Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Зәкиә Мырҙағолова

Әҫәрҙәре хикмәтле

(Фәниҙә Исхаҡованың трилогияһы хаҡында)

Фәниҙә Исхаҡова әҙәбиәткә туҡһанынсы йылдар уртаһында үҙенең «Кеше-күсермә» исемле фантастик романы менән килеп ингәйне. Әҫәр үҙ заманында уҡ китап уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, тәнҡитселәр тарафынан ыңғай баһаланды, идея-эстетик үҙенсәлектәре, художестволы эшләнеше йәһәтенән башҡорт прозаһында яңы күренеш булараҡ билдәләнде.

Яҙыусының донъяны, йәшәйеште тәрәнерәк өйрәнергә ынтылыуы һөҙөмтәһе булып, һуңғы йылдарҙа «Аҡ һәм Ҡара», «Юғалтылған ожмах» һәм «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр (ул яҙмышты кем һуң, кем яҙған?)» тип исемләнгән романдарҙан торған трилогияһы барлыҡҡа килде. Яҙыусының тәүге әҫәрҙәрендә үк һыҙатланған тормошто әхлаҡи принциптан сығып өйрәнеү алымы һуңғы романдарында тамам баҙыҡланып, тәрән социаль-философик төҫ ала.

Трилогия роман-хикмәттәрҙән тора. Башҡорт прозаһында был жанр төрө – яңы күренеш. Донъя әҙәбиәтендә роман-хикмәт (роман-притча)жанрына сит ил яҙыусылары А. Камю («Чума»), Ли Кэролл («Тыуған йортҡа сәйәхәт») мөрәжәғәт итә. Мысырҙағы ғәрәп яҙыусыһы Нәғиб Мәғфүз үҙенең «Беҙҙең урам риүәйәттәре» тип аталған романы йөҙөндә был жанрҙың юғары өлгөһөн күрһәтте. Роман-хикмәт жанрының төп үҙенсәлеге булып тормошто мораль-этик тәғлимәттәргә таянып һүрәтләү, дидактикаға, яҙыусының фәлсәфәүи уйланыуҙарына, геройҙар әңгәмәләренә ҙур урын бирелә. Роман-хикмәт жанры яҙыусынан юғары интеллектуаллек, донъяуи кимәлдә тәрән фекерләй алыу һәләттәре талап итә. Жанрҙың был ҡалыплаша барған һыҙаттары Ф. Исхаҡова романдарында ла күҙәтелә. Әҙибәнең роман-хикмәттәрендә хәҙерге заман кешеләренең аң-ҡараштары, тәртип-холоҡтары, психологияһы бер нисә позициянан сығып өйрәнелә. «Кеше һәм донъя», «Кеше һәм йәмғиәт», «Кеше һәм яҙмыш» мөнәсәбәттәре арҡылы бөгөнгө кешеләрҙең социаль-психологик, этик йөҙҙәре анализлана. Трилогияла йәмғиәтебеҙҙәге һәр төрлө социаль төркөмдәрҙең, социаль типтарҙың барлыҡҡа килеүендә донъялағы, илдәге сәйәси-иҡтисади процестарҙың, системаның йоғонтоһон автор бик оҫта сағылдыра. Быны беҙ интеллигенция, эшҡыуарлыҡ, чиновниктар даирәһенә ҡараған геройҙар яҙмышында күрәбеҙ.

