Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Йыһат Солтанов

Фәһемле ҡиссалар

Миләүшә Готбодь (ҡыҙ фамилияһы Ҡолмөхәмәтова) һылыуҙың 2015 йыл Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Йылдар тыуҙырған юлдар» исемле тос йыйынтығын ҡәнәғәтләнеп уҡыным. Республикабыҙ ваҡытлы матбуғатында төрлө жанрҙағы сығыштары менән ярайһы уҡ билдәле ханымдың тәржемәи хәлен яҙа-йоҙа ғына белештерә инем: баш ҡалабыҙҙың төрлө мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыусыһы, гәзит-журнал редакцияларында (башҡорт һәм урыҫ телдәрендә) уңышлы эшләгән журналист һәм... көтмәгәндә Европаның үҙәгендә урыҫ телендә яҙыусы Готбодь булып танылған, шул уҡ ваҡытта үҙенең матур әсә телендә яҙышыуынан өҙөлмәй, республикабыҙ баҫмаларында ҡатын-ҡыҙҙарса әүҙем ҡатнашыуын дауам иткән егәрле ҡәләм эйәһе...

Эйе, «ете диңгеҙ аръяғында» ятҡан сит ил тупрағында ла тап күркәм Уралындағылай һутлы бөрөләнеп япраҡ ярырға, сәскә атырға һәм татлы ижад емештәрен бирергә була икән, әгәр ҙә ки рухи тамырҙарың тыуған тупрағыңдан йолҡонмаһа, гөл-сәскәле ябалдашың йәмле Һаҡмар, Ағиҙел буйҙарының йән-сихәтле ел-ямғырҙарынан һутланһа һәм һулаһа...

Мәҡәләмде «ҡиссалар» һүҙенән башлауымдың хикмәте – китаптағы әҫәрҙәрҙең шәхсән үҙем тоҫмаллаған (бәлки, яңылышамдыр ҙа) жанр үҙенсәлегендә. Билдәле булыуынса, боронғо матур әҙәбиәттәге ҡисса жанры – изге пәйғәмбәрҙәрҙең (ғөмүмән, күренеклеләрҙең) матди ҙа, рухи ҙа тормош сәхифәләрен берҙәй иңләгән хикәйәт, француздарға ул, берәүҙәр билдәләүенсә, тарыраҡ ҡоласлы (шәхестең күп ҡырлы булмышының мөһим бер һырын ғына күҙаллаған) «эссе» жанры булып ингән. Ә китап авторы, миңә ҡалһа, алымдарҙың икеһенә лә эйә.

