Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рауил Бикбаев

Нурлы, йырлы ижад

(Сафуан Әлибаевтың тыуыуына – 75 йыл)

Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында республикабыҙҙың төрлө райондарында Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрен үткәреү бик матур традицияға әйләнгәйне. Байрам һымаҡ осрашыуҙар гөрләп бара, халыҡ клубтарға һыймай торғайны.

1967 йылдың йәйендә ошондай тантаналар Хәйбулла районында башланды, Баймаҡ ерендә дауам итте. Был ҙур сарала Сафуан менән беҙ тәүге тапҡыр ҡатнаштыҡ. Аҙаҡ Башҡортостандан ситтә уҙғарылған әҙәбиәт һәм сәнғәт көндәрендә лә беҙгә бергә булырға насип итте. Шулай ҙа беренсе сәфәрҙәге күргән кисерештәр хәтерҙә айырыуса ныҡ уйылып ҡалған.

Аҙна-ун көн буйына ике районда әллә күпме осрашыуҙарҙа сығыш яһауҙар бик үк еңелдән булмағандыр. Ләкин беҙ йәш инек, ҡыйынлыҡ тойманыҡ. Киреһенсә, ошондай оло йыйындарҙа ҡатнаша алыуыбыҙға ҡыуанып, ҡанатланып йөрөнөк. Хәҙер барлап ҡараһам, ул ваҡытта халыҡ араһында абруй ҡаҙанған юлдаштарыбыҙ Муса Ғәли ҡырҡ менән илле йәш араһында ғына булған, ә Фәрит Иҫәнғолов әле ҡырҡҡа ла етмәгән икән.

Баймаҡ ерендә һыбай йөрөгәйнек. Сафуандың ат менеп төшкән рәсеменең икенсе яғына 1967 йылдың 28 авгусында мин ошондай шиғыр яҙып ҡуйғанмын:

Халҡың барҙа батыр тыуыр тиеп,

Үҙ-үҙеңде, күңел, йыуатма.

Салауат та, уның толпары ла

Ҡайһылай йонсоп,

Килеп керҙе беҙҙең быуатҡа.

Батыршалар әгәр тере булһа,

Менер инеме ни был атҡа...

Баймаҡ яғында беҙ һыбай йөрөгән атыбыҙ, бәлки, йыуашыраҡ та булғандыр. Әммә илһам толпарҙарыбыҙҙың йөрәкһеп торған сағы ине.

Яңыраҡ ҡына 1967 йылдың йәмле яҙ көндәрендә Ҡазанда ВЛКСМ-дың Үҙәк Комитеты һәм РСФСР Яҙыусылар союзы ойошторған йәш шағирҙарҙың семинарында булып ҡайтҡайныҡ. Ундағы фекер алышыуҙарҙа Сафуандың шиғырҙары һәйбәт баһаланғайны. Беренсе шиғри йыйынтығын ул нәшриәткә тапшырғайны. 1968 йылда Сафуан Әлибаевтың «Беҙҙең юлдаш – яҡты ҡояш» тигән тәүге китабы баҫылып сыҡты. Шағир исем-шәрифен Әлибай тип ҡыҫҡартмағайны әле. 1970 йылда «Йәйғор» тигән икенсе китабы донъя күрҙе. Сафуан Әлибай үҙенең ижад юлын бына шундай ышаныслы аҙымдар менән башлап ебәрҙе.

Матбуғатта тәүге әҫәрҙәре күренгән саҡтарҙа йәш шағирҙар берҙәмерәк була, тупланыбыраҡ йәшәй, яңы шиғырҙарын бер-береһенә уҡый. Бигерәк тә студент ваҡытта ирекле ҡошһоң, ятаҡтағы карауатың менән бер тумбочкаңдан башҡа нәмәң юҡ. Бөтә булмышыңды уҡыуҙан да бигерәк шиғриәт биләп алған.  Уҡып сыҡҡас, диплом алғас та яңы китаптарыңды ҡулға алыу шатлығын бергә уртаҡлашаһың, автограф яҙып, тиҙерәк бүләк итергә ашығаһың. Китапханамда Сафуандың үҙе яҙып биргән йыйынтыҡтары һаҡлана. Хатта автографтар шиғри юлдарға һалынған.

