Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Миңниса Баһуманова

«Йөрәгемдәге ҡояшым Һеҙгә тәғәйен»

Зөлфиә менән бик күптән танышмын, ваҡыт-ваҡыт осрашып та торола, ижадын да белгән кеүекмен, әммә ҡулға ҡәләм алыр форсат тапманым. Сәбәбен дә теүәл аңлата алмайым. Ә уның яҙмышы, ижады менән һәр саҡ ҡыҙыҡһына килдем. Нимәһе менәндер үҙенә тарта ине был йәш кенә ҡыҙыҡай. Эш, моғайын, Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында  тыуып үҫкән Зөлфиәнең, минең кеүек Урал арты райондарына килен булып төшөп, бер төрлөрәк яҙмыш кисереүҙәлер, тип тә ҡуям.

Белорет районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләгән, инде үҙе ике бала әсәһе булған, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татып өлгөргән йәш ҡатын ижади мөхиттән ситтә йәшәһә лә, ошо арауыҡта ике китап сығарып өлгөргән, егерме биш йәшендә генә Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителгән. 

Зөлфиәнең ҡайһы бер шиғырҙары уҡыусыны һиҫкәндерә һәм ауыр кисерештәр солғанышында ҡалдыра:

Кәфенгә оҡшаған

Ер өҫтө аҡ ҡағыҙ.

Яҙаһы йырым күп,

Йәнемде һаҡлағыҙ!

Ә дөйөм алғанда күптәрҙең яҙмышын, хис-тойғоларын үҙеңдеке итеп сағылдыра белеүҙәлер Зөлфиә шиғриәтенең оло әһәмиәте.

Өй нигеҙе ҡотло булһын өсөн өрлөк башына, нигеҙгә, бәхет теләп һыуға тәңкә һалыу йолаһы бар башҡортта. Зөлфиә халыҡ араһында ҡағиҙәгә әйләнеп киткән эш-ҡылыҡ тәртибен, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яҡшы белә һәм уларҙы шиғырҙарында оҫта файҙалана:

Инйәр төптәренә тәңкә һиптем,

Ҡабул итер микән был яҡтар?

(«Килен тәңкәһе»)

Ҡояш батҡас, ай ашыҡты

Ҡотлар өсөн беҙҙең туйҙы.

Төн шаршауын тартты ла ул,

Бер ус тәңкә һибеп ҡуйҙы.

(«Никах төнө»)

«Килен булып әйткәне» шиғыры яңы тормош башлаған һәр кемгә лә таныш юлдарҙан тора. Килен кешегә, өлөшөмә төшкән көмөшөм, тип хәләленең генә түгел, уның яҡындарының күңел торошон аңлап, ғаилә тотороҡлоғон һаҡларға өйрәтә кеүек.

Абынһам да, һөрөнһәм дә,

Килермен ипкә.

Мин үҙ балаң булмаһам да,

Тибәрмә ситкә.

Ризалыҡтарыңдан яҙһам,

Һүнер өйҙә йәм.

Ғәйептәрем булһа, кисер,

Рәнйемә, ҡәйнәм!

Күңелемдең тулған сағы:

Мин шундай илаҡ!

Ярат әле берҙе генә

Әсәйем һымаҡ!

Әсәйем һымаҡ…

Килендең, ҡәйнәһен дә әсәй күреп, уның күңеленә ярарға тырышыуы Зөлфиәнең һәләте аша итәғәтле тасуирлана, хатта ул сеңләү жанрына ауаздаш кеүек. Белорет районындағы Елмерҙәк итәгендәге текә боролошло юлға арналған «Ҡәйнә теле» шиғыры быға өҫтәлмә:

Ситкә типһә, даным һатыр,

Үҙҙәй күрһә, өйрәтер.

