Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Марат Әминев

Фермерлыҡ – тырыштар, булдыҡлылар шөғөлө

 (Зифҡәт Сәйетғәлиев менән әңгәмә.)

Илдә тәүге крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ойошторола башлауға сирек быуат самаһы ваҡыт үтеп киткән. Фермерҙар Рәсәйҙәге тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 10 проценты самаһын етештерә, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар менән бергә иҫәпләгәндә иһә 52 процентҡа етә. Илдең егермеләп төбәгендә фермерҙар һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар өлөшө 70 проценттан ашып китә. Рәсәй игененең 25 процентын, көнбағыштың 30 процентын тап фермерҙар етештерә.

Башҡортостанда крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының бөгөнгө хәле нисек, ниндәй ғорурланырлыҡ уңыштары бар, ҡайһы проблемалары кисекмәҫтән хәл итеүҙе көтә? Фермерҙар айырым класс, таянырлыҡ ҡатлам булып формалаша алдымы? Бына ошо һәм башҡа мәсьәләләр  хаҡында республиканың аграр тауар етештереүселәре союзы рәйесе Зифҡәт Ислам улы Сәйетғәлиев менән әңгәмәләшәбеҙ.

 

– Зифҡәт Ислам улы, илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда Башҡортостан фермерҙарының эш һөҙөмтәләре нисек, иң тәүге унау иҫәбенә инәбеҙ, буғай?

– Төп күрһәткестәр буйынса иң алдынғы биш төбәк иҫәбенән төшөп ҡалғаныбыҙ юҡ. Әле республикала дүрт мең самаһы, аныҡ әйткәндә 3993 фермер хужалығы иҫәпләнә. Әлбиттә, уларҙың һаны биш меңдән ашып киткән йылдар ҙа булды. Әммә иҫәпкә бар, һанға юҡ, тигәндәй, фермер хужалығы ойоштороп та бер ниндәй эшмәкәрлек алып бармағандар ҙа етерлек ине бит. Шуға күрә был һан дөрөҫлөккә нығыраҡ тап килә. Бөтә һөрөнтө ерҙең 20 проценты, етештерелгән игендең 25 проценты, һыйырҙарҙың – 12, һарыҡтарҙың – 10, аттарҙың – 25, умарталарҙың – 30 проценты самаһы фермерҙар иҫәбендә. Уларҙың позицияһын асыҡ сағылдырған бер һан: фермер хужалыҡтары етештергән тулайым продукция күләме йыл һайын 12 процент тирәһенә арта бара, ә бына эре хужалыҡтарҙың күрһәткестәре өс процентҡа кәмей. Һәр тармаҡта йылына унар, хатта йөҙәр миллион һумлыҡ продукция етештергән фермерҙар бар. Бына Шишмә районынан Әһлиуллинға 6 мең гектар һөрөнтө ер беркетелгән, картуфты ғына  450 гектар майҙанда үҫтереп һата, Өфө халҡын бер үҙе тәьмин итә ала ул. 200 баштан ашыу һыйыр малы, 5 меңләп ҡаҙы һ. б. бар. Туймазыла йәшелсә-емеш үҫтереү менән шөғөлләнгән 130-лап фермер бар, ғөмүмән, районда биш меңләп кеше йәшелсә үҫтереү менән мәшғүл. Улар араһында Мәүзир Латипов кеүек бөтә Рәсәйгә билдәле шәхестәр бар. Баймаҡтан Шәрәфетдинов Айрат, Мәләүездән Шәрипов Илдус, Күгәрсендән Искәндәров Юнир, Мәсетленән Ниғмәтйәнов Илдар, Илештән Ғәйнетдинов Ғәлимйән, Благовещен районынан Фархетдинов Мәғзүм кеүек башҡалар өсөн маяҡ булырлыҡ шәхестәр күп. Һанай китһәң, һәр районда аяғында ныҡлы баҫып торған, миллион, унар миллион һумлыҡ продукция етештереп һатҡан, туғандарына, ауылдаштарына бик күп эш урындары булдырған фермерҙар етерлек. Ун – ун биш мең гектар ер биләгән, йөҙәр миллион һумлыҡ техникаһы, ҡорамалдары булған ҡайһы берәүҙәре  әкренләп ҙурыраҡ предприятиелар, йәмғиәттәр ойоштора, киләһе үҫеш баҫҡысына күсә. Беҙҙә хәҙер күп кенә райондарҙа ике-өс кенә ҙур ауыл хужалығы предприятиелары бар, төп етештереүселәр – фермерҙар. Уларҙың ҡеүәте лә, мөмкинлектәре лә арта бара. Әйтәйек, йәшелсә-емеште “Алексеевка” совхозынан башҡа үҫтереүсе эре хужалыҡ юҡ, ҡалғаны – фермерҙар һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар өлөшө. Картуф буйынса ла шундай уҡ хәл.

– Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары башында ул саҡтағы Президент Ельцин колхоздарҙы үҙгәртеп ҡороу тураһындағы указға ҡул ҡуйғас, Башҡортостанда һуңғы сиккә тиклем күмәк хужалыҡтарҙы һаҡлап ҡалырға тырыштылар. Шул уҡ ваҡытта күрше төбәктәрҙә колхоздар тиҙ арала юҡҡа сыҡты, әммә фермерҙар ҙа тиҙерәк аяҡҡа баҫты кеүек.

– Ул саҡтағы сәйәсәткә баһа биреү еңел түгел. Силәбе, Ырымбур яҡтарында фермер тиҙерәк аяҡҡа баҫҡандыр ҙа. Әммә ул саҡта иҫ киткес ҙур хаталарға юл ҡуйылды. Беҙ ил буйынса эре хужалыҡтарҙы тарҡаттыҡ, уларҙың базаһын юҡҡа сығарҙыҡ. Үҙ-ара бәйләнештәрҙе өҙҙөк, алмашына бер нәмә лә тәҡдим итмәнек. Элеваторҙарҙы, ит комбинаттарын, һөт заводтарын һатып бөтөрҙөк. Ә бит бөтә донъяла улар кооперативтарға берләшә.

Ғөмүмән, ауыл хужалығында төрлө формалағы хужалыҡтар берҙәй үк мөмкинлектәргә эйә булырға тейеш. Ауылды фермерҙар ғына ҡотҡарыр, тип тә уйларға ярамай, ҙур хужалыҡтар ҙа, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ҙа ауыл хужалығы продукцияһын етештереүгә үҙ өлөшөн индерә. Беҙ Рәсәй күләмендә алдынғы урындарҙа булырға бурыслыбыҙ ҙа, сөнки 40 процент халыҡ ауылдарҙа йәшәй бит, мөмкинлектәрҙе тейешенсә файҙаланырға ғына кәрәк. Фермер – иң егәрле крәҫтиән ул, һәр кем эшләй алмай, конкуренция ла ҙур, ауырлыҡтар ҙа бик күп.  Әйтәйек, ун кеше эшен туҡтата икән, егерме кеше яңынан хужалыҡ ойоштора. Был беҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә күҙәтелә.

– Ауыл хужалығында күп кенә аңлашылмаған ҡарарҙар ҡабул ителә. Әйтәйек, малды махсус урындарҙа ғына һуйырға рөхсәт итеү. Һыйырын һуйып баҙарҙа һатыр өсөн төпкөл ауылда йәшәгән кеше йөҙәр саҡрым үтеп район үҙәгенә килергә, сығымдар өсөн кәмендә бер бот ит ҡалдырып китергә мәжбүр. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа малдар һанын сикләү хаҡында ла һүҙ ҡуҙғатылып ҡуйҙы.

– Малды сикләү хаҡында һүҙҙе Ставрополь крайы башлығы күтәреп сыҡҡайны. Дүртәр мең баш мал тотҡан шәхси ярҙамсы хужалыҡтар барлығы хаҡында әйткәйне ул. Беҙҙең позиция былай: әгәр ул төбәктә шундай проблема бар икән, уны шул төбәк кимәлендә йәки ундағы райондар кимәлендә хәл итергә кәрәк. Тотош ил  буйынса ундай проблема юҡ. Малды махсус урындарҙа һуйыу ҙа төптән уйланылмаған ҡарар булды. Уның нисек барлыҡҡа килгәнен беҙ белмәйбеҙ бит. Бәлки, бында күпләп ит етештереүселәр йәки уны сит илдәрҙән ташыусылар ҡулдарын тыҡҡандарҙыр?  Халыҡ баҙарға йөрөмәһен, ҙур сауҙа үҙәктәренән алһын өсөн эшләнеүе лә ихтимал. Уйланылмаған ҡарарҙар ҡабул итеү ауыл хужалығын аңламау ғына түгел, иҡтисадтың үҫеш закондарын төшөнөп етмәүҙән дә килә. Әйтәйек, үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында коллективлаштырыу заманында ил башындағы Сталин һәм башҡалар ауыл хужалығын яҡшы белгәнме ни? Юҡ! Әммә көслө коллектив хужалыҡтар төҙөтөп, уларҙы тракторҙар, башҡа техника менән тәьмин итеп, аҙыҡ-түлек етештереүҙе ҡырҡа арттыра алғандар. Һуғыш ваҡытында ете миллионлыҡ армияны ашатып, фашизмды еңеүгә өлгәштек бит. Ауыл хужалығына тейешле иғтибар булмаһа, еңә алыр инекме икән?

