Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Мәжит АЛКИН

Эстрадабыҙ хаҡында уйланыуҙар

Төҙөүселәр һәм фермерҙар, хирургтар һәм һатыусылар, слесарҙар һәм водителдәр – ҡыҫҡаһы, бөтәһе лә эштән һуң ял итеп, күңел асып алыу кәрәклеген аңлай. Иманым камил: тап сәнғәт ярҙамында быға өлгәшергә була.

Эстрада, йәғни сәхнә сәнғәте термины – «майҙан» сәнғәте, һәр саҡ халыҡ массаһына яҡын булды. Уның тарихи булмышы халыҡсанлыҡта, тәбиғилектә асылған ысын театр сәнғәте ул.

Беҙҙең эстрадала иң мөһиме нимә һуң?

Эстраданың ысын ябайлығы зал менән сәхнә араһындағы кәртәне алып ташлауҙа, тамашасыларҙың, йәғни залда ултырған ҡәҙимге кешеләрҙең, ижади энергияһын уятыу һәм азат итеү һәләтендә.

Тамашасыларҙың һәр береһе һыҙғыра белә, әммә эстрада артисы быны виртуоз үтәй, бөтәһе лә ауыҙ эсенән генә көйләй, йырлай, ә сәхнәлә быны Ғәли Хәмзин, Фәдис Ғәниевтар иҫ киткес оҫталыҡ менән башҡара.

Тамашасыларҙың һәр ҡайһыһы үҙҙәрен борсоған һәм көлдөргән хәл-ваҡиға тураһында һөйләй ала, әммә бик һирәктәр генә быны Әхәт Уразмәтов кеүек талантлы эшләй. Бер һүҙ менән әйткәндә, эстрада һәр тамашасыға аңлайышлы әйберҙе «башҡарыу камиллығына» күтәрә.

Юҡҡамы ни эстрада йырсыһы опера йырсыһынан, эстрада бейеүе классик балеттан айырыла – уларҙың асылы, ҡатмарлы техника менән башҡарылһа ла, – «ерле», тормошсан. Эстрада тамашасының үҙен, «ҡәҙимге кешене» сағылдыра, уның ижади башланғысын ҡуҙғыта, асылда талантының күплеген күрһәтә.

Эстраданың тамашасыға үҙенә бер төрлө яҡынлығы ошо сәбәптән түгелме ни? Хатта залда утты һүндермәү ҙә, шаршауҙарҙы ябыуҙың кәрәкмәүе лә актерҙың тамашасыға яҡынлығын, оҫтарған актерҙың талантының көсөн һыҙыҡ өҫтөнә ала. Актер тамашасы менән стена аша түгел, ә күҙгә-күҙ ҡарашып мөғәмәлә итә. Декорацияларҙың һәм реквизиттың аҙ дәрәжәлә йәки бөтөнләй булмауы ла шунлыҡтан килеп сыға. Шунлыҡтан актер, грим ҡулланмайынса, бер үк ваҡытта бер-бер артлы төрлө ролдәрҙе башҡарыусы трансформер – йәнәһе, күрегеҙ, нисек була ул!

Эстраданы бүтән сәнғәт төрҙәренән айырыусы синкретизм, йәғни башланғыс үҫештәге бөтөнлөк, берлек уның әллә ҡасан мәҙәниәттең төрлө өлкәләренә таралған тамаша формаларының саманан тыш арттырып күрһәтеү һәм яҡынайтыу юҫығында күренә.

Эстрада карнавал сыуалыштарында юғары һәм түбән, көлкөлө һәм трагик әйберҙәрҙе аралаштырып бирә. Конферансье ҡулы менән бер һелтәп ебәреп кенә ҙур тарихи дистанцияларҙы – боронғо магтарҙан, тылсым эйәләренән алып (уларҙың трюктарын хәҙерге фокусниктарҙа һаҡлағандар әле) хәҙерге бейеү ритмдарына, мелодик һүрәттәргә, монолог сюжеттарына, фельетондарға, хәҙерге көнкүреш шарттарында барлыҡҡа килгән куплеттар темаһына тиклем үк артылып сыға.

