Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Мансур ҺИҘИӘТОВ

ТАШ ӨЙ ӘСИРҘӘРЕ

Мажаралы  хикәйә  

1
– Шатлыҡ! Шатлыҡ, тим!
– Розанна, ниңә бәйләнәһең?
– Ҡайҙа йыйындың ул? Мине лә үҙең менән ал! Шатлығым минең!!!
– Бер ҡайҙа ла йыйынмайым, ҡайтам.
– Бәлки, мине лә?..
– Нимә-ә-ә? Алып ҡайт, тимәксеһеңме? Бәхетемә тап килеп, күҙ алмам, тип әйтер булһаң, ситкә бер аҙым да баҫмай, туп-тура алыр ҙа ҡайтыр инем, бәлки... Тик һин бит ҡурсаҡ. Ял һайын дискотекала хәлеңде бөтөрөп, олатай-өләсәйең менән дә хушлашмайынса, ҡалалағы йылы фатирығыҙға ҡайта һалып йығылыуҙан башҡаны уйлап та бирмәйһең.
– Башҡа бер ҡыҙыҡ та ҡалмағас, нишләйем?
– Ауылда экзотика, тип һөйләнеү менәнме ни ул, үҙ-үҙеңде алдап, матурлыҡты күрә белмәгәс? Дискотекаға ҡайтып йөрөгән ҡала йәштәренән йыйған төркөмдәрҙе нисә рәт Ирәмәлгә алып барҙым, ә? Ә һин теләмәнең. Сөнки һине ҡурсаҡ һымаҡ күтәреп, иркәләп кенә йөрөтөргә кәрәк. Шулай түгелме? Шулай булғас, өйөмә алып ҡайтып та, тәтәй уйнатып ултырта алмаҫмын инде һине. Ғүмерлек юлдаш кәрәк миңә, тәтәй түгел, аңланыңмы? Аңлаһаң, өмөтөңдө өҙ, һыуын! Башҡаса бәйләнмә, хуш!
Ҡайтҡан һайын үҙен ҡаршы алып, һуңынан автовокзалға оҙатып йөрөгән Шатлыҡтың бөгөнгө ҡыланышын аңламаны Розанна. Холҡо ҡырыҫыраҡ булһа ла, һалҡын йөрәкле был егет, башҡалар кеүек ҡаҙарылып бармаһа ла, ҡыҙҙар йөрәгенә осҡон һалып йөрөүен үҙе лә белмәне. Уның бәһлеүәндәй кәүҙәһе генә түгел, бәлки, күҙҙәрендә лә сағылған ихтыяры тәүге осрашыуҙан уҡ, Розанна тирәһендә өйрөлөп-сөйрөлгән малай-шалайҙың юлын киҫеп, ҡыҙҙы үҙенә бәйләне. Шатлыҡ, тип бер-береһенән көнләшеп, үлә яҙып йөрөгән ыбыр-сыбыр ҡыҙҙарҙың да өмөттәрен һүрелтте бер юлы. Үҙенә эҫендергән ҡыҙҙың ҡолаҡтарын иркәләрлек наҙлы һүҙҙәр табып арбамаһа ла, уны бик тиҙ бәйелһеҙлек юлынан сығарып, үҙенә буйһондорҙо. Тора-бара тансынан һуң матайға меңгәшеп, күл буйына йә сауҡалыҡҡа барып, таң ҡаршылауҙары йышайҙы уларҙың... Усаҡтағы сарт-сорт килеп янған утҡа ҡарағанда, Шатлыҡтың ҡуйыны күпкә йылыраҡ та, хатта эҫе лә ине ҡыҙға... Ҡыу ботаҡ кеүек шартлап янып китмәһә лә, йөрәгендә һүрән генә ут ҡабына башлауын тойҙо Розанна. Шуға ҡарамаҫтан, йөрәге янып, күңеленә өмөт оялай башлаған һырышҡаҡ ҡыҙ, егеттең муйынына аҫылынып күпме иркәләнһә лә, татлы һөйөү һүҙҙәрен бер тапҡыр ҙа ишетмәне. Шул сәбәпле иң беренсе булып башына килгән, мәғәнәһе үҙенә лә билдәһеҙ: “Һы, Патрис Лумумба! Юҡҡа Шатлыҡ тигән һирәк исем ҡушҡандар һиңә!” – тип ҡысҡырып ҡалыуҙан башҡаны уйлап таба алманы.
