Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Зәки Әлибаев

Оло тәжрибә туплап

Спартак Ильясовҡа – 75 йәш

Әҙәбиәткә әҙип ХХ быуаттың 60-сы йылдарында тәүге аҙымдарын яһай. Уның шул йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә «Сәлим бабай», «Ышан, атай!», «Һунарсы йөрәге», «Юғалған йондоҙ» тигән хикәйәләре күренә лә, ижади эшмәкәрлеге оҙаҡ йылдар туҡтап тора. Һуңғы осорҙа иһә яҙыусының ҡомары өр-яңынан тоҡана. Ул уҡыусыларға «Биғылый» романы, «Барын-Табын хәтере», «Олатайҙар тотҡан ҡоралдар», «Яраһаҙ яралары», «Ҡолой кантон» исемле ки­таптарҙың авторы булараҡ таныш. Ваҡытында Спартак Ильясовтың колхоз рәйесе, совхоз директоры вазифаларын башҡарыуы, район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығында эшләүе уның әҫәрҙәренең бай йөкмәткеһендә сағыла.
Бөгөнгө әҙәбиәт ғилемендә әҙиптең ижады хаҡында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Н. Мусин, профессор Г. Гәрәева, доцент Г. Нәбиуллина, Ә. Үтәбаев, Р. Исхаковтарҙың күҙәтеүҙәре бар.
Спартак Мөжәүир улы Ильясов 1941 йылда Учалы районының Ҡорама ауылында тыуған. Урта мәктәптән һуң «Поляковка» совхозында, комсомолдың район комитетында эшләй, Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1969 йылда Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы К.А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлағас, партком секретары, колхоз рәйесе, «Поляковка» – «Ирәндек» совхозында директор вазифаһын үтәй, бер нисә йыл Силәбе педагогия университеты филиалында уҡыта.
Спартак Ильясов онотолған башҡорт халыҡ йырҙарын һаҡлап, яңынан тергеҙеүсе, йыраусы ла. «Зарыҡай», «Азамат кантон», «Ирәмәлкәй», «Бутас полковник», «Көйөлдө», «Малбай», «Зиндан», «Кәкүккәй», «Кинйәкәй», «Туғанай» һәм башҡа йырҙарын халыҡҡа кире ҡайтарҙы, республика телевидениеһы, «Юлдаш», «Ашҡаҙар» радиоканалдары аша уларҙы үҙе башҡара.
Яҙыусының барлыҡ әҫәрҙәренә туҡталмай, «Йөрөк Ҡола» повесы аша ла ижади даирәһен күҙалларға мөмкин. Жанрын “бәйән” тип атаған әҫәрҙең үҙәгендә – кеше сифаттарына эйә булған, уныңса йәшәгән, фекер йөрөткән ат образы.
Автор ҡолонсаҡтың тыуыуын, тәү башлап зәңгәр күкте, ҡояшты күреүен, инәһенең татлы еҫен тойоуын, ҙур тырышлыҡ менән тороп баҫып, тәүге аҙымдарын яһауын, тәү башлап ризыҡланыуын, ата-инәһе ниндәйерәк булыуын сағыу күренештәр аша һүрәтләй. Һәр тасуирлауҙа уҡыусы тормоштоң асылын, замана хәҡиҡәтен тойомлай, быларҙың барыһын да Йөрөк Ҡола образы аса. Мәҫәлән, Лидер бүреләр менән алышта яраланғас, көслө башлыҡһыҙ ҡалған өйөр тарҡала. Бейәләрҙең ваҡ төркөмдәргә бүленеүе, Һарыҡайҙың инәһе Ситдиҡаны йыртҡыстар ашауы сәбәпле ҡолонсаҡтың етем ҡалыуы ла – ошо арҡала. Йылҡы өйөрө иһә, аллегорик күҙлектән ҡарағанда, хәс тә башлыҡһыҙ ҡалған илдең тарҡалыу күренеше ул.
Етем ҡалған Һарыҡайҙың әллә күпме ыҙа, кәмһетеү күреүе ҡарауһыҙ ҡалған әҙәм балаһының яҙмышын хәтерләтә. Етемлекте, ситләтеүҙәрҙе татығас та «тормоштоң һәр уңайлы осрағын ҡулланып йәшәргә өйрәнә Һарыҡай». Замана ла һәр кемдән көслө, сыҙамлы, талымһыҙ булыуҙы талап итә. Яҙмышының һикәлтәле юлдары Һарыҡайҙың ғәйрәтле, көслө ихтыярлы Йөрөк Ҡола булып китеүенә сәбәпсе була. Тирә-йүндәге төрлө шарттар йоғонтоһонда нығына ла инде ул.