Йыйынтыҡтың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти тураһындағы эссе менән асылыуы күңелемде яуланы. Сөнки һуңғы заман «халыҡ»лыларҙың ҡайһы берҙәренең самаһыҙ мин-минлек күләгәһе һуҙылыуҙан мәшһүребеҙҙең ижады ҡапланып уҡ бара ине, Миләүшә һылыуҙы ла, моғайын, ошо хәл борсоғандыр. Ә ниңә ул ҡиссаның ҡыҫҡарағын, эссены, һайланы икән, тиһәк, әҙәбиәт һөйөүселәрҙең теманан ныҡ хәбәрҙарлығы иҫәпкә алынғандыр. Шуға күрә «пәйғәмбәр»ҙең сағыу ике балҡышына иғтибарҙы йүнәлтә: кешелеклелек сифаты һәм лирика. Тәүгеһенә, сурытып тормайынса, бер генә миҫал килтерә: «Мәҫәлән, – ти ул, – данлы генерал Доваторҙың атлы корпусында хеҙмәт итеүсе шағир-кавалерист Яҡуп Ҡолмойҙоң яу яланында эйәргә һалып яҙған шиғырҙарын 1942 йылда ул бер йыйынтыҡҡа туплап китап итеп баҫтырып сығара». Һуғыш осороноң матди һәм рухи ауырлығын, ҡатмарлылығын иҫәпкә алайыҡ. Шул замандағы әллә ҡайҙа ут эсендә «юғалып» йөрөгән йәш шағирҙың һуғыштан һуң мәшһүр лирик шағир булып өлгөрәсәген яҡшы белгән, тиерһең! Икенсе балҡышын асҡанда ла шиғырҙарҙы анализлауға иғтибарҙы сарыф итмәй әҙибә, был йәһәттән аҙмы-күпме әҙерлекле уҡыусының киң зауҡына таянып, күҙ төбәлгән ижад һырын мөһимерәк бер тәңгәлдән яҡтырта. «Шағирҙың күп популяр әҫәрҙәре, – ти ул, – Владимир Маяковский стилендә ижад ителгән. Ябай ғына күренгән ваҡиғаларҙы автор һутлы башҡорт телендә әһәмиәтле итеп тасуирлай белә: уларҙың барыһына ла фекер тәрәнлеге, тойғолар балҡышы хас. Ниғмәти шиғырҙарын һәм поэмаларын поэтик формалар байлығы, ритмик-интонацион төрлөлөк күркәмләй; яңылыҡты раҫлау пафосы лирикаһының төп үҙенсәлеген билдәләй. Тантаналы ваҡиғаларҙы һүрәтләгәндә шағир хатта марш ритмына тартым интонацияларҙы ла оҫта ҡуллана. Бәлки, шуға күрә лә ул замандарҙа Рәшит Ниғмәти шиғырҙарын, поэмаларын иген баҫыуҙарында, ауыл клубтарында яттан һөйләгәндәр, һәр бер яңы сыҡҡан әҫәрен ҡулдан-ҡулға күсереп яҙыр булғандар... Йыйып әйткәндә, Рәшит Ниғмәти ижады егерме беренсе быуат әҙәбиәтенә лә ҡыйыу аҙымдар менән инде, халыҡ шағирының әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтендә күренекле урын тота, тотасаҡ».

Йыйынтыҡҡа инеш өлөш, шулай итеп, Рәшит Ниғмәти шиғриәтенә хас аккорд булып яңғыраһа, артабанғы хикәйәтләүҙәрҙең күбеһе уйсан-моңло йыр төҫөндәге мыҡты йылға талғынлығына эйә. Драматург Нәжиб Асанбаев ижадында («Ҡаһарман, тыныслыҡ йырсыһы») Бөйөк Ватан һуғышы офицеры булараҡ үҙе ҡатнашҡан һәм белгән фиҙаҡәрлек, батырлыҡ өлгөләре сәнғәтсән оҫта кәүҙәләндерелеүен күрәбеҙ. Фашист танкыларына ҡаршы ут яуҙырып һуңғы тамсы ҡанынаса алышыусы артиллерист-командирҙың, бөтә расчет ҡырылып бөтөп яңғыҙы ҡалғанда ла, дошманды еңеп сығыуы, әммә «смерш» тарафынан уның иҫән ҡалыуы шиккә алынып, зинданда үлем приговоры көтөп ултырыуҙары («Яралы яҙмыш», «Алтын бишек» кеүек драмалар) тетрәтә... Советтар Союзы Геройы Муса Йәлилдең Ырымбурҙағы йәшлегенә бағышланған «Ҡанат йәйгәндә» спектаклендә әҙәмгә хас ҡаһарманлыҡ сифатының сығанаҡтары асыла...

Һуғыштан һуңғы тыныс тормош шарттарында ла була торған кеше драмалары Асанбаевтың үҙенең күңел драмалары менән һуғарылып, «Зәйтүнгөл», «Сирень сәскәһе», «Рәйсә», «Ҡыҙлы йорт», «Һыу юлы» һәм башҡа пьесаларында йөрәктәрҙе тулатты. Уларҙың яҙылыу, сәхнәгә ҡуйылыу тарихтарын Миләүшә һылыу оҫта һәм һаҡсыл аса, китап уҡыусылары менән дуҫтарса уртаҡлаша. Шул йәһәттән киң билдәле «Ҡыҙыл паша» спектакленең яҙмышы ифрат фәһемле һәм ҡыҙыҡлы. Бөйөк милли лидерыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди хаҡындағы драматик трилогия ла шундайҙар ҡатарынан. Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, ҡисса сәхифәләрендә драматург Асанбаев донъяһы тулап йәшәй.