Бер генә кистә иң боронғо художество моделдарынан – фокусниктар, акробаттар, ирендәрҙе ҡыбырлатмай эстән һөйләшеүселәр, хәтерҙә ҡалдырыуҙы еңеләйтеү ҡағиҙәләре һәм алымдары оҫталары (техниктары) сығыштарынан алып хәҙерге шиғриәткә һәм музыкаға тиклем – мәҙәниәт үҫешенең бөтә эволюцион баҫҡыстары тамашасыларҙың күҙ алдына баҫа. Хәҙерге көндә эстрада ғына үткәндәр тураһында тере хәтер һаҡлауға өлгәшкән.

Былар барыһы ла дөрөҫ. Әммә, әкиәттәгесә, «ә тигәнсе бә тигәнсе» килеп сыҡмай. Эстраданы «бәләкәй сәнғәт» тип атап, һаман да унан мыҫҡыллап йөҙ йыйырыусылар бар әле.

Ә шулай ҙа ни өсөн эстрада бәләкәй сәнғәт һуң? Киреһенсә, беҙҙең уйыбыҙса, ул «оло сәнғәт», сөнки эстрада артистарынан ҙур башҡарыу техникаһы һәм уларҙың гармониялы үҫешкән шәхес булыуҙары талап ителә. «Ҙур типта»ғы театрҙа, фабрика-завод ҡатмарлығылай ҡуйылыш талап ителгәс, айырым бер актерҙың таланты, шәхси сәнғәте сағыштырмаса аҙ әһәмиәткә эйә.

Актерҙың бер отряд ярҙамсы хеҙмәткәрҙәре һәм юлдаштары була. Костюмер, декоратор, бутафор – бер яҡтан, икенсе яҡтан – публиканың иғтибарын өҙмәҫ өсөн һәм актерҙың ауыр бурысын бүлешеүсе башҡарыусылар ансамбле. Әммә эстрада артисы бер үҙе генә сығыш яһай. Үҙ сәнғәтенән башҡа уның бер нимәһе лә юҡ. Бөтә иғтибар тик унда ғына, һәм унда – бөтә театр. Уның көсө етмәһә лә, бер кем дә уға ярҙам итмәйәсәк, әгәр еңеп сыға икән, уңыштары ла тик үҙенеке. Сит кеше даны нурҙары уға төшмәй, сит уйҙырмалар, матурлыҡтар уныҡы түгел. Уның үҙенең бөтә башланғыстары һәм сиктәре булған айырым театр донъяһы була. Шиғыр һөйләгәндә, йырлағанда, көйгә һалып мөнәжәт әйткәндә, бейегәндә лә ул, ысынында иһә үҙенә генә хас алымдар менән публика алдында яңғыҙ (монологик) сығыш яһай. Шуның өсөн дә унан театр ансамбле актерына ҡарағанда ла күберәк миҡдарҙа техник оҫталыҡ, шәхси ҡаҙаныш талап ителә. Эстрада артисы – һәр ваҡытта ла «солист». «Публика ғәлийәнәптәренең солисы». Беҙ күберәк әйтәбеҙ. Эстрада артисы театр артисына ҡарағанда үҙенсәлеклерәк, үҙенә генә хас сифаттарға эйә булырға тейеш. Эстрада ниндәйерәк булырға тейеш һуң?

Эстрада – «номер сәнғәте». Уның төп билдәләре: үҙенсәлек, көтөлмәгәнлек, асыҡлыҡ, яңылыҡ, етеҙлек, фантазия. Профессиональ белемең булмаһа ла, иҫ киткес номер башҡарырға була, киреһенсә, профессиональ белемең булып та, номер тыуҙыра алмауың мөмкин.

Ф. Ҡудашева, опера күҙлегенән сығып ҡарағанда, белемһеҙерәк йырлай ине, әммә уның башҡарыу оҫталығы бик үҙенсәлекле, ғәжәйеп иҫ киткес ине: ул номер ине, ә тиҫтәләгән опера йырсылары, эстрадала юғары мәктәп бөтһәләр ҙә, иғтибарға лайыҡ түгелдәр.

