Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Силәбеләр беҙҙә ҡунаҡта

Әҙәбиәтебеҙгә Абдулҡадир Инан, Ҡадир Даян, Ғәлимов Сәләм, Кәтибә Кинйәбулатова кеүек мәшһүр әҙиптәрҙе биргән Силәбе ерендә бөгөн дә шиғри һүҙҙең, әҙәби ижадтың тымып торғаны юҡ. Силәбе, Магнитогорск ҡалаларында, Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондарында әҙәби саралар даими үткәрелеп тора. Өлкәлә «Уралым» тигән башҡортса гәзит сығып килә, ижадсылар өсөн Ғ. Сәләм исемендәге әҙәби премия булдырылған. Сосновка районында «Камин янында» исемле әҙәби түңәрәк эшләй. Магнитогорск ҡалаһы әҙәбиәтселәре беҙҙең Учалы, Әбйәлил райондары ижадсылары менән тығыҙ бәйләнештә. Бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға күршеләрҙең ижад емештәренән бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ. 

 

Бүләк

Беҙгә ниндәй бүләк кәрәк,

Баш ватып уйланабыҙ.

Матур төҫлө, килеш хаҡлы –

Бик оҙаҡ һайланабыҙ.

 

Берәй бүләк әгәр төшһә,

Уны беҙ яратмайбыҙ.

Ихлас күңел – бик ҙур бүләк,

Шуны бит аңламайбыҙ.

 

Йылы һүҙҙәр ишетеүе,

Яҡты ҡараш, саф йөрәк,

Йәшәү бәхетен тойоуы –

Шунан башҡа ни кәрәк?

 

Хоҙай биргән иң ҙур бүләк –

Ул беҙҙең ғүмеребеҙ.

Шул ғүмерҙең ҡәҙерен белеп

Йәшәргә тейештер беҙ.

 

Ҡартаймай йөрәк

Әй, ғүмеркәй үҙәндәре

Уҙа ла уҙа инде.

Оло юлдың туҙандары

Туҙа ла туҙа инде.

Ҡояшҡайым күк йөҙөндә

Ҡанат йәйгән ҡош ҡына:

Көнсығыштан балҡып тыуа,

Көнбайышта ул ҡуна.

 

Етешеп булмай көндәрҙең

Елдәй үткән яйына.

Көҙөн, ҡышын ҡаршылайбыҙ,

Туйып бөтмәй йәйенә.

 

Ғүмеркәйем, аҡ ҡошҡайым,

Аҙ ғына туҡта әле.

Йәшлегемдең нигеҙҙәрен

Үтәсәктәр бар әле.

 

Тик таң ата ла кис була,

Ваҡыт бер ҙә туҡтамай.

Йылдарым гөрләп үтһә лә,

Йөрәк һис тә ҡартаймай.

 

Йәш йөрәккәй тынысланмай,

Тормоштан ниҙер көтә.

Үҙ яйы менән ғүмерем

Һаман да үтә... Үтә...

 

Райхана Бикмөхәмәтова,

Сосновка районы, Султай ауылы.

 

Дүрт юллыҡтар

Бүләккә бирҙе атайым

Миңә башҡорт ҡурайын.

– Уйнап өйрән, ил ишетһен

Данлағанды Уралын!

                     *   *   *

Иртә менән ҡояш ҡалҡа,

Йыр һуҙа ла йылмая.

Моңайып йөрөмәгеҙ, тип

Йылы нурҙарын ҡоя.

                   *   *   *

Көсөк менән бесәйем

Кискә тиклем уйнаны.

Уларҙы ныҡ йүгертеп

Арытҡан йөн йомғағы.

 

Гөлсөм Хисмәтова.

 

Башҡорт ҡыҙы

Аҫылдарҙан аҫыл ташы –

Мәрйендәргә тиң.

Тәңре биргән көс хаҡында

Беләһеңме һин?

 

Һәр милләт араһынан

Балҡый был мунсаҡ,

Әйтерһең дә, мәңге яныр

Һүрелмәҫ усаҡ.

 

Зиннәт-хазиналарға

Алыштырғыһыҙ һин.

Мәңге һүнмәҫ гүзәллеккә

Сорналғанһың һин.

 

Наҙлы туташ, сит юлдарҙан

Булсы һин алыҫ.

Рух һис һүнмәҫ, күңелеңдә

Булһа саф намыҫ.

 

Өфөлә беренсе тапҡыр

Ниһайәт тә, күрҙем һине,

                                  Башҡортостан!

Күҙ ҡамашты ихлас балҡыштан.

