Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Зәйтүнә Шәрипова

“…Һаҡлағыҙ һеҙ ошо ерҙең хөрмәтен…”

Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына – 190 йыл

Заманының билдәле шағиры һәм уҡымышлыһы Ғәли Соҡорой (Мөхәммәтғәли Ғәбдессәлих улы Кейеков) 1826 йылда Башҡортостандың Тәтешле районы (элекке Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Тәтешле волосының) Иҫке Соҡор ауылында донъяға килгән. Уның нәҫел-нәсәбе, ирәкте башҡорттарының дворяндары Кейековтар затынан булып, мул тормошта йәшәгән, мәктәп-мәҙрәсә тотоп, ауыл мөхитенә йоғонто яһаған. Атаһының да иген баҫыуҙары,тирмәндәре, умарталыҡтарынан тыш үҙ мәҙрәсәһе булып, Ғәли башланғыс белемде шунда ала. Ғ. Соҡоройҙоң ижадын ентеклерәк өйрәнеүсе ғалимдар уның бала саҡтан уҡ отҡор, уҡырға һәләтле булыуын билдәләп, унда китапҡа, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүҙә ата-әсәһенең ҙур роль уйнауын айырып күрһәтә. Шағир һуңынан үҙе лә был хаҡта:
Иң әүүәл остазым – ата-инәмдер...
Биш-алты йәшемдә танытты яҙыуҙы,
Ҡәләм өйрәтте, яҙҙырҙы яҙыуҙы... –
Ләбибем, тип һөйөр ине атабыҙ,
Әҙибем, тип һөйөр ине инәбеҙ…
тип иҫләп яҙа шиғырҙарында. Ул осорҙа шәкерттәр араһында Ғәли Соҡоройҙан да йышыраҡ мәҙрәсә алыштырыусы булмағандыр, моғайын. Үҙ ауылынан һуң, күрше Йөгәмеш, Ҡаҙансы, Борай, Ғәйнә, Танып, Тайһуйған ише үҙҙәренең яғындағы тағы бер нисә мәҙрәсәлә уҡыуға ғына ҡәнәғәтләнмәй, 1849 йылда Стәрлебаш мәҙрәсәһенә барып юлыға.
Ғәли Соҡоройҙоң, алда яҙғаныбыҙса, мәҙәрәсәнән мәҙрәсәгә күсеп йөрөүе белемде мөмкин булғанса тәрәнерәк үҙләштереү теләгенә бәйлелер. Ҡаҙанға китеү тураһында хыялынан ваз кисеп, эргә-тирәләге бүтән уҡыу йортона ла бармайынса, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә туҡталып ҡала. Бының сәбәбе, беҙҙеңсә, мәҙрәсәләге уҡытыу кимәленең заманса юғары һәм күп яҡлы булыуында һәм, унан да бигерәк, Шәмсетдин Зәки менән Мифтахетдин Аҡмуллаларға тап булыуындалар. Һәр хәлдә ул Стәрлебаш мәҙрәсәһе мөҙәрисе Ниғмәтулла хәҙрәт Биктимеровҡа, Шәмсетдин Зәкигә арнап, уларҙың кешелек сифаттарын данлап, мәрҫиә-мәдехтәр яҙған.
Күп кенә яҙма сығанаҡтарҙа “шағирҙар Шәмсетдин Зәки һәм Ғәли Соҡорой Аҡмулланың остаздары булған” тигән фекер теркәлгән. Ш. Зәкиҙең Ҡаҙандан 1851 йылда башта ауылына, көҙгәрәк шәкерттәре менән Стәрлебашҡа күсеп килеүе билдәле. Стәрлебаш мәҙрәсәһенә Мифтахетдин, алда яҙғаныбыҙса, бары тотҡонлоҡтан ҡотолғас ҡына, 1850 – 1851 йылдарҙағы уҡыу йылында килә алыуы мөмкин. Ә Ғ. Соҡоройҙоң 1849 йылда Стәрлебашҡа килеүе, 1852 йылда тыуған яҡтарына указлы мулла булып ҡайтыуы уның үҙ яҙмалары менән раҫлана. Был өсәүҙең йәш айырмалары ла әллә ни ҙур түгел: Ш. Зәки – 1822, Ғ. Соҡорой – 1826, М. Аҡмулла – 1831 йылдарҙа тыуғандар. Төплөрәк белем алырға килгән Ғәли Соҡорой Стәрлебаштағы мәҙрәсәлә остаз түгел, ә хәлфә сифатында буласаҡ шағирға ярҙам иткәнгә оҡшай. Ғәҙәттә, белемлерәк һәм һәләтлерәк шәкерттәр араһынан хәлфәләр билдәләнеп, шәкерттәрҙе уҡытыуҙа һәм ғилемгә өйрәтеүҙә мулла-мөғәллимдәрҙең ярҙамсылары булып торған. Мәҫәлән, 1896 йылда Күрҙем ауылындағы Ғ. Кейеков мәҙрәсәһендә 138 балаға егерме хәлфә тура килгән. Шулай, Ғ. Соҡорой ҙа, хәлфәлек итеп тә, уҡып та мәҙрәсәне тамамлағас ҡына, ауылына мулла булып ҡайта һәм ғүмеренең ахырына – 1889 йылда вафатына тиклем үҙ ауылында көн итә.
