Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

ЖУРНАЛ УҠЫУСЫЛАР ИЖАДЫ

“Ағиҙел”дә – “Иҙел башы”
ӘЙҘӘГӘНДӘ
ИЖАД ҮРҘӘРЕ
“Ағиҙел”дә беренсе һәм һуңғы ҡунаҡта беҙ булмабыҙҙыр, моғайын. Аҙмы-күпме ижадҡа ынтылып, уға яҡынайыр өсөн әҙәби ойошмаларға тупланған ижадсыларға бик мәслихәт сара булмаҡсы был рубрика. 2015 йылда уҙғарылған “Әҙәби нағыш” фатихаһынан илһамланып, яңы һулыш менән ижадҡа тотонған “Иҙел башы”на ҡасан тәтер ине әле бындай мәртәбә.

Ағза булып теркәлгән утыҙлаған кешенең – төрлө һөнәрмәндәрҙең егермеләбе ойошма менән даими бәйләнештә. Айына бер тапҡыр йыйылышып, осрашып торабыҙ. Ҡулъяҙмалар уҡыйбыҙ, тәнҡитләргә лә, яҙырға ла өйрәнәбеҙ. Яҡшы баһа алған әҫәрҙәрҙе ойошманың “Иҙел башы – юл башы” альманахында баҫтырабыҙ. Баҫылып сыҡҡас та онотмайбыҙ: тағы бер тапҡыр уҡып, хаҡ баһаны, киләсәккә тәҡдимдәр бирәбеҙ.
Төҫлө альманахты өс айға бер тапҡыр үҙебеҙҙең иҫәпкә, йә спонсор ярҙамында сығарабыҙ. Әҫәрҙәрҙең күләме самаға ҡарап – сикләүһеҙ. Әлбиттә, яҡынса йөҙ биткә роман һыйҙырып булмай, аңлашыла. Дүртенсе һанынан алып балалар ижадына ла урын бирә башланыҡ.
Апрель айында Сафуан Әлибаев иҫтәлегенә район-ҡала мәктәптәре араһында әҙәби конкурс уҙғарҙыҡ. Башҡортостандың йөҙ йыллығына бағышлап та уҡыусы балалар менән осрашыуҙар, ижади конкурстар ойоштороу ниәте бар, ауылдарға барып, әҙәби-музыкаль кисәләр, юбилейҙар, китап туйҙары үткәреү дауам ителәсәк. Ғөмүмән, тау-урманлы төбәктә йәшәгән әҙәбиәтселәр ижад үрҙәренә ҡомарланып талпына.
Ойошма ағзаларына оҫталыҡ дәрестәре лә үткәреү яҙыҡ булмаҫ ине. Бының өсөн яҙыусылар берлегенең проза, шиғриәт секцияларынан “мастер-класс” үткәрерлек әҙиптәрҙең килеүе кәрәк, әлегә ундай ҡыуаныс һирәк тәтей. Электән үк Учалы ойошмаһында аяҡ нығытып ҡәләм шымартҡан Зөлфирә Сөләймәнова, Рәсимә Сәйетғәлина, Мәнзүрә Горбачева, Фәрихә Вәлиуллина, Зөһрә Үтәғолова, Рафиға Ғәлиуллина кеүек ҡәләм оҫталары булһа ла. Әйткәндәй, Зөһрә Үтәғолова менән Зөлфирә Сөләймәнованың Яҙыусылар союзына ағза итеп алыныуҙары ҡыуандыра. Учалы ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Осрашып торабыҙ. Шулай уҡ әҫәрҙәр уҡып, тикшерәбеҙ, уртаҡ байрамдарҙа ҡатнашабыҙ.
Иҙел башында өмөтлө йәштәребеҙ ҙә байтаҡ: Зөлфиә, Рәсимә Сәлиховалар менән Әнисә Зарипова, Әлиә Саматова һәм башҡалар. Инйәрҙән Фәйрүзә Кинйәбаева менән Асҡар ауылынан Нуридә Илһамоваларҙың шиғриәте үҙенсәлекле.