Шатлыҡтың мотошлем ҡаплаған ҡолаҡтарына мыҫҡыллы яңғыраған был һүҙҙәр әллә барып етте, әллә юҡ. Ләкин ҡыҙҙың, мине лә, тигән әрһеҙ теләгенә ҡаршы күңелендә яралған тойғоһо шул һүҙҙәргә ҡаршы тапҡыр яуап булды шикелле:
– Розанна, имеш! Шул да булдымы исем? Розалиә лә түгел, исмаһам! – Ул ҡапыл эркелеп башын биләгән уйҙарынан арына алмай, йылмаяҡ ҡыҙҙың күҙенән юғалыу хәйерле типме, матайын алға ырғылдырҙы.
Улының ҡапҡа шаҡыған мәлендә атаһы көтөүгә мал-тыуар ҡыуырға әҙерләнә ине. Тимәк, бөгөн өйҙәгеләргә һиҙҙермәй генә, аҙбар бесәнлегенә менеп ятырға насип булманы Шатлыҡҡа. Ҡапҡаны асһа ла, бер ҡулын бағанаға терәп, икенсеһенән ҡапҡа тотҡаһын ысҡындырмай, ихатаға юлды быуып ҡаршыланы атаһы. Әйтерһең дә, инергә рөхсәт көтөп, ҡапҡа төбөндә ят кеше тора! Улын күреү менән уның былай ҙа ҡуйы, оҙон ҡаштары бөтөнләй ялбырап төштө. “Ҡайҙа йөрөнөң тағы, төн ябалағы?” Тотҡаны ысҡындырҙы, тик Шатлыҡ урамға уҙып, һарай яғына ыңғайлай башлағас та, төртмәслеген туҡтатманы:
– Ҡайҙа ашығаһың, һарай башында донъя ҡорҙоңмо әллә?
– Көн дә бер балыҡ башын сәйнәмәһәң... ялҡыттығыҙ ҙаһа, атай!
– Шул балыҡ башын үҙеңдән сәйнәттереп, йоттормай булмаҫ, ахырыһы. Шунһыҙ ҡотолоу юҡ һиңә, бел!
– Миңә сәйнәмәй йота торғаны кәрәк! Ниңә шуны аңларға теләмәйһегеҙ ул әсәм менән? Мине лә һыйыр ҡойроғона бәйләргә йыйынмайһығыҙҙыр бит? Мин, юҡ, тим! Һыйыр ҡойроғона бауланып йәшәргә теләгем юҡ! Миңә ундай тормош кәрәкмәй, атай! – Шатлыҡтың һарыуы ҡайнаны.
Улының дорфалығы атаһын да сығырынан сығара башланы. Ярһыуын тыя алмай ғәйбәрләнеп, һөйләнә-һөйләнә, ҡартлас улына табан атланы:
– Әле минән көлмәксеһеңме, маңҡа малай! Хәҙер ҡолағыңды бороп өҙәм. Мин, һыйыр ҡойроғон борорҙан алда забойҙа эшләп, пенсияға сыҡҡан! Хаҡым бар! Һалдаттан ҡайтыуыңа ике йыл. Мин уны үҙ ояһын ҡорор, донъя көтөр, тиһәм. Теләмәй, имеш. Күрһәтермен мин һиңә, кәкүк!..
– Мин ҡайҙа барып баш төртөргә тейеш? Күптән һыу тултырылған шахтаңа барып сумайыммы? Мин дә малай түгел, нәҫел үгеҙе кеүек һеҙ теләгән һәр кемгә ҡушылырға... Ярай, бәхетең булып әсәйҙе эләктереп ҡалғанһың заманында. Миңә ни эшләргә, тыумайҙар бит хәҙер әсәйем кеүектәр.