Дингә, ғилемгә һәм фәнгә ни тиклем генә хөрмәте сикһеҙ булмаһын, хаж юлында осраған ҡалаларҙы данламаһын, Ғ. Соҡоройға ғүмеренең күп өлөшөн шаҡтай михнәтле ауыл тормошонда үткәрергә тура килгән. Стәрлебаштан ҡайтыуына тейешле ата мираҫы ла ҡалмағанға күрә, тыуған төйәгендә үҙаллы тормош башлауы үтә ауырға төшкән йәш муллаға. Үҙ көсө менән мал табыу, донъя ҡороу зарурлығы Ғ. Соҡоройҙоң ғилемгә-белемгә ҡағылышлы ҡараштарын, ысынбарлыҡ менән бәйләп, донъяуи яҡҡа йүнәлткән. Башҡортостандың төнъяҡ тарафтарында урынлашҡан һәм шул сәбәпле данлыҡлы уҡыу үҙәктәренән шаҡтай алыҫ төбәктәге ауылда указлы мулла һәм мөдәрис булып торһа ла, оло ғаиләне ҡарау өсөн мал тоторға, урман һәм иген кәсебе менән дә шөғөлләнергә тура килгән.
"Мәнзүмәте Ғәлийә" тип баш ҡуйылған китабында үҙе был хаҡта бик әсенеп: "Күберәк эшебеҙ – урман әрсеп, бесәнлек һәм игенлек яһау. Мин дә бар тапҡан ваҡытымды, хәл вә форсатымды күберәк шул эшкә бирҙем. Юҡ хәл менән указ алып вә йорт һалып, тормош кәрәк-яраҡтарының барыһын һатып алып, ярлы кеше балаһы кеүек, бик күп бурысҡа баттым", – тип яҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғ. Соҡорой ғүмеренең ахырына тиклем, үҙе яҙғанынса, "ирәкте башҡортоноң иң ҙур михнәтле бәндәһе булып" ҡала. 1878 йылда яҙылған хатында ла ул ҙур мохтажлыҡ кисереүҙәре хаҡында зарлана: "Игендәребеҙ һатырлыҡ булмаған сәбәпле, зарурат миҡдары ғына йүнәткеләп торабыҙ. Сәй-шәкәр кеүектәрҙе көтөргә алғылап, бурыстан сығылмай, ғажиз булып торабыҙ..."
Ғ. Соҡорой ауылдаштары хаҡында ла хәстәрлек күргән, мәҫәлән, ауылда үлемесле сир таралғас, балаларҙы һаҡлау мәсьәләләрен дә күтәргән, бүтән кәңәштәр ҙә биргән, "духовнай хеҙмәттәр" артынан да тейешенсә йөрөгән. Туғандарының әйтеүе буйынса, Ғ. Соҡорой дүрт мәртәбә хаж ҡылған. Оҙон юлға әҙерләнеү бик күп көс һәм тырышлыҡ талап иткән ул замандарҙа. 1878 йылда яҙған хатында хаж сәфәре өсөн кәрәк булған документтар юллап, бер йыл самаһы йөрөгәнен тасуирлай. "Испрафка артынан 15 саҡрымдағы праблениәбеҙгә почта һайын верхом бара-бара ғажиз булып бөттөм. Һуңыраҡ становойға киттем... етмеш саҡрым ергә. Уға ла бер йәйҙә (эш буйынса) һигеҙ мәртәбә барып, верхом йөрөп, арып ҡырылдым... Быйыл егерме йыллыҡ ҡартайҙым... Шәйех-фаниҙар кеүек булып бөттөм... Ыстена янында торған сапандар кеүек көйҙөм, яндым, ыуылдым, ҡырылдым..."
