Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Нурмөхәмәт МАНСУРОВ

ТАУЛЫ ТӨБӘК БЕҘГӘ ЙӘНТӨЙӘК

“Унда, Ағиҙел аръяғында, шундай матур урындар бар – һоҡланыуҙан “аһ” итерһең, йөҙ тапҡыр “аһ” итерһең!” – тип яҙған бөйөк урыҫ яҙыусыһы Максим Горький, Урал тауҙарына сикһеҙ һоҡланыуын белдереп. Күккә ашҡан ҡая-тауҙар, ҡалын урмандар, сылтырап аҡҡан саф шишмәләр... Ошондай тәбиғәте менән күңелдәрҙе әсир иткән төбәктәрҙең береһе – биләгән майҙаны буйынса Башҡортостанда иң ҙурҙарҙан һаналған Белорет районы. Республикабыҙ тормошондағы әһәмиәте, дөйөм үҫешкә индергән өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ уның.
Асфальт, һауа, тимер юлдары буйлап Белорет ере аша үткәндә, ысынлап та, йөҙ тапҡыр “аһ” итәһең. Район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич МИРОНОВ менән әңгәмәбеҙ тап ошо һоҡландырыр ҡеүәттең серҙәре, төбәктең үткәне, бөгөнгөһө хаҡында.

– Владислав Геннадьевич, билдәле булыуынса, районға исем биргән Белорет ҡалаһы – йәше буйынса Өфө һәм Бөрөнән һуң килгән иң оло ҡала. Һеҙ – шанлы тарихы, данлы шәхестәре менән билдәле районды үҙ эсенә алған ҡеүәтле төбәктең башлығы. Белорет ҡалаһы менән районы араһында ниндәй уртаҡлыҡтар бар?
– Башҡорттар элек-электән был ҡаланы “Иҙел башы” тип йөрөтә. “Белорет” атамаһының башҡортса яңғырашы ла “Ағиҙел” төшөнсәһен бирә. Икенсенән, ошо ерҙән Ағиҙел, Йүрүҙән, Инйәр, Нөгөш йылғалары ғына түгел, Башҡортостан, Рәсәй һәм донъялағы төрлө тармаҡтарҙың, айырыуса сәнәғәттең, мөһим йүнәлештәре баш ала. Ямантау, Ирәмәл кеүек мәғрур тауҙары үҙҙәре ни тора! Ғөмүмән, Белорет ҡалаһы атамаһы район ғына түгел, ә Башҡортостан һәм Рәсәй менән дә айырылғыһыҙ бәйләнештә.
Белорет ҡалаһы борон да Тамъян-Ҡатай волосы булған район менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Аҙаҡ реформалау һөҙөмтәһендә бер исем аҫтына ойошҡан административ үҙәк функцияһын да үҙенә ала.
Үткән быуаттарҙың иҡтисади үҫеш осоронда барлыҡҡа килеп, бер аҙҙан ҡеүәтле предприятиеларға конкурент булыуҙан туҡтаған бәләкәй суйын иретеү заводтарын Совет власының тәүге биш йыллыҡтарында көслө урман хужалығы, колхоздар алыштыра. Сөй ҡырҡыу фабрикаһы, Граждандар һуғышы ваҡытында эшен туҡтатып торһа ла, 20-се йылдарҙа яңыса үҫеш кисерә башлай. Шул осорҙа Запрудовка – Тирлән – Белорет тимер юлы Туҡан менән Инйәргә тиклем оҙонайтып һалына. Был ваҡиға, әлбиттә, район һәм ҡаланың иҡтисади үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Металлургия заводына Туҡан руднигынан СССР-ҙа иң сифатлы тип һаналған тимер рудаһын, Инйәр мейестәрендә үртәлгән ағас күмерен тимер юлынан ташыу мөмкинлеге асыла.