Йөрөк Ҡола образы – кешеләрҙең тормош маҡсаттарын, теләк-хыялдарын сағылдырған замана вәкиле. Уның аша дәүер ҡатын-ҡыҙҙарының да йәшәйешкә ҡарашы, ниәттәре асыла. Һылыу байталдар – ҡатын-ҡыҙ заты. Автор уларҙы аллегорик күҙлектән тасуирлай. Гүзәл заттарҙың тәрбиә, әхлаҡ сиктәрен аша атлауы – замана афәте. Йөрөк Ҡола бынан күпкә юғары тора. Тормошта үҙ маҡсаты менән йәшәгән, яҡшылыҡҡа, хаҡлыҡҡа ынтылған көслө холоҡто таныйбыҙ Йөрөк Ҡолала. Ләкин уны тормоштоң аяуһыҙ тулҡыны урап үтмәй. Йөрөк Ҡоланың фажиғәле рәүештә донъялыҡтан китеүе, мәкерле хәйлә ҡорбаны булыуы әҙәм исеме йөрөткән кешеләрҙең әшәкелегенән килә. Һабантуйҙарҙа һис ҡасан беренселекте бирмәгән көслө Йөрөк Ҡоланы кешелекһеҙлек, мәкерле хәйлә аямай.
Шулай итеп, Спартак Ильясовтың бәйәнендә тәүге планда ғаилә ҡороу, ата-әсә бурысын башҡарыу мөһимлеге сағыла. Йөрөк Ҡола образы ғәйрәтлелекте, түҙемлелекте, тоғролоҡто символлаштыра. Ат һәм кеше образдарының уртаҡ һыҙаттарын табып, автор милли ҡараштарға ишара яһай. Йәмғиәттә яңғыҙ, терәкһеҙ-таянысһыҙ ҡалыуға, ҙур түрәләрҙең йәшерен тоҙағына эләгеү ҡурҡынысына яҙыусы әрнеүле-әсенеүле баһаһын бирә. Был тормошта көслөләр генә юғалып ҡалмай, үҙ урынын табыуға өлгәшә.
Спартак Ильясовтың «Йөрөк ҡола» повесына хикәйәләүҙәге күҙгә бәрелеп торған милли тел-һүҙ байлығын оҫта ҡулланыу, йүгерек стиль, тәрән психологизм менән йылҡы малына хас холоҡ-ҡылыҡты ныҡ белеп, еренә еткереп тасуирлау хас. Повеста халыҡ йырҙарынан алынған өҙөктәр, мәҡәл-әйтемдәрҙең урынлы ҡулланылышы ла, мал һәм кеше тормошон образлы тел менән йәнәшә ҡуйып, кинәйәләп һүрәтләү ҙә, яҙыусының әҫәр өсөн һайланған материалды биш бармағы кеүек һәйбәт, хатта үтә яҡшы белеүе, мал образына инеп, уның уйҙары, тойғолары ағышын тәбиғи итеп, тәғәйен сама белеп яҡтыртыуы ла тәүге ҙур әҫәр яҙыуға тотонған авторға уңыш килтергән.
«Йөрөк Ҡола» әҫәренең сюжеты ошо рәүештә үҫә: экспозиция – төйөнләнеү – ваҡиғалар үҫеше – кульминация – сиселеш. Яҙыусы образлы, кинәйәле художестволы һүрәтләүгә өҫтөнлөк бирә. Әҫәрҙең йыйнаҡлығы, теүәллеге уны тағы ла уҡымлыраҡ итә. Повесть структураһында сюжеттан тыш күренештәр – пейзаж, эске һәм тышҡы монологтар, психологик портреттар – хәл-ваҡиғалар менән тығыҙ үрелә. Уҡыусы әҫәрҙәге хәл-ваҡиғаларҙы хикәйәләүсе күҙлегенән ҡабул итә. Күп өлөштәрҙә пейзаж мөһим композиция ролен уйнай, яҙыусының фекерен, күтәргән идеяһын сағылдырыуға хеҙмәт итә.