Мәжит Ғафури әйтмешләй: «Ҡайҙа баҫҡандар икән тип, Әйләнәм мин халҡыма». Артҡа ҡарап эшләгән эшеңә һығымта яһауҙан тыш, йәштәрҙең тын алышына ла юҡ-юҡ та күҙ һалырға кәрәк ул өлкәндәргә. Ниндәй быуын үҫеп килә? Уларға таянып буламы? Ил хәстәре менән йәшәйҙәрме?

Йәштәр араһында Башҡортостан, башҡорт халҡы, башҡорт теле, тип янып-көйөп ижад иткән шәхес булып сыҡты Зөлфиә. Уның тормошта үҙ урынын табып, халҡына әйтер һүҙен ҡыйыу еткереүенә һоҡланып иғтибар итә килдем. Ялҡынлы тел менән яҙылған бихисап әҫәрҙәре халҡыбыҙҙы ғәфләт йоҡоһонан уятырлыҡ бит. Ана ла “Башҡортлоҡ” шиғырындағы:

Мин бары тик бер тамсыһы ғына,

Әммә көсөм таштар ярырлыҡ,

Ата-бабам рухын ҡалҡан итеп,

Ҡөҙрәтем бар алға барырлыҡ, –

тигән аҫыл һүҙҙәренең тере кеше йәненә нур һибер ғәйрәтле көсө бар. «Мин башҡорт!» – тип танышығыҙ!» шиғыры ил, халыҡ тарафынан беҙҙең алға, бигерәк тә үҙ исеменән оялып, икенсе ҡушамат тағып йөрөгән, милләтен һанламаған замандаштарыбыҙға ҡуйылған талап һымаҡ яңғырай.

Яндырылған ауылдарҙың һағышы беҙ –

Йәнебеҙҙе көлдән эҙләп табышығыҙ!

Беҙҙең алда таҙа булһын намыҫығыҙ:

«Беҙ бөтмәнек!

Мин башҡорт!» – тип танышығыҙ!»

Зөлфиә Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында йәшәгән башҡорттарҙың ауыр ғазап, михнәт менән тулы алыҫ үткәндәрен дә күҙ уңында тотоп, янып көлгә әүерелгән ерҙән терелеп, йәшәп киткән милләттәштәребеҙҙән үрнәк алырға саҡыра. «Кем һуң нимәне һайлай…» шиғыры бигерәк тә уйландыра: һинең ниндәй юл йә эш-ҡылыҡ һайлауыңа ҡарап, кеше булараҡ үҙеңә баһа бирелеүе шикһеҙ.

Халыҡтан ҡасып була,

Халыҡты аҫып була,

Халыҡты баҫып була,

Уға юл асып була –

Кем һуң нимәне һайлай?! –

ти шағирә. Изге һәм яман эштәрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйыу ысулы менән үҙеңдең психик сифатыңа ярашлыһын, йәғни холҡоңа тап килгәнен һайлап алып, исем күтәрәһең: йә һин кешелекле, йә һин выжданһыҙ йән булып ҡалаһың, тигәнде аңларға була был юлдарҙан.

Һүҙ араһында ғына әйтелгән хәбәремә ҡолаҡ һалғанмы, әллә үҙе уйлап йөрөгәнме, 2001 йылдан Зөлфиә баш ҡалаға күсте. «Һаумы, ҡала!» тип сәләмләп килеп ингән шағирәне «Ҡырыҫ йөҙө менән» баш ҡала тере етемгә әйләндерә, «Өфө миңә еңел бирелмәне…» тип тә яҙҙы. Ғөмүмән, Өфө ҡалаһының социаль, иҡтисади, милли йөҙө уның байтаҡ шиғырҙарында аныҡ тасуирлана. «Көҙгө ҡала», «Шыршы булһам», «Аксаков баҡсаһында тыуған уйҙар», «Бөжәктәр тураһында» һәм башҡалар.

