Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Мансур Һиҙиәтов

Балҡырлыҡмы «Ҡуңыр буға» балҡышы?

Ҡулымда – Урал аръяғы ижади көстәренең «Ҡуңыр буға» берләшмәһе баҫтырған йыйынтыҡ. Унда ошо ойошмаға берләшеп ижад иткән ҡырҡ бер авторҙың хеҙмәт емеше, йәғни китаптың мөхәррире яҙған баш һүҙҙә әйтелеүенсә, «Ҡуңыр буға» ағзаларының рухи күстәнәстәре тупланған.

Йыйынтыҡтың баҫылып сығыуы Әҙәбиәт йылы сиктәрендә үткәрелгән Әҙәби марафондың Учалы – Белорет – Асҡар маршрутындағы ҡыҙыу мәленә тап килде. Уны республика нәшриәт йортоноң Учалы үҙәгендә, үрҙә атап кителгән авторҙар коллективы үҙнәшер ысулы менән баҫтырған.

Әйтергә кәрәк, дүрт табаҡ күләмендәге, һәлмәк кенә күренгән үҙҙәренең ижад емешен тәүләп ҡулдарына алыусы авторҙарҙың һәр осраҡта ла күҙҙәре янып, йөҙҙәре балҡып китеүен күрергә насип булды миңә. Һәр осраҡта ла, тип яҙам, сөнки Белоретта ла, Асҡарҙа ла Әҙәби марафондың шаулап-гөрләп барған мәлдәрен тап килтереп, йыйылыштар ваҡытында авторҙарын сәхнә түрҙәренә саҡырып, тантаналы рәүештә китапты уларҙың ҡулдарына тотторҙолар.

Тиражы аҙ һанлы булыу сәбәпле ирекле һатыуға сығарылмаһа ла бер данаһы минең ҡулға ла эләкте. Алғас та, китап биттәренә күҙ йүгертеп кенә сыҡҡайным, тора килә, үҙнәшер ысулы менән сыҡҡан китаптарҙың дәүләт нәшриәттәрендә баҫылғандарынан нимәһе менән айырыла икәнен белеү теләге ҡыҙыҡһыныуымды арттырҙы. Һәм был ҡыҙыҡһыныу ғүмеремдә беренсе тапҡыр, алдымда ятҡан китапты ҡулыма ҡәләм тотоп уҡырға этәреүсе сәбәп булды. Быныһы – бер. Икенсенән – үҙнәшер ысулы менән сығарылған китаптар тирәһендә ҡуйырған төрлө һүҙҙәр ҙә ишетергә тура килә. Атап әйткәндә, йәнәһе лә, Учалы яҡтарында һай идея-тематик йөкмәткеле, ижади секцияларҙа тикшерелеп тейешле баһа алмаған, түбән сифатлы китаптар баҫтырып «аҡса һуғыу»ға төрттөрөп яҙылған тәнҡит һүҙҙәре лә күренә биреп ҡалды матбуғат биттәрендә. Етмәһә, күренекле шағир, «Ҡуңыр буға» ойошмаһының етәксеһе Мәүлит Ямалетдиндың, минең күңелемә бик тә хуш килгән, «Мин – тәнҡит» тигән шиғыры матбуғат биттәрендә ваҡытлы күренде һымаҡ.

Мин, хаҡлы ялдағы металлург, элек-электән һәүәҫкәр китап һөйөүсе булараҡ, буш ваҡыттарымда шиғыр, проза һәм башҡа жанрҙарҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙе яратып уҡыным. Башҡорт әҙәбиәте классиктарының ижадын яттан беләм тимәһәм дә, әҫәрҙәренең стиленән кемдең кем икәнен айыра алам. Әйткәндәй, уҙған быуаттың етмешенсе йылдарына тиклем, башҡорт әҙәбиәтенең таяуы, терәге булыусылар бик күп түгел ине. Шуның өсөн, бәлки, шуның өсөн генә лә түгелдер: Мәжит Ғафуриҙы Шәйехзада Бабич менән, Мостайҙы Рафаэль Сафин менән, Ғәлимов Сәләмде Рәми Ғарипов менән бутау мөмкин булмағандыр ҙа.

