Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Хәмит ИРҒӘЛИН

Ҡаһым түрә

Әҫәр нисек тыуҙы?

Әҫәр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт акаде­мия драма театры заказы бу­йын­са Баязит Бикбайҙың ошо уҡ исемдәге пье­са­һы мотивтары бу­йын­са яҙылып, 2015 йылда сәх­нәләштерелде. Хәйер, тәүҙә ошон­да­йы­раҡ әң­гәмә булғайны:

– «Ҡаһым түрә» пьесаһы күп йәһәттән иҫкергән. Уны бөгөнгө драматургия, бөгөнгө тамашасы зауығына яуап бирерлек итеп яңыртып яҙырға кәрәк.

– Баязит Бикбай – классик, ул беҙҙең өсөн изге исем, – ти­нем,– ижадына ҡул тейҙерә ҡалһам, мине Алла һу­ғыр!

– Хаҡ Тәғәлә беҙҙең изге ниәтебеҙҙе аңлар.

– Баязит ағайҙы күргән-белгәндәр ғәфү итмәҫ. Әллә ниндәй һүҙҙәргә тарыуың бар. Битәрләрҙәр...

– Һүҙгә тарымауҙың бер генә юлы бар: һәйбәт пьеса яҙыу. Шуны атҡара алһағыҙ, битәрләү түгел, хуп­лар­ҙар. Хупламаһалар, исмаһам, өндәшмәҫтәр.

 

Өҫтәмә һүҙ

Яңы пьеса идеология шауҡымдарынан азат, күләме һәм ҡат­на­шыу­сылар ҡыҫҡартылды. Хәл-ваҡиғалар, геройҙар характеры үҙ­гә­реш кисерҙе.

Баязит ағайға хөрмәт йөҙөнән пьесаның һәм ҡат­на­шыу­сы­лар­ҙың исемдәре үҙгәртелмәне. Ҡайһы бер эпизодтар үҙгәрешһеҙ би­рел­де. Мотив һаҡланды.

...Спектакль театрҙа уңыш менән бара. Яҡшы фекерҙән башҡаны хәҙергә ишеткән юҡ.

Тарихи ДРАМА

Ике шаршауҙа

 

Ҡ а т н а ш а л а р:

 

Ҡаһым түрә                                    – атлы полк командиры, полковник

Сафия                                                – уның ҡатыны

Семенов                                           – корпус командиры, генерал

Семеновтың адъютанты

Аҡназар                                             – ҡаһымдың ярҙамсыһы

Байыҡ                                                – сотник, сәсән

Аҫылбикә                                         – мәргән ҡыҙ

Садыҡай                                           – сотник

Аҡйегет                                             – сотник

Ҡолтүбә                                            – сотник

Фольгнер                                         – штаб начальнигы, майор

Ядкәр                                                – Ҡаһымдың ординарецы

Гөлнур                                                               – аҫрау ҡыҙыҡай

Иркәбай                                            – яугир

Француз капралы

Беренсе француз һалдаты

Икенсе француз һалдаты

Дөйөм күренештәрҙә яугирҙар

 

Ваҡиға 1812 – 1813 йылдарҙа бара

Күмәк сәхнәлә яугирҙар, француз әсирҙәре

 

БЕРЕНСЕ ШАРШАУ

Император Наполеон Бонапарттың үҙ ғәскәренә өндәмәһе

(Ике көндән приказға әйләнә)

Диктор тауышы: «Һалдаттар! Икенсе Польша һуғышы башланды. Беренсеһе Фридланд менән Тильзитта тамамланғайны. Тильзит солохин төҙөгәндә Рәсәй Франция менән мәңгелек союзда торорға һәм Англия менән һуғышырға ант иткәйне. Хәҙер килеп, ул үҙ антын үҙе боҙа. Рәсәй Францияға ҡаршы Англия менән союз төҙөнө. Ул үҙенең был ҡылығына бер ниндәй ҙә аңлатма бирергә теләмәй. Француз бөркөттәре Рейн һыуын яңынан кисеп, өҫтәренә йүнәлмәй тороп, Рәсәй аңлатма бирмәҫтер. Рәсәй ҡотолғоһоҙ тәҡдиргә дусар булыр, уның яҙмышынан уҙмышы юҡ. Ул беҙҙе, бәлки, эшкинмәгән ҡәүемгә һанағандыр. Ә беҙ һеҙҙең менән Аустерлиц һалдаттары түгелме ни? Рәсәй беҙҙе хурлыҡта йәшәү йәки һуғышты һайлау хәленә ҡуйҙы. Икеләнеп торорға урын юҡ. Шулай итеп, беҙҙең юлыбыҙ тик алға, Неман һыуын кисергә, Рәсәй еренә яу килтерергә. Беренсеһе кеүек Икенсе Польша һуғышы ла француз ҡоралын данға күмер. Әммә беҙ төҙөйәсәк солох ныҡлы буласаҡ һәм Европа эштәренә 50 йыл буйы дауам иткән Рәсәйҙең һәләкәтле йоғонтоһона сик ҡуйыласаҡ.