Ысынлап икәнһең дә һин.

                                          Нурбостан,

Шау сәскәле бөйөк илем Гөлбостан!

 

Соҡор-саҡыр, борма-борма

                                          юлдарың да

Кәйефемде һис кенә лә боҙманы.

Урамдағы ығы-зығы, шау-шыу ҙа

Илһамланған күңелемде ҡырманы.

 

«Зауыҡ» өсөн генә килмәнем

                                           мин Өфөгә,

Мегаполис, һуҡыр бер тин кәрәгең!

Милләттәштәр һулаған

                                    был һауа, тиеп

Силәбенән рухташ яҡтар әйҙәне.

 

Әллә ҡайҙан нурҙар сәсеп,

                                     саҡырып тора

Матур мәсет – Ләлә-тюльпаның.

Ғорур ҡалҡан булып

                                   халҡын ҡурсый

Салауат тигән данлы уланың.

 

Марат Дауытов.

 

Йәшәйек әле

Динебеҙҙе ташламай йәшәйек әле,

Телебеҙҙе онотмай йәшнәйек әле.

Тарихыбыҙҙы юғалтмай,

                                   һаҡлайыҡ уны,

Рухыбыҙҙы сүпләмәй,

                                     паклайыҡ уны.

 

Тыуған илгә ҡайтмай

                               торабыҙ байтаҡ,

Ата-баба нигеҙен

                        һыуытмайыҡ ҡабат.

Ғаилә усағы, әйҙә, янһын гел баҙыҡ,

Мөхәббәтебеҙҙе һаҡлайыҡ наҙлап.

 

  Тормош йомғағым

Был йомғағым мине

Ҡайҙарға илтә?

Алда юл сатында

Нимәләр көтә?

 

Барҙыр хикмәтле лә

Төрлө төйөндәр.

Хәйерле юл ауыр,

Бирһен түҙемдәр.

 

Һағыш, кинәнес тә –

Барыһы булыр.

Йомғағымды һүтеп,

Донъялар ҡалыр.

 

Тик һис үкенмәйем –

Яҙмыш тәҡдире.

Һаҡлар үткәндәрҙе

Йомғаҡ-хәтерем.

Рәйсә Солтанова.

 

Хикмәттәр

Һантыйбикә

Урманда бер кемгә лә таныш булмаған йән эйәһе йәшәгән, ти. Уны Һантыйбикә тип йөрөткәндәр икән. Һантыйбикә урмандағы башҡа ҡоштарға ла, хайуандарға ла бер нисек тә оҡшамаған. Шулай ҙа уның хаҡында йәнлектәр бер-береһенән ишетеп белгәндәр, ти.

Һантыйбикәнең үҙенә генә хас бер үҙенсәлеге булған: ул кемде генә күрһә лә, көлә икән. Терпегә ул: «Һин аяҡлы сәнскес», ә айыуға: «Һин ҡамыт аяҡ, килбәтһеҙһең», – ти икән. Уныңса ҡуян оҙонғолаҡ, ә ишәк –- һантый. Беҙҙең Һантыйбикәбеҙ ваҡыты-ваҡыты менән Ҡояштың үҙенән дә көлә: үҙе шундай ҙур һәм эҫе, әммә ул кескәй генә болотто ла иретә алмай, имеш!..

Ул ана шулай көндәр буйы башҡаларҙан көлөп йөрөр булған. Һантыйбикәнең бындай ҡылығына урмандағы йәнлектәрҙең асыуҙары килгән, ә аҡыллыраҡтары иһә уға иғтибар итмәгәндәр, ти.

Бер көндө Һантыйбикә урман буйлап килә икән. Бара торғас уның алдында ҙур йылға барлыҡҡа килгән. Ул шул тиклем ҙур, хатта икенсе яры күренмәй ҙә икән. Шуныһы ҡыҙыҡ: йылғаның исеме Ғүмер тип атала, ти. Һантыйбикә йылғаға яҡын килһә, унда әллә кемдең көлкөлө ҡиәфәтен күргән: ҡош та түгел, хайуанға ла оҡшамаған.

Туҡталған да Һантыйбикә: «Кем икән был?» – тип оҙаҡ уйға батып торған. Башы тегенең әллә ниндәй оҙонса, ауҙы ҡыйшайыбыраҡ тора, ә күҙҙәре төрлө яҡҡа ҡарайҙар икән. Шундай әкәмәтте күреп, Һантыйбикә әй эсен тырнап көлә башлаған. Ярҙағы менән уҙышмаҡ, һыуҙағы ла көлә икән. Был хәлдән беҙҙең заттың бик ныҡ асыуы килгән һәм ул, тегегә тондорам, тип үҙе һыуға ҡолаған. Әллә йөҙә белмәгән, әллә берәй ботаҡҡа эләккән, бәлки, уны йылғалағы теге нәмәкәй батырғандыр. Тик уныһын Алла үҙе генә белә инде.