...Белорет районының Абҙаҡ ауылында булған бер осрашыуҙа шағир Ирек Кинйәбулатов уйынлы-ысынлы: «Хәҙерге заманда һәр башҡорт теле уҡытыусыһы пенсияға сыға башлаһа, үҙен шағир итеп күрә башлай, – тигәнерәк һүҙ әйтте һәм шунда уҡ: – шундайҙарҙың йөҙгә, хатта меңгә берәүһе булһа ла ғүмеренең аҙағына ысын шағир булып етә алһа, барыбыҙ ҙа шат булыр инек», – тип өҫтәне.

Алдан иҫкәртеп ҡуям: әҙәбиәт өлкәһендә йөҙөп йөрөрлөк махсус белеме булмаған китап һөйөүсе генә булараҡ, мин дә иң башта ҡулымдағы китаптың авторҙарының анкетаһы менән ҡыҙыҡһыныуға бирелдем. Һәм шул ҡыҙыҡһыныуға килтергән кимәлдән тороп һүҙ йөрөтәм. Ысынлап та, ҡырҡ бер авторҙың утыҙҙан артығы юғары белемле башҡорт теле уҡытыусылары. Уларҙың да бик күптәре хаҡлы ялда. Араларында дүрт кеше республика Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Ағза уҡ булмаһалар ҙа, шулар кимәлендә ижад итеп, китап уҡыусыларҙың ихтирамын яулап, уларҙың күңелендә хаҡлы урын яулап өлгөргәндәр бар.

Шул уҡ ваҡытта, һин пенсиялаһың инде, тип бер кемдең дә кемдеңдер ҡулындағы ҡәләмен тартып алырға хаҡы юҡ. Уларҙың ҡасан да булһа шиғриәт ишеген аса алырлыҡмы, юҡмы булыуҙарына ҡарамаҫтан, шулай ҙа һәр кем, үҙенең зауығын ҡәнәғәтләндереү өсөн генә булһа ла, ҡулына ҡәләм алырға хоҡуҡлы. Тормош алға бара, йәш тә ырай... Һуңлап асылған хис-тойғоларҙан ләззәт алып, ҡанмай ҡалған танһыҡтарҙы ҡандырып ҡалыу теләге һәр кемдә лә юғары хис-тойғолар тыуҙыралыр, моғайын.

Шулай итеп, китапты башлап ебәреүсе тәүге биттәге авторҙы асып ҡарайым. Баштан уҡ шуға иғтибар иттем: китаптың төҙөүселәре Хәдис Ниғмәтуллин менән Мәүлит Кәримов уны ниндәйҙер аныҡ датаға сығарып өлгөрөү өсөн ҡабаланыпмы, мөхәррир ҡулы теймәү түгел, хатта ҡайһы бер авторҙарҙың үҙҙәре тарафынан да эшкәртеп бөтөлмәгән шиғыр, хикәйәләрен йыйынтыҡҡа һалырға ашыҡҡан.

«Ҡуңыр буға» балҡышы» Айһылыу Хәсәнованың бик тә матур, образлы «Икмәк тәмле» шиғыры менән асыла. Беләбеҙ, икмәк тураһында бик күп яҙылған. Уның бөйөклөгө хаҡында унар ғына ла түгел, йөҙәрләгән шиғыр, поэмалар ижад ителгән. Заманында Бөйөк илебеҙҙең ҙур бер етәксеһе әйтеп ҡалдырған «Икмәк булһа – йыр ҙа булыр» тигән ҡанатлы һүҙҙәре иҫтә ҡалған. Бик матур итеп:

Икмәк – йәшәү сығанағы,

Кешелектең атыр таңы.

Һәр дәүерҙә иҫкермәй ул,

Икмәк яңы, икмәк яңы.

Ул булғанда, күңелдәр көр,

Уның менән донъя йәмле.