Император Наполеон Бонапарт.

1812 йыл, июндең 22-се көнө.

Литва, Вилковишки».

 

Беренсе күренеш

Ҡаһым түрә полкы штабы урынлашҡан сатыр. Сатырҙың ал итәктәре өҫкә ҡайтарылған. Интерьер тамашасыға тулыһынса күренә. Ҡаһым түрә менән Аҡназар өҫтәл янында ҡағыҙ эштәре менән мәшғүл. Сатыр янында ике һаҡсы егет ары-бире йөрөнә.

Алыҫта һирәк-һаяҡ барабан һуҡҡан, туптан һәм мылтыҡтан атҡан тауыштар ишетелеп ҡала.

Алсәхнәгә Аҫылбикә инә. Ҡаһымдар яғына ҡарай-ҡарай ашыҡмай ғына үтеп бара. Туҡтай.

Аҫылбикә. Аҡназар ағай! Аҡназар ағай!

Аҡназар. Кем унда? Әү, Аҫылбикә һылыу!

Аҫылбикә. Аҡназар ағай! Ни… Туры айғырымды эҙләп йөрөйөм. Күрмәнегеҙме?

Аҡназар. Шунан, шунан?

Аҫылбикә. Шуны эҙләп йөрөйөм. Күрмәнегеҙме?

Аҡназар. Туры айғыр тиһең инде? Айғырҙар шулайыраҡ инде ул…

Аҫылбикә. Ысынлап әйтәм. Тышап, бер аҙға ебәреп торғайным. Ашанып алһын тип.

Аҡназар. Һай, мәлғүн икән. Юҡ шул, һылыу, күрмәнем.

Аҫылбикә. Ауыҙлыҡлап та булмай.

Аҡназар. Ауыҙлыҡлатмай, тиһең инде? Ҡыҙҙарҙан да ауыҙлыҡлатмаған тиҫкәре айғыр була шул. Ярай, күҙгә-башҡа салынһа әйттерермен.

Аҫылбикә. Аҡназар ағай! Анауы яҡҡараҡ, үҙәнгә табан китмәнеме икән, тим мин.

Аҡназар. Шулайҙыр ул. Эйе… бар, бар, табырһың.

Аҫылбикә китә. Аҡназар йоҙроҡлап Ҡаһымдың иңбашына төрткөләп ала. Ҡаһым һораулы ҡарай.

Аҡназар (көлә). Өҫтәл артында ултырған айғырҙы туғайҙан эҙләйҙәр.

Ҡаһым. Төшөнмәнем...

Аҡназар. Ярар, ярар, белмәмеш булып ҡыланма. Тәүәккәллә лә ҡуй!.. Икенсе кәләш итеп!

Ҡаһым. Эй, Аҡназар, Аҡназар!

Аҡназар. Сафия еңгә бер аҙ сыпрандар ҙа, күнер әле.

Ҡаһым. Ана шулай шул – Сафия!.. Сафия, Сафия… Сафия барҙа… тьфү! Аҡыллы атын маҡтар, иҫәр ҡатынын маҡтар, тигәндәр.

Аҡназар. Ниңә, һәйбәт булғас, һәйбәт инде.

Ҡаһым. Тораһың... Саҡ торған кешенең башын бутап!

Аҡназар көлә. Фольгнер инә, кәйефе насар. Бер ситкәрәк урынлаша ла тәкәббер һәм нахаҡҡа йәберләнгән ҡиәфәттә шымтайып ултыра.

Ҡаһым. Һинең, господин майор, килгәнеңде лә, киткәнеңде лә белерлек түгел.

Фольгнер. Субординация  найн, тиһегеҙме? Ду ист, майор, их бин майор.

Аҡназар. Дәрәжәләр бер, ә вазифалар бит башҡараҡ. Ҡаһым түрә – полк командиры, ә һин – штаб начальнигы. Полкка килгәнеңә айға яҡын. Үҙеңде һаман сит кеше кеүек тотаһың.

