Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

КӘКҮКТЕҢ НИ ҒӘЙЕБЕ? йәки Донъяның режиссеры булһам

«Донъяның режиссеры булһам» рубрикаһының сираттағы ҡунағы – Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Станиславский исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Петров фән һәм сәнғәт академияһы мөхбир ағзаһы, профессор, Василий Шукшин исемендәге миҙал кавалеры, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры художество етәксеһе Олег Закир улы Ханов.

– Олег Закир улы, мин үткән быуаттың етмешенсе йылдар аҙағында, һикһәненсе йылдар башында ауылдан Өфөгә килеүселәр быуыны вәкиле. Баш ҡалаға килеп, институтта уҡый башлағас, барыбыҙ ҙа тиерлек иң тәүҙә батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә һәм Башҡорт дәүләт академия драма театрына йөрөй башланыҡ. Өфө беҙгә тап ошо ике урын аша үҙенең йөҙөн асты. Салауат һәйкәлендә үҙебеҙ һымаҡ ауылдан килеүсе йәштәр менән таныштыҡ, йырланыҡ, бейенек, күңел астыҡ.

Театрҙа Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» спектакле бара ине, унда һеҙ Кендек ролен башҡарҙығыҙ. Юҡ, башҡарманығыҙ, ә Кендек булып йәшәнегеҙ. Әгәр ҙә шулай булмаһа, был ролегеҙ иҫебеҙҙә тороп та ҡалмаған булыр ине. Бер аҡыл эйәһенең әйткән һүҙҙәре лә бар: бала булып ҡыланып булмай. Яҙыусы ни тиклем генә талантлы, аҡыллы булмаһын, әгәр ҙә уның тәбиғәтендә бала йәшәмәһә, балалар өсөн әҙәби әҫәр тыуҙыра алмай. Сөнки бала тәбиғәте яһалмалыҡты ҡабул итмәй.

Һеҙгә шундай һорау: ул саҡта Кендек ролен башҡарған Олег Ханов менән хәҙерге М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры художество етәксеһе Олег Ханов араһында ниндәй айырма бар?

– Айырма? Бәлки, шундалыр: Кендекте уйнаған Олег Хановтың хәҙер тормош тәжрибәһе бар, әммә ул саҡтағы күп кенә дуҫтары, коллегалары донъяла юҡ. Кендектең күп кенә хыялдары тормошҡа ашманы, күп кенә икеләнеүҙәре хәүеф-хафаға әүерелеп иҫбатланды. Шул уҡ «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»тың ул саҡтағы телевизион яҙмаһын алып ҡараһаң, ныҡ ҡыйын. Ә тормошҡа, кешеләргә ҡарашҡа килгәндә һаман да Кендектең сатҡылары миндә бар. Мин уның һымаҡ һаман да кешегә ышанып ҡарайым, сәскә сал ҡунһа ла, бер ҡатлылығым да һаман да йәшәй. Был сифатым, нишләптер, һаман да һаҡланып ҡалған. Алданаһың, ҡыйырһытылаһың, күп кенә күңел ҡайтыуҙары кисерәһең, былар һис тә көтмәгән кешеләрҙән килеп сыға. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, барыбер ҙә ышаныуым күберәк.

Мостай ағайҙың образы булараҡ Кендек, театрҙың образы булараҡ, минең бала сағыма тап килә. Ул үҙенең сабый саҡҡа хас эскерһеҙ ҡараштары менән таҙа, саф булып ҡалды. Уның сатҡылары әле булһын күңелемдә һаҡлана.

Һеҙ был һорауҙы биргәс, авторҙың сәхнә әҫәрендәге ҡайһы бер фекерҙәре яңғырап киткәндәй булды. Унда Мостай ағай һуғышта күп кенә ирҙәрҙең ятып ҡалыуын һирәгәйгән, күп кенә урынында төптәре генә һерәйеп ултырған урманға тиңләй. Йәки булмаһа, Оло инәйҙең кешеләрҙең был донъяға яртылаш килеш кенә тыуыуы, ғүмере буйы үҙ яртыһын эҙләп йөрөүе, яратһа ғына үҙ яртыһын таба алыуы хаҡында әйткән һүҙҙәре. Йәки булмаһа, геройҙың таштар ҙа бергә ятҡанда оҙай ваҡыт һыуынмай ятыуы хаҡындағы фәлсәфәһе...