Система һәм шәхес конфликты әҫәрҙә тәү ҡарашҡа бик ҡырҡыу тормаған кеүек. Геройҙар эске күңел ҡаршылыҡтары аша үтеп, йәмғиәт талаптарына яраҡлашыу яғына ыңғайлай. Әммә был процесс һәр социаль типта билдәле бер тиҙлектә, ағымда, психологик үҙгәрештәр менән бара. Мәҫәлән, ҡала хакимиәте башлығы Аҡҡужин – етәксе-чиновниктарҙың типик образы. Был геройҙың етәксе органдарға тиклем үрләүе, оҙаҡ йылдар вазифала ҡала алыуы уның донъяға тиҙ яраҡлаша белеүе, сәйәси елдең, ҡайҙан иҫеүен һиҙгер тойомлай алыуы, йәмғиәттәге аҡ һәм ҡара көстәрҙе үҙ файҙаһына оҫта уйната алыуы һөҙөмтәһе булараҡ бирелә. Романда һүрәтләнеүенсә, йылы урын, вазифа, аҡса кеүек төшөнсәләрҙе генә йәшәү принцибы итеп алған, төрлө сүрәткә инә белгән типтар ҡасандыр комсомолдың әүҙем эшмәкәрҙәре булған, үҙгәртеп-ҡороуҙар башланғас, демократия шарттарын ҡабул иткән, баҙар иҡтисады елдәрендә йәнә заман көйөнә көйләнгән. Намыҫ, выждан кеүек төшөнсәләр ят булмаған егет-ҡыҙҙарҙың да, йәшәй килә, ғаилә, бөтөн тормош хаҡына система ҡыҫаларына, баҙар шарттарына яраҡлашырға мәжбүр булыуын беҙ эшҡыуар Мансур, етәксе урынбаҫары Ғайсар яҙмыштарында күрәбеҙ. Үҙ сиратында, аталарҙың кире ғәмәлдәре уларҙың балаларына тәьҫир итә. Әле быуындары ла нығынмаған үҫмерҙәр Иҙел менән Вероника, кескәй Артем, студент Ғәҙел йәмғиәттәге кире күренештәрҙән күңел йәрәхәттәре ала. Автор бында йәмғиәттә йәшәп тә унан азат булып булмай, тигән фекергә таянып, уның башында тороусы власть әһелдәренең мораль-этик йөҙөнөң тотош йәмғиәттең әхлаҡи торошона йоғонто яһауын билдәләп үтә.

Яҙыусы роман-хикмәттәренең хикмәтлелеге шунда: әҫәрҙә һүрәтләнгән ерҙәге, илдәге  бөтә был хәл-ваҡиғалар йөкмәтке туҡымаһына сағыу биҙәк кеүек һуғыла барған донъяуи мифологик, дини сюжет, мотивтарҙы заманса асып биреүгә йүнәлтелә. Ерҙәге әҙәм балаларының изге һәм яуыз ғәмәлдәре, кеше затында фәрештәлелек менән иблислектең берҙәй буталып бөтөүе, ахыр килеп әҙәм күңеленең тыныслыҡҡа, хөрлөккә сарсап, ҡасандыр тәү-аталары менән тәү-инәләре булған Әҙәм менән Һауа йәшәгән ожмахты һағыныуҙары фәлсәфәүи-психологик тәрәнлектә асыла. Кемдер был ожмахты үҙ күңелендә таба ала, кемдер һаман аҙашып йөрөүен дауам итә, ә кемдер бөтөнләй ваз кисә. Архитиптарға, прообраздарға мөрәжәғәт итеп, бөгөнгө кешенең психологияһын аңларға тырышыу методы күренекле психолог К. Г. Юнг теорияларында сағылыш тапҡайны. Ошо уҡ алымды беҙ Фәниҙә Исхаҡова романдарында күҙәтәбеҙ. Авторҙың боронғо мифтарҙа сағылыш тапҡан мотив, образдарҙың бар халыҡтар өсөн дә, һәр дәүерҙә лә типик булып ҡалыуын күрһәтә алыуы әҫәрҙәренең фәлсәфәүи һәлмәклелеген күрһәтә лә инде.

Трилогияның тамамланышы ла философик йүнәлештә. Ерҙәге ҡара көстәрҙе аҡтары еңеренә өмөт белдерелә. Быны беҙ образдарҙың яҙмышы бирелешендә, авторҙың һәм геройҙарҙың ислам дине, буддизм, конфуцианство, грек мифологияһы идеялары тураһындағы фекерләүҙәрендә, үҙ-үҙҙәре менән бәхәсләшеүендә тоябыҙ. Фәниҙә Исхаҡованың «Аҡ һәм Ҡара», «Юғалтылған ожмах», «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар тиҙәр (ул яҙмышты кем һуң, кем яҙған?)» роман-хикмәттәре башҡорт прозаһында интеллектуаль-философик, психологик йүнәлештәрҙең баҙыҡлана барыуын күрһәтеүсе әҙәби күренеш ул. Был беҙҙең прозаның яңы бейеклектәргә күтәрелеп, үҫеш аласағына ышанысты нығыта.