Фольгнер. Мин полкты тағы бер ҡарап сыҡтым.

Ҡаһым. Ни әйтереңде мин белеп торам, майор әфәнде. Һин халыҡ армияһында икәнеңде онотма.

Фольгнер. Как бы не было, беҙ бит һуғышта. Не байрам.

Ҡаһым (асыуы ҡабара). Һиңә… беҙ… байрамлап ятҡан кеүек күренәбеҙме?

Фольгнер. Тынысланығыҙ, майор. Я у вас не по своей воле.

Ҡаһым урынынан ҡалҡына башлай. Ат сабып килеп туҡтағаны ишетелә.

Ҡаһым. Корпус командиры генерал Семенов! Смирно!

Сәхнәләгеләр барыһы ла үрә ҡата. Адъютант эйәртеп Семенов инә. Ул сатанлап атлай, адъюдант ҙур киндер ҡапсыҡ йөкмәгән.

Семенов. Һаумыһығыҙ, яугирҙар!

Барыһы бергә. Иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ, генерал әфәнде!

Семенов. Вольно!

Ҡаһым. Вольно!

Семенов. Кәйефтәр нисек, бөркөттәр?

Барыһы бергә. Император ғәли йәнәптәренә хеҙмәт итеүебеҙгә шатбыҙ! Атайсалға хеҙмәт итеүебеҙгә шатбыҙ!

Семенов. Һәйбәт, һәйбәт, егеттәр! Рәхмәт, балаҡайҙар!... Полктарҙы ҡарап йөрөйөм… йә, Ҡасим Мырдашевич. Нәмәң бар? Һыйла!

Ҡаһым. Баш өҫтө, генерал әфәнде! (Ҡаһым Аҡназарҙың ҡолағына шыбырлай. Аҡназар йүгереп сығып китә). Хәҙер булыр, генерал әфәнде!  Рәхим итегеҙ, өҫтәл янына урынлашығыҙ.

Семенов, сатан аяғын ике ҡуллап тотоп, өҫтәл эргәһенә урынлаша. Бер-бер артлы Садыҡай, Аҡйегет һәм Ҡолтүбә инәләр. Генералды эйелеп тауыш-тынһыҙ сәләмләйҙәр.

Семенов. Был егеттәр кемдәр була, Ҡасим Мырдашович?

Ҡаһым. Минең сотниктарым, генерал әфәнде! Садыҡай Арсланов!.. Аҡйегет Уразбаев!.. Ҡолтүбә Шамғулов!.. Корпус командиры гел генә килеп тормай. Шуға күрә күреп ҡалырға килгәндәр.

Семенов. Мин ни… (көлә). Бына инде мин! Күрегеҙ. Рәхмәт, күргеләре килгәс… шунан. Командир әфәнде, полкыңда хәлдәр нисек?

Ҡаһым. Шөкөр, господин генерал, зарланмайбыҙ (алыҫта мылтыҡ тауыштары көсәйә. Семенов Ҡаһымға һораулы ҡарай.) Француздар шаярта. Йылға аръяғында ғына торалар. Һис тик ятмайҙар. Иғтибар итмәгеҙ, хәҙер тыныслана улар.

Фольгнер. Ә, бәлеки, бик үк  шөк-йөр түгелдер, майор командир әфәнде?

Семенов. Фольгнер?! Нишләп улай ситтә генә тораһығыҙ? Килегеҙ бындараҡ… Һеҙ ниҙер әйтергә уйлайһығыҙмы?.. Әйтегеҙ... Әйтегеҙ. Әйтегеҙ, тартынмағыҙ.

Фольгнер. Генерал әфәнде! Ғәфү итегеҙ. Мин был… ниҙе… полк, тип әйтә алмайым.

Семенов. Нишләп?.. Дауам итегеҙ. Майор әфәнде. Һеҙҙең хаҡығыҙ бар. Һеҙ полктың штаб начальнигы.

Фольгнер. Ыҫпайлыҡ юҡ! Ҡупшылыҡ юҡ! Званиены бар тип тә белмәйҙәр!.. Ағай ҙа ҡусты!.. Субординация юҡ!..

Семенов. Бүлдерәм, майор. Килгәне бирле полк менән яуҙа ҡатнашырға тура килдеме?