Мин иллюзиялар ҡорор йәштән үткәнмен, шуға күрә үҙемде етәксе тип тә әйтмәйем. Мин бары ошо йылдарға еткән ижад кешеһе. Етәкселек ваҡытлыса төшөнсә. Ғөмүмән, донъяла бөтә нәмә лә ваҡытлыса. Ғүмер үҙе лә. Тап шуның кеүек беҙ ҙә был донъяла ваҡытлыса ғына. Бәлки, бар нәмәнең дә шулай ваҡытлыса булыуында йәшәүҙең йәме барҙыр.

Әгәр ҙә мин үҙемдең туплаған тәжрибәмде, уй-фекерҙәремде театрҙың ағышына һеңдерә алһам, йәштәргә ярҙам итә алһам, тәжрибәм менән бүлешә алһам, тамашасыны ниндәйҙер яңы әҫәрҙәр менән шатландырһам, туған телебеҙҙә яҙылған әҫәрҙәрҙе сәхнәгә сығарып, үҙ телебеҙҙе саҡ ҡына булһа ла байыта алһам, быны мин оло шатлыҡҡа тиңләр инем.

– Профессиональ медицина дәүеренә тиклем йәшәгән элекке ҡанбабалар, халыҡ табиптары ауыр сиргә дусар булып, түшәккә йығылған кеше янына яңы тыуған сабыйҙы килтереп һалғандар. Был саҡта, әгәр ҙә сабый илаһа, сирленең янына әжәл килгән, тиҙҙән үләсәк, ә әгәр ҙә сабый йылмайһа йә көлһә, уның ғүмере бар тигәндәр.

Быны мин ни өсөн иҫкә төшөрҙөм. Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министры булып эшләгән сағында Михаил Швыдкой Башҡортостанға килде һәм ҡайтыр алдынан биргән интервьюһында былай тине: «Бөтә урында ла таҙалыҡ, бөхтәлек, тәртип һаҡлана. Икмәк-тоҙ менән милли кейемдә ҡаршыланылар. Эйе, ҡапҡаларҙы төҙәтеп, буяп була, әммә балаларҙың йөҙөндәге ихлас йылмайыуҙы бер нисек тә ойоштороп булмай. Миңә һеҙҙең балаларығыҙҙың ихлас йылмайыуы, шатланып көлөүҙәре оҡшаны...»

Донъяла, илдә ниндәй генә ҡатмарлы хәл-ваҡиғалар, иҡтисади көрсөктәр бармаһын, Аллаға шөкөр, беҙҙең балаларҙың йөҙөндә Михаил Швыдкой күргән сатҡылар бар. «Тамыр» балалар телерадиоканалында сығыш яһаусы балаларыбыҙҙың йөҙөндә лә бар ундай сағылыш. Бына һеҙҙең үҙегеҙҙең бала сағығыҙға әйләнеп ҡайтҡанда, уның ниндәй миҙгелдәрен бәхетле миҙгелдәр тип әйтә алыр инегеҙ?

– Кешелек донъяһының, илебеҙ, милләттәштәребеҙ балаларының киләсәге юҡ, тип әйтеү дөрөҫ түгел. Ул бар, һәр быуындың үҙенең киләсәге бар. Беҙҙең Башҡортостан Ер шарының шундай урынында урынлашҡан, сөнки донъяның, ике ҡитғаның ептәре барыһы ла беҙгә килеп тоташҡан. Мәҫәлән, Израилды сүллеге лә, ҡарлы тауҙары ла, диңгеҙе лә бар, тип маҡтайҙар. Беҙҙә диңгеҙ юҡ. Әммә беҙ тәбиғәт кеше өсөн биргән йәшәү шарттары буйынса Израилдан һис тә кәм, насар урында йәшәмәйбеҙ. Ошондай илдә бәхетһеҙ киләсәге булмаған балалар булмайҙыр ул. Сөнки бәхетле тормош өсөн шарттарҙы тәбиғәт үҙе ҡуя.