Уртаҡлыҡ тураһында һүҙ йөрөткәндә шуны ла билдәләргә кәрәк: район халҡының яртыһын тип әйтерлек элек ябылған завод эшселәренең вариҫтары тәшкил итә. Улар, хеҙмәттән башҡаға хоҡуғы булмаған егәрле крепостной крәҫтиәндәрҙең нәҫеле булараҡ, һәр ерҙә фиҙаҡәрлек күрһәтә. Яңы төҙөлгән урман хужалыҡтарында, артель-колхоздарҙа урындағы башҡорттар менән иңгә-иң терәшеп эшләйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышында Белорет ҡалаһынан, Тирлән һәм Үрге Әүжәндән генә лә тиҫтәнән ашыу яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Яуҙан һуңғы йылдарҙа Магнитогорскиҙа йәшәгән металлург яҡташыбыҙ, Егәҙе ауылы уҙаманы Василий Наумкин ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы тип таныла. Беҙҙең ҡала менән райондан тағы ла дүрт кешенең был мәртәбәле исемгә лайыҡ булғаны тураһында журнал уҡыусылар беләлер. Совет осоронда шулай уҡ йөҙләгән яҡташыбыҙ, хеҙмәттә фиҙаҡәрлек күрһәтеп, иң юғары дәүләт наградаһы – Ленин ордены – менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң тимер-бетон ҡоролмалар өсөн юғары ныҡлыҡтағы арматура итеп ҡулланыла торған ҡорос сым етештереү цехы төҙөлә. Унан үтә нәҙек микросымдар етештереү цехы сафҡа инә. Артабан Тирләндә авиаканаттар эшләү предприятиеһы аяҡҡа баҫа. Белорет металлургтары етештергән сифатлы сымдар, канаттар йыһан караптарында ла уңышлы ҡулланыла.
– Сәнәғәттәге ҡаҙаныштар, һис шикһеҙ, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәләренә лә этәргес көс бирә: үткән быуат уртаһында был тармаҡтарҙың уңыш нигеҙе Белорет ерлегендә тыуып үҫкән шәхестәрҙең исеме менән дә бәйле. Улай ғына ла түгел, үҫеште тап һеҙҙең яҡташтар билдәләй. Шулай бит?
– Килешәм. Был йәһәттән республикабыҙҙың башҡа бер районы ла шундай кимәлдәге шәхестәре менән маҡтана алмай. Беҙ – СССР-ҙың халыҡ артистары Арыҫлан Мөбәрәков, Заһир Исмәғилев һәм Гөлли Мөбәрәкованың яҡташтары! Шулай уҡ Абҙаҡта үҫкән (Әбйәлилдең Асҡар ауылында тыуған) СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин – тотош республиканың ғорурлығы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреттары – күренекле яҙыусы Яныбай Хамматов, атаҡлы йырсы Ғәли Хәмзин, мәшһүр бейеүсе Риф Ғәбитов та әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары менән районыбыҙҙы данланы. Ә дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәрҙәре һуң?!
– Тарихһыҙ – бөгөн, бөгөнһөҙ киләсәк юҡ, тигәндәй, Белорет ҡалаһының үткәненә сәйәхәт яһайыҡ әле. Ғөмүмән, ниндәй ваҡиғаларҙы иғтибарға айырыуса лайыҡ тип иҫәпләйһегеҙ? Белореттың тарихы ҡайһы миҙгелдә башлана?
– 1759 йылда батшабикә Екатерина Икенсе Сембер сауҙагәре Иван Твердышевҡа Иҙел башы (Ҡатай волосы) башҡорттарынан завод һалыу өсөн ер һатып алыуға рөхсәт биргән указға ҡул ҡуя. Ә 1762 йылда Берг-коллегия Тирлән заводын төҙөүҙе туҡтатып, уға Ағиҙел буйында нигеҙ һалырға тигән ҡарар сығара. Белореттың тарихы тап шул йылда башлана. Твердышев кейәүе Иван Мясников ярҙамында Ағиҙелде быуып, барлыҡҡа килгән быуаның уң ярында тимер иретеү заводы төҙөү эшенә тотона. Был йылдар – билдәле сәнәғәтселәр Демидов менән Строгановтарҙың көньяҡ һәм урта Уралда металл иретеү сәнәғәтен йылдам үҫтергән осоро. Шул ваҡытта, мәғлүм булыуынса, хәҙерге Башҡортостан биләмәләрендә лә бер-бер артлы тиҫтәләрсә баҡыр, тимер иретеү предприятиелары төҙөлә, шул иҫәптән Белоретта суйын ҡойоу заводы барлыҡҡа килә. Әлбиттә, был төҙөлөштәр бик күп эшсе көсө талап итә. Һөҙөмтәлә Башҡортостанға Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан меңәрләгән ылауҙарҙа крепостной крәҫтиәндәр ағыла башлай. Шул иҫәптән Белорет заводын төҙөүгә лә Сембер, Түбәнге Новгород яҡтарынан бихисап крәҫтиән ғаиләһе күсерелә.
