Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сафуан Әлибай

«Һипкем килә бөтә күңелдәргә Яуған ошо ҡарҙар сафлығын!..»

Февраль

Беҙ – ғаиләлә февраль малайҙары*,

Май айының һөйөү емеше.

Февраль йомшаҡ, тиҙәр, мин белмәйем

Уның кеүек ныҡыш, еңмеште.

 

Бер ҡараһаң, ҡыштың хөкөмдәре:

Һалҡындары ерҙе сатната,

Айға ҡәҙәр үрләй төтөндәре,

Сырт-сырт мейес телен шартлата.

 

Бер ҡараһаң, тып-тып тамсылары

Боҙло ҡарҙы сәсрәп өтөрҙәр,

Таңға ҡәҙәр боҙло ҡыйыҡтарға

Элеп ҡуйыр көмөш селтәрҙәр.

 

Февралдең сәйер ҡылыҡтары:

Йә тамсылай, уйнай ҡар тышта,

Әллә шуға минең йәнемдә лә

Ҡыш менән яҙ мәңге тартыша.

 

Көтмәгәндә хистәр өйөрөлә,

Ҡапыл ала күңел буранлап,

Йылтлап ҡына тамған күҙ йәшенән

Яҙ, емештәй, сығыр моронлап.

 

Сафлыҡ шатлығы

Ап-аҡ ҡарға тағы аяҡ баҫтым,

Шығырҙап та килә саңғылар.

Саҡ өн бирһәм – шундай гәлсәр тынлыҡ,

Китер төҫлө донъя яңғырап.

 

Саңғы юлын ҡоштар биҙәкләгән,

Семәрләгән төлкө, ҡуяндар;

Ағастарҙы, юлда аҙашмаҫҡа,

Гүйә, ҡарға ҡаҙап ҡуйғандар.

 

Әйтерһең дә, еләм киләсәккә,

Йөрәккенәм килә атлығып.

Иңдәремә ҡунған аҡ ҡанаттар,

Өйөрөлгән сафлыҡ шатлығы.

 

Бер гонаһһыҙ һымаҡ ап-аҡ ерем,

Теләктәрем пак та саф бөгөн;

Һипкем килә бөтә күңелдәргә

Яуған ошо ҡарҙар сафлығын!..

 

Ел

Ел тағы ла сыҡты сәйәхәткә,

Һыҙғырғысы эсте бошора;

Әллә ниндәй хистәр өйөрөлтөп,

Алһыҙ-ялһыҙ ҡарҙар осора.

 

Ул етмәгән ерҙәр ҡалмағандыр,

Байҡап сыҡты тау-ҡыр араһын;

Сөйөртмәктә башы зыр әйләнеп,

Беләме икән ҡайҙа бараһын?

 

Йөрөй-йөрөй төштө Дим буйына,

Елә-саба булды арманһыҙ.

Ҡалын-ҡалын боҙҙар аҫтында Дим

Ҡалған һымаҡ ята ярҙарһыҙ.

 

Ел албырғап йөрөй Дим буйында,

Ул ашыҡмай әле сит ергә.

Теләгәндер, ахыры, талсыҡҡан ел

Һуҙылып ятып һыуҙар эсергә.

Ап-аҡ донъя

Яратам аҡ донъяларҙы,

Бурап ҡарҙар яуғанын;

Саңғытаяҡ ҡанат була,

Ҡайнап китә ал ҡаным.

Ҡыштың ап-аҡ юрғаны киң,

Күпереп ята – ҡалын,

Өмәләре ҡыҙғандыр – ел

Борхотоп йолҡа ҡаҙын.

 

Бар тарафты ҡарҙар күмә,

Сафлыҡ һибә донъяға,

Уй-хистәрҙе паклап, күктән

Өҙлөкһөҙ аҡ моң аға.

 

Ап-аҡ булды ер, офоҡтар,

Ап-аҡ туғай, тау башы…

Ҡара эштәр, ҡара көстәр

Йөрөй күрһен аҙашып!..