфтана Фәрит, кемдеңдер аранан ошаҡсы булыуына ишаралап (кем икәнен һиҙемләйҙәр инде). Ә повесть аҙағында Фәнил ана шул Хамматтың ҡәберенә лә ҡарағайҙан бура яһап ҡуйырға тәҡдим итә. Дуҫтарының ризаһыҙлығына ҡаршы бына нимә ти ул: “Юҡ, егеттәр, ата-бабанан ҡалған йола закондан да, изгелектән дә, яуызлыҡтан да олораҡ ул.” Егеттәрҙең һаман да икеләнеүенә: “Эләкмәйбеҙ. Ошаҡлаусылар бөттө ауылда,” – тип яуаплай ул, ышаныслы рәүештә. Күреүебеҙсә, бөтәһе лә имен-аман тамамланды, изгелек яуызлыҡтан өҫтөнөрәк булып сыҡты. Бында ла бик аҡыллы фекер тоҫмаллана: рухыбыҙ ныҡлы, күңелебеҙҙә иман булғанда, татыу, берҙәм ғүмер иткәндә барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға мөмкин.

Тағы бер иҫтә ҡалырлыҡ матур образ хаҡында әйтмәү мөмкин түгел. Ул – Мостафа. Ауылым, ауылдаштарым тип янып йөрөгән был кеше үҙенең тәрән фекерләүе менән торғаны бер философ. “Ана шул аттар, ҡиблаһын таба алмай диңгеҙҙә йөрөгән аттар – беҙ ул. Ул өйөр – һин, мин, айғырҙы менеп барған Рәүеф тә… Беҙ барабыҙ диңгеҙҙә… батмайыҡ тиһәк, өйөрҙө диңгеҙҙә ҡалдырырға ярамай,” – тип аңлата ул Шамилға тормош ысынбарлығын. Ҡайһылай тапҡыр сағыштырыу. Ә нисек сығырға шул диңгеҙҙән йәки бөгөнгө буталсыҡтан, болғаныштан? Быға ла Мостафаның яуабы әҙер: “Үҙегеҙ ҡыймылдағыҙ. Бәйгелә янған тайҙар, ана, егелегеҙ тормош һабанына,” – ти ул ҡәтғи итеп. Ә уйлап ҡараһаң, Мостафаның ошо аҡыллы кәңәше барлыҡ милләттәштәребеҙгә лә саҡырыу булып яңғырай ҙа баһа.

Әйткәндәй, повестағы һәр бер деталь, һәр күренеш оптимистик рухҡа йүнәлтелгән, һөйләмдәр тәрән мәғәнәгә эйә. Бер нисә миҫал менән әйткәнебеҙҙе дәлилләп ҡарайыҡ.

Повестағы ваҡиғалар үҙәгендә өс егет. Ғәҙәттә, әкиәттәрҙә батырҙар өсәү була. Шул арҡала улар һынауҙарҙа еңеп сығыусан. Шулай уҡ өс таған йәки өс терәүҙең  ныҡлы булыуын да халыҡ күптән иҫбатлаған. Повестағы өс егет миҫалында әлеге хәҡиҡәттең ни тиклем тормошсан булыуына тағы бер ҡат инанабыҙ.

Повеста Ситдиҡ ҡарттан ҡалған таяҡ та иғтибарҙы үҙенә тарта. Уға ла үҙенсәлекле мәғәнә һалынған. Олатаһының таяғын ҡулына алған һайын Фәнил унан йылы  бөркөлөүен тоя. Нимә тип юрарға мөмкин? Беҙҙеңсә, быуындар бәйләнеше, тормоштоң дауам ителеше, яҡты киләсәккә ышаныс, тип аңларға кәрәк быны. Мостафа ҡарт та был таяҡтың “үлсәме башҡа” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙер.

Һабантуй мәлендәге бер күренештә лә үҙенсәлекле мәғәнә йәшеренгән. Бәйгелә Бөрлөгән ҡушаматлы бейәгә эйәреп, тай ҙа бар көсөнә саба. Башҡа аттарҙы уҙып, әлеге тай беренселекте ала. Әммә әҙерлекһеҙ-ниһеҙ сабып, ярһыған мал мандымай, янып әрәм була. Ошо ваҡиғаны ысынбарлыҡҡа күсереп ҡарайыҡ: илебеҙ тормошо бер заман гөрләп алға барҙы-барҙы ла (совет осороноң күтәрелештәр мәле), бер көн килеп пыран-заран емерелде лә ҡуйҙы (үҙгәртеп ҡороуҙар эҙемтәләре). Мостафаның егеттәргә ҡарап: “Нишләйһең, быуынығыҙ менән тормош бәйгеһендә янған тай хәлендә ҡалдығыҙ шул. Тын алып, көс йыйғас, елер саҡтарығыҙ булыр әле”, – тип әйтеүе лә беҙҙең фекеребеҙҙе ҡеүәтләй төҫлө. Шул уҡ ваҡытта киләсәккә өмөт, күтәренке  рух та аңлашыла. Фекеребеҙҙе дауам итәйек. Баяғы һабантуйҙа янған тай ғүмерле булып сыға, хатта иткә тапшырылырға дусар ителгәндән һуң да Хоҙай Тәғәлә ярлыҡап ҡала. Был да киләсәгебеҙҙе яҡшыға юрау ҙа баһа.