– Бәлки, бында шулай тип әйтеү ҙә урынлылыр: Аллаһы Тәғәлә киләсәге булмаған илгә, халыҡҡа балалар тыуҙырмай, тип. Әйтәйек, хатта яртышар миллион һум әсәлек капиталы түләп тә илебеҙ көтөлгән демографик шартлауға өлгәшә алманы. Ә бына совет осоронда, мәҫәлән, хатта балалар пособиеһы түләнмәгән осраҡта ла балалар күпләп тыуҙы...

– Улай тип тә әйтергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең халыҡтағы ихласлыҡ, эскерһеҙлек киләсәккә мөкиббән китеп ышаныуҙы һаҡлағандыр. Беҙҙең быуын, беҙҙән һуңғы быуындар, бөгөн дә шулай, ауылдан ҡалаға килеп уҡып, эшкә төшөп, төпләнеп китте. Уларҙың күбеһе ауылдарынан сыҡҡан епте өҙмәй. Ә ҡайһылары өҙә. Бындай өҙөлөү милли тамырҙарҙан өҙөлөүгә алып килә.

Тыуған ауылынан тамырҙары өҙөлгәндәр өсөн төшөнсәләр ҙә, ҡиммәттәр ҙә икенсе төрлө һынланыш ала, үҙгәрә. Электрон мәғлүмәт саралары аша беҙгә сит ил психологияһы һеңдерелә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауылдан килгән йәштәр ер, милләт менән бәйле булған ептәрҙе өҙмәй һаҡлай. Бына был да, минеңсә, киләсәккә өмөт менән ҡарарға ярҙам итәлер.

Минең аңлауымса, баланың иң бәхетле баласағы шунда: әгәр ҙә уның атаһы менән әсәһе янында булһа, әгәр ҙә атаһы менән әсәһе уны үҫтереп, тыуған ояһынан осороп ебәрһә. Баланың бәхете өсөн атай менән әсәйҙең ниндәй булыуҙары ла мөһим түгелдер. Бала үҙенең ошо бәхетле осорон үткәргәндән һуң артабан ул үҙ юлын үҙе һайлай. Аллаһы Тәғәлә уға тормош юлын Үҙе күрһәтә. Ләкин тормошта төрлө хәлдәр була, атай менән әсәй айырылышып та ҡуя. Бындай осраҡта ла улар үҙҙәре айырылышһа ла, балаларынан айырылмайынса үҙ-ара, рухи ептәрҙе һаҡларға тейештер.

– Һеҙ Кендек ролен башҡарған саҡта беҙ бөтөнләй башҡа төрлө йәмғиәт ҡоролошонда йәшәй инек. Һеҙ әйтмешләй, хәҙер төшөнсәләр ҙә, мәғәнәләр ҙә, идеологиялар ҙа, ҡиблалар ҙа үҙгәрҙе. Беҙ ул ҡоролош менән бик күп күренештәрҙе юғалттыҡ. Күбебеҙ шул заманда тәрбиәләндек һәм ул заманда алған ҡиммәттәребеҙ хәҙерге заман өсөн яраҡһыҙ. Һеҙ ул заманды, ул ҡиммәттәрҙе юғалтыуҙы нисек кисерҙегеҙ?

– Был йәһәттән минең атайым һәм ҡайным иҫкә төшә. Атайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Көнсығыш фронтта ҡатнашҡан. 1945 йылдың август айында Японияға ҡаршы һуғыш асылғас, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Шунда партия сафына ингән. Ҡайным ғүмер буйы органдарҙа эшләгән «ҡыҙыл коммунист». Коммунист булғас, улар барыһы ла ҡыҙыл булырға тейеш, әммә һуңғы йылдарҙа коммунистарҙың төрлө шарттарға яраҡлаша белеүенә, һәр нәмәнән файҙа эҙләүенә, яуапһыҙлығына бәйле башҡа сифаттары асыла башлағас, ысын коммунистарҙы «ҡыҙыл коммунист» тип атай башлағайнылар.

