Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ринат КАМАЛ

ЫМҺЫНЫУ

Повесть

IV
Йәш зоотехник үҙе ҡорған фермаға һөйөндө. Ҡоҙасалар алсаҡ халыҡ, Хәниф Ғафаров һарайҙар буйлап йөрөй. Бер йыл эсендә Оҙонтал күле ярында ауыл үҫеп сыҡты, хәҙер һауынсылар шунда төпләнеп йәшәй. Яҙғы ташҡында Мәғҙәндән өҙөлөп ҡалһалар ҙа, бирешмәйҙәр. Ташҡын ҡайтҡас та тормош тағы үҙ ыңғайына яйлана.
Йәш зоотехниктың ҡолағына кемдеңдер “йәйләүгә сығайыҡ, боронғоса” тигәне эленеп ҡалды. Һауынсыларҙың береһе теленән ысҡынған ошо һүҙ күңеленә ятты. Этҡаҙған уяһы электән ымһындыра ине. Йәмле урын, кеше аяғы баҫмаған тапҡырҙар. Ә тирәләй – туғайҙар, тәрән йырындары малға иркен. Үләне ат бауырынан, ә һыуы... Көтөүсе Мөлөк ағай елкә тырнаны.
– Һыу ғына юҡ.
– Зәғфрәм ҡойоһо бар ҙа...
Ҡойоно урынына барып ҡаранылар. Тәрән ҡул эсендә, кеше күҙенән йәшеренгән инеш. Ғәжәйеп серле, хатта шомло ла. Эҫе томрала үтә лә танһыҡ һыу. Күҙ йәштәреләй бөрсөкләп-бөрсөкләп кенә һарҡа. Гүйә әжәл дарыуы... Бер эсһә, сыпсыҡ та туймаҫ.
Юлсылар бит-ҡулдарын сылатты. Һыуы теште ҡамаштырыр.
– Ҡойо ҡаҙабыҙ, Мөлөк ағай...
– Була инде.
Хәниф Ғафаров тура председателгә уҡталғайны ла, урынында булмағас, партком Насыровҡа тейҙе.
Парторг уйланып ултырҙы.
– Боронғо йола, онотолған шул. – Насыров ипле, тыныс зат. Кешегә һис тауыш күтәрмәҫ. – Һауынсылар ризалашһа...
Зөлҡәрнәй Ҡотлояров килешергә лә, кире һуғырға ла белмәне. Ғәҙәттә парторг тәҡдименә кире тормаҫҡа тырыша.
– Йәйләү мәшәҡәтле, һауынсыларға йорт кәрәк.
– Теге будканы илтәбеҙ. – Хәниф сәмләнде.
– Кардалар ҡорорға тура килә...
– Ҡорабыҙ, Зөлҡәрнәй ағай!
– Ярар, һин яуаплы булаһың! – тине председатель ахырҙа. – Кешеләр йый, машина ал.
Этҡаҙған уяһында эш тоҡанды. Башта ҡойо ҡаҙынылар.
Хәниф дөрөҫ самалаған: үләнле төбәктә шундуҡ һөт күтәрелде. Һауынсылар ҙа, көтөүселәр ҙә дәртләнде.
V
Ғәтиәт Полинаны күңеленән һыҙып ташлай алмай шул. Хажиғәли, шаярып, ҡанһыраған яраһына тейҙе. Полина уйҙарында, ҡараштарында, йөрәгенә инеп ултырҙы... Бәлки, яңылышалыр, юҡҡа ымһыналыр? Мәрйәне ауылда өнәп бөтмәҫтәр... Текә генә баҫып уҙа магазин алдынан Ғәтиәт. Кешеләрҙең үҙен күҙәтеүен тоямы икән? Уға тиң ҡыҙ юҡ таһа Мәғҙәндә, юҡ! Полина – врач, ап-аҡ халатын кейһә, Ғәтиәт үлә яҙа. Полина – һары алма, Полина йылмая, Полина – уның ҡәҙерлеһе!.. Юҡ, быны аңлатып булмай. Полина Мәғҙән ҡыҙҙарының береһенә лә оҡшамаған. Күҙҙәре әллә ҡайҙа, зәңгәрһыу күктәргә саҡырып тора. Ғәтиәт үҙен шул күҙҙәргә батыр ҙа ҡуйыр төҫлө тоя.