Ҡул көсө менән генә эшләүгә ҡарамаҫтан, завод бик тиҙ төҙөлә. Һәм 1767 йылда уҡ унда меңдәрсә бот суйын, тимер иретеп алыуға өлгәшәләр. Ләкин завод тулы ҡеүәт менән эшләп китә алмай – Емельян Пугачев етәкселегендә крәҫтиәндәр ихтилалы мәлендә яндырыла. 1778 йылда иһә эшмәкәрлеге тергеҙелә. Шул ваҡыттан алып миллиондарса тонна суйын иретелә, ҡорос ҡойола.
Металлургия комбинаты – бөгөн ҡаланы ҡала итеп тотҡан төп предприятие. Ул элек тә урындағы ҡаҙнаның 80 – 90 процентын тулыландыра ине, әле лә шулай.
Ҡалабыҙҙың рәсми символдары – флагы һәм гербы – бар. Шул уҡ ваҡытта, рәсми булмаһа ла, барлыҡ халыҡ таныған, яратҡан, ғүмер буйы йөрәгенә яҡын ҡабул иткән икенсе бер билдә йәшәй – завод гудогы. Ул ритмды боҙмай, тәүлегенә алты тапҡыр ҡысҡырта икән, тимәк, завод эшләй, ҡала ла йәшәй тигән һүҙ. Хәҙерге ваҡытта ундай гудок Рәсәйҙең бер ҡалаһында ла ҡалмаған, бәлки, донъяла ла юҡтыр. Әгәр беҙҙең заводтыҡы ҡысҡырыуҙан туҡтаһа, был һәр беребеҙҙең йөрәген һурып алыуға тиң булыр ине. Һәр хәлдә, мин шулай уйлайым.
– Металлургтарҙың ҡаҙаныштары менән бергә машина эшләү, урман хужалығы, еңел сәнәғәт, аҙыҡ-түлек етештереү предприятиеларының да хеҙмәтен телгә алып үтмәһәк, ғорурлыҡ тулы булмаҫ. Төҙөлөш индустрияһының да ҡеүәтле икәнлеген беләбеҙ. Ҡала йөҙөндә сағылырлыҡ тағы ниндәй төҙөлөш эштәре, үҙгәрештәр булды?
– Башҡа предприятиеларға килгәндә, үткән быуаттың аҙаҡтарына тиклем Трактор рессорҙары һәм пружиналар заводы дүрт меңләп кешене тотороҡло эш менән тәьмин итеп килде. Илдә сирек быуат элек башланған сәйәсәттең сәнәғәтте лә урап үтмәүе сәбәпле, хеҙмәткәрҙәре яртылаш тип әйтерлек ҡыҫҡартылыуға дусар булһа ла, ул бөгөн дә, заман талаптарына яраҡлашып, эшмәкәрлеген дауам итә.
Юҡҡа сыҡҡан предприятиеларҙың буш майҙандарында ла ел уйнағанын күрмәҫһең. Ә биш йыл самаһы элек киреһенсә ине. Бигерәк тә ағас эшкәртеү, төҙөлөш комплекстарында. Рөстәм Зәки улы Хәмитов республикаға етәкселек итә башлаған мәлендә үк Хөкүмәттең беренсе күсмә ултырышын беҙҙә үткәрҙе. Тап шул йыйылышта райондың социаль-иҡтисади планы ҡабул ителеп раҫланды. Бөтөн республика буйынса шул рәүешле ҡабул ителгән беренсе план булды ул.
Металлургия комбинаты ярымфабрикаттарын өҫтәмә хаҡ ҡуйып эшкәртеүселәр, уларҙан яңы төр тауар етештергән машиналар эшләү предприятиелары ла бар. Район урманлы ерҙә урынлашҡас, ағас эшкәртеү менән дә шөғөлләнәбеҙ.