Драма, опера, балет, оперетта әһелдәре үҙҙәренең амплуалары, йәғни эш даирәләре буйынса теләһә ниндәй эште лә башҡара ала: эстрада артисы күпселек осраҡта тик үҙенең генә номерын белә, әммә уны шундай ҙур оҫталыҡ менән башҡара (Берәүҙәр – төрлө яҡлы техника, икенселәр – махсуслаштырылған вәкилдәр). Эстрада кешеһе киңлектә алдырмаһа ла, тәрәнлектә беренселекте бирмәй. Сикләнгәнлек уға көстө туплауға ярҙам итә.

Театр хеҙмәткәре бер бөтөндөң составында ҡайһы ваҡыт бик әһәмиәтле булған бер өлөшөн тәшкил итә. Ә эстрада артисы иһә үҙ аллы әһәмиәткә эйә булған кеше ул. Уның пьесаһы – ул үҙе. Һәм тағы һәр саҡ хәҙерге тормош менән бәйлелеге эстраданы оҙон ғүмерле яһай. Бүтән сәнғәттәргә хас булмағанса, эстрада сәнғәте тормош темпын сағылдырырға тейеш.

Йыш ҡына эстраданы киң таралғанлығы буйынса кино сәнғәтенән ҡала икенсе урынға ҡуялар. Был фекерҙе инҡар итеп булмай. Беҙҙең республикабыҙ ҙур һәм халыҡтың сәнғәткә тартылышы ла иҫ киткес көслө. Тап бына театрҙың йә симфония оркестрының халыҡ араһына барып етә алмаған урынына эстрада артистары барып етә. Уларға декорация ла, реквизит та, костюмдар ҙа кәрәкмәй. Уларҙы һәр урында ла көтөп алалар.

Әммә артисҡа оҙайлы командировкаларҙың ауырлығын, осраҡлы концерт майҙандарының уңайһыҙлыҡтарын йырып сығыу һәләтенән тыш тағы ла талантлылыҡ, һәләтлелек кәрәк.

Йыш ҡына эстрадаға күңел тартыуы буйынса түгел, ә кәрәк булған өсөн киләләр: театр тормоштары барып сыҡмаһа – эстрадаға, тауыштарын юғалтһалар – эстрадаға, яҡшы табип була алмаһалар – эстрадаға. Һәм ғәжәп, уларҙы эшкә алалар ҙа. Сөнки, артистар кәрәк. Шулай итеп, талант һәм талантһыҙлыҡ, оҫталыҡ һәм ижади көсһөҙлөк тыныс ҡына һыйышып йәшәй бирә.

Ә эстрадалағы профессионализмдың үҙ баһаһы, артист йырҙы, шиғырҙы, бейеүҙе һ.б. рухһыҙ башҡарһа, был баһа юғары булмай. Һәр бер сәнғәт жанрында ла шулай, тип ҡаршы төшөүселәр ҙә булыр. Бик мөмкин. Әммә эстрада үҙенсәлекле кеше тәбиғәтенә бигерәк мохтаж, миңә, тамашасы булараҡ, артистың йөҙөн, күңел үҫешен күреү бик мөһим. Күплетисмы, шиғыр һөйләүсеме, ым, пластика ярҙамында ғына уйнай торған актермы ул – миңә уның менән контактҡа, йәғни бәйләнешкә инеү мөһим. Иң көлкөлө формала, төрҙә, маскала (битлектә), алымдарҙа булһынмы, йырсы, шиғыр һөйләүсе, бейеүсе тамашасыларға үҙенең тормошҡа, ваҡытҡа, бүтән кешеләргә булған мөнәсәбәтен белдерергә тейеш. Ошо сифаттар булһа, эстрада йәшәй, яҡшыра, йәшәрә. Юҡ икән – эстрада һүнә һәм йәл, аңралана.

Әммә бәлә ошоноң менән генә бөтмәй әле. «Эстрада сәнғәте» төшөнсәһенең үҙенең аныҡ ҡына билдәләмәһе юҡ, күп шелтәләр, аңлашылмаусанлыҡтар шунан да килә.