Фольгнер. Хәҙергә юҡ. Полк тулы бисәләр! Улары – тыз да быз! Өйҙәрендә бала табып ҡына ятаһы урынға… (сотниктар тынысһыҙлана башлай, берәм-берәм Ҡаһымға ҡарайҙар.) Ҡоралдарын ҡараһаң – һәнәк тә көрәк! Хәрби күнекмә үткәреү тигәндең ни икәнен дә белмәйҙәр! Мылтыҡты тотоп та ҡарамағандар. Береһе бер мылтыҡтан ата белмәй.

Ҡаһым атылып алға сыға. Бил ҡайышы аҫтындағы пистолетын сығарып тоҫҡап та тормай Фольгнерға ата. Фольгнерҙың башындағы күнәге осоп китә. Бөтәһе лә аһ итәләр. Фольгнер, ауыҙын ябырға онотоп, ағарынып ҡатып ҡалған. Тынлыҡ. Пауза.

Семенов. Ҡасим… Ҡасим Мырдашевич! Был нимә булды? Был нимә булды?

Ҡаһым (тыныс). Майор әфәнде дөрөҫтө һөйләй, генерал әфәнде. Мин командир була тора үҙем дә ата белмәйем. Маңлайға төҙләһәм дә өҫкәрәк ебәрәм дә ҡуям. Үҙегеҙ күрҙегеҙ…

Семенов. Һеҙ, егеттәр, әйҙәгеҙ, шуҡлыҡтарығыҙҙы ҡуйып тороғоҙ. Ҡуйып тороғоҙ! Шуҡлыҡ… шуҡлыҡ… фу!.. Ах, һеҙҙе Ҡасим Мырдашович!.. Әй, егеттәр, егеттәр!.. Фу, фу, фу… майор, нишләп тораһығыҙ? Ҡурҡмағыҙ, һеҙ үлмәнегеҙ! Һуң ҡайҙа?! Берәр нәмәгеҙ юҡмы, тигәйнем бит!

Сафия менән Аҡназар инәләр. Сафия ашамлыҡтар, затлы шешәле шарап һәм бокалдар ҡуйылған батмус тотҡан. Батмусты өҫтәлгә ҡуя. Үҙе тиҙ генә китә.

Ҡаһым. Генерал әфәнде, рәхим итегеҙ! (Бокалдан шарап ҡоя.) Көттөрҙөк. Ғәфү итегеҙ!

Генералда тост әйтеп, сәкәштереп тороу ҡайғыһы юҡ. Сәсәй-сәсәй ике бокалды бер-бер артлы эсеп ҡуя, тыныслана.

Семенов. Беҙ нимәлә туҡтағайныҡ әле?

Ҡаһым. Француздар шаяра, тигәйнем.

Семенов. Әй, шулай тигәйнегеҙ бит әле.

Ҡаһым. Арала йылға булғас, бик иркен ҡыланалар. Ирәүәнләп ял итәләр. Ара-тирә ваҡ төркөмдәре менән беҙҙе борсоп алалар. Беҙ ҙә ҡоро ҡалмайбыҙ.

Ситтә мылтыҡ шартлауҙары ҡыҙып китә. Ҡаһым ашығып шул яҡҡа күҙәтеү торбаһы аша ҡарай.

Ҡаһым. Ғәфү итегеҙ, генерал әфәнде! Рөхсәт итегеҙ, беҙ хәҙер ҡайтырбыҙ. Һыйлана тороғоҙ…

Семенов. Рөхсәт.

Ҡаһым. Беренсе йөҙҙө тревога менән күтәрегеҙ! Минең арттан, егеттәр!

Борғолар уйнай. Семенов, уның адъютанты һәм Фольгнерҙан башҡалар йүгерешеп сығып китә. Алыҫта яу тауышы берсә ҡыҙа, берсә һүрелә.

Семенов. Ну майор, нимә тиерһең? Мин һине бында ебәргәндә «телеңде тыйып йөрө» тигәнемде оноттоңмо? Бында иррегуляр ғәскәр. Иррегуляр! Регуляр ғәскәр тәртибе юҡ! Они действуют по своим понятиям. Уларға Устав уҡыуҙан файҙа юҡ! Приказдарҙы үтәһәләр, француз яғына сығып китмәһәләр – шул еткән. Һин шуларҙы күҙәтеп тороу өсөн ҡуйылғанһың.  Кокардаң тишелгәнме? Онотмаҫҡа яҡшы булыр… (адъютантына) Адъютант! Торбанан ҡарап тор: ни эш бөтөрәләр унда? (Адъютант Ҡаһымдар киткән яҡты күҙәтеү торбаһы аша күҙәтергә тотона.) Мәрхүмә императрица анабыҙ Екатерина Икенсе былар тураһында ни тип васыят әйткән? Беләһеңме? Шулай шул… Пугачев менән Салаватка яуыздар бунтынан һуң, аҡылға еңел был халыҡ менән һаҡ эш итегеҙ, тип әйтеп ҡалдырҙы!.. (Пауза.) Тағы ла бер тапҡыр ҡолағыңа киртеп ҡуй!