– Төндәр буйы ҡайтмай ҡайҙа йөрөйһөң һуң? Ҙур ҡасабала ла оҡшатырҙай ҡыҙ тапмағас, һин кем булаһың? Һәүерек! Рәхәт тәһә, бер нәмә өсөн дә яуап бирергә түгел. Һиңә өйлөк бураға тип ағас яҙҙырып алған мин ахмаҡ! Бөгөн шуны йығырға барырбыҙ, тиһәм... Улайһа, һүттең эште, булманы – һиндә өмөт, юҡ, и-их!
– Бар ҡыҙҙар: дегәнәк кеүек йәбешкәктәре, кесерткән кеүек сағыусылары, аяҡ аҫтында тапалып, әрһеҙ үҫкән юл үләне кеүек, түшәлеп ятҡан йомшаҡтары ла бар. Миңә ундайҙар кәрәмәй. Бураны, ана, Хәмиткә бурағыҙ! Мин ҡырға китәм...
– Ҡайҙа!?
– Ҡайҙа булһа ла. Бәхет булған ергә.
– Бәхет ул һәр кемдең артынан үҙе эйәреп йөрөй, күрә белергә кәрәк... Хәйерле юл! Ҡасан?
– Бөгөн Ирәмәлгә барып, ер-һыу менән хушлашып ҡына ҡайтам да...
2
...Иңенә рюкзагын артмаҡлаған егет өйҙән сығып, арҡан буйы күтәрелергә лә өлгөргән ҡояшҡа ҡарап, солан күтәрмәһендә туҡтап ҡалды һәм Әүәләк аша түбәһен күккә терәп үҙенә саҡырып торған Ирәмәл яғына әйләнеп ҡараны. Бына бит, һинән айырылыу, бәхет эҙләп, тыуған йортто ташлап китеү һис тә еңел түгел! Кешенең иркен буйһондороп, гел үҙенә тартып торған ниндәй серле көс бар икән һинең ҡуйыныңда? Тау-ташлы егерме-утыҙ саҡрым юл үтеп, тамам хәлһеҙләнгәндә лә, итәгенә аяҡ баҫыу менән, һыпырып алғандай, арыу-талыуҙы юҡҡа сығараһың. Дәрт-дарман һалып, ҡанат үҫтереп, күкрәгеңә аяҡ баҫҡан һәр кемде илһамландырып ҡайтара торған ҡөҙрәтте ҡайҙан алаһың, Ирәмәл? Билдәһеҙ йыһан көстәре менән бәйләнешең бармы әллә? Урал батырҙың тауға әйләнгән кәүҙәһенең рухы беҙгә күсәме? Һорауҙар күп. Тик уларға яуап ҡына юҡ.
Бөгөн эңер төшкәнсе әйләнеп, төнгө поезға ҡайтып өлгөрөргә ҡарар итте. Поезға ултырыуын ултырыр ул, ҡайһы станцияла төшөп ҡалырын ғына белмәй әлегә... Урман юлынан бер нисә саҡрым атлап та өлгөрмәне, алыҫтан ишетелгән матай тауышын ишетеп, туҡтап ҡалды. Кем булыр икән? Тырылдаған тауышты үҙенең матайыныҡына оҡшатты. Ҡулдарын ҡолаҡ япраҡтарына ҡуйып тыңлап ҡараны. Тиҙҙән боролошта матай күренде. Руль артындағы ҡустыһын таныны Шатлыҡ. Ни булды икән? Атаһы менән талашып, ашап та тормай сығып киткәнгә әсәһе илап ҡалғайны. “Төнө буйы ҡайҙа төртөнөп йөрөй, берәҙәк”, – тип тансынан ҡайтырға тейешле улын ҡапҡа төбөндә ҡаршылаған атаһы, тыштан уҡ ҡыҙышып ингәйне. Уны һүҙ көрәштереп еңеп булмаҫын белгән егет, бер көнлөк ризыҡ һалып алды һәм сыҡты ла китте. Әллә бер-бер хәл булғанмы? Эргәһенә килеп туҡтаған Хәмиттең йөҙөнә ҡарағанда хәүефле бер нәмә лә юҡ кеүек.