Көлөп тор ҙа көтөп тор, тигән боронғолар. Ә һеҙ, дуҫтар, нисек уйлайһығыҙ?

Рәхмәт ҡөҙрәте

Бер заман урман буйлап Аҙашма исемле терпе китеп бара икән. Юлы бешкән алмалары ҡыҙарышып торған алмағас янынан үтә, ти. Ағастың иң бейек  ботағында Минтимә исемле һайыҫҡан ултыра.  Терпенең шул тиклем дә алма тәмләп ҡарағыһы килгән. Тик ергә ҡойолған емештәр булмағас, ул һайыҫҡандан ярҙам һораған. Тегеһе шатланып риза булған һәм иң тәмле емеште өҙөп төшөргән. Аҙашма иһә хатта рәхмәт әйтергә лә онотоп, алманы йөкмәп өйөнә ашыҡҡан. Минтимәнең асыуына тейгән был ҡылыҡ: «Минһеҙ шул байлыҡҡа эйә булыр инеме ул?» Ләкин һайыҫҡан зарланып та өлгөрмәгән, алмағас дауам иткән: «Нимә тип һин үҙ оҫталығың менән маҡтанаһың? Минең йомартлығым булмаһа, ул алманы ҡайҙан алыр инең?» Унан һуң йомарт был алмағасты үҫтергән Ер тауыш биргән. Әгәр ул көс-ҡеүәт бирмәһә, алмағас үҫер инеме был ерҙә? Ул арала бәхәскә Күк тә ҡушылып киткән: Ҡояш һәм Йыһан булмаһа, Ер ҡайҙан ҡөҙрәт алыр ине?..

Ә терпе шатланып һаман алға йүгереүен белгән. Алға барған һайын күк йөҙө ҡараңғылана барған, ҡояшты болоттар ҡаплаған, ел сығып, ямғыр ҡоя башлаған, ти. Аҙашма юлдан яҙып, аҙашып киткән. Быны ул баяғы һайыҫҡан ултырған алмағас янына ҡабат килеп сыҡҡас аңлаған. Аҙашма тағы ла Минтимәгә мөрәжәғәт итеп, өйгә юлды күрһәтеүен үтенгән. «Мин һиңә баяғы ярҙам иткәйнем инде, ә һин рәхмәт тә әйтмәнең, шуға аҙашып йөрөйһөң бына», – булған тегенең яуабы. Аҙашма, ысынлап та, рәхмәт әйтергә онотҡанын иҫләп кенә торғанда, уны һайыҫҡан бүлдергән: «Мине түгел, алмағасты бәхиллә, уның алмаһын мин бит өҙөп кенә бирҙем...» Терпе Алмағасҡа йүгереп килгәс, уныһы Ер-әсәгә баш эйергә ҡушҡан – унан һут ала бит алмағас. Ер-әсә иһә Терпене ҡөҙрәтле күктәргә, Ҡояш ғалийәнәптәренә йүнәлткән...

Шул саҡ мөғжизә килеп сыҡҡан. Әллә Аҙашманың рәхмәтен Күктәр ишеткәнме, кинәт кенә ел тымған, ямғыр туҡтаған, Ҡояш йылмайып ебәргән. Тағы ла алмалар тейәп, бәхетле Терпе ҡайтып киткән.

Туған тел

йәки ниңә һандуғас шулай матур һайрай

Борон-борон заманда урман буйлап сәйер бер ҡош китеп барған, ти. Бөтә ҡоштар ҙа осоп йөрөй, ә был – ерҙән атлап бара. Уны Төлкө күреп ҡалған да: «Тотоп ашайым әле. Әллә ни һый түгел инде, ләкин тәғам бит әле», – тип уйлаған ул. Алдына сығып ултырған, ләкин ҡош төлкөгә иғтибар ҙа итмәй икән. Күрмәй, тимәк. Шунда ул ҡошҡа өндәшергә булған: «Әй, ҡошсоҡ, ҡайҙа китеп барыуың?» Ә тегенең ҡашы ғына ла һелкенеп ҡуйһасы! «Бәй, ул өҫтәүенә һаңғырау ҙа икән!» – тип уйлап ҡуйған төлкө. Йәл булып киткән уға был ҡошсоҡ. Ҡанатынан етәкләп, өйөнә алып ҡайтып киткән. Шулай итеп улар бергә йәшәй башлаған, ти. Бер йыл торғас, яҙғы бер матур иртәлә ҡошсоҡ юҡҡа сыҡҡан. Тышҡа сыҡҡандыр ҙа, берәй йыртҡысҡа ем булғандыр, тип уйлаған Төлкө. Тик уны бер кем дә тотоп ашамаған, үҙе сығып киткән. Бәлки, Төлкө менән йәшәү оҡшамағандыр уға йә ул ашаған ризыҡтар хуш килмәгәндер, кем белә.

