Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Зәки Әлибаев

Мәңгелек моң бишегендә

(Фәниҙә Исхаҡоваға – 50 йәш)

Әҙәбиәт – үҙенсәлекле, ғәҙәти үлсәмдәр менән үлсәп булмаған, ҡатмарлы, ҡатлаулы һәм ылыҡтырғыс донъя. Кемдер унда күңел йыуанысы табыр өсөн килһә, икенсеһе тормошто өр-яңы төҫтәрҙә сағылдырып, башҡаларға уның асылын аса, ә өсөнсөһө ижад итмәй булдыра алмай. Шуға ла һүҙ сәнғәте ваҡыт һынауҙарын үтеп, ынйыға тиң аҫылдары ғына милли әҙәбиәтте тулыландыра. Ваҡыт барыһына ла хужа. Бөгөнгө әҙәби процессты күҙаллаһаҡ, шул билдәле: элекке осорға ҡарағанда әҙәби тулҡындың һүлпәнәйеүе, ижади шәхестәрҙең бер аҙ тынып ҡалыуы ла заман күренеше кеүек. Әҙәби һуҡмаҡҡа аяҡ баҫып, тәжрибә туплап, ижади уңыштары менән һөйөндөргәндәре бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Был – үтә лә хәүефле күренеш. Ярар ҙа ваҡытлыса ғына булып торһа. Ана шул айырым билдәләрлек прозаиктар араһында Фәниҙә Исхаҡованың ижады жанр төрлөлөгө, тематик байлығы, үҙенсәлекле стилдәре менән айырылып тора.

Башҡортостаныбыҙҙың бай тарихлы, иң күркәм Учалы районы Әй-Көсөк ауылында донъяға килә. Һап-һары бәпембәләргә оҡшаған кескәй ҡыҙ һәр нәмәгә һоҡланып баға ла:

Ап-аҡ донъям шундай серле минең

Болоҡһоуға унда юҡ урын, –

тип күңел торошон шиғри юлдарға һала. Бар ғаләмгә ғашиҡ ҡыҙ һәр нәмәнән моң таба, күңеле үҙенән-үҙе йырлай. Замандашымдың ижади һуҡмағы күпселек тиҫтерҙәре кеүек үк «Башҡортостан пионеры» гәзитенән башлана. Ике баҫманың да йәш хәбәрсеһе мәктәп тормошо, район яңылыҡтары хаҡында мәҡәләләре менән бер рәттән бик матур шиғырҙары, мауыҡтырғыс әкиәттәре аша тиҫтерҙәренә таныш ине. Райондағы Мулдаҡай урта мәктәбен тамамлағас:

Бар ғүмерем татлы ғазап минең,

Көнө-төнө тауҙар артылыу, –

тип тормош маҡсаттарын да билдәләй. Сираттағы артылыш – БДУ. Студент йылдарында ижадҡа ныҡлап һәм ентекле тотона. «Шоңҡар» әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзаһы була. Тиҫтерҙәренең әҫәрҙәрен тикшерәләр, ваҡытлы матбуғатта сығыш яһайҙар. Университет тормошонда ҡайнап йәшәү ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Өсөнсө курста уҡығанда «Ер әйләнә» тигән поэмаһын тамамлаһа, артабан студент йылдарында уҡ «Ваҡыт аты», «Аҡ ҡылғандар» лиро-эпик поэмалары донъя күрә. Торараҡ поэтик фекер көсөн тойған, образдар менән оҫта эш итә белгән Фәниҙәне проза өлкәһе нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра башлай. Хис-тойғолары, ижади фекерҙәре шиғриәткә генә һыймағандай тойола. Ҡәләм үҙенән-үҙе сәсмә әҫәрҙәргә тарта. «Таң алдынан ҡайтырмын» тип аталған тәүге повесын яҙып, 1991 йылда «Ағиҙел» журналында баҫтыра. Тап ошо әҫәр башҡорт прозаһында яңы ижадсыны таныта. 25 йәшлек Фәниҙәгә повесть ярайһы уҡ уңыштар алып килә, ә уҡыусылар һүҙе ҡанатландырып ебәрә. Халҡыбыҙҙағы сәм тау аҡтарырлыҡ көскә эйә. Яҙыусы ла тәүге уңыштарынан баҙап ҡалмай, ә сәмләнеп яңыһына тотона. Кеше эҙенән, таҡыр һуҡмаҡтарҙан йөрөргә яратмаған ижадсы проза өлкәһенә тотонғанда үҙенә генә хас юлды табыу еңелдән булмай. Эҙләнә, береһе лә йөрөмәгән һуҡмаҡты табасаҡмын, тип сәмләнә. Үҙенә генә ышанған, көслө Фәниҙә 27 йәштә «Кеше-күсермә» романын тамамлай. «30 йәшкә тиклем роман яҙасаҡмын!» – тигән уйҙары тормошҡа аша.

