Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Дамир Шәрәфетдинов

Сәпкә тейһен атҡан уҡтары

(Баш ҡаланың Күргәҙмәләр комплексында «Өфө-Арт»

рәссамдар күргәҙмәһе эшләй)

Рәссамдар донъяһы яңғыҙлыҡты ярата. Уларҙың оҫтаханаларында булғанда, төнгө тынлыҡҡа сумған һил яҡтылыҡ аҫтында әле эшләнеп тә бөтмәгән киндерҙәрҙә буласаҡ картиналарҙы күҙалларға маташып оҙаҡ уйланып торғаным бар. Шунда оҫтаға ирекһеҙҙән бер-бер артлы яуырға торған һорауҙарҙы көскә тыйып ҡалаһың: кемдәр буласаҡ бында, ҡайҙан килеп сыҡты бындай үҙенсәлекле идея, ни өсөн тап шундай юл һайланың һ. б., һ. б. Сөнки картиналарҙа һәр кем үҙенә күренгән нәмәләрҙе эҙләй, ә эйәһенең «бында мин шуны күрһәтергә теләгәйнем» ише аңлатма-комментарийҙары фекер ағышын боҙоп ҡына ҡуйыуы ихтимал. Хәйер, ҡыҙыу бәйге-бәхәстәр ойошторғаныбыҙ ҙа хәтерҙә: Фәрит Ергалиевтың Карл Маркс урамындағы оҫтаханаһына йыйылышып, бер төркөм йәш яҙыусылар бер һүрәттә ниҙәр күреүҙәрен, уны нисек ҡабул итеүҙәрен теҙеп һөйләп сыға торғайныҡ. Шуныһы ғәжәп: рәссамдарҙың оҫтаханалары бик йыш диспуттар залына әйләнһә лә, унда барыбер яңғыҙлыҡ хөкөм һөрә һымаҡ. Бәлки, һәр кемдең тик үҙенең, айырым ҡарашы булып, ахырҙа ул барыбер шул тәүтойғо ҡарашында ҡалыуынан киләлер был...

Төрлө вернисаж һәм күргәҙмәләрҙә лә иғтибар итәм: унда ла иркен зал буйлап кешеләр яйлап ҡына хәрәкәт итә, һәр ҡайһыһы тик үҙенә генә бикләнеп, тик үҙенә яҡын картина алдында бик оҙаҡ баҫып тора. Шунһыҙ мөмкин түгел, рәссам бит ҙур картинаһы фекерен, эшләнешен йылдар буйы күңелендә йөрөтә, айҙар буйы оҫтаханаһынан сыҡмай яҙа, шуға ла уны һәр деталенә иғтибар итеп, ҡалын китапты уҡыған һымаҡ өйрәнәһең.

Ә бер юлы йөҙәрләгән оҫталарҙың эштәренән тупланған күргәҙмәгә барып сыҡҡан кеше ни эшләй? Өфөнөң күргәҙмәләр комплексында асылған «Өфө-Арт» күргәҙмәһендә минең менән тап шулай булды. Бында ике ҡатта Башҡортостандан һәм эргә-тирә ҡалаларҙан рәссамдар, скульпторҙарҙың ижад емештәре теҙеп ҡуйылған. Әлбиттә, бындай урындарҙа бер генә картина алдында оҙон-оҙаҡ тамаша ҡылып ҡарап тороп булмай, башта күплек һәм төрлөлөк хайран итә, һуңынан сыбарлыҡтан күҙ арый башлай. Шунда коллектив тамашасылар өсөн айырым белгес-гид кәрәк тигән уйға киләһең – музейҙарҙа хеҙмәтләндереү шулай ҡуйылған.

Күргәҙмә ике ай дауам итә. Ике йөҙҙән ашыу автор менән танышыу өсөн бында нисәмә кистәрҙе үткәрергә тура килер ине. Һәр кем үҙ зауығына ярашлы төрҙө таба ала: ойоштороусылар башҡорт художество сәнғәтенең бар ҡаҙаныштарын да бер ергә йыйырға тырышҡан. Ана шунда художество сәнғәте тигән төшөнсәнең ниндәй киң һәм күп яҡлы булыуына хайран ҡалаһың. Ҡағыҙға, ағасҡа, ташҡа, туҡымаға яҙып һүрәт төшөрөү, ҡағыҙҙан, ағастан, таштан, туҡыманан төрлө һындар әүәләү, ҡорама, кейеҙҙән төрлө өлгөләр төҙөү – ҡыҫҡаһы, ижади ҡарашлы кешегә сикләүҙәр юҡ бында. Һуңғы йылдарҙа художестволы ижад ҡоластары киңәйә барыуын ошондай күргәҙмәләрҙә абайларға була: өлгөләрҙең байтағы, ҡыҙыҡлы сиселеше һәм бирелеше менән һоҡландырып һәм ғәжәпләндереп, башҡарылыу датаһына иғтибар иттерә: беҙ рәссамдарҙы мотлаҡ мольберт һәм ҡылҡәләм менән күҙ алдына килтереп өйрәнгәнбеҙ, мәктәптәрҙә лә тик билдәле рәссамдарҙың картиналары менән таныша торғайныҡ, ә улар тимерсе лә, ташсы ла, балта оҫтаһы ла, тегеүсе лә була ала икән.