Рәсәй ауыл хужалығына етәкселек итеүселәр араһында тимер юл инженеры ла, медик та, юрист та булды. Әммә уларҙың бында ғәйебе юҡ, ошо кешеләрҙе шундай юғары вазифаға ҡуйыусыларҙа ул төп ғәйеп. Ярай ҙа, ҙур властҡа эйә булған кеше янына көслө белгестәрҙе, оҫта ойоштороусыларҙы йыйһа. Ә инде, барыһын да үҙем беләм, тигән ҡағиҙәгә таянып эш итһә, ҙур хаталарға юл ҡуйыла ла инде.

– Беҙҙә йыш ҡына Америка йәки Израиль фермерҙарын өлгө итеп ҡуялар, өс процент фермер ҡалған халыҡты ашатыуын хәтергә төшөрәләр. Аңлы рәүештәме, юҡмы, әммә ауылдарға, ауыл халҡының ихтыяждарына иғтибар кәмей, улар һүнә бара. Әллә шул өс процент сигенә ҡыуып индереү тенденцияһы барамы?

– Әлбиттә, ауылдар халҡы кәмеү тенденцияһын туҡтатып булмай, әммә ул бөгөнгө көндә кәрәгенән артыҡ тиҙ бара. Бына үткән быуаттың 90-сы йылдары башында Рәсәйҙә 21 миллион һыйыр бар ине, әле ни бары 8 миллион тороп ҡалған. Тимәк, меңәрләгән эш урындары кәмене, мал ҡараусылар ҙа, һауынсылар ҙа, уны эшкәртеүселәр ҙә эшһеҙ ҡалды тигән һүҙ. Башҡа тармаҡтарҙы алһаҡ та ошондай хәл күҙәтелә. Эш булмағас, халыҡ ҡалаларға, сит төбәктәргә китә, мәктәптәр, медпункттар ябыла, ауылдар һүнә. Бына мин заманында колхоз рәйесе булып эшләгән Илеш районындағы ауылда, тыуған яғымда, мәктәпте яптылар. Үҙ ваҡытында гөрләп торған мәктәп ине ул, балалар күп, унда үҫкән сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша ине. Ә бит ҡалаларҙа ла ауыл халҡын бер кем көтөп тормай, фатирҙар ҡиммәт, һатып алырлыҡ түгел. Элек перспективаһыҙ мөһөрө һуғып ауылдарҙың яҙмышын хәл итәләр ине. Ә хәҙер ауылдарҙың 90 проценты шундай хәлгә дусар ителгәндәй тойола. Беҙгә Америка менән дә, Израиль менән дә ярышырға кәрәк түгел, үҙ юлыбыҙҙан барайыҡ. Улар икеһе лә яһалма рәүештә барлыҡҡа килгән илдәр.

– Үҙ эшен башларға йыйынған фермерҙарға ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ? Кредиттар алыу үтә ҡиммәткә төшә, ғөмүмән, әле еңел ваҡыт түгел бит. Дөйөм алғанда, айырыуса ниндәй тармаҡтар фермерҙарҙың ныҡлы эш башлауына мохтаж?

