Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ғәлим ХИСАМОВ

БАШҠОРТТАР БОЙОРҘО

Роман

“Вә шул Ҡаҙан шәһәрендә күб йортларында бина ҡылдылар. Моның бәғдендә башҡортлар Ҡаҙанның шәреҡ тарафындан дүрт руғлар бер хисабдагы яҡшы кемсәнәләрен ул чар Иванғә ебардилар. Килмакләрени үзи дә тәләб ҡылған иде. 1-че ҡаюләрдан Үсәргән руғындан Бикбау кеназ. 2-че Бөрйән руғындан Иске би кеназ. 3-че Ҡыпчаҡ руғындан Мешавле Ҡараҡужаҡ кеназ. 4-че Тамьяндан Шагали Шағман кеназ”.
(“Бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамъян башҡорт ырыуҙары шәжәрәһенән”.
“Башҡорт шәжәрәләре”. Төҙ. Р.Ғ. Кузеев. Баш. китап изд. Өфө. 1960. 71-се бит.)

ЭЙЕК БУЙЫНДА
Ҡарағужаҡ менән Шағәле
Ҡарағужаҡ мышылдап илаған тауышҡа уянып китте. Үҙенең ҡайҙа ятҡанын, кем илағанын тәүҙә аңламай торҙо. Тирмә мөйөшөнән ел иҫеп ҡуйғас ҡына төшөндө: үҙ тирмәһендә ята ла баһа, күк йөҙө лә эңгерләнә башлаған – таңға тартҡан икән. Илаған тауыш йәнә ҡабатланды. Тирмәнең кейеҙе күтәрелгән киргеһе төбөндә кемдер һыңҡылданы. Ҡарағужаҡ янында ятырға тейешле ҡатынын ҡулы менән һәрмәне. Урын буш ине. Ана кем һыңҡылдай икән!
– Тағы ни булды? – Ҡарағужаҡ асыуланды. – Таң убыры һымаҡ илап ултыраһың?
– Әрләмә, бей. – Ҡатын йәш аралаш үтенде. – Минекеләр ҡабат ҡайтмай бит инде. Шуға илайым.
– Йәш ағыҙып ултырғансы бергә китергә ине. Әйттем бит мин һиңә.
– Эй, Ҡарағужаҡ, Ҡарағужаҡ... Һаҙға хужа яңғыҙ торна булғансы, ҡомороҡта себештәре сипылдашҡан өйрәк мең артыҡ, ти ноғай.
– Хәҙер ноғай юҡ инде.
– Ҡайҙа булған ноғай? Ә мин кем? Һин кем?
– Минең ноғайлыҡ, һи-и, күберәк башҡорт мин. Һин ноғай инде, ярар.
– Мин бит бында ҡалам. Һинең кеүек башҡорт булам инде. Ә улар китә.
– Уларҙы берәү ҙә ҡыуманы, баштарын үҙҙәре алып сығып китте.
– Ә һеҙ ҡуҙғалманығыҙ... – Ҡатын һуңғыһын бик тиҙ әйтте, һүҙҙәр “фр-р-р” тип осҡан һымаҡ булды. Йәне алҡымына терәлгәндә ауыҙынан һүҙ шулай оса. Быны ҡатын үҙе лә, ир ҙә яҡшы белә. Ошо ҡылығы өсөн иренән әр ҙә ишеткеләй.
Әммә был юлы Ҡарағужаҡ өндәшмәне, өҫтөнә кейҙе лә тирмәнән сыҡты. Ҡояш әле ҡалҡмаған, әммә һауа бөркөү. Бөгөн тағы аяуһыҙ ҡыҙҙырыр инде, тип уйланы Ҡарағужаҡ, күккә күҙ йүгертте. Шыйыҡ ҡына булһа ла болот киҫәге күренмәй. Өсөнсө йыл инде ямғыр яумай. Ҡыштан да изгелек күрмәнеләр. Ҡар арлы-бирле генә төштө. Ер ярылып бөттө. Ярыҡҡа мал аяғы төшөп ҡазаланыуы ла булды... Ни хәл итәһең, Аллаһ бирмәһә, талашып алып булмай.
Ҡарағужаҡ һалмаҡ атлап һыу буйына төштө. Иртәнге шыйыҡ яҡтылыҡта һыу өҫтөнә быу күтәрелә ине. Ир сүкәйеп ултырып терһәгенә тиклем ҡулдарын, битен, унан елкәһенә ҡәҙәр башын йыуҙы, яҡындағы ағасҡа элеүле таҫтамалға яҡшылап һөртөндө һәм ҡиблаға ҡарап аҙан әйтте, шунан иртәнге намаҙҙы үтәне. Намаҙлығын элгәс, көнбайышҡа табан ҡуҙғалған арба юлына ҡарап торҙо.
...Ул саҡта ла бөгөнгөләй хәл булды. Юл буйлап арбалы, һөйрәтмәле, һыбай, йәйәү ылау теҙелгәйне. Ҡуҙғалып китергә һәммәһе лә әҙер. Һөйләшәһе һүҙҙәр бөткән, илаған күҙҙәрҙә йәш кипкән, йырлайһы йырҙар инде йырланған. Аттар “һайт” тигәнде генә көтә. Ылау янына оҙата сығыусылар теҙелгән. Улар ҙа һүҙһеҙ ҡалған. Көймәле арбала әбейе менән ҡуша ултырған мыҡты кәүҙәле ҡарт, Ҡарағужаҡҡа ҡарап:
– Кейәү, бәлки, һеҙ ҙә ҡуҙғалырһығыҙ? Бында асҡа үлеп бөтәһегеҙ бит, – тине.
– Юҡ, ҡайным. Беҙ ҡалабыҙ. Шулай ҡарарланыҡ бит инде. Ни күрһәк тә тыуған илдә күрербеҙ. – Ҡарағужаҡ уң ҡулының усын йөрәк тапҡырына ҡуйып еңелсә баш эйҙе, “хуш” тигәнде ишараланы.
– Һей, үҙ һүҙле ҡыпсаҡ, – тине асыуын тыя алмайынса арбалағы ҡатын.
– Үпкәләмә, ҡәйнәм, – Ҡарағужаҡ саҡ ҡына йылмайғандай итте. – Ҡыпсаҡ ҡына түгел, ноғай – башҡорттоң һәммәһе лә еренә йәбешеп ята инде.
Ҡатын һаман туҡтала алманы.
– Һинең башҡортлоғоң, һы, бында килгәнеңә нисә генә йыл! – тип борҡолданы.
– Улай тимә, ҡәйнәм. Кәмһетмә ҡыпсаҡты! “Биш ырыу ҡыпсаҡ”тың бындалығына – өс йөҙ йыл. Ҡара ҡыпсаҡтыҡы менән һары ҡыпсаҡтыҡына – туғыҙ йөҙ йыл.
– Ярар, күп телеңә һалышып ултырма. Ырыу хәлен тикшереү ҡатындар эше түгел, – тип тыйҙы уны арбалағы ир. – Һин дә... – Ҡарағужаҡҡа ла иҙерәйҙе.
– Ғәфү ит, ҡайным. Оло кеше һорағас, яуап бирергә тейешмен.
Ҡатын барыбер тыныслана алманы.
– Ҡайҙа ҡыҙым? – тип тозорайҙы кейәүенә.
– Әле генә ошонда ине... – Ҡарағужаҡ алан-йолан ҡаранды, ә ҡатыны күренмәне.
Арбалағылар ҙа ҡарашы менән кеше араһынан ғәзиз балаһының йөҙөн эҙләне, тик тапманылар. Ылау әйҙәүсеһе – Ҡарағужаҡтың ҡайныһы – ҡысҡырҙы:
– Ҡуҙғалдыҡ!
Ылау хәрәкәткә килде.
– Хызыр Ильяс булһын юлығыҙҙа! Хәйерле юл! – тип теләне Ҡарағужаҡ.
Ылауҙың һуңғы юлаусылары күҙҙән юғалғас, тирмәгә ҡайтһа, ҡатыны мөйөшкә һырыҡҡан да шым ултыра, танауы мышылдап ҡуя.
– Нишләп сыҡманың оҙатырға? – ҡоро ғына өндәште Ҡарағужаҡ.
– Илармын да, һин асыуланырһың, тип ҡурҡтым.
– Унда һине таптырҙылар.
– Әсәйем бахырҙыр инде.
– Ташлап киттеләр...
“Һеҙгә иркен ҡалды”, – әйтергә уйлаған еренән ҡатын тыйылды. Ире әрләр тип шөрләне.
Ысынлап та, һил ҡалды ер. Киткән ноғайҙар ҡалғандарҙан аҙыраҡ булһа ла, күп ерҙе алып ултыра ине. Батый заманында шуның ғәскәре менән ҡуша килеп, мағул хан тарафынан ҡалдырып кителгәйне улар. Уралда торған башҡорт аталмыш ноғайҙар аҫаба булғас, ерен бөтөнләй үк тартып алманылар. Сыңғыҙ хан тамғаһын һалған бетеүҙәре лә бар ине. Әммә ҡыҫырыҡландылар. Халыҡ бер үк булһа ла, электән ошонда йәшәгәндәргә – башҡорт араһы, Ҡубандан килеүселәргә “ноғай араһы” тине лә йөрөнөләр.
Ҡарағужаҡтың ҡатынды ноғайҙан алыуы ике ырыу башлығының үҙ-ара һыйышып йәшәргә тигән килешеүенең бер билдәһе кеүек булды. Бер заман ике арала ер өсөн ыҙғыш сығып, һуғышҡа тиклем барып еттеләр. Ике яҡтан йәмғеһе ундан ашыу кеше үлде. Ҡан ҡойошто туҡтатыр, уға ҡабаттан юл ҡуймаҫ өсөн ике ырыу башлығы туғанлашырға булды. Ҡарағужаҡты ике ырыуҙың ерҙәре ситенә баҫтырҙылар – мөшәү иттеләр. (Сиккә ҡағылған бағананы “мөшәү”, ти торғайнылар. Ул ике ерҙе айыра, шул уҡ ваҡытта берләштерә).
Ҡарағужаҡ, мөшәү ҡуйғас, башҡорт менән ноғайҙы айырҙы булды. Ноғайҙың ҡыҙын алғас, ике яҡты берләштерҙе лә. Шуға үҙен Мөшәү Вәли улы – Мөшәвәли улы – тине лә киттеләр. Ошонан бирле Мөшәүле булып йөрөй Ҡарағужаҡ. Ә ҡатыны – ике ырыу тыныслығы хаҡына һалынған ҡорбан һымаҡ. Элек тә үҙенекеләрҙе һағынып, мышҡылдап ала торғайны, хәҙер, мәңгелеккә айырылғас, йәш түгә инде, ҡайһылайтһын. Уның хәлен дә аңлай Ҡарағужаҡ, шуға үтә ҡаты бәрелмәй. Балаһы юҡ әлегә, тыуҙырыр әле, йәш бит. Әсәй булыр кешене ҡыйырһытыу – иң ҙур гонаһ.
Ҡарағужаҡ ноғайҙан ҡалған ерҙәрҙе, үҙҙәренең йәйләү майҙандарын ҡарап сығыр өсөн ат, бүтән кәрәк-яраҡ әҙерләргә була нөгәр* итеп кемде алырға – шуны самаларға ниәтләгәйне. Әммә тура килмәне. Иртәнге сәйҙе эсеп бөтөп кенә тора ине, бер-бер артлы ике сапҡын килде.
Беренсеһе һәйбәт атҡа менгән, етәктә йәнә бер аты бар. Эргәһендә юрматы кейемле сапҡын тора. Быларҙы күргәс, сапҡын бик алыҫтан икән, беҙҙең яҡты белеп бөтмәй, Юрматы ере аша үткән, шуға күрше оҙата килгән, тип уйланы Ҡарағужаҡ. Сапҡын уның алдында һыңар тубығына теҙләнде.
– Ҡыпсаҡ бейе! Сәнә хат килтердем Ҡаҙан наместнигы Дмитрийдан, – тип оҙонса йомарланған хат тотторҙо. Уның тышында юрматы, мең, байлар ырыуҙарының тамғалары ҡуйылған, ағас киҫәктәре менән ҡуша ҡоштарының ҡаурыйҙары бәйләнгән ине. Сапҡын ҡайһы ер аша уҙған, шул ырыуҙың тамғаһы, ағасы, ҡошо ҡуйылған – тәртип шулай.
– Сапҡындарҙы ашатып-эсерегеҙ. Аттарын тәрбиәләгеҙ, – фарман бирҙе лә Ҡарағужаҡ хатты асты.
Хат Ҡаҙанда ултырған наместниктан, Мәскәү кенәзе Иван Дүртенсенең беренсе итеп Ҡаҙан хакимиәтенә ҡуйған вәкиле Дмитрийҙан ине. Эстә ике ҡағыҙ булып сыҡты. Ят хәрефтәрҙе күргәс, быныһы урыҫса икән, тип уйланы Ҡарағужаҡ. Икенсеһе үҙебеҙсә ине. Быныһын уҡып сыҡты бей. Воевода Мәскәү кенәзе исеменән башҡорттарҙы “урыҫ хакимлығын танырға” саҡыра. Мәскәү кенәзлегенә буйһонһағыҙ, беҙ һеҙгә ел-ямғыр тейҙермәбеҙ. Бығаса һеҙҙе иҙеп, һәр төрлө ҡыҫым, яһаҡ, һалым менән тәҡәтегеҙҙе ҡоротҡан Себер һәм Ҡырым ханлыҡтарынан азат итәбеҙ, үҙ ерегеҙҙә үҙегеҙ йәшәгеҙ, тик көнсығыштан дошмандарҙы беҙҙең яҡҡа үткәрмәгеҙ. Беҙҙең яҡлау аҫтына ингән өсөн аҙмы-күпме яһаҡ түләрһегеҙ. Башҡорттарҙың азатлығын шул көйө ҡалдырырға һүҙ бирәбеҙ, тиелгәйне хатта.
Ҡарағужаҡ уны уҡып сыҡты ла һәр саҡ тирмә тирәһендә әмер көтөп йөрөгән йомошсоға:
– Тылмасты табығыҙ! – тине.
– Ҡайһыһын, бей?
– Урыҫтыҡын.
Һуңғы йылдарҙа төрлө илдәрҙән сапҡындар, илселәр йышайҙы. Улар һөйләшкәндә бер нәмә аңламайынса ултырғансы тип, эре ырыуҙарҙың бейҙәре тылмастар һәм илселәр тота башланы. Кемделер үҙ араһынан уҡытып алдылар, икенселәрен бүтән халыҡтан ялланылар. Йомошсо шуға, ҡайһы тылмасты саҡырырға, тип һорай.
Бер аҙҙан урыҫсаны белгән тылмас килде. Ҡарағужаҡ уға хатты тотторҙо. Тегенеһе тәүҙә яҙылғандың мәғәнәһенә үҙе төшөндө, шунан ҡысҡырып тылмасланы.
– Хөрмәтле бей! Һиңә бөйөк кенәз Иван Дүртенсе исеменән яҙам. Был – өсөнсө хатым. Тәүгеләрен әллә алманың, әллә яуап биреүҙе кәрәкле һанаманың, һәр хәлдә, миңә һинән хәбәр килмәне. Был юлы яуап булыр тип өмөтләнәм...
Артабан баяғы хаттағы һүҙҙәр ҡабатланғайны. Тыңлап бөткәс, Ҡарағужаҡ байтаҡ өндәшмәй ултырҙы. Тылмас та уның уйын өҙөргә баҙнат итмәне. Шулай ҙа оҙаҡҡа һуҙылманы тынлыҡ. Ишекте асып, йомошсо өндәште:
– Бей, сапҡын килде.
– Тамаҡтарын туйҙырығыҙ, аттарын ҡарағыҙ, тигәйнем дә...
– Юҡ, быныһы бүтән.
– Бүтән? Индер һуң.
Инеүсе ике аяғына ла теҙләнде.
– Бей, Шағәле Шаҡман бейҙән аманат килтерҙем, – тип оҙонса түңәрәк хат ҡағыҙы һуҙҙы. Бында бер генә тамға, бер генә ағас һәм бер генә ҡош ҡауырһыны – Юрматыныҡы – бәйләнгәйне. Тимәк, сапҡын Табындан сығып, Юрматы аша уҙып, Ҡыпсаҡҡа килгән. Ҡарағужаҡ хатты асты. Шағәле бей һөйләшкәндә лә күп һүҙлеләнмәй, хатты ла бигерәк ҡыҫҡа иткән, тип уйланы Ҡарағужаҡ, ҡағыҙға күҙ һалғас. Сәләм яҙған да төп һүҙгә күскән: “Юлбарыҫ ауларға ниәтең бар ине бит. Әйҙә, кил. Бер йәнлек күренә. Насип итһә, алырбыҙ. Тиҙ арала көтәм һине”. Бигерәк ҡыҙыулатырға булған. Тиҙ арала тигән дә ҡуйған, тип уйланы Ҡарағужаҡ. Ишек төбөндә һаман әмер көтөп теҙләнеп торған сапҡынға күҙ һирпте.
– Ҡасан сыҡҡайның юлға?
– Кисә, өйләнән* һуң.
– Кисә, бөгөн, иртәгә – өс көн, – тип һананы бей. – Бөгөн юлға сыҡһаҡ, иртәгә барып етәбеҙ. Ҡайҙа ҡундың үткән төндө?
– Юрматы ямында**.
“Миңә ямда ҡунып ятыу ҡулай түгел дә бит. Әммә Юрматының Тәтегәс бейе йәшәгән урын юл өҫтөндә түгел, унда барам тиһәң, Иҙел аша сығып, Торатауға уҡ етергә кәрәк. Үҙе ярты көндө ала, – тип фекерләне Ҡарағужаҡ. – Ярар, Тәтегәсте бүтән ваҡыт күрермен. Ямда ғына ҡуныр ҙа китермен. Хәҙер йыйыныр кәрәк”. Унан сапҡынға өндәште:
– Бар, тамағыңды туйҙырып, ял итеп ал. Атыңды ашат. Оҙаҡламай кире китәһең.
Ҡарағужаҡ юлға йыйыныр өсөн олонан ҡубып торманы. Арлы-бирле кейем-һалым, аҙыҡ-әүҡәт алды. Нөгәргә бер туған мырҙаһын йөрөтөргә ярамай, ул ырыуға күҙ-ҡолаҡ булыр. Ағаһының уртансы улын алыр. Ер-һыу күреп, башҡорт иле менән дә таныша йөрөр, ярҙамы тейер. Уны саҡыра һалып ат һайланылар, еңел тирмә менән ризыҡ кәрәк-ярағын етәктәге атҡа тейәнеләр. Уҡ-һаҙаҡ, ян, ҡылыс, балта, һөңгөнө икеһе лә алды. Былар һуғышҡа китә икән тип уйларлыҡ ине, тик тимер күлдәк кеймәнеләр.
Төшкөлөккә тамаҡ ялғап сығыуға саҡырылған кешеләр тирмә янына йыйылғайны инде.
– Мин аҙна самаһы өйҙә булмам, – тине Ҡарағужаҡ уларға. – Ырыуҙа тәртип боронғоса торһон, күсенмәгеҙ, тарҡалмағыҙ. Урыныма Сәлимйән мырҙа ҡала. Мин Табында булырмын, бик кәрәкһәм, сапҡын ебәрерһегеҙ...
Шулай тине лә Ҡарағужаҡ ни эшләптер тирмә ишегенә күҙ төшөрҙө. Ә-ә, ишек кейеҙе саҡ ҡына күтәрелгән икән, ярыҡта һыңар күҙ ялтырап ҡалды. Ҡатыны бит. Ҡарағужаҡ тирмәгә инде. Бисәһе аяғүрә тора ине.
– Бей, мине лә алып бар Табынға, – тине ул.
– Анда нишләйһең?
– Елләнеп йөрөп ҡайтам. Бында һис толҡа тапмайым.
– Һөйләмә юҡты. Һунарға ҡатын менән ҡуша йөрөгәндәрен ҡайҙа күргәнең бар? Бигерәк тә юлбарыҫҡа. Толҡа тапмаһаң, ана әхирәттәрең менән бесәнлек, йәйләү ерҙәрен ҡарап ҡайтығыҙ. Үҙем барырмын, тигәйнем. Был яҡҡа китергә тура килә.
Ҡатын ҡарашын аҫҡа төшөрҙө лә өндәшмәне. Ҡарағужаҡ сығып китте.