– Ҡотороп, ни эшләп арттан төштөң. Өйҙә эш бөткәнме һиңә? – тын алырға ла бирмәй, бойороҡсан ҡаршыланы Шатлыҡ ҡустыһын.
– Ағайыңды ҡыуып етеп, иптәш булып бар, тип ебәрҙе мине әсәй.
– Инде һин генә ҡалғайның ҡарауылларға. Бар, кире ҡайт!
– Мин һине ҡарауыллайым, тип эйәрмәнем, үҙемдең барғым килә. Ирәмәл, тиһәң, элек бәләкәй булдым. Мин документтарымды институтҡа ебәрҙем. Уҡырға китһәм, Ирәмәлгә тағы ҡасан юл төшә әле. Башҡалар йөрөгән ергә ниңә мин бармаҫҡа тейеш?
– Уныһы шулай, әгәр аттестатыңда ЕГЭ-ның яҡшы билдәләре лә булһа! – Шатлыҡ ҡулы менән Хәмиттең маңлайын шаҡылдатып, – бының эсендә бармы-юҡмы икәненә ҡарап тормайҙар. Студент булаһың да китәһең. Ә мин ике рәт барып та инә алманым. Хәҙер ситтән тороп уҡыу хыялы ғына ҡалды. Йәш үтеп барһа ла, – тип оҙон ғына яуап бирҙе ҡустыһының һорауына.
– Тимәк, мине эйәртәһең?
– Минең бөгөн яңғыҙ булғым килгәйне. Ярай...
***
Ағаһының сәйер фекерен бигүк аңламаһа ла, Хәмит рулде Ирәмәл яғына ҡарай тотто. Тиҙҙән матай эре ташлы юл тау йылғаһына килеп терәлде.
– Хәмит! Һин аръяҡҡа сығып, һуҡмаҡтан атлай тор! Мин был “драндулетты” берәй ҡыуаҡ аҫтына йәшерәм дә ҡыуып етермен.
Шатлыҡ матайын йәшереп сыҡҡас, ни күҙе менән күрһен: әле генә таштан ташҡа һикереп йылға аша сығып барған ҡустыһы тағы был яҡта тора. Теше-тешкә теймәй, аңларлыҡ бер һүҙ әйтә алмай, үҙе ҡалтырана.
– Те-те-ндә, ай-ыу уты-тыра! Юл э-эсен-дә. Сс-саҡ өҫтө-төнә б-барып сы-сы-сы-сыҡ-маным!
Ысындан да, йөҙ аҙым самаһы ғына алыҫлыҡта, һуҡмаҡтың арғы бөгөлөндә, ҙур айыу ултыра лаһа! Ул былар килгән яҡтан иҫкән елгә моронон борғослай. Әйтерһең дә, мең төрлө еҫтән торған урман һауаһынан кеше еҫен айырырға итә. Ҡустыһының башындағы кәпәс дәүмәллеге бер усы менән ауыҙына кереп барған себендәрҙе ҡыуалаған һымаҡ та... Шулай ҙа ағайлыҡ дәрәжәһен һаҡлап, үҙенең дә шөрләй башлауын һиҙҙермәҫкә тырышып, Шатлыҡ:
– Ярай, ҡотоң алынмаһын! – тине. – Ҡурҡыуыңды белдермә, тик кенә тор! Был айыуҙы беләм мин. Таныш. Йыуаса көтөп ултыра. Күрәһең, күптән туристар булғаны юҡ бында. Ҡаршы сығып алырға булған, ҡәһәрең!
– Ы-һы, һиңә көлкө! Әгәр килеп баҫһа?
– Минең дә башым икәү түгел, бер ҙә көлкөм килеп тормай. Ысынлап та, беләм мин ул айыуҙы.
– Урманда таныш айыу була, ти. Әтеү, Тарзандыр шул һин, урмандағы һәр йыртҡыс менән танышып йөрөргә?