Тағы ла китеп бара, ти, беҙҙең ҡошсоғобоҙ урман буйлап. Ә ҡаршыһына Айыу килә. Аптырап туҡтап ҡалған, ти, Айыу уға ҡарап: сәйер ҡош юл буйлап түгел, ә эләгә-һөрлөгә ташлыҡтан атлай! «Осоп китмәһә, тотоп ашайым!» – тип уйлаған Айыу. Ә ҡошсоҡ осорға уйламай ҙа, хатта Айыуға иғтибар ҙа итмәй, ти! Айыуға был бик ғәжәп күренгән. «Һуҡырҙыр ул, күрәһең», – тигән фекергә килгән Айыу. «Ни өсөн, ҡошҡай, һин ерҙән тәнтерәкләйһең, ҡанаттарың һынғанмы әллә?» – тигән, ти, Айыу. Яуап бирмәгән ҡошсоҡ, хатта ишетмәгән дә һымаҡ. Шунан һуң Айыуға ла ҡошсоҡ йәл булып киткән, уны күтәреп, өйөнә алып ҡайтҡан. Бергә йәшәй башлаған, ти, улар, емеш-еләк, бәшмәк йыйғандар, бал ҡорттарын туҙҙырып, бал йыйғандар, тик ҡошҡай һаман бер ни өндәшмәгән. Айыу уны һәр яҡтан ҡурсалап ҡына торған. Ләкин һаҡлап тота алмаған, киләһе яҙҙа ҡошсоҡ ғәйеп булған. «Берәй йыртҡыс тырнағына эләккәндер», – тип уйлап ҡуйған Айыу. Ләкин ҡошсоҡ иҫән-һау булған. Бәлки, Айыуҙың йәшәү рәүеше оҡшамағандыр уға, ҡоштар өңдә йәшәмәй бит. Нисек булһа ла, сығып киткән инде.

Урман буйлап китеп бара ҡошсоҡ, ә ҡаршыға бер туп ҡоштар осоп килә икән. Уны күреп ҡалып, ҡоштар түбәнәйгән, осар заттың ерҙән йөрөп ятыуына ғәжәпләнгән: «Ни өсөн һин, дуҫҡай, осоп йөрөмәйһең, ә ерҙән йөрөйһөң? Сирләйһеңме, әллә ҡанатың зәғифме?» Ә ул һаман атлап бара, ишетмәй ҙә. Һуҡыр ҙа, һаңғырау ҙа тиңдәштәре йәл булып киткән ҡоштарға, уны эләктереп алғандар ҙа, күккә күтәреп, ояларына осоп киткәндәр, ти. Уларға – һандуғастарға ныҡ оҡшаған был йән эйәһен улар ҡурсалап ҡына йөрөткәндәр. Шундай уҡ суҡыш, ҡанаттар, тик бына тауышын ғына ишеткәндәре юҡ. Шулай итеп улар көҙгә тиклем йәшәгән, ти. Һалҡындар төшкәс, ҡараһалар, бер иртәлә ҡошсоҡ юҡ икән. Аптырашҡан ҡоштар: йыртҡыс тырнағына эләккәнме, әллә оянан йығылып төшкәнме?