Фантастика өлкәһендә башҡорт әҙәбиәтендә Б. Рафиҡовтың «Лоулла», Н. Ғәйетбайҙың «Ҡара ҡумта» повестары һәм тағы ла бер нисә әҫәр генә бар ине. Роман жанры өлкәһендә фантастик әҫәрҙең булғаны юҡ, был – тәүге! Әҙәбиәттең йөҙөн билдәләрҙәй роман жанрының ниндәй генә төрҙәре юҡ! 

«Кеше-күсермә» романы көнсығыштан килгән традицион ҡаймаланған композицияға тап килә. Әҫәрҙәге барлыҡ ваҡиғалар сылбыры Айвар образына барып бәйләнә һәм уның тирәләй хәрәкәт итә.

Әҫәрҙең төйөнләнеүе лә Айварҙың күсермәһе барлыҡҡа килгәндә башлана. Айвар Гөлүзәһенең тыуған көнөнә тип ашҡына, үкенескә ҡаршы, самолет һуңлай. Ә килеп еткәндә һөйгәнен йортоноң ишек алдында икенсе егет ҡосоп тора. Иғтибарлап ҡараһа, ул үҙенә оҡшаған кеше булып сыға. Айварҙың башы әйләнә, бер ни аңламай. Тәүге тапҡыр күсермәһе менән осрашыуы ошо була. Күсермә Айварҙың юлына арҡыры төшкән ҡара бесәй кеүек аҙым һайын үҙен белгертеп, һағалап тора. Күсермәне иң тәүҙә һөйгәне янында осраштырыу – авторҙың билдәләрлек уңышы. Сөнки ҡаршылыҡ төйөндәрен ғаилә мөхитендә башлау – һәр яҡлап коллизияны киҫкенләштерә генә. Айварҙың ике һын булып йөрөүе һөйгәненән, эшенән дә биҙҙерә. Гөлүзә генә түгел, был серҙе Айвар үҙе лә төшөнөп етә алмау сәбәпле, бер-береһен һөйгән йәштәр мәңгегә айырылыша. Айварҙың үҙ асылын аңларға тырышыуы Асраровҡа килтерә. Әлбиттә, был эш аҙнаға һуҙыла һәм Айвар ҡабат ҡалаға ҡайтҡанда күсермәһе байтаҡ эштәр эшләп өлгөргән була. Ҡыҙғаныс һәм көлкөлө ваҡиғаларға ла дусар була Айвар ошо арҡылы.

Икенсе киҫәктә төп герой менән урман төпкөлөндә осрашабыҙ. Әҫәрҙең төп ҡаршылыҡ ептәре лә тап ошо бүлектә ҡырҡыулаша, киҫкенләшә төшә. Айвар Асраров ярҙамында үҙ күсермәһен тотошлай буйһондороп ала. Тик быға бер нисә шартты үтәү мотлаҡ: йәне тәненән айырылып сәйәхәткә киткән саҡта, тыныс ҡалған тәнде кеше күрергә тейеш түгел. Әгәр ҙә башҡалар күрҙе икән, йән тәнгә ҡайта алмай, мәңгегә айырыласаҡ. Бер уйлаһаң, Айвар урман төпкөлөндә йәшәй, һәләкәткә илтеүсе ҡурҡыныс та юҡ кеүек. Һунарсы йортон тоғро эте Аҡморон һаҡлай, бер генә әҙәмдең эҙҙәрен дә өйгә баҫтырмай. Айвар урманда тәбиғәттең бер күҙәнәге кеүек килешеп, ярашып һәм уны барлыҡ бәләләрҙән ҡурсалап йәшәй. Ул урмансы булып эшләй башлағандан алып, бер генә лә браконьерлыҡ язаһыҙ үтмәй йәки булмай тиерлек. Сөнки Айварҙың рухы бәлә-ҡазаны алдан күрә белә һәм унан ҡотҡара ла. Романда һүрәтләнгән хайуан образдары ла бик колоритлы. Әйткәндәй, халыҡтың рухи донъяһын яҡтыртҡан боронғо әкиәттәрҙә лә хайуан, йәнлектәргә бихисап урын бирелгән. Һуңғы осорҙағы Н. Мусиндың «Йыртҡыс тиреһе», Т. Ғарипованың «Бөйрәкәй», М. Искәндәрҙең «Ҡомаҡтар», С. Айытматовтың «Плаха» әҫәрҙәрендә кеше һәм хайуандар донъяһы йәнле һүрәтләнеүе бик уңышлы булды. Шуға ла Ф.Исхаҡова Аҡморон, Йөнтәҫкәй (айыу) образдарын киңерәк һәм тәрәнерәк һүрәтләһә лә хилаф булмаҫ ине. Тик композицион бөтөнлөктө, йыйнаҡлыҡты тәшкил итеү мотлаҡ.

