Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ким Садиҡов

Үҙебеҙҙең рәссам

Күренекле рәссам Рәшит Фәтих улы Имашев 1939 йылда Миәкә районы Аҙнай ауылында тыуа. Ата-әсәһе уҡытыусылар. Фәтих ағай Рейхстагты ҡамағанда, Берлинда ятып ҡала. Рәшит Өфөнөң туғыҙынсы интернатын (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты), Ҡазан һынлы сәнғәт училищеһын һәм Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт һынлы сәнғәт институтын тамамлай. Мәктәптә уҡығанда рәсемдәре «Азат хатын», «Һәнәк», «Чаян», «Детский мир», «Юность» журналдарында баҫыла башлай. Ул – рәсем сәнғәте, китап, гәзит-журнал графикаһы оҫтаһы. Меңдән ашыу рәсем авторы. Әҫәрҙәре Рәсәй һәм күп сит ил галереяларында, «Иртә» – Мәскәү Третьяков күргәҙмәһендә, «Хат» – Санкт-Петербург Рус музейында, Ҡазандағы «Космос», Салауаттағы Салауат мозаик-монументаль эше ике ҡаланың да һоҡланғыс күрке. Әҫәрҙәре менән халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк һәм республикалар күргәҙмәләрендә ҡатнашты.        Ғ. Туҡай, Ғ. Ибраһимов, Х. Туфан, С. Сәйҙәш, М. Йәлил, Н. Йыһанов, Ҡ. Кулиев. Ф. Хемингуэй, Ф. Кастро, Л. Корвалан һәм башҡа дәүләт эшмәкәрҙәре, азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшеүселәрҙең портреттарын яҙҙы. Ҡәрҙәш республикаларҙың тәүге президенттары М. Рәхимов һәм М. Шәймиевтың юғары сәнғәтле рәсемдәрен төшөрҙө. Рәссам оҙаҡ йылдар Ҡазанда йәшәне. Ҡатыны Тәнзилә республика профсоюз комитетында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Улы Рауил Канадала, киноактер, ҡыҙы Наилә – тарих фәндәре кандидаты, ғилми институтта эшләй.

Бала саҡ

1941 йыл. Йырҙарҙа йырланған гүзәл Өйәҙе буйына һыйынып ултырған Аҙнай ауылы осонда, өйәңке, тирәк, муйылдар йәнәшәһендә, күркәм яңы йорт ҡалҡып сыҡты. Ифрат тырышһалар ҙа, көнө-төнө ал-ял белмәй эшләһәләр ҙә, мейес сығарырға, тәҙрә ҡуйырға өлгөрмәнеләр. Һуғыш тиҙ тамамлана, тип һөйләйҙәр, әсәһендә йәшәп торор. Ил өҫтөнә ябырылған фажиғәнең 1410 көнгә һуҙылаһын бер кем дә белмәй ине әле. Ҙур өмөттәр бағлап төҙөгән өйҙә йәшәргә насип булманы. Ире Фәтихте фронтҡа оҙатҡас, Сәғиҙә ике йәшлек улы Рәшитте эйәртеп, тау итәгендәге һуҡмаҡтан туранан Аҙнайҙан Исламғолға – «осоп сыҡҡан ояһына», әсәһе Йәмилә янына ҡайтты. Рәшит әсәһенең бер туған һеңлеһе, йәштәше Факия менән өләсәһе Йәмилә апай тәрбиәһендә үҫте. Сыр-сыу килеп уйнай-уйнайҙар ҙа һуғышалар, шунан дуҫлашалар. «Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!» – тигән ынтылыш менән йәшәгән һәм эшләгән йылдар. Тиҙҙән Сәғиҙәне Ҡырғыҙ-Миәкәгә, мәғариф бүлегенә саҡыртып алалар һәм... 70 саҡрымдағы Өршәк ауылына уҡытыусы итеп тәғәйенләйҙәр. Аттар йонсоу, ҡорсаңғы, аслыҡтан яфа сиккән, кешеләре лә ҡытлыҡтан ыҙаланған, йәйәү йөрөгән мәл. Бала менән яфаланмаһын, тип Йәмилә апай Рәшитте алып ҡалды. Сәғиҙәһе улын өҙөлөп һағынһа ла, һирәк ҡайтты: ара йыраҡ, аслыҡ, бер ҡайтҡанда ике пар сабата туҙа, дәрес өҫтөнә дәрес... Һирәк күрешкәнлектән, Факияға эйәреп, Рәшит өләсәһенә әсәй, әсәһенә апай, тип өндәшә ине.