Тағы бер хәҡиҡәт. Барлыҡ ауыл бер-береһе менән ихлас аралашып, үҙ-ара ярҙамлашып көн иткәндә Хаммат тигән әҙәм, башҡаларҙан айырылып, самогон һатып байып ята. Шул арҡала күпме кешенең һаулығына зыян килтерә, үҙе рәнйеш ала. Ҡомһоҙ, һөмһөҙ был бәндә кире ҡараш, нәфрәт тыуҙыра. Әммә шуныһы ҡыуаныслы: бындай әшәке бәндә ауылда берәү генә. Килтергән яфалары, кеше рәнйеше оҙаҡ көттөрмәй – үҙе эскегә һабышып, яҡты донъя менән хушлаша. Изгелектең яуызлыҡтан өҫтөн булыуына сираттағы дәлил, тип аңларға була был ваҡиғаны. Киләсәк тормош – айыҡ тормош, шунан башҡа афәттәрҙән ҡотолоу юҡ, тигән һығымта ла яһайбыҙ.

Повеста Ситдиҡ ҡарт образы бар. Әҫәр нәҡ уны ерләү ваҡиғаһы менән башланып китә. Был донъяла хәҙер ул юҡ, әммә хөрмәтле ветеран хаҡында матур иҫтәлектәр йәшәй, олоһо ла, кесеһе лә уны ихтирам менән, ололап телгә ала. Бер көндө ейәне Фәнилдең төшөнә лә инә. Имеш, йәшәреп китә лә Фәнилдең үҙенә оҡшай ҙа ҡала. Бында ла быуындар бәйләнеше тураһында һүҙ бара түгелме? Ситдиҡ кеүек уҙамандар ғүмерен ейәндәре дауам итә. Шулай булғас, тормош юлдарында һынатмаған, ауырлыҡтар алдында бирешмәгән олатайҙар рухына һис кем тап төшөрөргә тейеш түгел. Был да уҡыусы өсөн оло һабаҡ.

Бая телгә алған тайға яңынан әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Фәнил дуҫын бәләнән ҡотҡарыу хаҡына Шамил үҙенең Радулов ҡушаматлы яратҡан тайын ит комбинатына тапшырырға (йәл, әлбиттә, әммә дуҫ та ҡәҙерле)  тәүәккәллек итә. Дуҫы Рәүефкә ҡуша был эште. Юлда китеп барғанда ватылып ултырған машина осрай. Әлфиә менән ире булып сыға (Хоҙай үҙе ҡушҡандыр инде). Тайҙы йәлләп, Әлфиә һатып ала. Бына бит, аттың ғүмере бөтмәгән икән дә баһа. Ошо хәл, берҙән, башҡорт халҡының йылҡы малына хөрмәтен сағылдырһа, икенсенән, тормоштоң дауам итеүенә ишара.

Повеста ошондай юлдар иғтибарҙы йәлеп итә: “Һыбайлы атын дәртләндереп, ҡамсыһын тирә-яҡҡа һелтәп алды, ә тишек тәгәрмәсле машина юл ситендә тороп ҡалды”. Ҡыҙыҡлы сағыштырыу. Уйлап ҡараһаң, бында ла тәрән мәғәнә йәшеренгән. Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында емерелеүгә дусар ителгән йәмғиәтебеҙҙең (тишек тәгәрмәсле машина) яңыртылған, камиллашҡан йәмғиәт (дәртләнеп барыусы һыбайлы) менән алмашынырына өмөт, ышаныс тойғоларын иғтибарлы кеше һиҙмәй ҡалмаҫ. Ошондай оптимистик рух, тәрән мәғәнә повесты тамамлаусы һөйләмгә лә хас: “Иртәме-һуңмы барыбер балы буласаҡ уның, ҡунған ҡорт бал бирмәй ҡалмаҫ”. Ошолай итеп, повесть  геройҙарының киләсәген яҡшыға юрай автор. Ә был, ысынында, беҙҙең һәр кемебеҙгә юраған бәхетле, матур тормош бит ул.

Ошо рәүешле, Мөнир Ҡунафиндың яңы повесы күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдыра. Автор бөгөнгө заманыбыҙҙың актуаль проблемаларын да күтәрә (эшһеҙлек, эскелек, уйлап еткерелмәгән закондар, хоҡуҡ һағындағыларҙың әхлаҡи түбәнлеге), шул уҡ ваҡытта уларҙы йырып сығыу юлдары хаҡында ла уйлана (йүнселлек, берҙәмлек, айыҡ тормош, милли үҙаң). Әҫәрҙең теле матур, бай. Һөйләмдәр иҫ киткес тәрән мәғәнәгә эйә. Яҙыусының маҡсаттары изге: илебеҙ, халҡыбыҙ киләсәге яҡты, матур булһын, кешеләр өмөт, ышаныс менән йәшәһен, бер-береһен мәрхәмәтлелек, изгелек мөнәсәбәттәре бәйләһен. Шуға күрә лә повесты уҡыған кеше күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, киреһенсә, рухи күтәренкелек ала. Оптимистик рухлы әҫәрҙәрҙе уҡыуы – үҙе бер кинәнес бит ул.

Рим Исхаҡов,

Ҡырмыҫҡалы районы.