Ижади яҙмыштар, ижади быуындарҙың юлдары тураһында уйланғанда «Беҙ үҫкәндә үҫкән инек тал тамырҙары кеүек, үҫеп еткәс таралыштыҡ ҡош балалары кеүек» тигән йыр иҫкә төшә. Йылдар үткән һайын һәр кемде үҙ тормошо, ғаилә мәшәҡәттәре, эштәге хәстәрҙәр нығыраҡ ҡамап ала.

Әҙәбиәт тигән уртаҡ маҡсат менән йәшәһәләр ҙә, рәсми йыйылыштарҙа бергә булһалар ҙа, ҡәләмдәштәр бер-береһенән алыҫая баралар. Ни хәл итәһең, тормоштоң үҙ ҡанундары...

Шуныһы ҡыуаныслы: иң яҡын ҡәләмдәштәрем, фекерҙәштәрем, рухташтарым менән йәш саҡтарҙан килгән дуҫлыҡты беҙ һаҡлап ҡала алдыҡ. Ғүмер уҙа торҙо, йылдар беҙҙе төрлө һынауҙар аша үткәрҙе. Донъялар үҙгәрһә лә, беҙ ситкә таралышманыҡ, киреһенсә, нығыраҡ тупландыҡ. Рәми Ғарипов, Әнүр Вахитов, Тимер Йосопов, Сафуан Әлибаев, Динис Бүләков уларҙың ҡатындары, балалары – бына шулар була инде беҙ тигәнем. Байрамдарҙы, тыуған көндәребеҙҙе гел генә тиерлек бергә йыйылышып үткәрҙек. Шул мәжлестәрҙә Надежда Ғарипованың, Сафуан менән Фәрҙиә Әлибаевтарҙың моңло йырлағандарын һағынып хәтерләйем. Башҡаларыбыҙ ҙа күмәкләп йырлаша торғайныҡ. Хатта Рәми ағай ҙа «Каруанһарай»ҙы үҙенсә мөңрәр ине. Ижадта төрлө быуын тигән төшөнсә бик шартлы, иң мөһиме – фекерҙәш булыу, уртаҡ уйҙар менән янып йәшәү. Арабыҙҙағы иң олоһо Рәми Ғарипов менән иң йәше Динис Бүләков араһында йәш айырмаһы аҙ түгел – ун ике йыл. Әлбиттә, беҙ ағайҙарҙы ағай итеп хөрмәтләй белдек, улар ҙа ҡустылары өсөн аҡыллы кәңәшсе булды. Ләкин ижад тип, шиғриәт тип йәшәү беҙҙең барыбыҙҙы ла тигеҙләй, тиң фекерҙәштәр итә торғайны. Осрашыуҙарҙа күпме яңы шиғырҙар тыңланыҡ, фекер алыштыҡ, бәхәсләштек. Ихлас һоҡланыуҙар ҙа, тәнҡит һүҙҙәре лә күп булды.

Беҙҙең аралашыуҙар Өфө менән генә сикләнмәне. Динистең тыуған йортонда, Нөгөш буйҙарында Рәми ағай менән Надя еңгә, беҙ ғаилә менән төрлө ваҡыттарҙа ял иттек. Рәми ағайҙың да, Динистең дә, Тимерҙең дә, Сафуандың да беҙҙең Туҡсоранда яҡташтарым менән осрашҡандарына ҡыуанам. 1979 йылдың йәйендә Тирмән ауылында Әфтәх ағай менән Һәҙиә апайҙың ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә алтмыш йыл тулған туйҙарында күмәкләшеп ҡотланыҡ. Сафуандарҙың ишек алдында арбала Динис менән минең ҡосаҡлашып төшкән фотобыҙ ҙа бар. Ул рәсем биш томлыҡ әҫәрҙәремдең икенсе томында баҫылып сыҡты. Беҙҙең дуҫлыҡты күреп, көнсөллөктән ҡара яныусылар ҙа, үҙҙәре айырым бер төркөм булып йөрөйҙәр, тип ғәйепләргә тырышыусылар ҙа булды. Беҙҙең берҙәмлек, ижади дуҫлыҡ көнләшмәҫлек түгел ине шул. Үҙ фекерҙәребеҙҙе яҡланыҡ, яраҡлаша белмәнек. Ҡайһы саҡта яҙғандарыбыҙ йылдар буйы баҫылмай ятты. Быға ҡарап ғорур башыбыҙҙы эймәнек.