Бынан тыш, бөтә насар нәмә – тап эстрада, ә эстрада сәнғәтенән бер ни менән дә айырылмаған бөтә яҡшы нәмә – икенсе, юғарыраҡ әйбер тип, йәғни «академия», «концерт» исемендә атап йөрөтөлә. Хатта «филармония» һүҙе менән дә атайҙар, ә бер генә энциклопедия һүҙлектәре лә был һүҙҙе беҙҙәгесә аңлатмай.

Һоҡланғыс һәм ысын мәғәнәһендә халыҡ сәнғәте булған «эстрада сәнғәте»нә көсләп икенсе мәғәнә һалырға тырышыусылар ҙа осрай. Башҡорт йырҙарын башҡарыусы Ғәли Хәмзиндың эстрадала үҙ йырҙары халыҡҡа еткереүсе Хәсән Усмановтан айырмаһы фәҡәт уларҙың башҡарыу оҫталыҡтарының сифатына бәйләнгән – кемелер матурыраҡ, ә кемелер ҡайтышыраҡ йырлай, ә һис тә берәй ҡатламға йәиһә төркөмдәргә бәйләнмәгән: имеш, береһе – «филармония», – ә икенсеһе – «эстрада».

Шуның менән бергә, эстрада – ғибәҙәт урыны ла, гастроль сығыштары майҙаны ла түгел, ә үҙенсәлекле үҙ аллы сәнғәт төрө ул, тип тағы ла бер ҡабатлайым. Эстрада артисымы ул, әллә театр, кино артисымы, үҙенең талаптарын ҡуя. Эстрадала опера артистарының да, драма артистарының да сығыш яһауы законлы.

***

Революцияға тиклемге башҡорт эстрадаһы торошо ниндәй булған һуң? Октябрь революцияһы алдынан был өлкәлә ниндәй хәл-ваҡиғалар барған?

Революцияға тиклемге эстраданың хәл-торошон дөрөҫ аңлау өсөн, иң тәүҙә уны конкрет шарттар ерлегендә, йәғни социаль айырымланған йәмәғәт шарттарында күрә белергә кәрәк.

Эш шунда: төрлө синыфтарҙың, шулай уҡ йәмғиәттең төрлө социаль кәртәләр менән бүлгеләнгән төрлө ҡатламдарының үҙҙәренә генә тиң булған, үҙҙәренә тәғәйенләнгән эстрадалары йәшәгән. Шул уҡ ваҡытта халыҡ ижадына, фольклорға таянған демократик, йәғни алдынғы ҡарашлы жанрҙар эҙәрлекләнгән. Сауҙагәрҙәр, буржуазия, буржуаз интеллигенция, аристоркат ғаиләләрҙән сыҡҡан «алтын йәштәр», төрлө «төҫтә»ге ҡала мещандары һорауҙарына, зауығына яуап биргән жанрҙар һәм формалар өҫтөнлөк иткән. Шунлыҡтан Октябрь революцияһы алдынан эстрадала киҫкен социаль һәм художестволы айырымлыҡтар булған. Шул сәбәпле, унда жанрҙар, йүнәлештәр, профессиональ йәшәйеш формаларының төрлөлөгө, сыбарлығы күҙәтелә.

Миниатюр театрҙарҙан тыш, революцияға тиклемге эстрада, нигеҙҙә, ике йүнәлештә: йә концерт рәүешендә, йә дивертисмент, йәғни спектаклгә, концертҡа өҫтәмә рәүештә бирелгән музыкаль йәки драматик номерҙар, йүнәлешендә үҫешкән. Шуға ярашлы, ул талапсаныраҡ, тотанаҡлы «академик» концерт эстрадаһына, һәр кем аңларлыҡ дивертисмент эстрадаға йәки күңел асыу өсөн баҡсалары һәм кашефантандары – әҙәпһеҙ йырҙар, бейеүҙәр башҡарылған асыҡ сәхнәле кафелары булған – эстрадаға бүленгән.

Концерт эстрадаһы бер һүҙһеҙ сәнғәттең ҙур һәм бәләкәй формаларының бәйләнештәрен, ҙур сәхнә актерының, эстрада артисының ижадтарының айырылғыһыҙ берлеген раҫлаған.

