Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Зәки Әлибаев

Аҡбуҙатлы башҡорт киноһы

Йәшәйешебеҙҙең ниндәйҙер өлкәһенә иғтибар итер өсөн һуңғы осорҙа ил Президенты тарафынан тыуасаҡ яңы йылды айырым бер исем менән нарыҡлау матур йолаға әйләнде.

Экология, мәҙәниәт, әҙәбиәт йылдары халҡыбыҙҙың аңына ла, булмышына ла тәьҫир итеп кенә ҡалманы, ә йәмғиәттең ошондай мәсьәләләргә йөҙ менән боролоуын да күрһәтте. Яңы тәпәй баҫып торған 2016 – Рәсәйҙә кино йылы тип иғлан ителде.

Сәнғәттең сағыштырмаса яңы төрө булһа ла, кино беҙҙең тормошобоҙға ныҡлы үтеп ингән, унһыҙ рухиәтебеҙҙе күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Рәсәй киноһы, милли кино хаҡында бөгөн ауыҙ тултырып һөйләй алабыҙ.

«Башҡортостан» киностудияһына былтыр 25 йыл тулды. Башҡортостан Республикаһының Министрҙар Советы ҡарары менән 1990 йылдың 25 майында төҙөлөп, уның беренсе директоры итеп Әмир Абдразаҡов тәғәйенләнә. Төрлө йылдарҙа киностудия менән Вил Кәримов, Михаил Новиков, Рәйес Исмәғилев етәкселек итте. 2012 йылдан киностудияны Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Кинематографистар союзы ағзаһы, Рәсәй кинорежиссерҙар гильдияһы ағзаһы, Евразия телевидение һәм радио академияһының мөхбир ағзаһы Азамат Хужахмәтов етәкләй.

Башҡорт киноһы тураһында һүҙ йөрөткәндә, уның инештәрендә торған, был сәнғәт төрөн үҫтерергә күп көс һалған Малик Яҡшымбәтов, шул уҡ Әмир Абдразаҡовтарҙың роле баһалап бөткөһөҙ.

Үҙ ерлегебеҙҙә төшөрөлгән башҡорт фильмдары һәр кемдең күңеленә яҡын. Тулы метражлы фильмдарҙан М. Яҡшымбәтовтың «Азатлыҡ ҡапҡалары», Б. Йосоповтың «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Сөмбөлдөң етенсе йәйе», Т. Бураҡаеваның «Минең йондоҙом», А. Йомағоловтың «Төндә ярай», А. Асҡаровтың «Еңмеш»е тамашасылар күңелен яулап алды. Егерме биш йыл эсендә киностудия тарафынан 150-нән ашыу фильм төшөрөлгән. Уларға документаль, ҡыҫҡа метражлы нәфис һәм анимацион фильмдар инә.

Шулай уҡ «Көмөш Аҡбуҙат» исемле милли кино фестивале лә Өфөлә барлыҡҡа килеп, икенсе тапҡыр уҙғарылды. Әйтергә кәрәк, ул – бик үҙенсәлекле фестиваль, сөнки донъя халыҡтарының милли мәҙәни мираҫын һаҡлап алып ҡалыу маҡсатын ҡуя. Кино туған телдәрҙе һаҡлап алып ҡалыуға, тамашасыларҙы милли йолалар менән таныштырыуға ҙур мөмкинлектәр аса. Ошо фестивалдә Болгария, Германия, Ҡаҙағстан, Иран, Куба, Әзербайжан, Һиндостан, Эстония, Тажикстан, Әрмәнстан, Үзбәкстан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән бар икән, улар башҡорт киноһына ышанысын белдергән тигән һүҙ.

Һуңғы йылдарҙа йәш режиссер, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Айнур Асҡаровтың фильмдары тамашасының күңелен әсир итә бара. «Еңмеш» картинаһы фестивалдәрҙә маҡталып телгә алынғайны, ә бына «Әсә» фильмы күптәрҙе тетрәндерҙе. Халҡыбыҙҙың «Саҡ менән Суҡ» бәйетен нигеҙ итеп алып, Шәүрә Шәкүрова заманса теманы бергә ҡушып, бик үҙенсәлекле сценарий яҙған. Кинола төшкән Айгиз менән Нургиз Таҡаловтар (Йылайыр районы), актерҙар Азат Йыһаншин менән Юлиә Ғәләүетдинова, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы Ғәлиә Вахитова бик оҫта һәм ышаныслы итеп уйнайҙар.

Кино сәнғәтендә Айсыуаҡ Йомағолов, Вилүрә Иҫәндәүләтова, Таңсулпан Бураҡаева, Руслан Юлтаев, Булат Йосопов кеүек төплө ҡарашлы режиссерҙар бар икән, башҡорт киноһының киләсәге өмөтлө, йөкмәткеле буласаҡ. Кино йылы көмөш яллы Аҡбуҙатта башҡорт киноһын Рәсәй, донъя кимәленә сығарыр оло бер аҙым яһар, тип ышанаһы килә.