Беҙ байрамдарҙа ғына аралашманыҡ, ҙур юғалтыуҙарҙан һуң, ауыр һынауҙарҙа ла һынманыҡ, тоғро арҡадаштар, бер-беребеҙгә ышаныслы таяныс булып ҡалдыҡ. Рәми Ғарипов ҡырҡ биш йәшендә йөрәге шартлап вафат булғанда бөтә халҡыбыҙ менән беҙ ҙә ҡайғырҙыҡ. Ҡайғылы сағыбыҙҙа шағирҙың бай ижад мираҫын барлап, халыҡҡа тулыраҡ еткереү эшенә тотондоҡ. Ял һайын Рәми ағайҙарҙың өйөндә йыйылып, уның бай архивындағы ҡулъяҙмаларҙы, төрлө дәфтәрҙәрҙе бүлешеп ала торғайныҡ. Ҡайтҡас, баҫылмаған шиғырҙарҙы баҫылғандарынан айырып билдәләйбеҙ. Осрашҡас, һәр беребеҙ тапҡандарҙы бергә туплайбыҙ ҙа архивтың яңы өлөштәрен бүлешеп алабыҙ. Был эш оҙаҡ дауам итте. Ҡәләмдәш дуҫтарым ғына түгел, Рәйлә Бүләкова, Фәриҙә Бикбаева, Фәрҙиә Әлибаева, Дамира Йосопова һәм, әлбиттә, Надежда Васильевна Ғарипова үҙе был эшкә бик күп көстәрен түкте. Әгәр ошо саралар күренмәй ҡалһа, уның китаптарын әҙерләп сығармаһаҡ, Рәми Ғариповҡа Салауат Юлаев премияһын, халыҡ шағиры исемен биреү, музейын булдырыу тураһында хәстәрләп йөрөмәһәк, халыҡ Рәмиҙе әлеге дәрәжәлә белеп еткермәҫ ине. Архивы ла тәртипкә килтерелмәҫ йәки йылғырҙар тарафынан урланып бөтөр ине.

Сафуан Әлибай тураһында һүҙ башлап, мин ниңә әле был иҫтәлектәргә төшөп киттем? Сөнки Сафуан ошо изге эштәрҙең уртаһында булды. Дуҫлыҡҡа тоғро, ҡәләмдәштәренә ҡарата хәстәрле шәхес ине. Ауыр саҡтарымда дуҫтарым минең дә ышаныслы таянысым булды. 1993 йылдың авгусында улыбыҙ Айҙар алыҫ яҡтарҙа вафат булғанда беҙ баҡсала инек. Был ауыр хәлдәрҙе беҙгә Сафуан менән Нурғәле дуҫтарым төн уртаһында килтереп еткерҙе. Улыбыҙҙы алыҫтан алып ҡайтыуҙа, зыяратта урын табыуҙа Динис Бүләков ихлас ярҙам итте. Хәсән Назар, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашып, шиғыр яҙып баҫтырҙы. Быларҙы уйлап, әле лә рәхмәт һүҙҙәрен ҡабатлайым.

Хәҙер инде ул дуҫтарҙың күбеһе арабыҙҙа юҡ. Тере ҡалғандарыбыҙ дуҫлыҡты дауам итергә тырышабыҙ. Гөрләшеп йәшәгән, илһамланып ижад иткән, яңы китаптарыбыҙҙы бер-беребеҙгә тиҙерәк бирергә ашыҡҡан саҡтарыбыҙ һағынып һөйләргә ҡалды.

1971 йылда сыҡҡан «Лирика» исемле китабыма ошондай автограф яҙғанмын: «Йәйғор күңелле Сафуанға һәр саҡ ҡояш яҡты юлдашы булһын тип». Сафуан Әлибайҙың тормошо ҡояшлы булды. Ижады нурлы ла, йырлы ла ине. Һәләттәре йәйғор һымаҡ төрлө төҫтәрҙә балҡыны.

Нурлы, йырлы тигән һүҙҙәр бер-береһе менән матур рифмалашып торған һымаҡ, был сифаттар Сафуан Әлибайҙың яҙмышында ла бик тәбиғи ҡушылды.