Бер тәғәмдең башы булған

Бисмиллалы икмәк тәмле,

Икмәк тәмле! –

тигән шиғыр юлдары менән икмәктең бөйөклөгөн тағы ла юғарыраҡ күтәрә кеүек Айһылыу. Тик, беренсе строфаның өсөнсө юлын, «Бер ҡасан да», тип алһа ҡолаҡҡа ла ятышлыраҡ һәм дөрөҫ тә булыр ине, миңә ҡалһа. Сөнки дәүер һүҙен нисек итеп әйтһәң дә, ул барыбер сикләнгән ваҡытты билдәләй, ә мәңгелекте түгел. Икмәк – мәңгелек. «Ямғыр» шиғырында: «Йәшен-ут бармаҡ сиртһә, Көр тауыш күкте ярыр», – тип әйтә. Минеңсә, кеше ихтыярынан тыш сыҡҡан тауыштарға ҡарата: күк күкрәү, ер тетрәү, һыу тауышы һ. б. һүҙбәйләнештәрҙә «көр», тигән аныҡлау һүҙен ҡулланмайҙар. Белеүемсә, «көр» тип йән эйәләре тарафынан сығарылған көслө тауышты ғына атайбыҙ. Башҡа тауыштарҙы аныҡлау өсөн: көслө, дәһшәтле һәм башҡа төрлө көсәйтеүсе һүҙҙәр ҡулланабыҙ. Йыйынтыҡта Айһылыу Хәсәнованың Әсхәл Әхмәтхужиндың «Айһылыу» тигән шиғырынан: «Ҡыйынмы ҡояш булыу ҙа, Ҡыйынмы ни ай булыу» тигән юлдарын эпиграф итеп алған «Айһылыумын» тип аталған, тойғоларға ҡоролған, күңелгә йылы наҙ бөркөп торған шиғырына иғтибар итмәй булмай.

Йәшерәктәрҙән, бөгөн үк күптәргә билдәле, киләсәге өмөтлө күренгән Зөлфирә Ҡарағужинаның әле әүәләй генә башлаған «Законлы никах» шиғыры бер ниндәй эшкәртеүһеҙ, шымартыуһыҙ нисек китапҡа килеп ингәндер, ғәжәп? Китапты баҫтырыуға яуаплы кешеләрҙең, өлгөрөп етмәгән сейле-бешле, шымартмаған ҡытыршы шиғырҙы һөржәләп китапҡа индереүҙәренә ҡарамай, Зөлфирәнең шиғриәтендә өмөт уятырлыҡ фекерҙәр барлығы күҙгә салынмай ҡалмай барыбер:

Бөгөн, бына, никах уҡынылар

Имамдары шиғыр иленең.

Хыянатты белмәҫ, тоғролоҡло,

Шиғриәт, мин – һинең киленең!

Тик Зөлфирә, ул шиғырҙың аҙаҡҡы ике юлын ошолайыраҡ итеп:

Шиғриәттең мин тоғролоҡло,

Хыянатты белмәҫ килене!

– тип үҙгәртһә, образ көслөрәк яңғырар, уҡыусының кемде күрергә теләүе лә баҙыҡ һәм бәхәсһеҙ булыр ине, тип уйлайым.