«Ҡыҙыл коммунист»ар коммунизм идеологияһына Аллаһҡа ышанғандай ышанып йәшәне. Ҡайным минең Михаил Шолоховтың «Күтәрелгән сиҙәм»ендәге Семен Давыдов һымаҡ кеше булды. Рухи революция булғас, атайымдың да, ҡайнымдың да илағаны күҙ алдымда. «Эй, балам, – тине ҡайным. – Мине ғүмер буйы алдатып йөрөткәндәр икән...»

Ижтимағи ҡоролоштоң үҙгәреүе, социализмдың емерелеүе ҡайным өсөн оло фажиғәгә, тетрәнеүгә әүерелде. Атайым да, ҡайным да тормоштан шундай эске фажиғә, йәмәғәтселеккә үпкә менән киттеләр. Уларға ҡарағанда йәшерәк быуынға ҡараған мин дә коммунист булдым, миндә лә яҡты киләсәккә, коммунизм идеяларына ышаныу бар ине. 1989 йыл мин партиянан сыҡтым, 1991 йылда коммунистар партияһы тарҡалды. 1988 йылдарҙа демократлаштырыу, коммунистарҙы фашлау маҡсатында радикал демократтарҙың митингтары башланды. Мин үҙебеҙҙең райкомдың идеология секретарын шул митингта күреп ҡалдым. Ул сығыштарҙы ситтән генә ҡарап тора. Яланғас ғәйеп ташлауҙарға ҡаршы сығып бер һүҙ ҙә әйтмәй. Ҡасандыр миңә үҙенең инаныуы буйынса дөрөҫ һүҙҙәр әйткән һәм был осраҡта боҫоп торған идеология секретары бар икән, минең ышанысым ҡаҡшаны һәм ғариза яҙып партия сафынан китергә мәжбүр булдым.

Ул ваҡытта «Агитатор блокноты» тигән журнал бар ине. Шунда бик күп интервьюлар баҫылып сыҡты. Ул саҡтағы Башҡорт дәүләт академия театры етәксеһе Рифҡәт Исрафиловтан: «Бына һеҙҙең артисығыҙ Олег Ханов партиянан сыҡҡан. Быға нисек ҡарайһығыҙ?» тип һорағағандар. «Кешелә эске иреклелек булырға тейеш, бигерәк тә ижад кешеһендә. Әгәр ҙә ул шундай ҡарарға килгән, был уның ҡарары. Был етди ҡарар һәм быға ул тота килеп килмәгән, мин уны бик яҡшы беләм...» тигән Рифҡәт Вәкил улы. Уның был һүҙҙәре журналда баҫылып сыҡҡаны хәтерҙә.

– Илдә барған үҙгәрештәр, ижтимағи ҡоролош алмашыныуы шәхсән һеҙҙең тормошоғоҙҙа ниндәй сағылыш тапты. Шағир Дамир Шәрәфетдиновтың шундай шиғыр юлдары бар: «Тик шуныһы, көтөү боролғанда алға сыға малдың аҡһағы...» Ысынлап та, шиғыр юлдарында әйтелгәнсә, туп-тура барған көтөү 180 градусҡа боролоп, килгән яғына табан йүнәлһә, иң артта һөйрәлеп барған аҡһаҡ һыйыр иң алда булып сыға ла инде. Беҙҙең илдә лә тап шундай хәл күҙәтелде лә инде, йәғни үҙгәртеп ҡороу байрағын тотоп алда барыусылар ана шул аҡһаҡ һыйырҙы хәтерләтте лә инде...