– Рәшит кескәй саҡтан рәсем менән мауыҡты, – тип иҫкә ала «Миәкә» совхозында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Факия Ғөбәйҙулла ҡыҙы Туғанова-Имашева. – Бейек тирәк башына менеп ултыра ла сәғәттәр буйы ағастарҙың йылғалағы күләгәһен, сағылышын күҙәтә. Был, бәлки, реаль ысынбарлыҡты рәсем сәнғәтендә сағылдырыуҙа беренсе аҙымдар булғандыр. Кеҫәһендә ағас күмере, аҡбур йөрөтә. Ҡаршы тауға менә лә ишек ҙурлығындағы таштарға һүрәт төшөрә, тиҫтәләгән эскиздар яһай.

Ниһайәт, шатланып, этюд эшләргә тотона. Ауыл ҡапҡаларына аҡбур менән аҡҡош, мышы, йәнлек, хайуан, ағас һүрәттәре төшөрә, кешеләр быға һис асыуланмай: яратып, йылмайып ҡарайҙар. Бер саҡ һабаҡташына шаян шарж эшләгән, ә тегеһе уны туҡмаған, ауыҙын-моронон бәлшәйтеп, илап ҡайтҡан. Ул һәр саҡ үҙе эшләп алған блокнот һәм ҡыҫҡа ғына ҡәләм йөрөттө.

Йәмилә апай йомалары

Һәр йомала Йәмилә апайҙың өйөнә ҡатын-ҡыҙ йыйыла. Ирҙәр һуғышта. Үлем ҡағыҙҙарынан ауыл һыҡрай, һүҙ һәр саҡ Еңеү тураһында. Йыр-моң, уйын-көлкө менән ҡай саҡ күңелдәрен күтәрһәләр ҙә, һағыш-ҡайғы уларҙың йөрәген әрнетә. «Буранбай», «Сәлимәкәй», «Таштуғай» кеүек оҙон көйҙәрҙе һуҙалар. «Әпипә»не лә бейеп алалар. Улар бер үк ваҡытта эшләй ҙә: Йәмилә апай фронт өсөн бәрәңге киптерә, ҡалғандар ойоҡбаш, бейәләй бәйләй, йөн иләй, яугирҙарға тәмәке янсығы нағышлай.

Апай аҡыллы, баҫалҡы, йор һүҙле, әхирәттәре әйтмешләй, «ҡойоп ҡуйған әртис», «көлкө ҡапсығы», боронғо йолаларҙы яҡшы белә. Ҡатын-ҡыҙ менән һабанға егелеп ер һөрә, тырмата, бейек-бейек эҫкерттәргә ынтылып, көлтә ырғыта. Үҙ-үҙен аямай тартҡан йөк аты, орденһыҙ герой! Һуңғы ваҡытта йөрәк әрнеүҙәренә түҙә алмай: һуғыш һыҙығына яҡынлашҡанда, дошман поезды бомбаға тота, Ғөбәйҙуллаһы вагонда үлеп ҡала. Йәмилә апай күҙ йәштәрен Рәшиттән йәшерә торғайны. Рәссам һуғыш йылдары ҡатын-ҡыҙҙары рәсемдәрендә өләсәһен мәңгеләштерҙе. Уның күркәм сифаттарына таянып, юғары сәнғәтле образдар тыуҙырҙы. Йәмилә апай – билдәле һәм онотолған таланттар биргән ырыу килене. Уны үҙ итәләр, яҡын күрәләр, яраталар, хөрмәтләйҙәр. Династия, тигәндәй, иренең энеһе Булат Имашев 1939 – 1944 йылдарҙа Башҡорт опера һәм балет театры директоры һәм баш режиссеры була, күп әҫәрҙәр сәхнәләштергән күренекле сәнғәт әһеле. 1944 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Тағы бер талант: Башҡорт драма театрының рәссам-биҙәүсеһе Ғәлиә Имашева сәнғәт офоҡтарын тағы ла киңәйтеп ебәрҙе. Тарих, әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә яңы Имашевтар күтәрелеп килә.

Һәләтле, булдыҡлы талант эйәһе улар, Имашевтар нәҫеле. Үрге Дим-Өйәҙе буйында Рәшиттең әсәһе Сәғиҙә апайҙан да оҫта йырсы юҡ.

Моң шишмәһе... Миңә ҡалһа, 92 йәшлек Сәғиҙә әбейҙең йыраҡтарға таралған үҙәк өҙгөс бөгөнгө моң-һағышын Татарстан ерендә мәңгелек йоҡоға талған һөйөклө улы Рәшит Имашев тыңлап ята һәм үҙе лә ҡушылып моңаялыр һымаҡ. Халыҡ йырҙарына һоҡланып туймаған рәссам үҙе лә оҫта, моңло, аһәңле итеп йырлай торғайны.