Улы Ғарифулла әйтмешләй, "биш йөҙ йыл эсендә һис кем тапмаған шундай камаләткә эйә булған был урман-ирәкте башҡортоноң", көндәлек мәшәҡәттәр менән мәшғүл булып, шәйех сифатында мөридтәр тәрбиәләүгә ваҡыты ла, хәле лә ҡалмағандыр. Хаттан күренеүенсә, ул үҙен суфыйсылыҡ юлынан әйҙәүсе рухи етәксе итеп тоймаған, ә бары арып-талсығып ябыҡҡан хәлдә генә, "шәйех-фаниҙар" кеүек булып бөттөм" тип, тышҡы ҡиәфәте буйынса ғына үҙен уларға оҡшатҡан. Йәш сағында юҡ мәҙрәсәне бар итеп, өйөндә – ауыл балаларын, мәҙрәсәлә ҡәбилә балаларын уҡытыуҙы, шул арала башҡа духовный хеҙмәттәргә йөрөүҙе үҙе алып барһа, етмешенсе йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәрен, үҙе яҙғанынса, тулыһынса өс улына тапшырған. "Мәҙрәсәләге барса тәлмиҙҙәрҙе (шәкерттәрҙе) улар уҡыта. Мәншүрҙәре булмаһа ла, минең арҡамда мөдәрис булып торалар" – тип хәбәр итә 1878 йылда Ғ. Соҡорой дуҫы X. Хәмидовҡа.
Йорт-хужалыҡ мәшәҡәттәренән, мәҙрәсә-шәкерттәр хаҡында көндәлек хәстәрҙән арынып, ғүмеренең ҡайһы мәлен яҙма ижад эшенә бүлгән икән тигән һорау тыуа, уның меңәр юлдарҙан торған ҡулъяҙма мираҫын күҙ алдына баҫтырып, әҫәрҙәренә баһа биргәндә. Ғәли Соҡоройҙоң ижади ҡараштары нисек, уның әҙәби фекере был осорҙа ниндәйерәк идеологиянан һутлана? Әҙәби фекерҙәге күсәгилешлек мәсьәләләре, башҡорт яҙма әҙәбиәтендәге яңырыу тенденциялары Ғ. Соҡорой ижадында ярайһы ук асыҡ төҫмөрләнә. Ундай үҙгәрештәр характеры Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бергә осрашҡан өс ҡәләмдәш Ш. Зәки, М. Аҡмулла һәм Ғ. Соҡо­ройҙарҙың ижади эшмәкәрлектәрен сағыштырып ҡарағанда асыҡ төҫмөрләнә.
Йәштәре яғынан Ш. Зәки менән Ғ. Соҡорой тиңдәштәр булһа ла, ижад ғүмерҙәре икеһенең ике осорға ҡарай. Алда яҙылғанса, Ш. Зәкиҙең поэтик ижадының сәскә атҡан осоро XIX быуаттың илленсе йылдарына тура килһә, Ғ. Соҡорой иһә быуаттың алтмышынсы йылдарына ныҡлап ҡәләмгә тотона. Ошо сағыштырмаса аҙ ғына ваҡыт – Рәсәй халыҡтарының тормошонда барған хәл иткес һынылыштар осоро. XIX быуаттың икенсе яртыһында Рәсәйҙә, крепостнойлыҡ бөтөрөлөп, капиталистик мөнәсәбәттәр йылдам үсешә башлай, башҡорттар менән идара итеү формаһы үҙгәрә – кантонлыҡ системаһы алмаштырыла.
Крепостнойлыҡ юҡҡа сығарылып, буржуаз реформаларға йөҙ тотоу Рәсәй ипмерияһының алыҫ төбәктәренә лә күпмелер дәрәжәлә үҙгәрештәр килтерә, айырыуса мәғариф өлкәһендә йәнләнеү тыуҙыра. Халыҡ иҫәбенә көн иткән мәктәп-мәҙрәсәләрҙән тыш, батшалыҡ тарафынан ойошторолған мәғариф селтәре башҡорттар йәшәгән Ырымбур һәм Өфө губерналарында шаҡтай тулы үҫеш ала. 1860 – 1890 йылдарҙа 2 меңгә яҡын – 1911 башланғыс (беренсе басҡыс) земство мәктәбе асыла. Шуныһы ла мәғлүм: XX быуат башына крайҙағы барлыҡ уҡыу йорттары һаны ике меңдән ашып китһә лә, дөйөм Рәсәй кимәленән ике тапҡырга яҡын артта ҡала.