Концерт эстрадаһы бөтә үҙенең ҡоролошо менән «эстрада үҙенсәлеге»нең театр тормошонан айырым, хатта ҡаршы тороу легендаһын кире ҡаҡҡан.

Концерт эстрадаһы үҙ публикаһына һәм үҙ актерҙарына таянған. Нигеҙҙә, ул баш ҡала ҡатламдары клубтары шарттарында әҙәби-артист түңәрәктәрендә, концерт, тамаша залдарында, йәйге театрҙарҙа барған. Ул ябыҡ бинала үткәрелгән һәм ғаилә тамашасылары өсөн иҫәпләнгән.

Үҙенсәлекле концерт репертуарҙары булған ҙур театрҙар артистары ла үҙҙәренең үҫә барыусы популярлыҡтары менән сольный (айырым) концерттарға хоҡуҡ яулап, аҙаҡ ҡатнаш дивертисменттарҙа ҡатнашыуҙан баш тартҡан дивертисмент эстрадаһы оҫталары ла концерт эстрадаһының типик вәкилдәре булып китә.

Дивертисмент эстрадаһы ике билдәле дәрәжәләге үҙ аллы тармаҡтарға бүленгән: асыҡ сәхнә эстрадаһына һәм кафешантан (әҙәпһеҙ йырҙар һәм бейеүҙәр башҡарылған асыҡ сәхнәле кафелары булған) эстрадаһына.

Ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡушылып һәм яңынан ике яҡҡа айырылып, дивертисмент эстрадаһының ике тармағы йәнәш урынлашҡандар, параллель рәүештә.

Эстрадала социаль айырымлыҡтарҙың булыуы эҙемтәһе уның был тармағында ла күҙәтелгән: бер яҡта – нәзәкәтле шантандарҙың асыҡ сәхнәләрендә сит илдән килгән номерҙар һәм аттракциондар, сит ил «йондоҙҙар»ы, этуалдәр (этуаль – француз һүҙе, революцияға тиклем Европа һәм рус театрҙарындағы данлыҡлы артист йә артистка; хәҙерге ваҡытта – Париж Операһының балет артистарының юғары статусы), икенсе яҡта – ҡапма-ҡаршылыҡ, бөтә кеше инеп йөрөрлөк баҡсаларҙың сәхнәләрендә фольклорға яҡын торған башҡорт – алдынғы ҡарашлы милли (демократик) жанрҙар. Ысынлап та, «асыҡ сәхнә» һәм майҙандарҙағы күмәк күңел асыуҙарҙа айырым халыҡ жанрҙары ҡулланылышта һаҡланған әле.

Фольклор, халыҡ ижады менән бәйләнеш, жанрҙың, башҡарыу стиленең демократик йүнәлештә булыуы – ул ваҡыттағы эстрадалағы һирәгерәк була торған күренешкә хас әйбер.

Тыштан ҡарағанда, «асыҡ сәхнәле» дивертисмент эстрадаһы бигерәк тә сыбар булған: ул төрлө-төрлө «оригиналь (ғәҙәти булмаған) жанрҙарҙы», йәғни һөйләү жанрҙарынан алып бейеү, йыр, циркты берләштергән.

Дивертисмент эстрадаһында үҫешкән йүнәлештәр көрәше һөҙөмтәһендә халыҡтың демократик фольклор жанрҙары яйлап үҙ әһәмиәттәрен юғалта барған. Күңел асыу сараһы булған ҙур баҡсаларҙың сәхнәләре яҡын барырлыҡ булмаған. Ҡала ситтәрендәге баҡсаларҙа ғына улар ҡулланылышта тороп ҡалған.

20-се йылдар сәнғәттә дебюттар йылдары булған. Талантлы, хәҙер инде данлыҡлы, театр мастерҙары (оҫталары) ул саҡтарҙа беренсе тапҡыр сәхнәлә үҙҙәренең көстәрен һынай, улар индивидуаллектәрен асҡан һәм эҙләнеүҙәргә ынтылышын сағылдырған эштәрен күрһәтте.