Әҙиптең башҡа әҫәрҙәрендәге кеүек үк, «Йөрөк Ҡола»ла ла экспозиция өлөшө үҙенсәлекле сағылыш тапҡан. Яҙыусы башта уҡ артабанғы ваҡиғаларҙа ҡатнашасаҡ герой менән таныштырып китә. Һарыҡайҙың атаһы – өйөр башлығы, Лидер исемле аҫау айғыр, инәһе – ҡасандыр ауыл кулагы тотҡан яҡшы нәҫелле аттарҙың быуындан быуынға күсә килгән бүләһе. Автор ҡолонсаҡтың ата-инәһе ниндәйерәк булыуын сағыу күренештәр аша һүрәтләй.
Был повеста бик ҡыҫҡа ғына бәхетле сабый саҡ миҙгелен кисереп, инәһен юғалтҡас, етемлек әсеһен үҙәгенә үткәнсе кисергән, «Ауыҙы йомшаҡ ҡолон ике бейәне имер» тигән әйтемдәгесә, яғымлылығы, теремеклеге, сослоғо менән Ҡара бейәнең, һуңғараҡ ҡолонон юғалтҡан йәш Туры бейәнең һөтөн имеп, инәйле ҡолондарҙан ҡалышмай, аяҡҡа баҫып үҫеп киткән ат яҙмышы аша ҡарауһыҙ ҡалған әҙәм балаларының яҙмышын да барлайбыҙ кеүек. Лидер атай ҡурсыуында башҡа тайҙарҙан тибелмәй-тешләнмәй, ҡыйырһытылмай, ирәйеп үҫеп, Һарыҡай ҡолон ҙурая, киң түшле ҡола тайға әйләнә. Тағы ла ике ҡышты үтеп, дүртенсе йәшкә сыҡҡан ҡола тай Ҡола ҡонанға «ҙурыраҡ булһа ла, ҡаҡ башлы, тороҡло, мундаһы бейек, көслө тибенлекле, ҡаты тояҡлы, тулы яллы һәм ҡойроҡло йәш айғырға» әйләнә. Быларҙың барыһы ла Ҡола Йөрөктө көслөрәк яһай, тормош алдында бөгөлөп төшмәҫтәй итеп сыныҡтыра. Ул еңеү артынан еңеү яулап, төйәгенә, етәкселәренә дан килтерә. Көндәлек тормошта иһә ябай хужалыҡ, йөк атына әйләнә, уға тейешле кимәлдә иғтибар ҙа бирелмәй.
Төйөнләнеүҙә башланған хәл-ваҡиғалар киҫкенләшә бара. Ҡола Йөрөктө сираттағы һабантуйҙа ҡатнашыуҙан үсле, көнсөл кешеләр мәхрүм итә. Аҫтыртын хәйлә ҡороп, улар Ҡоланы ярыштан алып ташлай. Әммә йолаға әйләнеп киткән, ҡанына һеңгән шөғөлө был юлы ла Ҡола Йөрөктөң йөрәген дәртләндерә, сабышҡа әйҙәй. Ул егеүле көйө бүтән сабыш аттары менән йәнәш саба башлай. Әҫәрҙең кульминацияһы ошонан ғибәрәт. «Туҡтаны, үрле-ҡырлы һикерҙе ат, елп итеп тағы алға ынтылды, артҡа сигенде, аптырағас, ике артҡы аяҡтарына баҫып, аттар сапҡан яҡҡа бер-ике аҙым атланы ла, ҡапыл, киҫеп төшөргән кеүек, ергә – тәртәһе өҫтөнә йығылды. Ауыҙы, ҡолағы аша ҡуйы ҡан аға башланы…» Бәйгеләрҙә күпме дан килтергән, ауыр йөктәр тартып әҙәм балаларына әллә ни хәтлем изгелектәр күрһәткән Йөрөк Ҡоланың үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан түрәләр тарафынан һәләк булыуы әҫәрҙең сиселеш өлөшөн кәүҙәләндерә.
Спартак Ильясовтың «Йөрөк Ҡола» повесы композиция яғынан төҙөклөгө, художестволы үҙенсәлектәре менән иғтибарҙы йәлеп итә, әҫәрҙә күтәрелгән проблемалар бөгөнгө заман күҙлегенән ҡарағанда көнүҙәк һанала.
Тормош тәжрибәһен туплап, иркен ҡолас менән ижад эшенә тотонған юбилярыбыҙҙың «Биғылый», «Ҡолой кантон» романдары, «Йөрөк Ҡола», «Сағымдағы олоу» повестары, бихисап хикәйәләре уҡыусылар күңелен яуланы. Унан артабан да юғары художестволы әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ.
Зәки ӘЛИБАЕВ.