Ошондай тарихи үҙгәрештәр башҡорт әҙиптәренә, уларҙың әҫәрҙәре аша яҙма әҙәбиәткә һис шикһеҙ йоғонто яһаған. Белеүебеҙсә, Ш. Зәки шиғриәте суфизм тәғлимәтенең иң төп мотивтарына нигеҙләнә, шиғри образдар ярҙамында кинәйәле сағылдыра. Ғ. Соҡорой ҙа тасаууф идеяларын үҙ иткән: шәкертлек осоронда Аллаяр суфыйҙың "Ҫөбәт әл-ғажизин" әҫәренең һәр юлын йөҙәр мәртәбә уҡып, күпмелер өлөшөн тәржемә итеп шәрехләгән, шуларға оҡшатып, "Фөсүле әрбаға" тигән йыйынтыҡ та әҙерләгән. Ғәли Соҡоройҙоң оҙон-оҙон әҫәрҙәренең күбеһе – суфыйсылыҡтың үҙе хаҡында түгел, ә тасаууф юлында камиллыҡҡа өлгәшкән ишандарҙы, шәйехтәрҙе, мөдәристәрҙе маҡтаған мәдхиә һәм мәрҫиәләр рәүешендә. Автор уларҙың барыһын да наҙандарға, яһилдарға яҡтыртыусы һәм дөрөҫ юлға әйҙәүсе "ислам шәмдәренә" оҡшата. Шағирҙың ошо типтағы әҫәрҙәре "Шәмғәз-зия" тигән баш аҫтында 1883 йылда донъя күрә. "Фирҙәүси, Сәғди, Хафиз һымаҡ бөйөк классиктарҙы яратып уҡыһа ла, – тип яҙа Ә. Харисов, – Соҡорой уларға эйәрмәгән, уны Әхмәт Йәсәүи, Аллаяр суфый һымаҡ мистик шағирҙар рухландырған".
Урта быуаттар һуҙымында ҡалыплашҡан традицияға ярашлы, ғилемгә һәм мәғрифәткә дан йырлау менән бергә, наҙанлыҡты һәм әхлаҡһыҙлыҡты ҡаты тәнҡитләүгә лә ҙур урын бирелә. "Шәмғ әз-зия" китабында "дин эшендә лә, ғилем өлкәһендә лә белеме самалы булған муллаларҙан әсе көлгән", – тип һығымта яһай уның ижадын махсус өйрәнеүсе М. Нәҙерғолов.
М. Аҡмулла менән Ғ. Соҡоройҙо, бер үк ваҡытта көн итһәләр ҙә, хатта сағыштырыуы нисектер ситен. Аҡмулла – ил гиҙеүсе сәсән-шағир, оло төбәктә йәшәгән күп халыҡтарҙың көнитмешен үҙ күҙҙәре менән күреп, күп кешеләр менән аралашып, тормош һәм йәшәү тураһында философик дөйөмләштереүҙәр яһарлыҡ тәжрибә туплаған ул. Ә Ғәли хәҙрәт иһә, тормош ысынбарлығына яраҡлашып, ҡатыны Мәрфуға менән 3 ҡыҙ һәм 5 малай тәрбиәләп, күп ваҡыт үҙ ауылының мөхитендә ҡайнай. Аҡмулланың поэтик һүҙҙәре, дөйөм алғанда, телдән һәм күпмеһелер ҡулъяҙма формала тарала. Ғ. Соҡоройҙоң яҙғандары Аҡмулланан ғына түгел, шул осорҙағы байтаҡ әҙиптәрҙән айырмалы, китап уҡыусылары араһында баҫма килеш тарала. Баҫылған 10 китабының дүртәүһе үҙе иҫән саҡта донъя күрә. Уның "Тәжүид" ("Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәләре") тигән беренсе китабы 1860 йылда донъя күрә. Артабан "Дөрри Ғәли" ('Ғәле ынйылары", 1873), "Шәмғ әз-зия" ("Шәм яҡтыһы", 1883), "Зәмми назир" ("Оҡшашын өҫтәү", 1889), "Мәдхе Ҡазан" (1889), "Тәрхиби, рамазан!" ("Хуш киләһең, рамазан!", 1903), "Васыяти Мөхәммәтғәли Соҡорой" (1913) китаптары баҫылып сыға.
Сөләймән Баҡырғаниҙың "Ахыры заман" китабын шәрехләп һәм ҡайһы бер мотивтарын ижади үҫтереп яҙған “Зәмме нәзир”, “Тәрхиби, рамазан!”, “Васыяти Мөхәммәтғәли Соҡорой” йыйынтыҡтарында ислам диненең нигеҙҙәре, шиғриәт ҡанундары шиғри ҡалыпҡа һалынған. Шулай ҙа Ғ. Соҡоройҙоң яҙғандарында ауыл муллаһының фекерләү һәм донъяны танып белеү ҡеүәһен сағылдырған ысынбарлыҡ элементтары байтаҡ.