«Шоңҡар» республика йәштәр журналында эшләй башланы. Беҙ тағы осраштыҡ. Мин «Ватандаш» журналы редакцияһында эшләйем. Эш араһында йыш ҡына аралашабыҙ, фекер алышабыҙ. Уларҙың коллективы менән бергә Яңы йыл байрамын ҡаршыланыҡ. Ун йыллап мәктәптә уҡытып килгән Зөлфиә башҡортса-русса яҡшы һөйләшеүе менән башҡаларҙан бер башҡа айырылып тороуы күҙемә салынды. Инсафлы, фекерле, иң мөһиме, рухлы булыуы иғтибарымды тартты.

Баҡһаң, ул уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған икән. Тотанаҡлы, сабыр, тыныс холоҡло атаһы – Миндебай Мәүлетбай улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, танкист, ғүмер буйы балалар уҡытҡан. Әсәһе Вәлиева Нәфисә Ғәлим ҡыҙы – ике институт тамамлаған, белемле-ғилемле уҡытыусы. Инде гүр эйәләре булғандар, абруйлы ата-әсәһе балалары күңелендә мәңгелек үрнәк булып йәшәй.

– Рухиәткә ҡағылышлы күп әйберҙе атайым күңелемә һеңдерҙе. Атайымдың атаһы Мәүлетбай ҡартайым – махсус белемле хәҙрәт, өшкөрөүенең сихәте булған. Әсәйемдең атаһы Вәлиев Ғәлим Вәли улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине, Башҡорт атлы дивизияһының 275-се полкында партбюро секретары булып торған, гвардия капитаны. Полк командиры Таһир Кусимов менән яҡындан аралашҡан. Һуғышҡа тиклем Стәрлебаш районын етәкләгән, һуғыштан һуң Башҡортостан нефтселәре профсоюзының өлкә комитетында эшләгән. Белемгә ынтылыуыбыҙ, дини йолаларҙы белеүебеҙ нигеҙҙән килә.

Атайым менән әсәйем 50 йыл бергә күркәм ғүмер итеп, биш бала үҫтереп, бөтәбеҙҙе лә белемле итеп оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Рәфисә апайым Мәскәүҙә уҡып иҡтисади инженер һөнәрен алды. Мәҙинә апайым бухгалтер булып эшләне. Апайҙар хәҙер хаҡлы ялда инде. Береһе – Илеш районында, икенсеһе Учалыла йәшәй. Зөфәр ағайым алтын ҡуллы булды. «Һә!» тигәнсе телевизор, һыуытҡыс, үтек кеүек көнкүреш кәрәк-яраҡтарын йүнәтеп ҡуйыр ине. Гармунда уйнаны, бейеүгә лә оҫта ине. Салауат нефть-химия комбинатында оператор булып эшләне. Бик йәшләй мәрхүм булды. Илдар ағайым – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлургы. Силәбе политехник институтын тамамлап, Златоуста цех начальнигы урынбаҫары булып эшләне. Ул да мәрхүм инде. Мин төпсөк бала, шуға күрә иркәләнеү ҙә, атай-әсәй оло йәштә булғас, эш тә етерлек булды миңә, – тип танытты Зөлфиә үҙенең туғандары менән яңыраҡ ҡына.

Шағирә «Һинең хәлең нисек, Иҫке Хәлил, Атайҙың да хәле тап шулай» тигән шиғри юлдары менән тотош бер быуын китеү менән ауыл да бөтөүгә юл борғанын иҫкәрткәйне. Шиғырындағы «Атаҡайым киткәс, нуры һүнеп, Етемһерәп ҡалды бар ауыл…» – тигән юлдарҙан, атаһы Миндебай Мәүлетбай улының ғаиләһе өсөн генә түгел, ауыл халҡы өсөн дә абруйлы шәхес икәнлеген һиҙемләгәйнем былай. «Йөрәгемә минең ҡан һауыр – Әҙерләмә, әсәй, аҡ тауар!» – тип, биш бала үҫтергән, инде ҡартайған әсәһен ҡурсалап, йәшәү һәм үлем хаҡында фәлсәфи фекер йөрөткәнен дә белгәйнем. Ысынлап та, атай-әсәй олоғайып, үҙебеҙҙең йәш тә байтаҡ үҫешһә, һәр беребеҙ ғүмер, үлем хаҡында уйлана башлайбыҙ.