– Фермерға бер заманда ла еңел булманы. Бер кем дә, һиңә күпме кәрәк, тип, түш кеҫәһенән сығарып аҡса тоттормаясаҡ. Кредиттар бик ҡиммәт шул, 20 проценттан да кәм түгел. Бындай шарттарҙа алынған табыш тулыһынса шуларҙы ҡапларға китеп тора бит, үҫеш хаҡында ниндәй һүҙ алып барырға мөмкин? Польшала  бынан 8 йыл элек фермерҙарға еврола 1 процент менән утыҙар йылға күпләп кредит бирҙеләр. Улар техника, ҡорамалдар һатып алды, алмағастар һ.б. ағас үҫентеләре ултыртты. Һанаулы ваҡыт эсендә Польша Германия һәм Франциянан ҡала Европала иң күп ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсегә әүерелде, бөтә донъяны алма, башҡа аҙыҡ-түлек менән күмде. Польша хөкүмәтенең изге аҙымы шул тиклем ҙур эффект бирҙе. Бына шундайыраҡ дәүләт сәйәсәте талап ителә ауыл хужалығында. Ә ул беҙҙә бармы? Әлбиттә, беҙ ҡулдан килгәнсә фермерҙарға ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Эшен яңы башлаған һәр кем үҙ районындағы фермерҙарҙың ассоциацияһында теркәлергә, аҙаҡ беҙгә килергә тейеш. Беҙ уларҙы уҡырға ебәрә алабыҙ, бизнес-план төҙөргә өйрәтәбеҙ, грант алырға иҫәбе булһа, ярҙам итәбеҙ. Фермер аяҡҡа баҫа башлаһа, ниңәлер уның дошмандары ла арта башлай. Күршеләре, ауылдаштары ялыу яҙа, йәнәһе, нишләп уға ер бирҙегеҙ, малды күп аҫырай, еҫе килә, ҡорто саға һ.б. Ауыл, район хакимиәттәре менән низағҡа инеүселәр бар, уларға ла ярҙам кәрәк. Ә ниндәй тармаҡ менән шөғөлләнергә тигәндә һәр кем үҙ мөмкинлектәренә, теләгенә ҡарап эш итә инде ул. Беҙҙә етештерелгән йәшелсә-емеш үҙебеҙҙең ихтыяжға ла етмәй, ситтән күпләп индерергә тура килә. Продукцияны эшкәртеүселәр, сифатлы орлоҡ етештереүселәр күберәк кәрәк, тоҡомло малдар, сусҡалар, һарыҡтар ҡырҡа арттырыуҙы талап итә, ҡошсолоҡ бик хөрт хәлдә, хәйер, игенселектән башлап ниндәй генә тармаҡты алһаң да егәрле, булдыҡлы фермерҙар һәр урында талап ителә. Бары тик фермер булаһы кеше һәр яҡлап әҙерлекле булырға тейеш. Ялҡау булһаң, баҡсаңда картуф та үҫтерә алмайһың. Хатта уны үҫтереү табышлы түгел тигән сәбәп таба ҡайһы берәүҙәр. Бына беҙ уны Голландиянан, Египеттан, Израилдән индергеләйбеҙ. Тимәк, эште уларҙа табышлы итеп ойоштора беләләр, улар өсөн файҙа килтерә.

Ғөмүмән, беҙ продукцияны үҫтерә беләбеҙ, эшкәртеүгә лә өйрәнеп киләбеҙ, әммә һатырға һаман өйрәнә алмайбыҙ. Әлбиттә, барыһы ла крәҫтиәнгә лә бәйле түгел. Әйтәйек, фермер ихатаһынан бер-ике йыл элек иттең килограмын 150 – 180 һумға алып китәләр ине, әле хаҡтар бер аҙ күтәрелде,     250 – 280 һумға ла алғылайҙар. Әммә был мәсьәлә ике яҡлы. Хаҡтар ҡиммәтләнә башлаһа һатып алыусы әҙерәк ала бит, күләм кәмей.  

– Эре хужалыҡтарға тәғәйенләнгән программалар буйынса тәнҡит күп яңғырай. Етәкселәр йыш ҡына гранттарҙы, субсидияларҙы алыуҙа ҙур ауырлыҡтар булыуына зарлана. Көньяҡ Урал, төньяҡ көнсығыш райондарында йәшәүселәрҙән айырыуса күп ишетелә бындай аһ-зар. Бына “500 ферма” программаһы буйынса Илеш, Саҡмағош һымаҡ райондарҙа 18-19 ферма төҙөлһә йәки реконструкция эшләнһә, юғарыла телгә алған төбәктәрҙә уҙа барһа берәр ферма төҙөлә. Шулмы ғәҙеллек, тигән һорау ҡуя улар. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары буйынса ошо йәһәттән хәл нисек? Дәүләт ярҙамы етерлек күрһәтеләме?