Шуларҙы күҙаллап, XIX быуаттың икенсе яртыһында суфизм тәғлимәтен тәрән үҙләштергән һәм суфыйсылыҡ поэзияһы тулҡындарында тәрбиәләнгән шағирҙың аңындағы үҙгәрештәрҙе тойомларға мөмкин. Мәҫәлән, шиғри оҫталығы һәм образлы фекерләүе самалыраҡ булған хәлдә лә, Ғ. Соҡоройға һәр берәүҙең үткән тарихты белеүенең мөһимлеген аңлау хас. Әҫәрҙәренән күренеүенсә, шағир үҙ ырыуының килеп сығышы, тыуған төйәгенең һәм ил-халыҡтың үткәндәре менән тәрән ҡыҙыҡһынған. “Мәдхе Ҡазан” әҫәрендә, беренсе сиратта, мәшһүр шәһәргә һоҡланыуын һәм ҙурлауын белдереү төп маҡсат булғандыр. Ҡаҙанға барыу хаҡында ул бәләкәйҙән үк хыяллана. “Мин – шәкерт” шиғырында:
Хосусан шәһри Ҡазанға ебәр, тип,
Үтендем әткәйемә шул ҡәҙәр бик... –
тип ғилем эстәп ҡайтыу уйы менән ялыныуын-ялбарыуын хикәйәләй. Һуңынан ғүмер юлдары Ғ. Соҡоройҙо әллә нисә тапҡыр Ҡаҙанға юлыҡтыра, хаж сәфәрҙәренә үтешләй ҙә, былай ҙа ошо шәһәр менән яҡындан танышырға форсат тейә. Уйларға кәрәк, ул бында күптәр менән аралашып, дуҫлашып та алған, сөнки барлыҡ китаптары Ҡаҙан матбағаларында нәшер ителгән һәм күптәргә мәғлүм булған. Мәҫәлән, 1879 йылда шағир, атаҡлы татар мәғрифәтсеһе, тарих һәм этнография буйынса хеҙмәттәр яҙған Ҡәйүм Насыри менән осрашып, үҙ ижады хаҡында, айырыуса әҫәрҙәренең теленә ҡағылышлы фекерҙәр ишеткән. Ҡасан ғына булһа ла, Ғ. Соҡорой Ҡаҙан ҡалаһының ҙурлығына, өйҙәренең төҙөклөгөнә, тормоштоң ҡайнап тороуына һоҡланып ҡараған. Шул уҡ ваҡытта уның күҙ алдына Аҡһаҡ Тимер тарафынан емертелгән боронғо Болғар шәһәре килеп баҫҡандыр. Ҡаҙанға мәхед тип башлаһа ла, автор шунда уҡ шәһри Болғар тарихына күсә.
Мосолман хандары торған,
Мосолман хисар (нығытма) булған,
Татар, башҡорт, мишәр тулған,
Ғәли яйҙа бина саздыр... –
тип, таныштыра китап уҡыусыһын Ғ. Соҡорой. Болғарҙың даны һәм шөһрәте, автор хикәйәләүенсә, уның иң элек дин усағы булыуы менән бәйле. Мәҫәлән, Болғарҙағы белем-ғилем торошо
Ки мәсеттәр итеп мәхсүл ...
Дәхи унда китап, Ҡөрьән,
Уҡыу-яҙыу – бары булған,
Тамам дин аҫары тулған
Дар әл-ислам эшен саздыр...
тип һүрәтләнә. Ҡаҙандың хәҙергеһенә лә маҡтау яуҙыра автор. Унда эшмәкәрлектең ҡайнап тороуы, төрлө һөнәр эйәләренең күплеге, халыҡтың хөр күңел менән көн итеүе Ғ. Соҡоройҙа һоҡланыу хистәрен уятҡан. Төпкөл ауылдан ара-тирә ҡалаға килеп, уларҙың айырмаһын үҙ күҙҙәре менән күреп-белеп, һуңында шағирҙың "ҡала – мәҙәниәт һәм белем усағы" тигән һығымтаға килеүе лә бер ҙә ғәжәп түгел. Һәр хәлдә, Ғ. Соҡорой хаж сәфәрҙәрендә, сит мәмләкәттәрҙә булып, Рәсәйҙең тиҫтәләгән ҡалалары аша үтеп, үҙ-ара сағыштырып баһалай алырлыҡ тәьҫораттар туплаған. Уның өсөн тыуған яҡтарҙан, Ҡаҙан, Өфө ҡалаларынан да яҡыныраҡ ер юҡ булып сыға. "Мәдхе Өфө" шиғырында ла Өфөнөң тарихи әһәмиәтен күрһәтергә ынтыла Ғ. Соҡорой.
Был йәһәттән Ғ. Соҡорой үҙ-үҙенә айыҡ ҡарашлы, әсәрҙәренең сифатын тәнҡит күҙе менән баһалай алған тыйнаҡ шәхес булараҡ күҙаллана. Борондан килгән әҙәби традиция буйынса ул үҙен дә, яҙғандарын да кесерәйтеп, бахырайтып күрһәтергә ынтыла:
Ғәли меҫкен, был әбйәтең ҡасан, кем әзкиә күрһә,
Тиерҙәр: "Сүп-һаламдыр был. Нә сөн яҙған ушал кемһә?
