Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Фәнүзә Нәҙершина

Бөгөнгө көн шарттарында рухи мираҫты һаҡлау юлдары

“Рухи мираҫ” тигән төшөнсә күп мәғәнәгә эйә. “Рухи мираҫты һаҡлау тураһындағы” ЮНЕСКО конвенцияһының 2-се статьяһы ауыҙ-тел ижады, ғөрөф-ғәҙәт, йола, байрамдарҙы; берләшмәләр, төркөмдәр һәм ҡайһы бер осраҡта айырым бер кешеләр тарафынан мәҙәни мираҫтың бер өлөшө булып ҡабул ителгән белем, күнекмә һәм улар менән бәйле булған ҡоралдар, предметтар, артифакттар, мәҙәни арауыҡтарҙы үҙ эсенә ала.

Бында ауыҙ-тел ижадын, шулай уҡ уның менән тығыҙ бәйләнештә булған яҙма әҙәбиәтте һаҡлау мәсьәләһенә иғтибар бирелгән, мәҙәниәт өлкәһендә халыҡ һәм регион ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу буйынса айырым һорауҙар ҡаралған. Рухи мираҫ төшөнсәһенең шартлылығын иҫәпкә алып, “фольклор” термины үҙенең традицион мәғәнәһендә (ауыҙ-тел ижады) ҡулланылған.

Билдәле булыуынса, фольклор тураһындағы фән үҙ эсенә өс йүнәлеште ала:1) ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен йыйыу; 2) системалаштырыу, текстарҙы фәнни йәһәттән тикшереү, теоретик эҙләнеүҙәр башҡарыу; 3) фәнни эҙләнеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен баҫтырыу.

Хәҙерге башҡорт фольклористикаһы, үҙ аллы фәнни йүнәлеш булараҡ, башҡорт халҡының йыр һәм телдән-телгә күскән поэзияһын йыйыу традицияһының законлы үҫеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Бөгөнгө көндә тикшеренеү эшенә Әхмәт Ибн Фаҙлан X быуат яҙмалары, дөйөм төрки яҙма ҡомартҡылар: Орхон Йәнәсәй яҙмалары (VI – VIII бб.) Мәхмүд Ҡашғариҙың “Диуани лөғәт әт төрк” (XI б.), Кодекс Куманикус (XIV б), шулай уҡ, И. Лепехин, П. Паллас, П. Рычков XIII, Т. Беляев, П. Кудряшев, В. Даль, Р. Игнатьев, Ф. Нефедов, С. Рыбаков (XIX) рус фәненең алдынғы вәкилдәренең  һәм крайҙы өйрәнеүсе ғалимдар,       М. Биксурин, Ю. Юлуев, М. Баишев, М. Ҡыуатов, М. Ғафури, Ш. Бабич, З. Өммәти, Г. Йәнекәев, М. Солтанов һ.б. (XIX б. аҙағы – XX б. башы) кеүек башҡорт яҙыусыларының хеҙмәттәре индерелгән. Хәҙерге тикшеренеүсе-фольклористар һәр ваҡыт башҡорт фольклоры хеҙмәттәрен системалы рәүештә йыйыу һәм өйрәнеүгә нигеҙ һалыусы М. Буранғолов, С. Мирасов, Х. Ғәбитов, Г. Вилданов,         Г. Амантай, А. Усмановтарҙың хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итәләр.

XX быуаттың 50 – 60-сы йылдарында донъя күргән тикшеренеүҙәр һәм материалдар бер нисә этаптан тора: Ә. И. Харисов һәм Кирәй Мәргән менән әҙерләнгән 3 томлыҡ “Башҡорт халыҡ ижады”, Ә. Н. Кирәйевтың “Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары” исемле монографияһы, Ә. И. Харисовтың “XVI – XIX башҡорт халҡының әҙәби мираҫы”. Уларҙа фольклор жанрына бағышланған махсус бүлек булдырылған. Тап ошо йылдарҙа башҡорт фольклорын киң масштабта йыйыу башлана.

Әлегә ваҡытта башҡорт (“Башҡорт халыҡ ижады”, 18 томда) һәм рус (“Башкирское народное творчество”, 12 томда) телдәрендә башҡорт халыҡ ижады буйынса күп томлыҡ яҙмалар сығарылған. 36 томлыҡ “Башҡорт халыҡ ижады” (дауам ителеп сығарылған) китабының 13 томы баҫтырылған. Бөтә жанрҙарҙы үҙ эсенә алған монографиялар, тематик йыйынтыҡтар өс телдә (башҡорт, рус, инглиз) баҫтырылып сығарылған, шулай уҡ йыр фольклорына арналған хеҙмәттәр бар. Тикшеренеү һәм эҙләнеү эштәре бер ҡасан да туҡталманы, хәҙерге көндә лә дауам итә. Бының иң төп бурысы булып халыҡтың бай рухи мираҫын киләсәк быуынға таратыу тора. Рухи мәҙәниәтте һаҡлау юлы – материал йыйыу буйынса экспедиция эштәрен дауам итеү.