Ә был ваҡытта Ҡошсоҡ бик юғарыла осоп, һандуғастар ғына түгел, урманда бер кем дә ишетмәгән матур йырҙы һайрап йөрөй икән. Ҡоштар тағы ла аптырауға төшкән: «Ул беҙҙе алдап ҡына йөрөгәнме, шәфҡәтлегебеҙ өсөн шулмы рәхмәте?» Ни булған, тип төпсөшә башлаған, ти, ҡоштар тубы дәррәү. Ул саф ҡоштар телендә яуап биргән: «Мин үҙемдең дуҫтарым – Төлкө менән Айыуға рәхмәт әйтергә барып ҡайттым, ә хәҙер рәхмәтемде һеҙгә лә еткерергә, тип килеп еттем». Шунан ҡошсоҡ уларға һағышлы үткәндәрен бәйән иткән, ти: «Мин бик иртә етем ҡалдым һәм шул сәбәпле, үҙемдең туған телемде белмәй үҫтем. Юлымда төрлө йәнлек-ҡоштар осрап торҙо, кеме мәрхәмәтлек күрһәтте, ә кеме суҡышыма таш та ҡыҫтырғыланы. Һеҙҙе, шундай туған һәм моңлоларҙы осратҡансы, шулай йәшәп яттым. Туған телемдең ниндәй икәнлеген белмәгәс, шымырға тура килде. Ошо йылдар эсендә, әллә күпме телдәр өйрәнһәм дә, ысынлап һуҡыр һәм һаңғырау булыуҙың ни икәнен аңланым мин. «Ә ни өсөн һин Төлкө менән Айыуҙан ҡастың?» – «Сөнки, – тип яуаплаған Һандуғас, – әгәр улар минең ысынлап һуҡыр һәм телһеҙ түгел икәнлегемә төшөнһәләр, алдаҡсы, тип һанап ашап ҡуйырҙар ине. Уларҙың фиғелен аңлап бөткәйнем инде мин. Шуға ла уларҙан киттем. Ә бына һеҙҙең менән осрашҡас, бигерәк тә телегеҙҙе өйрәнгәс, мин ысынлап күрә башланым һәм тауышым асылды. Хәҙер мин үҙ һандуғас телемдә һайрай алам, ә туған телеңдә һөйләшеү шундай рәхәт икән!»

Урал Ҡолошев.

 

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Асарбаҡ

– Һыу, һыу! Әсәй!

Сарсап иҫенә килде Марат. Бер йотом һыу, ти, телен саҡ ҡыбырлатып, һыу, тип шыбырлай. Үҙе ниндәйҙер ҡараңғылыҡта: үлеме, тереме? Тамаҡ төбөнән ғыжылдай тауышы, ҡысҡыра кеүек, тик берәү ишетмәй. Ни ваҡыт ятҡандыр, тәне һиҙмәй... Шул саҡ әсәһен иҫенә төшөрҙө, ярлыҡау һораны. Бәй, әсәһе өҫтән ҡарап тора, ниңәлер башын сайҡай, бармаҡ янай. Бына ул юҡҡа сыҡты – Марат тағы ла упҡынға осто.

...Ана, урман ситенә еңел машина килеп туҡтаны. Машинаның ишеген асыуға, хужаның эте урманға сапты. Иркенлекте тойоп һыпырта ғына! Һы, нимәлер табып алды ла абалап өрә башланы. Фәнүр тәмәке көйрәтеп, машинаһының янында уйҙарға бирелеп тора бирҙе лә эте артынан китте.

Ни күрә: берәүҙең һушһыҙ кәүҙәһе. Һис танырлыҡ түгел. Пульсын табырға тырышып, ҡапшап ҡараны ла, кеҫә телефонын алып, «Тиҙ ярҙам» саҡырҙы... Кемдеңдер бит ғәзиз кешеһе, эҙләйҙәрҙер, тип уйланы. «03» килеп етеүгә, Фәнүр уларға телефон номерын, йәшәү ерен әйтеп, этен эйәртеп, машинаһына ыңғайланы.

Фәнүр үҙе төпкөл ауылдан. Бала сағынан эшһөйәр, уҡыуға әүәҫ булды. Ҙур ғаиләлә үҫһә лә, һәр саҡ кешегә ихтирамлы, ярҙамсыл ине. Ауылдан сығып киткәнгә 35 йыл үткән. Күрше ауылға йөрөп уҡыны, аҙаҡ – институт. Ҡатынын да әлеге вузда тапты, һөйөштөләр, өсөнсө курста яҙылыштылар. Йыйылышып, һәр береһенән тәмлекәстәрен бер өҫтәлгә йыйып, күмәкләшеп сәй эстеләр, шулай ҡыҙыл туй булды.

Яҡшы уҡыған өсөн ҡатыны менән икеһен дә ҡалала ҡалдырҙылар. Шәүрәһе лабораторияла эш башланы, Фәнүр – цехта. Ябай инженер, мастер, начальник, өлкән инженер – ауыл егетенең эш һикәлтәләре. Малайҙары Шамил вузда уҡып йөрөй.