Ул көн бәхет тантанаһы ине. Бәлки, уны ғүмерендә лә онотмаҫ. Йәштәр, йыйналышып, Әй буйына боҙ киткәнен ҡарарға сыҡты. Бер төркөм. Гармун да, ашамлыҡ та алдылар.
Биҙәртау артындағы аулаҡта бар тирә-йүн ус төбөндәгеләй генә. Ана, Әй һылыуҡай. Үҙен ҡоршап торған боҙҙарын аҡтарып ташлаған да, елкенеп, алға алҡына. Ана, Төлкөнтау, Буртау, Нәжебил, ана, Ҡоҙаса әрәмәлеге!
Тәнзилә әхирәте Полинаның ай-вайына ҡараманы.
– Унда әйбәт егеттәр. Һин белгәндәр... Ғәтиәт, Марс... Беҙ – ҡыҙҙар: Асия, Фатима...
Полина көлә, Тәнзиләнән айырылмай. Көҙгө пальтоһының яғаһын күтәргән. Ел уйнаҡлай шул үрҙә.
– Ҡыҙҙар, ниндәй йәмле беҙҙең яҡтар!
– Әйҙә, Марс, гармуныңды!..
Марс ялындырмай.
Беҙ – мәғҙәндәр, беҙ – мәғҙәндәр,
Йәмле Әй буйҙарынан...
Йыр Әй әрәмәлектәренә тарала, алыҫта Ҡоҙаса яғында, ала-сола булып баҫыуҙар, тау һырттары күренә. Әле йәшеллек күҙгә салынмай, тәбиғәттең саҡ уянып, бөрө тиртеп торған сағы. Талдар һутҡа тулышҡан, ҡайындар, йәш ҡыҙҙарҙай, һәр өндән тертләй. Әй, ярҙарынан сығып, уйһыуҙарға йәйелгән. Боҙҙар аҡтарыла, ташҡын ҡайтмай әле. Тәбиғәт бына уянам, бына йөҙөмдө асам тип тора, үҙ мәлен көтә.
Сиҙәмгә гәзит йәйеп ебәрҙеләр, шунда сүгәләгән булдылар. Ҡыҙҙар йырлай, Полина ихлас тыңлай. Аңлаймы икән башҡортса йырҙарҙы, ни уйлай икән? Марс оҫта барыбер... Егеттәр Полинаға иғтибар итмәгән була, һәр береһенең күҙ атып йөрөгәне бар шул.
Әрәмә араһына, Әй төбәктәренә китеп юғала йыр ауаздары. Йәштәр бер-береһенә һырығышҡан. Хәҙер көндәр ҙә аяҙыраҡ, күк иңе яҡтыраҡ. Зәңгәрһыу һауа күңелдәрҙе әсир итә.
Сыбыҡ-сабыҡ араһы үтәнән-үтә күренеп тора. Соҡор-саҡырҙарҙа һаман ҡар ята. Оҙаҡламай, оҙаҡламай донъя йәшеллеккә күмелер, был сауыллыҡтар ҡара урманға әйләнер. Йәшел япраҡтар әрәмәне кеше күҙенән йәшерер. Әлегә тәбиғәт тә кешеләр һымаҡ иләҫ-миләҫ, хискә тарыған: ниҙер көтә, нимәлер өмөтләнә. Ҡыҙҙарҙың иләҫ-миләҫ сағы, моңланалар... Йәй етһә, бушамаҫтар, донъя мәшәҡәте баҫыр, әле һағышланалар.
Әйткән инең: әгәр һөйә ҡалһаң...
– Әйҙә, ҡыҙҙар, егеттәр, иҫтәлеккә фотоға төшәбеҙ! – Тәнзилә, Марсы яғына ҡарап, күҙ ҡыҫа.