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фольклор, тарихи-этнографик, лингвистик материалдарҙы йыйыу, өйрәнеү һәм пропагандалау буйынса планлаштырылған традицион эш алып барыусы берҙән-бер ғилми ойошма булып тора. Һуңғы 10 йыл эсендә генә институт етәкселегендә БР-ның төрлө райондарына егерменән ашыу экспедициялар, бер тапҡыр күрше өлкәләргә сығыу ойошторолдо.

Халыҡ ижады өлгөләре араһында йола фольклоры, байрамдар, ышаныуҙар, поэзия жанрынан – таҡмаҡтар, һирәгерәк мөнәжәттәр, бәйеттәр өҫтөнлөк итә. Топонимик легендалар, ауыл тарихтары ҡыҫҡаса бирелгән. Был экспедициялар материалында афористик жанр, оҙон көй һирәк осрай. Бөрйән районында “Бабсаҡ һәм Күҫәк” эпосы легенда-риүәйәт стилендә бирелгән. Шул уҡ ерлектә Шүлгән-таш һәм уны уратып алған обьекттар менән бәйле легендалар йәшәй. Ғөмүмән, ҡыҙыҡлы материал тупланған РФА ӨФҮ ТТӘИ фольклористары ата-бабаларҙан ҡалған халыҡ ижады өлгөләрен йыйыу эше уңышлы дауам итә.

Яңы табылған экспедиция материалдарын эшкәртеү, системалаштырыу, компьютер базаһына индереү ҙә мөһим. Был планда фольклористар тарафынан ҙур эштәр эшләнгән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: йыйылған материал эшкәртелеп кенә ҡалмаған, йыйынтыҡ итеп сығарылыу яйға һалынған.

Цифрлаштырыу һәм алдан асыҡланған ҡулъяҙма һәм фонограмма материалдарын эшкәртеү фарыз. РФА ӨФҮ ТТӘИ фәнни архивында “Заятүләк һәм Һыуһылыу” эпосының – 20, “Ҡуңыр буға”, “Ҡара юрға”, “Аҡһаҡ ҡола” эпик әҫәрҙәренең 30-ҙан ашыу варианттары һаҡланған. Киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса рухи мираҫты һаҡлау, эшләү эштәре Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында ла башҡарыла. РФА ӨФҮ ТТӘИ-тың музыка кабинетында, Заһир Исмәғилев исемендәге дәүләт сәнғәт академияһының фондтарында фольклор экспедицияһының магнитафон яҙмалары, эпик ҡомартҡыларҙың көйҙәре һаҡланған. Улар араһында, бәлки, фәнни әйләнешкә индерелмәгән өлгөләр ҙә барҙыр, уларҙы әйләнешкә индерергә кәрәк – архив материалы "эшләргә" тейеш.

Тарихи һәм әҙәби йәһәттән ғәрәп графикаһындағы ҡулъяҙмалар һәм иҫке китаптар бик ҡиммәт, уларҙың күбеһе РФА ӨФҮ ТТӘИ көнсығыш ҡулъяҙмалар фондында, РФА ӨФҮ-нең фәнни архивында һаҡлана. Был фондтар күбеһе уҡылған, тикшерелгән һәм баҫтырылып сығарылған. А. И. Харисовтың [13], Г. Б. Хөсәйәеновтың [15], Р. Г. Кузеевтың [2], И. Г. Ғәләүетдиновтың [6], М. Х. Нәҙерғоловтың [8], Р. М. Булгаковтың [5], Г. С. Ҡунафиндың [12] хеҙмәттәре текстологик фәнгә ҙур өлөш индерә. Шул уҡ ваҡытта, институт фондында һаҡланған ғәрәп алфавитлы ҡулъяҙмалар еренә еткереп уҡылмаған һәм әйләнешкә индерелмәгән, был эштәр иң ауыр һәм иң оҙағы һанала. Бындай хеҙмәттәр Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Башҡортостан милли музей фондында, мосолмандарҙың Диниә назаратының фондында һәм төрлө архивтарҙа бар. Бөгөн башҡорт рухи донъяһын өйрәнеү буйынса актуаль мәсьәлә – тулы картотека һәм электрон ғәрәп графикаһының ҡулъяҙмаларын, бороңғо баҫылған китаптарҙың картотекаһын эшләү.