Ул саҡта башҡорт эстрадаһы яңы тыуып ҡына тора, бөтөнләйе менән дебюттар осорон кисергән.

Совет йылдары осоронда эстрада ҙур юл үтә. Йыш ҡына беҙ эстраданың нисек үҙгәргәнлеген, элекке эстрада менән сағыштырғанда уларҙың оҡшаш яҡтары бик аҙ икәнлеген уйлап та ҡарамайбыҙ.

Яңы кумирҙар элеккеләрен сәхнәнән ҡыҫырыҡлап сығарғанлығында ғына эш тормай. Эш икенсе, мөһимерәк нәмәлә. Эстрада сәнғәтендәге үҙгәрештәр уның асылына, формалары төҙөлөшөнә, жанрҙарына ҡағыла.

Ул йылдарҙа эстрадала «йыр театрының» үҙенсәлекле спектакле – берәй «йондоҙ» тирәләй тантаналы тамашалы уратылышта (антураж) күмәк бейеү башҡарыусы балет артистары сығыштары ла (кардебалет) булмай торғайны, шулай уҡ 70-се йылдарҙағы йыр-инструменталь ансамблдәрҙең һәм 80-се йылдарҙағы кеүек рок төркөмдәренең сығыштары ла юҡ ине. Үҙ сиратында хәҙерге эстрада сәхнәһенән джаз-оркестр программалары күптән төшөп ҡалды. Һәр төрлө күп кенә театрлаштырылған тамашалар, шик юҡ: хәҙерге көндә лә бар, әммә улар элеккеләренә һис тә оҡшамаған!

 

Дамир Шәрәфетдинов

Сәпкә тейһен атҡан уҡтары

(Баш ҡаланың Күргәҙмәләр комплексында «Өфө-Арт»

рәссамдар күргәҙмәһе эшләй)

Рәссамдар донъяһы яңғыҙлыҡты ярата. Уларҙың оҫтаханаларында булғанда, төнгө тынлыҡҡа сумған һил яҡтылыҡ аҫтында әле эшләнеп тә бөтмәгән киндерҙәрҙә буласаҡ картиналарҙы күҙалларға маташып оҙаҡ уйланып торғаным бар. Шунда оҫтаға ирекһеҙҙән бер-бер артлы яуырға торған һорауҙарҙы көскә тыйып ҡалаһың: кемдәр буласаҡ бында, ҡайҙан килеп сыҡты бындай үҙенсәлекле идея, ни өсөн тап шундай юл һайланың һ. б., һ. б. Сөнки картиналарҙа һәр кем үҙенә күренгән нәмәләрҙе эҙләй, ә эйәһенең «бында мин шуны күрһәтергә теләгәйнем» ише аңлатма-комментарийҙары фекер ағышын боҙоп ҡына ҡуйыуы ихтимал. Хәйер, ҡыҙыу бәйге-бәхәстәр ойошторғаныбыҙ ҙа хәтерҙә: Фәрит Ергалиевтың Карл Маркс урамындағы оҫтаханаһына йыйылышып, бер төркөм йәш яҙыусылар бер һүрәттә ниҙәр күреүҙәрен, уны нисек ҡабул итеүҙәрен теҙеп һөйләп сыға торғайныҡ. Шуныһы ғәжәп: рәссамдарҙың оҫтаханалары бик йыш диспуттар залына әйләнһә лә, унда барыбер яңғыҙлыҡ хөкөм һөрә һымаҡ. Бәлки, һәр кемдең тик үҙенең, айырым ҡарашы булып, ахырҙа ул барыбер шул тәүтойғо ҡарашында ҡалыуынан киләлер был...

Төрлө вернисаж һәм күргәҙмәләрҙә лә иғтибар итәм: унда ла иркен зал буйлап кешеләр яйлап ҡына хәрәкәт итә, һәр ҡайһыһы тик үҙенә генә бикләнеп, тик үҙенә яҡын картина алдында бик оҙаҡ баҫып тора. Шунһыҙ мөмкин түгел, рәссам бит ҙур картинаһы фекерен, эшләнешен йылдар буйы күңелендә йөрөтә, айҙар буйы оҫтаханаһынан сыҡмай яҙа, шуға ла уны һәр деталенә иғтибар итеп, ҡалын китапты уҡыған һымаҡ өйрәнәһең.