Авторға туранан-тура һорау формаһында башланған шиғыр ҡыҫҡа ғына аңлатма-яуап менән тамамлана:
Яуабында тиеп: "Дуҫтар, сөн унан һоранылар дуҫтар,
Хәленсә әйләне иншат, йәнендә нә булыр иһә".
Эйе, хәленсә... Соҡоройҙоң шиғриәтенә ҡарата бик тә таман был баһа. Ғ. Соҡорой шиғри һүҙҙең бәҫен белеп тә, поэтик оҫталыҡ өлкәһендә артыҡ ҙур уңыштарға ирешә алмаһа ла, әҙәби яҡтан зауыҡлы ғилем эйәһе булған. Һәр хәлдә ул үҙен "шағир" тип, әҫәрҙәрен "шиғыр йә әсәр" тип атамай, ә йыш ҡына "тәхрир", "тасниф" тигән "яҙма" мәғәнәһендәге ғәрәп һүҙҙәрен ҡулланған. Мәҫәлән, үҙенең "Нәсим әс-саба" әҫәрен ул "хажнамә" исемле тәхрирем тип яҙһа, Һибәтулла Салихов хаҡында "Һибәтулла мулла ... күп китаптар тәсниф итеп, печатныйға баҫтырылып" тип әйтә. Жанр төрҙәрен күрһәтмәй, күбеһенсә дөйөмләштерелгән "әбйәт (бәйет – ике юллыҡ), "назым" төшөнсәһенә мөрәжәғәт итә. "Назамә" тигән ғәрәп ҡылымы күп мәғәнәгә эйә булып, иң башта "тәртипкә килтереү, рәткә һалыу, ойоштороу, системаға килтереү һәм, әлбиттә, һүҙҙәрҙе теҙеү" тигәнде белдерә. "Шағир, шиғриәт", алдағы бүлектәрҙә әйтелгәнсә, Илаһиәттән килгән, кемгәлер Алла тарафынан ебәрелгән тәбиғи һәләт емеше тип ҡаралһа, наҙымсы "һөнәр, кәсеп" менән бәйле төшөнсә булып сыға. Тап ошоларҙы күҙ уңында тотоптор ҙа, Ә. Харисов Ғ. Соҡорой хаҡында ҡәтғи итеп “шағир булыуҙан бигерәк, ул-назымсы, рифмаға һалып һөйләүсе, рифмалы һөйләмдәрҙе оҙон бер епкә теҙеүсе” тип раҫлай.
Хәйер, шағирлыҡҡа Ғ. Соҡорой артыҡ дәғүә лә итмәй. Әҙер китаптарын ул нәшерҙәренә, дуҫтарына "эш араһында яҙылған тәхрирәт вә тәснифәтенең" матур булмауына ғәфү үтенеп, йә юмор менән уңмаған ҡатындың төйөрлө боламығына сағыштырып, тыйнаҡ ҡына тәҡдим иткән. Ғәрәп телен бик яҡшы үҙләштергән һәм китаптарҙы күп уҡыған уҡымышлы булараҡ, Ғ. Соҡорой урта быуаттарҙағы ғәрәп әҙәбиәт ғилемендә әҙәби әҫәрҙәргә ҡарата ҡулланылған баһалау критерийҙары тураһында яҡшы хәбәрҙар. Ул "бәләғәт вә бәрәгәт" (һүҙ һөйләүҙә оҫталыҡ һәм башҡаларҙан өҫтөнлөк), "фәсәхәт" (нескәлек, камиллыҡ) кеүек сифаттарҙың үҙ ижадында аҙ булыуын таный. Стәрлебашта бергә уҡытҡан Ш. Зәкиҙе "ҡәләмдәшем" тип атап, уны "һүҙ хакимы, фасих һүҙле", "зирәклеге йөҙөнә сыҡҡан", тип ҙурлай.