Фотограф Вәғиз бойора:
– Бер-берегеҙгә һырығышып ултырығыҙ! Марс, яҡыныраҡ! Полина, Ғәтиәт!
– Ҡасандыр бер Әй буйында йөрөгәйнек тип иҫкә төшөрөрбөҙ. Шулай бит, Полина?
– Конечно!
– Башҡортса әйт!
– Эһе... Эһе!
Ҡыҙҙар шарҡылдап көлөшә.
– Әйҙә, бейейбеҙ! – Тәнзилә – осҡор, тәүләп уртаға төшә.
– Матрос бейеүе: Ғәтиәт Ҡотлояров! – Тәнзилә – яһил.
Марсы шуны ғына көткән тиерһең: марш, матрос бейеүе ләһә!
Егет йомшаҡ ҡына баҫып түңәрәккә сыға. Күҙҙәре ҡыҙҙы эҙләй. Кинәт устарын яндырып ботинкаларына һуғып ала, унан – тубыҡтарына... Китте. Эй, матрос, эй, үләнһеҙ палуба! Көй шаша, палуба айҡала-сайҡала, матрос та туҙған. Палуба айҡала-сайҡала, матрос оса... Палуба менән матрос, ер, күк, гүйә, тоташа. Эй, ел, эй, ҡойон, тын алырға, күҙ асырға мөрхәт бирегеҙ! Күҙ эйәрмәй ул аяҡтарға, ул ҡулдарға. Ғәтиәт әле сүгеп китә, әле килеп баҫа, әле ҡабат тыпырҙата, сиҙәмде төйә генә...
– Һай, афарин бейеүсеһенә!
– Һай, молодец!
– Беҙҙең егеттәр ҙә ул!
Йыш-йыш тын ала, томан аша күрмәй ҡыҙҙы, йөҙөн яҡынлап сырамыта алмай. Оҡшаттымы икән, килештерҙеме? Әллә мыҫҡыллап көләме? Башҡорт башына урыҫса көйгә баҫып маташа – мыҫҡыл итәме? Полина, ҡайҙа һин? Һинең баһаң?..
– Йә... – Марс гармун күректәрен тарта, ҡыҙҙар аптырап тормай, “өсмөйөш”кә төшә. Полинаны ла етәкләйҙәр... Береһе лә ҡатып баҫмаһын, әйҙә, көй әрәмгә китмәһен!
Ботинкаһы, ботинкаһы,
Ботинкаһы японский,
Һикереп төшөп бейеүҙәре
Ата һайыҫҡанский... һай.

Һай, Вәғиз! Һайыҫҡан. Үҙе күрше Әпшәндән, ә әпшәндәрҙе һайыҫҡан тиҙәр.
– Һай, үҙебеҙҙең Вәғиз – артистарыңа биргеһеҙ...
– Фатимаға ғына бирәбеҙ!
Ғәтиәт был көндө һис онотмаҫ. Ғүмеренең иң илаһи мәле тип хәтеренә һеңдерер. Әй әрәмәлеге, Биҙәртау артындағы ул көн яҙмыш бүләге һымаҡ күренәсәк егеткә.
VI
Төштән һуң колхоз рәйесе менән парторг Ҡоҙаса фермаһы йәйләүенә йыйынды. Социалистик ярышта еңеүсе һауынсыларға ҡыҙыл вымпелдар тапшырырға! Зоотехник Ғафаровты ла саҡырттылар.
Инде сығып киттекме, тиһәләр, Эскесе Төхфәт баҫыша. Зөлҡәрнәй Ҡотлояров тегене бухгалтер Йомро Ишбулдыға атҡарҙы ла юлында булды.
Бухгалтерия халыҡ менән тулған, баш ҡалҡытыр әмәл юҡ. Тауыш алыштырмайҙар. Бухгалтер Йомро Ишбулды был мәлдә Бурансы бригадаһына наряд иҫәпләү менән мәшғүл; бригада иҫәпсеһе тейешле аҡсаһын алып ҡайта һалырға ашыға, өҫтәүенә, Төхфәт ҡаңғырта. Ишбулдының икенсе яғаһынан ултырып алған да үҙенекен тәпәй:
– Яҙ, яҙ! Председатель әйтте бит!