Күренекле кешеләр менән аралашыу

Беҙ ике яҡташ, 60-сы йылдар башында бергә уҡыныҡ. Рәшит – Ҡазан һынлы сәнғәт училищеһында, мин – университетта. Минең янға килеп йөрөһә лә, «ҡулға ла теймәй». Уны «һә» тигәнсе Рауил Фәйзуллин (Татарстандың халыҡ шағиры), Мирҡасим Усманов (тарих фәндәре докторы, академик), Индус Таһиров (тарих фәндәре докторы, академик), Тәлғәт Ғәлиуллин (филология фәндәре докторы), Вәкиф Нуруллин (яҙыусы), Шамил Маннанов (шағир) кеүек талантлы егеттәр уратып ала. Кемдер хикәйә, повестарына иллюстрация яһауҙы, берәүҙәр сығасаҡ китаптарына графика эшләүҙе үтенә. Рәссам һәр саҡ һәр кемгә ярҙамлашты. Рәшитте тарих-филология факультетында үткәрелгән кисәләргә йыш саҡырҙылар. Бында һәм яҙыусылар үткәргән «Әҙәби йома»ларҙа ул яҙыусы, шағир, сәнғәт кешеләре, ғалимдар менән ныҡ аралашты.

Рәшит сәнғәт училищеһының һуңғы курстарында рәссам булараҡ формалашты. Серле һөнәрҙең нескәлектәренә төшөндө. Хыялын тормошҡа ашырыу өсөн тынғыһыҙ эшкә сумды. Ниһайәт, «Имашев стиле» барлыҡҡа килде. Х. Туфан, С. Хәким Рәшиттең яҡын дуҫтарына әүерелде. Рәссам уларҙы оҙон-оҙаҡ үҙенең ҡаршыһында ултыртып портреттарын яҙҙы. Бер саҡ Хәсән ағай яҡташыма «Дауыллы йылдар» лирикаһын бүләк итте. Унда шағир былай тип яҙған:

...Һин дә бит бер

Туҡтарһыңдыр, йөрәк.

Ә шулай ҙа, ниңә һин... тыныс

Бына шундай – йәшәп туя алмаҫлыҡ

Ғәжәп нимә шул һин, и Тормош.

Ижад үрҙәренә менгәндә

Рәшит пак күңелле, тыныс холоҡло, шаян, юморға бай булғанғамы, кешеләр вә мәшһүр шәхестәр менән дә тиҙ аралаша торғайны. Ике республиканың ике президенты ла рәссамдың уңыштарына шатлана ине. Был юлдарҙы яҙғанда, өҫтәлемдә М. Рәхимов һәм М. Шәймиевтың рәссам менән шатлыҡлы минуттарында төшкән рәсемдәре ята. Рәшит, йәш аралары ҙур булыуға ҡарамаҫтан,   Х. Туфан менән айырылғыһыҙ дуҫ булды.

Ғөмүмән, Х. Туфан, С. Хәким, М. Кәрим йәш рәссамдың рухи үҫешенә, ижади эшмәкәрлегенә ҙур этәргес һәм тәьҫир яһанылар. Был өс әҙип Рәшиттең ижади уңыштарына сикһеҙ шатланалар ине. Рәссамдың 1986 йылдың 10 июнендә үткәрелгән күргәҙмәһе уңайы менән Мостай Кәрим былай тип яҙҙы: «Бөгөн минең яҡташым, күптән яратҡан рәссамым Рәшит Имашевтың күргәҙмәһе асыла. Бында ҡуйылған эштәрҙе күреп, бик ҡыуандым, Рәшиттең йылдан-йыл үҫә барыуын күреп, эске ғорурлыҡ кисерҙем, Татарстандың игелекле ижади тупрағында ғәйрәт алған талант матур емештәр биргән».

Р. Имашев күп яҡлы темаға мөрәжәғәт итте. Уның әҫәрҙәрендә тарихи осор, һуғыш, илде тергеҙеү геройҙары, һалдаттар, тыл кешеләре, төҙөлөштә ҡатнашыусылар, эшсе, крәҫтиән, нефтсе, металлург, студенттар, йәштәр, балалар... Уның һәр рәсемендә кеше, уның уй-фекерҙәре, шатлыҡ-ҡайғылары, ынтылышы сағыла.

Ул торған һайын ижад үрҙәренә күтәрелде. Уға ҙур ҡаҙаныштар, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Ул – Фәтих Кәрим, Мифтахетдин Аҡмулла премиялары лауреаты.

2008 йылдың 30 декабре рәссамға тағы бер ҙур шатлыҡ алып килде. Татарстан Республикаһы Президенты Указы менән һынлы сәнғәт өлкәһендәге оло ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ нәтижәле хеҙмәте өсөн Имашев Рәшит Фәтих улына «Татарстан Республикаһының халыҡ рәссамы» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Яҡташ образын тыуҙырған яҡташ

Татар әҙәбиәте кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы Хатип ағай Ғосман бер осрашҡанда: «Күргәҙмәлә яҡташығыҙ Рәшит Имашев рәсемдәрен ҡарағанда тетрәндем, һуғыш йылдары ғазаптарын кисергән ҡатын-ҡыҙҙарҙы нисек оҫта тасуирлаған, уларҙы күргәс, тәндәрем сымырҙап китте, күҙемдән йәштәр сыҡты... Яйын табып, икәүләп бер килеп китегеҙ әле, зинһар», – тине.