– Грант һәр кемгә эләкмәй инде ул, һабантуйҙа ла бит тәкә иң көслө көрәшсегә генә эләгә. Ә дөйөм алғанда, дәүләт тарафынан ауыл хужалығына күрһәтелгән ярҙамдың 90 проценты эре хужалыҡтарға йүнәлтелә, фермерҙарға уның бик аҙ өлөшө барып етә. Әлбиттә, был дөрөҫ юл түгел. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә иҫәпләнгән 16 программа бар. Ит һәм һөт етештереүселәр ҙә, орлоҡ, техника һатып алыусылар һ. б. ҙа инеп китә бында. Әйтәйек, фермер алты миллион һумға комбайн һатып ала икән, дәүләт уның 2,5 миллион һумын кире ҡайтара. Ярҙам алыусылар һәр районда ла бик күп, быны асыҡтан-асыҡ әйтә алам.

Райондар тигеҙ үҫешмәй, әлбиттә. Элегерәк Ауырғазы, Дүртөйлө, Илеш, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Саҡмағош, Өфө, Баймаҡ райондары иҡтисади йәһәттән иң ҡеүәтлеләр иҫәбендә ине. Әле Благовар, Бүздәк райондарына ин вес торҙар килде. Был райондар аша тимер юл үтеүе, ғөмүмән, һәйбәт ге ографик хәле һәм башҡа факторҙар булышлыҡ итте. Саҡмағош, Туймазы райондары һәйбәт үҫешә. Өфө районы иһә үҙ позицияларын юғалта. Дөйөм ал ғанда, бөтә райондар

ҙа тиерлек элек өлгәшкән уңыштарға барып етә ал май. Бына әле беҙ ике миллион ярым тонна ашлыҡ етештереү бурысын ҡуябыҙ. Заманында Башҡортостан өс мил лион тонна ашлыҡты һата ине бит! Шулай итеп, беҙгә элекке ҡаҙаныштарға яңы нан өлгәшеү, Баш ҡор тос тан дың иҡтисади ҡеүәтен үҫтереү юлында байтаҡ көс һалаһы бар әле. Ә фермерҙарҙың өлөшө йылданRйыл арта

барасаҡ ҡына. Быныһына иманым камил.

ҺАНДАР ҺӘМ ФАКТТАР

Бөгөнгө көндә республикалағы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 144 мең һыйыр малы, шул иҫәптән 53 мең һыйыр, 14 мең сусҡа, 100 мең һарыҡһәм кәзә, 28 мең ат, 655 мең ҡош=ҡорт аҫырала. Былтырғы йылдың ошо осороменән са ғыштырғанда сусҡалар һаны ғына бер аҙ кәмегән, ҡалғандары буйынсаүҫеш кү ҙә телә. Әйтәйек, ҡош-ҡорт – 37, һыйыр малы 14 процентҡа арт ҡан республикала йәшәүсе йөҙләп фермер берәр мең гектар һәм унан да ашыуыраҡ майҙанда төрлө культуралар үҫтерә. Эре ер биләүселәр айырыуса Бишбүләк, Борай,

Бә лә бәй, Иглин, Мәләүез райондарында күп.

Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе Рөстәм Резбаевтың 730 умартаһы бар. 100 – 200 умарта тотоусыларҙы “баллы” райондарҙың һәр береһендә осратырға мөмкин. Бөрө районында йәшәүсе фермер Мамояндың 3600 гектар ере, мең баш самаһы һыйыр малы, 80 аты, 600-ләп һарығы бар. Әйткәндәй, шул уҡ Бөрөлә йәшәүсе Усубяндың һарығы 700 баштан артығыраҡ. Дәүләкән фермеры Рихтер 9 мең гектар, Туймазыла йәшәүсе Геворгян 2 мең гектар ер биләй.

Дүртөйлө районында йәшәүсе Сәйетгәрәев 18 мең самаһы ҡош-ҡорт аҫрай.

Республикалағы 4 меңләп фермерҙың күпселек өлөшө үҙ эшмәкәрлеген 5 – 10

йыл һуҙымында алып бара.