– Күрәһеңме, ана, түшендә аҡ тапты? Шунан таныйым мин уны. Боролоштан арыраҡ туристарҙың туҡталҡаһы бар. Лапаҫ кеүек, ышыҡ эшләп ҡуйғандар шунда, эскәмйә лә әтмәләнгән. Ҡайһы бер туристар артыҡ ашамлыҡтарын ҡыйыҡ аҫтындағы кәштәлә ҡалдыра, йә ботаҡ-һатаҡҡа элеп китә. Кире әйләнеп килеүҙәренә, ошо аҡтүш тәм-томдо ҡырып-һепереп, һыйланып, байрам итеп өлгөрә. Уңайы тура килгәндә, кәнишне. Ояттың нимә икәнен белмәгәс, ашап туйғас та йыраҡ китеп тормай, урман ситендәге күләгәлә йоҡларға ята. Ялҡау! Әйберҙәренең таланып бөтөүен күргән асыулы туристар шаулаша башлағас ҡына тороп китә.
– Ә беҙ хәҙер ни эшләйбеҙ? Эт ҡыуған һымаҡ, ҡулға таяҡ тотоп ҡына ҡурҡытып булмаҫ таһа уны?
– Шөрләмә! Ул икенсе бер йүләрҙәрҙе көтөп ултыра бирһен, ә беҙ, ана, ҡаяны күрәңме, шуның аша һыпыртабыҙ. Унан Ирәмәлгә турараҡ та... Айыу ҡая башына менеп йөрөмәй.
– Кире ҡайтҡанда ла ултырһа?
– “Өйө” ҙур, бер урында ғына ултырмай ул. Әйҙә! Арттан ҡалма! – Ҡото алынған ҡустыһының бер тотам ҡалмаҫын белһә лә, туристарҙы оҙатып йөрөгәндә өйрәнгән ғәҙәте буйынса, арттан ҡалма тип, уны киҫәтеп ҡуйырға онотманы Шатлыҡ. – Таш араһында һаҡ йөрө, имгәнеп ҡуйма!
Болоттар таралып көн аяҙытҡан, йылы саҡ тура килде. Ямғырҙан һуң ылыҫлы тау тундраһының саф һауаһынан тындары киңәйеп, кәйефтәре күтәрелгән ике туған, ҡояш төшлөккә үрләгәндә, Ирәмәлдең һандыҡтай эре таштарын һанап, һыртҡа сығып та баралар ине. Ҡустыһына өндәшмәһә лә, матай менән килеп, шәп итте был Хәмит. Йәйәүләп, ҡасан килеп етер инем, тип уйланы ағаһы.
Инструктор үҫмер ҡустыһы кеүек балаларса тулҡынланыу кисермәне, әлбиттә. Ул бында Ирәмәл менән серләшергә, уның ризалығын алып, хушлашырға, тип килгән. Шуға күрә елкенгән ҡустыһы артынан ашыҡманы. Һыртҡа менеп еткәс, артына әйләнеп, тайгала йәшеренгән, үҙҙәрен алып килгән борма-борма һуҡмаҡтың ҡайһы тирәлә икәнен сырамытып, күҙ күреме ерҙәрҙе байҡап сыҡты. Киске поезға өлгөрөү өсөн, күпме ваҡыттан кирегә әйләнергә икәнлеген самаланы. Ана бит, яҡын ғына, тип уйлаған Әүәләк һырты ла зәңгәр саңырт артында ҡалған. Ҡайтыу яғынан бик текә булмаһа ла, барып еткәнсе ун саҡрым ғына булыр. Матай ҡалдырған ергә етһәләр, ҡалған яғы өсөн борсолмай ул. Туристарҙы оҙатып, йылына бер нисә тапҡыр килеп йөрөгән Ирәмәлдең һәр ташы таныш уға.
3
...Һырттың арғы яҡ ҡырласының иң ҡалҡыу урынында ике ҡулын ауыҙына ҡуйып һөрәнләп маташҡан Хәмит шым ғына артынан килеп торған ағаһын шәйләмәне лә.
Ағаһының:
– Ниңә шул ҡәҙәр ҡысҡыраһың? Тау аҫтында, түбәндә кеше-ғара күренәме әллә? – тиеүенә тертләп китте. Үҙенең буштан бушҡа һөрән һалып тороуынан уңайһыҙланды.