Быларҙы эшләр өсөн кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, айырым институт йәки көнсығышты өйрәнеү үҙәге булдырыу кеүек мәсьәләләр ХХ быуаттың 70-се йылдарында уҡ күтәрелгәйне. Был эш тормошҡа ашырылманы, әммә БДУ-ла көнсығышты өйрәнеү кафедраһы асылды. РФА ӨФҮ ТТӘИ Ғайса Хөсәйенов исемендәге ҡулъяҙмалар бүлеге яңы хеҙмәткәрҙәр менән тулыланды. Шул уҡ ваҡытта, беҙҙә гуманитар өлкәлә көнсығышты өйрәнеүсе кадрҙар аҙ.

Материал булмаған мәҙәни мираҫты дөрөҫ һаҡлар өсөн яҡшы шарттар күпселек урындарҙа бар. Дәүләт стандартына ярашлы булмаған урындарҙа ҡулъяҙмаларҙы, иҫке баҫылған китаптарҙы һаҡлағанда, материалдар юҡҡа сыға.  Мәҙәни мираҫ һаҡланһын өсөн, халыҡ йыйғанды халыҡҡа ҡайтарырға тейештәр. Төп ролде китаптар уйнай. Әгәр ҙә “Китап“ нәшриәте әленән-әле халыҡҡа һәм уҡыусыларға, фольклор әҫәрҙәрҙе (оригиналь телдә, ике телдә) яңынан сығарып торһа, бик әһәмиәтле булыр ине.

Балалар өсөн маҡсатҡа ярашлы ябайлаштарылған текстар нәшер ителгән. Шулай уҡ, фольклор ҡомартҡыларының сериялы нәшер ителеүен дә тормошҡа ашырырға мөмкин. Был йүнәлеш буйынса Ҡаҙағстан һәм күрше Татарстанда уңышлы эштәр эшләнелә. Шулай уҡ, халыҡ ижады буйынса академик китаптар сығарыуҙы дауам итеү мотлаҡ.

XX быуат аҙағында башҡорт фольклорында яңы йүнәлеш барлыҡҡа килде – ул фольклор әҫәрҙәрен бер китапта башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә баҫтырып сығарыуға әҙерлек. Хәҙерге ваҡытҡа тиклем Нәҙершина Ф. А. проекты буйынса өс телдә унға яҡын китап баҫтырылды, уның эсендә “Урал батыр“ ике тапҡыр нәшер ителде, “Башҡорт халыҡ эпик әҫәрҙәре“, “Урал батыр“ һәм башҡа эпос өлгөләре А. М. Сөләймәнов, Г. Д. Ибраһимов ярҙамында төрөк телендә баҫтырылып сығарылды. Эпос башҡа телдәргә лә тәржемә ителде. Өс телдә баҫылып сыҡҡан китаптар һатыуҙа оҙаҡ ятмай. Әммә был китаптарҙы сит илгә сығарыу мөмкинселеге юҡ. Кадрҙар һайлау, финанслау, материалдарҙы нәшер итеүгә әҙерләү, шулай уҡ башҡорт фольклорын һәм әҙәбиәтен сит телдәргә тәржемә итер өсөн Башҡортостан Республикаһының фәнни академияһы янында, бәлки, БДУ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ, Яҙыусылар союзы һәм Башҡортостан Республикаһы хөкүмәт ағзалары ярҙамында был һорауҙы хәл итергә мөмкиндер.

Беҙ шундай ғәжәп ваҡытта йәшәйбеҙ, “космик тиҙлектәр“, “планетар фекерләү“ кеүек төшөнсәләрҙе ғәҙәти һүҙбәйләнештәр кеүек ҡабул итәбеҙ. Заман талаптарына ярашлы, Башҡортостандың сит илдәр менән мәҙәни бәйләнештәрен үҫтереү менән, халыҡ фольклорының ҡомартҡыларын рус һәм сит телдәргә тәржемә һәм нәшер итеү үҙенә бер төрлө актуаллек яулай.

Тәржемә ителгән текстарҙың әһәмиәте бәхәсһеҙ. Улар ярҙамында халыҡ фольклорҙары өлгөләре халыҡ-ара майҙанға сыға, был сит ил ғалимдарының ғилми хеҙмәттәрендәге һылтанмалары һөйләй.