Социаль-иҡтисади план ҡабул ителерҙән алда ла төрлө мәсьәләләрҙе яйға һалыу ысулдары тормошҡа ашырыла ине. Миҫал өсөн Тимер-бетон изделиелары заводын алайыҡ. Ҡасандыр ҡала һәм райондағы барлыҡ төҙөлөштәрҙе үҙ продукцияһы менән ышаныслы тәьмин итеп торған ҡеүәтле предприятие иҡтисади көрсөктән тетрәнә башлағайны. Хәлде яйға һалыу маҡсатында ситтә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән яҡташтарҙы саҡырып һөйләшеп, уларға үтә күренмәле бизнесҡа йүнәлеш тәҡдим иттек. Һөҙөмтәлә бөгөн заводта 260 кешегә хеҙмәт урыны булдырылған. Тимәк, матди яҡтан тәьмин ителгән шунса ғаилә киләсәккә ышаныс менән ҡарай.
– Ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары ла, урман да мәңгелек түгел. Әйтәйек, 50 йылдан Белорет районының иҡтисады ниндәй тармаҡҡа бәйле булыр тип уйлайһығыҙ?
– Бай тәбиғәтле төбәктең киләсәген, әлбиттә, туризмда күрәм. Был тармаҡты үҫтереү өсөн барлыҡ юлдар ҙа асыҡ, уға бер ҡаршылыҡ та, һис ниндәй кәртә лә булырға тейеш түгел. Өлкәгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарының ҡытыршы урындары беҙҙең яҡтан да, министрлыҡ тарафынан да контролдә тотола. Яҡын йылдарҙа райондың туризм үҙәгенә әүерелеренә ныҡлы ышаныс бар.
– “Асы”, “Ар ташы”, “Ағиҙел”, “Абҙаҡ” кеүек дауалау-физкультура учреждениелары һәм туристик базаларҙың уңышлы эшләүен беләбеҙ. Әммә, тәбиғи мөмкинлектәргә ҡарағанда, төбәктә бындай комплекстар, шифаханалар күберәк булырға тейештер бит. Ә беҙ һаман урман ҡырҡыуҙан арына алмайбыҙ. Әлбиттә, халыҡ был осраҡта: “Кәрәк тирәкте йыҡтыра”, – тиер. Шулай ҙа әгәр райондың ҙур майҙанын туристик зона, парк йә ҡурсаулыҡ итеп, ошо йүнәлештә ныҡлы эш алып барылһа, бындай биләмәләрҙе закон нигеҙендә нығыраҡ һаҡлау мөмкин булыр ине. Шулай түгелме?
– Райондың байтаҡ майҙанын Рәсәйҙә ҙурлығы буйынса бишенсе урында торған “Көньяҡ Урал” дәүләт ҡурсаулығы биләй. Ләкин еребеҙҙең иң ҙур өлөшөн урман алып торғас, ағасты ҡырҡмайынса ла булдыра алмайбыҙ. Ул – урындағы халыҡтың йәшәү сығанағы. Әммә һеҙҙең фекерегеҙ дөрөҫ: киләсәгебеҙ туризмға бәйле икән, еребеҙҙең матурлығын да һаҡларға бурыслыбыҙ.
Бер миҫал килтерәм. Тирләндә заманса авиаканаттар етештереү цехы төҙөлгәйне. Рәсәйҙәге авиация заводтары эшләүҙән туҡтағас, уның продукцияһына ла ихтыяж бөттө. Бинаны “Селена” йәмғиәте биләне. Ағасты тәрән эшкәртеүҙе ойошторорбоҙ, тип өмөт менән баҡҡайныҡ был предприятиеға. Ләкин ышаныс аҡланманы. Йәмғиәт етәкселегенең яуапһыҙлығы арҡаһында эш алға барманы. Ҡыҫҡаһы, ойоштора белмәнеләр. Һалым түләнелмәне. Эшселәре лә йылдар буйына хеҙмәт хаҡы күрмәгәс, таралышып бөтә яҙҙы. Бөгөн унда – яңы башлыҡ. Ул республика етәкселеге тарафынан тәҡдим ителгән өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыуҙы юлға һалыу менән мәшғүл. Бюджетҡа һалым бурысын ҡаплап, эшселәренә хеҙмәт хаҡын тотҡарлыҡһыҙ түләй. Һөҙөмтә күренгәс, ҡасандыр киткән кешеләр ҙә кире ҡайта башланы. Хәҙер ағасты ныҡлы эшкәртеү ысынлап та юлға һалынырына ышаныс артты.