– Төхфәт ағай, көт әҙерәк, бурансыларҙы ебәрәм дә...
– Тиҙ бул!
Йомро Ишбулдының башы буталып китте. Бәй, бурансыларға яңылыш иҫәпләп тора лаһа! Һаташа башлағанмы?
– Яҙ, Ишбулды, яҙ, Йомро!
– Һин! – Йомро Ишбулды, йәне көйөп, Эскесенең яңаҡ төбөнә ҡундырҙы. Теге янтайып китеп, башы менән йомро мейескә бәрелде.
– А-а!
Саҡ баҫылғандай итте шау-шыу.
– Алкаш! Тағы кәрәкме?
Ишбулды ҡыҙып алған, үҙен кешеләр тота. Эскесе Төхфәт йәһәт кенә тая һалды. Йомро Ишбулды ла, ниһайәт, тынысланып ултырҙы:
– Уф, бер алкаштан ҡотолдоммо?!
Ҡотлоярҙар Этҡаҙған йәйләүенә тиҙләтеп барып та етте. Томра эҫелә бар донъя тымған һымаҡ.
– Былар үлеп бөткәнме? – тип ҡысҡырҙы председатель машинаһынан төшөү менән. – Атаң баштары!
Ҡыуышҡа ыңғайланылар. Көтөүсе үлек ише йоҡлай, эте өрөргә тотондо.
– Ә-ә... председатель! Ҡотлояров иптәш... – Мөлөк күҙҙәрен тырнап йыртып килеп сыҡҡан.
– Яп-ямаҡ бесәй балаһы, йоҡлайҙар, эш ҡайғыһы юҡ! Ҡайҙа һауынсылар? – Пыр туҙа рәйес.
– Анау будкала! – Көтөүсе кардалар яғына һонолоп күрһәтте.
– Һыйырҙар ҡайҙа?
– Һыуалышҡа килтергәйнем, – тип аҡланды ул. – Эҫелә барыбер яталар.
– Ай, атаң башы, беҙ уларға вымпел килтерәбеҙ, ә улар?.. Уят барыһын да!
Көтөүсе будкаға ташланды. Бер аҙҙан йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа һауынсылар сыҡты. Йәштәре лә, ололары ла шунда. Түрәләр яҡыныраҡ барҙы. Парторг: “Һаумыһығыҙ”, – тип башлағайны, рәйес уны бүлдерҙе.
– Ашайһығыҙ, йоҡлайһығыҙ, ә һыйырҙар тора, көтөүсегеҙ – хыр-хыр... Беҙ һеҙгә вымпел килтергән булабыҙ. Ярышҡа йомғаҡ яһап...
– Зөлҡәрнәй... Ҡотлояров иптәш, мин... – Партком Насыров һүҙ алды. – Хөрмәтле һауынсылар, икенсе квартал буйынса колхозда, районда беренселекте алыуығыҙ менән ҡотлайым.
Теләкһеҙ генә ҡул саптылар, парторг яңы колхоз исеменән вымпел тапшырғас, айырым һауынсыларҙы күккә сөйөп ташланы, ә рәйестең бер керпеге лә һелкенмәне. Хушлашҡанда: “Ярай, шулай дауам итегеҙ, туғандар!” – тип белдерҙе. Һауынсылар бары шунда ғына терелгәндәй итте, рәхмәт әйтеп, оҙатып ҡалдылар түрәләрҙе.
Насыровтың хәтере ҡалды председателдең ҡылығына. Үҙ алдына нисәмә ҡат, шул ағас тел менән ҡабат бергә йөрөмәм, тип һүҙ бирә, тик ни эшләһен. Әле һаман да тегенең һүгенеүенән ҡолаҡ остары яна. Һауынсылар алдында малай-шалай һымаҡ тора, ә рәйес телендәген эт тә еймәҫ.
Партком бер партия комитеты ултырышында был мәсьәләне күтәреп тә маташты. Зөлҡәрнәй менән күҙмә-күҙ аңлашып та, һаман рәт сыҡмай.