Халыҡ-ара һәм төбәк хеҙмәттәшлеккә, эҙләнеү эштәрен әүҙемлерәк итеү һәм халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара ғилми конференцияларҙы үткәреүгә булышлыҡ итәсәк. Йәш белгестәрҙең РФ алдынғы ғилми ойошма һәм сит ил юғары уҡыу йорттарындағы стажировка үтеүҙәрен киңерәк ҡулланырға кәрәк. Матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлауҙа ваҡытлы матбуғат һәм  сәхнә аша кәүҙәләндереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Башҡорт эпик әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереүҙә билдәле бер тәжрибә тупланған (Башҡорт дәүләт академия театры, Ҡурсаҡ театры сәхнәләрендә – “Урал батыр“, Рус драма театры сәхнәһендә – “Ҡара юрға“ һ.б). Мифик сюжеттарҙы спектакль теле аша күрһәтеүҙең ҡыйынлыҡтарын ҡуйыусылар ғына түгел, күрәһең, тамашасылар ҙа һиҙгән. Беҙҙең уйлауыбыҙса, материалдың үҙенсәлеге (эпик арауыҡ – өс ҡатламлы донъя, мифик персонаж, күп Аллалыҡ, аҡбуҙаттар, ҡоштар, төрлө йыландар, аждаһалар...) балет спектаклдарын маҡсатҡа ярашлы барлыҡҡа килтерергә ярҙам итә. Декорациялар, костюмдар үҙенсәлеген  символдар аша биреүе еңелерәктер. Йөкмәткенең нескәлектәрен милли мәҙәниәттең тарихын белгән, рухлы композитор яҙған музыка ғына бирә ала. Тарих темаһына арналған эпик ҡомартҡыларҙың (“Иҙеүкәй менән Мораҙым“, “Ек Мәргән“) сюжетын драмтеатр сәхнәләрендә уңышлы сағылдырыу фарыз.

Эпик сюжеттарҙың, ғөмүмән, фольклор әҫәрҙәрҙең һүрәт аша биреү перспективалы. Рәссам был осраҡта эпик мотивтарҙы архетипик тамғалар, образдар ярҙамында сағылдыра ала. Ошо йүнәлеш буйынса ыңғай тәжрибәләр туплана (Зөфәр Ғаянов, Йәлил Сөләймәнов, Әмир Мәзитовтарҙың хеҙмәттәре күҙ уңында тотола).

Башҡортостан халҡының мәҙәни ҡаҙаныштарын пропагандалауҙа радио, телевидение ҙур роль уйнай. Шулай уҡ “Хазина“ төркөмөнөң эшмәкәрлеген дә телгә алып китер кәрәк, фәҡәт башҡорт халҡының мәҙәниәтен пропагандалау-төп маҡсат булып тора.

Әлеге мәлдә йола фольклоры үҙ аллы рәсем төшөрөү, төрлө-төрлө байрамдар аша бойомға ашырыла. БР-ның мәҙәниәт министрлығы быға ҙур иғтибар бүлә. Был бик ыңғай. Шул ук ваҡытта сәнғәттә, костюмдарҙа етешһеҙлектәрҙе лә әйтеп китмәйенсә булмай. Беҙ уйлауыбыҙса, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсын үткәреү өсөн уны ентекле уйлар кәрәк.

“Урал-батыр” эпос-ҡобайырын бөтөн донъя мәҙәни мираҫ исемлеге ЮНЕСКО-ға индереү өсөн Башҡортостан Президенты, БР хөкүмәте, ЮНЕСКО эштәре буйынса РБ Комитеты тарафынан ҙур аҙым яһалды. Бөгөнгө көндә республикала “Урал батыр” циклындағы ҡобайырҙарҙы ЮНЕСКО-ға индереү өсөн бөтөн шарттар ҙа бар. Ғилми конференцияларҙа “Урал батыр” эпосы мотивтары буйынса архитектур комплекс төҙөү һәм эпосты яҙып алған халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловҡа һәйкәл ҡуйыу тураһындағы һорауҙар күтәрелде.

Глобалләштереү, берләштереү, төрлө мәҙәниәттәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо көслө булған бөгөнгө шарттарҙа халыҡтың рухи мираҫын һаҡлау бигерәк тә актуалләшә. Был мәсьәлә этностар йәшәйешенең бер факторы ғына түгел, ә дәүләт сәйәсәтенең мөһим бер йүнәлеше булып тора. Халыҡ-ара рухи мираҫты һаҡлау тураһындағы конвецияны тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостандың рухи мираҫын һаҡлау мәсьәләһе бик әһәмиәтле.