Ә бер юлы йөҙәрләгән оҫталарҙың эштәренән тупланған күргәҙмәгә барып сыҡҡан кеше ни эшләй? Өфөнөң күргәҙмәләр комплексында асылған «Өфө-Арт» күргәҙмәһендә минең менән тап шулай булды. Бында ике ҡатта Башҡортостандан һәм эргә-тирә ҡалаларҙан рәссамдар, скульпторҙарҙың ижад емештәре теҙеп ҡуйылған. Әлбиттә, бындай урындарҙа бер генә картина алдында оҙон-оҙаҡ тамаша ҡылып ҡарап тороп булмай, башта күплек һәм төрлөлөк хайран итә, һуңынан сыбарлыҡтан күҙ арый башлай. Шунда коллектив тамашасылар өсөн айырым белгес-гид кәрәк тигән уйға киләһең – музейҙарҙа хеҙмәтләндереү шулай ҡуйылған.

Күргәҙмә ике ай дауам итә. Ике йөҙҙән ашыу автор менән танышыу өсөн бында нисәмә кистәрҙе үткәрергә тура килер ине. Һәр кем үҙ зауығына ярашлы төрҙө таба ала: ойоштороусылар башҡорт художество сәнғәтенең бар ҡаҙаныштарын да бер ергә йыйырға тырышҡан. Ана шунда художество сәнғәте тигән төшөнсәнең ниндәй киң һәм күп яҡлы булыуына хайран ҡалаһың. Ҡағыҙға, ағасҡа, ташҡа, туҡымаға яҙып һүрәт төшөрөү, ҡағыҙҙан, ағастан, таштан, туҡыманан төрлө һындар әүәләү, ҡорама, кейеҙҙән төрлө өлгөләр төҙөү – ҡыҫҡаһы, ижади ҡарашлы кешегә сикләүҙәр юҡ бында. Һуңғы йылдарҙа художестволы ижад ҡоластары киңәйә барыуын ошондай күргәҙмәләрҙә абайларға була: өлгөләрҙең байтағы, ҡыҙыҡлы сиселеше һәм бирелеше менән һоҡландырып һәм ғәжәпләндереп, башҡарылыу датаһына иғтибар иттерә: беҙ рәссамдарҙы мотлаҡ мольберт һәм ҡылҡәләм менән күҙ алдына килтереп өйрәнгәнбеҙ, мәктәптәрҙә лә тик билдәле рәссамдарҙың картиналары менән таныша торғайныҡ, ә улар тимерсе лә, ташсы ла, балта оҫтаһы ла, тегеүсе лә була ала икән.

Сиктәр юҡ күргәҙмәлә: исемдәре донъяға билдәле рәссамдар менән бергә өйрәнсек балалар студиялары ла урын алған, коллектив хеҙмәт емештәре лә етерлек. Байтаҡ таныш исемдәрҙе күреү һәм уларҙың әлегә күрергә тура килмәгән картиналарын тамаша ҡылыу ҡыуанысы кисереү менән бергә, яңы оҫталарҙың исемдәрен иҫтә ҡалдырыу ҙа ҡыҙыҡ ине. Мәскәү, Санкт-Петербург, АҠШ авторҙары янында үҙебеҙҙең оҫталарҙың хеҙмәттәре лайыҡлы урын алыуы ғорурлыҡ тойғоһо уятып, башҡорт сәнғәтен донъя кимәлендә баһалап ҡарарға ла мөмкинлек бирә.

Был күргәҙмә тураһында күрһәтмә-баннерҙар Өфө ҡалаһы буйынса ла элеп сығылған: йөҙ ҙур плакатта күргәҙмәнең айырыуса үҙенсәлекле өлгөләренең күсермәләре тора. Был, ҡала диуарҙарын графитти менән биҙәү үрнәге менән, Өфө өсөн тағы бер яңылыҡ булып килеп сыҡты. «Рампа» журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Игорь Тонконогий әйтеүенсә, был тәжрибәне артабан да дауам итергә ниәттәре бар. 