Тик бер көн килеп ҡырау һуҡты уларҙың һөйөү гөлөнә! Ғаиләне донъя аҫтын өҫкә әйләндерҙе. Фәнүрҙең һөйөклө ҡатыны Шәүрә, ҡапыл ғына малайы менән ирен ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте.

...Фәнүр ҡартайҙы, сәсе бер төндә ап-аҡ булды, күҙҙәре төпкә батты, көн дә ҡайғыһын араҡы менән йыуҙы. Эшкә саҡ барып ҡайта, улы менән өнһөҙ генә ашайҙар. Шунан улы уҡыу менән була, ә Фәнүр шешә ҡосаҡлай. Эшендә яңғыҙаҡ ҡатындар саба артынан, күршеләге ҡатындар ҙа күҙләй. Фәнүр аҙыҡ-түлек алғанда зәм-зәм һыуын да онотмай. Улы бер көн бик тә әсенеп атаһына:

– Их, әсәйем ҡайтһа ине бер көнгә, беҙҙе ул ғына бергә бәйләгән икән! Ә һине, атай, улай уҡ көсһөҙ, тип уйламағайным. Беҙ икәү генә, күп бала булһаҡ, ни эшләр инең? Әсәйем килеп күрһәсе һинең нисек аҫҡа тәгәрәүеңде. Әсәйемде араҡыға алмаштырҙың бит. Һинең өсөн өҙөлөп торған кеше юҡ, башҡаларға фатирың, аҡсаң ғына кәрәк, – тине.

Фәнүрҙе көн буйына шул һүҙҙәр борсоп торҙо: «көсһөҙ, тәгәрәй».

***

Эсеүҙе ҡуйып, башын күтәреп ҡарай башланы, ысынбарлыҡта донъя шул көйө, имеш. Ҡатын-ҡыҙҙар шылтырата. Фәнүр ҡотолорға уйланы әрһеҙ ҡатындарҙан. Уйлап тапты: һәр кис алам-һалам кейеп сығып китә, битенә бысраҡ һөртөп йөрөй. Шулай барып эләкте «бомж»дарға. Йөрөй торғас, тегеләр быны үҙ итеп ҡабул итте. Бер йәш ҡатынды осратты, көн дә балауыҙ һыҡҡан һылыуҡай менән танышырға теләге лә ҙур ине.

Кемдәр генә юҡ! Юғары белемле белгестәр, ябай кеше, эске яратыусы, үҙ исемен дә белмәгән «башын юғалтыусы», еңел кәсеп эҙләп йөрөгәндәр, ҡол урынына һәптәнләүселәр, әзмәүерҙәй ирҙәр, һөйөү эҙләгәндәр, фатирһыҙ ҡалыусылар, осраҡлы эләккәндәр... Йәш ҡатын менән һөйләшергә яҡынлашҡайны, бер ир тороп баҫты, яҡын юллама, ул минеке, тине.

Бер көн барыһы ла байрам итеп, мыңғы иҫергәс, Фәнүр эсмәй, түгеп ултырҙы, ҡатынға ымлап, сығып китте. Төнгө урам буйлап оҙаҡ йөрөнөләр. Баҡтиһәң, йәш ҡатын ире үлгәс, оло йәштәге ҡәйнә менән ҡайны елкәһендә ултырырға теләмәй, эш эҙләп ҡалаға юлланған. Тик эш эҙләргә өлгөрмәгән, вокзалда барлыҡ аҡсаһы менән паспортын, урлатҡан. Ҡайҙа барһын, шул саҡ ошо мужик уны ошо «төйәк»кә килтергән. Әйткән: «Мин – һинең хужаң!» Бер кеше менән һөйләшергә ярамай! Ҡасып ҡараған, кире тотоп алып килгән, ныҡ итеп кешеләр алдында туҡмаған, бер кем яҡлашмаған. Бына шулай подвал кешеһенә әйләнгән Нәйрә. Әле лә ҡайтып етмәһә, «ир» уянғас, тағы ла уны туҡмаҡ көтә.

Фәнүр, тағы һөйләшербеҙ әле, тип Нәйрә менән хушлашып ҡайтып китте. Бер аҙна буйына уйланды Фәнүр. Меҫкен ҡатын йәл... «Бәлки, өйгә алып ҡайтып, йәшәп ҡараһа? Тик малай нисек ҡабул итер?»

Бына шулай яһалма «бомж» булып ике ай йөрөнө, хатта малайы һиҙенә башланы:

– Атай, һин эсеүҙе ташлап, ҡый багында эҙләнеүгә күстеңме, йыуыныу бүлмәһенән һаҫыҡ еҫ килә ләһә? – тине.