Фольгнер. Пугачев бунтын һеҙ хәтерләйһегеҙме?

Семенов. Хәтерләй генә тиһең!.. Мин ул саҡ типһә тимер өҙөрлөк йәш егет инем (сатан аяғының янбашына шапылдатып һуғып ала.) Мәңгелек иҫтәлек! Мин йәне йәннәттә булғыры мәрхүм генерал Иван Иванович Михельсон ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Урал тауҙары араһында Салаваткаға ҡаршы һуғыштыҡ. Шулай бер алыш ваҡытында артыҡ мауығып китеп, яу яланынан ситкә тайпылғанмын. Кхм, кхм… Ҡой әле бокалдарға, майор әфәнде… Эйе … Оялма… тот, тот. Эйе… Нимәлә туҡталғайным әле? Ә-ә! Эйе… Айырылып киткәнмен. Бына бер саҡ дүрт-биш һыбайлы гололобый ташландылар миңә. Эләктерергә итәләр! Ярай әле, бәхетемә атым һәйбәт ине. Ҡыуып етә алмаҫтарын аңлағас, тегеләр уҡ осора башланы. Уңымдан да, һулымдан да һыҙғырышып уҡтар оса…

Фольгнер. Шунан, шунан?

Семенов. Атымдың муйынына ятып алдым да, боҫоп була инде, остом ғына! 

Фольгнер. Эләкмәнеме?

Семенов. Үҙең боҫоу менәнме ни?!  Осаң бит эйәр өҫтөндә суҡайып тора! Уны ҡайҙа йәшерәһең?

Фольгнер. Шунан, шунан?

Семенов. Шунанмы? Ултырған да шыуған! Кемдер ултыра ла шыуалыр ул… мин генә ултыра алмайым ғүмер буйы (осаһына шапылдатып һуғып ала.) Береһенең атҡаны зыңҡылдатып килеп ҡаҙалды… ярай әле, атымдан ҡолап ҡалманым. Үҙебеҙҙекеләргә еткәс, иҫемде юғалтып йығылдым…

Пауза. Алыҫта яу тауыштары баҫыла бара.

Адъютант. Генерал әфәнде! Башҡорттар француз отрядының эшен бөтөрҙө, буғай.

Семенов. Шулаймы?.. (Уйға тала.)

Фольгнер (кокардаһын ҡапшай). Мин был Сыңғыҙхан тоҡомон ғәфү итмәйәсәкмен! (Генерал уның һүҙҙәренә битараф.) Мин был ҡырғай затты ғәфү итмәйәсәкмен!

Семенов. Бына был «ҡырағай зат» тигәнең яуҙан һуң Башҡортостанға ҡайтһа, икенсе Салаватка булыуы бик ихтимал. Бик, бик, бик ихтимал. Торғаны Салаватка! Артыҡ булһа булыр, мәгәр кәм түгел!

Адъютант. Генерал әфәнде! Башҡорттар ҡайта башланы.

Генерал уйлана.

Семенов. Адъютант! Килтер әле ҡапсыҡты! (Адъютант ҡушҡанды үтәй. Генерал ҡапсыҡ эсенән мундир сығара.) Хәҙер Ҡасимды полковник яһайбыҙ.

Фольгнер аптырашта.

Адъютант. Генерал әфәнде! Беҙ бит мундирҙы типтәр полкына – командир майор Тимеровҡа алып китеп барабыҙ!

Фольгнер. Генерал әфәнде! Һеҙ майор Тимеров менән Мырдашевты бутамайһығыҙмы?

Семенов. Касим Мырдашевич Мырдашев – полковник!

Адъютант. Генерал әфәнде!

Адъютант сыға.

Фольгнер. Был эш, генерал әфәнде, аҡылға һыйырлыҡ түгел: башҡорт – полковник! Мишәр ҙә түгел бит әле ул! Типтәр ҙә түгел, ә – башҡорт… башҡорт! Ха-ха-ха!.. Пол-ков-ник!