Урмандағы ваҡиғаларҙың күбеһендә Айварҙың рухы хәрәкәтләнә, ә тәне икенсе планға күсә. Урманда ағасҡа бәйләп ҡалдырылған Айгөл менән осрашыу герой тормошоноң аҫтын-өҫкә килтерә. Ҡыҙҙы ул ҡотҡарып ҡына ҡалмай, ә уны солғап алған бар мәшәҡәттәргә баштан-аяҡ сума. Яуыз көстәр менән көрәшкә инә. Айгөлдөң атаһы Назаровтың ҡиммәтле һыҙмалары юғалыуы, уларҙы Стас етәкселегендә Хәмит менән Миңлеғәли урлауы әҫәргә ниндәйҙер детектив элементтар өҫтәй.

Ошо ваҡиғаларҙан башлана ла инде Айварҙың, күсермәһенең көрәштәре. Романда былар барыһы ла статик план рәүешендә йәки күсермә изгелек символы булараҡ ҡына һүрәтләнә. Автор ысынбарлыҡтан алыҫ торған, ижади хыял ярҙамында барлыҡҡа килтерелгән фантастик образдың төрлө ҡаршылыҡтарҙағы хәрәкәтен нарыҡлай. К. Әхмәтйәнов билдәләүенсә: «Фантастик образдар теге йәки был дәрәжәлә тормошҡа һәм ысынбарлыҡҡа бәйле була, ҡайһылыр яғы менән реаль тормошто сағылдыра», – тиелә. Романда Айвар ауылдағы янғынды һүндергәндә ҡарсыҡҡа ярҙам итеүе, намыҫһыҙ һатыусының ысын йөҙөн асыуы, үлем түшәгендә ятҡан әбейҙең хәлдәрен улына еткереүҙәре һәм башҡа күренештәр төп сюжет һыҙығына өҫтәлмә рәүешендә генә күрһәтелә. Айвар – күсермәнең был ярҙам ҡылыҡтары үҙен фажиғәгә илтә лә. Төп геройҙың психологияһын, булмышын һүрәтләгәндә уның ғаиләһенә сәйәхәте, өләсәһендә йәшәгән саҡтары йәтеш килтерелә. Айвар һәм ата-әсәһе мөнәсәбәттәре аша тормоштағы социаль мотивтарҙы һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Айвар һәм Айгөл араһындағы бәйләнештәр образдарҙы киҫкен ситуацияларҙа ғына түгел, ә ғәҙәти саҡтарҙа ла тулы, колоритлы итеп һүрәтләй. Тәүҙә Айвар, Гөлүзә һәм Айвар-күсермә араһында мөхәббәт өсмөйөшө барлыҡҡа килһә, һуңынан Айвар, Айгөл, Стас мөнәсәбәттәре лә характерҙы һәр яҡлап асыуға булышлыҡ итә. Автор әҫәргә индергән һәр персонажды үҫтерә, хәрәкәттә күрһәтә. Уның Гөлүзәһе лә тиҙ генә юҡҡа сыҡмай, әҫәрҙең аҙағында Айвар менән осраша.

«Кеше-күсермә» романында кешенең йәне һәм тәне араһындағы позиция төп урынды алып тора. Ҡыҙыҡ: Айвар үҙе икегә бүленә ала, әммә бер кеше булып ҡына йәшәү мөмкинселеге юҡ. Образдың үҙендә үк нигеҙле ҡапма-ҡаршылыҡ ята. Айвар өйләнә алмай, сөнки уның йәнһеҙ генә тәнен кеше күрһә, йәне ташлап китәсәк. Ә үҙе йоҡлаған саҡта, уның ихтыярынан башҡа йән төрлө урындарға сәйәхәткә китә. Шуға ла Айгөл менән тормош ҡора алмай. Ә Айвар ябай кеше булып йәшәргә, ғәҙәти тормошҡа ҡайтырға ынтыла. Тик, үкенескә ҡаршы, өлгөрә алмай һәләк була. Йәне, һыуға батып барған балыҡсыны ҡотҡарам тип, ярҙамға ынтылғанда, Стас етәкселегендәге кешеләр урмансы өйөнә баҫып кереп, тәнен күргән саҡта, мәңгегә күккә оса. Һуңынан рух ер йөҙөнән мәңге китер өсөн Айгөлдө оҙаҡ осрата алмай. Ни тиһәң дә, мөхәббәт һәр нәмәнән дә өҫтөн. Шул көйөнсә генә юғалырға тейеш түгел. Хатта романдағы һуңғы юлдар ҙа быны иҫбат итә: «Ҡасан да булһа осрашасаҡ улар. Ләкин уның Рухына тиң булыр өсөн, ус төбөнә һалып кешеләргә йөрәгенең йылыһын илтергә бурыслылыр. Ғүмер үтә оҙон да, үтә ҡыҫҡа ла. Кеше китһә, барыһы ла бөтә, тип уйламағыҙ. Башлана ғына...»