Шиғырҙары республика матбуғатында сыға башлағанса уҡ Сафуан хайран ҡалырлыҡ моңло, матур тауышы менән йырсы булараҡ танылғайны. Хатта башҡорт радиоһына яҙылып өлгөргәйне. 1964 йылда Башҡортостан радиоһы уҙғарған конкурста «Илсе Ғайса»ны йырлағаны өсөн уға беренсе урын бирелгәйне. Беҙҙең университет кисәләрендә Салауат районы егеттәре Фрат Низаевтың, Сафуан Әлибаевтың, Искәндәр Миһрановтың йырлағандарын, сәхнәләге сығыштарын тамашасылар алҡыштарға күмгәнен ҡат-ҡат күреп шатлана торғайным. «Ҡайҙан килә был моң, был тауыш?»тип, минең кеүек һоҡланыусылар күп ине. Сафуан профессиональ йырсы булып та китә ала бит, тип уйлаған саҡтарым да хәтерҙә. Ул яҙмышын сәхнә менән бәйләмәһә лә, күңелендә шиғыр менән йыр һәр саҡ бергә йәшәне.

Эйе, Сафуан Әлибай ғүмере буйына оҫта йырсы булды. Шағирҙың был һәләтенә етмешенсе йылдар аҙағында йырҙар ижад итеү оҫталығы өҫтәлде. Уның шиғырҙары күп композиторҙарҙың көйҙәре менән халыҡ яратып йырлай торған йырҙарға әйләнде. Улар йылдан-йыл артты, нығыраҡ тарала барҙы. Ҡаһы берҙәрен, мәҫәлән, Роза Сәхәүетдинова менән ижад иткәндәрен улар әлегә артистар репертуарына инмәҫ борон уҡ беҙ тыңлай алдыҡ. Сафуан Әлибай шиғриәттә йыр жанрын үҫтереүҙә Ҡадир Даян, Назар Нәжми, Шәриф Биҡҡол традицияларын дауам итте.

Ике мең йыллыҡ тоташҡан ҡатмарлы дәүерҙә, донъяла иң бөйөктәрҙән булған СССР ҡыйралғанда әҙәбиәттә асыу, уҫаллыҡ, аптырау, болоҡһоу артты. Халыҡ араһындағы күңел төшөнкөлөгө, юғары идеалдарҙы юғалтыу, донъянан ваз кисеү мотивтары күп кенә әҫәрҙәргә лә үтеп инде. Ләкин әҙиптәрҙең, шағирҙарҙың төп бурысы иң ауыр, иң ҡараңғы ваҡыттарҙа ла барыбер яҡшылыҡҡа инаныу, кешене яҡтылыҡҡа әйҙәү булып ҡала. Үҙенең «Һәйкәл» исемле шиғырында Александр Пушкин «Чувства добрые я лирой пробуждал», «в мой жестокий век восславил я свободу» тигән, шуға ла халыҡ күңелендә ҡаласығын әйткән. Шиғриәт иң емерткес замандарҙа ла тормошта төҙөү, ижад итеү рухын раҫлай. Пушкин һымаҡ бөйөктәргә тиңләшә алмаһаҡ та, уларҙың ижад өлгөләрен, васыят һымаҡ ҡалдырған һүҙҙәрен һәр саҡ иҫтә тоторға тейешбеҙ.

Сафуан Әлибай тормошта ла, ижадта ла яҡты йөҙлө, алсаҡ, яғымлы шәхес булды. Нисәмә йылдар аралашып, мин уның береһенә ҡысҡырғанын иҫләмәйем. Хатта тауыш күтәреп һөйләшкәнен дә ишетмәнем. Был һис кенә лә ул хуш күңелле булып, йылмайып ҡына йәшәне тигән һүҙ түгел. Үҙ фекерен шағир ҡәтғи рәүештә яҡлай белде, ләкин тормошта ул яҡшылыҡты яҡшылыҡ менән раҫларға, кеше күңелен рәнйетмәҫкә, мәрхәмәтле булырға тырышты.