Семенов. Не вашего ума дело, господин майор!

Алыҫта яу тауышы тына, борғолар «отбой» уйнай.

Тиргә батҡан, ойпаланған, әлһерәгән яуҙаштарын эйәртеп Ҡаһым инә.

Ҡаһым. Генерал әфәнде! Йылғаны кисеп минең полк урынлашҡан тарафҡа үтеп инергә маташҡан иллеләп һыбайлынан торған француз отряды тар-мар ителде! Ун биш кеше әсир алынды. Ҡалғандарын Хоҙай хөкөмөнә оҙаттыҡ. Был отряд – беҙҙең полк позицияларын аныҡлау өсөн килгән разведка отрядылыр, тип уйлайым.

Семенов. Афарин! Ҡотлайым, полковник әфәнде!

Ҡаһым. Генерал әфәнде! Мин – майор!

Семенов. Ошо минуттан һеҙ – полковник. Подполковник дәрәжәһен аша атлап. Адъютант, бир әле! (Адъютант ҡапсыҡтан мундир һәм бофорт сығара. Генерал мундирҙы Ҡаһымдың иңенә һала.) Рус армияһы полковнигы Ҡасим Мырдашевич Мырдашевҡа – ура!

Бөтәһе лә «ура» ҡысҡыра.

Ҡаһым. Император атабыҙ Александр беренсегә, дөйөм ватаныбыҙ Рәсәйгә хеҙмәт итәбеҙ!

Семенов. Адъютант! Бокалдар!

Алсәхнәгә Сафияны етәкләп Аҫылбикә йүгереп инә.

Аҫылбикә. Ана, ҡара, еңгә! Ҡаһым ағай – палкауник!

Сафия. Йә, Хоҙа! Ысынмы был?!

Аҫылбикә. (Сафияны ҡосаҡлап үбә.) Палкауник! Палкауник! Палкауник!

Сафия тантана итеүселәр янына китә.

Аҫылбикә алсәхнәлә ҡала.

Семенов. Йә, полковник әфәнде, хуш! Ашығабыҙ. Намыҫлы хеҙмәт ит! (Адъюдантын эйәртеп сығып китә башлай. Ым менән Фольгнерҙы саҡырып ала.) Телеңде тыйып, итәгеңде йыйып ҡына йөрө, майор! (Китәләр).

Яугирҙар генералды шаулашып оҙатып ҡала.

Ҡаһым. Егеттәр, барығыҙ ҙа үҙ урындарығыҙға! (Мундирҙы Ядкәргә бирә).

Тауыштар. Ҡаһым ағай! Байрам итмәйбеҙме ни?

Түрә! Шарап, шарап! Йыуайыҡ мундирҙы!

Ҡаһым. Минең ҡәҙерле егеттәрем! Өлгөрөрбөҙ, Хоҙай насип итһә. Урындарығыҙға!

Сафиянан башҡалары бөтәһе лә таралыша. Алсәхнәгә ҡарашы менән йөҙөндә мәғәнә ишараты ҡалмаған Ҡолтүбә борхолдап сыға. Ажғырып, кәпәсен ергә һуға. Кәпәсен эт кеүек ырылдай-ырылдай тешләп сығып китә. Сафия Ҡаһымға йылмая, бәхетле ҡарай, күкрәгенә һыйына.

Ҡаһым ҡатынын наҙлап иркәләй.

Алсәхнәнән уларҙы Аҫылбикә йөрәкһеп күҙәтә. Билдәһеҙ тарафҡа ҡарап ул да йылмая, сығып китә.

Ҡаһым Сафияны оҙата. Мундирын һалып, сатыр таяуына элеп ҡуя.

Өҫтәл янына ултыра. Ҡағыҙҙарын ҡараштыра.

Аҡназар инә.

Аҡназар (мундирға күрһәтеп). Шәп бит әй, ә?.. Шатлығың күренмәй, Ҡаһым ағай.

Ҡаһым. Ашыҡма шатланырға…

Аҡназар. Аңламайым.

Ҡаһым. Майорҙан ҡапыл ғына полковник! Подполковникты онотоп ҡалдырғандар, тип уйлайһыңмы? Тиктәҫкә түгел был. Бөгөнгә бокалдар шыңғырланы! Ә иртәгә ынйылы погондарҙың әжерен ҡайтарырҙар! Ҡан ҡоҫторорҙар… Күңелем һиҙә. Ҡан, ҡан ҡоҫторорҙар! Һиҙенәм…