Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

БЕР МИНУТЛЫҠ ӘҢГӘМӘ

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
прозаик, тәржемәсе:

– Африканың көнбайышында бәләкәй генә Того тигән ил бар. Шунда, беҙ күп һанлы, беҙҙең телдә йөҙ ҙә ҡырҡ биш меңдән ашыу кеше һөйләшә, тип ғорур­ланған моба тигән халыҡ йәшәй. Того башта Германияның, артабан Франция­ның колонияһы булып, бары тик үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында ғына бойондороҡһоҙлоҡ яу­лаған. Шуға күрә илдә рәсми тел – француз теле. Бы­­­на ошо халыҡтың зыялылары, бо­ронғо телебеҙ, моңобоҙ йә­шә­һен, тип үҙҙәренең яҙмаларын булдырып, милли телендә китаптар яҙып, пьесаларын сәхнәләштереп, мәҡәләлә­рен, көләмәс­тәрен йыйып үҙенсәлекле мәҙә­ниәтен һаҡлап ҡалыу ғына түгел, артабан үҫ­тереп мәш киләләр. Донъя буйлап спон­сорҙар табып, мәҙәни-әҙәби үҙәк ойош­торғандар, шунда моба телендә уҡыу-яҙыуға өйрәнергә теләүселәр өсөн бушлай курстар асҡандар. Уларҙың халыҡты мәҙәни-ағартыу маҡсаты менән сифатһыҙ ғына ҡағыҙҙа баҫылған, беҙҙең ҡарашҡа мәрәкә генә китапсыҡтарына ҡарайым да бынан йөҙ йылдар элек (революциянан һуң) сығарылған милли брошюралар күҙ алдыма килә. Йәнә егерменсе йылдарҙа аслыҡ-яланғаслыҡты еңеп, башҡортом­доң әҙәбиәте, мәҙәниәте үҫһен тип алһыҙ-ялһыҙ эшләгән шәхес­тәребеҙ Шәйехзада Бабич, Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар зиһендә балҡыны. Беҙ бөгөн ғәмһеҙ генә, шулай булырға тейеш тип, илтифатһыҙ ҡабул иткән ҡим­мәттәрҙе булдырған, шуның инешендә торған рух ҡаһармандарына лайыҡ­лыбыҙмы?
Ғөмүмән, тиңдәр араһында тиң булып был донъяла артабан да йәшәү өсөн шәхсән мин көн һайын нимә эшләйем һәм эшләй алам? Үҙгәрештәр, глобализация, яңы технологиялар заманында һәр беребеҙ өсөн хоҡуҡтар, башҡалар алдына ҡуйылған талаптар менән бергә шәхси яуаплылыҡ тойғоһо ла мөһимдер тип уйлайым. Моба мәҡәлен дә иҫләнем әле. Имеш ғәрәсәт эсендәге серәкәй: «Мин ел ыңғайына осам», – тип әйтә, ти. Уйлап ҡараһаң, ниндәй оптимизм һәм рух күтәренкелеге – аңлайһығыҙмы: мин осам, мин ел ыңғайына үҙем осам…
Һөйөклө Республикабыҙ көнө ҡыуа­ныс ҡына түгел, ошондай уйланыуҙарға сәбәп булыуы менән дә һиммәтле. Башҡортостандың 100 йыллығын ил­һамлы ҡаршылауға ең һыҙғанып кере­шәйек, туғандар!

Лилиә СӘҒИҘУЛЛИНА,
шағирә, филология
фәндәре кандидаты:

– Ысын мәғәнәһендә тыуған Рес­публиканың булыуы бик мөһим, сөнки кеше – социалләшкән зат. Йәмғиәт үҫешен тәьмин итеүсе төп форма булараҡ республика һаҡланырға һәм камил­лашырға – бар халыҡ өсөн дә Ватанға әүерелергә, исем менән есем тәңгәл­легенә ирешергә тейеш.
Республика көнө – сағыштырмаса яңы, ләкин шул уҡ ваҡытта иҫке байрам. Эйе, республикабыҙ тулыһынса үҙ аллы система түгел, ә РФ тигән дәүләттең бер күркәм өлөшө генә. Тимәк, яҡшы, яҡты киләсәгебеҙ – ҙур дәүләт именлегенең дә тәү шарты ул. Татыулыҡ, дуҫлыҡ хө­көм һөргән Башҡортостанда йәшәүе­беҙгә шатланырға ғына кәрәк.

Виктор ЛЕПИШИН,
хеҙмәт ветераны:
– Өфөгә яҡын ауылда тыуып үҫкән ке­­ше булараҡ, әрме хеҙмәтен үтәп, байтаҡ йылдар заводтарҙа, төҙөлөш тресында, алыҫ трассаларҙа механик, бригадир вазифаларында эш­ләп, хаҡлы ялға сыҡҡайным, ҡабат ауылды хәтерләткән баҡсала иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә йә­шәйем. Ҡатыным ыңғайына башҡорт яҙыусыларының рус теленә тәржемә ителгән китаптарын да уҡыш­тырам. Ғөмүмән, йәштән үк милләт айырып йәшәү ят миңә. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарым араһында мари ҙа, башҡорт та, татар ҙа, урыҫтар ҙа байтаҡ. Быйылғы Республика көнөнә арналған байрам сараларына тамаша ҡылырға насип итте. Бик оҡшаны. Матбуғатта тау мариҙары ха­ҡында ла күберәк яҙһағыҙ ине.