– Мин был һынылышҡа әҙер инем. Әгәр ҙә формация алмашына икән, был осраҡта яҡшы яҡҡа үҙгәреш булыуы мөһим. Әммә мин Ельцин дәүерендә шул тиклем болғансыҡ ваҡыт килерен күҙ алдына ла килтерә алмағайным. Шахтерҙарҙың нисек итеп күперҙә ултырғанын иҫләйһегеҙме? Мәскәүҙә ил башлығы Аҡ йортто аттырҙы. Унда халыҡ һайлап ҡуйған депутаттар ултырыуын иҫәпкә алғанда, был атыуҙарҙың кемгә ҡаршы төбәлгәнен дә аңларға була. Ул ваҡытта һумдың хаҡы бар ине әле, өс миллиард һумдың Чечняла күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сығыуы ваҡиғалары. «Шайтан белһен ул аҡсаларҙың ҡайҙа булғанын», тип телевизор аша Ельцин сығыш яһауы йә булмаһа самолетта йоҡлап ятыуы, йә булмаһа иҫерек килеш оркестр менән дирижерлыҡ итеүе ил өсөн ер тишегенә инеп китерлек оят булды. Ә Ельцин иһә үҙе һис кенә лә ояла белмәне.

Ул ваҡытта һәр кем мөмкин булған һәм булмаған юл менән үҙен матди яҡтан тәьмин итеп ҡалырға тырышты. Шул маҡсатта оло илебеҙ ҙур баҙар майҙанына әүерелде. Тап шул ваҡытта интеллигенция вәкилдәре, уҡытыусылар, табиптар эш урындарын ҡалдырып «челнок» булып китте. Был заманда барыбыҙға ла матди яҡтан бик ауырға тура килде. Мин, мәҫәлән, был осорҙоң улымда сағылыш тапмауын теләнем һәм уға уҡып сығырға мөмкинлек тыуҙырырға тырыштым.

– Беҙ балаларҙы замандың шундай шаңдауҙарынан араларға тырышһаҡ та, һуңынан улар үҙ аллы тормош юлына баҫҡас, барыбер улар менән осраша инде ул. Беҙ, балаларыбыҙҙы үҙебеҙҙең дауамыбыҙ, киләсәгебеҙ итеп күрергә теләйбеҙ. Күңелдә киләсәккә ҡарата өмөт булмаһа, йәшәүе лә ҡыйын бит әле, Олег Закир улы. Шулай түгелме?

– Беҙ «Иртәгә яҡшы буласаҡ» тигән өмөт менән йәшәнек. Шул уҡ ваҡытта иртәгә яҡшы булыуы хаҡына бөгөнгөнөң ауырлыҡтарына, етешһеҙ тормошҡа күнә лә инек. Аллаға шөкөр, улыбыҙ әсәһе менән икебеҙҙең өмөт-ышанысты аҡланы. Уҡып бөткәс, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы, хәҙер ул медицина фәндәре докторы. Өйләнде, ейәнебеҙ ҙә, ейәнсәребеҙ ҙә тыуҙы, улыбыҙ әле Өфөлә 6-сы дауаханала эшләй.

Мин бының менән нимә әйтергә теләйем: ошо ауыр һынылыш мәлендә намыҫын һатмаған кешеләр балалары өсөн нимәлер эшләп ҡалырға тырышты. Ә күптәр тиҙ генә яңы заманға яраҡлашып алды.

– Тормош гел былай барһа, интеллектуаль хеҙмәт, намыҫлылыҡ, әхлаҡлылыҡ төшөнсәләре баһаланмаһа, йәшәүҙең дә ҡыҙығы ҡалмай...

– Әлбиттә, тормош гел былай бармаясаҡ. Әлеге көндә лә һиҙелмәйенсә генә революция бара. Мостай ағайҙың «Ел сыҡһа, иң тәүҙә еңел сүп өҫкә күтәрелә»” тигән һүҙе бар ине. Ысынлап та, хәҙер еңел сүп осоп бөткәндән һуң аҫта ятҡан төп өлөш яйлап-яйлап күренә башланы. Хәҙер беҙгә ҡарата төрлө санкциялар белдерелә башлағас, төшөнсәләрҙе үҙ исеме менән атау мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Кисә генә ҡыл да ҡыбырҙатмайынса, һауанан, елдән байлыҡ туплау мөмкин булһа, бөгөн иһә аҡсаны тик эшләп кенә табып булыуы асыҡлана.