Ғ. Соҡоройҙоң әҫәрҙәре, дөйөм алғанда, хис-тойғоларҙың дөрләп ҡабыныуы, күңел ярһыуы һәм бүтән төрлө эмоциональ-психологик кисерештәр һөҙөмтәһендә тыумаған. Күп осраҡта ижад эшенә тотоноуға таныштарының, дуҫтарының үтенесе сәбәп булған. Үҙенең, мәҫәлән, хажнамәһендә ул асыҡтан-асыҡ "бәғзе әл-әхбабтың илтамасы (яратҡандарымдың үтенесе) буйынса яҙып ҡуйырға ирада ҡылдым. Әммә был китапты тәхрир (яҙырға) ҡылырға ҡыҫтаусы әҙәмдәр, сит өйәҙҙәрҙә йөрөй алмаған кешеләрҙән булыу сәбәпле, бәғзе урындарға тәфсилләп оҙонораҡ һүҙҙәр яҙырға сәбәп булды" ти. Тап ошо юлдарҙы диҡҡәт менән тағы ла бер күҙҙән үткәргәндә, Ғ. Соҡоройҙоң шиғри наҙымдары булмаһынмы, әллә сәсмә яҙмалары булмаһынмы, уларҙың төп тәғәйенләнеше эстетик тәьҫир яһауҙан бигерәк, белем һәм донъяуи мәғлүмәттәр бирергә йүнәлтелгәне аңлашыла. Суфыйсылыҡтың бер баҫҡысы тип иҫәпләнгән мәғрифәткә – илаһиәт ғилеменә өлгәшеү маҡсаты ҡуйылмай, ә көндәлек йәшәйештә кәрәкле мәғрифәткә: белем-юл йөрөү, тарихи үткәндәрҙе хәтергә төшөрөү, үҙеңдең килеп сығышың, нәҫел-нәсәп тарихы, ил-ырыу яҙмышы кеүек конкрет ерлекле белем биреү күҙ уңында тотола.
Ижадының икенсе яртыһында Ғ. Соҡоройҙоң башлыса прозаға күсеүе, яҙыу теленең халыҡтың һөйләү теленә яҡынлашыуы, әҫәрҙәрендә донъяуи, тормошсан элементтарҙың бермә-бер артыуы шағирҙың суфыйсыл поэзия символикаһынан күпмелер ситләшә башлауына ишаралай. Әгәр ҙә Шәмсетдин Зәки "мәғрифәт диңгеҙенә сумғым килер" тип әйткәндә, илаһиға яҡынайта торған тасаууфтың юғары баҫҡысына етеп, шуға ярашлы ғилемгә эйә булыуҙы күҙ уңында тотһа, Ғ. Соҡоройҙоң байтаҡ яҙмаларында хикәйәләнгән реаль тормошҡа ҡағылышлы мәғлүмәттәр донъяуи белем туплауға хеҙмәт итә. Айырыуса Ғ. Соҡоройҙоң сәсмә формала яҙған "Нәсим әс-саба" хажнамәһендә тормошсан картиналар, сәфәр ваҡытында күргән-ишеткән хәл-ваҡиғалар, төрлө ерҙәрҙәге халыҡтарҙың көнитмеше ғәжәпләнеү һәм һоҡланыу менән тасуирлана. Әҙиптең ижади мираҫын һәм тормош юлын махсус тикшереүсе М.Х. Нәҙерғолов яҙыуынса, был әҫәрендә Ғ. Соҡорой өр-яңы юҫыҡта асыла: фәнни-техник, мәҙәни прогресс юлындағы ватаны, үҙ замандаштары ғилем-мәғрифәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән сикһеҙ ғорурланыусы патриот булараҡ сығыш яһай.
Уның бер нисә вариантта сәсмә һәм теҙмә формаларҙа төҙөлгән ҡара-табын (ирәкте) ырыуы шәжәрәһе үҙенең йөкмәткеһенең тулылығы менән айырылып тора. Ғ. Соҡорой был хеҙмәтендә ысын тарихсы булараҡ сығыш яһай. Ирәкте башҡорттарының көнкүреше, боронғо кәсеп-йолалары, ырыу-ара бәйләнештәре, Ҡаҙан ханлығы менән мөнәсәбәттәре, батшалыҡтан күргән йәбер-золомдарҙы публицистарса сағыу һәм халыҡ теленең бай һүрәтләү сараларын урынлы ҡулланып хикәйәләгән был яҙмаһы хаҡлы рәүештә башҡорт этнографияһында ла, художестволы әҙәбиәт тарихында ла лайыҡлы урын алған.
Шәжәрәһе кеүек үк күләмле "Тәуарихе Болғарийә йәки Тәҡрибе Ғар(л)и" ҡулъяҙма хеҙмәте лә шағирҙың ырыуҙаштары араһында киң таралған күп һанлы хикәйәт, риүәйәт-легендалар менән тулыландырылған һәм шуның менән "уҡыусы эстетик ҡәнәғәтләнеү табырлыҡ нәфис әҫәр дәрәжәһенә күтәрелгән". Т.Ялсығолдоң "Тарихнамә-и Болғар" әҫәренән айырмалы рәүештә, Ғ. Соҡорой наҙандарҙың күҙен бер аҙ асыр өсөн фәни хикмәт (философия), фәни һәйәт (астрономия), фәни һәндәсә (геометрия), география һәм, әлбиттә, ғилме фиҡһ (дини юриспруденция) кеүек фәндәрҙән ҡайһы бер көндәлек тормош өсөн кәрәкле мәғлүмәттәрҙе өҫтәй. Уныңса, халыҡ менән даими эш иткән дин әһелдәренә бындай донъяуи ғилемде үҙләштереү һәм башҡаларҙы өйрәтеү – ул зарури мәсьәләгә әйләнгән: "Ғилме фикһелә "тул әл-бәләд" (өлкәнең оҙонлоғо) вә "ғарыз әл-бәләд" (өлкәнең киңлеге) тигән һүҙҙәр сыҡҡанда, наҙан муллалар, күп тапҡыр инҡилап мәғәнә биргән наҙан кеүек, үҙе хужа булған ауыл баҫыуының тышына ла сығалмай ерҙә арып йығылып ҡалалыр. Шуның ише, айҙың тулғаны йәки яңы тыуғаны хаҡында бәхәс ҡупһа, үҙенең ауыл йорттарынан йәки ауыл осондағы баҫыу-тауҙарҙан артыҡҡа күңел йүгертә алмайынса, ғилми фиҡһелә зарури мәсьәләлә наҙан ҡалалар.