Ҡыҫҡаһы, ҡунаҡ “күстәнәсен” журнал уҡыусыға тәҡдим итеп, беҙ уның баһаһын көтәбеҙ.
Әйткәндәй, алдағы ярты йыллыҡҡа “Иҙел башы” ҡәләмгирҙәре милли матбуғатҡа дәррәү яҙыла… Ә һеҙ?
М. ҺИҘИӘТОВ,

Рәсимә СӘЙЕТҒӘЛИНА

***
Һуғыштан һуң тыуған баламын,
Һуғыш афәтен мин күрмәнем,
Ишетмәнем пуля һыҙғырыуын,
Траншеялар ҡаҙып йөрөмәнем.

Оҙатманым яуға егеттәрҙе,
Еңеп ҡайтыуҙарын көтмәнем.
Тик йыш күрҙем мин тол
ҡатындарҙың
Әсе күҙ йәштәре түккәнен.

Күрҙем һыңар ғына ҡулы менән
Ағайҙарҙың бесән сапҡанын.
Тик күрмәнем хатта бер ирҙең дә
Хәмер эсеп ҡолап ятҡанын.

Күрҙем еңеп ҡайтҡан яугирҙарҙың
Үгеҙ менән һабан һөргәнен,
Ағас аяҡтарын туҡылдатып,
Дәртле баҫып, бейеп йөр(ө)гәнен.

Күрҙем яраланған бер танкистың
Суғырмаҡтай шаҙра йөҙҙәрен.
Әммә дәрте уның һүнмәгәйне,
Осҡон сәсә ине күҙҙәре.

Иҫән ҡайтҡан ирҙәр
йорт һалдылар,
Бер-бер артлы ғаилә ҡорҙолар,
Уларҙың ғүмерен дауам итер өсөн
Малайҙар һәм ҡыҙҙар тыуҙылар.

Тиҫтә йылдар илдә
тыныс тормош.
Берүк афәт ҡабат килмәһен!
Һуғыш утын кеше өндә түгел,
Хатта төшөндә лә күрмәһен!

Таштимер
СӘЛИМОВ

Уландарым –
терәгем

Өс улым – өс терәгем,
Өс яҡлап ышаныслы.
Шуға ла күңел, йөрәгем
Тыныс, саф һәм ҡояшлы.

Килеп тыуһа ауырлыҡтар,
Өс ҡулымдай – өс улым.
Һис ҡурҡытмай һыуҙар, уттар,
Өс улым – яҡты юлым.

Уландарым – ышанысым,
Фәрештәләрем өсәү.
Һеҙһеҙ көнөм юҡ, ҡояшым,
Йәшәүем түгел йәшәү.

Һеҙһеҙ тәме юҡ ашымдың,
Төндәремдең юҡ таңы.
Нурҙары күҙ ҡарашымдың
Нурландырмаҫ донъяны.

Нуриҙә ИЛҺАМОВА

***
...Был донъяның етешмәгән ере
Етешһен тип, күпме тырыштым!
Инде донъя үҙе тырышһын, тип
Ҡул һелтәнем бөгөн –
ҡарыштым...

Аҡса юҡта газы нимәгә, тип
Утын яғам хәҙер мейескә.
(Э)свет өсөн хәҙер түләмәйем –
Шәм ултыртып ҡуйҙым мөйөшкә.

Уйһыҙ ғына ятып йоҡлайым мин,
Дарыу ни икәнен белмәйем.
Дарыу үҙе генә күпме тора –
Шуны ғына килә һөйләгем!...

Почта аша түләү ҡағыҙҙары
Инеп ята йәнә йәшниккә.
Борсолабыҙ хаҡ артыуын күреп,
Ҡоламаҫҡа уйҙар нисек тә!

Әнисә ҒӘЗИЗОВА

Йәйге төн
Зәңгәр офоҡтар артына
Алһыу ҡояшым батты.
Сәскә атҡан киң туғайға
Ап-аҡ томандар ятты.

Икһеҙ-сикһеҙ күк йөҙөндә
Ай йөҙә талғын ғына.
Һирәк кенә ҡысҡырғылай
Тартай яҡында ғына.

Ҡыңғырау сәскә эйелгән,
Таждарын бергә йыйып.
Баш осонан ғына оса,
Ярғанат һауа ҡыйып.

Яңы ғына төн булғайны,
Хәҙер инде таң ата.
Йомарт ҡояшҡа төрөнөп,
Ҡырҡты тауҙары ята.