Мин Зөлфиәнең төплө ғаиләнән булыуын, хатта нәҫеленең ныҡлы нигеҙле икәнен бик һуңлап белһәм дә теге саҡта уның тураһындағы фекеремдең раҫлығына шатландым, уның аҡыл-фиғелендә нимәнелер алдан тойомланым, күрәһең.

– Һылыу, ни эшләп һин бында йөрөйһөң? – тип һораным, уның йәшен самалап. – Һин бит дәүләт йортонда ла эшләй алыр инең…

– Юҡ, юҡ, ҡайҙа ул, кем мине эшкә алһын!

Иң ҡыҙығы шул булды: алсаҡ, кешеләр менән еңел аралашыусан Зөлфиәне баш ҡаланың Совет районына эшкә саҡырғандар. Барып ҡараған да оҡшатмай кире ҡайтҡан. Тағы саҡырғандар, йәнә баш тартҡан. Ә мин һаман: «Русса, башҡортса һәйбәт һөйләшәһең, белемең етерлек, төҫөң бар, нимәнән ҡурҡаһың?» – тип тегенең күңеленә ойотҡо һалыуымды дауам итәм.

Ниһайәт, ишетәм: Зөлфиәне Өфө ҡалаһының Киров районы мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре бүлегенә етәксе итеп билдәләгәндәр.

Баш ҡала баш ҡала инде. Бында эшкә урынлашып, донъя ҡороп, үҙеңдең булдыҡлылығыңды раҫлап китеүҙәре, ай-һай, ҡыйын йәш кешегә.Үҙ фатирың үҙеңә күрә бер ғәиләүи дәүләт тә бит, уны көтөп алғансы ярты ҡартайып, ярты ғүмереңде сарыф итәһең.

Йә әйтегеҙ: кемдә байлыҡ

Йыйылған келәт-келәт?

Бәғзеләргә ҡыйыҡ та юҡ,

Алмаһа теләнселәп.

(«Өйһөҙлөк»)

Төрөгөнә, әрмәненә, ҡытайҙарға фатир табылғанда, «Илем, тиеп йәнен атҡан, Ятаҡ тапмай башы ҡатҡан бер башҡортҡа урын етмәй баш ҡалала. («Өфө етә барыһына ла»). Түбәтәйле таш йорттарҙа башҡорттарға фатир табылмауы борсой яҙыусыны («Өнһөҙлөк»). Йәне көйөп әйтелгәндер был һүҙҙәр:

Ҡайҙан беҙгә торлаҡ өмөт итеү?!

Йәшәһендәр унда хужалар.

Тик йыр булып байрам мәжлестәрен

Биҙәй беҙҙең әсе нужалар.

(«Баштар һәм башҡалар»)

Ысынлап та, ижад кешеләрен беҙҙең хужалар башлыса үҙҙәренең байрам кисәләрен биҙәр өсөн саҡыра. «Беҙ Уралды төйәк итһәк, Сәхнә итте бүтәндәр», – тине шағирә. Мәжлес йәме, халыҡ әйткәнсә, һүҙ менән дә йыр менән бит. Бер йылды башҡорт халҡының оҙон көйөнә арнап, бөйөк йырсыларыбыҙҙы ҙурлап, Йыр байрамы ҡороп, уға ҡағылышлы мәсьәләләргә лә күҙ һалаһы барҙыр ул беҙгә. Зөлфиәнең ҡыҫҡа, әммә бик тос фекере ошо хаҡта иҫкәртә. 