Фәнүр был юлды ташларға ҡарар итте. Ныҡ эскәнен көттө теге имәнес ирҙең, аҙаҡ шыпырт ҡына Нәйрәгә өндәште:

– Минең менән бараһыңмы, әллә һаман ошонда йәшәйһеңме? Өндәшмәгәйне, һөйрәкләп тигәндәй, ҡулынан тотоп алып сығып китте лә барҙы.

– Беҙ ҡайҙа барабыҙ? Теге тапһа, мине үлтерә бит.

– Миңә ышанһың, бараһың! Юҡ икән, юҡ...

Нәйрә эйәрҙе. Шыпырт ҡына атлап килделәр, бар булған өҫкө кейемен, әйберҙәрен ҡыйлыҡҡа ташлап, подъезға инделәр. Нәйрә:

– Беҙ урлашырға килдекме, тотоп алһалар? – тип шыбырланы.

– Юҡ, шым! – Ауыҙына бармағын терәп ымланы Фәнүр.

Фәнүр ишекте асҡысы менән асып, алға юл күрһәтте, Нәйрә ҡурҡып артҡа сигенде. Фәнүр уның ҡулынан тартып индерҙе лә шым ғына ишекте бикләне.

Йыуыныу бүлмәһендә япма тартып, йыуынып бөткәс үрелеп халат алып кейҙе лә Нәйрәгә: – Йыуын, мин хәҙер, – тине һәм кухняға үтте, газ тоҡандырҙы, сәйнүк ҡуйҙы. Йоҡо бүлмәһенән мәрхүмә Шәүрәнең халатын алып, еҫкәп (күңеленән хушлашып), таҫтамалын йыуыныу бүлмәһенә индерҙе лә:

– Йыуынып бөткәс, кейерһең, – тип ҡушты.

Үҙе аш бүлмәһендә өҫтәл әҙерләне. Нәйрә ваннанан сығып, аптырап ҡарап, шым ғына һораны:

– Бында беҙҙе бер кем дә белмәйме?

– Юҡ...

– Ә хужалары ҡайҙа?

– Мин...

Фәнүр Нәйрәгә өҫтәл артынан урын күрһәтте. Шунан ишекте ябып, аңлата башланы. Нәйрә иҫе китеп тыңлап ултырҙы. Нәйрәнең башында бер генә уй: «Нисек бар нәмәң була тороп, бомж булып йөрөмәк кәрәк? Үҙенең оло ҡайны-ҡәйнәһен ташлап сығып китеүҙәрен, киләсәктә бер кем эҙләмәйәсәген, балалар йортонда үҫкәс, кемгә кәрәге бар?» – тигән уйҙар йүгереп үтте башынан.

Сәй эсеп бөткәс, өҫтәлде йыйыштырҙы ла Фәнүр тиҙ генә үҙенең, Нәйрәнең кейемдәрен төрөп, ташлап килде. Нәйрә сынаяҡтарҙы йыуып ҡуйҙы. Фәнүр йоҡо бүлмәһен ишеген асып Нәйрәгә, Шәүрәһенең урынын күрһәтте.

– Мин иртә менән эшкә китәм, бер кешегә лә ишек асма, өйҙә бул, Шамилдың асҡысы бар. Хәҙер – әүәй!

Башы яҫтыҡҡа тейеү менән йоҡоға сумды. Тик Нәйрә генә төнгө ҡалаға ҡарап, уйҙарға батты. Киләсәге нисек булыр? Тағы ниндәй мажаралар көтә? Үҙенең бәхетһеҙ булып тыуғанын, барлыҡ үткән юлын иҫенә төшөрөп, балауыҙ һыҡты.

***

Таң атҡан, ҡояш апаруҡ күтәрелгән. Нәйрә күҙҙәрен асып тирә-яҡҡа ҡарап, кисәге үткән төнгө ваҡиғаны тағы бер мәртәбә башынан үткәреп, һикереп торҙо. Йыуынып алды. Аш бүлмәһендә сәй эсеп алғас, һыуытҡыстан ит киҫәге табып, бешерергә ҡуйҙы. Биҙрәгә һыу ҡойоп, барлыҡ бүлмәләрҙең саңын һөртөп, иҙәндәрҙе йыуып сыҡты. Бәрәңге таҙартты, эҙләй торғас, он табып, һалма йәйҙе. Шул саҡ ишек асҡан тауыш ишетеп, аш бүлмәһенә инде лә, тын алырға ҡурҡып, ултыра бирҙе. Шамил үҙенең бүлмәһенә үткәс, аш бүлмәһендә ҡатып ҡалған ҡатынды күреп, һүҙ ҡушты:

– Атай, һин өйҙәме? Һеҙ кем булаһығыҙ?