   «Беҙ, рәссамдар, башыбыҙҙҙа ниндәй хистәр ярала, шуларҙы үҙебеҙ белгән алымдар менән һынландырабыҙ. Ә уларҙы ниндәйҙер йүнәлештәргә, стилдәргә, жанрҙарға бүлеү иһә – сәнғәт буйынса белгестәрҙең эше», – тигәйне миңә бер рәссам танышым, уның оҫтаханаһында авангардсы рәссамдар хаҡында һөйләшеп ултырғанда. Йәл, әлбиттә. Сөнки сәнғәт белгестәренең телен ябай тамашасы аңлай алмай, үтә лә махсуслашҡан ул. Һәр картинаны айырым китап һымаҡ уҡырға кәрәк, тигәйнем, шул фекергә ҡайтып, тағы өҫтәмәксемен: теле аңлайышһыҙ булһа, ул китапты кем уҡыһын?

Тимәк, картиналар асылын кеше аңларлыҡ телдә ҡылыҡһырлау мәсьәләһе лә ҡалҡа икән алдыбыҙҙа. Шунһыҙ ниндәй генә ҡоласлы күргәҙмәләр ойоштороп та, залдар буш ҡалыуы ихтимал бит. Был йәһәттән «Комсомольская правда» гәзите ойошторған Рәсәйҙең билдәле рәссамдарының альбомдары серияһы ҡыҙыҡлы булғайны: уларҙа киң танылған рәссамдарҙың төп эштәре менән, рәссамдың ентекле биографияһы, картиналарҙың яҙылыу тарихы ла ҡыҙыҡлы итеп бирелгән. Һәр хәлдә, был серия альбомдары китап кибеттәрендә бик оҙаҡ саңланып ятманы. Тамашасы галереяларға, музейҙарға, күргәҙмәләргә йөрөмәһә, улар үҙҙәре тамашасы янына сыҡһын, тип аңлайым мин быны. Мәктәптә китап эсендәге төҫлө ҡушымтала бирелгән картиналарҙың оригиналын күреү өсөн Мәскәүҙә Третьяковка галереяһына сират ҡарауыллағаным да иҫтә әле. Ә бында, үҙем барып ҡайтҡас, бик күп таныштарҙан белешеп ҡараһам да, «Өфө-Арт» күргәҙмәһе тураһында тәүләп ишетеүҙәрен генә асыҡланым. Тимәк, беҙҙең рәссамдар донъяһы, уларҙың ижад емештәре киң ҡатлам тамашасы өсөн һаман йыраҡта ҡала, тигән уйға киләһең…

Мәҡәләмдең башына юҡҡа ғына сәп төшөнсәһен сығарманым. Күргәҙмәгә бергә барған дуҫым менән Ринат Атауллиндың «Сәп» тигән картинаһы янында оҙағыраҡ туҡталып, шул темаға төрлө фәлсәфәләргә бирелеп алдыҡ (репродукцияһы тышлыҡтың өсөнсө битендә). Унда яуға әҙерләнеүсе өйрәнсек һуғышсыларҙың уҡтары яуған сәп һүрәтләнгән. Уны күргәс тә үҙемдең бер шиғырым иҫкә төштө: «Сәбен эҙләй йыр ҙа, һүҙ ҙә, уҡ та…» Шуныһы ғәжәп: уҡтың, бигерәк тә һунар уғының, сәпкә теймәй ҡалыуы, тормоштоң дауамы булып, бер йәнде тере ҡалдыра. Быныһы – сәп күҙлегенән. Ә икенсе яҡтан? Йырың, әйткән һүҙең яҙа үтә икән, бының эҙемтәләре  төҙәтә алмаҫлыҡ булыуы ла ихтимал бит әле. Ошо йәһәттән башҡорт рәссамдарының уҡтары дөрөҫ төҙәлә микән, күргәҙмәләре сәбен табыу юлындамы, тигән уйҙар менән ҡайттым был сәйәхәттән. Сыбарлығы йыуандыра һымаҡ: уҡтар ни тиклем күп булһа, уларҙың сәпкә эләгеү ихтималлығы ла арта бит.