Автор бына, тәрән моңға бирелеп, баҡыйлыҡтағы ҡәҙерле олатаһы Яҡуп Ҡолмойҙоң шәхси архивын барлай. Һарғайып бөткән ҡағыҙҙарҙы күҙенән кисереп һағышлана, уйлана, ә был иһә талантлы шағир хаҡында, әҙәбиәтебеҙ хаҡында үҙенә күрә бер ҡисса. «Ғүмеренең һуңғы көндәренә ҡәҙәр, – тип бергә кисерешәбеҙ, – шағир Яҡуп Ҡолмой әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре менән аралашып, тығыҙ хеҙмәттәшлектә йәшәне. Ҡәләмдәштәренә һәм ижадташтарына битараф ҡалмайынса, улар хаҡында йылы һүҙ әйтеп, күңелдәрен үҫтереүҙе мәртәбәгә һананы. Ул ифрат бай күңелле, ихлас, ябай, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеүсән кеше булды. Олоһо менән дә, кесеһе менән дә уртаҡ тел тапты. Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһында әҙәби-музыкаль тапшырыуҙар программаһының баш мөхәррире булып эшләү дәүерендә бер нисә тиҫтә әҙәбиәт, сәнғәт эшмәкәрҙәренең тауышын яҙҙырып алып ҡалды. Үҙе яҡты донъя менән хушлашҡандан һуң донъя күргән «Хәтер хазинаһы» тигән китабында Афзал Таһиров, Төхфәт Йәнәби, Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбай, Ғариф Ғүмәр, Сәйфи Ҡудаш, Ғәлимов Сәләм, Сәғит Агиш, Мөхөтдин Тажи, Сәләх Кулибай, Ҡадир Даян, Низам Ҡәрип, Мөслим Марат, Мәлих Харис, Тимер Арслан, Ғилемдар Рамазанов, Ибраһим Ғиззәтуллин, Жәлил Кейекбаев, Ноғман Мусин, Абдулхаҡ Игебаев; күренекле сәнғәт әһелдәре, композиторҙар Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рәүеф Мортазин, Халиҡ Заимов, Камил Вәлиев, Шамил Ибраһимов; талантлы йырсылар Мәғәфүр Хисмәтуллин, Зәки Мәхмүтов, Нәжиә Аллаярова, Хәбир Ғәлимов, Илфаҡ Смаков, Баныу Вәлиева, Камил Вәлиев, Хөсәйен Мәжитов, мәшһүр артист Арыҫлан Мөбәрәков һәм башҡалар хаҡында фәһемле ижади портреттар яҙып ҡалдырҙы». Һоҡланмау мөмкин түгел: бер быуын башҡорт мәҙәниәтен күкрәтеп сәскә аттыртҡан маһир һәм маһираларыбыҙ хаҡындағы сағыу энциклопедия!

Әммә иң ҡыҙыҡлыһы – хаттар, хаттар... Хат яҙыусылар: Мөхөтдин Тажи, Баязит Бикбай, Сәләх Кулибай, татар әҙиптәре Хәсән Саръян, Зәки Нури... Автор ошо күренекле әһелдәрҙең хаттары менән аралаш уларҙың ижады һәм ижаддашлығы, мәҙәниәтебеҙ донъяһындағы уларға бәйле ҡыҙыҡлы һәм фәһемле ваҡиғалар менән дә арбай уҡыусыһы күңелен.

Яҡуп Ҡолмой лирикаһының затлы гәлсәрҙәй сыңлап торған илаһилығын «Былбылым» йыры үҙе генә лә тулы нескәлегендә тойҙорталыр:

Яҙ килә лә китә,

Йөрәк көтә-көтә,

Йәшлек үтә-үтә

Яҙ һымаҡ.

Һин былбылым минең,

Йырланмаған йырым,

Балҡып кил һин

Атҡан таң һымаҡ...