«Мин – йылғамын» шиғырында: «Мин – йылғамын, шашып аҡҡан йылға, Берсә һыуҙа, берсә ярҙамын», тигән юлдарҙы уҡығандан һуң: «Һыу һыуҙа булмай, ҡайҙа булырға тейеш һуң»? – тип ҡысҡырғы килә. Сөнки антологияға ингән һәр авторҙа тип әйтерлек, ошондай аң ҡабул итмәҫ аныҡлауҙар бар. Мәҫәлән: Флүрә Низамованың «Ҡышҡы йәйғор»онда – «Йәйәүле ел йүгерә ер өҫтөнән, Соҡорҙарҙы ҡапшап тигеҙләй», – тигән юлдар бар. Һепертмә буранды ғына «йәйәүле» тип атағандарын бихисап китаптар сығарып өлгөргән автор нисек ошоғаса белмәгән, тигән һорау тыуа ирекһеҙҙән. Байтаҡ китаптар авторы Фәнүзә Биктимерова ла башҡорт телен бик белеп бөтмәй булһа кәрәк. Грамматикаһы тураһында һүҙ йөрөтә алмайым. Сөнки ул – юғары белемле уҡытыусы-филолог. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул «Сабырлыҡ та, саялыҡ та һаҡлап, Өнһөҙ ҡарай миңә һәр ташың», ти. Ни өсөн, ул кешелә була торған, кеше генә тыуҙыра торған сифаттарҙы йәнһеҙ таштарға йәбештереп маташты икән? «Бесән мәле» шиғырында ла тел байлығының һай булыуы күренә. Юҡһа, «Ә өләсәй, туҡмас йәйер өсөн, Баҫып һалып ҡуйған өс өшә», тип ышандырырға тырышмаҫ ине. Өшә – формаға һалмай ғына мейескә йәйеп бешергән икмәк була торғайны лаһа боронораҡ. Ғүмеренең күп өлөшөн аш-һыу тирәһендә үткәргән ҡатын-ҡыҙға быны ла белмәү – ғәфү итмәҫлек. Тағы ла Зөлфирәнең ижадына әйләнеп ҡайтып, уның «Рәхмәт» тигән шиғырын уҡығандан һуң, келт итеп парта артында ултырған бала сағым иҫкә төштө. «Туған тел» китабындамы, «Әлифба»ламы «Ғәли менән кәзә» тигән шиғырҙа ошондайыраҡ юлдар бар ине: «Ғәли уға сирәм ашата, Кәзә рәхмәт әйтә, һаҡалын һелкетә». Бындай шиғыр башланғыс синыфтар өсөн барғандыр ҙа ул заманда. Ә Зөлфирә киңерәк аудиторияға, өлкәнерәк уҡыусыға тәғәйенләп яҙғандыр бит? Ун алты юллыҡ шиғырҙа туғыҙ тапҡыр «ауыл», ун өс тапҡыр «рәхмәт» һүҙе ҡабатлана. Диктор булып эшләүселәрҙең йә артистарҙың сәхнәгә сығыр алдынан ауыҙҙарына күнегеү үткәрә торған тиҙәйткестәге кеүек.

Урания Вахитоваға бүленгән битте асам. Беренсе шиғыры «Бәхет тураһында риүәйәт» тип атала. Мин уны беренсе тапҡыр уҡығас та аҫтына: Үәт, образ! Үәт, шәп! тигән билдә ҡуйғанмын икән. Башҡа бер ни ҙә өҫтәй алмайым. Ул шиғырҙы уҡырға кәрәк!

Риүәйәт бар: Өс бер туған

Юлда китеп барғанда,

Тап булғандар бер соҡорға,

Шомло ҡара урманда.

Соҡорҙағы йән эйәһе

«Һин кем?» – тигән һорауға:

«Мин – бәхет, – тип яуаплаған,–

Йә, әйтегеҙ, туғандар,

Иң ҙур теләгегеҙ ниндәй?

Барыһын үтәй алам».

Олоһо байлыҡ һораған,

Ул, мөһим, тип, донъяла.

Уртансы туған үҙенә

Һылыу кәләш һораған.

Алтын йөкләп, ҡыҙ етәкләп,

Киткән улар артабан.

Ә кесеһе, сират еткәс,

Ҡулын һуҙған бәхеткә:

«Бир ҡулыңды миңә, бәхет,

Әйҙә, ысҡын иреккә!»

Башҡа бер ни һорап тормай,

Ул юлын дауам иткән.

Ә артынан, тирә-яҡҡа

Нур сәсеп, бәхет киткән.

Мөхәррир ҡулы күрмәгән Уранияның шиғырҙарында ла башҡаларҙыҡы кеүек ваҡ-төйәк ҡытыршылыҡтар юҡ түгел, әлбиттә. Тик мине башҡа нәмә, уның шиғриәтендә күренеп ҡалған битарафлыҡ борсоуға һалды. Ысын шағир битарафлыҡтарҙан азат, һәр нәмәгә лә һиҙгер, һәр нәмәне лә йөрәге аша үткәрергә тейештер, тип беләм. Уның «Беҙме кеше» шиғырын тулыһынса килтерәм:

Ҡояш нуры төшә тәҙрәләрҙән,

Наҙлап ҡына һыйпай сәстәремдән.