Сиктәр юҡ күргәҙмәлә: исемдәре донъяға билдәле рәссамдар менән бергә өйрәнсек балалар студиялары ла урын алған, коллектив хеҙмәт емештәре лә етерлек. Байтаҡ таныш исемдәрҙе күреү һәм уларҙың әлегә күрергә тура килмәгән картиналарын тамаша ҡылыу ҡыуанысы кисереү менән бергә, яңы оҫталарҙың исемдәрен иҫтә ҡалдырыу ҙа ҡыҙыҡ ине. Мәскәү, Санкт-Петербург, АҠШ авторҙары янында үҙебеҙҙең оҫталарҙың хеҙмәттәре лайыҡлы урын алыуы ғорурлыҡ тойғоһо уятып, башҡорт сәнғәтен донъя кимәлендә баһалап ҡарарға ла мөмкинлек бирә.

Был күргәҙмә тураһында күрһәтмә-баннерҙар Өфө ҡалаһы буйынса ла элеп сығылған: йөҙ ҙур плакатта күргәҙмәнең айырыуса үҙенсәлекле өлгөләренең күсермәләре тора. Был, ҡала диуарҙарын графитти менән биҙәү үрнәге менән, Өфө өсөн тағы бер яңылыҡ булып килеп сыҡты. «Рампа» журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Игорь Тонконогий әйтеүенсә, был тәжрибәне артабан да дауам итергә ниәттәре бар. 

   «Беҙ, рәссамдар, башыбыҙҙҙа ниндәй хистәр ярала, шуларҙы үҙебеҙ белгән алымдар менән һынландырабыҙ. Ә уларҙы ниндәйҙер йүнәлештәргә, стилдәргә, жанрҙарға бүлеү иһә – сәнғәт буйынса белгестәрҙең эше», – тигәйне миңә бер рәссам танышым, уның оҫтаханаһында авангардсы рәссамдар хаҡында һөйләшеп ултырғанда. Йәл, әлбиттә. Сөнки сәнғәт белгестәренең телен ябай тамашасы аңлай алмай, үтә лә махсуслашҡан ул. Һәр картинаны айырым китап һымаҡ уҡырға кәрәк, тигәйнем, шул фекергә ҡайтып, тағы өҫтәмәксемен: теле аңлайышһыҙ булһа, ул китапты кем уҡыһын?

Тимәк, картиналар асылын кеше аңларлыҡ телдә ҡылыҡһырлау мәсьәләһе лә ҡалҡа икән алдыбыҙҙа. Шунһыҙ ниндәй генә ҡоласлы күргәҙмәләр ойоштороп та, залдар буш ҡалыуы ихтимал бит. Был йәһәттән «Комсомольская правда» гәзите ойошторған Рәсәйҙең билдәле рәссамдарының альбомдары серияһы ҡыҙыҡлы булғайны: уларҙа киң танылған рәссамдарҙың төп эштәре менән, рәссамдың ентекле биографияһы, картиналарҙың яҙылыу тарихы ла ҡыҙыҡлы итеп бирелгән. Һәр хәлдә, был серия альбомдары китап кибеттәрендә бик оҙаҡ саңланып ятманы. Тамашасы галереяларға, музейҙарға, күргәҙмәләргә йөрөмәһә, улар үҙҙәре тамашасы янына сыҡһын, тип аңлайым мин быны. Мәктәптә китап эсендәге төҫлө ҡушымтала бирелгән картиналарҙың оригиналын күреү өсөн Мәскәүҙә Третьяковка галереяһына сират ҡарауыллағаным да иҫтә әле. Ә бында, үҙем барып ҡайтҡас, бик күп таныштарҙан белешеп ҡараһам да, «Өфө-Арт» күргәҙмәһе тураһында тәүләп ишетеүҙәрен генә асыҡланым. Тимәк, беҙҙең рәссамдар донъяһы, уларҙың ижад емештәре киң ҡатлам тамашасы өсөн һаман йыраҡта ҡала, тигән уйға киләһең…

Мәҡәләмдең башына юҡҡа ғына сәп төшөнсәһен сығарманым. Күргәҙмәгә бергә барған дуҫым менән Ринат Атауллиндың «Сәп» тигән картинаһы янында оҙағыраҡ туҡталып, шул темаға төрлө фәлсәфәләргә бирелеп алдыҡ (репродукцияһы тышлыҡтың өсөнсө битендә). Унда яуға әҙерләнеүсе өйрәнсек һуғышсыларҙың уҡтары яуған сәп һүрәтләнгән. Уны күргәс тә үҙемдең бер шиғырым иҫкә төштө: «Сәбен эҙләй йыр ҙа, һүҙ ҙә, уҡ та…» Шуныһы ғәжәп: уҡтың, бигерәк тә һунар уғының, сәпкә теймәй ҡалыуы, тормоштоң дауамы булып, бер йәнде тере ҡалдыра. Быныһы – сәп күҙлегенән. Ә икенсе яҡтан? Йырың, әйткән һүҙең яҙа үтә икән, бының эҙемтәләре  төҙәтә алмаҫлыҡ булыуы ла ихтимал бит әле. Ошо йәһәттән башҡорт рәссамдарының уҡтары дөрөҫ төҙәлә микән, күргәҙмәләре сәбен табыу юлындамы, тигән уйҙар менән ҡайттым был сәйәхәттән. Сыбарлығы йыуандыра һымаҡ: уҡтар ни тиклем күп булһа, уларҙың сәпкә эләгеү ихтималлығы ла арта бит.