Илаһи хистәр авторын республикала белмәгән кеше бармы?! Композитор Заһир Исмәғилев бына нисек хәтерләй: «Былбылым»ды яҙғас, мәрхүм Яҡуп Ҡолмой шундай шатланып йөрөнө! Ул уны үҙенең кәләшенә, Фатимаһына, арнаған булған. Миңә һүҙҙәре иҫ киткес оҡшаны. Бөтә әйбер һүҙҙән тора. Әгәр ҙә шиғыр матур булһа, моңо ла матур сыға. Шиғыр йырлап тормаһа, моңо булмаһа, унан бер нәмә лә килеп сыҡмай. «Былбылым» шул тиклем халыҡҡа яҡын булды – һүҙҙәре лә, көйө лә халыҡсан бит». Ғөмүмән, тип йомғаҡлай Миләүшә һылыу,           Я. Ҡолмой шиғырҙарына йыр яҙмаған берәй композитор бармы икән? Уларҙы йыйып баҫтырғанда, киләсәк быуын өсөн бынамын тигән баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡы ҡалыр ине лә... Үкенескә ҡаршы, йылдар ағылып үтә тора, ә ноталары менән бергә нәшер ителергә тейешле китап һаман артҡараҡ күсә килә. Ә бит бөгөн Яҡуп Ҡолмойҙоң йәмғеһе өс йөҙҙән ашыу йыры иҫәпләнә. Уларҙы юғалтмайынса, йыйып-туплап, айырым китап итеп баҫтырып сығарыу – әллә ҡасан уҡ өлгөрөп еткән мәсьәлә!

Билдәле булыуынса, ысын ижадсының береһе лә бер-береһенә оҡшамай, бер-береһен ҡабатламай – һәр ҡайһыныһы үҙенсә. Ана шундай үҙенсәлекле шағирҙарыбыҙҙың йондоҙлоғо йыйынтыҡҡа уғата нурлы йәм өҫтәй, йымылдай. Нурҙар теҙемендә Фәниә Чанышева («Кешеләр, ҡулығыҙҙа минең йөрәгем»), Марат Кәримов («Йөрәктәрҙә яна һүҙе»), Марат Муллаҡаев («Әҫәрҙәрендә тормош дөрөҫлөгө»), Риф Мифтахов («Йондоҙҙарҙан шағир йылынған»), Тамара Ғәниева («Уйландырыусан ижад»), Мәснәүи Зәйнуллин («Күңел күге йондоҙло ине»), Миңлебай Юлмөхәмәтов («Мәғарифҡа бағышланған ғүмер»), Данис Тикеев («Уҡытыусы, ғалим, яҙыусы»), Марат Әбүзәров («Һин – атылған йыһан йондоҙолай»), Рауил Ниғмәтуллин («Уҡытыусым хаҡында һуңлап әйтелгән һүҙ») кеүек һүнмәҫ-һүрелмәҫ ижад нәжәғәйҙәре. Был донъянан иртә киткән Рауил Ниғмәтуллинды беҙ, ҡәләмдәштәре, илаһи талант эйәһе (бер юлы шағир ҙа, көйҙәр сығарыусы ла) һәм таҫыллы педагог булыуы менән бергә 90-сы елле-дауыллы йылдарҙың ҡурҡыу белмәҫ көрәшсеһе, Башҡорт халыҡ партияһын нигеҙләүсе итеп тә белә инек. Ҡасандырғы уҡыусыһы был шәхесте моңһоу итеп тасуирлауға өлгәшкән. Кеше ғүмере ҡыҫҡа, ләкин ысын ижад күкрәүе оҙон – беҙҙән һуң да китап уҡыусыларыбыҙ ошо йыйынтыҡ биттәрендә емелдәшкән йондоҙҙарҙы яратып күҙҙән кисерер, күңелдәре яҡтырыр.