Хәҙер Сафуандың ике китабының исеменә иғтибар иткем килә. Береһе «Йәйғор» тип аталһа, икенсеһе «Ҡойон». «Ҡойон» өсөн уға Ғәлимов Сәләм исемендәге премия бирелде. «Ҡойон» йыры (Роберт Ғәзизов көйө) бик популяр булып китте. Тимәк, «Ҡойон» китабы юғарыраҡ баһаланды. «Ҡойон» авторының да хистәре ҡойон булып дауылланған саҡтары булмаған түгелдер. Ләкин тәбиғәттең ҡойон булып өйөрөлгән мәленән дә бигерәк йәйғор булып балҡыған сағы Сафуан Әлибайҙың тормоштағы ла, ижадтағы ла булмышына яҡыныраҡ, минеңсә. Әле 1967 йылдың февралендә үк, Сафуандың беренсе китабы сыҡмаған ваҡытта уҡ Баязит Бикбай «Совет Башҡортостаны» гәзитендә был йәш шағир тураһында «Ашыҡмай килгән ямғыр» тип яҙғайны, бындай яуын күкрәп-йәшенләп кенә үтмәй, ерҙе туйындыра тигәйне. Баязит ағай шиғриәткә яңы аяҡ баҫҡан йәш ҡәләмдәшенең тормош менән бәйләнешендәге үҙенсәлекте бик зирәк күргән. Сафуан Әлибайҙың әҫәрҙәре шиғри моңға сарсаған күңелдәрҙе йылдар буйына ашыҡмай килгән ямғыр кеүек һуғарҙы.

Шағир тормоштағы күренештәрҙе үҙенең кисергәндәре аша һүрәтләй. Мәҫәлән, мөрйәләрҙән төтөн сыҡҡан өйҙәргә ҡарап, «әйтерһең дә, ауыл – ҙур бер вокзал, паровоздар төтөн борҡота» – ти ул. Әгәр Сафуан университетҡа уҡырға килгәнсә тимер юлда эшләп алмаған булһа, бындай сағыштырыу, бәлки, тыумаҫ та ине. Икенсе бер шиғырында ошондай юлдар бар:

Бөтәбеҙгә байрам яһап,

Ҡайҙан шатлыҡ, моң килгән? –

Беҙҙең өйгә баш ҡаланан

Өр-яңы китап килгән.

«Китаптың килеүе шундай ҡыуаныс тыуҙырамы икән ни?» – тип, хәҙергә йәштәр, бигерәк тә киләсәк, балалары аптырап ҡалырға ла мөмкин. Заманында иң күп уҡыған илдә яңы һәйбәт китап үҙе менән бына шундай байрам алып килә торғайны. Шул шатлыҡ әлеге шиғри юлдарға инеп ҡалған.

Сафуан Әлибай донъялағы иң дәһшәтле һуғыш сыҡҡан саҡта – 1941 йылда тыуған, йәғни «һуғыш балалары» тип исемләгәндәр сафынан. Үҙенән йәшерәктәргә – тыныс йылдарҙа тыуғандарға өндәшеп, «Беҙ үҫкәндә» шиғырында былай тигәйне:

Буй-һыныбыҙ «ҡойоп ҡуйған» түгел,

Нишләйһең һуң – булды яу йылы.

Яңы тәпәй баҫҡан сабыйға ла

Тейҙе уның әсе дауылы...

 

...Беҙҙең әле ҡырыҫ күңелдәрҙән

Өлгөрмәгән һағыш таралып, –

Үҫкән саҡта беҙ ҡояшҡа түгел,

Ҡара ергә күберәк ҡараныҡ.

Сабый саҡтағы ҡояшын һуғыштың ҡара һөрөмө ҡаплаған быуынға яҡтылыҡ бигерәк тә ҡәҙерле. Бәлки, шуға күрә ул кешеләргә ҡарата мәрхәмәтлерәк булырға, күңел йылылығын нығыраҡ ҡәҙерләргә тырышалыр.