Күренекле суфыйҙар, ишандар, шәйехтәр, дин әһелдәре алдында баш эйеп, уларға мәдехтәр арнап ололоҡлаһа ла, суфыйсылыҡ рухында йөҙҙәрсә юл шиғыр яҙһа ла, Ғ. Соҡоройҙо ысын мәғәнәһендә тасаууф йырсыһы тип әйтергә нигеҙ юҡ. Уның ижадында XIX быуаттың икенсе яртыһындағы ижтимағи фекер үҫешенең характерлы һыҙаттары сағыла. Әҫәрҙәренең формаль күрһәткесе буйынса уны шағир тип атағанда ла, ижадының дөйөм йөкмәткеһе һәм тәғәйенләнеше яғынан Ғ. Соҡорой урта быуаттарҙағы ғәрәп фәнендә нығынған "әҙип" төшөнсәһенә тап килә.
Уның шәкерттәре араһынан иң танылғаны – үҙенең бәләкәй улы Ғарифулла Кейеков (1861 – 1918). Уның тормош юлы ла, ижади эшмәкәрлеге лә, бер ҡарағанда, атаһыныҡын ҡабатлаған кеүек, икенсе яҡтан, күпкә айырыла ла. Сит-ят тарафтарҙа белем алып, 1889 йылда ғүмерлеккә тыуған яҡтарынан әйләнеп ҡайтыу менән Күрҙем ауылында үҙ мәҙрәсәһен ойоштороп, утыҙ йылға яҡын күрше тирә-яҡтарҙан йыйылған балаларға заманса белем биреү Ғ. Соҡоройҙоң мөдәрислек юлын хәтерләтә. Әммә Ғарифулла хаж сәфәрҙәре урынына алты йылға яҡын (1882 – 1888 йылдарҙа) батша армияһының унтер-офицеры чинында хеҙмәт итеүе уға рус мәҙәниәтен, рус ғалимдарының хеҙмәттәрен шәрехләрлек дәрәжәлә руссаға өйрәнеп ҡайтырға мөмкинлек тыуҙыра. Үҙенең балалары өсөн яҙған шиғырҙарында заманса фән һәм техникаға дан йырлауы, мәғрифәтселек идеяларын алға һөрөүе тәбиғи. Уның "Ризалыҡ сығанағы" ("Ғәйн әр-риза", Ҡазан, 1900), балалар өсөн йыйынтығы ("Диуане сабыян йәки Ҡафияте сабъян", Ҡазан, 1903) заманса йәшәргә, донъяуи ғилем алырға өндәү менән һуғарылған. Ғалимдар билдәләүенсә, Ғ. Кейековтың шиғырҙары художество төҙөлөшө, поэтик эшләнеше менән үҙ осоро өсөн яңы күренеш булмаһа ла, традицион әҙәби ҡалыпҡа һәм төрки телгә яраҡлаштырылһа ла, йөкмәтке йәһәтенән күпкә ҡыҙығыраҡ һәм әһәмиәтлерәк. Әгәр ҙә быға тиклем тауарих яҙмалары традицион рәүештә "Болғарийә тарихын" тергеҙһә, Ғ. Кейеков үҙенең хеҙмәтенә "Тауарихе башҡордиян вә әнсаби ирәктәүиян" тип баш ҡуя һәм шуға ярашлы башҡорт халҡының, шул иҫәптән, ирәкте башҡорттарының тарихын төрлө аспектта яҡтырта. Уның "Шура" журналы ойошторған "тел ярыштарында" ҡатнашырлыҡ әҙерлекле әҙип, башҡорт халҡының һәм Рәсәй тарихын яҡшы белгән тарихсы, ил киләсәген һәм халыҡ яҙмышын ҡайғыртыр публицист булып формалашыуы күп йәһәттән атаһы – әҙип Ғ. Соҡоройҙоң туранан-тура йоғонтоһона бәйле.