– Һеҙҙҙең менән килешәм. Был йәһәттән бер теорияға оҡшаш фекерҙе лә килтереп үтергә булыр ине: әгәр ҙә йыйылған байлыҡ, тупланған аҡса интеллектуаль кимәл менән нығытылмай икән, тиҙ арала юҡҡа сыға, яна...

– Эйе, сөнки тормош барыһын да, бар нәмәне лә үҙ урынына ҡуя. Барыбер ҙә гәрәбә ҡомдан, бойҙай ҡырағай һолонан (әвсүктән) айырыла.

– Урлау, талау, алдау юлы менән байыған олигархтар барыбер юҡҡа сығасаҡ, алғы планға ысын эшмәкәрҙәр киләсәк, тиһегеҙ инде?

– Эйе, тик быны аңлау һәм хәҡиҡәткә өлгәшеү өсөн дә бик күп йылдар үтеүе мотлаҡ булды. Мин ошондай заманға эләктем, шуның арҡаһында ижади потенциалымды тулыһынса аса алманым, тигән үкенеү тойғолары кисермәйем. Киреһенсә, миңә бындай һынылыш йылдары үҙемде төрлө планда һынап ҡарау мөмкинлеге бирҙе. Мин Мәскәүҙә Константин Райкин менән «Сатирикон» театрында эшләп алдым, Рифҡәт Исрафилов менән 9 йыл Ырымбурҙа урыҫ театрында эшләнем.

Беҙҙең башҡорт театры тарихында башҡорт театры актерының урыҫ театрында уйнағаны юҡ. Ике телле актер булыуҙың ауырлыҡтары ла етерлек. Сөнки башҡорт сәхнәһе өсөн ҡулайлашҡан телмәр аппараты менән урыҫ сәхнәһенекенән ныҡ айырыла. Мин был айырманы үтә алдым һәм үҙемдең диапазонымды киңәйттем.

«Сатирикон»ға килгәс йыл ярым буйы мин студент һымаҡ урыҫ сәхнә теленә өйрәндем. Минең бәхеткә ул саҡта «Сатирикон»ға Роберт Стуруа килеп «Гамлет»ты ҡуйҙы. Миңә Полоний ролен бирҙеләр. Константин Райкин «ГИТИС»тан ике сәхнә теле белгестәрҙе саҡырҙы. Мин улар ҡарамағанда сәхнә телмәре менән шөғөлләндем.

– Хәҙер шоуҙар заманы. Тормош бер төрлө, ә театр бөтөнләй икенсе принциптар буйынса йәшәй. Хатта комедияларҙа ла, мюзиклдарҙа ла театр әхлаҡ ҡанундарына ҡаршы килмәй. Беҙҙең театрҙар был ауыр заманды нисек йырып сыға алды, тип уйлайһығыҙ? Театрҙың тормошто үҙгәртә алырлыҡ потенциалы бармы?

– Совет осоронда театр идеологияның бер ҡәлғәһе булараҡ хеҙмәт итте. Театр ҡоро пропаганда менән генә шөғөлләнмәне, ә ысын мәғәнәһендәге художестволы әҫәрҙәр тыуҙырып, халыҡтың аңына сафлыҡты, намыҫлылыҡты, илеңә тоғро булыуҙы һеңдерергә тырышты. Бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан һуң илебеҙҙең рухын, көсөн, матурлығын, булмышын халыҡҡа еткереү ролен үтәй ине. Был осорҙа иҫ киткес матур спектаклдәр ҡуйылды. Шул уҡ «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ»ты ғына алайыҡ. «Әсәләр көтәләр улдарын», «Гармунсы дуҫ», «Ярлыҡау», «Айгөл иле» һ.б. Республиканың башҡа театрҙарындала күпме матур спектаклдәр тыуҙырылды.