Зөлҡәрнәйҙәр аръяҡҡа тип киткәс, Йыуан Сәйҙәләр эштә оҙаҡламаны.
– Монасип ағай, мин бригадаларға ведомостарҙы әҙерләп бөттөм; был болала башым ҡаңғырып китте, ҡайтайым...
Йыуан артынан Шыма Мөхтәр ҙә шылды. Ә Басир ҡарт, хәҙер келәт мөдире, быларҙы тышта күптән көтә ине.
Эйәртенешеп, шыпырт ҡына яңғыҙаҡ бисә өйөнә барып инделәр. Ул уларҙың “йәшертен штабына” әйләнгәйне инде.
– Мин әйтмәнем, Шыма, – тине Йыуан ханым, ең һыҙғанып өҫтәл әҙерләгәндә. – Әбхалиҡ ағайым әйтте: һуҙмай эшләгеҙ, ул хаттың йөкмәткеһен Мөхтәр туған яҡшылап уйлаһын, тине.
– Таштың бөтә гонаһтарын жый... – тине Шуҡ ҡарт, ҡапыл етдиләнеп.
– Жый, имеш, ә һеҙ нишләйһегеҙ? – Шыма Мөхтәр ҡыҙарҙы-буҙарҙы. – Һеҙ ҙә тотоноғоҙ! Исмаһам, факттар бирегеҙ! Факттар!
– Тәкәбберлеген дә ҡалдырма!
– Факттар, факттар! – Шыма Мөхтәр бер үк һүҙен ҡабатланы.
– Ярай, сәйенә-мәйенә етешегеҙ! Һыуына! – тип ҡыҫтаны хужабикә.
Шыма Мөхтәр “ярты”һына тотондо. Ә Шуҡ тынманы:
– Айыу Мөхтәбәр менән ашлыҡ сәлдереүҙәрен һырлап-килештереп яҙ!
– Һин кемде өйрәтәһең? – Ирҙәр тауышы менән екерҙе Шуҡ ҡартҡа Йыуан бисә. – Мөхтәр үҙе белә. Ултыр мында!
– Тотоғоҙ! Аҙағы хәйерле булһын! – Тәғәйен теләкте аяҡсы колхоз экономисы әйтте.
– Урыҫса яҙаһың инде, урыҫса! – Шуҡ ҡарт тәпәүен белде.
– Ай әттә генәһе, мәңге урыҫса яҙғанды инде! Мөхтәр дуҫ үҙе белә!
Дуҫтар ҡоронда Әбхалиҡ үҙе булмаһа ла, бында яҡында ғына йөрөгәндәй ине уның шәүләһе. Ә Шыма Мөхтәрҙе ул белә...
Үҙе башлы, иҫәп-хисапҡа шәп. Шыма. МТС-та бухгалтерияла эшләгәндә Әбхалиҡ Әлимбаев уны Дыуанға алып барҙы. Мөхтәр ҡорҙашына үҙенең хәрби кителен кейҙерҙе. Ҡыҙыл Йондоҙ орденын, миҙалдарын таҡты түшенә, “вперед” тип имтиханға индереп ебәрҙе. Һуғышҡа саҡлы Дыуанда уҡыһа ла, Әбхалиҡ курсын тамамлап бөтмәгәйне, имтихан тапшырмаған. Бына хәҙер, фронттан ҡайтҡас, агроном дипломы кәрәк.
Шыма-яугир ҡаршыларында! Техникум уҡытыусыларының фронтовиктан күҙҙәре шар икән: Әбхалиҡ сатнатып яуап ҡайтарып тора. Башлы бит. “Бишле” ҡуйып сығаралар. Шулай Шыма Әбхалиҡ ағаһы өсөн имтихан тапшырып сыға. Юлда тәгәрәп ятып көләләр: “Вәт, уҡытыусыларҙың күҙе шар... Ә мин йәп-йәш кенә бит йөҙгә! Фронтовик!”
Әлимбаев шунан һуң башлы егетте үҙ итә, гел үҙенән ҡалдырмай.