Ғалим беҙҙе шатланып ҡаршы алды. «Өфөлә булып ҡайттым, – тип һүҙен башланы. Яҡташығыҙ Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын халыҡҡа ҡайтарып биреү буйынса етди саралар үткәрергә йыйыналар, һеҙ, Рәшит туған, Аҡмулла мираҫына ҡағылышлы рәсемдәр ижад итһәгеҙ, дөйөм эшкә ҙур өлөш булыр ине», – тине лә әҙиптең Ҡазанда баҫылған берҙән-бер йыйынтығының шиғырҙар күсермәләрен бирҙе.

Рәссам уйланырға мәжбүр булды. Йәйге каникулда аралары ете саҡрым булған Исламғол-Аҙнай-Туҡһанбайҙа йыш булды. Туҡһанбай һәм Тамьян-Таймаҫ ауылдарына барып, әҙиптең тормошон һәм ижадын белгән ҡарттар: Хәбетдин, Исмәғил, Мортаза Аллаяров, Илһам Базаровтар менән һөйләште. Дим буйы ауылдарында, мең ырыуы вәкилдәре араһында оҙаҡ, бик оҙаҡ эҙләне прототипты һәм тапты.

Рәшит Имашев йыл һайын тиерлек тыуған яҡтарына ҡайтып йөрөнө, районда урындарҙа булып, меңләгән кешеләр менән осрашты, яҡташтарына үҙенең ижады тураһында һөйләне.

2006 йылдың декабрендә унлаған төбәк вәкилдәре ҡатнашлығында Ҡырғыҙ-Миәкә район мәҙәниәт йортонда Аҡмулланың 175 йыллыҡ юбилейын үткәргәндә көслө ҡул сабыуҙар аҫтында Рәшит Имашев үҙенең «Бала саҡ», «Егет», «Һуңғы намаҙ» тигән рәсемдәрен яҡташтарына бүләк итте.

«Һуңғы намаҙ» күңелдә ярайһы ауыр, тәьҫир ҡалдыра. Нишләйһең, тормош ысынбарлығын сағылдырған рәсем.

...Көҙгө дала. Эңгер-меңгер. Ҡараңғылык көсәйә бара. Йәшеллектә – һарғайыу төҫмөрө, һауала һаран нурҙарын сәсеп ураҡҡа оҡшаған яңы тулған ай. Урыны менән ергә кире әйләнеп ҡайтҡан сихри, осраҡлы, һаран, ҡуйы ҡан төҫөндәге ҡояш нурҙары төшә. Бер урында – «ҡан таҫмаһы». Унда, әйтерһең, йыртҡыс үҙенең ҡорбанын ҡанһыратып һөйрәп йөрөгән.

Үлән өҫтөндә намаҙлыҡта аяҡтарын бөкләп ултырған, намыҫтай аҡ, пак кейемле олпат ир ултыра. Намаҙ уҡығандан һуң, ҡулдарын ҡашырып, күкрәгенә күтәреп, амин тоторға әҙерләнә. Рәссам төп иғтибарҙы персонаждың йөҙөн тасуирлауға биргән, күркәм сифаттар туплаған үҙебеҙҙең милләт кешеһенең типик картинаһы; түңәрәк һаҡал-мыйыҡ, киң маңлай, ел-ямғырҙарҙа сыныҡҡан ҡарағусҡыл йөҙ, аҡыллы, моңһоу, борсоулы ҡараш, эштә сыныҡҡан ҡулдар. Рәсем өшөткән, ҡалтыратҡан һымаҡ итә. Йән яҡтылыҡҡа, йылыға ынтыла, ашыға. Әммә таңға алыҫ, әйтерһең, ваҡыт туҡталып ҡалған. Тыуасаҡ таңда Аҡмулланың ғүмере өҙөләсәк...

Әҙиптең тормошон, ижадын, эстетикаһын, идеалдарын, көрәш мотивтарын белгән һәр кеше был картинаға битараф булып ҡала алмай.

Залда ултырғанда күҙ алдынан, кинолағы кеүек, бер-бер артлы күренештәр үтте: бына сабаталы, алама кейемле, етем, ябыҡ, ас малай һәм... халыҡ рәссамы!

Шатлыҡтан тулҡынланған шығырым тулы зал Рәшит Имашевты хөрмәтләп, ҙурлап оҙаҡ ҡул сапты, күптәр күҙ йәштәрен йәшерергә теләһә лә, булдыра алманы...