– ...

– Таныш булайыҡ, мин Шамил булам.

– Нәйрә.

– Атайым миңә бер нәмә лә өндәшмәне, ул бөгөн иртә ҡайтып, тәмле ужин бешергән, тип уйлаһам. – Шамил яйлап өҫтәл эргәһенә ултырҙы: – Аш еҫе хатта подъезға таралған.

Фәнүр ҡайтып инде. Шамил атаһына:

– Атай, өйҙә кеше барлығын иҫкәртергә кәрәк ине, – тигән булды.

– Нәйрә, һин ҡайҙа? Ҡалай өйгә нур ингән!

Нәйрә ҡыйыуһыҙ ғына аш бүлмәһенән күренде.

– Мин бешерҙем, әйҙәгеҙ өҫтәлгә.

– Таныш бул, Нәйрә апайың.

– Ә беҙ таныштыҡ, тик ниңә алдан әйтмәнең?

Шым ғына һыйландылар. Шамил ҡайҙалыр сығып китте, Нәйрә һауыт-һабаны йыуып, бар нәмәне урынына ҡуйып, һаҡ ҡына баҫып ҡунаҡ бүлмәһенә сыҡты. Фәнүр телевизор ҡарай. Нәйрә лә телевизорға текләне. Фәнүр боролоп ҡараны ла, тағы телевизорға текләп, ултыра бирҙе.

Күпмелер ваҡыт үткәс, Фәнүр Нәйрәгә:

– Әйҙә, сәй эсеп алайыҡ, – тине.

Сәй эстеләр, Фәнүр һүҙ башланы:

– Ҡатыным менән юғары уҡыу йортонда бергә уҡығайныҡ. Бергә эшләнек, малай тыуҙы, фатир алдыҡ. Шәүрә ҡапыл ауырып, әрәм булды. Эскелек һаҙлығына батып барғанда, малай иҫкә килтерҙе. «Бомж» булып йөрөп, «әҙер ир» эҙләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙан ҡотолдом. Мин һине күреү менән аңланым: һинең ауыр хәлгә тарығаныңды йәлләнем дә. Аңлаһаң мине, бергә йәшәйек, юҡ икән, «теге яҡҡа» юлды беләһең.

Өйҙәш йәшәй башланылар. Паспорт яңыртып, эшкә урынлашты Нәйрә. Шамил яҡшы ҡабул итте Нәйрә апайын. Шамилға кәләш алып бирҙеләр, туй үткәрҙеләр. Йәй бергәләшеп яңы һатып алған баҡсала эшләйҙәр, ял итәләр. Нәйрәнең ҡайны-ҡәйнәһенә ҡунаҡҡа ла баралар. Эш-көштә балалар ярҙам итә. Барыһы ла бәхетле кеүек, тик Фәнүр ҡыйын саҡтарында Шәүрәһенең ҡәберенә барып урай, аяттар уҡыта.

***

Кеше һәр саҡ бәхетте үҙ ҡулдары, үҙ аҡылы менән таба. Ә бер батып, бер ҡалҡҡан саҡта тормош донъяһында йөҙөп китәләр, батырға теләгәндәр иһә аҫҡа, һыу төбөнә китә...

Бына бөгөн табылған Марат кеүек ишеләр. Марат та тыңлаусан, әсәй елкәһендә иркә үҫкән кеше.

Әсәһе Маратҡа ун һигеҙ йәшенә мотоцикл алып бирҙе, әрменән ҡайтыуын көттө. Тик һаулығы ҡаҡшағайны, күп тә тормай вафат булды. Марат бер үҙе тороп ҡалды, өйләнмәгән, ауылда эш юҡ. Кәсеп эҙләп сығып китте ҡалаға. Эш табалмай, әсәһенән ҡалған аҡсаны бөтөрөп, харам табыш эҙләүселәргә юлығып, асарбаҡланып, үҙ-үҙен юғалтты. Дауаханала иҫенә килмәй, зыяратҡа әсәһе янына юл алды. Уны исемһеҙҙәр ҡәберлегенә күмделәр. Ә исемһеҙ ерләнгәндәр бихисап, тимәк, үҙҙәрен юғалтыусылар ҙа бик күп. Эй, тормош, тормош, күпме һынауҙар ҡуяһың кеше алдына!

Сәфинә ХӘКИМОВА.

Магнитогорск ҡалаһы.