Башҡорт телендә сыҡҡан иң ҙур шиғри китапҡа – 2001 йылда баҫылған «Быуаттар тауышы» тигән антологияға шиғырҙар, поэмалар инде. Улар араһында шәлкем берәү генә – Сафуан Әлибайҙың ун ике йылдан торған боронғо шәреҡ мөсәленә нигеҙләнеп яҙылған үҙенсәлекле шиғырҙарҙы. Төрлө йәнлектәрҙең исеме менән аталған йылдарҙы шәреҡ халыҡтары, шул иҫәптән башҡорттар ҙа, төрлөсә юрағандар: берәүҙәре муллыҡ менән, икенселәре ҡытлыҡ менән килә тигәндәр. Шул йылдарҙың һәр береһенә ҡарата Сафуан Әлибай үҙенсә һығымталар яһай, теләктәр әйтә. Уларҙың береһенә лә шағир кире мөнәсәбәттә түгел. «Был донъяла йәшәр өсөн кем бар ер тишеп сыҡҡан?» – Быныһы сысҡан йылына ҡарата. Артабан улар теҙелеп китә: «Күнәгенә һөт зыңлатып, уятһын һәр иртәлә!.. Тик һыйыр ат урынына егелмәһен һабанға», «Барыҫ йылы барын сәс һин, һис булмаһа тары сәс», «Күперелеп ята алдарымда аҡ ҡуяндай йомшаҡ ап-аҡ ҡар», «Ҡәҙерҙәрен белгәндәргә әкиәти таң, сихри кистәр алып килгән Аждаһа», «Йылан ағыуҙарын дарыу итеп...», «Беҙ үҙебеҙ ғүмер буйы кәм түгелбеҙ аттан да», «Һарыҡ булмаһын халыҡ!», «Әҙәм әҙәм булһын өсөн әйтсе, маймыл, нишләргә?», «Юҡҡа аҙмы ҡытҡылданыҡ, һалмайынса йомортҡа», «Йәшәһәк ине, исмаһам, эт йылында этләшмәй», «Тик ғүмер үтһә бушҡа, ғәйеплеме ни Сусҡа?..» һәр йылға ҡарата шағир үҙенсә ҡарашта, ниндәй генә йыл килһә лә, кешенең кеше булып ҡалырға тейешлеге хаҡында уйлана.

Сафуан Әлибайҙың йылдары төрлөсә үткәндер, әммә улар бушҡа үтмәне. «Башҡортостан пионеры» гәзитенең баш мөхәррире, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың директоры, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире – был яуаплы вазифаларҙың һәр береһендә Сафуан Әфтәх улы тырышып эшләне, ҙур яуаплылылыҡ тойоп йәшәне һәм ижад итте. Ололар өсөн дә, балалар өсөн дә шиғырҙар, поэмалар яҙҙы, ҡурсаҡ театрында пьесалары ҡуйылды. Йырҙары киләсәктә лә йырланыр.

Шағирҙың 1994 йылда сыҡҡан китабы «Тылсымлы шар» тип атала. Ул ысынлап та тылсымлы булып сыҡты. Донъяны урап ҡайтты. 1996 йылда Сафуан Әлибайҙы ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы дипломы дипломанты итеп, авторҙың да, әҙәбиәтебеҙҙең дә данын арттырып, алыҫ илдәрҙән ҡыуаныстар менән әйләнеп ҡайтты был тылсымлы китап.

Ғүмер юлдарында кешене йәшәйһе йылдары көтөп тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр кемдең артта теҙелеп ҡалған йылдары арта барһа ла, алдағылары кәмегәндән кәмей. 2014 йыл Сафуан Әлибайҙың ғүмер юлындағы һуңғы йыл булды. Ҡаты ауырыу менән ул оҙаҡ көрәште, оҙаҡ һыҙланды. Ҡатыны Фәрҙиә төндәр буйы йоҡлай алмаған иренең ғазаптарын нисек тә еңеләйтергә тырышып, үҙе лә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙе.

«Салғы сыңы» исемле поэмаһын Сафуан Әлибай ошо уйланыуҙар менән тамамлағайны:

Яҙмыш тигән аҡланымда

Эй килә сабып ҡалғы!

Шуға ғына эсем боша –

Йоҡара бара салғы.

Эшләмәгән салғы ғына йоҡармай. Илһамланып эшләр сағында шағирҙың ғүмере өҙөлдө: салғы ташҡа бәрелеп һынды. Салғы моңо сыңлап ҡалды. Халҡыбыҙ күңелендә Сафуан Әлибайҙың нурлы, йырлы шиғриәте ҡалды.