Миләүшә һылыуҙың тарихсы-документалист булараҡ та уңышлы эш итеүен билдәләп үтке килә. Бөйөк Еңеүебеҙгә 70 йыл тулыу айҡанлы «Ватандаш» журналының 6-сы һанында донъя күргән «Кем һин, Даян Мурзин?» тигән ҙур күләмле документаль публицистикаһы уның етди тикшеренеүсе икәнлеген дәлилләй. «Әле студент сағымда уҡ Даян Баян улы менән ике тапҡыр осрашҡас, – тип яҙа баш һүҙендә, – эш барышында уның күҙ ҡарашын тойғандай, үҙе менән кәңәшләшкәндәй булам, яугир тормошоноң бығаса билдәһеҙ яңы биттәрен асҡанда үҙемдә ҙур яуаплылыҡ тоям». Яҙмыш уны ҡаһарманыбыҙ фашистарҙы ҡырып йөрөгән төйәктең тап үҙендә – Чехияла төпләнергә һәм батырҙы яҡшы күреп белгән кешеләр менән аралашып йәшәргә, башҡа авторҙарға тәтемәгән тере мәғлүмәттәр алырға насип итте, бынан тыш ул Мурзин хаҡында Рәсәйҙә һәм төрлө сит илдәрҙә сыҡҡан тиҫтәләгән баҫмаларҙы аҡтарҙы, бығаса билдәле булмаған байтаҡ ваҡиғаларҙы беренсе башлап яҙҙы. Һөҙөмтәлә был темаға һуңғы нөктә ҡуйылды, тип һанайым, инде уны китап итеп сығарыу бурысы ҡала.

Ҡул аҫтымда маһираның тағы ла бер хеҙмәте – «Башҡортостан рәссамдары» тигән эсселар ҡулъяҙмаһы. Әҫәрҙәрен кинәнеп уҡыһам да, әлегәсә ташҡа баҫылып сығыуҙы көткәнлектәренән, тәғәйен тотоп анализлауҙы киләсәккә ҡалдырып, буласаҡ китаптың милли мәҙәниәтебеҙгә ни дәрәжә мөһимлеген аңғартмаҡҡа ҡыҫҡа ғына аннотацияһын һәм йөкмәткеһе атамаларын килтереү менән сикләнәм:

Был йыйынтыҡ – энциклопедик пландағы очерктар, мәҡәләләр, иҫтәлекле осрашыуҙар, башҡорт рәссамдары ижады һәм һынлы сәнғәте проблемалары хаҡындағы уйланыуҙар, һүрәтләмәләр һәм ижади портреттар йыйылмаһы. Унда милләтебеҙҙең рухи үҫешенә ҙур өлөш индергән Башҡортостан рәссамдары хаҡында ғилми-биографик материалдар тупланған. Йыйынтыҡ уҡыусыларҙа матурлыҡ тәрбиәләү, тыуған илде яратыу, уның байлығы һәм гүзәл тәбиғәте менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләй, китап туған тел, Башҡортостан мәҙәниәте предметын уҡытыусылар, студенттар, китапханасылар, мәҙәниәт йортонда эшләүселәр, шулай уҡ киң аудитория уҡыусылары өсөн тәғәйенләнә.

Сәнғәтебеҙҙең ошондай ҙа бай тарихы, мәшһүрҙәре бар икән! Шуларҙы тиҙерәк халыҡҡа, киң йәмәғәтселек иғтибарына еткермәйенсә тороп, нисек түҙергә мөмкин?! Әҙибә киң диапазонлы мәҙәниәт белгесе булып тора.

...Алыҫ чех илендә Миләүшә Годбодь исемендә танылған, Чехия Республикаһының урыҫ телле яҙыусылары һәм журналистары берлегенең ағзаһы булған талантлы ҡәләм эйәһенең Германияла йәшәүсе Рәүил, Арыҫлан атлы ейәндәре өләсәй менән ҡартатайҙы быйылғы Яңы йыл байрамына саҡырып, көтөп торалар икән. Өләсәй кеше унда быйыл уҡырға барған Рәүил ейәненә биргән изге вәғәҙәһен үтәргә – «Урал батыр» эпосын көйләп-аңлата башларға тейеш. Хәләл ефете Владимир (һөнәре буйынса юрист) менән берлектә «Урал батыр»ҙы чех теленә ауҙарғандар, Аллаһы Тәғәлә бойороғонда нәшер итеүселәре лә бер үк табыла күрһен!