– Бер кем дә юҡсы! Мин анау ҡаршылағы тауҙарҙан һөрәндәк ҡасан яңғырап ҡайтырын белергә ҡысҡырып ҡарағайным.
– Юҡҡа тырышаһың, бынан сыҡҡан тауыш кире шаңҡымай.
– Ниңә, бейек тауҙар тауышты ҡайтауазлата лаһа.
– Юҡ, улар бик алыҫта. Бейек булғанға ғына яҡын күренә. Кире ҡайтыу өсөн, тауыш шул тауҙарға етеп, ҡаҡлығырға тейеш. Тамаҡ ярып, бушҡа ыҙалайһың.
– Артабан ни эшләйбеҙ, ағай?
– Тағы берәй сәғәт йөрөр ҙә ҡайтырбыҙ. Ней, ҡайһы тәңгәлдән килеп менгәнлегеңде онотма! Ҡырағай йәнлектәр бында менмәй, – тип, юлда осраған теге айыуға төрттөрҙө Шатлыҡ. – Хатта серекәй безелдәгәнен дә ишетермен, тимә. Бында иң ҡурҡыныс нәмә – эре таштар ғына! Таш араһына ҡыҫылып ҡуймайым тиһәң, мүк ҡаплағанына баҫырға тырышма. Тайып китерһең, йә аяғыңды ҡыҫтырып, имгәнеп ҡуйырһың. Ана, теге, түбәнерәк ҡыраз яғына ыңғайла. Йөрөп туйғас, шундараҡ көтөрһөң. Мин – ошо тирәлә.
Ағаһынан кәрәкле күрһәтмәләр алған Хәмит һырттың икенсе яғын күреп килергә ашыҡты. Ә Шатлыҡ яҡындағы бейек ташҡа менеп, алыҫтарға күҙ һалды. Ағиҙел менән Яйыҡ, Әй йылғалары баш алған урындарҙы нисә күргәндер – һанамаған... Ә бына Салауат батыр атын эсергән Йүрүҙән йылғаһы, Ямантауға яҡыныраҡ ерҙә башланып, төньяҡҡа таба аға. Һуңынан, көнбайышҡа боролоп, Ҡариҙелгә ҡушылғас, Ағиҙел апайына ҡарай юл ала. Ул яҡтар туристар өсөн бикле, тиҙәр. Шул сәбәпле барғаны булманы. Ана лаһа, көнбайыштараҡ, иҫәпһеҙ-һанһыҙ бейек һырттар аша ла кәбән кеүек ҡалҡып торған Ямантау асыҡ күренә. Эх, барырға ине шунда! Йырҙарҙа йырланған күк Ирәндек тә Ҡырҡты тауҙары артына йәшеренгән. Һәр бер ташы, һәр бер шишмәһе тарих һаҡлаған Уралымды ташлап ҡайҙа барып баш терәрмен? Әсендергес уйҙар Шатлыҡтың күңелен болоҡһотто. Ул күкрәк тултырып һулыш алғас, тамағына төйөр булып ултыра башлаған тулҡынланыуын баҫып, әкрен генә йыр башланы.
Алыҫтарҙан, ай, күренгән
Ирәндеккәй тауының аҡ ташы.
Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы.
Ир-азамат менгән аттың
Бәкәлдәре уның аҡ булыр.
Аҫыл егет ҡайҙа йөрөһә лә,
Ҡылған эше уның хаҡ булыр.

Тауҙар менән дә һөйләшә белергә кәрәк шул, тип уйланы Шатлыҡ, йырын тамамлағас. Ҡысҡырып, боғаҙ йыртҡанды улар ҙа аңламай. Йырлап һөйләшкәнде генә ҡабул итәләр. Бәлки, шуғалыр ҙа Урал тауҙары башҡорт халҡын, башҡорттар донъя барлыҡҡа килгәндән алып Урал тауҙарын ҡурсалап, меңәр йылдар бер-береһенә терәк булып йәшәгән... Был уйҙарҙы бөгөн генә барлап бөтөп булмаҫ мәгәр – ваҡыт ҡыҫҡара, ултырып аҙ ғына ял итергә лә ҡайтыу яғын ҡарарға...