 

Ысынлап та, мөхәббәт рухтың иң ҙур байлығы ла, ҡайғыһы ла. Романды уҡып сыҡҡас, ошоларға тағы инанаһың.

Ғөмүмән, фантастик роман жанр булараҡ ҡына яңылыҡ килтермәне, ә композицион яҡтан да йыйнаҡ һәм темаһы мауыҡтырғыс. Тормоштоң мәңгелек ҡанундары булған Изгелек менән Яуызлыҡ көрәшен төрлө кимәлдә психологик тәрәнлектә һүрәтләүе авторға мәртәбә генә өҫтәй.

Балалар тормошо ла яҙыусы өсөн ят өлкә түгел. «Аҡ тәңкәләр яуған төн ине» китабына балалар һәм үҫмерҙәр өсөн повестар циклы һәм хикәйәләре тупланғайны. Уларҙа автор мауыҡтырғыс балалар донъяһының иң ҡыҙыҡлы һәм ғәжәп мәлдәрен әҫәрҙәрендә ҡуллана. Шулай уҡ ул драматург булараҡ 1996 йылда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 1 республика конкурсында ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ булды.

Фәниҙә Исхаҡова үҙенең юбилейын тағы ла матур ижади уңыштары менән ҡаршылай. Ул «Аҡ һәм ҡара», «Юғалтылған ожмах», «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр… ул Яҙмышты кем һуң яҙған?» трилогияһын тамамланы. Автор жанрын роман-хикмәт тип билдәләгән. Быға тиклем беҙҙең әҙәбиәттә был жанр төрө юҡ ине. Композицион яҡтан бик ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле ойошторолған романдарҙың сюжеты заман ваҡиғаларын, дәүер проблемаларын, замандаш образдарын ваҡыт призмаһы аша сағылдыра. Дөйөм кешелеккә хас һыҙаттарҙы айырым яҙмыштарҙа һәм тәрән шәхси кисерештәрҙә бик оҫта бирә алған. Полифоник сюжет бер яҫылыҡта ғына түгел, ә бер нисә яҫылыҡта хәрәкәт итә, хронотоп та киң йәйелдерелгән. Мифологик сюжет һыҙығы һәр романды башлап ебәрә лә, артабан ваҡиғалар үҫешенә йүнәлеш бирә. Яҙыусы бөтөнләй заман мәсьәләләренән айырылмай, ә уларҙы һүрәтләгәндә лә фәлсәфәүи яҡтан һығымталар яһап ҡуя. Һәр әҫәрҙең композицияһында пролог һәм эпилогтың булыуы, сюжет һыҙығын йәнләндереүсе автор образы килеп инеүе – былар барыһы ла яҙыусының өр-яңы ижади алымдары. Шулай уҡ авторҙың роман туҡымаһына донъя әҙәбиәте үрнәктәрен, фән өлкәһенән яңылыҡтарҙы ла «үреп» ебәреүе тәбиғи ҡабул ителә. Трилогияның нигеҙендә ятҡан изгелек һәм яуызлыҡ көрәше барлыҡ образдарҙы ла социаль-көнкүреш, психологик, сәйәси ваҡиғаларҙа хәрәкәткә килтерә, детектив элементтарҙы ла ҡулланыу романды уҡымлы итә. Ғөмүмән, Фәниҙә Исхаҡованың яңы романы күңелдә бик йылы тойғолар ҡалдыра, фекере менән уҡыусыны тәрән уйҙарға һала.

Поэзия, проза, драматургия өлкәһендә лә ҡәләмен ослаған Фәниҙә Исхаҡованың эпик әҫәрҙәре үҙенә генә хас оҫталыҡ, нәзәкәтлек һәм маһирлыҡ менән яҙылған. Уларҙы уҡыған саҡта мәңгелек моңға сорналған һымаҡ тояһың, фани донъяларҙың асылдарын тағы ла тәрәнерәк аңлайһың.

Сарсап ҡына бөткән юлсы кеүек,

Йыраҡтағы йырға тартылыу,–

тиеп өндәшә икән автор, ул үҙе лә, уҡыусыһы ла йәнде иретерлек, күңелде арбарлыҡ, зиһенде биләрлек ижад емешенә ынтыла. Ә яҙыусыла ундай көс тә, һәләт тә, тәжрибә лә бар. Бары тик ижад офоҡтарын киңәйтеп, заманға тиң аҫыл һүҙҙе табырға ғына кәрәк.