Бер ваҡыт «Ватан мине тоғро ҡыҙы итһә, Ысын кеше итте комсомол» («Комсомолым»), «Уҡытыусы – беҙ һайлаған һөнәр» тип ғорурланып йөрөгән Зөлфиәбеҙ донъяның күҙ алдында үҫте лә китте. Бөгөн ул Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Мәғариф идаралығының телдәр сәйәсәте бүлеген етәкләй. Ижадын да тейешле баһаланылар: 2004 йылда уға йәштәрҙең Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы бирелде (1996 йылда ул Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премияһы лауреаты булғайны). 2008 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды. Яҙмышына нисек һоҡланмайһың!

Заманында бәләкәй генә һүҙемә ҡолаҡ һалып, яҙмышын ҡырҡа бороп ебәреүенә сикһеҙ ғорурланам. Әллә һүҙе, әллә үҙе мине шулай үҙенә ылыҡтырҙы. «Миңниса апай!» тип ҡосаҡлап алһа, бер туған һеңлемде күргәндәй байтаҡ ҡыуаныс кисерҙем. Икәүләп «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» идараһы ултырышында, ойошма үткәргән сараларҙа йыш күрешәбеҙ. Һәр йыйылышта, мотлаҡ шиғырҙарын уҡып ишеттереүен һорайбыҙ, сөнки башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары яҙмышын аңлап, төптән уйлап ижад иткән шағирәбеҙ мәҙәни сараларыбыҙҙың уртаһында булды. «Асылына тоғро йәндәр аша» юл табып, ирҙәрҙе уйландырырға, яттар ҡосағындағы ҡатын-ҡыҙҙы һиҫкәндерергә, сит илдә лә ҡол булмағанды үҙ илендә ҡол булырмы кеше тигән уйҙы, «… йәнгә рух ныҡлығын, Ватансылыҡ тигән тойғоно» һеңдерергә ҡайтҡан «Ете ҡыҙ» ғына ни тора! «Ағинәйҙәр маршы»нда аҡыл эйәләре менән «Иргә иңен терәр ил инәһе барҙа, Йәшәр әле, йәшәр башҡортом» тип инана. Ә Н. Некрасовҡа эйәреп яҙған исемһеҙ шиғырында:

Илкәйемдә шундай апайҙар бар,

Ирҙәр күтәрмәҫлек йөк тартҡан,

Дошмандарға зәһәр уғын атҡан,

Сабып килгән атты туҡтатҡан,–

тип һоҡлана һәм «Бар халҡымдың рухын күтәргән шундай Бәндәбикә ише апайҙарҙы ус төбөндә йөрөтөргә саҡыра. Шул уҡ ваҡытта «Ил өҫтөндә ни яман» шиғырында ябай ғына итеп:

Эсһә бисә, эсһә ирҙәр,

Эсһә бала,

Был донъяла ҡыуанырлыҡ

Ниҙәр ҡала! –

тип әйтеп ҡуя.

Беҙҙең йәмғиәттең эш сараларының береһе ишле ине, тотороҡло ғаиләләрҙе, яңы тыуған сабыйҙарҙы, өйләнешкән йәштәрҙе ҙурлау. Изге Рамаҙан айында донъяға килгән сабыйҙар: Йәғәфәр, Сәлимәкәй һәм башҡаларҙы сәләмләп “Алғыш” шиғырын яҙҙы. Ғөмүмән, уның бик күп әҫәрҙәре йәмғиәтебеҙҙең эш йүнәлешен күрһәтә.

Ниндәй генә серҙәр ятмай беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары яҙмышында! Күңелдәрен асып ҡараһаң, йырҙағыса: «Серҙәрем күп, серҙәшем юҡ, эстәрем һағыш ҡына!» бит ул. «Эй, ҡатын-ҡыҙ, ҡайһы быуаттарҙа Йәшәгәнең булды интекмәй?» («Таш ҡатын») тигән шағирә һүҙендә дөрөҫлөк бар. Зөлфиә һәр шиғырын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының эске һәм тышҡы күңел донъяһының рәүеш-сифатын, эстәлеген күңеле менән аңлап яҙа.