...Ә был мәлдә күрше илдә кемдер

Быуылалыр ҡанлы йәштәренән.

Ул ил күктәрендә ҡояш түгел,

Бомба шартлап, ергә уттар сәсә.

Балаларын ҡурсып, баҙ аҫтында

Беҙҙән ярҙам һорап, һыҡтай әсә.

Ә беҙгә ни? Беҙҙең ҡыҫылыш юҡ –

Һуғыш уларҙа бит, беҙҙә түгел.

Ялҡыттылар! Йәшәһендәр ине

Берәй Марста шулар – ерҙә түгел.

Был заманда һуғыш – ғәҙәти хәл,

Тетрәндермәй был һүҙ күңелдәрҙе.

Әйтегеҙсе инде, бынан аҙаҡ

Кем тип атарға һуң кешеләрҙе?

Шағир башҡаларҙың ҡайғы-хәсрәтен үҙ иңенә алмай, «моя хата с краю», тип йәшәһә, ул ысын шағир булып китә алыр инеме икән? Ҡайһы ғына шағирҙы «һуғыш» һүҙе тетрәндермәгән дә, йөрәген телгеләмәгән? Һуғышты шиғырҙа булһа ла, ғәҙәти хәл, тип иғлан итеү енәйәткә бәрәбәр яңлышыу ул. Был шиғырҙың идеяһы асылмағанмы, әллә мин үҙем Уранияның төп фекерен, ни тип әйтергә теләгәнен аңлай алмайым. Башҡа кешеләр тураһында әйтергә теләнеме, әллә үҙен дә шулар араһына ҡуйып, шулар араһында тыуған һуғыш тураһындағы дөйөм фекерҙе уҡыусыға еткерәме? Аңлашылмай. Әгәр ҙә һуңғы фаразым ысынға тура килһә, «Улым һиңә әйтәм, килен – һин тыңла!» тигән хикмәтле лә, тапҡыр ҙа мәҡәлде мөхәрриргә төбәп, Уранияның киләсәк шағирәһе булыуын танып, уның әйтелгәндән тейешле һығымта яһарына ышаныс менән ҡалыр инем.

Зөһрә Кашапованың тәнҡит тейҙерерлек бер шиғыры ла юҡ минең ҡарамаҡҡа. Шулай ҙа бер шиғырын билдәләп китмәһәм гонаһлы булыр кеүекмен. «Яҡшы телдән – яҡшылыҡ», тип атала ул.

Нур йомғағы. Сағыу шәмдәлдәрҙән

Һирпелгәндә моңһоу яҡтылыҡ,

Иҫкә төшә мәшһүрҙәрҙең рухы –

Онотолмай торған яҡшылыҡ.

Нур йомғағы. Сая телле сәсән

Һибеп үткән ергә яҡтылыҡ.

Кеше күңелендә мәңге балҡыр

Яҡшы телдән төшкән яҡшылыҡ.

Сәсәндәрем! Ата-бабаларым!

Китһәгеҙ ҙә инде ерҙәрҙән,

Донъя һаман шаңҡып тора төҫлө

Һеҙ ҡалдырған утлы һүҙҙәрҙән!

Яҡшы шиғыр ҙа яҡшы телдән тыуа, тип әйтергә генә ҡала быны уҡып.

Ныҡ торһа ла мәсет, манараһыҙ

Яҡыная алмаҫ күктәргә.

Тарихҡа бай халҡым телһеҙ, рухһыҙ

Нисек күтәрелер үрҙәргә?!

Ярһыуыма дауа табылырмы? –

Аҡ мәсеттә йәнем ялбара:

– Эй, Хоҙайым! Башҡорт күңелендә

Бер ҡалҡһасы айлы манара!

Халҡы өсөн ысындан да йөрәге янған шағир башҡаса яҙа алыр инеме икән? Был юлдар танылған шағир – Мөнир Иҡсановтың «Манараһыҙ мәсет» шиғырынан. Китапта ирҙәрсә фекерләп, ирҙәрсә янып-көйөүсе Хәким Алсынбаев та бар тағы. Бына ул башҡорт ир-егеттәре тураһында нимә тип борсола: