Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Фәрзәнә Аҡбулатова

Яҙыусының Олимп тауы

Наил Ҡотдосовтың
тыуыуына – 75 йыл

Яҙыусы һәм ғалим, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Яҡуп улы Ҡотдосов 1941 йылдың 10 октябрендә Туймазы районының Йәрмөхәмәт ауылында тыуған. Ошо ғәзиз бишегендә ул тәү башлап донъя матурлығын аса һәм уны ижадында сағылдырырға тырыша. Һуғыштан һуңғы йылдар бик ауыр булһа ла, буласаҡ яҙыусы үҙен уратҡан мөхиттең сағыу төҫтәрҙен генә күрә, шуларҙы бүтәндәргә еткерергә ынтыла. Бишенсе класта уҡыған сағында тәүге шиғри юлдары теҙелә. “Ленин юлы” тип аталған район гәзитендә сыҡҡан шиғыры ижад тигән оло юлға фатиха ла биргәндер. Наил Ҡотдосовты белгәндәр уның һәр саҡ асыҡ, шат кәйефтә һәм киң күңелле булыуын телгә ала.

Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Ҡандра урта мәктәбенә уҡырға килә буласаҡ яҙыусы. Һүҙ сәнғәтенә һөйөү уятыуҙа уҡытыусыһы, композитор Әкрәм Дауытовтың да әһәмиәте ҙур була. Шулай уҡ яҡын дуҫтарының береһе Муса Сиражи ижад юлын һайлай. Башҡортостандың ауыл хужалығы институтында уҡыу егеттең киң ҡарашлы шәхес булып үҫеүенә ярҙам итә. Бында, ғилми эштә шөғөлләнеү менән бер рәттән, хикәйәләр яҙыуҙан рухи ҡәнәғәтлек ала Наил Ҡотдосов.
Әлеге юғары уҡыу йортон тамамлағас, йәш белгесте Туймазы районының Ленин исемендәге колхозына зоотехник итеп ебәрәләр. Ә бер йылдан дәртле, әүҙем егетте ҡала һәм райондың комсомол комитетына беренсе секретарь итеп һайлап ҡуялар. 1965 – 1966 йылдарҙа, хәрби хеҙмәттә сағында, Наил Ҡотдосов үҙәк фәнни журналдарҙа етди мәҡәләләр менән сығыш яһай. Армиянан һуң ул КПСС-тың Бәләбәй район комитетында инструктор, ошо уҡ райондың ауыл хужалығы идаралығында баш зоотехник булып эшләй.
Даими белемгә ынтылыуы, фәндә эҙләнеүе егетте йәнә Өфөгә алып килә. 1971 – 1974 йылдарҙа Наил Ҡотдосов Башҡортостан ауыл хужалығы институтында аспирантурала уҡый. Диссертацияһын яҡлағандан һуң ошо юғары уҡыу йортонда ғилми тикшеренеүҙәр секторын етәкләй, 1994 йылдан дөйөм зоотехния кафедраһы мөдире булып эшләй.
Башҡорт яҙыусылары араһында төрлө һөнәр эйәләре бар, ә бына ауыл хужалығы белгестәре – һирәк күренеш. Ундайҙарҙың тәүгеһе Наил Ҡотдосов түгелме икән әле? Шуны ла әйтергә кәрәк: ауыл хужалығы институтында уҡыған сағында ул әҙәби түңәрәктең әүҙем ағзаһы була. Тормош юлында Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Фәрит Иҫәнғолов, Рәми Fарипов кеүек ҡәләм оҫталары менән осрашыуы эҙһеҙ үтмәй, әлбиттә.
Йәштән үк әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған Наил Ҡотдосовтың «Ғәфү ит, әсәйем» тигән тәүге повесы 1970 йылда баҫылып сыға. Өс йылдан «Егет һүҙе» тигән икенсе повесы һәм хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә. Ҙур ғына тормош тәжрибәһе туплауы һәм ауыл хужалығының мөһим тармағы, йәғни малсылыҡ белгесе булыуы уға әҫәрҙәрендә колхоз-совхоздар тормошон тәрәнтен яҡтыртыуға булышлыҡ итә. Белгестәр билдәләүенсә, Наил Ҡотдосов ауыл тормошондағы үҙгәрештәрҙе дөрөҫ тасуирлай, халыҡтың яңылыҡҡа ынтылышын, ғалимдар тормошон, үҙенсәлекле кеше характерҙарын оҫта һүрәтләй. «Йәй уртаһы», «Олимп тауы текәме?», «Йәшен яҡтыһы», «Оло юл башы», «Аҙымдар» повестары – шундай сифатҡа эйә ижад емештәре.
Наил Ҡотдосов “Сельские узоры” журналының баш мөхәррире вазифаһында эшләгән осорҙа ла әҙәби мөхиттә мәшғүл була, баҫманы нәшергә әҙерләү менән бер үк ваҡытта әҫәрҙәр, очерктар яҙыуҙан туҡтамай. Хеҙмәт кешеһенең эске донъяһын оҫта итеп асҡан авторҙың ижад емештәрендә тормош дөрөҫлөгө ярылып ята. Журналда башҡорт яҙыусыларының ауыл темаһына яҙылған хикәйәләрен руссаға тәржемә иттереп баҫтырыуы ла Наил Ҡотдосовтың мөхәррир булараҡ киң ҡарашлылығын раҫлай. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин “Яҙыусы һәм ғалим дуҫым” исемле бер хәтирәһендә: “Һәр әҫәре өҫтөндә ниндәй тырышлыҡ һалып эшләгәненә үҙем шаһитмын. Наил Ҡотдосов уҙған ХХ быуаттың 70-се йылдарында ныҡлап ижадҡа тотондо. “Fәфү ит, әсәйем” тигән китабын халыҡ бик йылы ҡабул итте. Был ижадсыға илһам бирҙе, унан һуң бер-бер артлы повестары, хикәйәләре донъя күреп торҙо”, – тип, ҡәләмдәшенең хеҙмәтенә ҙур баһа биргән.
Ижад – киң ҡарашлы шәхестең бер ҡанаты. Профессор Наил Ҡотдосов фән донъяһында ла ныҡ танылды. Ғилми тикшеренеүҙәре һыйыр малының селекцияһына, гетерозисына һәм малсылыҡта тоҡом-ара тороҡтороу мәсьәләләрен өйрәнеүгә арнала. Уның етәкселегендә Башҡортостанда тәүге тапҡыр бестужев һәм симменталь тоҡомло һыйырҙарҙы аберден-ангус, лимузин һәм башҡаларҙың иркәк малдары менән ҡушыу һөҙөмтәһендә алынған ҡатнаш ҡанлыларға һынауҙар үткәрелә. Ғилми-тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса ит тоҡомло һыйыр малдары араһында юғары продуктлы инә мал көтөүҙәрен тиҙерәк булдырыу тәҡдимдәре эшләнә, улар Башҡортостандың һәм Рәсәйҙәге башҡа төбәктәрҙең ауыл хужалығы тармаҡтарына индерелә. Наил Яҡуп улының 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы булыуын, ете асыш яһағанлығын билдәләү ҙә мөһим.
Ижадсы булараҡ, һис һүҙһеҙ, халыҡҡа яҡын торған әҙиптәрҙең береһе ул. Наил Ҡотдосов геройҙарын игенселәр, малсылар, ябай ауыл кешеләре араһынан тапты. Барыһын да Ватанға тоғролоҡ, тыуған ер өсөн яуаплылыҡ, алға ынтылыш тойғолары берләштерә. Халыҡсан темаларҙы күтәргән яҙыусының ижад үҙенсәлеген билдәләп, әҙәбиәт белгесе Суфиян Сафуанов: “Наил Ҡотдосов, беренсенән, йәштәр романтикаһын данланы, икенсенән, әҙәбиәттә ауыл хужалығына бәйле мөһим мәсьәләләрҙе күтәрҙе”, – тип яҙҙы.
Fалим, тел белгесе Fәли Сәйетбатталов бер хеҙмәтендә яҙыусының тасуирлау-һүрәтләү сараларын оҫта файҙаланыуын билдәләй. Мәҫәлән, “Үле доктор булғансы, тере кандидат булыуың яҡшыраҡ” (“Олимп тауы текәме?”) тигән юлдар әҙиптең үҙ булмышын һынландыра кеүек. Эйе, Наил Яҡуп улы хеҙмәт кешеһенә һоҡланып, ергә, ауыл эшсәндәренә дан йырлап, шул тормоштоң эсендә ҡайнап ғүмер кисте. Һөнәрҙәштәре уны яҡты маяҡтай күреп, ялҡынлы йөрәген хеҙмәткә арнаны, тип һағынып иҫкә ала.
Оло шәхесте яҡташтары ла онотмай. Һәр саҡ күтәренке рухта булды, кешелекле ине, тип һоҡланыу, һағыныу хистәре менән хәтерләйҙәр. “Уның дуҫтары күп булды, тип әйтеүселәр бар. Дөрөҫ түгел. Ул үҙе күптәрҙең, бик күптәрҙең дуҫы булды. Һүҙ менән дә, эш менән дә, аҡыл менән дә, кәңәш менән дә ярҙам итте”, – ти яҡын ҡорҙаштарының береһе Рауил Шәйхиев.
Наил Ҡотдосов 1978 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы булды, хеҙмәттәре “Халыҡтар дуҫлығы” ордены менән баһаланды. Уның китаптары, уҙған дәүер, замандаштары хаҡында үҙенсәлекле йылъяҙма булып, әле лә рухиәтебеҙ өсөн әһәмиәтле. Йылдар үткән һайын ҡәҙерҙәре арта ғына баралыр, моғайын. Совет кешеләренең идеалдарын, хеҙмәттәге, тормоштағы еңеүҙәрен әҙәби әҫәрҙәр аша өйрәнеп, бөгөнгө һәм киләсәк быуындар илебеҙ тарихын байҡай ала.